Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Тылсымлы май Венер Исхаҡов

Ай, был Хөснулла ағай, Хөснулла ағай! Йә, шулай йөрөй торған кешеме һуң! Тамам аптыратты бит шул нәмәләре менән.

Тылсымлы май Венер Исхаҡов
Тылсымлы май Венер Исхаҡов
Тылсымлы май
 
Венер Исхаҡов (Хикәйә)
 
“Берәү менән дә һөйләшмәйем, үҙем дә бүлмәләр буйлап йөрөмәйем!” Бөгөн үҙ-үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым. Шуға ла эшкә ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡтым.
Барғас та бүлмә ишеген бикләп ҡуям. Әтеү теге оҙон яҙыусы, бүлмәгә инеп өлгөрмәйһең, тып итеп килеп тә инә. Шунан булыр-булмаҫ хәбәрҙәрен сурытып:
– Ҡасан минең повесты баҫаһығыҙ? – тип ҡаҡ быуынға төшә. Кешенең шулай тиҙ үҙгәреүенә ғәжәп итерһең. Элек хужа булып йөрөгән мәлендә һаулыҡ алырға ла иренгән әҙәм, вазифаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, ен алмаштырҙымы ни, беҙҙең һымаҡ яп-ябай әҙәм булды ла ҡуйҙы. Әллә ҡайҙан сәләм бирә, хәл-әхүәл һораша. Хатта шаярта ла белә икән, көләмәстәр ҙә һөйләп ала.
Тәүҙә Мәскәүгә аҡса теләнселәп яҙасаҡ хатты теүәлләйем. Унан икенсе проектҡа нөктә ҡуйырға кәрәк. Ярай, уныһы әллә ни ҡатмарлы түгел, былтырғыһы бар, шуны аҙ-маҙ әүеш-тәүеш итеп, көндәрен, йылын быйылғыға үҙгәртһәң, проект әҙер тигән һүҙ.
Ишекте бикләһәң дә, телефондың өнөн тығып булмай шул. Исмаһам, саҡ ҡына туҡтап торһасы. Ваҡыт шул тиклем тығыҙ, ә ул ҡарышҡан һымаҡ шылтырауҙан бушамай. Һүндереп кенә ҡуйыр инең дә ул, хәҙер бөтә эш телефон аша ғына башҡарыла. Бигерәк тә түрәләргә йәтеш. Үҙе әллә ҡайҙа йәһәннәмдә йөрөһә лә, эшен ҡушып ҡына тора. Ваҡытында алмай ҡара!
– Шул яңылыҡты тиҙ генә бирә һалығыҙ, һылтанмаһын ебәрергә онотмағыҙ!
Ярай, башҡаса борсоусы булмаҫ. Бөттө, ахырыһы. Ошо отчетты ғына тултырһам. Шул мәл телефоным тағы тауыш бирҙе. Яҙыуына ҡарайым. Ят һандар. Ярай, алып тормайым. Юҡ шул, тағы, тағы шылтыраны. Инде асыу килеп тауышын һүндереп ҡуйҙым. Юҡ шул! Ҡайһылай ныҡыш әҙәм булды. Аптырағас, телефон төймәләренә баҫтым. Кем белә, бәлки, берәй түрә ишаратылыр. Хәҙер бит эшләүсеһе булмаһа ла, әмер генә биреп ятыу сы менән донъя тулған.
– Иҫәнме, ҡустым, ни эшләп алмайһың ул? – Теге оста таныш ағайҙың тауышы ишетелгәс, ниңә генә алдым икән, тип уйлаһам да, һуң ине.
– Ни эшләптер ят һандар күренде, – тип аҡланмаҡсы булдым.
– Мин һеҙҙең янға сыҡтым. Был юлы тылсымлы май алып киләм. Эргә-тирәләге таныштарыңа әйтә тор...
– Ағай, әйҙә бүтән ваҡытта, бөгөн эш бигерәк күп, ваҡыт юҡ. – Ул минең үтенесте ишетергә лә теләмәне.
– Оҙаҡҡа түгел, бер нисә минутҡа ғына. Ваҡыт юҡ, тиһеңме? Бигерәк ҡыҙыҡ кеше һин. Ваҡыт үлгәс кенә була ул, үҙеңдең һаулығың өсөн ваҡытыңды ҡыҙғанып ултырмаҫһың инде. Хәҙер киләм.
***
Ай, был Хөснулла ағай, Хөснулла ағай! Йә, шулай йөрөй торған кешеме һуң! Тамам аптыратты бит шул нәмәләре менән.
Ата-әсәһе иҫән булып, ҡасандыр ғорурланып бөтә алмаған улдарының шулай йөрөгәнен күрһәләр, биллаһи, ғәрлектәренән ер тишегенә инерҙәй булырҙар ине.
Күрше ауылдан ул. Беҙҙә башланғыс мәктәп кенә булғас, артабан Мырҙаҡай ауылына тәпәйләй башланыҡ. Минән өс класҡа юғарыраҡ уҡыны. Әсәһе – уҡытыусы, атаһы колхоз рәйесе булғас, кейенеүе лә, үҙен тотошо ла башҡа төрлө, һауалы. Өлкән кластарҙа үҙен йәш уҡытыусы тип уйларға ла мөмкин ине. Ҡуйы ҡара сәсен артҡа тарап йөрөй, етди ҡараш, өҫтөндә килешле костюм, ҡулына һәр ваҡыт ҡалын портфель тотҡан. Ҡулдарын һелтәп йөрөшөнә тиклем бүтәнсә, үҙ дәрәжәһен белеп, һәлмәк кенә аҙымдар менән атлай. Үҙе шау отличник. Фотоһы гел алдынғы уҡыусылар араһында торҙо. Өлгөлө, яҡшы уҡығаны өсөн “Артек”ка ла барып ҡайтты. Мәктәптә уҡытыусылар уны гел генә беҙгә өлгө итеп ҡуйғаны ла хәтерҙә.
– Ана, Хөснулла ағайығыҙҙан өлгө алығыҙ, тик “бишле”гә уҡый, тырыш кеше бөтә нәмәгә лә өлгөрә, – тип йыш ҡабатларҙар ине. Мәктәптән һуң медицина университетына уҡырға инде. Унда ла өлгөлө студент булған.
Ошо Хөснулла ағай мине, университетты тамамлап, редакцияла эшләй башлағанда, үҙе табып алды. Ике ҡулына ике ҙур юл тоҡсайы тотоп беҙҙең бүлмәгә килеп ингәс, тәүҙә нимә тип әйтергә лә белмәнем. Бер мәктәптә уҡыһаҡ та, аралашҡан-ниткән кешем түгел. Мәктәптән сығып киткәне бирле үҙен күргәнем дә юҡ. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул үҙенең бөтөнләй башҡа эш менән мәшғүл булыуы хаҡында һөйләне.
– Быға тиклем хирург булып эшләй инем, ташланым, хөкүмәткә бил бөгөп кем байыған! Икенсенән, хирург үтә яуаплы эш. – Яҡташым һөйләнә-һөйләнә әйберҙәрен өҫтәлгә теҙеп һалды. Теш йыуыу пастаһы, ҡатын-ҡыҙҙар ҡуллана торған әллә нимәләр, тағы ниндәйҙер майҙар...
– Һеҙ бөтөнләй табиплыҡтан киттегеҙме? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Эйе.
– Шул һөнәргә нисә йыл буйы уҡынығыҙ, йәл түгелме?
– Элек мин дә шулай уйлай инем. Дауаханала ат урынына эшләнем. Ал күргән юҡ, ял күргән юҡ. Ә бит ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Кеше һымаҡ йәшәге килә.
– Табиптарҙың эш хаҡы һәйбәт тә инде, ағай. Ана минең класташым һис зарланмай. Диңгеҙ буйына ла йыш йөрөйҙәр.
– Һеҙгә генә шулай тойола. – Хөснулла ағай миңә һөйләп бөтөргә лә ирек бирмәне. – Бөтәһе лә ҡаты график буйынса, фәлән ваҡытҡа бар, төгән ваҡытта ҡайт. Ат урынына егәләр генә. Етмәһә, без конца отчет. Ана бер танышым мәктәптә директор ине. Бөтәһен ташланы ла ошо эшкә күсте. Хәҙер шатлығының сиге юҡ. Дуҫымды тыңлаған өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, ти. Ул беҙҙе яңы тормошҡа алып сыҡты. Хеҙмәт хаҡы 100 меңгә артты. Кредитыбыҙ бар ине, вис ҡапланыҡ, хәҙер БМВ алырға тип уйлап торабыҙ. Сит илдән ҡайтып ингәнебеҙ юҡ, ти. Бушлай сыр тоҙаҡта ғына була тигәнде мейегә һеңдереп үҫкәнгә тәүҙә мин дә ышанманым.
Унан Хөснулла ағай алып килгән әйберҙәрен маҡтай башланы:
– Быныһын ҡатыныңа алһаң, рәхмәт уҡып бөтә алмаясаҡ, – тине бер нәмәне күрһәтеп. – Бындай әйбер әле бер ҡайҙа ла юҡ. Ә был кремдар бер һөртөүҙә битте йомшарта. Тешеңде бер тапҡыр ошо паста менән таҙартһаң, ынйы кеүек ялтырап торасаҡ. Бығаса ҡулланған пасталарға ҡарағың да килмәйәсәк.
– Күпме тора? – Ағай хаҡын әйткәс, күҙем маңлайға менә яҙҙы.
– Бигерәк ҡыйбат, мин ул хаҡҡа 20 паста алам.
– Ҡыйбат, тиһең инде. – Хөснулла ағай ҡабатлап һораны. Минең эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Яңы эш башлағас, хеҙмәт хаҡы ла маҡтанырлыҡ түгел шул. Унан үҙе эшләгән компанияға ҡоҙалай башланы.
– Беҙҙең компания халыҡ-ара статусҡа эйә, әлегә илдә бындай компания юҡ. Әгәр ошонда күҙ бөтөрөп ултырһаң, мәңге шул дөйөм ятаҡтан ҡотола алмаҫһың. Өҫтөң кейемгә тейенмәҫ, тамағың ашҡа туймаҫ. Ситлек бит был эш, ситлек, ваҡытына кил, ваҡытына ҡайт. Ә аҡсаһы тауыҡ йығылып көлөрлөк. Теге ваҡыт әллә күпме кеше инде беҙҙең компанияға. Хәҙер шул йәштәр миңә илай-илай рәхмәт уҡып бөтә алмай. Улар миллиондар алып эшләйҙәр. Кемдер ҙур өй һалып сыҡты, берәүҙәр сит илдән ҡайтып инә белмәй. Хатта балың күп йыйылһа, машина ла бүләк итәләр. Һәр кеше рәхмәттән башҡа һүҙ әйтмәй. Әҙәмсә йәшәгең килһә, тура беҙгә кил. Колхоздағы атай-әсәйең кеүек мәңге фәҡирлектә тереклек итергә теләһәң, ошонда меҫкен булып ултыраһың инде.
Хушлашыр алдынан Хөснулла ағай:
– Бына беҙҙең компания ошо адрес буйынса ултыра. Оҙаҡ уйлама, дуҫ-иштәреңде лә алып кил, – тип кеҫәһенән сығарып визиткаһын һондо. – Кеше алып килһәң, бонус өҫтәлә. Унан был бит хеҙмәт стажына бара. Күр ҙә тор, дәдәң бер нисә йылдан елле пенсия ашап ултырасаҡ, ҙур фатир, яҡшы иномарка.
Ағайҙың визиткаһына күҙ һалғас, уның бөтөнләй икенсе фамилияла булыуын күреп шаҡ ҡаттым. “Яҡшыбаев Хөснулла” тигән яҙыуын уҡыным.
– Һеҙҙең фамилияғыҙ элек бүтән төрлө ине.
– Бәй, ишетмәнегеҙме ни? Фамилиямды күптән үҙгәрттем бит.
– Ниңә улай?
– Оҡшамай миңә ул фамилия. Йыйын алкаштар, теләһә ниндәй әтрәгәләмдәр фамилияһы бит ул. Ҡайҙа бармайым, йәнгә тейеп, һин шуның затымы әллә, ти ҙә һорайҙар.
– Ә был кемдең фамилияһы?
– Ҡатындыҡы. – Мин ҡапыл нимә әйтергә лә белмәнем. – Шәп фамилия, – тип телгә килде Хөснулла ағай. Был фамилияны йөрөткән кешеләр бөтәһе лә зыялы, затлы нәҫелдән...

***
Бына килеп тә еттем! Ни хәлдәрҙә? – Уйҙарымды Хөснулла ағайҙың һүҙҙәре бүлде. Был юлы ниндәйҙер тылсымлы май алып килгәйне. Уның артынан тағы бер нисә кеше бүлмәгә кереп тулды. Ул ошо арала республикабыҙ район-ҡалаларында сәфәрҙә йөрөп ҡайтыуы, ғәжәп майҙың шифаһын күргән кешеләр хаҡында тәфсирләп һөйләне.
– Теге аҙнала Баймаҡ районында булдым, – тине ул. – Үҙҙәре саҡырҙылар. Бер аҙна элек булғайным, халыҡ һорағас, тағы барҙым. Шунда бер ханым, “шул ваҡытта һеҙ килеп сыҡмаһағыҙ, бөгөн ер аҫтында ятҡан булыр инем. Рәхмәт, икенсе ғүмер бүләк иттегеҙ, Хоҙай үҙегеҙгә ике ғүмер бәхете насип итһен”, тип илап-илап рәхмәт әйтте. Табиптар уны өмөтһөҙ тип өйөнә үлергә кире ҡайтарған икән. Хәҙер ер емертеп йөрөй. Ошо майҙы бөтә нәҫел-нәсәбенә етерлек итеп алды ла ҡуйҙы. Әле генә бер министр бер ҡумта алды. Уй өлгөртөп булмай. Бына үҙем дә холестериндан йонсой инем, ошоно эскәс, харап һәйбәт булды. Теге аҙнала табипҡа барһам, үҙе лә аптыраны. Был тиклемде тәүгә күреүем, ти. Шунан үҙе ошо майҙы хатта өс йәшник алды.
Хөснулла ағай бер аҙ туҡтап торҙо ла бүлмәлә ултырғандарға күҙ йүгертте. Унан кәүҙәгә бәләкәй, туп-тумалаҡ Мансафҡа төбәп:
– Ни өсөн һимеҙ кешеләр бар? – тип һүҙен дауам итте. – Сөнки улар тәбиғи әйберҙәрҙе ашамай. Шуға түп-түңәрәк, һимеҙ булып йөрөйҙәр. Һеҙ һимеҙ ҡуяндарҙы күргәнегеҙ бармы? Юҡ! Улар тәбиғи әйбер ашап ҡына йөрөй.
Унан Хөснулла ағай Мансафтың өҫтәле янына барып, биш-алты һауыт майын уның алдына ҡуйҙы.
– Һиңә әлегә ошо етәр. Фәлән һум! Күр ҙә тор, теүәл бер йылдан һин дә дуҫың кеүек зифа буй-һынлы буласаҡһын.
– Ағай, әлегә ул тиклем үк аҡсам юҡ бит әле.
– Ҡайғырма, фәлән ваҡытта эш хаҡы алған көндә тағы киләм. Шунда түләрһең.
Быйыл ғына эшкә килгән, әллә ҡасандан битендәге һытҡыларҙан нисек ҡотолорға белмәгән Рәлифкә лә ошо май ғына килешәсәк икән. Хөснулла ағай, йөҙөнә йәлләгән төҫ сығарып, уға төбәлде:
– Был егеттең бите ниңә боҙолған тиһегеҙме? Ул да теләһә нәмә менән туҡлана. Бына ошо тылсымлы майҙы алып эсһә, беҙ аҙнала һыпырып ташлағандай юҡҡа сығасаҡ. Бөтә нәмә беҙҙең ашаған ризығыбыҙҙан тора. Ә беҙ туҡлана белмәйбеҙ. Өҫтәлдә нәмә бар, шуны һоғонабыҙ. Халыҡтың 90 проценты үле аҙыҡ ашай. Был тормошто, һаулыҡты емерә. Шунан кеше айыу кеүек һимерә башлай, төрлө ауырыуҙар килеп сыға. Ә ошо май тәбиғи үҫемлектән эшләнгән. Бик файҙалы.
Кемдең шып-шыма, матур, таҙа битле булғыһы килмәһен! Рәлиф шунда уҡ дүрт-биш һауыт май алып, тиҙерәк матурланырға теләп, бер стаканды беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ғоңҡолдатып та ҡуйҙы.
Ағай һөйләй, мин берсә уны тыңлайым, берсә эшем менән булам. Был яҡташымдың зитына тейҙе булһа кәрәк. Ул миңә ҡарап:
– Ни эшләп тыңламайһың, һиңә кәрәк булмаҫ тиһеңме әллә? – тине. – Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына. Ауырып тәгәрәгәс кенә уларға табип, дарыуҙар кәрәк. Һинең дә һау ерең юҡ бит.
– Ваҡыт юғыраҡ бит әле, – тим, компьютерға текәлгән килеш. – Бына Мәскәүгә ашығыс хат әҙерләйем. – Былай тип әйтеүем ағайға оҡшаманы.
– Ваҡыт юҡ тип әйтәһеңме? Һаулығыңды хәстәрләргә кәрәк. Үҙеңде үҙең хәстәрләмәһәң, һин кемгә кәрәк! Хөкүмәткәме? Көтөп тор. Бер кемгә лә кәрәкмәйһең! Табиптарға кәрәк тиһеңме? Уларға сумырғансы аҡса кәрәк. Хәҙер ана аҙым һайын аптека эшләй. Әллә һин уларҙы халыҡты уйлағандан асыла тиһеңме? Үҙем табип булһам да, уларға тамсы ла ышанмайым. Уларға барыуҙан ни файҙа?! Мин үҙем дә барғаным юҡ.
Буш менән булғансы, ошо май хаҡында яҙ. Халыҡҡа файҙаһы ҙур булыр. – Хөснулла ағай алдыма ҙур гәзит килтереп һалды.
Был көндә беҙҙең эш бүлмәһе төшкә тиклем баҙарҙы хәтерләтте. Изге күңелле ағайҙың тылсымлы май алып килеүе хаҡындағы хәбәр ауыҙҙан ауыҙға таралып, тиҙҙән бөтә Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре килеп тулды. Эй үҙҙәре шатлана, эй үҙҙәре Хөснулла ағайға рәхмәт әйтеп бөтә алмай. Кемдең генә һау-сәләмәт булғыһы килмәһен инде! Берәүҙәр ауылдағы туғанын хәстәрләп күпләп алһа, икенселәр тағы биш тапҡырға арттырып һатасағына ҡыуанды.
– Шунса-шунса һумға осорһам, төгән аҡса эшләйем.
– Әсәйем яман шеш ауырыуынан яфалана.
– Еңгәйем биҙәү, ун йыл ауырға ҡала алмай хитлана.
– Ҡатыным мискә кеүек йыуанайҙы ла китте.
Берәүҙәр аҡсаһын шунда уҡ түләһә, икенселәре көтәсәккә алды. Шулай итеп, табип ағайҙың кәсебе шәп барҙы был көндә.

***
Көндәрҙең береһендә ауылдаш апай беҙҙең бүлмә ишеген шаҡыны. Баҡтиһәң, ул да ҡайҙандыр ғәжәп тылсымлы май хаҡында ишетеп ҡалған да шуны эҙләп килеп сыҡҡан. Бөтә ауыл халҡы, уҡытыусылар, дауахана, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә уға шул майҙы күп итеп алырға ҡушҡан.
– Зинһар, туғаным, шул ағайҙы табыш инде, – тип һүҙ башланы ҡунаҡ. – Бик шәп май, тиҙәр. – Апай сумкаһынан бөгәрләнеп бөткән гәзитте сығарҙы. – Бына бында шул май бөтә дарыуҙы алмаштыра тип яҙылған. Хатта бер тамсыһы ғына ла ғәжәп шифалы көскә эйә. Бына берәү тыуғаны бирле һуҡыр булып, яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булған. Ошо майҙан һуң күҙе асылып киткән. Икенсе берәүҙе духтырҙар дауахананан өйөнә үлергә ҡайтарғандар. Ошо майҙы эсә башлағас, һин дә мин терелгән дә киткән...
Беҙ ни ундай кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Ваҡытым бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Хөснулла ағайҙың телефон һандарын йыйҙым. Ни ғәләмәт, башҡа ваҡытта тәүге тауыш ишетелеү менән телефонды алған ағай был юлы ҡабаланманы. Ике-өс тапҡыр шылтыратып та алмағас, фатир телефоны һандарын йыйҙым. Трубканы еңгәй алды. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ни сәбәпле Хөснулла ағай телефонын алмауын белешкәс, еңгәй ауыр һулап:
– Ул бит дауаханала ята, – тине, иламһырап.
– Нимә булды?
– Анау майы менән хыялый итте бит. Әйтеп торам улай күп эсмә тип, әйтеп торам, ҡолағына ла элмәй. “Белмәгәнеңде бупылдама, бында алты йыл буйы табипҡа һин уҡыныңмы, минме”, тип ауыҙҙы яптыра ла ҡуя.
– Шунан?
– Шунан ни шул майҙы эсеп ағыуланды бит. Әллә артығын һемергән. Өсөнсө көн ыскурый машинаһы менән алып киттеләр. Ныҡ булған, ярай әле ваҡытында һалып өлгөрҙөләр, былай үлер ине, тиҙәр. Бөтөнләй телдән ҡалғайны бит.
– Әле ни хәлдә?
– Былай арыуланған һымаҡ, һөйләшә башланы. Әле реанимацияла ята. Бер аҙҙан дөйөм палатаға күсерергә тейештәр.
Ваҡыт үтә ҡыҫынҡы булыуға ҡарамаҫтан, иртәгеһенә дауаханаға юлландым. Хөснулла ағайҙы тәүҙә танымай торҙом. Бөтә йөҙөн, битен әллә ниндәй шешектәр ҡаплаған. Гүйә, минең алда ул түгел, бөтөнләй әллә ниндәй кеше тора ине. Хәл-әхүәл һорашҡас, ул:
– Үлә яҙҙым бит, әллә нимәһе килешмәне, – тине. – Ярай әле ваҡытында килтереп өлгөрҙөләр, былай шыта инем. – Докторҙарға рәхмәт инде.
Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, Хөснулла ағай үтенесен белдерҙе.
– Ҡустым, хәҙер донъяһы шулай, таныш-тоношоң булмаһа, кешегә лә шутламайҙар. Бына әле ҡарап ятам-ятам да, миңә үгәйһетеп ҡарағандар һымаҡ тойола. Анау ирҙең эргәһенән табиптар китә белмәй, дарыуҙың да гел яҡшыһын бирәләр. Һин редакцияла эшләгәс, һүҙең үтә торған, мөдиргә инеп, миңә лә яҡшы дарыуҙарҙы күберәк бирһендәр, тип әйт әле...
Шаҡтай ваҡыт ятты дауаханала Хөснулла ағай. Эргәһенә барып йөрөнөм, табиптарҙы ла күрергә, күстәнәсен дә алып килергә тырыштым. Бәй, шулай итмәйсә. Шул күстәнәс тигән нәмә ғәжәп көскә эйә бит ул. Бөтөнләй үҙгәреп китәләр!
Дауахананан сыҡҡас, Хөснулла ағайҙы машинамда фатирына үҙем алып барырға булдым. Ә иң аптыратҡаны алда көткән. Мин уны дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһенә алып ҡайттым. Ике тиҫтә йылдан ашыу тылсымлы май һатҡан ағай буй еткән ике балаһы менән һаман да ошо тауыҡ кетәгендәй бүлмәлә көн күреүе икән.

Альбина Таҡалова һүрәте.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в