Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Май 2022, 14:06

Туйҙа тыуған уй

Күптән түгел туйҙа булғайным. Ғәҙәти ауыл туйы. Ошо мәжлес нигеҙендә, башҡа бик күп туйҙарҙы күҙ уңында тотоп, фекер йөрөтмәксемен. Башта шуны асыҡлап китәйек: бөгөнгө күҙлектән нимә һуң ул туй?

Туйҙа тыуған уй
Туйҙа тыуған уй

Туйҙа тыуған уй   Миләүшә Ҡаһарманова

Күптән түгел туйҙа булғайным. Ғәҙәти ауыл туйы. Ошо мәжлес нигеҙендә, башҡа бик күп туйҙарҙы күҙ уңында тотоп, фекер йөрөтмәксемен. Башта шуны асыҡлап китәйек: бөгөнгө күҙлектән нимә һуң ул туй? Ни итеп ҡабул итәбеҙ һәм унда нимәләр күрергә теләйбеҙ?Башта телгә алынғанса беҙ уны мәжлес итеп ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ, шулай бит. Ә асылда улай ғына булырға тейеш түгел икән. Туй ул дөрөҫ тәғәйенләнешендә байрам ғына түгел, ә йола байрамы икән. Унда йолалар үтәлергә тейеш. ”Башҡорт энциклопедияһы”нда ла был сара “йола байрамы”, “туй йолалары” тип билдәләнә. Бында кәм тигәндә лә көрәгә асыу, йыуаса бейеүе, һоғондорошоу, һыуға башлау, килен һөйөү, һандыҡ һатыу, ҡыҙ оҙатыу, бал-май ҡаптырыу кеүек йолаларҙың булыуы шарт. Әммә, үкенсекә ҡаршы, хәҙер ауыл туйҙары ла шағараҡ ҡороуға, сай-сой килешеп ашап-эсеүгә генә тороп ҡалған икән. Ҡалала бит инде күптән туй тигән нәмә өс-дүрт сәғәтлек инглиз табынына әйләнгән. Ашап-эсәһең дә уйындар уйнайһың. Шул ғына. Ауылда әле был сараның тәме бар ине. Һәр хәлдә шулайҙыр тип уйлағайным. Бәлки, ҡайҙалыр хәлдәр икенсерәктер ҙә, әммә әлеге күргән туй ишараты менән мин бер нисек тә килешә алмайым.
Ике яҡтың да тәүге туйҙары, ата-әсәләр йәш. Бер яҡтан ҡарағанда, уларҙың йолаларҙы белмәүе лә ғәжәп түгел кеүек. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, шундай оло сараға әҙерләнеүгә ана шул тәртиптәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү ҙә инәлер бит. Аниһә, ата-әсәләр торған була ла: “Беҙ йола белмәйбеҙ инде, әллә беҙ бер ни ҙә белмәйбеҙ шул”, - тип аҡлана. Ғәҙәт белмәү уларҙы алдынғы ҡарашлы замана кешеһе итеп түгел, ә бары маңҡорт итеп күрһәтә.
Хәҙер һәр икенсе артист тамада, һәр икенсе тауышлыһы туй-байрамдар алып бара. Кешеләр менән, йәмғиәт менән аралаша белеүендә, юмор стилен аса алыуында һәм, әлбиттә, интелектуаль кимәлендә уның эше лә юҡ. Был тамадалар береһенән-береһе уҙҙырып тоҙло-боросло хәбәрҙәр, билдән түбән шаярыуҙар, әҙәпһеҙ уйындарҙан торған мажара ҡуя. Ә бит ул мажараның төп геройҙары хужалар үҙҙәре. Нишләп алдан тамаданың сценарийы менән танышмаҫҡа, бында йәш елкенсәктән тыш әллә нисә быуын туған-тумаса, ололар булаһын иҫкәртмәҫкә. Юғиһә, оятһыҙ анекдоттар тыңлап, ҡаршылағыларға күҙеңде күтәреп ҡарарға оялып ултыраһың.
Һыу юлы башлауға сыҡһаҡ, унда халыҡтың маскарадҡа кейенгәндәй яһанышҡанына хайран булдыҡ. Ирҙәр ҡатындар булып, ҡатындар ирҙәр сүрәтендә мәсхәрәләнгән. Ул эске кейемдәрҙе тыштан кейеп, һалабаштар, кишерҙәр аҫып, бит-миттәрен буяп бөткәндәр. Иң ҡыйыу индеецтар ҡәбиләһе лә бындайға йөрьәт итмәҫ. Был халыҡ аңының шундай түбән кимәлдә булыуымы, әллә эскелек фантазияһымы ул? Элегерәк туйҙарҙа тундарының тиҫкәреһен кейеп, кәпәстәрен әйләндереп сығып һыу юлын быуғандарын, арҡан тартып үткәрмәй хаҡ һорағандарын иҫләйем. Шул шаярыу ошондай түбәнселеккә барып төшкәндерме инде. Нишләп һыу юлына йырлашып, бейешеп кенә барып ҡайтмаҫҡа? Бындай ҡырағайлыҡ көлкөмө ни? Ҡатындар түшелдереге кейеп торған ирҙе күреп көлгән кешеһен әйтер инем.
Килен һыуҙы көйәнтәләмәне. Хатта яурынына һалып та ҡараманы көйәнтәне. Ул бахыр биҙрәләрҙе кемдәрҙер айырым-айырым болғап тотоп ҡайтты. Ҡайтҡас һыуҙың барлығын-юҡлығын да тикшергән, ҡабул иткән кешеһе лә булманы. Тимәк, был йөрөштөң төп маҡсаты ана шул ҡырағай маскарадҡа ғына ҡайтып ҡалды.
Туйҙа ололарға иғтибар, хөрмәт тигән нәмә тойолманы. Уларға һүҙ биреп, өгөт-нәсихәттәрен тыңларға, кәңәштәрен ишетергә тейештәр ине, минеңсә. Әллә ата-әсәләре үҙҙәре ураған һайын “белмәйбеҙ” тип йөрөп бәҫтәрен төшөрөп ташланы. Беҙҙең яҡ туйҙарында ололарҙы айырым-айырым бейергә төшөрәләр. Ҡоҙалар ҙа бер-береһен саҡырып сығарып бейешә. Был бик мәртәбәле, һоҡланғыс күренеш була. Яҙмаларға төшөрөп ҡалырға тырышалар. Уйлап ҡараһаң, ололар ҡайҙа тағын шундай ғәм алдында бейеп йөрөргә мөмкин. Улар шулай туйҙы хөрмәтләй, үҙҙәренең ихласлығын күрһәтә.
Һәм һыҙыҡ аҫтына алып китергә кәрәк, беҙҙә өлкәндәрҙе ҡурайға йә гармунға һәм башҡортса бейеү көйөнә бейетәләр. Ә әлеге беҙҙең “башҡортса” тип ҡуйған һикрәнләтә торған етеҙ көй башҡорттоҡо түгел. Беҙҙең булмыш ундай көйгә көйләнмәгән, шуға беҙ уға килештереп һикерә лә, елпелдәй ҙә белмәйбеҙ, бары тырышып-тырмашып арыйбыҙ ғына.
Ысынында иһә бөгөн матур туй үткәрәм тигәндә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Теләк кенә булһын. Берәүҙәр туйҙарына махсус рәүештә йола белгән ике апайҙы саҡырғандар ине. Шау башҡорт кейемендә булып, былар ваҡыты-ваҡыты менән килеп сыға ла ниндәйҙер йоланы үтәтә. Һандыҡ һатыу, ҡоҙаларҙы ҡыуыу кеүек күренештәрҙе йығылып ятып ҡаранылар, донъяларын онотоп сауҙалаштылар. Ололар “бындайҙар беҙҙең бала саҡта ғына була торғайны” тип аптырашты.
Икенсе танышым ҡыҙының туйына йырсы яллап оҙатыуҙа сеңләү сеңләткән. Илашып бөткәндәр, бик тәьҫирле булған. Ҡунаҡтар һаман онотмай һөйләй, ти. Шулай уҡ бер туйҙа килен һөйгәндә өләсәй булған кеше “Килен, килен, киленсәк” тип оҙон ғына һамаҡ әйтте. Бөтөн туйҙың иң эффектлы өлөшө ошо булды ла ҡуйҙы. Ситтән килгәндәр инәйҙең был күренеште тағы бер ҡабатлауын һорап, төшөрөп алды.
Туй – ул йәш ғаиләнең оло тормошҡа ашатлап сыға торған тупһаһы. Ул, мотлаҡ, йолалар менән байытылған булырға тейеш. Үҙ туйҙарын, йәшәйештәре нисек кенә булып киткәндә лә, улар ғүмерҙәре буйына иҫләйәсәк. Шунлыҡтан, ул туй хәтирәле, мәғәнәле, фәһемле булһын ине. Шундай яуаплы эш алдынан белмәгәнегеҙҙе өйрәнегеҙ, һорашығыҙ, бик булмаһа яллағыҙ оҫталарҙы. Эскелек байрамы итеп түгел, ә традицияларҙы дауам иттереүсе йола байрамы итеп үткәрәйек туйҙарҙы.

Автор:
Читайте нас: