

Нәсих Хөббөтдин улы Хәлисов 1957 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ишбулды ауылында тыуған. Үҙ ауылдарында башланғыс синыфтарҙа, артабан Хәлил урта мәктәбендә, 1971 йылдан Өфөләге республика урта сәнғәт мәктәп-интернатында уҡый. 1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) сәнғәт һәм графика факультетын «һыҙым, рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы» һөнәре алып тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙе уҡыған мәктәп-интернатта махсус фәндәр буйынса уҡытыусы булып башлай. 1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғас, хеҙмәтен Өфө ҡалаһында 18-се йорттар идаралығында педагог—ойоштороусы булып дауам итә.
1987 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына баҫманың биҙәлеш мөхәррире итеп эшкә саҡырыла һәм был вазифаны 1998 йылға тиклем уңышлы башҡара. Артабан «Башҡортостан» гәзите редакцияһына рәссам булып күсә, 1998 йылдан — гәзиттең фотохәбәрсеһе һәм биҙәлеш мөхәррире.
Башҡорт Википедияһынан.