Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Июнь 2022, 03:20

Гүзәл Ситдиҡова тыуған көнөн билдәләй

Шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова бөгөн юбилейын билдәләй. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Гүзәл Ситдиҡова тыуған көнөн билдәләйГүзәл Ситдиҡова тыуған көнөн билдәләй
Гүзәл Ситдиҡова тыуған көнөн билдәләй

Һөнәрем күп


Шул тиклем дә һөнәрем күп:
Сәскә таҫма тағаһы,
Сәскәләрҙең ниндәйе юҡ -
Бар уларға бағаһы,
Табандарын дөрөҫ итеп
Бар колготка кейәһе,
Матур һыҙыҡлы тубымды
Өй бейеклек сөйәһе!
Күлдәгемдең төймәләрен
Дөрөҫ итеп эләһе,
Йығылып китһәм, ауыртмай, тип
Күҙ йәш аша көләһе.
Бысраҡ ергә баҫмай ғына
Урап ҡына үтәһе,
Яңғыҙ ҡалһам, бер ҙә ҡурҡмай
Ололарҙы көтәһе.
Ҡыҙыҡ китап уҡыйһым бар,
Бар һүрәт төшөрәһе,
Әсәйем эштән ҡайтыуға
Бар бутҡа бешерәһе...
Ысын-ысын...

 

Муйнаҡ

 

 


Ауылымдың бейек тауы
Күңеллерәк кинонан,
Туғандарымды ла алып
Шыуып төшәм мин унан.
Тигеҙ генә елдерәбеҙ,
Йығылмайбыҙ ҙа хатта,
Муйнағыбыҙ сабып төшә
Санабыҙ менән ҡатар.
Ә йығылһаҡ...
Ә йығылһаҡ
Һикерә көрттәр аша,
Бәләкәсте торғоҙоша,
Гел шулай ярҙамлаша.
Ярҙамсы ла, дуҫ та беҙгә,
Туя алмайбыҙ уйнап.
Кинолағы эт героймы?
Герой ул - минең Муйнаҡ!

 

Йыуынам


Йыуам-йыуам,
Йыуам-йыуам
Йыуам битте, ҡулымды ,
Башта йыуам уң ҡулымды,
Шунан йыуам һулымды.
Битте йыуғас,
Ҡулды йыуғас,
Таҙартам тештәремде,
Йыуыныуҙан башлайым мин
Һәр иртә эштәремде.

 

Ҡурҡмайым


Айыуҙан һис ҡурҡмайым ул,
Янында торам ғына,
Балаларға теймә, тиеп
Ҡолағын борам ғына.
Өҫтөнә менеп атландым,
Ултыра һис ҡымшанмай,
Йоҙроҡ менән төрткәндә лә
Бер яҡҡа ла тайшанмай.
Бөгөн мин шундай батырмын,
Бөгөн мин шундай ҡыйыу,
Түҙә инде, ҡайҙа барһын
Ағастан юнған айыу!

Гүзәл СИТДИҠОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас