Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Май 2022, 06:05

Көлгән булабыҙ, йә...

Эйе, ханым заманында дәртле генә йә­мәғәт эшмәкәре, һәйбәт мөғәллимә ине...

Көлгән булабыҙ, йә...Көлгән булабыҙ, йә...
Көлгән булабыҙ, йә...
Алабейә битләүендә мәж килеп уйнап йөрөйбөҙ. Эргәләге һуҡмаҡтан еңелсә кейенгән бер әбей уҙып бара, артынса сибек кенә ҡыҙыҡай юрғалай.
Алыҫта, тау-урмандар ашаһында, бәләкәйерәк ауыл бар, тиҙәр, шундалыр тотҡан юлдары.
Әбейебеҙ бер заман туҡталды, артҡа боролдо, һаубуллашып, төйөнсөкһөҙ ҡулын иҙәне, ә ҡабаҡ башындағы иң ситке өй тупһаһында икенсе бер әбей – ҡасандыр беҙҙең ауылға килен булып төшкәне – башынан яулығын сисеп болғаны ла бәғер телерҙәй тауышы менән ниҙер һөрәнләп маташты. Быныһы иламһырап торҙо ла йән әрнеүе менән әһәүләп ебәрҙе. Торналар китәме ни – әһәүләү тауҙан тауға шаңҡыны.
Беҙ, уйһыҙ малайҙар, көлөшкән булабыҙ...
Әгәр юлаусы әбейҙең, тиҙҙән ахирәткә китермен инде, бәхил бул, тигәнерәк ҡиәфәттә әлеге ҡарындашы менән мәңгегә хушлашыуын белһәк, валлаһи, хихылдашмаҫ инек. Хәйер, бала саҡҡа ни үпкә?
Йылдар уҙғас, өләсәйе менән йәнәш атлаған сибек ҡыҙыҡайҙы – хәҙер инде олпат ҡатынды осратҡан һайын әллә ҡасанғы аһәң ҡолаҡҡа салынғандай.

Баҙарға барһаң...
Эштән ҡайтышлай йыш ҡына бәләкәйерәк баҙар аша һуҡтырам – турараҡ, ҡыҙығыраҡ. Шунда бер мәл шаҡы-шоҡо менән сауҙа иткән элекке һабаҡташты осраттым. Тапҡан кәсеп! Кем бит әле?..
Күрештек, һөйләштек. Уңайһыҙ­ландымы, икенсе юлы күрәйем әле үҙен тиһәм, баҙарҙың аулағыраҡ мөйөшөнә күсеп ултырғайны. Өсөн­сөгә иһә күрше баҙарҙа тап иттем, инде эргәһенә үҙем барманым. Эйе, ханым заманында дәртле генә йә­мәғәт эшмәкәре, һәйбәт мөғәллимә ине...
Уҡытыусы... Һатыусы... Бер эштең дә насары юҡ, оялма, һине һөнәреңде алмаштырырға мәжбүр иткән заман үҙе оялһын тиһәм, килешер микән? Тик ул баҙарға ниңәлер аяғым тартмай.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас