Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Апрель 2022, 06:39

Ниңә уның аҡсаһы юҡ?

Бер көн уға ла атаһы менән әсәһе, биш балаһының ауыҙынан өҙөп, пальтоға тип аҡса ебәргәйне. Әллә ҡайһы кәкре ҡулы урлап ҡуйҙы. Шул саҡта нисек илағанын белһәгеҙ!

Ниңә уның аҡсаһы юҡ?Ниңә уның аҡсаһы юҡ?
Ниңә уның аҡсаһы юҡ?

Илле биш йәшлек Гөлдәр бер көн ныҡ ҡына уйланып алды. Ниңә уның ғүмере осто-осҡа ялғап үтә икән? Пенсия алдынан был хаҡта айырыуса ныҡ баш ватты.
Аҡса бите теймәгән ғаиләлә үҫте, студент сағында ла аслы-туҡлы йөрөнө. Көн дә тиерлек һыуға бешкән дөгө ашап тамаҡ туйҙырғанын оноторлоҡ түгел. Кейенеү яғы ла ҡойто, ярай эле ҡыҙҙар менән ҡайһы саҡта салбар, блузкаларын алмашып торалар ине. Барлыҡ студенттар ҙа улай йәшәмәне бит. Өҫтәленән ҡайнатма, итле аш өҙөлмәгәндәре лә күп ине. Байрамдарҙа ҡаҙ, былау бешергәндәре лә булды. Матур итектәр, тун алып маҡтанғандары ла…

Бер көн уға ла атаһы менән әсәһе, биш балаһының ауыҙынан өҙөп, пальтоға тип аҡса ебәргәйне. Әллә ҡайһы кәкре ҡулы урлап ҡуйҙы. Шул саҡта нисек илағанын белһәгеҙ! Ә бер йылда үҙ размерынан ике тапҡырға ҙур үксәһеҙ итек кейеп ҡыш сыҡты. Кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышҡанын, ҡаршыһына килеп сыҡҡан егеттәр алдында нисек ҡыҙарғанын иҫләһә, әле лә тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Әмәлгә ҡалғандай, яҙға табан бер әхирәте үҙенә кәрәкмәгән, оҡшатмаған итеген бирҙе. Ата-әсәһенең берҙән-бер иркә ҡыҙы бит, кейем йәһәтенән унан байы юҡ ине. Май эҫеләре еткәнсе шунан айырылманы. Дуҫ ҡыҙы оло мәсхәрәнән ҡотҡарҙы, бының өсөн ғүмер буйы рәхмәт уҡыны ул. Өлкәнерәк курстарҙа мәктәптәрҙә иҙән йыуып ҡына кейемгә, тамаҡҡа тейенеп ҡалды.
Артабан әҙ булһа ла аҡса тәмен тойғанмын икән, тип уйлана хәҙер Гөлдәр. Диплом алғас та эшкә урынлашты. Әммә тапҡан ғынаһы һыу кеүек юҡҡа сыға торҙо. Әллә үҙе тотона белмәне, әллә… Ай аҙағына автобусҡа түләргә лә ҡалмай. Эш хаҡы бер-ике кейемгә, тамаҡҡа, ятағына түләүгә һәм юлына китә.
Кейәүгә сыҡҡас, икәүләшеп бурысҡа бата башланылар. Ире ни ғиллә менәндер барлыҡ аҡсаһын тиҙ генә тотона ла бөтә. Етмәһә, фатир өсөн түләйҙәр, кредитҡа машина алып ебәрҙеләр. Аҙыҡ-түлек, балалар өсөн дә күп кәрәк. Эш хаҡы аҙ булһа ла түләнә, ләкин гел ҡыҫырға, гел арзаныраҡты ҡарарға тура килә Гөлдәргә. Ҡайҙа барһа ла күҙе иң осһоҙ тауарҙы эҙләй, яңылыш ҡиммәтерәк әйбер тотоп ҡараһа, шайтан күргәндәй ситкә тайпыла. “Юҡ, ундай хаҡ буламы, ҡот осҡос, кит” тип сәбәләнә башлай. Тормош ошолайҙыр инде тип йәшәлде, сөнки эргәһендәгеләр ҙә үҙе һымаҡ хәлдә. Барлыҡ дуҫтары, туғандары бюджет өлкәһендә эшләй. Осрашһалар, “аҡса юҡ, етмәй, бөтә нәмә ҡиммәт”, тип һөйләштеләр. Саҡ ҡына ҙурыраҡ нәмә алһалар, оялыштанмы, башҡаларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫ өсөнмө, хаҡын йәшереп аҙапландылар. Онотҡанда бер премия тәтеһә, бурыстарҙы ҡаплауға китә. Туғандар һорап торһа ла, бирмәй сара юҡ. Йыш һорамаһындар өсөн “эш хаҡым бигерәк аҙ, китергә кәрәк унан, мыҫҡыл итәләр”, тип һөйләнергә оҫтарып алды Гөлдәр. Ысынлап та, бахыр ғына булып йәшәһәң, йәлләйҙәр, әллә ни һоранмайҙар, артығын талап итмәйҙәр…
Илле биш йәшенә етәрәк үҙе лә һиҙмәҫтән йонсоу, үҙен кәм тойған, һыҡмыр ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы. Үҙ күләгәһенән үҙе ҡурҡҡандай тойолоп китә. Ҡатҡан тәненән йәшәү энергияһы аҡмай кеүек. “Нисә тәңкә, ҡиммәт, бурыс, кредит, аҡса юҡ, ташлама, арзан” кеүек һүҙҙәр генә һеңгән мейеһе башҡаса уйлай ҙа алмай һымаҡ.
Былай йәшәп арытылды, тип уйланы Гөлдәр. Диңгеҙ күргән юҡ, ялдары бешеренеп үтә, отпускыла бесән дә баҡса… Балалар үҫеп еткәс, иркен һулармын тигәйне лә, ҡыҙын юғары уҡыу йортонда түләп уҡытырға тура килде.
Ниңә улай килеп сыҡты әле уның тормошо? Хәйер, уныҡы ғына ла түгел инде. Уртаса килемеңде белгең килһә, эргә-тирәләге кешеләрҙең яҡынса килемен һанап нисәгәлер бүлергә кәрәк, тиҙәр бит әле. Күпме аҡса табыуың көн дә кемдәр менән аралашыуыңдан да тора икән, баҡһаң!
Гөлдәр уйлана, уҡый торғас, ошо мәғлүмәтте белеп ҡалғандан һуң, йыш аралашҡан дуҫ-туған, коллегаларынан бер аҙ ситләшеп, яңы танышлыҡтар булдырырға ниәтләнде. Пенсия йәшендәге ҡатын нимә эшләй ала? Улы үҙенең дуҫы хаҡында: “Йәш булһа ла, бик етеш йәшәй, сит илдәрҙә генә ятып эшен алып бара”, – тип һөйләгәйне. “Ата-әсәһе байҙыр, алдап, урлап тапҡандыр, берәй нәмә отҡандыр”, тип ҡолаҡ ситенән үткәрҙе, әһәмиәт бирмәгәйне. Хәҙер уның хаҡында ҡыҙыҡһынып, йышыраҡ һораштыра башланы.
— Әсәй, уның ата-әсәһе — һеҙҙең һымаҡ кешеләр. Атаһы бер ерҙә лә хужа булмаған, алдамаған да, урламаған да, – тип ярһыны улы. – Һеҙҙең тик шулай ғына байырға мөмкин тигән нәмә һеңгән башығыҙға!
Баш… Ошо урында Гөлдәр ултыра төшә яҙҙы. Барыһы ла беҙ уйлап өйрәнгәнсә түгелме икән әллә? Барыһы ла беҙҙең башта тигәндәрен ишеткәне бар ине… Артабан тик шул хаҡта мәғлүмәт эҙләргә тотондо. Нимә менән ҡыҙыҡһынаһың, шул мәғлүмәт юлға сығып ҡына тора бит ул. Әллә ни аралашмай йәшәгән күршеһе Гөлниса күптән үҙ эшен асып ебәргән икән. Һөйләшеп киттеләр. Иң беренсе фекерләүемде үҙгәрттем, тип аптыратты. Хәҙер ул күршеһенә йышыраҡ сәй эсергә инә башланы, үҙен дә саҡырҙы. Һәр осрашҡан һайын үҙе өсөн яңы донъя асып аптыраны.
Яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ яҙабыҙ. Маңлайға ни яҙылған – шуны күрәбеҙ. Ә маңлайға яҙылған тигәне беҙҙең көн дә уйлағандарыбыҙ инде. Ышаныу, ҡурҡыуҙарыбыҙ. “Маңлай”ҙа ирек, иркенлек икән – тормошта ла шулай. Үҙебеҙҙе үҙ башыбыҙ, йәғни, мейебеҙгә һалынып ҡуйылған уйҙар, ышаныуҙар менән сикләйбеҙ. Унда ниндәй мәғлүмәт – шуға ярашлы ғына мәсьәләләр хәл итәбеҙ, һығымталар яһайбыҙ, эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ икән.
Ошоларҙы белгәндән һуң Гөлдәр башҡаса “аҡса юҡ” тип әйтмәй башланы. Туғандары алдында бахырланманы, эш хаҡын, премияларын йәшереп аҙапланманы. Киреһенсә, “шөкөр, килеп тора, булып тора” кеүек һүҙҙәр әйтергә тырыша. Бүлешкән, ҡулы асыҡ кешегә күберәк килгәнлеген дә аңлатҡайны күршеһе. Ысынлап та, хәленән килә икән, туғандарына ихласлап ярҙам итә. Ә иң ҙур еңеүе: бер көн теш пастаһын ғәҙәтләнгән хаҡтан ике тапҡырға артығыраҡ суммаға һатып алды! Бынан, әлбиттә, оҙаҡ ҡына башы ауыртып, үҙенең кемдән оялғанын да аңламайынса йөрөнө. Шулай ҙа хәҙер икенсерәк хәл итә башлағанына, үҙен ҡыҫмағанына ҡыуанды. “Юҡ” тигән һайын булмай, арзаныраҡҡа ынтылған һайын килемең дә шуға ярашлы, тигәйне бит күршеһе Гөлниса. Ғүмер буйы һәр тинен иҫәпләгән кешегә бындай боролош бик ауыр тойолһа ла, бирешмәне.
Кешеләрҙә “күп эшләһәң генә килем ҙур була” тигән хата ҡараш йәшәй икән. Көнө-төнө ауыр эштә ал-ял белмәй тир түккәндәр баймы ни? Юҡ, сөнки улар бынан башҡа юл белмәй, икенселәй булыуы хаҡында уйлап та бирмәй. Ошо хаҡта бик күп һөйләне күршеһе Гөлдәргә.
Фекерләүҙе үҙгәртеү — бер, тотоп ҡына нимәлер эшләй ҙә башларға кәрәк бит әле. Хәҙер Гөлдәр өҫтәмә килем килтерерҙәй эш эҙләй. “Яратҡан шөғөлөң булһын, күңелең ятмағанға тотонма ла”, – тине күршеһе. Яратмаған нәмә энергияны һура, хәлде ала, йәнде көйҙөрә, ә бындай кәйефле кешегә аҡса нисек тартылһын? Аҡса – ул энергия”, тип йәнә аптыратты хәҙер инде әхирәткә, шәхси коучҡа әйләнгән күршеһе.
Әлегә нимә эшләрен белмәһә лә, көндән-көн күҙе нығыраҡ асыла башлаған Гөлдәр бәхетле ине.

Айлина КИЛДЕБАЕВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас