Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Апрель 2022, 13:43

Гөл, гөл, гөлөм генәм. Хикәйә

Хәҙер Резеда шул болаларҙы иҫенә төшөрһә, Миләүшәһен йәлләп ҡуя. Нимә күреп үҫте инде бәләкәсе? Атай менән әсәй эштән ҡайта ла талаша, ҡайта ла талаша. Әл дә ҡәйнәһе менән ҡайныһы булды. Төпсөк кенә ейәнсәребеҙ, тип күҙ яҙлыҡтырманылар, ҡараштылар. Тейендәй теремек, ҡурсаҡтай матур, һөйкөмлө бала хаҡына ике йәш кешене аҙ яраштырманы инде яҡындары.

Гөл, гөл, гөлөм генәм. Хикәйә
Гөл, гөл, гөлөм генәм. Хикәйә

Иртәнсәктән әллә ниндәй томра. Томан һымаҡ йоҡа болот араһынан биш тәңкә ҙурлығындай ғына булып күренгән ҡояш өтә генә. Фатирҙа тын алғыһыҙ. Асыҡ балкондағы ҡатын еләҫ ел көтөп оҙаҡ торҙо, тик сикәләренә төшкән сәс бөҙрәләре тамсы ла һелкенмәне. Ямғыр яуырмы, юҡмы? Дауыл алдынан була торған тынлыҡмы был, әллә һуңғы арала ҡалала бигерәк йыш күҙәтелгән томрамы? Тынды ҡурып, алҡымдан бороп тотҡан эҫелек ялҡытты, тиҙерәк күкрәк тултырып саф һауа һулағы килә…

 

Ошондай эҫелә ҡыҙын ҡалаға ҡайтарыу эгоистлыҡ һымаҡ булһа ла, Резеда әле Миләүшәһен тыны менән тартып алырҙай булып ултыра. Ҡыҙы әле генә шылтыратып юлға сығыуын, төшкә ҡайтып та етерен хәбәр итте. Әсә кистән йомарлап ҡуйған тефтелдәрен сығарып мультиваркаға төшөрҙө, өҫтөнә томат менән татлы борос турап ҡушты. Ҡыҙы ҡайтып инеүгә әҙер булыр. Иртәнге сәйҙе эсеп алмаҡ булып электр сәйнүгенең төймәһенә төрттө. Уныһы әллә ниндәй сағыу төҫтәрен емелдәтеп күңелле генә шыжлап ҡайнап сыҡты ла шул килеш онотолдо. Яңғыҙ кешенең сәйе лә тәмһеҙ шул.

Аһ, был тынды ҡурғыс томра! Резеда төшкә тиклемге ваҡытты нисек үткәрергә белмәй улай ҙа һуғылды, былай ҙа бәрелде. Ахырҙа, китап тотоп балконға сығып ултырҙы. Был мөйөштө ошолай йәйге ял урыны итеп үҙе тәфсирләп эшләп алған ул. Яҙ, йылыта башлау менән, фатирҙағы гөлдәрен сығара, үрелгән ситән стилендәге бәләкәй өҫтәле менән уңайлы ултырғысы ла ҡупайып ултыра. Бер мөйөшкә ҡупшы бәләкәй диван һыйған. Миләүшәһе лә ярата был мөйөштө. Китап уҡыуҙан бигерәк, ошо балконға ҡыҙы менән икәүләп ҡорған һайлаған саҡтағы мажараларҙы иҫләп йылмайып ултырған Резеда, машина тауышын ишетеп һикереп торҙо. Шул! Күк төҫтәге «ладушка» килеп туҡтау менән, ишеге шар асылып китте лә, күбәләк һымаҡ елпелдәп ҡыҙы килеп сыҡты. Сығыу менән өҫкә ҡарап балконда торған әсәһенә ҡул болғаны. Резеда ҡыҙын сәләмләгән арала, үҙе лә һиҙмәҫтән, күҙ сите менән генә водитель яғынан сығыусыны күҙәтте. Уныһы багажниктан ҙур сумкаһын алып, бер яҡҡа ла ҡаранмай ғына подъездға йүнәлде. Миләүшәһе ырғый-һикерә уға эйәрҙе, шул арала артына боролоп, машинала ултырып ҡалған тағы кемгәлер ҡул болғаны. «Харап икән! Һаман да шул бер машинамда йөрөйөм тимәй. Тегеһе лә ултырып килгән, ахыры. Миләүшә арттан төштө, тимәк, алғы креслола шул ултыра» - Резеданың кәйефе ҡырыла төшһә лә, ишек асырға йүнәлде. Юл ыңғайы коридорҙағы көҙгөгә күҙ һалырға ла онотманы. Өҫкә йыйып ҡуйған сәсенән алып, тулҡынланыуҙанмы, эҫелектәнме алһыуланып киткән бит алмаларына тиклем уға һөйкөмлөлөк бирә ине. Тик йәбештереп ҡуйылғандай йылмайыуы ғына эске кисерештәрен һата һымаҡ. - Әсәй! – ишек асылыу менән ҡыҙы “сай-сой” килеп ҡосаҡлап алды. Резеданың йылмая башлаған йөҙө, ҡыҙының артында ҙур юл сумкаһы тотоп торған иргә күтәрелеп ҡарау менән, тағы маскаға әйләнде.

- Нисек килеп еттегеҙ?- тигән булды ахырҙа, ирендәрен саҡ яҙып. - Яҡшы, - ир сумканы ишек төбөнә ултыртты, - Ҡалала эҫе икән. Тағы ла нимәлер тип әйтергә теләгәйне лә, Резеда алдараҡ өлгөрҙө:

- Ярай, рәхмәт килтергәнеңә, - унан өҫтәп ҡуйҙы: - Ҡәйнәмә сәләм әйт.

Ир аңлай һалып, ҡыҙҙың ҡолағына ниҙер шыбырланы ла, боролоп лифт төймәһенә баҫты. Миләүшәһе артынан ынтыла биреп ҡалды:

- Ярай, атай, үҙем, борсолма!

- Әйҙә, үт, йәһәтерәк, торма ишек төбөндә, - Резеда ҡыҙын йәһәтләп эскә тартып индереп, ишекте элеп тә ҡуйҙы. Лифттың геүелдәп төшөп китеүе буш подъезды яңғыратты.

- Шунан, ағайыңдың туйы нисек үтте?

- Уй, әсәй, шәп булды! Мин һыу юлын күрһәттем, көйәнтә аҫып шишмәгә алып барҙым еңгәне, ныҡ матур булды, белһәәәң! Ауылда рәхәәт!

Ҡыҙы туҡтауһыҙ ауылды маҡтаны. Үҙе шул арала ҙур сумкаһынан күстәнәстәр сығарып теҙҙе: ҡорото ла, эремсеге лә, һөт-ҡаймағы ла, тауыҡ менән өйрәге лә бар ине. Фатирҙың бәләкәй генә аш бүлмәһе татлы еҫтәргә тулды.
- Ә быныһын үҙем йыйҙым, үҙем ҡайнаттым, әсәй! – иҙәндең ҡап уртаһына өс литры банкалағы еләк ҡайнатмаһы сығып ултырҙы.
- Китсе, ысынмы? Вәт маладис! - Резеда ҡыҙының хәбәре араһына үҙенең һүҙҙәрен саҡ ҡыҫтырып өлгөрә.
- Эйе, Гөлмира апай өйрәтеп торҙо. Ммм… тәмле ивет! – ҡайнатманы һауытҡа ҡойған арала ялап та алды.
Резедаға йылмая биреп, ҡыҙына ҡарап баш һелкеп ултырыуҙан башҡа сара юҡ ине. Ә Миләүшә нисек ҡустылары менән һыу инергә йөрөүе, уларҙы нисек үҙе бәләкәй саҡтағыса һыуға сумып аҡ таш эҙләргә өйрәтеүе, көн дә кис ауыл осона барып көтөү ҡаршылауы, Аҡбаш тигән оло һыйырҙы һауыуы тураһында мауығып теҙҙе генә.
- Шулай булғас, әсәй, ошо ҡаймағы-эремсеге бөтәһе лә үҙемдеке. Ҡоротто ғына ҡәрсәйем бирҙе. Тауыҡ менән өйрәкте лә үҙем йолҡтом, таҙарттым. – Шулай ҙа әсәһенең йөҙөндәге төҫтәр сағылышын да аңғара ла, һуңғы һөйләмгә айырым баҫым яһап ҡуя, - Гөлмирә апай түгел.
Резеда йылмайып ҡуя. Ҡыҙ бала шул, барыһын аңлап, белеп тора.
- Әсәәәй, - бер килке тынып торҙо ла ҡыҙы шулай тип һуҙып ҡуйҙы.
- Әү.
- Бер һүҙем бар. Әйтәйемме?
- Әйтеп ҡара.
- Ну, әсәй, улайтһаң әйтмәйем, - тағы бер аҙ өндәшмәй торғас, тиҙ-тиҙ генә теҙеп китте: - Ярай әйтәйем инде. Ниңә атайымды индермәнең өйгә? Алыҫ юлдан килде лә инде.
Кинәт Резеданың йөҙө һүнде. Әле генә йылмайып ултырған ҡатын тороп уҡ ките. Әммә яуап бирҙе:
- Атайың хәҙер икенсе ғаилә кешеһе.
Шуның менән һүҙ бөттө тигәндәй, Резеда, өҫтәлдән һауыт-һабаны йыйыштырҙы, шаптыр-шоптор һыу ағыҙып йыуа ла башланы.
- Әсәй, ул һинең менән һөйләшербеҙ, тигәйне…
- Бөтәһе һөйләшелгән, килешелгән. Күрешеп тораһығыҙ, тағы нимә кәрәк? Минең уның менән һөйләшер һүҙем юҡ!
- Ней, әсәй… Атайым, Гөлмирә апай, малайҙар менән август башында Ҡара диңгеҙгә бармаҡсылар. Мине лә үҙҙәре менән алғылары килә. Шул турала һөйләшәм тигәйне…
Резеда ҡулындағы таҫтамалын ташлап уҡ ебәрҙе.
- Улар туйҙа йөрөнө, балаларын, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон ҡараштың. Ҡышҡа етерлек емеш-еләген әҙерләшеп ҡайтҡанһың. Бер һүҙем дә юҡ! Хәҙер диңгеҙ ярында ҡыҙыныу һылтауы менән тағы шул балаларын ҡаратырмаҡсылармы!? Юҡ!
- Әсәй! Әллә нимәләргә бороп ебәрәһең! Минең дә диңгеҙ күргем килә!
- Үҙем алып барырмын.
- Ярай инде, кәрәкмәй! Ипотека түлә ана… Ә ҡустыларымды мин былай ҙа яратам! – Миләүшә ғорур баҫып ишеккә ыңғайланы.
- Ҡайҙа киттең?! – кухнянан сығып өлгөрмәгән Резеданың был һүҙҙәре шап итеп ябылған ишеккә ҡыҫылып тороп ҡалды.
Бына инде. Яңы ғына гөрләшеп сәй эсеп ултырған ерҙән өй тағы бушап ҡалды. Тынлыҡта һыу тамсылап торғаны ла ишетелә хатта. Шул крандарҙы ирһеҙ ҡатындарға айырып һаталар әллә! Нисәнсегә йүнәттерә, алмаштыра, юҡ, тамсылай ҙа тора. Аҡса яуы.
Миләүшәһе тас үҙе, “гөлт” итеп тоҡанырға ғына тора шул. Үҫмерлек осоро ла үҙенекен итә шикелле. Әллә ҡатыраҡ бәрелдеме Резеда? Уф, бынау бөркөүлек! Ныҡ баҫа, бушалъюҡҡа кәйефте боҙа. Ошондай эҫелә ҡалала бешеп ятҡыһы киләме инде ҡыҙының? Былай ҙа ауылдан саҡ ҡайтарып алды, киләһе ялда икәүләп берәй йылға буйына ял итергә барырбыҙ, тип хыялланғайны. Ә ҡыҙы диңгеҙгә барам, тип әсәһенән рөхсәт һорарға ғына ҡайтҡан икән дә. Ҡасандан алып шунда барам, тип хыялланғанын белә лә бит, әллә ниңә ҡыҙҙы ла китте.
Эйе, ҡыҙы хаҡ. Үҙе әлегә йылы яҡтарға сәйәхәт ҡылыуҙың хаҡын күтәрә алмай. Бынаулай томра йәйҙә Өфөнән сыҡмай ятыуының сәбәбен дә дөрөҫ әйтте ҡыҙы. Ипотека түләй. Бер көндән, ана, тағы эшкә, йәй уртаһында оҙон ял алыу тигәнде күптән онотҡан, иң күбе ике аҙна ғына ала. Фатир алам, ҡалала үҙ көнөмдө үҙем күрәм, ҡыҙымды башҡаларҙан кәм итмәйем, тип тәгәрмәстәге тейен шикелле туҡтауһыҙ сабыуы.
Кәйефе тамам ҡырылған ҡатын залға сығып диванға һуҙылып ятты. Ватцаптан ҡыҙына яҙған «Оҙаҡ йөрөмә, ямғыр килә шикелле» тигән хәбәренең уҡылғанын көттө лә, телефонын ситкә ҡуйҙы. Аҙыраҡ һыуынғас, әхирәттәре менән серләшеп туйғас, ҡайтыр. Үҙе кеүек өтөп-ҡырып хәл итә шул ҡыҙы ла. Ҡапыл тоҡанып һүнә. Ҡайтымһаҡ. Ә бына Резедала ундағы йомшара белеү, һүрелгәс икенсе төрлө уйлау тигән нәмә юҡ. Бер ҡаты япҡан ишекте икенсегә асырға үрелмәй ул. Ҡалайтҡанда ла. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙының атаһы менән айырылышыуға ла шул үтә тәккәберлеге сәбәпсе булманымы икән?
… Резеда кейәүгә яратып сыҡты. Вуз тамамлап ҡайтҡан йәйе ине. Райондағы иң ҙур ауыл хужалығында әмәлгә ҡалғандай бер урын бушаны ла, йәш белгес шунда эш башланы. Ситтән килгән ҡыҙ ауыл егеттәренең иғтибарына эләкмәй буламы инде? Резеда мәктәптә эшләп йөрөгән тарих уҡытыусыһын һайланы. Эйе, Резеда үҙе һайланы. Юғиһә, артыҡ тыныс холоҡло, бер аҙ ҡыйыуһыҙыраҡ Йәмил һаман да ҡыҙҙы ситтән генә күҙәтеп, күргән һайын ҡыҙарып тик йөрөр ине. Танышҡан саҡта ла Резеда сатнап торған ҡыҙ ине. Айгөл, Фаягөл, Гөлнара һәм Гөлназ исемле әхирәттәре менән киске уйынға сыҡҡайны. Әхирәттәре исемдәрен әйтеп бөтөүгә, “Ә мин үҙем гөл. Исемем гөл исеме - Резеда” тип сирттерҙе. Йәштәр гөр итеп ҡалды. Аҙаҡ, туйҙан һуң, Йәмил танышҡан саҡтағы шул мәлде иҫләп гел көлөр ине: “Ябай ғына исемен матур әйтә белде, шуға өйләндем. Минең гөлөм хәҙер - Резеда.”
Ике йәш белгестең ғаиләһен шунда уҡ күтәреп алдылар. Хужалыҡ фатир бирҙе, әйләнгән һайын район түрәләренә лә, гәзит-маҙар хәбәрселәренә күрһәтеп маҡтатып торҙолар. Уларҙы хатта республика телевидениеһынан да күрһәттеләр. Бына, йәнәһе, йәштәр хәҙер ауылға ҡайта!
Уларҙың елкәндәрен киреп елгән ғаилә карабы ҡасандан тиҙлеген кәметте икән? Хәҙер уйлай ҙа, моғайын да тап шул артыҡ өлгөлө ғаилә булып йөрөткән саҡтарында уҡтыр, тигән һығымтаға килә. Килгән ҡунаҡ кемгә төшә? Йәштәр йортона төшә. Кем һыйлай? Ауылдың өлгөлө йәш ғаиләһе һыйлай. Бер аҙҙан Миләүшәһе менән декрет ялында ултырған Резеда был туҡтауһыҙ ҡунаҡтан ялҡа, арый ҙа башланы. Етмәһә ҡыҙы бигерәк сирләшкә булды. Әсәһе саҡ ҡына ярамағаныраҡ берәй нәмә ашаһа, шунда уҡ ҡысына, сәбертенә башлай. Унан китә мыжыу, илау. Тамаҡ һайлаған йәш ҡатын үтә төшөп ябыҡты, йонсоно, тегенән-бынан һөйәге тырпайып торған бер ҡарасҡыға әйләнде. Уныһы ла кәйефен төшөрә, быныһы ла. Кеше араһында йөрөп ҡайтҡан Йәмилгә бәйләнде, сәбәпһеҙгә лә тауыш сығарҙы. Уныһы ла харап үҙ һүҙле үгеҙ күҙле булып сыҡты. Ирмен тигән ир ҡатынды тыңлап, шуның һүҙен һүҙ итәме инде?! Эсеп тә ҡайта башланы.
Миләүшәһенә йәш ярым булып, аҙ-маҙ нығынғайны, ауылдағы йәслегә тапшырып эшкә сыҡты ла китте Резеда. Икенсе бәпес тураһында ишетергә лә теләмәне. Йонсоуы еткәйне. Ул саҡта берҙәм дәүләт имтиханының тәүгә сығып ҡына торған сағы. Йәмил ҙур мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир, балаларҙың һөҙөмтәһе яҡшы булһын тип көнө-төнө мәктәп мәнфәғәтендә саба. Ә Резеда хужалыҡта баш бухгалтер. Икеһе ике яҡта көнө буйы эштә. Миләүшәне ҡәйнәһе менән ҡайныһы ҡарай. Ғаилә карабы бер килге елкәндәрен киреп йөҙөп киткәйне, шикелле ул осорҙа. Тик декрет ялында ултырған саҡта барлыҡҡа килгән икәү араһындағы бушлыҡ ҙурайғандан ҙурая барҙы. Резедаға ире тураһында әллә ниндәй имеш-мимештәр ҙә килеп етә башланы. Йәнәһе, йәш ҡыҙҙар килгән икән уҡытырға. Матурҙар икән харап. Нимәңде ҡарап иреңде шул бисуралар араһына ебәрәһең? Ҡыҙыу холоҡло, тотҡан ерендә һындырырға яратҡан Резеда ишеткән һайын ҡайтып бола күтәрҙе. Ире лә яуапһыҙ ҡалманы, йәнәһе, яңы ғына декреттан сыҡҡан кешене кем баш бухгалтер итеп ултырта?
Хәҙер Резеда шул болаларҙы иҫенә төшөрһә, Миләүшәһен йәлләп ҡуя. Нимә күреп үҫте инде бәләкәсе? Атай менән әсәй эштән ҡайта ла талаша, ҡайта ла талаша. Әл дә ҡәйнәһе менән ҡайныһы булды. Төпсөк кенә ейәнсәребеҙ, тип күҙ яҙлыҡтырманылар, ҡараштылар. Тейендәй теремек, ҡурсаҡтай матур, һөйкөмлө бала хаҡына ике йәш кешене аҙ яраштырманы инде яҡындары.
Тик һуңғы тамсы булды барыбер. Курсташтар осрашыуында булды. Резеданың бер курсташ ҡыҙы үҙенең өйөнә йыйырға булып китте осрашыусыларҙы. Өс ҡатлы йорт янына үҙҙәренең бәләкәс кенә «пятнашка»ларында килеп туҡтағас та, башы әйләнеп киткәйне Резеданың. Ул төркөмдәш ҡыҙҙары уртаса ғына уҡый, башҡалар араһында әллә ни айырылып та тормай ине. Ә хәҙер! Шундай өй! Бүлмәләрен йырып сыҡҡыһыҙ, ундағы йыһаз ҡыйып баҡҡыһыҙ, мөлкәт һанап бөткөһөҙ.
- Иң мөһиме уңышлы кейәүгә сығыу! – тип йылмайҙы ла курсташы, иркәләнеп иренең яурынын һыпырғыланы. Ҡулындағы ҡиммәтле бокалға һалынған алһыу шарап күңелле бызмырлап китте. – Әйткәндәй, һин нимә эшләп ятаһың унда төпкөлдә? Һинең характер, һинең белем, һинең мөмкинлектәр менән! Кил, Өфөгә. Үҙем һөйләшермен. Һиңә лә эш булыр, «историгыңа» ла. И вообще, ул быҙауҙы ҡайҙан таптың? Колхозда что ли? Хи-хи-хи…
Резеда торҙо ла, бер мөйөштә ҡайһылыр курсташының ире менән һөйләшеп ултырған Йәмилде һөйрәп тиерлек торғоҙоп алып, сығып китте. Үҙе рулгә ултырҙы, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, иренең туҡтауһыҙ һөйләнеүен, мыжыуын да ишетмәй ҡайтып еткәнсе ҡыуҙы. Өйгә еткәс тә әле ире тынманы:
- Ниндәй күгәүен саҡты тағы, нимәгә “тыз-быз” килеп ҡойроҡ сәнсеп сығып ҡастың ҡунаҡтан?
- Сөнки һин – быҙау!
Һүҙ әйтелде. Шартлап ысҡынды. Ҡыҙмаса булып өлгөргән Йәмил ҡапыл айныны. Илап, макияжына буялып бөткән ҡатынына бер килке өндәшмәй
ҡарап торҙо ла, ишекте шарт ябып сығып китте. Резеда таңды яңғыҙы ҡаршы алды.
Аралары тамам һыуынды шунан һуң йәштәрҙең. Резеда тәккәберлегенә барып ғәфү үтенмәне, Йәмил дә үҙ һүҙлеген ҡуйманы. Яңғыҙ үткәргән төндәр йышайҙы. “Шыш-быш”тар ҙа артты.
Берҙән-бер көндө аһылдап күрше Әлмира еңгәй килеп инде:
- Килен, кит, нимәңде ҡарап ултыраһың, бошмаҫ! Ана, мәктәптә көпә-көндөҙ ирең уйнаш итә!
Был тиклем үк асыҡтан-асыҡ әйткәндәре юҡ ине әле Резедаға. “Гөлт” итеп тоҡанырға сәбәп кенә таба алмай йөрөгән ҡатынға етә ҡалды, өҫтөнә нимә кейгән шуныһы менән сығып йүгерҙе. Мәктәпкә барып ингәндә икенсе ҡаттағы уҡытыусылар бүлмәһендә Йәмил һәм быйыл ғына уҡытырға килгән Әлфиә ултыра ине. Резедаға ошо ла етте.
- Нимә булды? – тип уға ҡаршы атланы Йәмил.
- Бер нәмә лә булманы, үҙ күҙҙәрем менән күрәм, тигәйнем, - Резеда эйәген сөйөп үк ебәрҙе, - нимә эшләп ултырғанығыҙҙы.
- Имтихан ҡағыҙҙарын әҙерләйбеҙ, – Йәмилдең тауышы үтә ҡоро яңғыраны.
- Күрәм! Әйҙә, бәхетле булығыҙ!
- Резеда! – ишекте шартлата ябып сығып та киткән ҡатын ирен ишетерлек хәлдә түгел ине.
Бәлки шунда Йәмил артынан сыҡһа… Йәки Әлфиә үҙенең егете менән туйға әҙерләнеп йөрөүен аңлатһа. Йәки Резеда саҡ ҡына аҡ менән ҡараны айырырлыҡ булһа икән? Юҡ, юҡ, юҡ! Барыһы ла икенсе төрлө булды шул.
Шул кисте үк ҡыҙының етәкләп әсәйҙәренә ҡайтты Резеда. Иртәгеһен Өфөгә сығып китте. Ҡыҙыуы һүнмәгән, асыуы баҫылмаған ине. Йәмилдең артынан килмәүе, килешергә, ярашырға бер аҙым яһамауы уны оторо ярһытты, үҙенең хаҡлығына инандырҙы ғына. Яйлап ҡалала урынлашты. Бер йылдан тауыш-тынһыҙ ғына айырылыштылар. Ваҡыт үтеү менән Йәмил өйләнде лә, бер-бер артлы ике улы тыуҙы. Ҡыҙын онотманы шулай ҙа, ҡараны, каникулдарға алды, бүләктәр ебәрҙе.
Ошо урында уйҙарын боҙоп ҡыҙы ҡайтып инде. Резеда тағы сәй ҡуйҙы. Көн тамам болотлағайны. Сыр-сыу килеп ҡарлуғастар аҫтан ғына кәйелеп осто. Яуырмы, юҡмы инде?
- Әсәй, - тәҙрәгә ҡарап торған Резеданы арттан килеп ҡосаҡлап алды ҡыҙы.
- Әү.
- Әсәй, ғәфү ит инде. Мин…атайым менән икегеҙҙең бергә булыуын гел теләй торғайным. Хатта Гөлмирә апай менән йәшәй башлағас та. Хатта ике ҡустым тыуһа ла. Хатта уларҙы ныҡ яратһам да. Ә быйыл аңланым. Улай булмаясаҡ…
Резеда һүрән генә йылмайып ҡуйҙы.
- Әйтәйемме тағы бер нәмә? Асыуланмайһыңмы?
- Әйт. Асыуланмайым.
- Ней… Атайым Гөлмирә апайҙы ныҡ ярата икән, - әсә ҡыҙының һүҙҙәренә тағы йылмайып ҡуйҙы. – Ней… туйҙа атайым эскәйне бит инде эҙерәк. Ә ул, беләһең, эсһә, төшөндә һөйләнә башлай. Вәт. Диванда йоҡлап ята ла үҙе генә, өҫтөн юрған менән ябайым, тип барһам, үҙе йылмая төшөндә, үҙе әллә нимә һөйләнә. Ныҡлап тыңлап ҡараһам, Гөлмирә апайҙың исемен әйтә икән: «Гөл, Гөл, гөлөм генәм».
Ҡыҙы ыңғайына бәүелеп торған Резеда ҡапыл ҡатты ла ҡалды. Ҡыҙы тағы ла әллә нимәләр һөйләне, үҙ алдына көлдө. Ә ҡатын бер нәмә лә ишетмәне. Ҡолағында бер туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәр яңғырап тик торҙо: «Гөл, Гөл, Гөлөм генәм», «Гөл, Гөл, Гөлөм генәм»…
Көнө буйы тулышҡан болоттар төндә килеп бүҫелде. Төнө буйы яуҙы. Ә Резеда төнө буйына йоҡламаны. Уйҙарының осо-ҡырыйына сыға алманы. Тик нимә генә уйлаһа ла, бар уйы ла ҡасандыр иренән ишеткән иркә һүҙҙәргә килде лә ялғанды: «Гөл-гөл-гөлөм генәм, һин бит минең гөлөм генәм» Ярһыу ямғыр фатир тәҙрәһен, Резеданың битен күҙ йәштәре йыуҙы...
Иртән алсаҡ ҡояш нурҙары уятты Резеданы. Күк йөҙө йыуып алғандай күм-күк, тәҙрәнән ингән саф һауа ҡорған менән уйнай. Ҡатын тороп ҡыҙының бүлмәһенә йүнәлде. - Йоҡосо, тор! Әйҙә, йыйын, баш ҡаланың бөтөн сауҙа үҙәктәре көтә беҙҙе, - тик ҡыҙы башынан аша юрғанын тарттып ябынды ла йомарлана төштө. Әсә уға эйелә биреп шыбырланы:

- Ә? Диңгеҙгә? Әсәй! – Миләүшә һикереп тороп әсәһен ҡосаҡлап алды. – Урра! Урра!
Аш бүлмәһендә үтеп барышлай коридорҙағы көҙгө сағылышында үҙенә һынап ҡарай биреп торҙо. Юҡ, төнгө йоҡоһоҙлоҡ сағылмай йөҙөндә. Илағаны ла беленмәй. Күҙ-ҡашын ҡәнәғәт һыпырғылап эстән генә йырлап та ебәрҙе хатта: “Гөл-гөл, гөлгенәм...” Ә унда, бүлмәһендә, ҡыҙы һаман тыныслана алманы:
- Алло! Алло, атай! Мин барам һеҙҙең менән! Әсәйем риза!

 

Автор:Гөлсимә Иштанова-Алламоратова
Автор:
Читайте нас: