Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Апрель 2022, 15:20

Зәкир - Зәкирә. Хикәйә

Зәкир - Зәкирә. ХикәйәЗәкир - Зәкирә. Хикәйә
Зәкир - Зәкирә. Хикәйә

Зәкир - Зәкирә. 

( Хикәйә, )

     Бөгөн хәл иткес көн. Ул үҙе шундай ҡарарға килде. Әгәр бөгөн Зәкир килһә, мәңгелеккә бергә ҡаласаҡтар.Шул сәбәплеме, әллә бик көткәнгәме, Зәкирә бик тулҡынланып уйланы һөйгәнен. Әгәр килмәһә, бөтәһе лә юҡҡа сығасаҡ. Үҙе менән нимә булырын күҙ алдына ла килтерә алмай – ғүмере утта янып үтәсәк, йәшәүенең мәғәнәһе лә юғаласаҡ.

   Зәкир ҙә осрашыу минуттарын ашҡынып көттө. Нимәлер булыр һымаҡ тойолһа ла, ҡәҙерлеһен күререн уйлап йылмайҙы.Зәкирәнең уға күтәрелеп ҡарарға ла оялып йылмайып тороуы күҙ алдына килеп тик торҙо. Рәхәтләнеп селтерәп көлөп ебәреүҙәре, йомшаҡ тауышы күңеленең әллә ҡайһы еренә инеп киткәндәй була.Тотоп ҡыҫып- ҡыҫып һөйгөһө килә һөйөклөһен Зәкирҙең шул мәлдәрҙә.

    Көн бөгөн бигерәк оҙон, бөтә ғүмер үткәндәй тойолдо . Зәкирә осоп йөрөгәндәй тойҙо үҙен, бөгөн яҙмыштары хәл ителә. Бик һағынды ул һөйгәнен, ҡасан ғына уның күҙҙәрен күрер, яғымлы тауышын ишетер инде. Осрашыу мәлдәрендә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, Зәкир күрмәгәндә генә Зәкирә уның күҙҙәренә ҡарай, ләкин ҡарап туймай. Күҙҙәре шундай матур – ҡара –көрән яңы бешеп килгән муйыл төҫлө, ниндәйҙер әйтеп бөткөһеҙ йылылыҡ бөркөлә. Ғүмере буйына ҡарар ине.

     Тәүге күргәндә үк ул күҙҙәргә ғашиҡ булды, күрәһең Зәкирә. 

 - Мин Зәкир булам.- тип уға һораулы ҡарағас,

 - Зәкирә,- тип ишетелер- ишетелмәҫ кенә әйткәс,егет, нишләп үсекләшәһең тигән төҫлө:

 -Зәкир,Зәкир мин –тигәйне.

 - Зәкир ?- тип егеттең күҙҙәренән күҙен ала алмай торҙо ла, күптәнге таныштар кеүек көлөп ебәрҙеләр. Шул көндән улар бергә.Зәкир нимәләр һөйләп көлдөрә, Зәкирә тыңлай ҙа, селтерәп аҡҡан шишмә төҫлө көлөп ебәрә. Көлә-көлә үҙе лә нимәлер һөйләй.

   Шулай танышып киткәйне Зәкир һәм Зәкирә. 

 

                     2.

 

… Күршеһе Әлимә Зәкирәнең бүлмәһенә инеп, һөйләшеп ултырырға яратамы, әллә ҡыҙыҡһыныу ғәҙәте көслөмө, йыш инә. Әрһеҙ Әлимә эскерһеҙ Зәкирәнең йөҙөнән йылмайыуы китмәгәнен күргәс, бигерәк яҡынлашты. Бер ҡатлы, бөтә кешеләрҙе яҡшы тип ышанып йәшәгән Зәкирә бала күңеле менән сер- шатлығы эсенә һыйманы, һөйләне лә һалды Әлимәгә. Зәкирәнең Зәкирҙе иҫ китмәле итеп һоҡланып, күҙҙәре осҡонланып бер туҡтауһыҙ йылмайып, сәғәттәр буйына һөйләүенән Әлимәнең көнсөл күңел утынан эсе янды. Тиҙерәк шундай шәп егетте күрәһе килде.Һәр нәмәне белгеһе, тикшергеһе килеү ҡылығы уны йоҡонан да, ашауҙан да яҙҙырҙы.Үҙенә килер егетте көткәндәй, Зәкирә Зәкирен көткәндә ул да көтә башланы. Сәсенә прическа яһатты, тырнаҡтарын ҡып -ҡыҙылдан буяны, матур күлдәк тектерҙе. 

 Көткән көн еткәс, юҡ йомошто бар итеп, егет килеүгә, ғәҙәттәгесә гена ингән булып Зәкирә бүлмәһенә килеп тә инде. Еҙнәйҙән һалдырып, шаярҙы – көлдө. Алсаҡ, ҡунаксыл Зәкирә бер ниндәй хәйлә һиҙмәне. Сәй ултыртты, егетте лә, әхирәтен дә ихлас ҡунаҡ итте. Һөйләшә – көлөшә сәй эстеләр.

      —---------------— —---------------— —-------------— —-------------

     Икенсе осрашыуға ла әхирәте үҙ өлөшен индермәй ҡалманы.

  - Әйҙә сәсеңә прическа яһайыҡ, гел бер төрлөлөк ялҡыта егеттәрҙе. – тип Зәкирәнең сәсен, мин ҡырҡа беләм - элек парикмахер булып эшләнем, тип үҙе үк мөнтәп ташлауҙан да тартынманы. Бер ни һиҙмәгән бер ҡатлы Зәкирә, сәсе нишләптер үҙен тыңламай төрлө яҡҡа тырпайып торһа ла, әхирәтенең күңелен ҡыймайым тип, һәйбәт булды әле тигән булып, етешмәгәненә күҙ йомдо. Зәкир килер көндө, ғәҙәтенсә Әлимә килеп инде.

 - Бер үҙең өлгөрмәйһең, әйҙә һиңә ярҙам итәйем әхирәт, - тип Зәкирә бешерергә әҙерләп ҡуйған бәлеште тотоп, дөйөм аш бүлмәһенә алып та китте. Аҙаҡ Зәкир килгәнен күреү менән, кейенеп- яһанып бәлеш индереү һылтауы менән килеп инеү уға ҙур ҡыйынһыныу тыуҙырманы. Бер балғалаҡ борос өҫтәү үҙ ролен үтәмәй ҡалманы, Зәкир бик сәйер итеп Зәкирәгә ҡарап ҡуйҙы.Сәй эсеү артыҡ күңелһеҙ булмаһа ла, кәйефтәр төрлө ине, Зәкирә нишләп улай булды һуң- элек бешергән бәлештәре бик тә уңа торғайны бит, тип уйланһа, Зәкир был нимә булды әле, тигәнерәк уйҙа ине. Ләкин егет һыр бирмәне, бик тамле булған, тип һөйгәненең күңелен күтәрергә тырышты.

   - Ярай, минең эшем бар.- тип Әлимә бик ҡәнәғәт сығып китеү яғын ҡараны. Өмөтһеҙ - шайтан, тип үҙ сараларының һөҙөмтәләрен бик тиз арала булмаһа ла, ҡасан булһа ла күрәсәгәненә ҡыуана ине ул.

   —--------------------— —------------------— —----------------— —------------

    Әмәлгә ҡалғандай, яҙмыш тигән тәгәрмәстер инде- Зәкирәгә ауылдан, әсәһенең ҡаты ауырып китеүен хәбәр итеүсе хат килеп төштө.Яңғыҙ ҡыҙы ҡарамай, кем ҡараһын, ҡайтырға хәл итте. Тик Зәкир оҙайлы командировкаға киткән ине, хәлде аңлатып һөйгәненә хат яҙып, Әлимәгә ҡалдырҙы. Адресын да ҡалдырҙы, Зәкир күптән әсәһе менән таныштырыуын һорай ине Зәкирәнән, ваҡыт табып килер,тип уйланы. Эшенән, сәбәбен әйтеп, ғариза яҙып ҡайтып китте. 

    Әсәһен фалиж һуҡҡан ине, хәрәкәтһеҙ көйө ятҡан бер ярҙамсыһыҙ ҡалған әсәһен күрше апай ҡарап тәрбиәләп торған икән. Уға рәхмәттәр әйтеп, нисек тәрбиәләргә кәңәштәр һораны. Әсәһенә ҡала врачтарына күрһәтеп тә, имләп тә хәле яҡшырманы. Зәкирә төрлө үлән төнәтмәләре әҙерләп, әсәһенә массаж яһап тәрбиәләне. Әсәһе һөйләшә, тик элеккесә тороп йөрөй алмай ине. Әсәһе менән ул йоҡлап киткәнсе һөйләшеп ултыралар. Шулай көндәр артынан айҙар ҡыуып үтә торҙо.

   Зәкирҙән генә бер хәбәр ҙә булманы. Бәлки эштән бушамайҙыр, тип уға яҡлау, ә үҙенә йыуатыу эҙләр булды Зәкирә. Почта таратыусы гәзит таратып үткән һайын, хат юҡмы тип гәзиттәр араһын әллә нисә ҡарар булды. Йәй, унан һуң көҙ үтте. Зәкирәнең өмөтө һүнмәне, ләкин шул хәлгә күнегеү генә ҡалды. Тағы, ауылға автобус килгән ваҡыт етһә,тәҙрәнан күҙен алмаҫ булды. 

     Әсәһе лә хәлен аңламай ҡалманы, бер көн :

  - Балам, берәйһен көтәһеңме әллә? – тип һораны. 

Зәкирә әсәһенән бер сер ҙә йәшереп өйрәнмәгәнлектән һөйләне. Әсәй кеше оҙаҡ уйланып ятты ла, әкрен генә һүҙ башланы.

   - Ярай – бик һәйбәт, мин әле балам япа яңғыҙы ҡала, тип борсолоп ята инем. Һөйөү- ҙур бәхет ул, өмөтеңде өҙмә.Һинең бәхетеңде берәү ҙә күк сепрәккә төрөп ташламағандыр, осрашырһығыҙ Алла бирһә. – тип ҡыҙының күңелен йыуатты.   

      —----------— —----------— —--------— —-------— —-----------

   Нисек кенә әсәһен тәрбиәләһә лә, үлем тырнағынан йолҡоп ала алманы Зәкирә. Ғүмере эш менән үткән, ауырлыҡтарға түҙем, ауырыуын да тыныс, бәлә һалмай ғына үткәреп, йоҡоһонда ғүр эйәһе булды. Хатта кистән Зәкирәнән күрше ҡатынды саҡыртып, ясин доғаһын уҡытты-

   - Ауырыған кешегә әбейҙәр Ясин доғаһы ярҙамы тейә, ти торғайнылар. –тигән булып ҡыҙының ҡурҡыуынан ҡурсаланы.

   Әсәһен ерләп, аят уҡытып, йорт ҡураны күршеләргә ҡалдырып, ҡалаға эшенә, Зәкире янына юл тотто. Килеүенә ятаҡ комендантынан Әлимә әхиратенең Зәкиргә кейәүгә сығыуын ишетте.Эйе, ярты ай түгел, ярты йыл үтте шул.

     - Әлимәнең бүлмәһе буш, Зәкиргә күсеп сыҡты, теге һин таныштырған егеттең өйөнә – тип бер ни белмәгән комендант апай Зәкирәне һөйөнсөләргә ашыҡты.

  Бер нәмәлә тоймаған Зәкирә был хәбәрҙе ишетте, башҡа тира яҡты күрмәй бүлмәһенә инде. Ишетте һәм ултыра төштө, ултыра төштө һәм инглизсә йырлай башланы.Хәле ауыр ине, хәле ауыр ине- түшәккә ятты. Бер уянды, бер мәңгелеккә сумды. Йәне нимәгә әүерелерга һорап бер килде, бер китте. Зәкира себен булһам- һуғып үлтерерҙәр тип,икенсе тормошта ла ҡыҫҡа ғүмер итәһе килмәүен уйланы. Сысҡансыҡ булһам, ҡапҡанға эләгермен, йә ағыу йотоп әрәм булырмын, тип уйланы. Турғай булһам, гел ағас башында, йә ас, йә өшөп йөрөрмен тип фекерләне. Эт булһам, көн- төн өрөр кәрак, ә нишләп бесәй булмаҫҡа – гел йылы өйҙә, тамаҡ туҡ була. Шулай итеп, бесәйгә әүерелде Зәкирә. Урамға сыҡты, йонсоу бесәйзе берәү ҙә иғтибарға алманы.Таныш еҫтәр буйлап килә торғас, Әлимәгә тап булды.Ҡышҡы һыуыҡ бесәйҙе меҫкен хәлгә индерҙе. Әлимә әхирәтен еҫенән танып, мыйылдап күҙенә баҡты. Һуңғы кешелек ҡылдары үлмәгән икән әхирәтенең, йәлләп индерҙе бесәй – Зәкирәне. Ашатты, йылы түшәк бирҙе ишек төбөндә. Үҙе Зәкирҙе көттө. Ғәҙәтенсә матур кейенде, яһанды.Зәкир килеп инеүгә аҫыл ҡоштай һайрап аш- һыуын теҙҙе.

    Диванға туҡ ҡорһағын йәйеп ятҡан Зәкирҙең аяҡ осона бесәй-Зәкирә менеп ҡунаҡланы. 

  - Кем бесәйе был, нимәгә индерҙен уны? –тигән һорауҙар яуҙырған Зәкир яуап алдымы юҡмы, хырлап йоҡоға сумды.

  Ә Зәкирә- бесәй рәхәтләнеп һырпаланды,һыйынды һөйгәненең аяғына, һөйгән йәрҙен аяғы ла ҡәҙерле икән.

   Баш түбән осоп төшһә лә түҙҙе Зәкирә бесәй. Ҡайһы мөйөштә таң аттырһа ла һөйгәненең тауышын ишетеп кенә лә йәшәргә риза. 

   Иртәнге сәй эскән хужа бик күңелһез ине, йәшлеккә әүрәне әүрәүен – ә бер шатлыҡ та юҡ. Ә бесәй аяҡҡа урала, һырыла моронон терәп һырылып-һырылып ала. Йәне көйөп ултырған Зәкир бесәйҙе осора тибеп ебәрҙе. Их, белһә икән кемде типкәнен. Зәкирә-бесәй генә иҫе китмәне, һөйгәнеңдең тибеп ебәреүе лә бер ғүмер.

Көнө буйы йоҡлап, Зәкиренең тауышын ишетеү менән йылы урынынан һикереп тороп, тауыш килгән яҡҡа китер, киске ашҡа саҡырып Әлимә ҡысҡырыуға, Зәкирә – бесәй ҙә диванға барып мыйылдап, һөйгәнен саҡырыр, Зәкирҙең ашауын һоҡланып башын ҡырын һалып, өҫтәлдән ситтәрәк ҡарап ултырыр, Зәкир диванға барып ятыуға, уның алдына иҙәнгә ятып борғолана башлар булды.Шулай көн артынан көн үтте.

Бер көнө Зәкир ауа- түнә,йырлай-йырлай ҡайтып инде.Өҫтө бысранып,сәсе туҙып танығыһыҙ булған,ауыҙынан һаҫыҡ еҫтәр менән теләһә ниндәй һүҙҙәр һөйләй.Зәкирә-бесәй ытырғанып арҡаһын дөйә үркәсендәй ҡабартып ҡарап торғандан һуң,тиҙ генә диван аҫтына ҡасты,был ят яуыз типһә ныҡ тибер, тип уйланы.Бешеп килгән муйыл күҙҙәр ут кеүек ҡыҙарып тора,матур аҡ йөҙ йәмһеҙ ҡыҙарған,ҡыйшайған ауыз уны тағы ла йәмһеҙләтә.Зәкире менән Әлимә араһында талаш тартыш,һуғыш,илашыу төнө буйы дауам итте.Ә иртәнсәк шешенган,күҙҙәре йомолор кеүек торған Зәкир өндәшмәй генә сығып китте.Төнен кисәге кеүек хәлдә ҡайтып инде…

Шулай ҡабатланған көндәрҙең,дөрөҫөрәге,төндәрҙең береһендә,ике ҡулы менән башын тотоп,иламһырап Зәкир –

- Зәкирәм,минең Зәкирәм…ҡайҙа һин, кемгә мине алыштырҙың? – тип үҙәк өҙгөс тауыш менән.

Йәне көйгән Әлимә:- Зәкирә ауылда һөйгән егете менән йәшәй,тинем бит һиңә.- тип ҡысҡырҙы.

Зәкирә был ялғанды ишетеп,әхирәтенең аяғына уралып мыйылдап,

- Нимә һөйләйһең һин,әхирәт?- тип әйтергә теләгәйне,уныһы ярһыуынан сыҙамай бесәйҙе осора тибеп ебәргәнен дә һиҙмәне.

Зәкирә –бесәй ауыртыуға түҙмәй, асыҡ ишектән сығып югерҙе. Тәне генә түгел, йөрәге яна ине уның.Ниндәй алдаҡсы әхирәте менән сер бүлешкән Зәкирә,ә һөйәм тип йөрөгән Зәкире уға ышанған.Һөйөүе ысын булһа,нишләп үҙе мине күрмәгән,аңлашмаған.Кеше бәхетһеҙлегенән бәхет төҙөргә уйлаған әхирәте лә,күҙенә ҡарап мөхәббәт утында яндырған Зәкире лә күҙ алдында бик бахыр хәлдә килеп баҫтылар.Бәхетлеме ни улар?Ә мин шул бәхетһеҙлектә үҙ бәхетемде эҙләйемме?Юҡ,әсәйем мәрхүмә әйтмешләй,минең бәхетемде күк сепрәккә төрөп ташламағандарҙыр.Яҙған бәхетем табылыр.

Зәкирә күҙҙәрен асты,ниндәй матур иртә тыуған,ана бит,әсәкәйен иҫләүе генә лә уны был яҡты донъяға кире Кеше рәүешенә ҡайтарҙы.Ауыр саҡтарыңда балам, мине иҫлә, һиңә ярҙам итер өсөн ҡайҙа булһам да килермен, тигәйне шул.

- Ҡара әле иҫеңә килдең бит,ҡотто алдың да баһа,һиңә нимә булды?- тип эргәһендәге коммендант сыр сыу килде.

Земфира Кәримова

 

.

Автор:
Читайте нас