Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Июня 2022, 02:55

Яҙыусы Раил Байбулатовтың тыуыуына - 85 йыл

Бала саҡта Раил Байбулатовтың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙған әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый торғайныҡ. Яҙыусының бигерәк тә ниндәй әҫәре иҫегеҙҙә ҡалған? 

Яҙыусы Раил Байбулатовтың тыуыуына - 85 йылЯҙыусы Раил Байбулатовтың тыуыуына - 85 йыл
Яҙыусы Раил Байбулатовтың тыуыуына - 85 йыл

Раил Фәтхелислам улы Байбулатов 1937 йылдың 2 июнендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Көйөргәҙе районы Яманғол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте, унан күрше Яманһары ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң 1952 йылда Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағас, 1956—1961 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары һөнәри белем ала. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге балалар йортонда уҡытыусы булып башлай. Артабан 28 йылдан ашыу Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә эшләй. Унда ауыл хужалығы һәм сәйәси әҙәбиәт редакцияһына, шунан нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһына етәкселек итә.

1984 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1990 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына эшкә күсә һәм 1999 йылғаса идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй[1].

Матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн ул «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы, «СССР-ҙың матбуғат отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.

Раил Байбулатов — элекке педагог булараҡ, мәктәп, уҡыусы балалар тормошона арналған, йәш быуынды уйландырырлыҡ, тулҡынландырырлыҡ хикәйәләр ижад иткән яҙыусы. Әҙиптең «Әсәйемдең алсаҡ йөҙө», «Зәңгәр болоттар», «Иң ауыр фән», «Һоро шинель», «Оҙайлы имтихандар» исемле китаптары донъя күрҙе. «Дала таңдары» романы өсөн яҙыусы С. Чекмарев исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була.[1]

Китаптары

  • «Әсәйемдең алсаҡ йөҙө» — 1972 йыл
  • «Зәңгәр болоттар» — Өфө: Башкнигоиздат, 1975 йыл — 60 бит.
  • «Иң ауыр фән» — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 184 бит.
  • "Һоро шинель: повесть, хикәйәләр . — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте. 1986. — 190 бит.
  • «Оҙайлы имтихандар» — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 288 бит.
  • «Йәрем минең — Алиһәм» пьесаһы
  • «Дала таңдары» романы — Башҡортостан китап нәшриәте. — 1990. — 368 бит.
  • "Оятыңдан үлмәй тор" : повесттар. — Өфө: Китап, 1993. — 200 бит.
  • «Кисеүҙә гармун тауышы» романы — Өфө: Китап, 1997. — 416 бит.
  • Земля моя, Куюргазинская: Очерктар Өфө: МЦ ГУСП «БХПП». 2000.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «СССР-ҙың матбуғат отличнигы» билдәһе
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
  • Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почёт грамотаһы
  • С. Чекмарев исемендәге әҙәби премия (1990)

Башҡорт Википедияһы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас