Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Апрель 2022, 13:10

Боролошта Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН

Маша-Мәрзиәнең күҙенә моңһоулыҡ йүгерҙе, ул инде Малик ағайға үҙенең тормошон, күргән ауырлыҡтарын һөйләргә, күңелен бушатырға өлгөрҙө. Ире эсә, ҡәйнәһе яуыз икән... Илап та алды, көлгөләне лә. Һәр ҡайһыбыҙ менән йылы һаубуллашты ул.

Боролошта                     Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИНБоролошта                     Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН
Боролошта Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН

Хикәйә

Яҙ еленә йәй һулышы иҫә башлаған бер көн ине ул. Ағастарҙан уҙып, күңел бөрөләнгән, һуңғы ҡар һыуҙарын күреп, йөрәк һағышланған, баш төртөп килгән үләндәрҙәй йәндә әллә ниндәй уйҙар шытҡан саҡ ине. Яҙ етте, яҙ үтә, йәй килә... Был мәңгелек ағышта үҙеңдең йомычка(?) ғына булыуыңдан ғажизланып ҡысҡырып иларға ла, ошо сикһеҙ даръяла сәйәхәт итә алыу шатлығынан бар донъяны яңғыратып көлөргә лә белмәҫһең...

Бына шундай көндө беҙ Малик ағай менән юлға сыҡтыҡ. Әле таң атмаған, Ҡазан, шағир әйтмешләй, уянмаған ине. Хәйер, алдайым: беҙҙең ҡаланың йоҡлағаны ла юҡ буғай уның. Иртәнге өстә лә, ана, урамдарҙа машиналар тыз-быз килә.

− Өйҙәренә ҡайталарҙыр былар, − тип һығымта яһаны Малик ағай. – Һәр йүнле ир шулай иртән уянырға, йыуынырға, кейенергә һәм өйөнә ҡайтырға тейеш! Мин генә ул бына етмеш йәшем дә тулмаған килеш һәр көн өйҙә уянам...

Юл йөрөргә Малик ағайҙан да рәхәт кеше бармы икән? Үҙе әйтмешләй, етмешнең сабыуынан тотһа ла, йәштәргә биргеһеҙ әле: күңеле лә, күҙе лә, һүҙҙәре лә ун һигеҙҙә уның. Ул – яҙыусы кеше, уның да тегендәй-бындайы ғына түгел, танылғаны. Ҡайҙа ғына барһа ла, ҡосаҡлап алалар үҙен, әбей-бабайҙар ғына түгел, хатта ҡыҙҙар ҙа күрешергә ҡул һуҙып килә...

Был юлы беҙҙең Мордовияла йәшәүсе татарҙар янына юл тотоуыбыҙ. Таң атты, ҡояш сыҡты, яҡтылыҡ офоҡтарҙы киңәйтте, һөйләшә-һөйләшә, Ульян ҡалаһын уҙып барабыҙ икән. Машина йөрөтөүсе Рәил автозаправкаға туҡтағас, Малик ағай ҙа йәшлектә ҡалған мөхәббәте тураһында һөйләүҙән өҙөлдө:

− Ҡәһүә эсеп алһаң ярар ине үҙе...

− Бында кофе бар, − тине Рәил. – Заманса автозаправка был, теләһәң, ашап та сығаһың.

Урынлашҡан урыны иҫ китмәле ине уның: беҙ килгән яҡтан юл Ульян, Ҡазанға китә, аҙ ғына алдараҡ, икегә айырылып, береһе – Сызранға, көньяҡ ҡалаларға илтә, икенсеһе һине Саранск, Мәскәү менән тоташтыра.

− Ҡара, ҡара, ниндәй шәп урынды һайлай белгән бының хужаһы. − Малик ағай үҙенә хас хәрәкәтсәнлек, етеҙлек менән автозаправканың дүрт яғынан да урап килде. – Машиналар ташҡын булып ағыла! Боролошта!

Ул арала автозаправка бинаһынан Раил сыҡты.

− Ҡәһүәсе бармы? – Малик ағай еҫенән танауы ҡытыҡланғандай тултырып бер һулыш алды, сабыйҙарса ҡулдарын болғаны.

Рәил иң элек аты-юлы менән һатыусының ете быуын бабаһын иҫкә алды. Унан тәмәке төтөнөн, асыу менән, ҡат-ҡат эсенә йотто ла:

− Йүнһеҙ ҡатын! Кофеһы ла юҡ, кассаһы ла эшләмәй, бәҙрәфе лә бикле. Аждаһа! Киттек! Ғүмерем булһа, бында башҡа туҡтамайым! Ууу!.. − Рәилдең нерв епһәләре тартылған, ул арлы-бирле йөрөндө, бер юлы ике тәмәке ҡабыҙҙы.

− Туҡта, үҙем инеп сығайым әле... – тинем мин.

Ике апай менән үҫкәс, ҡатын-ҡыҙ холҡон бер аҙ самалайым кеүек. Ике ағай менән үҫкән Рәил уның нескәлектәрен мәңге аңламаясаҡ. Уның асыуҙан ҡан тамып торған ҡарашын ҡәнәғатлек менән күҙ уңынан кисереп, эскә уҙҙым.

Йыйнаҡ ҡына бинала юлсы өсөн барыһы ла бар: сәй ҙә эсергә була, салат, ҡамыр ризыҡтары ла күренә, кофе аппараты ла әллә ҡайҙан сәләм биреп тора.

Эйе... Мул кәүҙәле, оҙон буйлы ҡырҡ йәштәрҙәге ҡатындың кәйефе, ысынлап та, юҡ буғай. Миңә ул, әле бер ғәйебем булмаһа ла, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараны. Былай уҡ яратмайынса ҡарағандарын күптән хәтерләмәйем. Ниндәйҙер маҡтау һүҙе әйтергә телем әйләнмәне. Шулай ҙа мөмкин тиклем яғымлыраҡ булырға тырышып:

− Һаумыһығыҙ, кофе яһап бирә алмаҫһығыҙмы икән? – тинем.

− Кофе аппараты ватылды, эшләмәй! Әйттем бит инде берегеҙгә! Ниндәй әҙәмдәр һеҙ?

Тертләп киттем, телем көрмәкләнде:

− Улайһа, сәй ҙә ярай инде...

− Сәйнүк эшләмәй!

− Ҡһм... − сабырлығым әлегә етерлек ине, был юлы ла сер бирмәнем: − Һыу бирегеҙ инде былай булғас, зинһар...

Ул минең банк картаһы аша түләргә йыйыныуымды күрҙе лә:

− Карта аша ҡабул итмәйем, аппарат эшләмәй! – тип ҡырт киҫте.

Был йыуан, шыҡһыҙ ҡатын тураһында ни уйлағандарымды Малик ағай менән бүлешергә тип ҡырт боролған инем, ишектән йырлай-йырлай үҙе килеп инде.

− Киттек, Малик ағай! Был аждаһанан бер ни ҙә алмайбыҙ, Рәил хаҡлы...

Малик ағай минең һүҙҙәрҙе ҡолаҡҡа ла элмәне, «дошман»дың ҡаршыһына уҡ баҫып теҙеп китте:

− Беҙҙең Ҡазанда ғына матур ҡатындар йәшәй тип уйлай инем, бына ҡайҙа икән уның иң сибәрҙәре! Бындай боролошта, донъя үҙәгендә шундай һөйкөмлө кеше генә эшләй ала. Һин бит ҡояш кеүек нурҙарыңды төрлө яҡҡа таратаһың: был яҡҡа ҡараһаң, йылың Ульян, Ҡазанға китә, икенсе тәҙрәңдән яҡтылыҡ беҙ бараһы Саранскиҙы яҡтырта...

Малик ағай өтөрһөҙ-нөктәһеҙ, паузаһыҙ уҡтарын осортоп ҡына тора, әммә ҡатындың йөҙөндә, күҙендә үҙгәреш юҡ. Мин ауыҙымды усым менән ҡаплап кеткелдәнем: ҡайҙа инде ул беҙ, йәштәр иретә алмағанды һиңә, етмеш йәшлек ҡартҡа, мыйығы ағарған ағайға туң йөрәкте йылытыу!

Мин ипләп кенә Малик ағайҙың терһәгенән тарттым да ишеккә табан ымланым. Шул саҡ Малик ағай монологын һүҙһеҙ һәм хисһеҙ генә тыңлаған ҡатын телгә килде:

− Һеҙгә нимә кәрәк?

− Беҙгә бер ни ҙә кәрәкмәй, һинең яғымлы ҡарашың, бер йылмайыуың етә! Ә инде һинең наҙлы ҡулдарыңдан ҡәһүә эсә алһаҡ, беҙ инде донъялағы иң бәхетле кеше булыр инек...

– Аппарат эшләмәй...

– Туҡта әле, йәней, минең ҡулым алтын бит, төҙәтәйем әле аппаратыңды, унан һуң бер ҙә ватылмаҫ...

Малик ағай һөйләнә-һөйләнә, витрина артына уҙҙы. Мин иһә тәҙрәнән ҡайнаған асыуын төтөн менән һыуытмаҡсы булып, арлы-бирле йөрөгән Рәилде күҙәттем. Тартыуын ташлап йөрөгән көндәре, инде бер айлап тәүлек һайын тәмәке һанын кәметеп, биш-алтыға ғына ҡалдырған ине... Елгә осто тырышлыҡтары...

Кофе аппараты шығырҙап алды. Малик ағай, ҡулын ыуғылап, шатлығынан балаларса һикеренде.

– Әйттем бит! Үҙем генә түгел, ҡулдарым да алтын минең! – Үҙе иһә, күҙ ҡыҫып, миңә бышылдарға ла өлгөрҙө: − Розеткаға тоташтырмағас, аппарат эшләмәй инде ул.

− Ниндәйе кәрәк, американо, капучино, эспрессо? – Яуыз ҡатын йылмаймай, шулай ҙа ыҫылдауы кәмей төшкән ине.

− Һинең ҡулдан ағыу эсергә лә риза беҙ, ҡайһыһын теләйһең, шуныһын бир...

Кофе әҙерләнгән арала Малик ағай уның исемен дә һорашып алды.

– Маша, – тип мығырҙап алды ҡатын.

− Ох, хороша Маша, да не наша! – Малик ағай нисек кенә тырышмаһын, ҡатындың йөҙө аяҙымай әле. Ҡазанды күргәне юҡ, татарҙы күргәне булһа ла, татарсаны ишеткәне лә юҡ икән. Шулай ҙа кофеһы әҙер булды, Малик ағай менән бергәләшеп эҙләй торғас, бәҙрәф асҡысы ла табылды, картанан аҡса ҡабул итеү аппараты ла ҡабынды, Хоҙайҙың рәхмәте...

Тәҙрә янында арлы-бирле йөрөгән Рәилде Малик ағай ҡул болғап, күпме генә саҡырһа ла, тегеһе ишек тупһаһынан ҡабат атлап инмәне.

– Минең бындай һөйкөмһөҙ ҡатындарҙан аллергия! Тешем дә һыҙлай башланы, − тине ул, йөҙөн һытып.

− Күпме йәшәп, бындай ҡәһүәне эскәнем юҡ ине әле минең. Әгәр һине күрмәһәм, белмәй үләһе икәнмен. − Малик ағай һүҙҙәренән Машаның бите тартылып ҡуйҙы. Бәлки, йөҙө тартышып ҡуйғандыр, әммә мин уны йылмайыуға юраным. – Һин һәр ваҡыт көлөп тор, һиңә йылмайыу килешә. Бына беҙҙең кеүек юлсылар һинән көс алып, илһам алып китә.

Вазифаһына инмәһә лә, Малик ағай Машанан Саранскиға илтә торған юл тураһында ҡат-ҡат һорашты, тегеһе иһә, ни ғәжәп, шаҡтай тәфсирләп аңлатты. Һаубуллашҡанда иһә Малик ағай Машаның йөрәгенә үк барып етерҙәй һүҙҙәрен осорҙо:

− Мин кире ҡайтҡанда ла, һис шикһеҙ, һинең ҡәһүәне эсергә инәсәкмен. Ғөмүмән, ошо юлдан үткән һайын һинең янға туҡтаясаҡмын, улай ғына ла түгел, боролошта Маша бар икәнен үлгәнсе иҫемә төшөрөп торасаҡмын...

Рәил һаман арлы-бирле йөрөнә, көнлөк планын үтәгәс, тартырға тәмәкеһе лә ҡалмаған.

– Йөрөтөүсенең көйөнә торорға кирәк. Тәмәке алып сығайыммы? – ишеген аса башлаған Малик ағай өлгөрмәне – машина, тәгәрмәстәрен сыйнатып, кинәт ҡуҙғалып китте. Малик ағай тәҙрәне асып, Маша яғына усынан өрөп мөхәббәт осҡондары осорҙо − тегеһе лә ҡулын һелкеп алды буғай.

Ҡояш күтәрелгәнгәме, әллә кофенанмы, шаҡтай ғына эҫе ине. Юл көнъяҡҡараҡ илткән һайын табиғәт йәшәрә, тәҙрәнән йәшлек-йәшәреү еҫе урғылып инә ине.

Юлыбыҙ уңды, эштәр тамамланды. Көн инде кискә ауышты, бик тиҙҙән эңер төшәсәк. Тик тормаҫ Малик ағайҙың һис кенә лә ҡунып ҡалаһы килмәне, юлға әйҙәне. Ял итергә өлгөргән Рәил дә уны хупланы, шулай Ҡазанға табан ҡуҙғалдыҡ.

Ҡайтыу юлы ул инде һәр саҡ ҡыҫҡараҡ һымаҡ, ҡараңғы төшһә лә, күңелдә ниндәйҙер бер ашҡыныулы рәхәтлек. Шулай Малик ағай менән һөйләшеп барғанда, һүҙебеҙҙе Рәил бүлдерҙе:

− Бензин һалырға ине. Тағы теге боролошҡа етәбеҙ, − тине һәм иртәнге хәлдәрҙе уйынан кисерепме, һүгенеп ҡуйҙы.

− Ә, боролош тиһеңме! – Малик ағай урынында ҡалҡынып алды. – Теге бала янына инеп сығайыҡ.

Автозаправка уттары йыраҡтан уҡ балҡып ҡаршы алды. Яҡыная барған һайын тәҙрәне ҡаплап торған Машаның тулы кәүҙәһе айырым-асыҡ күҙалланды. Беҙҙең машинаны танып алыуға, ул йылмайып, ҡул болғаны. Малик ағай әле машина туҡтар-туҡтамаҫ борон уҡ, ишекте асып төштө лә ҡулдарын йәйеп, тәҙрәгә табан атланы. Кискә Маша, һаҡсыллыҡ йөҙөнән, бина ишеген бикләп ҡуя икән. Бензин һалдырыусыларға тәҙрә аша ғына хеҙмәт күрһәтә. Малик ағай менән күрешергә ул ишекте асып йүгереп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Улар ҡосаҡлашып күреште.

− Юлығыҙ уңдымы, эштәрегеҙҙе башҡарҙығыҙмы? – тине Маша, ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеп.

− Һин яһаған ҡәһүәне эс тә, нисек уңмаһын инде? − тине Малик ағай. − Тәме көнө буйы телдән китмәне.

Ҡәтғи тыйылған булһа ла, Маша беҙҙе эскә индерҙе. Рәил менән бәхәсләшмәй генә, машинаға бензин да һалдылар. Иртән шыҡһыҙ күренгән бина матурланған төҫлө, шул ваҡыт эсендә яңынан үҙгәртеп ҡорғандармы ни! Эске бер бүлмәлә бәләкәй генә өҫтәл дә бар икән, Маша, һорап та тормайынса, шунда йыйнаҡ ҡына табын ҡорҙо. Шаҡтай тулы кәүҙәһен етеҙ генә хәрәкәтләндереп йөрөгән был ҡатын үҙе лә күҙгә күренеп матурайып киткән төҫлө ине.

− Татарстанды бик маҡтайҙар инде, − тине Маша, беҙгә әле шоколад, әле печенье тәҡдим итә-итә. – Ҡазан бик матур, тиҙәр...

− Һинең шикелле! – Малик ағай ҡала тураһында һөйләп китте.

Мин ауыҙымды асып тыңланым: Машаның күҙе кеүек зәңгәр күлдәр икән беҙҙә, бөҙрә сәсе кеүек ҡуйы урмандар шаулай, уның тауышындай саф шишмәләр селтерләй, тағы әллә ниҙәр – Малик ағай үҙ сағыштырыуҙарына үҙе лә шаҡ ҡатып, теҙҙе лә теҙҙе генә.

Маша үҙе Ульяновск янындағы бер ауылда йәшәй икән. Иң ғәжәбе: беҙҙең Машабыҙ кинәт кенә татарсаға күсте, ысын исеме Мәрзиә булып сыҡты уның. Урыҫҡа кейәүгә сыҡҡан да Машаға әүерелгән дә ҡуйған. Ҡатындың быуаһы йырылды, һөйләй ҙә һөйләй: бер дуҫ ҡыҙы Ҡазанға кейәүгә сыҡҡан, шунда ҡунаҡҡа йыйынам, ти. Татарса китап-журналдар уҡығым килә, тигәс, Рәил машинанан бер нисә китап та табып индерҙе. И-и, уға һөйөнгәндәре!

– Мәрзиә, һин татарса һөйләшкәндә, йөҙөң тағы ла сибәрләнә! Гел татарса һөйлә һин, йәме, аппағым? – Малик ағай ҡайҙан табып бөтөрәлер ҡатын-ҡыҙҙарҙы иретә торған һүҙҙәрҙе? 

Беҙгә китергә кәрәк ине. Маша-Мәрзиәнең күҙенә моңһоулыҡ йүгерҙе, ул инде Малик ағайға үҙенең тормошон, күргән ауырлыҡтарын һөйләргә, күңелен бушатырға өлгөрҙө. Ире эсә, ҡәйнәһе яуыз икән... Илап та алды, көлгөләне лә. Һәр ҡайһыбыҙ менән йылы һаубуллашты ул. Малик ағайға иһә ҡағыҙға төрөп, самсалар ҙа тотторҙо. Үҙенән бер башҡа оҙон Мәрзиәнең күкрәгенә башын ҡуйып торғанда, Малик ағайҙың да күҙендә йәштәр емелдәп алды − әллә ысын, әллә бағана уттарының сағылышы – аңламаҫһың...

Машина ҡуҙғалғас, Рәил икеләнгәндәй:

− Был теге яуыз түгел, игеҙәгелер, моғайын... Кеше көн эсендә ул тиклем үҙгәрә алмай! – тип ҡуйҙы.

Малик ағай уға яуап итеп моңһоу йылмайҙы ғына. Бер аҙҙан уның йоҡоло-уяулы тауышы ишетелде:

– Ул боролошта, ысынлап та, һәйбәт... Ә Машаға, Мәрзиәгә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ. Көйләнәсәк уның тормошо... бөгөндән...

Мин ҡайырылып, артҡа боролоп ҡараным: артта тотош ҡараңғылыҡ, шулай ҙа боролошта, тәҙрәгә ҡапланып, кемдер йылмайып тора һымаҡ ине...

 

 

Автор:
Читайте нас