"Минең ирем эсә. Ни эшләргә?"
Минеке мәрхүм иҫерек ҡайтһа тәүге көн өндәшмәйем. Иртәгеһен ҡабатланһа - "көрәш" башлай инем. Психологик баҫым, намыҫ- ғаилә тураһында ялҡынлы телмәрҙәр, ҡурҡытыу-өркөтөү, шешәләш дуҫтарын баҫтырыу - бөтәһе лә булды. Йәшәйешемдең мәғәнәһенә әйләнгәйне Ильшатым - уны эшкә оҙатам, уны көтәм, уны ҡаршы алам. Ул эштә саҡта бөтә уй- хыялдарым да иремә генә бәйле булды. Ҡайтҡас эсһә, йә иһә юлдан уҡ "һалып" килеп инһә - һин минең бөтә хыялдарымды селпәрәмә килтерҙең, тип ғәйепләргә лә булдыра инем. Ул нисек теләй шулай ҡылана ҮҘ ғүмере менән, ә бисә кеше ғазаплана - российской бабе дай повод пострадать и обвинить чужого человека в этом.
Иҫәрлек. Эйе, мин дә шулай булдым. Эскән ир менән йәшәү оҡшамағастын - бар, кит, батареяға наручниктар менән эләктерелгәнһеңме? Ошондай уйҙарҙан һуң иргенәмә: " Һинең үҙ тормошоң, һәм теләгәнеңсә йәшәй алаһың. Әммә мин башҡасараҡ йәшәргә хыялланғайным һинең менән. Әлбиттә, минең хыял - минең уйҙырма, бында һинең ҡыҫылышың да юҡ. Тик иҫеңдә тот - минең тормошом минең янымдан үтмәйәсәк. Мин дә нисек теләйем - шулай йәшәйәсәкмен",- тинем.
❗️❗️❗️Күп парҙар өсөн ир - ҡатын сценарийы буйынса йәшәргә тейеш кеше. Һәм ошо тоғро "юлдан" тайпылған иргә санкциялар ҡулланыла. Артабан ИР ҡатыныныңбалаларының бәхетһеҙлегендә "ғәйепле" тип таныла ла "төҙәтеү"( исправительные) эштәренә ебәрелә - сөнки ул "чв" (чувство вины) кисерә. По крайней мере, шул тойғоно һеңдерергә тырышабыҙ - ҡалай булһа ла минеңсә булһын, тип. Үәәәәәәт, бына мин ниндәй - ирҙе тәрбиәләйем, көрәшәм, түҙәм тип маҡтанырға- уфтанырға ла форсат табабыҙ.
..... Шулай үтә күптәрҙең тормошо. "Ни эшләргә?"ме? Үҙ тормошоң менән йәшәргә! Оҡшамай икән - кит. Олоғара ирҙе ҮҘгәртергә маташҡансы ҮҘеңә сарыфла йәшәү энергияңды.
Әлмирә Исхаҡова.