+22 °С
Ямғыр


"Иртәгә - Ҡазанда ҙур байрам. Шуға бөгөн төрлө яҡтан ҡунаҡтар ағыла". Шулай тип яҙа "Шоңҡар" йәштәр журналының баш мөхәррире, билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең сәхифәһендә. "Беҙҙе аэропортта "Казан утлары" журналының баш мөхәррире, яҙыусы Рөстәм Ғәлиуллин ҡаршы алды. Уңда - яҡут шағиры, "Чолбон" әҙәби журналының баш мөхәррире Гаврил Андросов. Беҙ инде күптәнге дуҫтар, йылына кәм тигәндә ике тапҡыр төрлө ерҙәрҙә осрашып торабыҙ. Һуңғы тапҡыр былтыр ноябрҙә Якутск ҡалаһында бик матур сәфәрҙә булғайныҡ". (икенсе фотола - Яҡутстандың Хөкүмәт башлығында).