Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Июнь 2022, 13:34

Мин бәхетле булдым!

Бәлки яҙмыш уларҙы ҡауыштырыр өсөн генә лә шулай аяуһыҙ аҙымға барғандыр, кем белә…

Мин бәхетле булдым!
Мин бәхетле булдым!
Фәниә енгәй менән Таһир ағайҙың тормошонона һоҡланмаған кеше юҡ ине. Пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, дуҫтарын һөйөндөрөп, дошмандарын көнләштереп ғүмер итте улар. Икеһе лә эшкә уңған, ауылда эскелектең көслө мәлендә лә ғаилә башлығы шешәгә битараф ҡалды. Ә Фәниә енгәй төҫкә лә сибәр, алсаҡ та. Йомош менән генә өйҙәренә барып инһәң, сыҡҡы килмәй бер аҙ тораһың: тәҙрә төбөндә төрлө гөл сәскә ата, өҫтәлендә һәр ваҡыт берәй тәмлекәс булыр, йәй көнө баҡсаһында йәшелсә-емеш емерелеп уңа. Үҙе бөтәһе менән дә ихлас, асыҡ итеп һөйләшә, йылмайып-көлөп тора. Һәр кемде тәмле сәйе менән һыйлап сығара. Беҙ, ауылдың буй еткереп килгән ҡыҙҙары, уға ҡарап һоҡлана ла, бер аҙ көнләшә лә инек. Һәр беребеҙ Таһир ағай кеүек кейәү хаҡында хыялландыҡ. Йыш барып йөрөгәс, ҡыҙҙары Тәслимә менән Лилиәне ихласлап яраттым. Йомош менән барған арала уларҙы һөйөп танһығым ҡанмаһа, үҙебеҙгә эйәртеп алып ҡайтып китә торғайным. Ялға ҡайтҡан саҡта уларға, үҙ туғандарымдай күреп, айырым күстәнәс төрөп алам, аҡса артҡан саҡта хатта бүләк тә эләгә. “Эээй, бикәскәйем, бигерәк иркәләтәһең быларҙы! Аҡсаңды мәшәҡәтләнеп тотонмаһаң да булыр ине. Килеп хәлде белеп тороуың – үҙе ҙур күстәнәс!”– Фәниә янымда өлтөрәп йөрөй, арҡамдан һөйөп-һөйөп ала. Самауырын ҡуйып ебәрә, бушаған пакетыма ҡорот, эремсек, ҡарағат ҡайнатмаһы тултырып, үҙемә лә күстәнәс әҙерләй. Унан инде ауылдың, йәштәрҙең ҡыҙыҡтарын һөйләй-һөйләй сәй эсергә ултырабыҙ. Күп осраҡта әсәйемдең шылтыратыуы донъябыҙҙы иҫкә төшөрә. Оҙата сыҡҡас та әле бер аҙ ҡапҡа төбөндә һөйләшеп алабыҙ.
Таһир ағай ҡатын-ҡыҙҙар килгән саҡта һис кенә лә күҙгә-башҡа күренмәй, кәртә тирәһендә үҙ эше менән йөрөй. “Хәлдең нисек? Өфөнөң берәй егетенә һатып эсәбеҙме һине, әллә юҡмы?”– тип шаярта ла юҡҡа сыға.
Был юлы ла, Май байрамына ҡайтҡас, баҡса тирәһендә әсәйемә түтәл ҡаҙырға бер аҙ ярҙам иттем дә, урам яҡҡа сығыу яғын һандырай башланым.
– Барып өләсәйҙең хәлен белеп ҡайтайым әле (Был һылтау, әлбиттә, уларҙан ике өй аша ғына яратҡан еңгәм йәшәй бит. Тураһын әйтһәң, өгөт-нәсихәт башлана: донъяңды онотма, кешенең эшен ҡалдырып, бимазалап йөрөмә, һин миңә ярҙам итергә ҡайта икән, тип көтһәм, бар белгәнең Фәниә, һәм башҡалар, һәм башҡалар. Әйтмәй генә сығып китһәң, ҡолаҡ тыныс буласаҡ).
– Хәҙер атайың машина менән барып, өләсәйеңде үҙебеҙгә алып ҡайта. Урамға сапмай торһаң да булыр.– Әсәй һүҙен ҡыҫҡа тотто.
Кис етеүгә тағы бер ынтылып алдым:
– Класташтарҙы күрергә ине, иртәгә шишмә таҙартырға сығырға тип һөйләшкәйнек.
Был юлы ла килеп сыҡманы:
– Һөйләшкәнһегеҙ бит, сығырһығыҙ әле. Йөрөмә урам ҡыҙырып!
Ялымдың һуңғы көнөндә дөрөҫөн генә әйтеп сығып китергә булдым:
– Әсәй, Фәниә енгәйҙәргә барып киләм, йәме. Тәслимәгә йәйгелеккә купальник алғайным.
– Нисә көн шунда ырғаңдағаныңды һиҙҙем инде... Барып тормаһаң да булыр, енгәйең хәҙер юҡ инде.
– Нисек юҡ? Үлдеме әллә?
– Кит, алйот, ауыҙыңдан ел алһын! Тере, әлбиттә. Таһир ағайың менән айырылыштылар. Балалары өйҙә, әлбиттә, барһаң, ҡыуанырҙар ине лә. Яңғыҙ ир янына барһаң, уңайһыҙ булыр. Эсеп тә йөрөй, тиҙәр ине...
Бындай яңылыҡтан шаңҡып ҡалдым. Бер юлы әллә күпме һорау яуҙырырға тотондом:
– Ниңә айырылдылар, ҡыҙҙарын ниңә алып китмәне? Ҡайҙа йәшәй хәҙер?
Әсәйемдең яуабы мине тағы ла иҫәңгерәтте.
– Күршеһе Айнур менән бер аҙна элек Өфөгә сығып киткән. Балаларҙы урынлашҡас, ҡайтып алам, тип әйткән, ти. Кеше һүҙе инде, үҙем күрмәнем бит. Эй Аллам, ир менән ҡатын араһы – ҡара урман, нимә булғанын кем генә белә инде. Таһирға ла ҡатын табылыр ул, ҡыҙҙары йәл...– Артабан күпме генә төпсөнһәм дә әсәйем һорауҙарыма яуап биреп торманы.
Ҡалаға, күңелем төшөп, ҡәҙерле нәмәмде юғалтҡан кеүек килдем. Һоҡланып, өлгө алып йәшәгән, ҡәҙерлегә әүерелгән кешеләремдең тормошо боҙолоуы минең өсөн дә оло юғалтыу булды. Ауыл халҡы Фәниә енгәйҙе эт итеп әрләне, ғәйепләне. Ә Айнур ағай менән сығып китеүе барыһына ла башҡа һыймаҫлыҡ хәл булдып күренде. Ара-тирә юлда осрағанында ла уның машинаһына ултырырға бер аҙ шөрләп торола ине. Дорфа һүҙле, һис кенә лә йылмайыу белмәҫ, һәр ваҡыт һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән был кеше менән алсаҡ енгәне һис кенә лә пар итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Өс йыл буйы йөрөгәндәр икән, тип тә һөйләйҙәр. Тик быға ышанмайым: күпме аралашып, серләшеп, уның тураһында әҙ генә лә һүҙ сыҡҡаны булманы. Әллә телефон номерын алмаштырғайны, әллә минең менән дә һөйләшкеһе килмәнеме – күпме генә шылтыратһам да енгәйемдең телефоны яуап бирмәне.
Ә шулай ҙа, тау менән тау ғына осрашмай тиҙәр. Ике йыл үткәс, уйламағанда-көтмәгәндә, бөтөнләй сит тарафта, Фәниә еңгәйҙе осраттым. Эшемдән Һамар ҡалаһына ике аҙналыҡ уҡыуға ебәргәйнеләр, дөйөм ятаҡ бүлмәһенә урынлаштым да, тамаҡ ялғап алырлыҡ ашхана эҙләп, урамға сығып киттем. Йылы бәлештәр һатылған киоск янына килдем дә, сит ерҙә икәнлегемде лә онотоп китеп башҡортсалап: “Ике ит, бер кәбеҫтә бәлеше бирегеҙ әле”, – тинем. Һорағанымды ҡулыма алғас ҡына иҫемә килеп, башҡортса аңлаған һатыусыға күтәрелеп ҡараным. Ҡараным да иҫем китеп ултыра төшә яҙҙым: тәҙрә аша миңә йылмайып, Фәниә еңгә ҡарап тора ине.
Ул да мине танып ҡалып, киосктан йүгереп килеп сыҡты ла ҡосаҡлап алды:
– Йә инде, һине лә күрәһе көндәрем бар икән! Бында осратырмын тип һис кенә лә башыма килтермәнем бит үҙеңде! Әйҙә ин, – мине етәкләп тигәндәй эш урынына индерҙе.– Кем башҡортса һөйләшә икән, тип аптырап ҡалдым. Күргәс, һиңә оҡшаған ҡыҙ тора тип уйланым. Йә һөйләп ебәр, ни хәлдәрҙәһең? Бында нисек килеп сығаһы иттең, – шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе.
Мин һөйләгән арала алдыма сәй яһап ултыртты, төрлө-төрлө бәлеш өйҙө. Килеп-киткән һатып алыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Хас та ауылдағы кеүек, тип уйланым да һиҫкәнеп киттем. Еңгәмде һағыныуым шул тиклем булған, күрәһең, уның ауылдан нисек сығып киткәнен дә онотҡанмын. Ҡапыл тынып, уға текәлеүемдән уйҙарымды һиҙҙеме, ул да бер аҙға тынып ҡалды.
– Һин дә мине әрләйһеңме?
– Юҡ, аңламайым ғына. Таһир ағайҙы, Тәслимә менән Лилиәне Айнурға алыштырыуыңды аңлай алмайым...
– Бер кем дә аңламай инде ул. Тик мин баштан уҡ Айнурҙы Таһирға алмаштырҙым. Быны ауылда белеүсе генә булманы.
– Нисек?– аптыраулы ҡарашымды уға төбәнем.
– Таһир беҙгә алыҫҡына ҡоҙа килеп сыға, ата-әсәйемдәр һәр ваҡыт ҡунаҡ мәлендә осрашып, аралашып йәшәне. Миңә 18 йәш тулыу менән, ике арала туғанлыҡты яңыртайыҡ, тигән һүҙҙәр башланды. Егетте тик бер генә күргәйнем, төҫкә-башҡа сибәр, арыу ғаилә, тип уйланым да, ҡаршы түгеллегемде аңғарттым. Бер нисә тапҡыр осраштыҡ та никах уҡыттыҡ. Тик үҙемдең туйымда ғына ғүмерлек мөхәббәтемде осратырмын, тип кем уйлаған инде. Уйын-көлкө менән ҡыҙ һатыу йолаһын атҡарҙылар ҙа, никах йортона барырға машиналарға ултыра башланыҡ. Шул мәлдә шофер булып килеүсе Айнур менән ҡараштарыбыҙ осрашты. Бөтә кеше уны ҡырыҫ тип яратмай. Әмин тәү ҡараштан уҡ уның күңел төпкөлөндә ятҡан наҙҙы, яҡтылыҡты һиҙҙем. Ауыл буйлап байтаҡ ҡына йөрөнөк, туй тантанаһына барҙыҡ, юл буйы көҙгө аша Айнурҙың ҡарашын эҙләнем. Һирәк кенә ул да күҙ ата, ҡараштар осрашһа, ирен ситтәре менән генә йылмайып ала. Шау-шыу, уйын көлкө менән күңелгә һөйөү ялҡыны ҡабынғанын һиҙмәнем. Ә бына ауылығыҙға килен булып төшөп, Айнурҙарҙың күршеһендә генә йәшәй башлағас, үҙемдең ниндәй хата яһағанымды аңланым. Мине ауылда аҙғын ҡатынға тиңләйҙәр, тик Таһир алдында һис кенә лә ғәйебем юҡ. Ете йыл беҙ Айнур менән бер-беребеҙҙе ҡараштар менән генә һөйөп йәшәнек. Ҡул бирешеп күрешкән саҡтар ҙа булманы. Берсә мең ғазап утында янам, берсә уның үҙ ихатаһында йөрөгәнен күрәм дә, уның был донъяла барлығына шатланам. Берәй йомошо төшөп инһә йәки юлда осраһа, миңә күҙҙәрен тултырып, ихлас итеп йылмайып ҡына ҡарауы була, бар хәсрәтем онотола, йәшәүгә йәм өҫтәлә ине. Тағы ла бер ҡарашҡа, йылмайыуға өмөт менән икенсе осрашыуҙы көтә башлайым. Ауылда дүрт байрам килтергән кеше булды миңә: һин, Айнур һәм ҡыҙҙарым. Икәүҙән икәү генә ҡалып күрше ауылдан ҡайтырға тура килде. Машинанан төшкән саҡта шым ғына итеп: “Мәңгелеккә ғашиҡ иттең мине”, – тине. Ошо һүҙҙән дә ҡәҙерлерәк нимә булырға мөмкин һуң, эйеме?– Фәниә енгәй күҙҙәрен осҡонландырып, миңә ҡараны.
– Белмәйем. Мин бит тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға тырышам. Яратыу тип, бар ҡиммәттән баш тартырға ярамай икәнен аңлайым.
– Эй, онотоп торам, һылыуҙарың бында бит хәҙер, әйҙә, барып күр. Улар һине һис кенә онотмай, көн дә тиерлек иҫкә алып торалар.
– Ҡасан килделәр?– ауылда был турала һүҙ сыҡҡаны юҡ ине әле.
– Уҡыу башланыр алдынан. Берәр йыл миндә булып торорҙар әле.
– Ә аҙаҡ?
– Күҙ күрер, – еңгәйем башын эйҙе.
Ҡапыл күңелем төштө. Күңелемдә асыу ҡуҙғала башлағайны инде, ауыр һүҙ әйтмәҫ борон, тип хушлаша башланым. Ул да башҡаса ҡыҫтаманы, хас та элеккесә итеп, күстәнәс, тип пакетыма бәлештәр тултырып оҙатып ҡалды. Тик күңелдә элекке шатлыҡ хистәре юҡ ине инде. Шулай ҙа әйтелмәгән һүҙҙәр, биреләһе һорауҙар ҡалды. Ваҡыт үткәс, бер аҙ асыу баҫылғас, тағы ла осрашыу булырына ышандым. Әммә ике аҙна буйы уның янына барырға күңелем тартманы, уның битараф ҡына итеп “күҙ күрер” тигән һүҙҙәре ҡолаҡта сыңлап тик торҙо. Балалары яҙмышы хаҡында уйламауы уны күҙ алдымда бик түбәнгә төшөргәйне.
 
* * *
Тик был осрашыу һуңғыһы булыуын аҙаҡ ҡына белдем. Үкенеүем дә, күҙ йәштәре лә, тәкәбберлегемде ҡәһәрләп илау ҙа уны кире ҡайтара алмағанын аңлағанда, үтә лә һуң ине инде...
Фәниә еңгәнең үлеме хаҡында телефондан әсәйем хәбәр итте. Айнур ағай аша тапшырылған хат иһә һуңғарыраҡ килде.
“Ҡәҙерле бикәсем минең. Һинең хыялдарыңа хыянат иткән кеүек хис итәм үҙемде, ғәфү ит. Яратҡан кешеңде табып, мөхәббәтле матур ғаилә ҡороуыңды теләйем. Эй, Һамарҙа саҡта һине һағына торғайным, Аллаһы Тәғәлә һуңғы тапҡыр булһа ла осраштырыуына шатланам. Тик күңелең кителеүен, миңә ҡарата ихтирамың юғалыуын күреү үтә лә ҡыйын булды. Әллә ниңә кешенең йәлләп ҡараған ҡарашынан ҡурҡам, илаһалар, бигерәк тә ауыр була торғайны. Ә һинең күңелең йомшаҡ, түгелеп иларыңды һиҙҙем, хәлемде ул саҡта аңлатып торманым инде.
Лилиәне табып, дауаханала ятҡанда уҡ һаулыҡ торошомдо күҙәткән табиптар тулы тикшерелеү үтергә ҡушты. Тик әллә ниңә Таһир киреләнде лә китте. Башҡаны яратҡанды шул ваҡытта уҡ һиҙгәндер ул. Үҙем дә ғәйепле, ҡатыраҡ торһам, көсләшеп алып ҡайта алмаҫ ине инде. Ана барам, бына барам тип йөрөп, өс йыл ваҡыт та үтеп китте. Айлыҡтарым килеүҙән туҡтағас, тағы ла ауырға ҡалғанмын икән тип, район дауаханаһына килдем. Кабинеттан кабинетҡа йөрөтөп, әллә күпме анализ алып, яман шеш диагнозы ҡуйып, алты ай ғүмер биреп ҡайтарҙылар. Шатлыҡ артынан китеп, көс етмәҫлек ауыр хәсрәт йөгө менән ҡайтырға тура килде ул саҡта. Кеше алдында иламаҫ өсөн аҡтыҡ көсөмдө йыйып килдем дә, сабырлығым ҡалмағас, күрше ауылға етмәҫ борон уҡ ылауҙан төшөп ҡалдым. Туғай буйына төшөп иланым-иланым да, күңелем бушағас, артабан нимә эшләргә икәнлеге хаҡында уйлана башланым. Тик үлем көтөп торған саҡта хыялдар яҡты булмай икән шул. Ҡояш һүнеп, иртәгәһе көнгә лә ышанысым һүрелеп ҡалды. Атлап ҡайтырға хәлем юҡ, шешенгән ҡиәфәт менән ылау туҡтатырға юлға сығып баҫҡым килмәне. Таһирға шылтыратҡайным, бесән сабырға сығып киттем, тип телефонын һалды. Көнөнә тип кенә китеп, аҙналап йөрөгәнгә үпкәләгән буғай. Бер аҙҙан, Айнурға барып алырға ҡуштым, тип смс хәбәре килде.
Айнур хәлемдең хөрт икәнен бер ҡараштан һиҙҙе. Күкрәгенә ҡыҫып алыуы булды, ҡабат күҙ йәштәренә быуылдым. “Ярты йыл ул срок түгел, үлем көтөп ятырға ярамай, ә һәр көн, һәр сәғәт өсөн көрәшеп йәшәргә кәрәк”, – тип ул мине йыуатырға, тынысландырыға тырышты.
– Үҙемде үҙем йәлләүҙән туҡтай алмайым, кеше йәлләй башлаһа, түҙер әмәлем ҡалмаҫ инде. Күрмәгән, белмәгән кешеләр араһына киткем килә.
– Мине лә үҙең менән алаһыңмы?
– Алам.
Был һөйләшеүҙе мин шулай шаяртыуға борорға тырыштым. Ҡайтҡас , Таһирға ауырыуым тураһында нисек әйтергә белмәй аҙапландым. Һәр көн, иртәгә, тип һуҙып йөрөй торғас, аҙна тирәһе ваҡыт үтте. Бер көн Айнур шылтыратып осрашыу һораны. Машинаһына инеп ултырыу менән бер төргәк һуҙҙы. Яңы трактор алам, тип йыйған аҡсаһын миңә дауаланырға бирергә ҡарар иткән ул. Сәтләүек кеүек тыштан ҡаты күренһә лә, күңеле тулы изгелек, һөйөү бит ул уның. Башҡа ир-ат кеүек бушты-юҡты һөйләп, ҡыҙҙар кеүек ихахайлап көлөп йөрөмәүен, аҙ һүҙлелеген ҡырыҫлыҡҡа бора ла ҡуя ауыл халҡы. Ә ир-егеттең һәр әйткән һүҙе өсөн яуап тоторға тейеш икәнен онотабыҙ. Ошо осрашыуҙа мин ҡалған ғүмеремде тик уның менән генә йәшәргә теләүемде аңланым. Ярты йыл булһа ла, ай булһа ла.
Әллә дауа килеште, әллә һөйөү: табиптар ярты йыл ғүмер бирһәләр ҙә, дүрт йыл йәшәнем әле. Ике йыл хатта балаларҙы ҡарарға ла хәлем булды.
Хыялдарың селпәрәмә килеп ыуалмаһын йәме, бикәсем, әхирәтем минең. Был донъяла һөйөүҙән дә татлыраҡ, матурыраҡ хис юҡ. Мин бәхетле булдым. Һин дә бәхетле бул!”
Үҙемдең ҡаты күңелле булыуымды ошо хатты уҡып сыҡҡас ҡына аңланым. Бер ни белмәгән, һәр нәмәнән ғәйеп, ғәйбәт эҙләгән алама бисәләр кеүек тотҡаныма, ваҡытында асыуымды еңеп, ихласлап һөйләшергә көс таба алмағаным өсөн үҙ-үҙемә нәфрәтләндем. Ә бит ул мине әхирәтендәй күреп ҡабул итте.
Фәниә еңгәйҙе – саф, ихлас, эскерһеҙ ҡатынды бар тормошон ташлап, сығып китергә яҙмыш үҙе үк мәжбүр итеүе хаҡында башыма ла инеп сыҡмаған. Ярай әле һәр кем минең кеүек хөкөм итеүсе ҡиәфәтендә һүҙ менән, битарафлыҡ, асыу менән язалаған саҡта уның янында һөйгән, ихлас яратҡан Айнур ағай булған...
Бәлки яҙмыш уларҙы ҡауыштырыр өсөн генә лә шулай аяуһыҙ аҙымға барғандыр, кем белә…

Фото: https://loon.site/
Автор:
Читайте нас: