Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Июнь 2022, 15:55

Сетерекле хәл

«Ҡыҙ булһа ла, малай булһа ла, үҙ балам кеүек итеп ҡараясаҡмын, Наташа, ҡәҙерлем. Мин һине яратам!» – тип өс айлыҡ ауыры булған йәш ҡатын алдында теҙләнгәйне лейтенант Виктор Бабушкин. Ни өсөн уны, ауырлы ҡатынды, лейтенант «өҙөлөп яратҡанын» Наташа һуңынаныраҡ ҡына аңланы: полковник ҡыҙы ине ул.

Сетерекле хәлСетерекле хәл
Сетерекле хәл

– Иртәгә улығыҙҙы дөйөм палатаға күсерәсәкбеҙ. Сәғәт ун берҙәргә килһәгеҙ, үҙен дә күреп һөйләшергә мөмкин буласаҡ, – тине доктор уларҙы оҙатҡанда. – Йоҡлап сығырға гостиницаға барып йөрөргә ҡыйынһынһағыҙ, бүлектә буш палата ла бар...
– Обойдемся!.. – тип, хушлашмайынса ла шәп-шәп атлап сығып китте Феликс Ишбулдович. Уларға тәү осраған офицерҙың доктор булып сығыуын, иренең бар асыуын ана шул иң беренсе күҙенә салынған кешегә төшөрөүен яҡшы аңлаған Гөлниса шулай ҙа килеп сыҡҡан «ҡытыршылыҡ»ты бер аҙ ғына булһа ла төҙәтергә ашыҡты.
– Рәхмәт, доктор! Ғәфү итегеҙ... – тине ул бүлмәнән сығып барышлай.
Чечня һуғышында ике тапҡыр ҡатнашып «бешеккән», күпте күргән тәжрибәле хирургҡа Феликс Ишбулдовичтың «атака»һы әллә ни һиҙелмәне лә тиерлек, кинәт кенә иҫеп ебәргән көҙгө елдәй генә тойолдо. Төрлө бәлә-ҡазаға осраған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләрен, туғандарын ошондай осраҡтарҙа һәр саҡ иң тәүҙә үҙе ҡабул итеп, уларҙың тәүге «удар»ын үҙенә алып күнегеп тә бөткәндер инде ул. Хәйер, ваҡытынан алда көмөшләнгән сәстәренә ҡарағанда, бәлки, тыштан ғына шулай тыныс күренәлер... Әлбиттә, хәленән килһә, ул ошо ата-әсәне улдарын ғарипләгән хулигандың, дөрөҫөрәген әйткәндә, енәйәтсенең үҙе менән генә осраштырыр ине...

***
... – Уны судҡа тарттырыуҙан, атай, миңә ниндәй файҙа булыр икән... – тине инде үҙенең аяныслы хәле менән бер аҙ килешә лә башлаған Батыр.
Ике көн элек кенә уны дөйөм палатаға күсереп, ата-әсәһе менән осрашырға рөхсәт иткәйнеләр. Гөлниса, әлбиттә, улының янынан да китмәне тиерлек. Ә атаһы шул арала часть командирын, замполитты, хәҙергесә – тәрбиәсене күреп һөйләште. Етәксе вазифаһында инде байтаҡ йыл эшләп өлгөргән Феликс Ишбулдович ундай-бындай һөйләшеүҙәр өлкәһендә ярайһы ғына шымарған, «һүҙ эҙләп кеҫәһендә соҡсона» торғандарҙан түгел. Хәрби прокуратураға ла барып өлгөрҙө. Бөгөн кис тап ана шул хаҡта улына әйткәйне. Ә улын имгәткән Бабушкин фамилиялы сержант хәҙерге көндә гарнизон гауптвахтаһында ултыра икән. Уның менән генә күрешергә рөхсәт итмәнеләр...
– Барыбер был эште былай ғына ҡалдырмаясаҡмын, – тине Феликс Ишбулдович, ғәҙәтенсә, ҡаты итеп, – енәйәтсе төрмәлә ултырырға тейеш!
– Ул да кемдеңдер ғәзиз балаһылыр бит, атай, – тине тағы Батыр хәлһеҙ генә, – бәлки, ғәйеп ниндәйҙер кимәлдә үҙемдә лә булғандыр... Их, Бабушкинды ултыртыу менән аяҡтарым йөрөп китһә икән шул...
Әллә медсестра яһаған укол тәьҫиренән, Батыр күҙҙәрен йомдо. «Атай, әсәй, бөгөнгә етеп торор, мин арыным», – тип әйтергә иткән һымаҡ тойолдо.
– Какой ул ғәзиз бала! Эт балаһы ул – вот кем! Башын дисбатта серетәсәкмен мин уның! – Феликс Ишбулдович һаман үҙенекен ҡайырҙы, әйтерһең дә, уның ошо ялҡынлы һүҙҙәренән улына еңелерәк...
Батырға, әлбиттә, бер ҙә еңел түгел ине. Ата-әсәһе уны «йоҡланы» тип хаталанды. Әле ун туғыҙы ла тулмаған көйө ғәрипләнгән йәш егетте йоҡо алманы. Үҙен ошо хәлгә еткергән күңелһеҙ ваҡиғаларҙы иҫләне.
... – Рядовой Хисбуллин!
– Я!
– Бәҙрәфкә, шагом марш!
– Есть!..
Казармалағы киске тикшереүҙән һуң рота буйынса дежурҙағы сержант Бабушкин нарядтағы һалдаттарға берәм-һәрәм эш ҡушырға тотондо. Бөгөн нарядта булмағандар ашыҡмай ғына йыуыныу бүлмәһенә инеп, аяҡтарын йыуып, тештәрен таҙартып, тәмәкеләрен тартты ла, һәр кем үҙенең карауатын биләне.
– Минең быны йыуырға теләгем юҡ, иптәш сержант, – тине рядовой Хисбуллин, бәҙрәф тишегенән ситкә «яҙа төшөрөлгән» кемдеңдер оло ярауына күрһәтеп. Үҙенән кәмендә бер башҡа бейек булған киң яурынлы бәһлеүән сержантҡа мөрәжәғәт иткәндә башындағы олораҡ һалдат кепкаһы ҡолаҡтарына төшөп торған йәш һалдат уҡытыусы ағай алдында торған беренсе синыф уҡыусыһын хәтерләтте.
– Ә һинең теләгеңде кем һорай, – тине сержант трактор гөрләүен хәтерләткән ҡалын бас менән. – Нарядтағы «дед» йыуырға тейеш тип уйлайһыңмы әллә бәҙрәфте?
– Кем бысратҡан – шул йыуһын! – тине Батыр уны-быны уйлап тормаҫтан.
– Улай булғас, рөхсәт итәм, бысратҡан кешене тап! – тине Бабушкин. «Бабайҙар»ҙың хахылдап көлөшкән тауыштары яңғыраны. Йәшерәктәр был икәүҙең диалогын шым ғына тыңланы.
– Ҡайҙан табайым мин? – тине Батыр тағы.
– То-то!.. Шуның өсөн дә армияла приказды бәхәскә ҡуймайҙар, ә ү-тәй-ҙәр, – тине сержант, аҙаҡҡы һүҙен ижекләп һуҙҙы. – Аңлашылдымы?
– Хәҙер илдә – демократия! – һалдат бирешергә теләмәне.
– Өлкәндәр менән әрепләшеп тороуың был осраҡта демократия түгел, ә демагогия тип атала, белдеңме, иптәш һалдат? – тине Бабушкин.
– Үҙең йыу! – тимәһенме шул саҡ Батыр, уйламайыраҡ әйткәненә үкенеп тә ҡуйҙы. Әммә, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, сыҡты-китте...
– Нимә-ә-ә?.. – ишетмәгән кешеләй ҡабатлап һораны асыуынан йөҙө ҡыҙара-бүрткән сержант, ҡулын ҡолаҡ тапҡырына ҡуйып, – Ишетәһегеҙме, «старик» иптәштәр, – быларҙы тамаша ҡылып карауаттарында ултырған һалдаттарға өндәште. – Был инде «сверхнаглость» тип атала. Гражданканан ҡалған «еҫ»еңде бөтөрөп, бер аҙ «ҡаҡҡылап» алырға тура килер. Киттек, салага!
Әзмәүерҙәй сержант йәш һалдатты гимнастеркаһының яғаһынан һыңар ҡуллап ҡына тотоп алды ла, еңел генә елтерәтеп йыуыныу бүлмәһенә алып инеп китте. Физик яҡтан ифрат ныҡ үҫешкән был дәү сержанттың ҡулындағы һалдат, ситтән ҡарағанда, буш гимнастерка һымаҡ ҡына күренде... Әллә тамаша итеү уйы менән, әллә атҡарыласаҡ «тәрбиәүи эш»тә ҡатнашыу ниәтендә, улар артынан бер нисә «ҡарт» һалдат эйәрҙе. Йыуыныу бүлмәһенә ингән ыңғайы, ҡыҙған сержант бар көсө менән «тыңлауһыҙ»ҙы елтерәтеп этеп ебәрҙе. Батыр бүлмәнең бер ситендә итек таҙартыу өсөн ҡулайлаштырып бетондан ҡойған ҡаты тәпәш һикәлтәнең ҡырыйына арҡаһы менән барып бәрелде һәм шунда уҡ аңын юғалтты. Әлбиттә, артабан уның менән ни эшләгәндәрен бөтөнләйгә белмәй...
Дүрт сәғәт дауамында ҡатмарлы операция яһалғандан һуң, тәүлек самаһы үткәс кенә госпиталдең реанимация бүлегендә аңына килде. Уның янында зәңгәр костюмлы шәфҡәт туташтары йүгергеләй... «Леонид Юрьевич, боец аңына килә башланы, буғай...» – тине, ахырҙа, кемеһелер. Һөйләшкән тауыштар бик алыҫта һымаҡ ишетелә. Ныҡ итеп башы шаулай, күңеле болғана... Уң ҡулына «система» ҡуйғандар... Биле түҙҙермәй ауырта... Батыр ҡулдары менән хәрәкәттәр яһап ҡараны. Ҡулдар йөрөй... Ә бына аяҡтары... Аяҡтары уны бер ҙә тыңламаған һымаҡ... Ул ғына ла түгел, улар бөтөнләйгә хәрәкәтһеҙ! Егет ҡысҡырырға итте. Әммә уның кипкән тамағынан ҡысҡырыу урынына хәлһеҙ генә ыңғырашыу сыҡты.
– Света, промедол яһа, – тине ниндәйҙер ир кеше тауышы.
– Хәҙер, – тине Света.
Күпмелер ваҡыттан Батыр йоҡоға талды... Унан тағы уянды. Тағы ауыртыуҙар, һаташыуҙар...
Бер нисә көндән, аңына бөтөнләйгә килеп, үҙ хәлен аңларлыҡ була башланы. Үҙ аллы ашай алырлыҡ хәлгә килгәс, реанимациянан дөйөм палатаға күсерҙеләр. Бер аҙ күңелгә яҡшыраҡ һымаҡ булды. Тик бына ата-әсәһе килгәс, тағы ла әллә нисегерәк... Айырыуса уны рәнйеткән сержант хаҡында атаһы ҡысҡырынып инәнән-тыума һүгенергә тотонғас, хәле тағы ла насарайғандай тойолдо...
Хирургия бүлеге начальнигы, невролог менән берлектә, һалдаттың ата-әсәһе менән тағы бер тапҡыр һөйләште. Был юлы Феликс Ишбулдович уларға екеренмәне. Улының бәхетһеҙлеккә осрауында докторҙарҙың бер ғәйебе лә булмағанлығы, ахырҙа, уның аңына барып еткәндер. Госпиталдә Батырҙың тағы ла кәмендә бер ай самаһы ятасағын әйттеләр. Округҡа заказ ителгән инвалид коляскаһының да шул ваҡыттан иртәрәк кәрәк булмаясағын белде ата-әсә. Феликс Ишбулдович, ғәйепле кешеләргә яза биреүҙәрен үтенеп, хәрби прокуратураға ғариза яҙып бирҙе. Хәйер, прокурор унһыҙ ҙа был ЧП буйынса енәйәт эше асҡайны инде... Хәрби трибунал судының бер ай-ай ярымдан һуң ғына буласағын хәбәр иттеләр. Сөнки прокуратура һәм тәфтишселәр өсөн тағы ла ниндәйҙер өҫтәмә тикшереү эштәренә күпмелер ваҡыт талап ителә ине.
Улына барып ҡайтҡас та, бер-ике көндән, Гөлниса сиргә һабышты. Ошоғаса бер ҡасан да тынысһыҙламаған нервы системаһы шул арала байтаҡ ҡына ҡаҡшаны. Төндәрен йоҡлай алмай аҙапланды. Аяҡтары хәрәкәтһеҙләнгән улы һәр саҡ төшөндә күренде. Ә бына Феликс Ишбулдович, элеккесә, «тимер» көйө ҡалды. Бар асуын эсендә йәшереп тотмайынса, гел генә тышҡа сығарып, «бушанып» торғанғалыр, бәлки... Тағы ла бер ай ярым тирәһенән судҡа саҡырыу килгәс, хатта, ниндәйҙер яҡшы хәбәр алғандай, устарын ыуғылап ҡуйҙы.
– Үәт, хәҙер инде мин уларға...
– Ҡуйсы, атаһы, шул ғәҙәтеңде, – тине бер ваҡытта ла иренә ҡаршы әйтеп ғәҙәтләнмәгән Гөлниса. – Башҡалар менән үсләшеп тә ҡәнәғәтлек кисерә икән кеше, эй, Хоҙайым... – тағы дарыуын эсеп алды ла, карауатына барып ятты.
Хәләл ефетенең ауырыуын иҫәпкә алыпмы, Феликс был юлы уға бер ни ҙә өндәшмәне. Иртәгә сығасаҡ оҙон юлға әҙерләнә башланы. Табиптар ҡуйған «вегето-сосудистая дистония» тигән диагноз менән «больничный»ҙан башы сыҡмаған Гөлнисаға, әлбиттә, юлда еңел булмаясаҡ. Өҫтәүенә, суд процесын ҡарап ултырырға ла тейеш бит әле улар. Тәүҙәрәк әсә кеше судҡа барыуҙан ҡырҡа баш тартырға уйлап та ҡуйғайны. Шулай ҙа, нисек кенә үҙенә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, юлға йыйына башланы...

***
– Һөйөклө улың ниндәйҙер эш боҙған, Наташ, – тип, майор Бабушкин Виктор Петрович өйгә инер-инмәҫтән ҡатынына «һөйөнсөләне».
– Альберт?.. – тине Наталья Николаевна, ҡото осорҙай булып.
– Эйе, эйе, тап шул Альберт улың, – тине Виктор Петрович хәләл ефетен әләкләгәндәй, өҫтөндәге хәрби формаһын сисеп, ишек төбөндәге ырғаҡҡа элә-элә. – Әйтерһең, һинең башҡа тағы берәй улың бар... Әле ул хеҙмәт иткән частан миңә эшкә шылтыраттылар.
– Әйтә һал, зинһар, ни боҙған ул тағы?.. – Наталья бешеренеп йөрөгән еренән ҡулына таба тотҡан килеш кухнянан килеп сыҡты, ире янына, ишек төбөнә үк килде.
– Бер йәш һалдатты туҡмаған, – тине Виктор Петрович йыуыныу бүлмәһенә инеп барышлай. – Ул ғына ла түгел, бик етди йәрәхәтләгән, ахырҙа...
Наталья, иренең артынан ҡалмай, ваннаға эйәреп инде.
– Уф, Хоҙайым, нишләткән икән?..
– Арҡа мейеһенә зарар булған, тинеләр. Аяҡтары йөрөүҙән туҡтаған...
– Йә, Аллам!.. – Ҡатын залдағы карауатҡа йөҙтүбән йығылды...
Демобилизацияланып ҡайтырға бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалған улының бындай бәлә-ҡазаға осрарын, әлбиттә, көтмәгәйне. Их, Альберт, Альберт, нимә кәрәк булды икән һиңә тағы?.. Әҙәм балаһына һуҡҡан саҡта ни ерең менән уйланың икән һин?.. Әсә кеше ҡайғыһынан оҙаҡ ҡына һыҡтаны.
– Нимә эшләргә, Витя, кәңәш ит, зинһар... – Наташа күҙ йәштәре аша хәләл ефетенә ҡараны. – Һин бит хәрби кеше, әйт берәй нәмәһен!..
Тегеһенең йөҙөндә әллә ни үҙгәреш һиҙелмәне. Тултырылған тауыҡты хәтерләткән, мискәләй ҡорһаҡлы ире аш бүлмәһендә тыныс ҡына киске ашты йыпыра ине.
– Әллә инде, белмәйем ни әйтергә лә... Барып кил, булмаһа... Теге туҡмалған һалдаттың ата-әсәһе менән һөйләшеп ҡара...
Их, әйтеүе генә анһат... Викторҙың үҙ улы булһа, йүгереп-йүгереп китер ине, моғайын. Кеше балаһының яҙмышы уны әллә ни генә лә түгел, дөрөҫөрәге, һис тә борсомай...
... «Ҡыҙ булһа ла, малай булһа ла, үҙ балам кеүек итеп ҡараясаҡмын, Наташа, ҡәҙерлем. Мин һине яратам!» – тип өс айлыҡ ауыры булған йәш ҡатын алдында теҙләнгәйне лейтенант Виктор Бабушкин. Ни өсөн уны, ауырлы ҡатынды, лейтенант «өҙөлөп яратҡанын» Наташа һуңынаныраҡ ҡына аңланы: полковник ҡыҙы ине ул. Атаһы Николай Васильевич абруйлы кеше, дивизия штабы начальнигы ине. Тәпәшерәк буйлы йыуантыҡ йәш лейтенант Витя оҙаҡламай Наташаның ире булып китте. Уларға, әлбиттә, шундуҡ ике бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Ҡара сәсле малай тыуғас, уға Викторҙың фамилияһын да яҙҙырып, Альберт тип исем бирҙеләр. Баланы яратып етмәгәнен ҡатынына белдермәҫкә тырышты Виктор. Ғөмүмән, Наташаның атаһы иҫән саҡта уларҙың тормоштары ал да гөл тиерлек ине. Хәрби «баҫҡыс» буйынса ла интендант хеҙмәте офицеры Виктор ваҡытында үҫә барҙы. Әммә уның менән Наташаның уртаҡ балалары булманы. Табиптарға барып тикшерелгәс, ирҙең хөнәсә икәне асыҡланды. Альбертҡа ун йәш тигәндә Наташаның атаһы Николай Васильевич аңғармаҫтан ғына инфарктан үлеп китте. Бына ошо көндән алып инде майор дәрәжәһенә барып еткән Викторҙы алмаштырып ҡуйҙылармы ни... Ҡатынына ла, Альбертҡа ла ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Наташаға улы хаҡында берәй нәмә әйтергә кәрәк булғанда хатта «Альберт» тип тә түгел, ә һәр ваҡыт, һинең улың, тип кенә өндәшә. Ошо көнгә саҡлы. Үгәй ата менән Альберттың да борсағы бешмәне. «Атаһы» тип Виктор тик документта ғына күрһәтелгәнлеген Альберт әллә ҡасандан белә. Хатта мәктәптә беренсе синыфта уҡығанда уҡ урамда бергә уйнаған малайҙарҙың ҡайһыһылыр үҙенең ата-әсәһенән ишеткән шул хәбәрҙе Альбертҡа еткергән, һәм малай: «Виктор минең атайым түгел!» – тип өйгә илап ҡайтҡайны. Ә ҡайһы берҙә урамда уны «һалдат балаһы» тип үртәп илатып та ҡайтарғыланылар... Әлбиттә, кескәй генә хәрби ҡаласыҡта ни генә булһа ла, барыһына ла мәғлүм. Шул ваҡыттан алып, ысынлап та, Альбертҡа урам үҙенең йоғонтоһон тейҙермәй ҡалманы. Атай тәрбиәһен тоймаған малай әсәһенең һүҙҙәрен дә ҡайһы саҡ әллә ни ҡолағына элмәй башланы. Исмаһам, олатаһы иҫән булһа, бәлки, икенсерәк тә булыр ине Альберт. Ун дүрт-ун биш йәштәрҙә, ҡолғалай булып буйға етеп, беләгенә көс йыя башлаған үҫмер урамдан һуғышып та ҡайтҡыланы. Хатта бер мәл уны милицияның үҫмерҙәр кабинетына иҫәпкә лә ҡуйғайнылар. Мәктәптә һәр саҡ спорт алдынғыһы булғанғамы, оҙаҡламай яңынан төшөрҙөләр. Тик, үкенескә күрә, ҡайһы саҡ физик көс ҡулланырға яратҡан малайҙың шул алама ғәҙәте әрмелә лә уның файҙаһына булмаған икән шул... Күпме киҫәтте инде әсәһе уны ошо хаҡта. Юҡ, булмағас-булмай икән ул... Их, Альберт, Альберт...
Улы хеҙмәт иткән часҡа китеп барышлай, Наталья Николаевна, бер яҡтан, Альберты өсөн ҡайғырһа, икенсенән, ғәрипләнгән йәш һалдаттың ата-әсәһенә ни күҙҙәрем менән күренермен, тип уйланды. Хатта магазиндан үтә күрһәтмәй торған ҡара күҙлек тә алып кейҙе. Их, донъя ҡайғы-хәсрәттәренән ҡара күҙлек кейеп кенә ҡотолоп булһа икән дә бит!.. Ғәзиз улын төрмәнән ҡурсалап алып ҡала алмаясағына шиге юҡ ине...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Фото:

mkchita.ru

Автор:
Читайте нас