Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

СИХЫРСЫ Хикәйә

- Тоҡомда юҡ күк күҙлеләр. Минең яҡтан да, киленең яғынан да... Быға тиклем бер ни әйтмәһә лә эстән әллә ниҙәр уйлап йөрөгәндер инде өндәшмәҫ Шәфҡәт. Әле бына сәңгелдәктә ятҡан ете айлыҡ ҡыҙының сем күк күҙҙәренә тағы ла бер аптырап, һүҙ башларға булғандыр.

Зәңгәр ҙә зәңгәр... Зәңгәр түгел Гөлнәфистең күҙҙәре, уның күҙҙәре күк. Сем күк. Бынау баш осондағы сыуаҡ февраль күге кеүек. Ә тулҡынланып торған сәстәре - дөм ҡара. Ҡаштары ла ҡап - ҡара. Ҡамыш шикелле төп - төҙ, ҡуйы, оҙон ҡара керпектәре уратып алған серле, төпһөҙ күҙҙәре күк. Зәңгәр түгел. Күҙҙәрең зәңгәр, тигәнде өнәңкерәмәй ҡыҙ. Бигерәк тә Ришат әйтһә.

- Һин үҙең зәңгәр. Күк буяуығыҙ етмәгәс, һыу өҫтәгәндәр, белдеңме?
Ришат йылмая ғына. Гөлнәфис нимә тиһә лә риза егет. Ошо төпһөҙ күк күҙҙәренә ҡарарға рөхсәт итһен генә. Бойоҡмаһын, болоҡһомаһын ғына Гөлнәфис, сөнки ундай сағында ҡыҙҙың күҙҙәре ниндәйҙер дымлы монар артында ҡала кеүек. Оҙағыраҡ төбәлеп, тура ҡарап булмай был саҡта ҡыҙға.
- Әллә сихырың бар инде,Гөлнәфис... Һушһыҙ, быуынһыҙ итәһең дә ҡуяһың мине.
Бер нисә тапҡыр шулай тигәне бар Ришаттың ҡыҙға.
Бына бөгөнгө аяҙ кистә лә Ришат ҡарашын ситкә алды.
- Ә, ҡурҡаһыңмы? Эйе! Мин - сихырсы-ы... Сер йәшерә алмаясаҡһы-ың минә-ән...У-у, ана, мин торам күҙеңдең ҡараһында. Борма башыңды, борма... Эй, һине, бисараҡайҙы... Тик һин ҡурҡ -ма-а... Мин үҙем яратҡан кешеләргә зыян итмәйе-ем.
Ришат та ролгә керҙе.
- Ҡурҡмайы-ым... Инде шиктәремде ел алды-ы. Рәхмәт, сихырсы! Гөлнәфис тә мине я-ра-та!
- Э-эй, ҡалай рәхәт! Минән алда һин әйтергә тейешһең яратам, тип!
- Ә мин һине сәңгелдәктә ятҡан сағыңдан алып яратам, Гөлнәфис.
| |.
- Тоҡомда юҡ күк күҙлеләр. Минең яҡтан да, киленең яғынан да...
Быға тиклем бер ни әйтмәһә лә эстән әллә ниҙәр уйлап йөрөгәндер инде өндәшмәҫ Шәфҡәт. Әле бына сәңгелдәктә ятҡан ете айлыҡ ҡыҙының сем күк күҙҙәренә тағы ла бер аптырап, һүҙ башларға булғандыр. Өләсәһе Асия, кейем үтекләп торған килендең ҡапыл һағайып киткәнен күреп, ҡаты ғына итеп әйтеп ҡуйҙы:
- Нишләп булмаһын, ти тоҡомобоҙҙа? Бар! Минең ҡәйнәмдең ҡәйнәһенең күҙе шулай сем күк ине, ти. Ҡарт өләсәң һөйләй торғайны. Уның да ҡәйнәһенең ҡәйнәһе лә күп - күк күҙле булған! Бар тоҡомда күк күҙ! Һин генә белмәйһеңдер, белмәһәң.
Шәфҡәт ғәжәпләнеп, кәләше еңел һулап, Асия әбейгә төбәлделәр. Был өнһөҙ һорауҙың йәштәрҙең күңелен өйкәгәнде аңланы Асия әбей. Күпте күргән, күпте кисергән өләсәһенең үҙҙәренә килеп, берәй аҙна - ун көн ятып ҡайтырға ниәтләнгәнен әсәһе әйткәс, машина менән барып алды Шәфҡәт. Аҙнаға сыҙар өләсәй, ун көнгә төтмәҫ әбей "гурытта ну ләкин".
- Өләсәй, ә башҡорттарға ҡайҙан килгән ул зәңгәр күҙҙәр? Күк күҙҙәр?
- Ҡапыс күҙҙәр, тиген. Һин тыуғас, беҙ ҙә аптыраныҡ. Был ҡап - ҡапыс ҡаҙаҡ балаһы беҙҙеке түгелдер был, тип. Ярай әле, акушер ҡатын әсәңә һине шундуҡ күрһәткән. Бала ни ете быуынды ҡыуа, ти. Атама оҡшамаһам, әсәмә оҡшармын, әсәмә оҡшамаһам, ерҙән алған инәмә оҡшармын, тип, хатта кендек инәһенә оҡшап та ҡуйыр, ти бала.
Һеҙ үҙегеҙ ҙә уҡып беләһегеҙҙер, беҙҙең яҡтарҙа элек, ҡәйнәмдең ҡәйнәһе әйтмәксе, Саң Питырбурҙан бер урыҫ байы килеп йәшәгән ярандары менән. Мәғдән ҡаҙҙырған, ти. Шул урыҫ, йәне ҡороғор, матур - матур башҡорт ҡыҙҙарын, кейәүенә ҡушмаҫтан алда үҙе алып ятҡан, ти. Ҡайһы бер ҡыҙҙар, саф тәненә кафыр йоғонғас, үҙҙәренә ҡул һалған, ти.Ҡайһылары, ауырға ҡалып, сараһыҙҙан бәпәйҙәрен табырға дусар булған. Баланың ни ғәйебе бар, тигәндер инде кейәүҙәре. Кәләштең дә ни ғәйебе...Ул урыҫты бер ҡыян, сая егет, күлдә балыҡ тотҡан сағын аңдып ятып, кәмәһен яра атҡан да, теге йәне ҡороғор батып үлгән. Йәйендәргә ем булған ҡәһәр атҡыр.
Асия әбейҙәренең әкиәт һымаҡ итеп еңел генә һөйләгәнен ауыҙ асып тыңланы Шәфҡәт менән Нәзилә килен. Йоҡоһонан уянып, тауыш биргән Гөлнәфисте Шәфҡәт алдына алды. Хатта ул да мыжыманы, йә уға, йә быға алмаш - тилмәш ҡарап, тик кенә ултырҙы. Үҙе тураһында һөйләшкәнде аңлағандыр ҙа, бәлки.
- Өләсәй, ул ваҡиғаларҙың беҙгә лә ҡағылышы бармы инде, улай булғас?
- Булмай һуң. Беҙ зат - ырыуыбыҙ менән шул ауылдыҡы. Нәзилә киленде әйтмәйем, ну ләкин Гөлнәфисеңдең күк күҙле булыуы беҙҙән, балам.
Машиналары, поездары, осҡостары булмаһа ла, борондан халыҡтар аралашып йәшәгән бит. Сауҙа иткәндәр һуғышы ла, фетнәһе лә, баш күтәреүе лә ҡалмаған.шуға ла ҡәүемдәре аралашып, ҡандары ҡатнашып бөткән инде. Беҙҙең башҡортта ла ниндәй генә кеше юҡ. Ҡайһы саҡ сип - ситәй, һап - һары кешең дә үҙ башҡорт булып ҡуя. Ә һин күҙе күк булғанға аптырайһың. Башҡа ҡайғың булмаһа, бының өсөн иҫең китмәһен, балам.Туйына киләм әле Алла бойорһа ҡыҙымдың. Берәй сәбәп сығып һуңлай һалһам, ҡунаҡтарҙы көттөрмәҫһегеҙ, башлай торорһоғоҙ.
Аҙнаны ла тултырманы әбей.
- Алтмыш йәшлек улың менән киленең әҙерәк һинән ял итһен, - тиеүгә лә ҡараманы.
- Бирермен мин уларға ял! Өс көн ял иттеләр, етте! - тип көлдө лә улына хәбәр һалды. Кинйә улы, килене менән бер ауыҙлы, берһүҙле булып йәшәйҙәр
- Әйҙә, әсәй, ҡайттыҡ. Киленең һинһеҙ унда тере ҡул.
Шәфҡәт менән Нәзиләгә ғүмерлек һабаҡ биреп ҡайтты әбей.
Шәфҡәт ул ваҡиғаның тарихын табып уҡыны, китабын һатып алды. Үҙенең ғаилә тарихы, тип ҡәҙерләп һаҡлай китапы һаман.
| | |.
Ана шул Гөлнәфистең быйыл йәй туйын үткәрҙеләр. Уҡыуын тамамланы ҡыҙ. Ул балалар табибы булып эшләйәсәк. Ә Ришат былтыр уҡ алды дипломды ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тиҙ ярҙам күрһәтеүсе киң профилле табип һөнәре буйынса. Гөлнәфис уҡып бөткәнсе армияға барып ҡайтты. Армияла ҡалырға өгөтләп ҡарағандар ҙа, тик Гөлнәфистең сихырлы ҡарашы алдында был өгөттөр, әлбиттә, көсһөҙ ине.
Туйға Асия өләсәлөрен көтмәнеләр - үҙе әйткән сәбәбе килеп сыҡты. Йәше лә еткән ине шул. Гөлнәфистең күк күҙҙәре һыу тейеп, дымланып, йәшкелтләнеп алды ла ул, ҡалайтаһың, бындай юлға кәртә ҡороп булмай.
Ауыл еренә эшкә барған йәш белгестәргә, табиптарға, фәләнсә һум аҡса бирелә, тимәһәләр ҙә Ришат менән Гөлнәфис ауылға эшкә барырҙар ине. Ярай, биргәстәр, алырҙар, зыян итмәҫ, эстәрен тишмәҫ.
Йәшәргә бирелгән фатирҙары ла яҡшы торошта. Ауылға газ да үткән, һыу ҙа. Тик йәштәрҙең, һәр ерҙәгесә, күбеһе ҡырҙа эштә икән. Шулай ҙа унлаған йәш пар ауылда төпләнгән.
Ихласлап, ең һыҙғанып кереште эшкә йәш белгестәр. Тәүге аҙнаны ҡабул итеү аҙнаһы иттеләр. Ололарҙың өйҙәренә йөрөнөләр, мәктәп балаларын тикшерҙеләр.
- Һау кеше бөтөнләй юҡ микән әллә ауылда?
Гөлнәфистең иҫе китте ауылдағы хәлгә.
- Ярай, дауаларбыҙ. Медицинаның көсө етмәгән ерҙә сихырыңды эшкә ҡушырһың. Бына бит минең, һин күк күҙҙәрең менән бер ҡарап ебәрһәң, бөтә ауырыуҙарым, арыуҙарым юҡҡа сыға.
Ысынлап та, Гөлнәфис яғымлы, эскерһеҙ күҙҙәре ниндәйҙер көскә эйә кеүек. Ниндәй ярһып илаған балаға ла ҡулы менән ҡағылып:
- Йә, йә, тыныслан, - тип кенә әйтһә лә етә.
Аҡ халатты күргәндән сытырайып иларға әҙерләнгән бала,Гөлнәфис йылмайып ҡулын һоноп:
- Йә, йә, йәнле ҡурсаҡҡай, килә әле миңә, - тиһә, талпынып ынтыла башлай, ҡояштай балҡып китә.
Шулай эшләп киттеләр Шакирйәновтар ауылда. Ришат үҙәк дауахана менән бәйләнеште юлға һалды. Уларҙың пациенттары элекке шикелле таң менән автобусҡа сығып, юлдары уңғандары көнө буйы көтөп ултырып булһа ла табипҡа күренеп, уңмағандары:
- Талондары бөткән, фәләнсә көнгә яҙылып ҡайттым, - тип арманһыҙ булып ҡайтмайҙар хәҙер - электрон сиратҡа ҡуя уларҙы Ришат Фәтихович. "Газель" алдылар. "Тиҙ ярҙам"дың оҙаҡлап килеп еткәнен көтөп ултырмайҙар. Ауылдыҡылар машинаны ауылдыҡы итеп күрәләр хәҙер.
Бер көндө кискәрәк, эш сәғәте бөтөүгә ҡарай, Медпунктҡа урта йәштәрҙән олораҡ бер ҡатын килеп инде.
- Һаумыһығыҙ, Гөлнәфис Шәфҡәтовна. Рөхсәтме үтергә?
- Үтегеҙ, үтегеҙ. Ауырып киттегеҙме?
Юҡ, Гөлнәфис туғаным. Үҙем һаумын ул мин. Бына ҡыҙым ауырый.
-Ә ҡыҙығыҙ ҡайҙа? Өйҙәме ни? Бәлки, тиҙ ярҙам кәрәктер?
- Юҡ, юҡ, ул тиклем ашығыс түгел түгелен. Һин ваҡыт табып, барып сыҡһаң ине беҙгә, туғаным. Үҙен алып килеп булмаҫ бында.
- Әйҙәгеҙ, апай, барайым, улай булғас.
- Ни бит әле, туғаным... Мин уға әйтмәнем әле табип алып киләм, тип. Теше - тырнағы менән ҡаршы бит, тыңлатып булмай. Һин иртәгә ошо мәлдәрәк бармаҫһың микән беҙгә? Ҡаршы сығып торормон. Ана, минең өйөм.
- Ярай, апай, барырмын, ҡарармын ҡыҙығыҙҙы.
- Ни бит әле, Гөлнәфис... Сумкаңды алма ҡулыңа...
Гөлнәфис апайҙың был сәйер үтенесенә лә риза булды.

Декабрь көнө ҡыҫҡа - ҡояш байыуға тәгәрәй ҙә башланы. Ришат медпунктта ҡалды, Гөлнәфис уға уны - быны сурытып торманы:
- Мин - вызовҡа, тип сығып китте..
Ыҡсым ғына, төҙөк кенә өйгә эйәреп ингән ыңғайы мейес төбөндә бешкән ит еҫе бәрелде Гөлнәфистең танауына. Их... Таныш, танһыҡ аш!
- Апай...
- Фатима мин.
- Фатима апай, асыҡтым! Ит ашағым килә!
Нимә тип кенә алдаштырайым икән Илүзәмде, кем килде тип алдайым икән, тип көнө буйы баш ватҡан Фатима апйҙың хәсрәте үҙенән үҙе тағатылды.
Төпкө бүлмәнән башҡа саҡтағыса ҡабат - ҡабат саҡырттырмай ҡыҙы Илүзә үҙе сыҡты, өҫтәл артына килеп ултырҙы.
Гөлнәфис йә үҫмер бала, йә еткән ҡыҙ күрермен, тип килгәйне, ә бында...
- Сәләм! Мин - Гөлнәфис. Эшкә килдек бында. Әсе ҡоротоң бармы, апай, һурпаға? Миңә әҙерәк арттырырһың әле, йәме. Өйҙән алып килгәнебеҙ бөттө.
Фатима апай ниндәйҙер бер һылтау табып сығып китте лә кире инмәне.
Ә Гөлнәфис һиҙҙермәй генә Илүзәне "өйрәнде" Донъянан ваз кискән был йәш ҡатын. Үҙенә лә, өҫ - башына ла ҡул һелтәгән. Йәшәмәй, ваҡыт үткәрә. Тәрән депрессия, йәғни бик тәрән күңел төшөнкөлөгө кисерә. Ниндәйҙер фажиғә булғандыр егерме ике йәшлек ҡатындың яҙмышында.
Ҡайһылыр бер арала икәүһенең ҡараштары осрашты. Илүзә лампа уты яҡтыһына тағы ла ҡуйыраҡ булып киткән сем - күк күҙҙәргә баҡты, Ә Гөлнәфис Илүзәнең ҡара күҙҙәренә йыйылған төпһөҙ тәрән һағышҡа батты. Икеһе лә ирекһеҙҙән тәрән итеп көрһөндө. Илүзәнең күҙҙәренән тыйып тотҡоһоҙ ташҡын булып йәш урғылды.
Ришаты: "Һинең алдыңда мин үҙемде инәнән тыума ятҡан сабый һымаҡ тоям ҡайсаҡ, башымдағы уйҙарым да әллә ҡайҙа булып бөтә. Кеше белеп ҡалмаһын сихырсы икәнеңде, - тип көлөп ала. - Бөтә серҙе алып бөтәһең!"
Илап, күңелен бушатып, тынысланғандан һуң, Илүзә бөтә күңелен асып һалды Гөлнәфискә.
- Дуҫлашып йөрөгән саҡта уҡ тупаҫ һөйләшә торғайны Рәфил. Бушҡа ғына мыҫҡыл итә, көлә. Шулай булһа ла яраттым. Уның теләгенә ҡаршы тора алмай, бирелдем. Ә ул: "Бөтәгеҙ ҙә бер ҡалыптан икәнһегеҙ!"- тип сығып китте. Килгән һайын шулай ти торғайны. Ауырға ҡалғанымды белгәс, никах уҡыттылар, туй яһаныҡ. Тик ул үҙгәрмәне, тупаҫлығы арта ғына барҙы. Ирлек хәжәтен үтәй ҙә: "Кәнтәй!" - тип тороп китә. Тәүге бәпәйебеҙ етлекмәй тыуып үлде. Икенсегә ауырға ҡалғанымды белгәс, үҙе.. Үҙе...
- Тағы төштөмө ауырың?
- Эйе... Өсөнсөһөндә лә этләне. Таптырмайым, тапмайһың, тип... Үҙе...
- Эй Аллам... Ҡалай бер әҙәм аҡтығы икән! Ундай йырҡыстар бармы ни хәҙер?
Нишләп һуң?..
- Үлтерәм берәйһенә әйтһәң, - тип ҡурҡытты һаман. Әсәйем полиция менән барып алды.
Йәшәгем килмәй, минең, Гөлнәфис. Донъяның бер ҡыҙығы ла юҡ минең өсөн.
- Миңә ҡара әле, Илүзә. Күҙемә ҡара. Берәүгә лә әйтмә, икебеҙҙең серебеҙ булып ҡалһын. Миндә сихыр көсө бар. Тик һин ышан. Тыңла. Һин һау ҡатын. Бер ерең дә ауыртмай. Бына ошо телефонға һин һөйләгән, мин яҙып алған йән ғазаптарыңды бынау дөрләп ятҡан ут тамағына ташлайбыҙ Төтөн булып осһон, күк көл булып һүрелһен! Мин һинең күҙҙәреңдән күрәм - алдағы яҙмышың бәхетле буласаҡ, балаларың, һинең өсөн өҙөлөп торған иреү буласаҡ. Тик һин ышан. Йәшәүгә ҡайт, Илүзә.

Гәлнәфисте Ришаты килеп алды.
- Мин - сихырсы, Ришат. Мин алдаҡсы...
- Бөтә табиптар ҙа сихырсы, ҡәҙерлем, бөтәбеҙ ҙә имсе беҙ. Тыныслан. Беҙ сирлеләрҙе һауыҡтырабыҙ. Ә бының өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы.
- Ришат, ә Фатима апай миңә һин ауырға ҡалғанһыңдыр, ҡыҙый, ҡорот ашауыңа ҡарағанда, тине!
- Үҙең кеүек һылыу ҡыҙ табып бирерһең миңә.
- Күк күҙлеме?
- Юҡ. Күк күҙҙәр беҙҙең ейәнсәрҙең ейәнсәрендә генә буласаҡ. Мин күптән һанап сығарҙым быны.

 Таңһылыу Вәлиева.

Читайте нас в