Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Май 2022, 03:25

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!

Журналдың тышлығын биҙәп торған замандашыбыҙ кем була тиһегеҙме?

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!

Журналдың тышлығын биҙәп торған замандашыбыҙ кем була тиһегеҙме? Өфөлә йәшәгән өс бала әсәһе, уңышлы эшҡыуар, табип – Әлфинә Ғөбәйҙуллина. Был ханым ҡайҙан? Нисек үҙенең эшен асҡан? Кемдер, бәлки, үҙ эшен башларға теләп тә, икеләнеп торалыр?! “Тот та эшлә!” тигән яҙмала барыһы тураһында белерһегеҙ.

Шиғыр һөйөүселәргә лә күстәнәс бар – йәш шағир Мөнир Иҡсановтың бер шәлкем шиғырҙары донъя күрҙе. Сабит Фазлыевтың “Беҙ һуғышҡа барғанда” исемле хикәйәһе, Заһиҙә Мусинаның “Килен” повесы ла журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын.

Ауырғазы районы Талбазы ауылында йәшәгән спортсы, тренер, ҡыҫҡаһы, бер нәмәгә маһир Фәһим Ғайсин тураһында “Бәләкәйҙән ҡанат алып...” тигән яҙмала танышырға мөмкин.

       “Ул бөтә ерҙә һағалап йөрөй, өйҙән сыҡҡанды көтөп тора, ят номерҙарҙан шылтырата. Хатта бөтә халыҡҡа, беҙ өйләнешәбеҙ, тип һөйләй. Уның менән осрашып, барыһын да аңлатып ҡараным. Ләкин ул һаман, беҙ бер-беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән, ти...”

Башҡортостанда, Татарстанда билдәле булған йырсы күптән түгел уға тынғы бирмәгән бер ҡатын тураһында интернетҡа ошолай тип яҙған ине.  Яҙма аҫтында халыҡтың кемеһе ҡатынды яҡлай, йәнәһе “беҙ улар араһында нимәләр булғанын белмәйбеҙ, ир кешегә бар донъяға яу һалыу килешмәй” тиҙәр. Берәүҙәр, киреһенсә, ҡатынға ябырылған: “Иҫәр! Кумир, кумир ғына булырға тейеш! Башы эшләмәйҙер ул!”

Был хәл 150 йыл элек булған ваҡиғаларҙы хәтерләтә. Тап шул йылдарҙа мөхәббәт тарихы психологик ауырыу тарихына әүерелә. Ә үлеп ғашиҡ булған ҡыҙ исеме менән психик ҡаҡшауҙы атай башлайҙар — Адель Гюго синдромы. Айгөл Сәләхованың “Аҡылдан яҙҙырған мөхәббәт” тигән мәҡәләһендә ошо ғәжәп синдром хаҡында таныша алаһығыҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас