Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Июнь 2022, 11:05

Таңдағы йыр

Эй, ошо интернет тигән ғәләмәт, күп ваҡытты алып ташлай бит! Йоҡлайым тип башыңды мендәргә терәйһең, күңел тигән нәмә шул "доньяға " тартылып, бар татлы йоҡоң оса ла бөтә. 

Таңдағы йыр
Таңдағы йыр
 
Эй, ошо интернет тигән ғәләмәт, күп ваҡытты алып ташлай бит! Йоҡлайым тип башыңды мендәргә терәйһең, күңел тигән нәмә шул "доньяға " тартылып, бар татлы йоҡоң оса ла бөтә. Бер ике хатҡа яуап, оҡшаған постарға комментарийҙар яҙып, таныш тоношоңдон фотоларын ҡарап сығыуға ярты төнөң ауа ла китә. Йәйге төн ни күҙ асып йомғансы, инде сырым итәйем тиһәң, будильнигың зыңғырлай. Әллә был будинльник алйағанмы тип, стена сәғәтенә саҡ асылыр асылмаҫ күҙҙәреңде текләйһең, дөрөҫ икән. Йылы юрған аҫты, йомшаҡ мендәрҙән айырыла алмай, биш кенә минутҡа ғына тип баш терәргә итәһең. Тик иртәнге ваҡыт үҙе шулайҙыр ул - тиҙ үтә. Һарайыңдағы һыйырыңдың "моңло һайрауына" ғына һиҫкәнеп килеп баҫаһың.
 
Һуңланым! Ашыҡ- бошоҡ, уңлы -һуллы кейенеп, бит ҡулыңды сапсып ҡына сайып, биҙерәңде элеп ҡулға сыҡҡан булаһың. Көтөүсенең шарт -шорт, күкле -йәшелле һүҙҙәр менән көтөү ҡуҙғатҡанын ишетеп, биш һыйырыңды бер ыңғай һауырҙай булып ҡабаланаһың. Булмай. Барыбер һуңлайһың. Көтөүҙе үҙ яйына ҡуйып ҡына эйәргән көтөүсене яттан әрләй -әрләй(ә уның ни ғәйебелер?!) йүгерәнләйһең. Дәү ҡорһағына көсө етмәҫ һыйырҙарыңдың тиҙлеген шәбәйтерҙән, ҡулыңдағы таяғың менән туҡ та туҡ киләһең бисараларҙың янбаштарын, ә улары ыжламай ҙа, кирә баҫып тик баралар бер көйө. Алда барған оло һыйыр күҙҙәре таҫырайып "һин йоҡтағанға мин минауатмы? ",-ти кеүек. Арып- талып ,лысма тир булып ҡояш буйтым күтәрелеүгә генә ҡайтып етәһең өйөңә. Шулаай, биш минутҡа һуңлаһаң, илле биш минут йүгерәһең шул.
Ә бөгөн мин һуңламаным. Юҡ, интернетым бөтмәне, бары будильникка тыңлашып, кире мендәргә ауманым.
Шул тиклем донья һил. Әйтерһең дә бар тирә яҡ яңы көн тыуғанын тын күҙәтә. Иртәнге дымлы, томан кеүек аҫылынған һауа, танау япраҡтарын ҡытыҡлап сөскөртөргә маташа. Ысыҡ нурына ҡойонған йәшел үлән, аяҡтағы кәлүште үбеп ялтыратып та ҡуйҙы. Нишләп мин был матурлыҡты, саф һауаны һулауҙан мәхрүм булып йоҡлап яттым икән?! Былай ҙа йоҡо төйөлгән күҙ ҡабағын ҡыҫтырып бына- бына ҡояш ҡалҡыр, ошо нурҙарға ҡойоноп эре генә ысыҡ йымылдар...
Ҡолағыма наҙлы ғына тауыш, йыр ишетелде. Ҡатын ҡыҙ тауышы... Моңло...
Көй килгән яҡҡа үҙемдән- үҙем тартылып, яй ғына атлайым.
Һуң, был бит Гәүһәр еңгәй?! Ниндәй үҙәктәргә үткес моң, булһа була бит кешелә талант! Тәндәр зымбырлап китте. Эх, һүҙҙәрен аңғарып булмай...
Кәртә буйында(ә беҙ күршеләр генә) доньямды онотоп йыр тыңлап торам. Һиҙеп фәлән, өркөтмәйем тип хатта тын алырға ҡурҡам. Гөбөр гөбөр һыйыр һауған ыңғайҙа, шулай йырлап та була икән! Йыр тынды. Сыртылдатып тулы биҙрәләрен, һәүкәшен тупылдатып һөйгән еңгәнең моңо ҡолаҡ осонда тик тора. Аһ! Мин бит тағын һуңлайым!
Йүгерә атлай һыйырҙарымды тибә төртә торғоҙоп, һауырға керештем. Саҡ һуңламаным бит әй!
"Иртәгә иртәрәк торорға!"-үҙемә шулай тинем. Йыр бәлким ҡабатланыр. Яңылышманым. Кәртә буйында тормай, шыбыр шыбыр ғына һауын ыңғайына моң тулҡынында тирбәлдем...
Серле күренде был йыр. Нишләп Гәүһәр еңгә былай моңлана? Әллә килендәштәр булараҡ һорашып ҡарарғамы? Шулай иттем дә, көтөү ҡыуып ҡайтышлай Гәүһәр еңгәнең эҙенән төшөп, һаҡ ҡына йыр яғына һүҙ борҙом, әлбиттә тәүҙә донья- хәл, балалар хаҡында булды һүҙ. Йылмайып ҡына ҡуйҙы еңгәм, йәшерҙе һүҙҙе икенсегә бороп. Ярай, бөгөнгә булманы, ти. Икенсе, өсөнсө тапҡыр ҙа "юл уңманы ".
— Яҙыу һыҙыу ғәләмәтең бар бит һинең, Фәриҙә килен, бар илгә ыстрам(рисуай) итеп ҡуйһаң, ҡууй! Тыңлаһаң тыңла, лутсы белмә!
Мут йылмайып өйөнә боролоп ингән Гәүһәр еңгәнең артынан тағы ла тороп ҡалдым. Ни тиклем алсаҡ, шаталаҡ күренһә лә, йәшерен һағыш —һағыныу бар һымаҡ ине уның күңелендә. Ялҡытмаҫ йыр үҙенә арбап, иртәнге татлы йоҡомдан уятыусы булып китте. Нисек булһа ла һуңламай, башынан аҙағынаса тыңларға тырыштым. Ә һүҙҙәре... саҡ саҡ ҡына аңғарып ҡалам:
 
Ҡарлуғастар оса, ел дауылдар аша,
Ҡуныр оялары тар микән?
Йөрәк ҡарлуғасым, ниңә йыраҡ остоң?
. . . . . . . . .
Ә шулай ҙа көнө төштө бит Гәүһәр еңгәмден үҙемә. Алыҫ ҡалаға туғанының туйына саҡырыу алғас, йүгертеп килеп тә инде.
— Фәриҙә килен, ҙуур йомош үҙеңә...
— Юҡ юҡ, йомош үтәр яйым юҡ,- тигән булам көлөмһөрәп, үҙең еңгә бер ҙә минең йомошто тыңламаның әле...
Еңгәм аптырап йылмайыыып ҡарап торҙо ла, һинеңсә булһын тигәнде аңлатҡандай ҡулын һелтәп ҡуйҙы.
--Ныу, еңмешһең дә бит килен, ярай тыңлашам, тик туйҙа йөрөп ҡайтҡааас һөйләрмен яйлап. Һыйырҙарҙы һауһаң, ҡалғанын ҡыҙҙар ҙа ҡарар, һөтөн үҙеңә ал, йә һөт йыйыусыға тапшырырһың, үҙең беләң уныһын.
Гәүһәр еңгәм киткәс ҡунаҡҡа, иртәләр шым, шыҡһыҙ кеүек тойолдо. Һыйырҙары ла күҙҙәрен таһырайтып мине ҡарай ҡарай һауҙырҙылар, йырсы хужабикә ҡайҙа икән, тинеләрме әллә. Ауыҙ эсенән мөңрәп тә ҡараным, өйрәнмәгәс ни, моңом әүеҫтек тирәһенән ары китмәне...
Өс дүрт көндән таңдағы моң "терелде ". Көтәүелләп кенә еңгәм менән бер мәлдә һыйыр ҡыуырға сыҡтым. Башын баҫып, моң солғанышында бара әллә һаман үҙе, аҙымдары ла һәлмәк кенә. Тертләтергә өркөп:
— Гәүһәр еңгә, һауғынамы,-тием.
— Эй, һине генә уйлап бара инем Фәриҙә килен, һаумын һаумын...бурыс аҫтың да ҡуйҙың бит муйынға, ҡалайтып ҡына атҡарырға тип баш ватыуым әле.
Һыйырҙарҙы көтөүсегә тапшырып өйгә боролоуға еңгәм ҡултыҡлап алып уҡ:
— Әйҙә, Ҡыҙҙар түбәһенән өйрөләйек. Былай ғына ҡайтыр юлға һыймаҫ кеүек тарих, - тине.
Алсаҡланып, асылып китеп, үҙ иркендә һүҙ алыуына еңгәмдең бытый телемде "тошап " шым ҡалдым.
...Йәшлек һәр кемдә лә үкенестәр ҡалдыралыр ул. Яңы уҡыу тамамлап ҡалаға экзамен тапшырып йөрөүем. Йыр буйынса киткем килде, яҡын ҡалаға барып(әсәйем алыҫҡа ебәрмәҫен әйтте)һынау тоттом. Ҡайҙан инде беҙҙең ише бер музыкаль белемһеҙҙәрҙең конкурстан үтеүе! Үтмәнем. Хәҙерге ише дүрт биш урынға документ биреү яйы ла юҡ ине бит әле. Күңелем төштө. Арыуыҡтан бергә дуҫлашып йөрөгән егетем инде икенсе курсты тамамлап өсөнсөгә күсте, үҙемде эшкинмәгән , мәңге "бешмәгән " тип әрләп, урындағы мәҙәниәт йортона эшкә төштөм. Йыуатты Насирым, икенсе йыл мотлаҡ инерһең уҡыуға тип ҡанатландырҙы. Ярата инек беҙ бер беребеҙҙе. Ул өҙҙөрөп гармунда уйнһа, мин йырлар инем дә, бар киске уйынға йыйылыусыларҙы берләштерә инек. Күңелле булды тау битенә усаҡ яғып "ҡайыш " уйнауҙар ҙа...
Ул китте уҡыуына. Мин кешеләрҙе тыңлата алмай ыҙалай ыҙалай эшләп йөрөгән булам. Бер көн шулай клубта һуңлап киттем, буласаҡ концерт алдынан сәхнә тирәһен йыйыштырып оҙаҡланым. Өйөбөҙгә юл үҙән аша. Ҡараңғы көҙгө төн. Хәҙерге ише урамдарҙа уттар ҙа юҡ. Артымдан(әллә күҙәтеп йөрөгән?) машина шыжлап килеп туҡтауға тертләп, юлдан ялтанып ситкә сыҡтым. Машина эсенән башын ғына сығарып ир заты һүҙ ҡушты:
— Төн ҡараһында ҡайҙа бара был һылыу? Әйҙә, ултыр, алып барам...
Мин теләмәгәнде белдереп башым болғайым.
— Әллә ҡыҙҙар был яҡтарҙа телһеҙме? Бер ауыҙ һүҙең дә йәлкеме һылыу? Машинала ғына елдереп ҡайтырға ғәрләнәһең әллә?
Машинанан сығып , ҡаршыма килгән ирҙән ҡурҡып, юлдың аҫтына артым менән йыбырлап шылам. Ауыҙына тәмәкеһен ҡырын ҡапҡан, араҡы эҫе аңҡытҡан ир минең арттан юл аҫтына атлай. Ҡурҡышымдан хатта телем әйләнмәй, дегәнәккә эләгеп ҡолап та киттем. Фар яҡтыһында был кешенең күптән эҙем эҙәрлекләгән Варис икәнен төшөндөм. Шулаай. Шул кистә көсләп үҙенеке итте Варис ағайың. Уҡыу ҙа, ҡалалағы гармунлы егетем дә артта ҡалды. Мин киттем оҙатылып ауылдан. Китмәй нишләйһең? Кемгә кәрәкмен һуң был килеш...Хәҙер генә ул "намыҫ " аяҡ аҫтында...
Гәүһәр еңгәм ауыр һулап, эйелеп кенә кәзә һаҡалы сәскәһен өҙөп алды.Һис тә уйламағайным Варис ағайҙың былай кеше бәхетен "урлап -талап " алыуын.Еңгәм артабан китте:
Бәлким онотолоп доньяға бирелер ҙә инем, бер йылды клубҡа концерт килгәс өлкән ҡыҙ менән барҙыҡ. Үҙешмәкәрҙәр ҡуя икән. Шул тиклем әҙерләнгәндәр, әртистәрең ары торһон! Бына сираттағы йырсы, "Юлдашбаев Насир үҙенең йыры менән! ". Бар тәнем ҡорошҡаҡ тотҡандай ҡойолоп төштөм. Ярай зал ҡараңғы. Берәйһе күреп ҡалмаһын тип шыбыр тиргә батып ултырғысыма тәрәнерәк сүгәм. Таныш йөҙ, таныш гармун, таныш йыр... Битемде яндырып йәшем аҡты. Һағыныу, йәшлегем ауазы, яратып та яҙмышыбыҙ ярты ярты яҙылыуға әсенеү ине был. Шул тиклем тамашасылар яратты, һорап тағын сығарҙылар. Ул сыҡҡанында ошо йырҙы йырланы ла инде. Үҙәгемә тиклем үтте, телем осонан китмәне лә ҡуйҙы башҡаса. Насир йырлап бөткәс тә юҡтан бар сәбәп табып ҡайтыр яҡҡа йүгерҙем. Концерт бөтөр ҙә, ут ҡабынғас залда, килеп табыр, нишләп һүҙһеҙ ташлап киттең тип һорар тип ҡурҡтым. Яратҡан кешең менән йәшәүе еңелдер инде, Фәриҙә килен. Үҙеңде бәйләп тиерлек балалар өсөн генә йәшәү яман ауыр. Бар хәсрәтем таралғандай була таңда шулай йырлап алһам...
— Нишләп еңгәй бында килгәс булһа ла уҡырға инмәнең? Бынамын тигән йырсы сығыр ине.
Аңларһыңмы, балаҡай тигъндәй ҡарааап ҡуйҙы ла Гәүһәр еңгәм:
— Уҡыу түгел, ауыҙ асып мәжлестә йырлауға ла ҡаршы бит ағайың. Иртән ул йоҡлағанда ғына шулай моңланам мин. Ҡыҙғана бит!
Йәл булып китте миңә. Эсмәгәне тартмағаны өсөн хөрмәт иткән Варис ағайымдың был аҫтыртын ҡоршауын өнәмәнем. Матур татыу ғаилә булып танылған күршеләремдең ҡауышыу тарихы оҡшаманы. Нисек инде, кемдеңдер яҙмышын көсләп үҙеңә тағып, бәхетле булырға?Шым ғына атлаған Гәүһәр еңгәм, иламай, күңеле һыҙлайҙыр инде, өнһөҙ һыҡрана.
— Гәүһәр еңгәй, ғәфү ит, яраларыңды ҡуҙғатырға мәжбүр итһәм...
— Яраларым һәр таңда яңыра, һағыныуым оторо шаша. Бер ярҙа балалар, икенсеһендә Насир. Өйләнмәгән ти бит. Вәғәҙә бирешкәйнек, мин үтәмәнем. Эх, ошо Варис тап булмаһа...
Ҡыҙҙар түбәһен өйрөлһәк тә юл өйөбөҙ төбөнә тиҙ килеп етте. Мин үҙемә, Гәүһәр еңгә үҙ йортона инеп киттек. Ике йәнәшә йорт - ике төрлө тормош. Ялпылдап ялтырап торған Гәүһәр еңгәмдең йыры тарихы күңелемдән китмәне. Эсендәге утын тышҡа сығармай доньяға башын баҫҡан "өлгөлө " ғаиләләр әҙме ни? Тыңлаусыһы ғына юҡ...
Таңдағы йыр... Йөрәгемде өҙөп үтте әсе әрнеү.
 
МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.

Фото: https://loon.site/
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: