Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Июль 2022, 14:55

Ҡорбан байрамы етә

Ҡорбан салыуҙың билдәле бер ҡағиҙәләре лә бар...

Ҡорбан байрамы етә
Ҡорбан байрамы етә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡорбан байрамы — мосолмандарҙың ике төп  байрамының береһе, 2022 йылда уны 9 июлдә билдәләйҙәр. Йола буйынса, ҡорбан итеп һарыҡ, дөйә йәки һыйырҙы килтерергә була. Шуны аңлау мөһим: ҡорбанға салынған мал тәү сиратта хәйер биреү, яҡындарҙы һәм дуҫтарҙы һыйлау өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡорбан ҡағиҙәләре һәм йолалары

 

Ғәрәп һүҙе булған “Ҡорбан” “яҡынайыу” тигән мәғәнәне аңлата. Тимәк, байрамдың асылы – мал салыуҙа ғына түгел, ошо йола ярҙамында «Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу»ҙа. Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә былай тигән: «Аллаһҡа малдың ите лә, ҡаны ла мөһим түгел, бары унан ҡурҡыуығыҙ мөһим» («Әл-Хаж»сүрәһе, 37-се аят).

Ҡорбандың барлыҡҡа килеү тарихы боронғо быуаттарға барып тоташа. Ул Ибраһим пәйғәмбәр (Тәүраттә – Авраам) һәм уның улы менән бәйле. Бер көндө Ибраһим үҙенең өлкән улы Исмәғилде ҡорбан итергә тейешлеге хаҡында төш күрә. Әммә башта ул быны шайтандың этлегелер тип, бер аҙ көтөргә ҡарар итә. Әммә икенсе һәм өсөнсө көндә лә шул уҡ төштө күрә. Бынан һуң Ибраһим улы менән осраша ла былай ти: «Төштә миңә һине ҡорбан булараҡ килтерергә бойоролдо... Был хаҡта ни уйлайһың?» Атаһы һымаҡ уҡ Аллаһының пәйғәмбәре булған Исмәғил былай тип яуап бирә: «Атайым минең, һиңә нисек бойоролған – шулай эшлә, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан икән, мин һиңә буйһонормон».

Әммә бысаҡ алып ингәс, Ибраһим шундай тауыш ишеткән: «О Ибраһим, төшөңдә күргәнде атҡарҙың инде...» Шунан һуң ҡапыл һарыҡ пәйҙә була һәм уға ошо хайуанды ҡорбан килтерергә бойорола. Сөнки Аллаһы Тәғәлә ҡорбанға мохтаж түгел, ул бары тик үҙенең яратҡан пәйғәмбәрҙәренең инаныу көсөн генә һынап ҡарай.

Әлеге тарихтан сығып, бер нисә мөһим һығымта яһамау мөмкин түгел. Беренсенән, был ваҡиға, ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә ихтыярына ҡаршы килмәүҙең миҫалы булып тора. Икенсенән, ошо рәүешле Аллаһы Тәғәлә кешене үҙенән көсһөҙөрәк тип мыҫҡыллаған иблесте оятҡа ҡалдырған. Бынан тыш шуны аңлау мөһим, Аллаһы Тәғәләгә малдың ҡаны ла, ите лә кәрәк түгел, ҡорбанға әҙәм балалары үҙҙәре мохтаж, сөнки улар Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу өсөн үҙ мөлкәтен һәм ваҡытын сарыф итә.

Ғөмрәһеҙ – кесе хажһыҙ ҡорбан салыу сөннәт иҫәпләнә, ә хаж ҡылыусылар өсөн ул – мотлаҡ (әгәр ҙә ҡорбан сала алмай икән, ураҙа тотоу менән алмаштыра).

Әбү Хәнифә фекеренсә, хаж ҡылмаған һәр бәлиғ булған мосолманға ҡорбан салыу мотлаҡ. Имам аш-Шафи фекеренсә, ҡорбан раҫланған сөннәт иҫәбендә.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер хәҙисендә былай тиелә: “Өммәтемдең иң яҡшыһы – ҡорбан салыусылар, иң насары – быны эшләмәүселәр”. Шулай итеп, был йоланы атҡарыу фарыз түгел, әммә шул уҡ ваҡытта мосолмандарҙың күбеһе иң яҡшылар рәтендә

булырға теләр ине. Төрлө сәбәптәр буйынса ҡорбан сала алмаусылар ҙа бар һәм, әлбиттә, Мөхәммәт пәйғәмбәр был һүҙҙәре менән уларҙы күҙ уңында тотмауын да аңлау кәрәк.

Бер кеше (йәки ғаилә) исеменә бер һарыҡ (йәки кәзә) күләмендә ҡорбан салына. Дөйә йәки һыйыр иһә — ете кеше исеменән. Сөнки, билдәле булыуынса, Аллаһы Тәғәләнең илсеһе һыйыр менән дөйәне салыр өсөн һәр ете кешегә өлөшсө булараҡ берләшергә ҡушҡан.

Ҡорбан салыу ваҡыты зөлхизә айының 10-сы көнөнөң таңында башлана. Әммә йола үҙе имам байрам доғаһын үткәргәндән һуң үтәлә. Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: “Был көндө беҙ доғанан башлайбыҙ. Һуңынан ҡайтып ҡорбан салабыҙ. Кемдәр быны башҡара – улар сөннәт ҡыла. Ә кем быны алдан эшләй, ул бары тик ғаиләһен ит менән тәьмин итә һәм был ҡорбан салыу йолаһы тип иҫәпләнмәй”.

Ҡорбан итен ризыҡ булараҡ файҙаланалар һәм мохтажлыҡтары юҡ икән, башҡаларға ла таратып бирәләр. Шулай уҡ һуңынан ашар өсн һаҡлап ҡуйырға ла мөмкин. Ҡорбан салған кешенең иттең бер ни тиклем өлөшөн ашап, ҡалғанын саҙаҡа итеп таратыуы, башҡаларҙы һыйлауы хәйерле. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәләнең илсеһе былай тип тә әйткән: “Ҡорбан итен үҙегеҙ ашағыҙ, саҙаҡа итеп таратығыҙ һәм башҡаларҙы һыйлағыҙ”. Шулай итеп, мөмкинлек булһа, итте өс өлөшкә бүлергә: бер өлөшөн – саҙаҡа итергә, бер өлөшөн – һаҡларға, бер өлөшөн ашарға кәрәк. Әлбиттә, саҡырылған ҡунаҡтар күберәк икән, иттең өстән бер өлөшө генә етмәйәсәк. Уны тотошлайы менән ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн файҙаланырға кәрәк булыуы ла мөмкин.

Итте тотошлайы менән өйҙә ҡалдырыу ҙа рөхсәт ителә. Был инде матди хәле түбән булғандарға ҡағыла. Тимәк, итте таратыу – һәр кемдең үҙе теләге буйынса башҡарыла. Әммә уны таратыу хәйерлерәк. Итте тәүге сиратта мохтаждарға өләшеү мөһим. Итте һатып, мохтаждарға аҡсаһын таратырға ла мөмкин.

Шулай уҡ ҡорбан ите менән башҡа конфессия вәкилдәрен дә һыйларға рөхсәт ителә. Күп кенә мосолман ғалимдары ошо фекерҙә.

Иң ҙур сауапҡа эйә булғаны – иң ҡиммәтле мал салған кеше тип иҫәпләнә, әгәр ҙә ике ҡорбандың да хаҡы буйынса тигеҙ икән, уның итлерәге сауаплыраҡ буласаҡ. Әгәр ҙә итенең күләме лә тигеҙ икән, сауаптың күләме иттең тәменә ҡарап билдәләнә.

Ҡорбан салыуҙың билдәле бер ҡағиҙәләре лә бар:

1.Ҡорбан кешегә түгел, ә фәҡәт Аллаһы Тәғәләгә бағышлана. Шуға ла ниәтеңде дөрөҫ билдәләргә кәрәк: “Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, Аллаһы Тәғәләгә фәлән кеше исеменән ҡорбан салам”.

  1. Мосолман донъяһында киң таралған ысулдарҙың береһе булып ошондай тәртип тора: бер ҡорбан (бер һарыҡ йәки һыйырҙың етенсе өлөшө) ғаилә башлығы (йәки тотош ғаилә) исеменән салына.

Ҡорбан өсөн бер нисә баш хайуан ҡулланырға ла була. Был инде һәр кемдең матди хәленә бәйле. Ғаиләнең башҡа ағзалары, иң тәүге сиратта бәлиғ булғандар һуңынан иһә балалар исеменән дә ҡорбан салыу рөхсәт ителә. Мәрхүм булған туғандар исеменән дә уның гонаһтары һәм хаталары өсөн Аллаһы Тәғәләгә ҡорбан салыу тыйылмай. Әммә был осраҡта, мәрхүм булған яҡын кешеһе исеменән ҡорбан салғандар, әгәр ҙә мәрхүм йәки мәрхүмә үлер алдынан ҡорбан салыу хаҡында әйтеп ҡалдырған булһа, итте үҙҙәренә алып ҡала алмай, тотошлайы менән таратып бирергә тейеш. Ә инде үҙ теләге менән салһа, ите нисек теләй, шулай файҙалана ала. Әммә сауабы мәрхүм кешегә тип иҫәпләнә.

  1. Рәсәй мосолмандары араһында таралған ҡайһы бер фекерҙәр шәриғәт күҙлеге тарафынан бәхәсле һәм аныҡ булмаған тип иҫәпләнә. Шуларҙың береһе – Мөхәммәт пәйғәмбәр исеменән ҡорбан салыу. Имам ат-Тирмизиҙың хәҙистәр йыйынтығында пәйғәмбәрҙең кейәүе Әли хәлифкә һылтанып килтерелгән хәҙис булһа ла, ул ғына мотлаҡ ғәмәл өсөн нигеҙ түгел тип иҫәпләнә. Ә теләк белдергәндәр бындай ҡорбанды сала ала.
  2. Ҡорбандың асылын аңлап бөтмәү малды салыу көнөнә бәйле төрлө фекерҙәр тыуҙыра. Шулай ҙа Рәсәй мосолмандары араһында Ҡорбан байрамында салынған мал байрамдың өс көнөндә генә башҡарыла тип иҫәпләнә. Тәүге көнө иһә зөлхизә айының 10-сы көнөнә тура килә. Шуға ла ҡорбанды байрамдың 1-се, 2-се йә 3-сө көнөндә (зөлхизә айының 10,11,12-се көндәрендә ) салырға кәрәк. Әммә ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, өлгөрмәй ҡалғандар 4-се көндә (зөлхизә айының 13-сө көнөндә) лә был ғәмәлде үтәй ала. Ә башҡа көндәрҙә салынған ҡорбан байрамға бәйле ҡорбан тип иҫәпләнмәй. Ҡорбан байрамында башҡа төр (нәҙер, ғәҡиҡә, мәрхүмдәр рухына йәки башҡа мәжлес өсөн) ҡорбандарын да салыу бер нисә ҡорбан салыуҙы талап итә. Был осраҡта уларҙың береһе нәҡ Ҡорбан байрамы уңайынан, ә башҡалары үрҙә атап үткән ниәттәргә бағышлап салынған тип иҫәпләнәсәк.
  3. Рәсәй мосолмандары тарафынан әйтелгән “ҡорбан айы” тигән атама ла дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Мосолман календарында ундай ай юҡ. Әммә хаж ҡылыу айы – зөлхизә бар. Һәм ул Ҡорбан байрамына саҡлы 9 көн алда башлана. Шуға ла байрамдан һуң 25, 27 көн үткәс тә “ҡорбан айы дауам итә” тип әйтеү дөрөҫ түгел. Сөнки байрамдан һуң 19, 20 көн үткәс, зөлхизә айы тамамлана һәм ҡорбанға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы булмаған мөхәррәм айы башлана. Ә бына ҡорбан ите менән һыйлау өсөн мәжлесте ҡасан үткәреү – икенсе мәсьәлә. Эйе, бөгөн туңдырғыстарҙа итте бик оҙаҡ һаҡларға ла була. Әммә мәжлесте лә мөмкин тиклем тиҙерәк үткәреү кәрәк.
  4. Шулай уҡ байрамға тиклемге көн йәғни зөлхизә айының 9-сы көнө хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәк. Ул “Ғәрәфәттә тороу көнө” тип атала. Сөнки был көндө хаж ҡылыусылар Ғәрәфәт тауы аҡланында үткәрә. Был көн хаҡында Мөхәммәт пәйғәмбәр былай тигән: ”Аллаһы Тәғәлә Ғәрәфәт көнөндә ураҙа тотоусыларҙың үткән һәм киләсәк йылдағы гонаһтарын ғәфү итәсәк”. Был көндә ураҙа тотоу барыһы өсөн дә мотлаҡ түгел. Хаж ҡылмағандарҙан башҡа был көндө мөмкинлектәре булғандар ғына ураҙа тотһон.

Йомғаҡлап шуны әйтергә була Ҡорбан байрамы – исламдың иң бөйөк байрамдарының береһе. Был уның барлыҡҡа килеү тарихы, йыл һайын Аллаһы Тәғәләгә ышаныусыларҙың йәндәрен гонаһтан таҙартыуҙағы файҙаһы һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеге менән дә бәйле.

Фото:ВКонтакте

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: