Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Июль 2022, 13:40

Көндәшем менән бер түшәктә йоҡланыҡ

Бер көндө көтмәгәндә ҡәйнәмдең һеңлеһе шылтыратты: – Беҙҙең бит Рөстәм ауырый... Башында шеш... Өмөт юҡ тиҙәр, – ти.

Көндәшем менән бер түшәктә йоҡланыҡ
Көндәшем менән бер түшәктә йоҡланыҡ

Ир бирмәк – йән бирмәк, ти халҡыбыҙ. Икең уртаһына өсөнсө берәү кереп баҫһа һәм һинең иң яҡын күргән кешең шул тарафҡа табан ауышһа, бынан ауыры, ысынлап та, юҡтыр. Йән тыныслығын ала торған хәлдер был.

Әммә доньяла бынан да ауырыраҡ хәлдәр ҙә бар... Барыһы ла үлсәүгә һалып ҡарағас ҡына күренә.
Әңгәмәләшем, асылып, үҙ яҙмышын шуны аңлатыу өсөн һөйләне шикелле миңә.

– Бик күп ҡатын-ҡыҙҙар «көндәш» тип ярты сәләмәтлектәрен бөтөрә. Миндә лә бар ул көндәш.
Юк, ирем беҙҙән туп-туры уның янына сығып китмәне. Улайһа ниңә айырылдыҡмы? Был айырылыуҙы күберәк үҙем теләнем шикелле. Ҡала егете ине ул. Ә мин – ауылдан. Бына шул ауыллығым өсөн гел битәрләне ул мине. Нимә генә тиһәм дә, гел ҡаршы төштө: «Һин бында әллә ауыл тип белдеңме?», «Һин бит ауылда үҫкән, нимә беләһең һуң?» – тип ауыҙымды астырманы.

Бер-бер артлы өс бала таптым. Өс йылға өс бала! Яратҡанмындыр инде... Тырышып-тырмашып, ситтән тороп булһа ла, юғары белем алдым. Ирем алдында үҙ дәрәҗәмде күтәрәм, йәнәһе. Башҡаларҙан кәм түгеллегемде күрһәтәм... Минең менән ғорурланды тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һаман бер һүҙҙе һөйләне: «Уҡып та әллә кем була алмаясаҡһың. Барыбер ауыллыҡ бөтмәйәсәк һиндә».
Былай кәмһенеп йәшәгәнсе, яңғыҙ йәшәһәм яҡшырак булыр тип уйланым – ғаризаны судка үҙем илттем. Яҡын кешенән ишеткән ауыр һүҙ бәғерҙең түренә үк барып ҡаҙала бит ул...
Өс бала менән яңғыҙ ҡалыу еңел булманы инде. Тормошто аяҡ-ҡулым менән дә, тешем менән дә тешләп тарттым. Айырылышҡанда торор еребҙ юҡ ине тиһәм дә була. Күршеләр белән уртаҡ өйҙә бер мөйөш... Унда балалар үҫтереп булмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Һәм мин... өй һалырға уйланым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме?!
Һалып керҙем мин өйҙө. Уны нисек итеп һалыуым үҙе оҙон бер тарих. Тик һүҙем башҡа нимә хаҡында бит әле.
Көндәш тураһында.
Иремдең икенсегә өйләнгәнен ишеткән инем инде. Ундый яңылыҡты уртаҡ таныштар бик тиҙ еткерә, ғәҙәттә...
Ҡала ҡыҙы, тинеләр. Беренсе ире үлгән, бер ҡыҙы бар, тинеләр. Сибәр тип тә әйттеләр... Был хәбәр мине аяҡтан йыҡты тиһәм, дөрөҫ үк булмаҫ инде. Ир-ат яңғыҙ йәшәмәҫ бит инде. Әммә барыбер ауыр булды... Үҙемде ҡабат кәмһетелгән, түбәнһетелгән итеп хис иттем.
Йөрәк әрнене лә әрнене.
Бер көндө көтмәгәндә ҡәйнәмдең һеңлеһе шылтыратты:
– Беҙҙең бит Рөстәм ауырый... Башында шеш... Өмөт юҡ тиҙәр, – ти.
Донья хәлен белеп булмай, хәлен беләйем тип шылтыратырға уйланым – ни тиһәң дә, балаларымдың атаһы бит.
Матур ғына һөйләштек. «Берәй ярҙам кәрәк булһа, хәбәр ит, ҡулдан килгәнде ярҙам итермен», – тинем.
Шул аҙна аҙағында уҡ шылтыратты ул. «Рәмил мине Мәскәүгә оҙата бармаҫмы икән?» – ти. Улым яңы ғына эшкә урынлашҡан ине – теләһә лә бара алмаясаҡ.
– Ул бара алмаҫ, үҙем оҙатһам ғына, – тим. Һуңынан өҫтәнем: – Ҡатының көнләшмәһә?
Ҡатыны беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап тора ине, ахыры, уның: «Көнләшмәҫ! Рәхмәт кенә әйтер!» – тиеүе ишетелде.
Поезда барғанда: «Ниңә ҡатының үҙе оҙата бармай һуң?» – тим яйлап ҡына. «Уның бер ҡайҙа ла барғаны юҡ. Юлға сығып китәргә ҡурҡа», – ти. Улай икән, тим эсемдән. Беҙ – ауыл ҡыҙҙары шул, ҡурҡып тормайбыҙ, телде яҡшы белмәһәк тә, иҫебеҙ китмәй...
Ярай, барып еттек Мәскәүгә. Бурденко исемендәге институтты эҙләп таптыҡ. Дөрөҫөрәге, таптым... Әммә беҙҙе бында бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай булып сыҡты. Операцияға тиклем, башта тикшерергә кәрәк әле, тиҙәр. Юғиһә әҙер анализдар менән килдек.
Бер кабинетҡа кергән еренән Рөстәм тиҙ генә әйләнеп сыҡты. «Анализ бирергә ҡуштылар. Ун мең тора икән», – ти.
– Булмаҫ, дөрөҫ түгелдер, үҙем керәйем әле, – тим.
– Шулай инде, – ти был миңә. – Ауыл тип белдеңме әллә һин, Мәскәү бит был!
«Ауыл» тигәс бөтөнләй асыуым килде. Кереп киттем кабинетҡа. Табип менән һөйләштем, операция көнөн тәғәйенләнеләр. «Берәй хәбәр булһа, әйтерһең», – тип, кире ҡайтып киттем.
Рөстәмдең ҡатыны менән телефондан көн дә һөйләшеп тора башланыҡ.
– Был аҙна аҙағында операция яһайбыҙ, тигәндәр, – тип шылтыратты ул бер көндө. – Миңә һаҡларга барырға кәрәк инде... Тик Мәскәүгә тиклем бер үҙем сығып китәргә йөрәгем етмәй...
Мин – ауыл ҡыҙы Рөстәмдең ҡалала үҫкән ҡатынын Мәскәүгә илтеп куям тип һөйләштек.
Бер купела барҙыҡ, ҡара-ҡаршы урындарҙа йоҡланыҡ. Юл буйы һөйләштек. Мәскәүҙә бер йыраҡ туғандары бар икән – шуларҙы эҙләп таптыҡ. Уларҙа икәү ҡунып сыҡтыҡ – бер юрған аҫтында йоҡланыҡ.
Йома көндө Рөстәмде икәү операцияға оҙаттыҡ, нисә сәғәт бергә ултырып, уның бысаҡ аҫтынан сыҡҡанын көттөк... «Һинһеҙ беҙ быны йырып сыға алмаҫ инек», – тип, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалды Эльвира.
Элекке ирем, шөкөр, аяғына баҫты. Еңел эштә булһа ла, эшләп тә йөрөй. Эльвираға рәхмәт – ул бик тәрбиәләне, дарыуҙарҙы сәғәтенә ҡарап эсереп торҙо.
Беҙ әле лә аралашып йәшәйбеҙ. Өйҙәренә кереп, сәй эсеп сыҡҡаным да бар. Үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырғаным да булды. Балалар байрамдарында аталарын ҡотларға барырға йыйынһалар, һәр ваҡыт: «Эльвира апайығызҙға ла берәй нимә алығыҙ – күңелен күрегеҙ. Уның ҡыҙының балаһын да онотмағыҙ”, - тип әйтеп торам.
Ә Эльвира... ул миңә көндәштән бигерәк, дуҫ ҡатыным кеүек хәҙер. Аҡыллы ул... Тик барыһы ла көндәште былай яҡын күрә алмай, әлбиттә. Мин бының сәбәбен әйттем инде – элекке ирем менән мине бер нимә лә бәйләп тормай. Уға ҡарата бер хисем дә юҡ. Эльвира быны һиҙә, белә, әлбиттә. Ә Рөстәм... Ул хәҙер минең менән ғорурлана! Тик мин генә уның ғорурланыуына инде мохтаҗ түгел...

Тулырак: http://syuyumbike.ru/blog/blogs/kndshem-beln-ber-yurgan-astynda-yokladyk

Гөлнур Сәфиуллина

Фото: smolensk.bezformata.com

Автор:
Читайте нас: