

Күршеләр булып ике ғаилә йәшәй. Беренсе ғаилә көнө-төнө талаша, юҡҡа-барға үсегешә. Икенсе ғаиләлә, киреһенсә, өн дә сыҡмай, улар бик татыу йәшәй. Тәүге ғаиләләге ҡатын уларға, әй, көнләшә!
Бер көн ул түҙмәй, иренә татыу ғаиләне күҙәтеп-тыңлап килергә ҡуша. Йәмәғәте күршеләренең йортона барып, уларҙы асыҡ тәҙрә аша күҙәтә башлай.
Хужабикә ҡиммәтле вазаһының саңын һөртөп тора. Шул ваҡыт телефоны шылтырай. Ул ҡабаланып, вазаһын өҫтәлдең ситенә генә ҡуя ла, телефон эргәһенә икенсе бүлмәгә сыға. Шул мәл ире килеп инә, ашығып ниҙер алам тигәндә вазаны эләктерә. Уныһы иҙәнгә килеп төшә. “Ох, хәҙер нимә булыр инде?!” — тип күршеһе уларҙың талаша башлауын көтә. Вазаның селпәрәмә килеп ватылған тауышына хужабикә килеп инә:
— Уй, мин ғәйепле, вазаны төпкәрәк ҡуймағанмын!
— Юҡ, мин үҙем һағыраҡ булмағанмын! Ярай, бәхеткә булһын! — тип кенә яуап бирә ире.
Күрше, был һөйләшеүҙе ишеткәс тә, өйөнә ҡайтып китә. Уны ҡатыны түҙемһеҙлек менән көтә.
— Ҡайһылай оҙаҡ булдың! Шунан, һөйлә, уларҙың өйөндә нимәләр булды?
— Уларҙың өйөндә, — тип һөйләп бирә ире, — икеһе лә ғәйепле, беҙҙекендә икебеҙ ҙә хаҡлы...
БӘХЕТЛЕ ҒАИЛӘНЕҢ СЕРЕ ШУНДА: ИР МЕНӘН ҠАТЫН БЕР-БЕРЕҺЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә КИЛЕП ТЫУҒАН АУЫРЛЫҠТАРҒА ҠАРШЫ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ. КЕМ ХАҠЛЫ ИКӘНЕН АСЫҠЛАР УРЫНҒА, МӘСЬӘЛӘНЕ ХӘЛ ИТЕРГӘ, ҺӨЙЛӘШЕРГӘ, УРТАҠ ҠАРАРҒА КИЛӘ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК.