Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Апрель 2022, 09:05

Бергә түгел... Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ

Юл сатында әллә тап булышҡан?Икебеҙ ҙә ябай үткенсе...

Бергә түгел...                  Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВБергә түгел...                  Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ
Бергә түгел... Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ



Көтөгөҙсе мине...

Һабан турғайҙары ҡайтты инде,
Ә мин ҡаршыларға һуңланым.
Бар тәбиғәт йыр тыңлаған саҡта,
Ситтә йөрөп ҡалдым, булманым...
Ваҡ инештәр ҡар һыуына тулып,
Йылға булып хәҙер ағалыр.
Кескәй генә йырсы турғайҙарым,
Зәңгәр күктән ҡанат ҡағалыр.
Ҡырҙарымда кипкән ҡыу үләнде,
Иркәләйҙер елдәр һаҡ ҡына.
Тиҙҙән мин дә ҡайтам, күп ҡалманы,
Көтөгөҙсе бер аҙ, саҡ ҡына...

Бергә түгел...

Беҙҙең яҙмыш бергә туҡылмаған,
Мин һинеке йәнем, тиһәң дә.
Тормош юлын бергә үтәйек тип,
Күңелемә үтеп инһәң дә...
Беҙҙең тормош бергә ҡоролмаған,
Хистәремдән күңел тулһа ла.
Бөтөнләйгә миңә ят кеүекһең,
Уй - хыялдар уртаҡ булһа ла.
Беҙҙең донъя бергә буталмаған,
Ваҡыт та бит хәҙер икенсе.
Юл сатында әллә тап булышҡан?
Икебеҙ ҙә ябай үткенсе...

Тыуған яҡ...

Тыуған яҡтың йәме, тәме башҡа,
Һауаһы ла ниндәй саф уның.
Ҡырҙарыма яҙғы йән югерер,
Ҡыш бабайы һалһа ҡар тунын.

Тыуған яҡтың елдәре лә еләҫ,
Ҡояшы ла йылы, яҡтыраҡ.
Ҡар һыуынан аҡҡан гөрләүектең,
Тауышы ла бүтән, башҡараҡ.

Тыуған яғым һинең ҡосағыңда,
Мин үҙ кешең, тере йәнеңмен.
Аҡлан-яландарҙы биҙәп үҫкән,
Сәскәң булмаһам да, йәмеңмен...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас