Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Июнь 2022, 21:54

ЙӘНДӘРҘЕ ҠЫЙЫП... САБЫЙЫМ ҠАРҒАНЫ

Ҡәҙимге кеше булған сабыйҙар үле килеп төшә, ә ҡайһы берәүҙәре тын ала. Күпте күргән санитаркалар уларҙы ... һыулы биҙрәгә тыға. Илап килеп тыуғандары ла була, уларын да ошо уҡ яҙмыш көтә. Йә, хоҙай, мин донъялағы иң изге һөнәрҙе һайланым, тип 17 йәшемдә ҡыуанып йөрөгәйнем. Белгән булһам икән барыһын да!

ЙӘНДӘРҘЕ ҠЫЙЫП... САБЫЙЫМ ҠАРҒАНЫ
ЙӘНДӘРҘЕ ҠЫЙЫП... САБЫЙЫМ ҠАРҒАНЫ

Талҡаҫ... Күпме сер һаҡлай һинең тулҡындарың. Тулҡындарыңа инеп иркәләнергә ярамаған саҡта ла, яр буйында ултырып, Ҡояшһылыуҙың һиңә күҙ ҡыҫҡылауын ҡарап һөйөнәһең. Ярҙа кеше булмаған саҡта бигерәк рәхәт! Әйтерһең дә, Талҡаҫ һинеке генә, ул тик һинең менән серләшә, һинең бар һорауҙарыңа яуап бирә, йыуата-ҡосаҡлай-иркәләй...

Һуңғы йылдарҙа һайығандан-һайып, ҡамыш-ләм баҫып барған күл үҙенә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланған әҙәм балаһын барыбер ғәфү итә шул. Шулай булмай ни: уға нисәмә быуат, унда тәрән Әсә аҡылы, ул балаһын ниндәйҙер ҡаҙаныштары өсөн генә түгел, ә бар етешһеҙлеге менән ярата белә шул. Үҙ алйотлоғо менән йә тормош һынауҙарын күтәрә алмай һынып төшкән, ҡанһыраған, бысраҡҡа буялған балаларын да берҙәй һөйә беҙҙең Талҡаҫ. Беҙгә өйрәнергә ине лә бит ошо әүлиәлек, фәрештәлек сифаттарына...

Эйе, килде ҡыҙыҡ заманалар: һәр хеҙмәттең әллә нисәмә төрлө дипломы булған психологтары бар, улары күҙгә-күҙ ҡарашып, “онлайн” тигән нәмәһе аша ла эшләй. Кризис-үҙәктәр өйөнән эт урынына типкеләнеп сығып киткән ирен дә, бисәһен дә, балаһын да һыйҙыра, бер тәрилкә ашын ҡойоп бирә. Йәмәғәт ойошмалары асылып: “Әйҙәгеҙ, әхирәттәр, ауыр булһа, беҙгә килегеҙ”,-тип күпме ваҡыт оран һала. Аҡсалыларҙы сит илдәрҙә диңгеҙ-океан янына һалып тороп, күңелен дә, башҡа ерен дә дауалайҙар. Юғары трибуналарҙан: “Хеҙмәткәрҙәргә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк”,-тигән матур һүҙҙәр яңғырай. Һөҙөмтәлә эштә кешенең бер-береһе тураһында “хәстәрлек” күреүе, уның һын-торошон ғына түгел, ә шәхси тормошон, булған да, булмаған да ғәйебен табып, бар донъяға таратыуға тороп ҡала. Эйе, бер яҡтан барыһы ла әҙәм балаһының уңайлығы өсөн, уның яңғыҙ түгел икәнлеген иҫбат итер өсөн эшләнгән. Икенсе яҡтан был “хәстәрлек” күберәк осраҡта кешене тағы ла нығыраҡ батырыу, юҡҡа сығарыуға ҡоролған кеүек. Уйламағанда тормоштан ваз кискән кешеләрҙең яҙмышына күҙ һалһаң да, иң яҡын туғандары ла бер ни ҙә әйтә алмай. Күрше-күләне: “Ҡайһы саҡта эскеләп ала ине”,-тигән була. “Ә ни өсөн?”-тип һораһаң, “Беҙҙә уның ҡайғыһымы?”-ҡул ғына һелтәй. Туғандарынан һорашһаң күпселек яуап ниндәй тип уйлайһығыҙ: “Эй, әллә ниндәй сәйер булып тик йөрөнө: беҙҙең менән һөйләшмәне лә ниңәлер”.

Кешенең йәне ярҙам һорап алдан бар донъяға оран һалған, ә беҙ тик ишетә-күрә генә белмәгәнбеҙ. Ғөмүмән, миллион психологик хеҙмәт асһаң да, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата булған мөнәсәбәтен үҙгәртерлек түгел. 80 йәшлек бер ағинәйҙең: “Бар туғандарым тиерлек һуғышта ятып ҡалды, әсәйем ауырыу ине. Буласаҡ тормош иптәшем дә етем. Бар ауыл беҙгә күмәкләшеп туй үткәрҙе. Кем аҡсаһын, кем ҡорот-майын бирҙе, бурысҡа түгел, ә ысын күңелдән ярҙам итеп. Эйе, балам, хәҙер тормош бик матур, тик кешеләр бер-береһенә ҡарата насар, ә беҙҙең заманда халыҡ бик кешелекле, күркәм холоҡло ине”,-тигән һүҙҙәрен хайран ҡалып тыңлайым. Хәҙер бит нисек: “беҙҙең туй һәйбәт, тегеләрҙеке насар булһын”, “минең эшем гел алға, тегенеке гел артҡа барһын”.

Шуға күрә кешеләр хәҙер көстө бер-береһенән түгел, ә үҙе ҡырып-емереп-ҡоротоп барған тәбиғәттән, һыуҙан ала. Сөнки тик тереклеккә генә ихласлыҡ, эскерһеҙлек, ябайлылыҡ, изгелек һаҡланған.

Ауыр, фәлсәфәүи уйҙарға бирелеп китеүем осраҡлы түгел. Талҡаҫ яры буйлап йөрөйөм. Ара-тирә шыма ғына таштарҙы алып һыуға ташлайым. Беләм, һыу барын да ала: ауырыуыңды ла, ауыр уйҙарыңды ла, артыҡ ҡыуанысыңды ауыҙлыҡларға ла өйрәтә. Өҫтәрәк ярҙа ултырған аҡ күлдәкле, киң эшләпәле ҡатынды алдан күргәйнем. Минең кеүек күл менән серләшәлер тип ситкәрәк киттем. Көслө тулҡындар ярға ныҡлап бәрелә башлағас, ҡатынға әйләнеп ҡараным. Уның эшләпәһе осоп китте һәм минең яныма тиерлек килеп ятты. Баш кейемен тотоп, уға йүнәлдем. “Рәхмәт”,-тине күтәрелеп ҡарап. Йөҙө илауҙан шешенеп бөткән, арҡаһы һаман да ҡалтырай. Әллә берәйһе рәнйетемме икән тип тирә-яғыма ҡарайым. Юҡ, ара-тирә кешеләр генә үтә. Көн һалҡын булғас һыу төшөүселәр ҙә юҡ. “Ултырайыммы янығыҙға?” Ҡатын ризалыҡ белдерҙе. Бер килке өндәшмәй ултырҙыҡ. “Беләһегеҙме, мин һеҙҙе аңлайым. Мин дә был ярға килеп кенә күңел тыныслығы табам. Күпме кеше менән уратып алынғанһың, ә баш терәргә Талҡаҫ ҡына бар...”

Ҡатын моңһоу тауыш менән: “Балаларығыҙ юҡмы ни?”-тип һораны. “Балаларым бар, Аллаға шөкөр”,-тием йылмайып. “Балалы кеше яңғыҙ булмай ул, туғанҡайым...” Тағы өндәшмәй генә шашынғандан-шашына барған Талҡаҫты күҙәтәбеҙ. Аңлайым, ниҙер әйтергә, күңелен йыуатырға кәрәк, ә килеп сыҡмай. Сөнки кешенән ғәйбәт өсөн генә мәғлүмәт һорауҙы яратмайым, ә бар йөрәктән ярҙам тәҡдим итер өсөн һүҙҙәр күңел төбөнән атылып сығырға тейеш. “Беләһегеҙме, мин һеҙгә мәшәҡәтләһәм әгәр, китәм. Шулай ҙа күңел бушатыр кешегеҙ булмаһа, мин һеҙҙе тыңларға әҙер. Оҙайлы йылдар журналист булып эшләү дәүеремдә күптәргә күңел дауаһы бирә алмаһам да, уларҙы тыңлап йыуаттым. Сөнки үҙемә лә күпселек осраҡта Талҡаҫыма килеп һыйынырға ғына ҡала...”

Ҡатын еңемдән тотоп туҡтатты. “Мин бөгөн үҙемдең ысынлап та яңғыҙ икәнлегемде аңланым. Юҡ, юҡ, мине өҙөлөп яратҡан иптәшем бар. Икебеҙ ҙә врач. Баш ҡалала йәшәйбеҙ. Икебеҙгә ике сит ил машинаһы, ҡала үҙәгендә фатир, ҡала янында ике ҡатлы йорт. Хәҙер инде ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шәхси клиникам да бар. Нимә теләйем – алдыма килеп кенә тора. Әлбиттә, һәр саҡ улай булманы. Иптәшем менән студент саҡтарында өйләнешеп, ятаҡта тормош башланыҡ. Медицина институты студенттары күпселектә көндөҙ уҡый, төнөн эшләй. Беҙ ҙә шулай йәшәнек. Мин буласаҡ акушер-гинеколог, һөнәремле үҙләштермәҫ элек шул өлкәлә санитарка, шәфҡәт туташы булып йөрөнөм. Алдан ҡурҡыныс һымаҡ булһа ла, һуңынан өйрәнеп киттем. Тәүге мәртәбә сабыйҙың донъяға килеүен күреүемде әле хәтерләйем. Бар бүлмәгә нур йүгергәндәй булғайны. Ауырлы ҡатындарҙың артыҡ мыжыуын, яңы бәпәйләгән әсәләрҙең илаһилығын тиҙ яратып өлгөрҙөм. Иң ауыры – аборттар ине. Ни өсөн ошо ҡурҡыныс операцияны эшләргә рөхсәт итәләр икән, тигән һорау менән яндым. Үҙ ғүмеремдә нисәмә сабыйҙың башын, ҡулын, аяғын өҙгөсләп килтереп сығарҙым мин! Йәш саҡта ла ауыр ине. Ә хәҙер төндәрен сабыйҙар илағанын ишетеп уянып китәм йәки йоҡлай алмайым. Әйтерһең дә улар: “Ниңә генә үлтерҙең мине!”-тип илай.

Ә ауырҙы яһалма төшөрөү! Вәхшилек бит ул! Ҡәҙимге кеше булған сабыйҙар үле килеп төшә, ә ҡайһы берәүҙәре тын ала. Күпте күргән санитаркалар уларҙы ... һыулы биҙрәгә тыға. Илап килеп тыуғандары ла була, уларын да ошо уҡ яҙмыш көтә. Йә, хоҙай, мин донъялағы иң изге һөнәрҙе һайланым, тип 17 йәшемдә ҡыуанып йөрөгәйнем. Белгән булһам икән барыһын да!

Хәтеремдә, 16 йәшлек ҡыҙҙы алып килгәндәр абортҡа. Эсе етеш, ҡәҙемге һап-һау сәләмәт бала табырлыҡ. Тик әсәһе өҫкә менеп килә: “Таптырмайым, миңә ул сабый кәрәкмәй!” Ә ауырҙың ваҡыты яһалма төшөрөүҙән дә үтеп киткән. Мин баш тарттым да, әйләнеп ҡайттым да киттем. Шул төн бер йәш табип ҡыҙыҡайҙың ауырын яһалма төшөрткән. Теп-теремек, етешкән сабый ҡысҡырып илап донъяға килгән. Табиптар аптыранып торған арала баяғы ҡыҙыҡайҙың әсәһе үҙенең ейәнсәрен һыулы биҙрәгә башы менән аҫҡа тыҡҡан да ҡуйған.

Мин күптән аборттар эшләмәйем. Әммә ҡулдарым һаман да  ҡып-ҡыҙыл ҡанға мансылған кеүек. Уны бер ниндәй һабын-порошок менән йыуып төшөрөрлөк түгел. Хәҙер үҙ клиникамда күберәк ауырлы ҡатындар, бәхетле әсәләр менән эшләйем. Тик был тағы ла нығыраҡ һыҙланыу килтерә – сабыйым юҡлығын көн-төн иҫемә төшөрә. Иптәшем дә, мин дә һау-сәләмәтбеҙ, әллә күпме тикшереү үттек. Коллегаларыбыҙ үҙҙәре лә аптырай. Ә мин беләм – был минең әллә күпме сабыйҙың ғүмерен өҙгән өсөн яза, ҡарғыш.

Бала алыу тураһында әллә күпме һүҙ ҡуҙғатҡаным булды. Ирем: “Беҙ икебеҙ ҙә һау-сәләмәт, яҙған булһа – булыр, юҡ икән, тимәк, беҙ бер-беребеҙ өсөн генә яратылғанбыҙ”,- ти ҙә ҡуя. Аптырап: “Ваҡытыңды заяға уҙғарма, ситтән берәй ҡатындан бала таптырып ал”,-тинем. Ул бик ныҡ үпкәләне:   “Мөхәббәт бар бит әле был донъяла”,-тине.

Ә һеҙҙең күлегеҙ ысынлап та серле, нисектер тынысландыра белә. Көн һайын йөрөйөм бында, тулҡындары әллә ниҙәр һөйләгәндәй була...”

Табиптың һүҙҙәренә шаңҡып, ниҙәр әйтергә белмәй бер аҙға тын ҡалдым. Унан: “Талҡаҫтың сер-шифаһы күп ул, һеҙ унан һорағыҙ. Күрәһегеҙме, уны ҡамыш баҫып бара. Мөмкинселегегеҙ булһа, сабыйым тыуһа, шуны таҙартырға аҙмы-күпме ярҙам итер инем, тип әйтегеҙ”,-тинем дә, үҙемдең ни тиклем ахмаҡ тәҡдимде яңғыратыуымды аңланым. “Эй, туғанҡайым, әгәр ҡамышын таҙартҡан өсөн Талҡаҫ сабый бүләк итһә, мин уны үҙ ҡулдарым менән йолҡоп, таҙартып сығыр инем”,-тип күңелһеҙ генә йылмайҙы.

 Ҡомда ялан аяҡтары менән эҙҙәрен ҡалдырып ҡабаланмай ғына китеп барҙы ул. Ғорур һын. Кешегә ҡайғыһын һөйләмәҫ,  барыһы ла уны иҫ киткес бәхетле тип һанағанда ла, бәхетһеҙлеген тойоп йәшәгән, бының өсөн бер кемде лә ғәйепләмәгән ғорур, сибәр, көслө башҡорт ҡатыны.

Кешеләрҙең бар күңел һағыштарын һәм ҡайғыларын йөрәгеңә баҫып дауа бирәһең бит һин, Талҡаҫым. Ярҙам итһәңсе ошо ҡатынға! Кеше йәнен бит ул үҙ теләге менән ҡыймаған, ә уның тылсымлы ҡулдары ҡотҡарған ауырыуҙар ҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ бит. Шулай ҙа Талҡаҫтың тулҡындарына, ҡояштың болоттарҙы ярып серле генә итеп йылмайыуына ҡарап, был донъяла күптән көтөлгән сабыйҙың ауазы яңғыраясағына инандым.

Автор:
Читайте нас: