Бөтә яңылыҡтар

Алма һәм сейә менән шарлотка

«Шарлотка» тигән үҙенсәлекле, нәзәкәтле исем йөрөтһә лә, был бәлеште әҙерләүе ауыр түгел һәм күп ваҡыт та талап ителмәй.

Алма һәм сейә менән шарлотка
Алма һәм сейә менән шарлотка
«Шарлотка» тигән үҙенсәлекле, нәзәкәтле исем йөрөтһә лә, был бәлеште әҙерләүе ауыр түгел һәм күп ваҡыт та талап ителмәй. Әйткәндәй, беләһегеҙҙер, хөрмәтле уҡыусылар, шарлоттаның рецептары күп төрлө: алманан башҡа груша, слива, хөрмә, шулай уҡ еләктәр ҡушып эшләнгәнен дә тәҡдим итә интернет һәм аш-һыу китаптары. Түбәндәге вариант та - шуларҙың береһе.

4-5 уртаса ҙурлыҡтағы алма,

180 г шәкәр,

1 стакан кефир,
 
ярты сәй ҡалағы сода,
 
2 йомортҡа,
 
1 семтем ванилин,
 
1,5 стакан он.
 
 
Йомортҡаны шәкәр менән яҡшылап туғырға. Айырым һауытта кефирға он, сода, ванилин ҡушып болғатырға. Йомортҡаны өҫтәп ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр әҙерләргә. Ҡамыр тейешенсә ҡуйы булһын, эслеге таба төбөнә батырға тейеш түгел. Майланған табаға ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ ҙа, өҫтөнә һөйәкһеҙ бер бер нисә сейә емешен теҙәбеҙ. Сейә өҫтөнә нәҙек итеп туралған алманы һалғас, тағы бер ҡат сейә теҙеп, әҙерәк шәкәр һибәбеҙ. Эслек өҫтөнә ҡамырҙың ҡалған өлөшөн ҡойоп, шарлотканы 180 градус эҫелектә 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 

Сәйегеҙ тәмле булһын!
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в