Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Апрель 2022, 07:31

"Йөрәк һүҙе" хаҡында...

Хөрмәтле дуҫтар! "Шоңҡар" киңлектәрендә яңы рубриканы башлайбыҙ. “Зөһрә Бураҡаева күҙлегенән...” тип атала ул. Республикабыҙҙа булған төрлө ваҡиғаларға, әһәмиәтле сараларға ҡарата билдәле драматург, Башҡортостандың кинематографистар союзы рәйесе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһәр Бураҡаева үҙ фекерен еткереп торасаҡ. Ошо яҙмаларға ҡарата һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

"Йөрәк һүҙе" хаҡында..."Йөрәк һүҙе" хаҡында...
"Йөрәк һүҙе" хаҡында...

12 апрель шаулап-гөрләп Рәми Ғариповҡа арналған бишенсе - юбилей "Йөрәк һүҙе" үтеп китте. Төрлө тойғолар менән сығып кителде.
Тәүге тойғо - кинәнес. Нимә генә тимә, тап был тамашаға әҙәби һүҙҙе яратҡан, йөрәгендә халҡы өсөн янған, халҡының һәм республиканың киләсәгенә битараф булмаған тамашасы йыйыла. Башҡаланан ғына түгел, төрлө райондарҙан да. Һәм һәр ҡатнашыусы өсөн бик ныҡ тулҡынланған тамашасы. Алып барыусылар – Фирҙәт Ғәлиев менән Александр Кузьменко дөрөҫ әйтә, зал һәр сығышҡа, һәр баһаға үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Һәм халыҡ шағирыбыҙ Рәми Ғарипов рухы, шиғриәте менән йыйылған зал, әлбиттә, айырыуса рухлы милләттәштәребеҙҙе йыйҙы.
Осраҡлыҡ юҡ, һәр осраҡлыҡ ул беҙ белмәгән ҡануниәткә бәйле, тиҙәр. Шулайҙыр. Был проектты башлағанда, Нәйлә Ғәбделхай ҡыҙы бит юбилей йылы тап Рәми Ғариповтың юбилейына тап килер тип уйламаны бит? Үҙе аҙаҡҡы сығышында әйтмешләй, был проект 2017 йылдың сентәбрендә башҡорт телен яҡлап сығыусыларҙың шауҡымы, нимә эшләргә тип эске ғазаптан урғылып сыҡҡан проект. Ошо энергетика менән тыуған проект, ысынлап та, үҙ эстәлеген юғалтманы. Сығыш яһаусыларҙа ла, тамашасыла ла. Шиғри күңелле башҡорт халҡына, ысынлап та, тап ошондай проект май булып ятты.

Ғорурлыҡ. Уйлап ҡараһаң, тағы ҡайһы ерҙә айырым шиғриәте яратыусылар өсөн түгел, а төрлө ҡатлам, төрлө йәш һәм ҡараш кешеләре бер тыналала дүртәр сәғәт буйы шиғыр тыңлап ултырһындар? Ә бына беҙ – тыңлайбыҙ. Китап уҡымаған заманда, шиғриәт тип йыйылабыҙ. Шағирҙарыбыҙҙы данлай беләбеҙ.

Ихлас аптырау. Бөтәһен дә белмәйем, әлбиттә, тик мин белгәндәрҙән ул кис сәхнәгә сыҡҡан кешеләрҙең ҡайһы берҙәре генә күкрәк киреп, мин башҡорт телен ысынлап та яратам, сөнки ул миңә һөнәрем, наным, даным өсөн түгел, ул миңә ғаиләм һәм киләсәгем өсөн кәрәк, тип әйтергә лайыҡлы. Әлбиттә, башҡорт телен ғаилә теле итеү-итмәү, үҙ балаларың менән русса һөйләшеү-һөйләшмәү – ул һәр кемдең шәхсән эше. Әммә оло сәхнәнән “тел йәшәй һәм йәшәйәсәк” тип оран һалыу өсөн, барыбер, бер аҙ уйланыр кәрәктер. “Тел йәшәйәсәк!” – тип ғорур торҙоң да ти, “Доченька, сыночек, сейчас приеду”, - тип шылтыратаһыңмы?.. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тигән кеүек. Ундай икеле стандартҡа күнеп тә бөтөргә ине, тик ярамай. Күнһәк – бөттө баш... башҡорт теле.

Дауамын көтөгөҙ!

Автор:
Читайте нас