Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..

Был юлы Булат Мәфрүзәгә генә ҡарап йырланы, буғай. Уның тауышы, уның күҙҙәре ҡыҙҙы наҙлы таң еле, сихри ай нуры булып иркәләне.

КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..
КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..

Таңһылыу Ҡарасурина

Мәфрүзәһен күреү менән ауыҙы йырыла Булаттың.
- Ал булайыммы һиңә лә,
Көл булайыммы һиңә?
- Әй, булмаһаң кәрәк тә! Йырҙы боҙмай йырла, тип тораһың. Улайтып йырлағансы, йырлама. Мыҫҡыл итеп ни... Көлкө түгел инде һаман - һаман...
Мәфрүзә ауыҙын турһайтып, башын ситкә борһа, шаяртып, танауынан тартып үҙенә ҡарата ла күҙҙәренә төбәлеп йырлап бөтөрөп ҡуя Булат:
- Ебәк сәсеңде наҙлаған
Ел булайыммы һиңә?
Кәләшен яратып ҡына ҡосаҡлап ала, сәстәренән һыйпай.
- Бөттө, бөттө, башҡа улай йырламаҫмын.
- Башҡаларға матур йырҙарыңды йырлайһың, миңә тигәндә...
- Саз булайыммы һиңә лә, наҙ булайыммы һиңә?
- Китте инде теҙеп... Нимә булһаң да ризамын, тик көл генә булма. Мин үҙем һиңә гел генә гөл булырмын.

Ошо йырҙы көйләй ҙә йөрөй Булат эш эшләгәндәме, руль артында барғандамы.
Матур йырлай Булат. Тауышы моңло, свлтырап аҡҡан шишмә һыуындай таҙа. Бер кемдекенә лә оҡшамаған ҡалынсараҡ тауышы менән һалҡын ғвна итеп йырлай ул. Ҡайһы берәүҙәр шикелле бит - йөҙөн дә сытырайтмай, ҡулдарын да йәйгеләмәй. Уның йыры тауышынан ғына түгел, уға ҡушылып мтаур ҡуңыр күҙҙәренән дә түгелә.
- Анау йырҙы белмәйһеңме, Булат? Шулай - шулай һүҙҙәре бар, шикелле, - тиһәләр, хәтерендә барлап, дуҫтары әйткән ике - өс һүҙ менән юллап табып ала йырҙы, ҡат ҡат йырлап өйрәтә тегеләренә.
- Һиңә бындай аҫыл тауышың менән ҙур сәхнәләрҙә тороп йырларға кәрәк! Әллә ҡасан әллә ниндәй исемдәр алып бөтөр инең, - тиеүселәр күп.
- Йөрөйһөң үҙ баһаңды белмәй... Ал булайыммы, тип миңә генә йырлап, - тип көлә Мәфрүзә. - шүфир генә булып.
- Ул саҡта мин һине осратмаҫ инем. Һин минең сәхнәм, Мәфрүзәм. Шофер булырға малай ғына саҡтан теләнем.
Уныһы ла дөрөҫ. Атаһы арбаға ултыртып, улына дилбегәһен тотторһа, Булат уны руль һымаҡ итеп түңәрәтеп тотоп ала торғайны, тип көләләр хәҙер ҙә.
- Машина ене ҡағылған миңә. Оҙон юлда йырлап йөрөһәң, ваҡыт тиҙ ырай.

Булаттың йырлағанын район һабантуйында ишетте Мәфрүзә. Һәүәҫкәрҙәрҙең концертын ҡарағанда. Бергә уҡыған әхирәте Дилә һабантуйға алып ҡайтҡайны уны. Теләр - теләмәҫ кенә риза булды ауылға барырға. Ҡала ҡыҙы Мәфрүзәгә һабантуй ҙа, әллә ниндәй күргәҙмәләр ҙә, теҙелеп киткән тирмәләр ҙә, кейенеп - яһанып, уйнап - көлөп күңел асыуҙар ҙа етди, кәрәкле сара булып тойолмай. Ат сабышынан ҡурҡа, көрәшселәрҙе йәлләй. Таҫтамал менән һыға тотоп, билдәре ҡып - ҡыҙыл булып бөтә, береһе икенсеһен баш аша ташлап ебәрһә, уныһы һыңҡ итеп барып төшә. Мәфрүзә устары менән битен ҡаплай.
Кеше мыжғып тора һабантуй барған яланда. Анау парашютсылар һымаҡ бейектән ҡараһаң ине был байрамды.
- Әйҙә, Мәфрүзә, сәхнәгә яҡынлайыҡ, хәҙер беҙҙекеләр йырлай. Минең күршем, класташым йырлай хәҙер. Булатты тыңлайыҡ.
Мәфрүзә Диләгә эйәрҙе. Сәхнәләге йыр - бейеү донъяһы тәүҙә уны ылыҡтырманы, зәңгәр күктәге тамашанан күҙен ала алманы.
Ҡапыл Мәфрүзә терт итеп ҡалды. Аңғармаҫтан баштан - аяҡ һалҡын һыу менән ҡойондорһалар ҙа улай тертләмәҫ ине. Үҙе лә һиҙмәҫтән, һауа етмәгән, тын ала алмаған кеше кеүек үҙәген тартып ҡуйҙы: "Эһһ..." Үҙе устары менән ауыҙын ҡапланы.

- Һиңә килдем, иркәм, килдем йылдар буйы,
Һанай - һанай алыҫ саҡрымдарҙы...
Йырҙың, моңдоң кешегә шул тиклем дә тәьҫир иткәнен ҡыҙ быға тиклем бер ҡасан да кисергәне булманы.
Ә кем йырлай һуң? Сәхнәгә теҙелгән ап - аҡ күлдәкле, ҡап - ҡара салбарлы йәш, һайлап алынғандай һылыу, мыҡты һынлы егеттәр араһында ҡайһыныһы ошо сихри бәрхәт тауыштың эйәһе? Берәүһе генә йырлай бит тәүҙә. Ҡалғандары аҙаҡ ҡушыла.
- Дилә, ә ҡайһыһы һинең класташың? Ә, күрҙем, үҙем күрҙем!
Уң яҡ ситтә беренсе торған егеттең генә ҡулында микрофон, башҡа микрофондар сәхнәгә ҡуйылған.
Ансамбль егеттәренән саҡ ҡына алғараҡ сығып баҫҡан һомғол буйлы сибәр егет үҙенең йыры менән бөтәһен дә әсир иткән.
- ... кисеп яҙмышымдың
Шатлыҡтарын, һағыш - ялҡындарын.
Дуҫ егеттәре был егеттең хәлен еңеләйтергә, һағыш - ялҡындарын таратып ебәрергә теләй:
- Ааа - а-а - а-а... Һа - ғыш, ял - ҡын - да-а - ры-ын...
Мәфрүзә сәхнәгә мөкиббән киткән тамашасыларға ғәжәпләнеп ҡараны.Башы көмбәҙләп ябылған сәхнә тәңгәлендә тамашасылар өсөн эшләнгән ун - биш - егерме рәттең дә өҫтө көплө. Был эскәмйәләрҙә, ғәҙәттәгесәлер, моғайын, ҡунаҡтар һәм ололар урын алған. Башҡа тамашасылар концертты аяғөҫтө ҡарай.
Сәхнә тирәләп теҙелешкән, ҡулға ҡул тотоношоп, көй ыңғайына талғын ғына сайҡалған йәш егет - ҡыҙҙар шуны аңлай: улар әле быға тиклем белмәгән ниндәйҙер ялҡынлы, һағышлы, татлы ғазаптарға дусар итәсәк бөйөк көс - тойғо уларҙы ла йырлатасаҡ та, илатасаҡ та. Ҡайһыларының, аңлашылмаған, үҙҙәренән булмаған сәбәптәр арҡаһында айырым - айырым йәшәргә мәжбүр булыусыларҙың
- Бик һағынып килдем... - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, йөҙҙәре яҡтыра.
Ана, бер оло ғына ағай кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып күҙҙәрен һөрттө. Янында ултырғаны ҡатыны микән, уға һондо.

Ҡала дискотекаларында, ярым ҡараңғылыҡтарҙа, ят йырҙарға бейеп, күңел асып үҫкән Мәфрүзәнең бындай күмәк һоҡланыуҙы, бергәләп уйланыуҙы, йырға солғаныуҙы бер ҡасан да күргәне булманы. Йыр кешеләрҙең күңелдәренән үтә сыға ла һауала тирбәлә, тауҙан - тауға ҡаҡлыға ла офоҡ аша сығып ҡайҙалыр тарала.
- Һиңә килдем, иркәм...
- А-а-а - а-а-а... Килдем, и-ир-кә-әм...
Егеттәр сәхнәнең алдына килеп баш эйҙеләр. Халыҡ геү килде.
- Һеү - һеү! Маладистар! Рәхмәт!
Ә солист егет Мәфрүзәнең алдына тура килде. Ҡулын күкрәгенә ҡуйып, тамашасыларға баш эйҙе, ә турайған саҡта егеттең ҡараштары Мәфрүзәнеке менән осрашты.
- Тағы йырлағыҙ!
- Йырла, Булат!
Булат сәхнәлә бер үҙе ҡалды. Баянсы янына барҙы ла уға ниҙер әйтте. Һабантуй туғайына тағы йыр ағылды.
- Ал булайыммы һиңә лә,
Гөл булайыммы һиңә?
Был юлы Булат Мәфрүзәгә генә ҡарап йырланы, буғай. Уның тауышы, уның күҙҙәре ҡыҙҙы наҙлы таң еле, сихри ай нуры булып иркәләне.

Кискеһен Дилә менән Мәфрүзә ауыл йәштәре менән ҡырға усаҡҡа сыҡтылар. Ҡалай дәртле, йор һүҙле, шәп икән ауылда йәштәр. Йыр артынан йыр, шаян, мәрәкә һүҙҙәр. Егеттәр кемеһе тотһа ла гитара уйнай, ниндәй йыр башлаһалар ҙа, бөтәһе лә белә.
Мәфрүзә үҙенең исемен яратмай, әбейҙәр исеме ҡушҡандар, тип үпкәләй. Ҡалала ул - Роза.
Булатҡа ла ҡулын:
- Роза, - тип һонғайны,
- Һеҙҙең үҙ исемгеҙ матур, Мәфрүзәкәй, - тине егет. Ә мин - Булат.
Йәйге ҡыҫҡа төндөң эңере таңға эйәрә - ҡараңғылыҡ ҡанатын йәйеп тә өлгөрмәй. Һүрелгән усаҡты Булат менән Мәфрүзә һүндерергә ҡалды, башҡалар парлашып - парлашып таралышты.
Баҙрап ятҡан эре - эре күмерҙәрҙе таратып һалып, Булат уларҙы көл менән уратып кәртәләне. Йылға ярына яҡын ғына яғылған усаҡҡа сылтырап ағып ятҡан бейек ярлы йылғанан һут шешеләренә һыу тултырып, Мәфрүзәгә алып биреп торҙо, ҡыҙ күмерҙәрҙе һүндерҙе.
- Булдымы, һүндереп бөттөңмө, пожарник?
- Бөттөм! Сыҡ!.
Усаҡ урынын Булат таяҡ менән болғаштырҙы.
- Булған. Әйҙә, ҡайттыҡ.
Ҡалған һыуҙы ҡыҙ усаҡ ситенә һиптергәйне, һыу теймәгән күпереп ятҡан көл Булаттың сәстәренә, битенә борҡоно.
Мәфрүзә уңайҙыҙланып китте.
- Ғәфү ит, Булат. Мин теләмәгәйнем... Уйламағайным... Мин белмәнем бит...
Булат шарҡылдап көлдө генә.
- Йылғала һыу күп, ҡайғырма.
Көтмәгәндә ҡулдарын өҫкә күтәреп:
- Рәхмәт! - тип ҡысҡырҙы ла Мәфрүзәгә ҡарап йырлап ебәрҙе:
- Ал булайыммы һиңә лә,
Көл булайыммы һиңә?
Һөйөү тулы тауыш туғай буйлап йәйелде. Мәфрүзә егеткә һыйынды.

Биш йыл инде Мәфрүзә ауыл килене.Өйрәнеп китеүе ҡыйын булманы уға, ете йәшенә тиклем ауылда йәшәне бит ул. Һуңынан ғына ҡалала, инәһендә үҫте, русса уҡыны, рус теле уҡытыусыһы һөнәрен алып, Булатының ауылына мәктәпкә эшкә килде. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине - Булат ике йыл сабыр ғына көттө уның уҡып бөткәнен. Күмәкләп көттөләр инде - Мәфрүзә лә, инәһе лә, Булаттың ата - әсәһе лә. Каникулдарҙа ла Дилә әхирәтенә ауылға килеп йөрөнө Ут күрше булып йәшәгән Булаттар өсөн дө үҙ кеше булып бөттө ҡаланың тыйнаҡ, тәрбиәле ҡыҙы, мәктәп практикаһын да ошо ауылда үтте. Ауыл балаһы булып тыуғанғамы, ауыл уның ҡанына һеңгәндер, күңеленә уйылғандыр, ҡалаһын юҡһынманы ла, һағынманы ла.
Атаһы шикелле машина ене ҡағылған өс йәшлек улдары, яңы атлап йөрөгән ҡурсаҡтай ҡыҙҙары бар хәҙер.
- Үҙем яңғыҙ үҫтем, икәүҙә генә туҡтамаҫмын әле мин, - тип Булатын ҡыуандырып алды бер көн. - Өйгә сыҡҡас, тағы бер - икәүҙе уйларбыҙ, йәме.
Өйҙәренә быйыл уҡ булмаһа ла алдағы йәйҙә башҡа сығырҙар.
Бәхетле, шул тиклем бәхетле Мәфрүзә.
Атаһы менән әсәһе фажиғәле рәүештә һәләк булғанда , ете йәшендә етем ҡалып, аҙ һүҙле, яңғыҙ ҡалыуҙы өҫтөн күреп үҫкән йомоҡ ҡыҙыҡайҙы бына бөгөнгө Мәфрүзә тип кем әйтһен? Мөхәббәт шулай кешене күктәргә күтәрә, ҡанатлы итә - быны Мәфрүзә белә хәҙер, бәхетен ҡҙерләй, ҡурсалай.
Тик ара - тирә күңеленә ниндәйҙер шом кереп сыға Мәфрүзәнең. Һәр саҡ ошолай ғына булмаясаҡ, һаҡ бул, әҙер бул, тип иҫкәртә кеүек...
Инәһе Хафиза ауылға килгәндә күңелендәге хафаһы тураһында әйтергә баҙнат итте. Ул да, бер туған ҡустыһы менән килене еләк кеүек кенә саҡтарында юл һәләкәтенә осрағаны бирле Мәфрүзәһе өсөн йәнен биргәндәй булып йәшәй.
- Кейәүҙең бетеүе бармы, ҡыҙым? Юлда йөрөй гел, бетеү яҙҙырып алығыҙ. Ҡоҙағыйға әйт.
Ҡәйнәһе хупланы ғына, бер һүҙһеҙ риза булды.
- Ошо рейсынан йөрөп ҡайтһын да, Алла бойорһа, бетеү яҙҙырырбыҙ, килен. Бәләкәй саҡтағыһы сәңгелдәк мөйөшөнә ҡуша тегеүле тора һаман да. Ана, бәпәйҙәребеҙ, илаҡ та булманылар, ауырымай ғына атлап киттеләр. Ә Булатҡа һуңынан яңыртып яҙҙырып алыуҙы шыпа уйламағанбыҙсы, ысынлап та.
Мәфрүзә, күңелен тырнап торған билдһеҙ шомдан арынып, еңел тын алып ҡалды.
Булаты ғына ҡайтып инһен. Ныҡ һағына ул һөйөклө ирен, ғәзизен. Юлдан урап ҡайтҡанын һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Әле генә телефондан һөйләшеп алдылар. Телефоны Булаттың ябай ғына зыңғырламай, ә йырлай. Шул бер йыр инде һаман да.
Балалары йоҡлай күптән. Улы ҡартатаһы менән, Гөлсибәрен ҡәйнәһе Гөлсәхрә һаман сәңгелдәктән айырмай әле.
- Дәресең менән бул, килен, үҙем йоҡлатам. Үҙең дә оҙаҡ ултырма, йоҡоң туймай көн һайын.
Дәреслектәге ҡарсыҡ һүрәте уның алыҫ бала сағын иҫенә төшөрҙө. Ҡелмеяза тигән әбей йәшәне Мәфрүзәләр урамының иң осонда. Бер үҙе генә йәшәгән был әбей үҙенең бәләкәй генә өйөн ҡурсаҡ һымаҡ тәрбиәләп тотто. Кешегә йөн, дебет иләне.Эргәһенән бала - саға өҙөлмәне. Әбейҙең ҡыҙығы ла, әкиәте лә бөтмәҫ ине.
Нимә һөйләне һуң ул Ҡелмеяза әбейегеҙ, тип берәүһе һораһа, Мәфрүзә бер нисек тә яуап бирә алмаҫ ине хәҙер - хәтерендә бер нәмә лә ҡалмаған. Бәләкәй ине шул. Әбейҙең исеме Ғилмияза булғанын аҙаҡ ҡына белде.
Әле Ғилмияза әбейҙең бер һүҙе ҡылт итеп иҫенә төшөп, хәтерен яҡтыртып ебәрҙе.
- Шаярып та көфөр һүҙ һөйләмәгеҙ, аҙағын уйлағыҙ. Фирештәнең "Амин!" тигән сағына тоғро килеп ҡуйыр. Әйткән һүҙ ҡош түгел, ояһына кире урап ҡайтмай. Юрамал әйтһәң дә раҫҡа юралып ҡуйыр...
Тағы әллә нимәләр һөйләне әбей был турала.
- Юраламағыҙ! - тигәне генә һиҫкәндерҙе Мәфрүзәне.
Телефоны йырлап ебәрҙе. Тертләп ҡулына алам, тип иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе.
-Ал булайыммы һиңә, көл булайыммы һиңә? Ал булайыммы...
- Эйе, Булат! Нимә, ҡайтып етеп киләһеңме?
- Алло! Һаумыһығыҙ! Һеҙ Сабиров Булат Харисовичтың кеме булаһығыҙ?
- Кем был? Булат! Һин ҡайҙа, Булат?! Мин уның ҡатыны! Үҙе ниңә өндәшмәй?
- Алло! Тыңлайһығыҙмы? Бында, 240 - сы километрҙа, юл фажиғәһе теркәлде. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ. Сабиров Булат... Оҙатылды... Адресы... Ғүмеренә... Янамай...
Ҡалғанын төш һымаҡ ҡына хәтерләй Мәфрүзә.
Үҙенән алда килгән бәләкәй автобус түңкәрелгәс, уның юлаусыларын ҡотҡарышҡандар. Руль артына ҡыҫылып, һушын юғалтҡан водителде Булат тартып сығарып өлгөргән, тик автобусты ялмап алған ут эсендә ҡалғандар. Шартлау көсө генә уларҙы ситкә алып ташлаған.
Сәстәре, ҡаш - керпектәре өтөлгән, сикәләре янған, ҡулдары яраланып бөткән Булатына ҡайнар күҙ йәштәре аша ялбарып ҡараны Мәфрүзә:
- Ул йырыңды йырлама, зинһар, Булат... Булатым...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в