Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Июнь 2022, 10:24

ЕТЕ УЛДАН — АЛТЫ “ҠАРА ҠАҒЫҘ”

Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, ҡан ҡойошта ҡатнашҡан ветерандар тыуған ауылым Юлдашта (Ейәнсура районы) бөтөнләй ҡалманы. Дәһшәтле йылдар ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, аслыҡ, яланғаслыҡ, аяуһыҙ закондар хөкөм һөргән саҡта ныҡлы тыл булған инәй- олатайҙарҙың да сафы көндән-көн һирәгәйә.

ЕТЕ УЛДАН — АЛТЫ “ҠАРА ҠАҒЫҘ”
ЕТЕ УЛДАН — АЛТЫ “ҠАРА ҠАҒЫҘ”

Ауылдашым Хәлиулла Бикбулатов ауыр ҡайғы килтергән яҙмышына оло сабырлыҡ менән күнгән.
Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ шул, һә тигәнсе үтә лә китә. Күпме эшләнмәгән эш, тормошҡа ашмаған хыял ҡала... Ә бит заманында арабыҙҙа күпме тере тарих булған, ҡәҙерен генә белмәгәнбеҙ. Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, ҡан ҡойошта ҡатнашҡан ветерандар тыуған ауылым Юлдашта (Ейәнсура районы) бөтөнләй ҡалманы. Дәһшәтле йылдар ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, аслыҡ, яланғаслыҡ, аяуһыҙ закондар хөкөм һөргән саҡта ныҡлы тыл булған инәй- олатайҙарҙың да сафы көндән-көн һирәгәйә.

Хәлиулла Бикбулатов һәм уның улдары хаҡында ауылда белмәгән кеше юҡ. Бындай ғаиләләр бик һирәк була. Ә иңенә төшкән ауыр ҡайғыларҙы күтәрергә сабырлығы еткән шәхескә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Бәһлеүәндәй ете ул үҫтергән Хәлиулла олатай ҡасан да булһа ҡара ҡайғыға батырмын тип уйламағандыр. Ә, бәлки, киреһенсә, һәр улын һуғышҡа оҙатҡанда ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер әле: ил һаҡларға ете баһадир үҫтереү һәр кемдең ҡулынан килерлек эш түгел бит.
Һуғыш башланғанда Хәлиулла Мөхәммәтриза улына 68 йәш була. 1937 йылда, ҡатыны Хәҙисә вафат булғас, Гөлбикәгә өйләнә. Ул ауыл старостаһы вазифаһын биләгән, ат ҡараусы булып та эшләй. Ат тигәндәй, колхозлашыу осоронда ундан ашыу атын колхозға тапшыра. Коллектив хужалыҡта уның тоҡомло аттары 1990 йылдарға тиклем һаҡланып килде.
Хәлиулла олатайҙың 1896 йылғы иң оло улы Рәхмәтулланы, йәше үтеү сәбәпле, фронтҡа алмайҙар. Әммә ул 1942 йылдың көҙөндә хеҙмәт армияһына саҡырыла һәм унан кире әйләнеп ҡайта алмай. Аслыҡ һәм ауыр эштән ауырып үлә. Туғандары иҫләүе буйынса, ул Өфөнөң Черниковка биҫтәһен төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ҡатыны ла һуғыш йылдарында мәрхүмә булғас, өс бала – ҡыҙы һәм ике улы етем ҡала.
1900 йылғы Ғәбиҙулла һуғыштың тәүге көндәренән үк саҡырыу ҡағыҙы ала. Һуңғы хатында ул Мәскәү янында икәнлеген яҙа. Ә 1942 йылдың декабрь айында хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Ғәбиҙулланың ҡатыны Шәрифә инәй беҙ бала саҡта иҫән ине әле. Тол ҡатын ике балаһын яңғыҙ үҫтерә.
1907 йылғы Ғөбәйҙулланы 1942 йылдың 20 ғинуарында яуға оҙаталар, ә 19 февралдә яҡындарына уның “ҡара ҡағыҙ”ы килә. Бер ай ғына һуғышта булып өлгөргән һалдат Калининград өлкәһенең Гуляево ҡасабаһы янында ерләнгән. Хәсбиямал инәй Бикбулатова хәтерләүенсә, ауылға килгән иң тәүге “ҡара ҡағыҙ” уныҡы була. Ғаиләһен йыуатырға бөтә ауыл йыйыла. Ғөбәйҙулланың берҙән-бер улы Нәжип (1932 йылғы) балалар йортона эләгә. Мәктәпте тамамлағас, Ленинград ҡалаһына, Нахимов хәрби-дингеҙ училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1950 йылда Корея конфликты мәлендә ул да үлеп ҡала. Ауылдашы Рәсүл Ҡәйепҡоловҡа хәрби хеҙмәт ваҡытында осраҡлы рәүештә Нәжиптең йәрәшкән ҡыҙы менән танышырға тура килә.
Хәлиулла олатайҙың 1912 йылда тыуған бишенсе улы Төхвәтулла фронтта санинструктор булып хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүгә һанаулы ғына ваҡыт ҡалғас, 1945 йылдың мартында батырҙарса һәләк була. Польшала, Панау ҡалаһы янында ерләнгән. Ике улының өлкәне –Зиннәт 1-се республика мәктәп-интернатында, аҙаҡ медицина институтында белем ала. Бөгөн ул академик, медицина фәндәре профессоры, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.
1915 йылғы Фазулла ла, 1920 йылғы Һибәтулла ла уҡымышлы кешеләр була. Фазулла Ырымбур ҡалаһында Каруан­һарайҙағы педагогия техникумын тамамлаған. Фин һуғышында ҡатнашып ҡайтҡандан һуң уҡытыусы булып эшләй. 1941 йылдың 8 декабрендә һуғышҡа алына һәм уға лейтенант званиеһы бирелә. 1944 йылдың февралендә уның да хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Улы Алсынбай етем ҡала. Һибәтуллаға бәйле даталарҙы иһә яҡынса тип хәтерләйҙәр. 1939 йәки 1940 йылдың октябрь айында Совет Армияһы сафына алына. Хәлиулла олатайҙың ейәне Шәүкәт Бикбулатов: “Йылғала ат эсереп тора ине, беҙҙе күргәс: “Ҡустылар, мин бит армияға китәм, оҙатырға килмәй­һегеҙме?”– тигәйне, ваҡыт юҡ, дәрес башланырға тора, тип мәктәпкә йүгерҙек. Кем белгән инде һуңғы күрешеү икәнен, үкенескә ҡалды”, – тип хәтерләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Һибәтулла әрменән тура яуға китә. Үлем хәбәре лә яҡынса тип хәтерләнә, мәғлүмәттәр буталсыҡ. Шәүкәт олатай әйтеп ҡалдырыуынса, ул 1944 йылда Чехословакияла һәләк булған. 1991 йылда баҫтырылған “Хәтер китабы”нда, 1945 йылда Латвияла үлгән, тип яҙылған. Бикбулатовтарҙың ғаилә архивында уның фоторәсеме һаҡлана. Артына латин хәрефтәре менән “Литванан һәм фронттан сәләм. 1944 йыл” тип яҙылған.
Бөйөк Еңеүҙе Хәлиулла олатай өс улының “ҡара ҡағыҙ”ы, ике улының хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡындағы хат менән ҡаршылай. Бындай ауыр ҡайғыны ысын башҡорт ир-егеттәренә хас булған сабырлыҡ менән күтәрә ул. Хәбәрһеҙ юғалған улдарын ҙур өмөт менән көтә: “Бәлки, яраланғандарҙыр ҙа, һауыҡһалар, тыуған ерҙәренә ҡайтырҙар. Йә әсир төшкәндәрҙер, азат ителерҙәр әле...” Ләкин уға яҙған яҙмыш һынауы, ҡайғы-хәсрәттәр бының менән генә бөтмәгән икән шул. Райондың хәрби комиссариаты аша Хәлиулла олатай Ғәбиҙулла менән Фазулланы эҙләтә башлай. Төрлө архивтарға, хәрби частарға хат яҙа. Эҙләү­ҙәрҙән һуң уға Фазулланың 1943 йылдың сентябрендә батырҙарса һәләк булыуы, Полтава өлкәһенең Зеленковск районында, Хрыпки ҡасабаһы янында ерләнеүе хаҡында хәбәр итәләр. Ә Ғәбиҙулла менән шундай хәл була: ул Мәскәү ҡалаһы янында барған һуғыштың береһендә ауылдашы Хаҡҡолой Үзәрбаевты осрата. Хаҡҡолой, һуғыштан ҡайтҡас, Хәлиулла олатайға ошоларҙы бәйән итә: “Ғәбиҙулла менән ҡосаҡлашып күрештек, һөйләшеп ултырҙыҡ. Кемгә ҡасан хат килеүен, нимәләр яҙғандарын иҫләнек. Ул аяғына ап-аҡ быйма кейгәйне. Ҡапыл тревога иғлан иттеләр, атыш башланды. Тегеләй-былай һалдаттар йүгерешә башланы, мин дә ҡоралым ҡалған ергә ыңғайланым. Артыма әйләнеп ҡараған саҡта ғына Ғәбиҙулла янында снаряд шартланы. Мин аҙаҡ уның һыңар быймаһын ғына таптым”.
Атай өмөтө шулай берәм-берәм һүнә бара. Уның йөрәге был ҡайғыға нисек кенә түҙгәндер ҙә, сабырлығы нисек еткәндер? Әммә ул бер ҡасан да күкрәк һуғып йөрөмәгән, ауылдаштарына үҙен бахыр итеп тә күрһәтмәгән. Ә ысын мосолманса оло сабырлыҡ, түҙемлек менән яҙмышына күнгән. Хәлиулла олатайҙы ауылдаштары дини кеше булараҡ хәтерләй. Ул ваҡыттарҙағы ныҡлы тыйыуҙарға ҡарамайынса, Ҡөрьән уҡыған, ураҙа тотҡан. Хатта кешеләрҙе доға менән имләп йөрөгән. Бәлки, шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә уны һуңғы мәрхәмәтенән яҙҙырмағандыр.
1904 йылғы Ғәлиулла улы 1942 йылдың 10 авгусында фронтҡа китә. Ырымбур өлкәһенең Дуңғыҙ станцияһында хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң 14-се уҡсылар полкына алына, өсөнсө Белоруссия фронтында була, Минск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың 5 ноябрендә ҡулы ҡаты яралана. Госпиталдән сыҡҡас, “Катюша”ға эләгә. 1944 йылда алты румын һалдатын әсиргә алған өсөн миҙал менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда “Багратион” операцияһында ҡатнашҡанда ауыр контузия ала. Еңеүҙе Кенигсбергта ҡаршылап, 1945 йылдың август айында, атаһын, ғаиләһен ҡыуандырып, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ул Хәлиулла олатайҙың йөҙөнә, яуҙа ятып ҡалған ағай-ҡустыларының яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәй ғүмер итте. Ҡатыны Хәсбиямал менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Атаһы кеүек ул да дин юлын ташламай. Мине алты айлыҡ саҡта, туҡтамай илағандан һуң, әсәйемдәр унан өшкөртөп тынысландырған. Ғәлиулла олатай 1989 йылдың 11 апрелендә вафат булды. Уның кесе улы Салауаттың ғаиләһендә хәрби билеты, награда таныҡлыҡтары, фоторәсемдәр һаҡлана.
Хәлиулла Бикбулатов бик күптәргә өлгө, етем ҡалған туғыҙ ейән-ейәнсәренә терәк булып, оҙон ғүмер кисерә. 1964 йылда 90 йәшен тултырып вафат була ул. Уның ейәндәре, бүләләре матур итеп донъя көтә, араларында ауыл хужалығы, банк, мағариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре бар. Исемен мәңгеләш­тереү өсөн Ғәлиулланың улы Мәүлит һәм Рифҡәт исемле ейәне, фамилияларын Хәлилов тип үҙгәртеп, шәжәрә ебен дауам итә. Хәлиулла олатай кеүек батыр улдар үҫтергән ирҙәр барҙа, илемә һәм милләтемә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янай алмай. Әммә нисек кенә булмаһын, бындай ҡайғы-хәсрәттәрҙе бер кемгә лә ҡабат күрергә яҙмаһын.
Әйткәндәй, илебеҙҙә 5 – 8 һалдат үҫтергән әсәләргә, яуҙа вафат булған бер туғандарға һәйкәлдәр, мемориаль таҡтаташтар асылған осраҡтар бар. Бәлки, киләсәктә, Ейәнсура районы Юлдаш ауылында ете бер туған Бикбулатовтарҙың исеме лә мәңгеләштерелер тигән өмөт йәшәй. Алты ҡара ҡағыҙҙың ҡара ҡайғыһы бер ниндәй бизмәндәргә лә һыйырлыҡ түгел. Ә батырлыҡ, илһөйәрлек мәңге кеше йөрәгендә.


Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: