Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Апрель 2022, 09:51

МӨХӘББӘТ КӘРӘК

Буран нисек кенә ҡоторонмаһын, яҙ барыбер үҙенекен итте. Ҡарҙар эреп, һыуҙар ташты, үләндәр башын төрттө, ер йәшәрә башланы.

МӨХӘББӘТ КӘРӘКМӨХӘББӘТ КӘРӘК
МӨХӘББӘТ КӘРӘК
 
Буран нисек кенә ҡоторонмаһын, яҙ барыбер үҙенекен итте. Ҡарҙар эреп, һыуҙар ташты, үләндәр башын төрттө, ер йәшәрә башланы. Беҙҙең Анфисабыҙ ҙа һис үҙенә урын тапмай, тегендә-бында бәргәләнә, йә бойоғоп ҡына тәҙрәнән тышҡа ҡарап ултыра башланы. Ирем менән икәүләшеп иркәләп тә ҡарайбыҙ, нимә ашатырға ла белмәйбеҙ, тик Анфисабыҙ бойоҡ инде, бойоҡ. Шунан башыма уй килде.
- Анфисабыҙ ҙурайҙы, уға пар кәрәк. Тәбиғәт законы үҙенекен итә инде, ана бит буран нисек кенә ҡоторһа ла, яҙ ҡарҙарҙы эретеп, боҙҙарҙы аҡтарып ташланы. Анфисабыҙға кейәү табырға кәрәк, - тим. Был уйҙарымды ҡоҙасам Рәйсәгә һөйләнем. Ул миңә уларҙың әсәләрендә йәшәгән Маристың Анфисаға пар булырын һөйләне. Шулай итеп, беҙ Анфиса менән Маристы ҡауыштырырға уйланыҡ. Марис ауылда йәшәгәнлектән Анфисаны ауылға алып ҡайттыҡ та, икеһен дә мунсаға керетеп , бикләп ҡуйҙыҡ.
Эй йөрөйбөҙ, эй йөрөйбөҙ. Күрәһе килә бит эшебеҙҙең йомғағын. Мунса янына барҙым да шым ғына тәҙрәнән ҡарайым, мунса эсендә бер нәмә лә күренмәй. Ул да булмай ирем килеп сыҡты ла, минең иғтибар менән мунса эсен күҙәтеүемде күреп, ҡысҡырып ебәрҙе, тертләп киттем:
- Кемде күҙәтәһең унда? - ти. Уға һөйләп бирергә тура килде. Ул да булмай ҡоҙасам килеп сыҡты. Эй ҡарайбыҙ, эй ҡарайбыҙ, бер нәмә лә күренмәй, «шылт» - иткән тауыш та сыҡмай. Таммам аптырашта ҡалдыҡ, сығып китә алмайҙар тыштан ишек бикле. Кереп ҡараһаҡ Анфиса ләүкә аҫтына төшөп мөйөшкә ҡасҡан, Марис мейес артында мөйөшкә һыйынған да, бер-береһенән ҡурҡышып ултыралар.
- Ярай,моғайын яйлап эйәләшерҙәр әле, иртәгә хәтлем яратышып та алырҙар! - тип, ишекте ҡабаттан бикләп ҡуйҙыҡ.
Икенсе көндө лә шул уҡ күренеш: Анфиса ләүкә аҫтында, Марис мейес артында, ашарға ҡуйған ризыҡҡа ла яҡын бармағандар.
- Ҡуй! Этләмәйек. Икеһен дә иреккә ебәрәйек. Бәлки иректә бер-береһенә тартылырҙар!- тип, мунсанан алып сығырға уйланыҡ. Тик яҡын да барырлыҡ түгел, Анфисаны ләүкә аҫтынан тартып сығарыуы үҙе бер этлек булды, ҡулдарымды тырнап ҡанатып бөтөрҙө. Марис та күҙҙәрен түгәрәкләндереп, бөтә кәүҙәһен өҫкә ырғырға әҙерләнгән һеләүһендәй пружина кеүек йыйырып ҡотто алды. Аптырағас ишектәрҙе астыҡ та, тышҡа сыҡтыҡ. Ситтән генә нимә булыр икән? – тип, күҙәтә башланыҡ. Башта Анфиса, унан һуң Марис мунсанан уҡ кеүек атылып сыҡтылар ҙа икеһе ике яҡҡа ташландылар. Шулай итеп беҙҙең Анфиса менән Маристы бергә ҡушып, породистый, персидский бесәйҙәр үрсетеп һатырға тигән уйыбыҙ барып сыҡманы. Баҡтиһәң кешеләргә генә түгел, бесәйләр араһында ла мөхәббәт кәрәк икән бит.
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас