Бөтә яңылыҡтар

"Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."

Тик апайым унда юҡ ине, уны Өфөгә ебәргәндәр. Өйҙә лә күңелһеҙ: лампочка янды, икенсене алырға аҡса юҡ. Ҡараңғыла ултырабыҙ. Шул саҡ өй янына милиция машинаһы килеп туҡтаны. Мин тиҙерәк мейес башына ҡастым.

"Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."
"Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."
10.09.2004. ... Мин, Рөстәм, 1986 йылда донъяға килгәнмен. Беҙ Н. ауылында тыуһаҡ та, әсәйем икенсе ҡасабала эш тапҡас, И.-гә күсеп барҙыҡ. Ул ваҡыттарҙы яҡшылап хәтерләмәһәм дә, бик насар йәшәүебеҙ оноторлоҡ түгел. Тыштан ҡарағанда ла йортобоҙ алкаштарҙыҡы кеүек күренә ине, ә өй эсе тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Бер генә бүлмәнән торған өй һәр саҡ йыйыштырыулы булһа ла, бик бысраҡ ине. Тәҙрәләрҙә ҡорған тигән нәмә лә, өйҙә электр уты ла юҡ. Шуға күрә өй эсе тағы ла аламараҡ күренә. Миңә өс көнгә бер тапҡыр ашау эләгә, ә сәйҙе минут һайын эсһәң дә була, тик шәкәрһеҙ һәм икмәкһеҙ. Өләсәй өс көнгә бер кесерткән ашы бешерә, уны беҙ шундай рәхәтләнеп ашайбыҙ. Алты кеше бер бүлмәлә йәшәйбеҙ: әсәй, атай, өләсәй, апай, мин, һеңлем. Өләсәйем атайҙың әсәһе булдымы, әллә әсәйҙекеме – белмәйем, тик ул шундай һәйбәт кеше булып хәтерҙә ҡалған.
 
1990 йыл, миңә дүрт йәштәр самаһы. Бер көн уянып киттем, көн матур, ҡояшлы. Апайым тыумыштан ауырыу ине, ҡайһы саҡ башы эшләмәй китә. Шуға күрә ул һәр ваҡыт төймәле дарыуҙар эсә. Был көндө һеңлем һыуыҡ сәй менән апайымдың бөтөн дарыу­ҙарын эсеп бөткән дә йоҡларға ятҡан. Мин уны уйнарға саҡырып уятам-уятам, тик һеңлем уянмай. Ә ауырыу апай менән уйнауы күңелһеҙ. Апайым дарыуҙарын эсәйем тип барһа, бер бөртөгө лә ҡалмаған. Әсәй эштән ҡайтҡас, мин уға бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Әсәйем ҡысҡырып илай башланы, мине йә дауаханаға барырға, йә берәй кешенең телефонынан “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тип сығарып ебәрҙе. Әсәй илағас, мин дә илай-илай күршеләргә йүгереп индем. Улар “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыртты. Күршеләрҙең: “Бөттө, сигенә сыҡты алкаштар!” – тигән һүҙе аптыратты. Мин ҡайтыуға аҡ халатлы кешеләр һеңлем менән әсәйемде машинаға ултыртып алып китте. Шул саҡ әхирәттәренә тормош тураһында гәпләшергә киткән өләсәй ҡайтып инде лә, һеңлем менән әсәйемдең ҡайҙалығын һораны. Тағы ла миңә аңлашылмаған “алкаш” тигән һүҙҙе ҡабатланы. Әсәйем менән һеңлем дауаханала бик оҙаҡ ятты, әллә бер ай, әллә ике ай. Улар өйҙә булмағанда миңә нисектер ҡурҡыныс, шомло тойолдо. Улар ҡайтҡас, мин тәүге тапҡыр кәнфит, шәкәр һәм ҡалас ашап ҡараным. Кәнфиттәр шул ҡәҙәр тәмле ине! Әсәйемдәр Өфөлә дауаханала ятҡан, улар һөйләүенсә, Өфөлә шул хәтлем машиналар һәм кәнфиттәр күп икән. Беҙҙең өй оло юл эргәһендә булғас, күп машинаны күргәнем бар, тик кәнфитте бер тапҡыр ҙа ашағаным юҡ ине...
 
Һеңлем ҡайтыуы минең өсөн бик ҡыуаныслы булманы, сөнки ул ныҡ үҙгәргән, ауырыу апайым һымаҡ булған. Ауыҙ эсенән әллә нимәләр мығырлап тик йөрөй. Бер көн атай менән әсәй утын бысты, беҙ эргәләрендә уйнап йөрөнөк. Бензин бысҡыһынан шундай тәмле еҫ килә ине, мин рәхәтләнеп һуланым да һуланым. Утын бысылып бөткәс ҡараһаҡ, һеңлем юҡ. Эҙләнек, ҡысҡырҙыҡ таба алмайбыҙ. Әсәй мине оло юлға сығып, ҡарап килергә ҡушты. Юлда ҡыҙыл төҫтәге “Жигули” туҡтаған да, бер ирекәй һеңлемдең башын бәйләп маташа. Мин уларҙы күреп әсәйҙе саҡыр­ҙым. Әсәй ҡысҡыра, әрләшә, ә мин ирекәйгә таш ташлай башланым. Ир машинаһына ултырҙы ла китеп барҙы. Миңә һеңлем шул хәтлем йәл ине. “Мин уны бер кемдән дә йәберләттермәйәсәкмен. Ҙурайғас, мин уны кәләш итеп алам”, – тинем. Өйҙәгеләр минең иҫәрлектән көлдөләр...
 
1992 йылда, миңә 6 йәш тигәндә, әсәй үлде. Ул көндө яҡшы хәтерләйем: әсәй өләсәй­ҙең бик күп аҡсаһын тартып алды. Өләсәй бирмәҫкә тырышып талашһа ла, илаһа ла, әсәй һауыт-һабаны ташлап, яра башлағас, өләсәй ойоҡбашынан аҡсаһын алып бирҙе. Әсәй аҡсаны һыпыра тартып алды һәм урамда үҙен көтөп торған ике ир эргәһенә барып, мотоциклға ултырып китте. Магазин һәм баҙарҙың ҡайһы тирәлә икәнен белә инем. Мине унда танып бөткәндәр, сөнки ашарға һоранып бара торғайным. Ә башҡа ауыл малайҙары һорап торғансы, урлауҙы ҡулай күрәләр ине. Әсәй өс көн ҡайтманы. Өйҙә ауыҙға алырлыҡ ризыҡ юҡ. Мин тағы һоранырға сығып киттем. Китеп барһам, бер ҙур йорт эргәһенән шундай тәмле еҫ килә, тағы ла нығыраҡ ауыҙ һыуы ҡойола. Йорттоң күтәрмәһендә ултырған ирҙән был йортта кем йәшәүен һораным. Ир тәмәкенән ҡарлыҡҡан тауыш менән “Детдом был” тине. Беҙҙе “детдомға бирәбеҙ” тип ҡурҡытҡандары бар ине, шуға күрә тәмле еҫ сыҡһа ла, был тирәнән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараным. Сөнки минең өләсәй менән йәшәгем килә.
 
Өйгә ҡайтһам, әсәйҙе һорап, ике туған ағайым ултыра. Мин уның магазин яғына китеүен әйттем. Ағай шул яҡҡа сығып китте. Иртәгәһенә ағай тағы килде, уның артынан яй ғына бер йөк машинаһы килә ине. Машина ни өсөндөр асыҡ кузов һәм арты менән килеп туҡтаны. Кузовтан ике аяҡ күренеп тора, ә кәүҙә япма менән ябылғайны. Мин әсәйемдең аяҡтарын таныным. Шунан беҙҙең өйҙә өс көн буйына ут янып торҙо, һүндермәнеләр. Бының өсөн мин шул хәтлем ҡыуанып, ғорурланып йөрөнөм. Күрше малай минән көлә, ә миңә барыбер рәхәт. Ул малайҙың хатта велосипеды ла бар ине. Әсәй өс көн буйына бер йәшник эсендә йоҡланы, аҙаҡ уны алып барып ергә күмделәр. Әсәйемдең йөҙөн күргем килһә лә, күрһәтмәнеләр. Ә аяҡтары һаман да төшөмә инә...
 
Хәҙер әсәйемдең ҡағыҙҙарын ҡарап, уның һыуға батып үлеүен һәм оҙаҡ ҡына һыуҙа ятыуын беләм...
 
Уянып китһәм, көн болотло, ямғыр быҫҡаҡлай. Апайым ауырып китте һәм уны дауаханаға алып киттеләр. Иртәгеһенә беҙ күрше­ләр­ҙән он менән ит һорап алып, билмән бешерҙек һәм өләсәй менән апайым эргәһенә дауаханаға киттек. Тик апайым унда юҡ ине, уны Өфөгә ебәргәндәр. Өйҙә лә күңелһеҙ: лампочка янды, икенсене алырға аҡса юҡ. Ҡараңғыла ултырабыҙ. Шул саҡ өй янына милиция машинаһы килеп туҡтаны. Мин тиҙерәк мейес башына ҡастым. Милиционерҙар өләсәй менән нимәлер һөйләште, ул иларға тотондо. Милиционер һеңлемә кейенергә ҡушты, ә ул кейенә белмәй. Мин төшөп, һеңлемде кейендерә башланым. Бер милиционер: “Быныһы ла өйҙә икән, яҡшы. Помойка буйлап эҙләргә тура килмәйәсәк”, – тине. Ни өсөн шулай тигәндер, аңламаным, сөнки бер ҡасан да помойкала соҡонғаным юҡ. Бер көндө беҙ күп йомортҡа табып алып, рәхәтләнеп ашағайныҡ. Тик ул помойкала түгел ине!
 
Төшкөлөккә беҙҙе С. балалар йортона алып килделәр, сәстәребеҙҙе алып, йыуындырып сығарҙылар. Мин ныҡ ҡурҡтым, һеңлемде яҡлай алмаҫмын тип тә ҡурҡтым. Сөнки ҡурҡаҡ инем. Ысын ҡурҡаҡ. Хатта күршеләге ҡыҙ мине һәр ваҡыт туҡмай торғайны, урамға ла сыға алмай ултырған саҡтарым булды. Ул ҡыҙ минән ҙур һәм йыуан ине. Балалар йортонда беҙҙе ашаттылар, йоҡлаттылар, теш пастаһы һәм щеткаһы бирҙеләр. Беҙҙе бөтәһе лә “новички” тип атауы ҡыҙыҡ тойолдо. Полдникта сәй, эҫе булочкалар менән алма бирҙеләр! Директор беҙҙе: “Рәхим итегеҙ!” – тип ҡулына күтәрҙе лә, үбеп, ергә баҫтырҙы. Балалар бик дуҫ икән бында. Киске ашҡа помидор һәм ҡыяр салаты, картуф иҙмәһе бирҙеләр. Уларҙы минең ашағаным да юҡ ине. Кискеһен тәрбиәсе әкиәт уҡып йоҡлатты. Нисек йоҡлап киткәнемде лә белмәйем. Шулай итеп, беҙ балалар йортона өйрәндек, тиҙ үк башҡалар кеүек үк булып киттек.
 
Көҙгөлөккә мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. Үҙемдең туған телемдә белем алғас, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыным, “өс”тәрем булманы...
 
Киләһе йылдың көҙөндә беҙҙең балалар йорто ябылды һәм беҙҙе төрлө балалар йорттарына тараттылар. Мин У. балалар йортона эләктем. Бында беҙҙе бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алманы. Күбеһе рустар ине, ә мин русса һөйләшә белмәйем. Малайҙар килеп, йоҙроҡ күрһәтеп, туҡмайбыҙ, тиһә лә, аңламағас, көлөп тик торам. Икенсе класта уҡый башлаһам да, русса белмәгәс, мине киренән беренсе класҡа ултырттылар. Бына ошонда “дедовщина” тигән нәмә менән осраштым да инде. Өлкәнерәктәр беҙҙе нисек теләй, шулай мыҫҡыл итте. Ашарға биргән тәмле-татлыны тартып алыу, үҙҙәре өсөн эшләтеү, баҙарға урларға ебәреү, бер-беребеҙ менән һуғыштырыу, рогатка атыу. “Рогатка атыу” ауыл балаһы күҙаллағанса уйын түгел. Салбарыңды систереп, алға эйелдереп ҡуялар ҙа, йомшаҡ ереңә рогатканан таш менән аталар. Тейһә, йәнең сыға яҙа, шул хәтлем ауырта! Өлкән класс малайҙары менән бәләкәй кластарҙы һуғыштырыу ҙа ҡыҙыҡ түгел: ярылған ирендәр, йәмшәйгән танау, һынған тештәр һ.б.
 
Беҙҙең бәхеткә, тиҙҙән төркөмгә “старший” итеп Фома тигән бик яҡшы малайҙы ҡуйҙылар. Ул тәртипкә, таҙалыҡҡа, бөтөн нәмәгә яуаплы ине. Башҡаларҙан беҙҙе туҡматтырманы, ҡарап алып йөрөттө.
 
Бер хәл иҫемдә ҡалған. Мин йылғаға бер үҙем һыу инергә барҙым. Сыҡҡас, йылыныр­ға тип усаҡ тоҡандырҙым. Унда беҙ Пеле тип йөрөткән ауыл малайы бер “эшкәлник” араҡы алып килеп эсерҙе. Мин иҫергәнмен һәм торам тип ут өҫтөнә ҡоланым. Ыҙаланып, маташа торғас, усаҡтан тороп, һыу эсенә барып ҡоланым. Үҙемдең бешкәнлегемде лә һиҙмәгәнмен. Ҡайтырға сыҡҡас, ҡолап, шунда йоҡлап киткәнмен. Иҫемә килһәм, мине һыу аша тәрбиәсе һөйрәкләп алып сығып бара... Ныҡ ҡына янғанмын, мине дауаханаға ебәрҙеләр. Ә унда бөтөн ере бешкән кешеләр ята: кем гудрон аҫтында ҡалған, кем үҙен-үҙе бензин һибеп яндырған... Миңә лә, мумия шикелле, аҡҡа уранып ятырға тура килде. Балалар йортонан яныма берәү ҙә килмәне...
 
 

 

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в