Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Апрель 2022, 10:52

"Йөрәк һүҙе" хаҡында (дауамы)

Кисә тип әйтәм, сөнки бөгөнгө хәл үҙгәрер тип ышанам. Кемгә нисектер, ә миңә ошо кис башҡорт берҙәмләшеүенә тос өлөш индергән кеүек булды.

"Йөрәк һүҙе" хаҡында (дауамы)"Йөрәк һүҙе" хаҡында (дауамы)
"Йөрәк һүҙе" хаҡында (дауамы)

Берҙәмлек тойғоһо. Рәми Ғариповтың шиғриәте менән ул кисте кем генә берләшмәне. Идеологик яҡтан кисә генә бөтөнләй бер-береһенә ҡаршы торған кешеләр бер залда ултырып, халҡының үткәне, бөгөнгөһө, һәм, әлбиттә, киләсәге тураһында йәнә бер ҡат уйланды. Кисә тип әйтәм, сөнки бөгөнгө хәл үҙгәрер тип ышанам. Кемгә нисектер, ә миңә ошо кис башҡорт берҙәмләшеүенә тос өлөш индергән кеүек булды. Сөнки артабан, айырыуса ошондай ҡатмарлы заманда, берләшеү кәрәк. Ҡасандыр ҡан буйынса бөтөнләй төрлө ырыуҙар, хатта араларында бөтөнләй бер-береһен күрә алмаған ҡыпсаҡ менән бөрйәндәр, бер халыҡ булып ойошҡан, бер исем йөрөтә башлаған икән (артабан Сыңғыҙ-хан менән килешеүҙе, Мәскәңгә барып аҫабалыҡты алыуҙы, һ.б., һ.б. халҡыбыҙҙың дипломатия һәм килешә белеү миҫалдарын килтерергә була) – иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүгә өмөт тыуҙыра.
Бошоноу. Сара нисек әҙерләнгәнен белмәйем. Аңлауымса, эксперт комисияһы видеояҙмалар аша ҡатнашыусыларҙы һайлап алған. Ә инде ҡатнашыусылар ниндәй шиғырҙы һайлауҙарын кем хәл иткәндер, әммә тәңҡитләргә урын бар. Беренсенән – Рәми Ғариповты тулыһынса асыуға өлгәшмәнеләр. Ҡайҙа хисле, йөрәге һөйөү тулы Шағир, шаян һүҙле Шағир? Яҙ айының шундай матур көнөндә бөтөнләй яҙ һулышы булманы. Әлбиттә, тәүҙә һәр һүҙ аңға ла, йөрәккә лә барып етте, йөҙ тапҡыр уҡыған, ишеткән шиғырҙар ҙа яңынан тетрәндерҙе. Әммә ябай драматургия ҡануны бар. Кеше бер туҡтауһыҙ тетрәнеп, ярһып ултыра алмай. Бөтә трагедияларҙа ла берәй көлкөлө персонаж була, йәки лирик урындар менән тамашасыны ял иттертеп алалар. Ә бында “Табыныу” поэмаһын ғына ике тапҡыр уҡынылар... Әлбиттә, төрлө өҙөктәрен. Тик видеолағы ҡыҙыллы-ҡаралы, һоро һүрәттәр, бер нисә тапҡыр ут яныуы, күҙ йәштәреме, ямғырмы тамыуы – ошоноң менән бергә, нисектер бик ауыр тойғо ҡалдырҙы. Кисәнең икенсе өлөшөндә иһә бар ҡатнашыусылар ҙа “Илатмайынса ҡайтармайбыҙ” тигән маҡсат менән контратакаға күстеме – береһенән-береһе ҡыҙғанысыраҡ шиғыр... Һине бошоноу хәленә еткерергә теләгән бик сәйер психологҡа эләккән кеүек. Һәм ул психолог үҙ эшен эшләне – ахырызаман, ташландыҡ балалар һәм әсәләр, дошманға әйләнгән дуҫтар, төрлө яҡтан хыянат, ике йөҙлөлөк, намыҫһыҙлыҡ, ваҡлыҡ, ғәмһеҙлек, яһалмалылыҡ, аҡсаға табыныу һ.б., һ.б. уратҡан... Тынсыу булып китте хатта. Тиҙерәк, тиҙерәк яҙғы кискә сыҡҡы килде.
Һоҡланыу. Әлбиттә, сара үҙе һоҡландырғыс. Наилә Әбделхай ҡыҙы менән уның ижади командаһы нимә генә уйлап сығармай! Биш йыл эсендә бәйге үҙ традициалры менән йәнәш, гел берәй яңылыҡ менән дә һоҡландыра.
Бөтә ҡатнашыусылар һоҡландырҙы – Өфөнөң иң данлы залының, донъя операһының һәм балеты йондоҙҙарын күргән сәхнәгә сығыу – ул үҙе батырлыҡ. Һәр кеме үҙенсә. Егеттәрҙең күп булыуы һоҡландырҙы. Ике ҡыҙҙың – Зөбәржәт менән Алинаның – үҙҙәрен тыныс ҡына (эстән уттар янғандыр инде яныуын), мәртәбәле тотоуы һоҡландырҙы. Айырыуса, Алинаға рәхмәт – ул бит бөтөнләй мәҙәниәттән, әҙәбиәттән, сәхнәләрҙән сит кеше. Ә ниндәй ҡыйыу тотто үҙен!
Оло ҡыуаныс. Тәүге еңеүсе Зөлфиә Ханнанова сығышы – үҙе бер күркәм тамаша булды. Шул тиклем тос фекерле ул, шул тиклем нөктәһенә алып еткерә. Ҡыҙҙарға алып килгән бүләге лә, Дыуан районы тураһында ла һүҙе... “Яндырылған ауылдарҙың көлөбөҙ беҙ, шул көлдәрҙең ҡалҡып сыҡҡан гөлдәре беҙ...” Ысынлап та, тәүге һәм юбилей бәйгеләренең икеһе лә Дыуан районынан булыуы – осраҡлы түгелдер. Гөлдәр бит һеҙ, бирешмәҫ гөлдәр! Шуны иҫбатланығыҙ ҙа!
Артурҙың майҙан тотоуы аңлашыла. Рәми Ғарипов гимназияһында уҡығанда уҡ Рәми образын һынландырған, әле “Февраль. Буран” спектаклендә Рәмине уйнаған, “Минең йондоҙом” йыры менән киң популярлыҡ яуалаған, актер һәм рок-музыкант – был бәйгенән ситтә ҡалһа, моғайын, үҙе ныҡ үкенер ине. Тик ул үкенеүгә урын ҡалдырманы. Еңде.
Рәхмәт тойғоһо. Әлбиттә, рәхмәт, һеҙгә Наилә Әбделхәй ҡыҙы! Театрҙа эшләгән осорҙа ла, уйламаған спектаклдәр сығарыу, әллә ниндәй ҡыҙыҡлы гастролдәр менән йөрөп ҡайтыуығыҙ менән һоҡландыра инегеҙ. Инде нимә менән һоҡландырыр тиһәк – ошондай үҙенсәлекле лә, иҫ китмәле халыҡсан да сара. Тамаша булараҡ та, телевидениеға төшөлөргән шиғри роликтар менән дә. Ғәжәйеп шәхес инде һеҙ, эргәгеҙҙә шундай уҡ ижади кешеләрҙе туплай беләһегеҙ. Һәм уларға ла, әлбиттә, ҙур рәхмәт! Ә беҙ һеҙ әйткән ижади сюрпризды түҙемһеҙлек менән көтөрбөҙ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас