

Мансур БАГАУВ
Шәриф менән Ғариф – тирә-яҡҡа даны таралған боронғо тимерсе Сибәғәт ҡарттың улдары. Улар икеһе лә утыҙға яҡынлаған, ләкин һис өйләнергә уйламайҙар. Шәриф күптән инде Магнитогорск ҡалаһындағы металлургия комбинатында тимер иретеүсе булып эшләп йөрөй. Ә Ғариф Себер тарафтарында вахтала эшләй. Үҙ-ара татыу ағайлы-ҡустылы атай йорто урынында ике өй һалды.
Тик бер ваҡыт уларҙы “йәшен һуҡты”. Ир-ат араһындағы шул бер сәбәп: китаптарҙа күп яҙылған, йырҙарҙа йырланған, таш йөрәктәрҙе иреткән, дөрләп янған күңелдәрҙе боҙға әйләндергән шул мөхәббәт инде...
Өс-дүрт йыл үткәндер инде ауыл урта мәктәбенә Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Фәниә исемле уҡытыусы килде. Был тарих уҡытыусыһы иҫ киткес һылыу ҡыҙ ине. Тик һәр саҡ моңһоу ҡарашлы, аҙ һүҙле, йылмайыуға һаран Фәниә кеше менән аралашып барманы. Уның һөйгән егете аварияла һәләк булған, тигән хәбәр йөрөнө халыҡта.
Йәш уҡытыусыға ҡаршылағы буш торған өйҙән фатир бирҙеләр.
Өйләнергә һис уйламаған Шәриф һәм Ғарифҡа тыныс тормош бөттө. “Сибиряк” Себерҙән йыш ҡайта башланы, бисә-сәсә, йәш елкенсәк менән аҡса туҙҙырып тет-тереүен туҡтатты. Үҙе әйтмешләй, “коллекцияһын” ябып йоҙаҡлап ҡуйҙы. Ә ағай кеше Шәрифтең дә йөрәгенә мөхәббәт металлургияһының уты тоҡанды. Ағалы-ҡустылы бер-береһенә серҙәрен аса һалманы, шуға ла көндәштәр икәндәрен белмәне.
Ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһендә “профанға” әйләнгән, үҙе әйтмешләй “университет бөткән” Ғариф төрлө варианттарҙа үҙенең мәкерле пландарын ҡорҙо.
Ә тәбиғәте менән нескә күңелле Шәриф ябай ғына хәл итергә булды. Мәктәпкә китергә сыҡҡан күршеһенә йы-шыраҡ тап булып һөйләшергә ынтылды. Тик уныһы: “Һау-мыһығыҙ күрше...”нән үтмәне. “Ҡарт” егет Фәниәнең һирпеп ҡарауынан ҡойолоп төштө, артабан һөйләшергә теле әйләнмәне: алдан ятлап алынған танышыу һүҙҙәре онотолдо. Үҙенең булдыра алмағанын аңлап, Шәриф ҡустыһының отҡорлоғон файҙаланырға булды.
Май байрамы табынында ҡыҙмасараҡ булып алғас, батырая төшкән ағай кеше һүҙ башланы:
- Инде ҡустым, өйләнмәй күп йөрөнөк, хватит! Әйҙә, мин башлайым, шунан һин... Тик һиндә генә ышаныс... Һинең телең, үткерлегең ана инде... Ярҙам ит әле, ағайыңа... – тип күңелендә таш булып торған “ялҡынды түкте” металлург.
“Фәниә... ике йыл өҙөлөп һөйәм һине... Тик әйтергә, нишләптер, ҡурҡам... Әйҙә, өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ... Күтәреп кенә алып йөрөтөрмөн үҙеңде... Яуап көтәм...” – тип яҙылған хатын уҡыны ул. Шунан конвертҡа һалып төк-рөкләп йәбештерҙе лә ҡустыһына тотторҙо.
Уны кеҫәһендә байтаҡ алып йөрөнө Ғариф. Бер нисек тә уңайын тап килтерә алманы ул. Икенсенән, бөтөнләй биргеһе килмәне. Ниндәй ажар ҡатындарҙы еңел ауыҙлыҡлаған “сибиряк” ҡыҙ менән һөйләшеү өсөн әмәлен таба алмай йонсоно. Өҫтәүенә, вахтаға китергә ваҡыт етеп килеүе лә егетте борсоно.
Шулай аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, уңайы үҙе килеп сыҡты. Бер көндө Фәниә ҡапҡа эсенә йүгерә-атлай килеп инде. Ағайлы-ҡустылы тирләп-бешеп утын яра ине. Илауҙанмылыр инде, күҙҙәре шешенгән ине... Ҡыҙ, төшөммө-өнөммө, тип күҙҙәре аҡайышып торған ир-уҙамандары алдында юғалып, бер аҙ тапанып торғас: “Ағайҙар, икегеҙҙең береһе машинағыҙ менән Баймаҡ районына алып барып килә алағыҙмы?.. Әсәйем үлеп ҡалған... Аҡсаһын икеләтә түләрмен”, – тине.
Бындай мөмкинселекте Ғариф ысҡындыра буламы һуң! “Ярай, һеңлекәш, әҙерләнә тор... Хәҙер заправкаға барып киләм дә, ҡуҙғалырбыҙ”, – тип ҡыуандырып сығарып ебәрҙе Ғариф күршеһен.
Шәриф ҡыуанып китте: “Һин, ҡустым, теге ней, минең хатты тапшырырһың әле”, - тип Ғарифтың артынан төштө. Уныһы, һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы тигән һымаҡ ағаһына ҡараны ла: “Берәүҙең әсәһе үлеп ята, ә һиңә – кәләш!” – тип екерҙе.
Ғариф “Моғайын, кәрәге тейер әле...” – тип, бензин багын тултырғас юл ыңғайына “Универмаг” магазинына инеп сыҡты. Кәфенлек үлсәттереп, хәйер-саҙаҡаға таратырға сепрәк-сапраҡтар һатып алды. Аҙыҡ-түлек алырға ла онотманы.
Улар төш уҙғас юлға сыҡты... Фәниәнең күңелен йыуатырға ине лә ул, һөйләшә башларға һүҙ таба алманы егет. Шулай шым ғына килә торғас, Сибай ҡалаһына барып инелде. “Бер-ике урынға туҡтайыҡ әле, ағай... Миңә кәфенлек, хәйерлеккә нәмәләр, өҫтәлгә ултыртырға ризыҡ алырға кәрәк ине”, - тип Фәниә “металлургтың” телен асты, үҙенең ябыҡ күңеленә асҡыс бирҙе.
- Борсолма, һылыу, мин барыһын да алғанмын... Дәдәң донъяны һиңә ҡарағанда күберәк күргән бит, – тип аптырауҙа ҡалдырҙы юлдашын Ғариф. Шунан: “Ана, артҡы ултырғыста төргәктә яталар... Барыһы ла унда”, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Уңайһыҙ хәлдә ҡалған ҡыҙ: “Рәхмәт, ағай... Күпмегә төштө һуң? Хаҡын түләрмен”, – тигән булды. “Ҡарт төлкө - һунарсы” тамам тоҙаҡларға уйлап “һөжүмгә” күсте. “Әлбиттә, икеләтә арттырып түләтәм мин... Әгәр минең менән ихлас һөйләшеп килмәһәң... Ә былай ярҙам йөҙөнән булыр”, – тип шаяртты. Егет менән ҡыҙ һөйләшеп киттеләр.
Инде Фәниәнең ауылына барып ингәс, Ғарифта әллә ниндәй бығаса таныш булмаған тойғолар уянды... Был ҡыҙ бик таныш һәм яҡын тойолдо. Бигерәк сылтырап аҡҡан шишмә кеүек тауышы ҡайҙалыр ишетелгән кеүек ине.
Фәниәнең тыуған йорто янында бер нисә еңел машина тора ине. Ғарифҡа төргәктәрҙе индерешергә тура килмәне, ҡойма янында тәмәке көйрәтеп торған ирҙәр ярҙам итте.
Фәниә кире боролоп килде лә машинаға ултырҙы. “Юҡ, ағай... Мин һеҙҙең менән расчет яһап ҡуяйым”, – тип редикюлен асты. Ғариф уның ҡулынан тотоп: “Кәрәкмәй, һылыуым, һин ярты хаҡын түләгәнһең инде... Минең бында хеҙмәтмәттәшем йәшәй, шунда ҡунармын. Иртәгә бергә ҡайтырбыҙ”, – тине. Ҡыҙ егеттең күҙҙәренә текләп ултырҙы ла:
“Һеҙ үҙегеҙ яҡшы кешеһегеҙ, тик бер ҡәбәхәт кешегә оҡшағанһығыҙ”, – тип егеттең йөрәгенә ут һалды. Шулай ҙа юғалып ҡалманы Ғариф, ҡыҙҙың терһәгенә йәбешеп: “Нишләп улай әйттең әле, һылыу, кем ул ҡәбәхәт кеше... Әйтегеҙ, томшоғон онтайым мин уның”, – тип тоҡанып киткән булды. “Уның исеме Фәрит, сит яҡтыҡылыр... Ул да “һылыу” тип хәбәр һөйләй торғайны... Ҡайҙа икәнен белһәм, үҙем үс алыр инем. Ярай, мин киттем”, – тип ишекте шарлата ябып, ҡапҡа эсенә инеп юғалды.
Мөғәллимәнең был һүҙҙәренә иғтибар итмәне Ғариф, ләкин алда үҙенең йөрәген тетрәткән яңылыҡ, иҫ китерлек ваҡиға көткәнен белмәй ине әле ул. Хеҙмәттәше бик йылы ҡаршы алды. Зәкир менән төн уртаһына тиклем һөйләшеп ултырҙы улар. Ятыр алдынан саф һауаға сыҡҡас, Ғариф Фәниә тураһында ҡыҙыҡһынды.
... Бик аҡыллы ҡатын... Университетты ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Үҙебеҙҙең мәктәпкә директор саҡырғайны, ҡайтманы... Кешенән ояла, ахыры. Ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ бала тапты... Һеҙҙең Асҡарығыҙға ике туған апайына ҡунаҡҡа барғанда, кемдер көсләгән...
Ата-әсәһе аборт яһаттырып торманы, баланы үҙҙәренә яҙҙырҙы. Бына хәҙер Фәниәнең Фәридә исемле туғыҙ йәшлек ҡыҙы үҫә. Уны ҡарар кеше ҡалманы, олатаһы былтыр үлеп ҡалды... Әсәһенең ҡулына ҡалды инде ул бала... Шундай мәғлүмәттәр алды Ғариф.
Йоҡлай алмай таң аттырҙы егет. Фәниәнең кисәге әйт-кәндәре йөрәккә шом һалды. “Фәрит”, “һылыу” һүҙҙәре... Ғарифтың, ҡасандыр, йәшерәк сағында үҙенә оҡшаған, “ҡармаҡҡа” эләккән ҡыҙ-ҡырҡынға ҡулланған һүҙҙәре. “Минең исемем Фәрит була”, – тип күпме ҡыҙҙы “төпһөҙ кәмәгә” ултыртты ул. “Матур ҡыҙ – ҡыҙыҡ китап ул. Бер ихласлап уҡыһаң, ҡыҙығы бөтә ул”. “Матур ҡыҙ – консерва банкаһы ул, эсендәгеһен ашап туяһың да ташлайһың”.
“Сафлығы булған ҡыҙ – таҙа таҫтамал. Һин башлап тотонһаң, башҡалар һөртөнәләр”. Шундай әйтемдәрҙе ир-ат менән һөйләшкәндә ҡулланырға ярата ине Ғариф.
Гүйә, тыйылған фильмдың кино таҫмалары кеүек үҙенән үткән ҡатын-ҡыҙҙар менән булған эпизодтар күҙ алдынан йүгерешеп үтте. “Сибиряк” араларынан берәүһен генә һайлап алып күңеленә теркәп ҡуйҙы...
Иртәгеһенә хеҙмәттәше сәйер ҡылығын күрһәтте. “Мин һине ашатып тормайым... Фәниә, барыбер сәйгә индерә ул үҙеңде... Һаман ҡыҙҙарҙы боҙоп, ҡуҡандап йөрөм инде. Өйлән. Ана, Фәниә бына тигән ҡатын. Ал да ҡуй... Хәҙер һине скоро списать пора... Бар, бара һал, көтәләрҙер үҙеңде”, - тип оҙатып ҡалды.
Барыһы ла хеҙмәттәше әйткәнсә булды. Ғарифҡа түрҙән урын бирҙеләр. Өҫтәл артында ике ағаһы ҡатындары менән икән. Фәниәнең ҡыҙы Фәридә лә бында. Әсәһенә һыйынып ҡына ултыра балаҡай... Туғандарҙың шым ғына һөйләшеү-ҙәренән шуларҙы аңланы Ғариф. Шәрифә ауыл мәктәбенә киләһе уҡыу йылына ҡайтырға тейеш. Әлегә ҡыҙы Фәридәне өлкән ағаһы көтәсәк. Тыуған йорт, бар мөлкәт һеңлеләренең исеменә яҙыласаҡ.
Күҙ көйөгө булып ултырмайым әле тип, Ғариф машинаға сығып ултырҙы. Фәниә оҙаҡ көттөрмәне. Ишеккә тотонған әсәһенең терһәгенә йәбешеп ҡыҙы илап ебәрҙе. Ҡосаҡлашып оҙаҡ баҫып торҙо әсә менән бала.
Баймаҡ ҡалаһына тиклем һөйләшеү булманы. Күңелен өйкәгән һорауға яуап алғыһы килде Ғарифтың, түҙмәне:
- Ҡарале, һылыу, ниндәй Фәритте ҡәбәхәт тиһең... Ни эшләне ул һиңә? – тип һораны.
“Ун йыл тирәһе үткәндер инде... Тәү күреүҙә ғашиҡ булдым, шундуҡ юғалттым. Уның да яратҡан һүҙе “һылыуым” ине. Ярай, был турала һөйләшмәйек. Миңә ауыр. Иҫемә төшөргәм килмәй ул саҡтарҙы”, - тип йомолдо ул. Ә Ғариф үҙенең кисәге фекерҙәре буйынса дөрөҫ юлда икәнлеген аңлай башланы. Интуицияһы шәп ине аҙғын егеттең. Маңлайға бәрергә булды ул.
- Ҡарале, Фәниә, беҙҙең Ҡушый ауылында “Аулаҡ өй”ҙә булғанығыҙ бармы? – тип һораны ул. Фәниә: “Беренсе һәм һуңғы тапҡыр булдым мин ул Ҡушый ауылында үткән “Аулаҡ өй”ҙә” – тине лә ҡыҙ башын эйеп тынып ҡалды. “Апайым иптәшлеккә тип эйәртеп алып барғайны. Шунда Фәрит менән таныштыҡ. Мин уның йөҙөн дә яҡшылап иҫләмәйем, һеҙҙең кеүек һомғол йөҙлө, тик мыйығы бар ине. Апайым мине ташлап бер егеттең машинаһына ултырып сығып китмәһә. Эй, быны нимәгә һөйләйем әле”, – тип тамамланы Ғарифҡа кәрәк мәғлүмәтте.
Барыһын да аңлаған “Сибиряк” хәтере менән үткәндәргә ҡайтты. Йөрәк һыҙланы, башында әллә ниндәй уйҙар ҡайнашты, “Ниндәй сволочь булғанмын”, - тигән уй мейеһен сүкеш һымаҡ төйгөләне.
Кәйефте ҡырып тәбиғәт тә ҡырыҫланды: күк йөҙөн ҡара болот ҡаплап алды, ҡойоп ямғыр яуа башланы, талғын иҫкән ел дә да-уылға әйләнде, ялт-йолт итеп йәшен машина тирәһен “ҡамсыланы”. Был ғәрәсәт оҙаҡҡа һуҙылманы, көн асылды, күктәге ҡояшты асып, талғын ел болоттарҙы таратты.
Төнөн ял итмәгән Фәниә артҡа күсеп ултырҙы ла шундуҡ янын-да булған әйберҙәргә башын терәп йоҡоға китте. Ғариф быға ҡыуанды ғына, сөнки уның икеләнеүен бөтөрөр өсөн тағы бер нәмәне иҫбатлау кәрәк ине. Кәрәкле урынға туҡтағас, ул машинанан сығып оҙаҡ баҫып торҙо. Шул уҡ күл урынынан ҡуҙғалмаған, баҫыуҙарҙан төшкән һыу һурҙыра торған торбалар ҙа шул көйө.
Яр ситендә өйәнке булып үҫкән талдар ҙа талғын ғына елгә сайҡалалар. Япраҡтар: “Нимә, егет, үҙ оятһыҙлығыңды ҡабатларға булдыңмы ни?” – тип шыбырҙайҙар кеүек.
Шул ваҡытта машинаның ишеге асылып китеп юлдашының башы күренде.
- Беҙ ҡайҙа ул? Нишләп бында алып килдең? – тип һораны.
Ғариф уның янына килеп баҫты ла ҡыҙҙы машинанан һөйрәп сығарып ҡапыл ҡосағына алды. Уныһы сәбәләнә башлағайны: “Фәниә, иғтибар менән ҡара әле ошо урынды... Иҫеңә төшмәйме?” – тип һораны. Йоҡоһонан арынып етмәгән ҡыҙ тирә-яҡты ҡарап сыҡты ла, ағарынып өнһөҙ ҡалды.
“Һин... һин...” тип шыбырҙаны ирендәре. “Эйе, мин, Фәрит... Ғәфү ит мине, зинһар! Фәридә минең ҡыҙым булырға тейеш... Ох, нишләп кенә алдашҡанмын икән ул саҡта...”
Башҡаһын әйтеп бөтөрә алманы, ун йыл элек ҡылған гонаһын таныған ир алдындағы Фәниә ҡасандыр, алтын тауҙар вәғәҙә итеп үҙен көсләүсенең ҡосағына ташланды. Күҙҙәренән бәреп сыҡҡан күҙ йәштәренә мул мансылған Шәрифәнең ирендәре: “Мин көттөм... Ышандым һинең табылырыңа... Бер кемгә лә бирмәйем үҙеңде, ҡыҙыма күрһәтәм... Ышанмайым, Фәрит, ысын был һинме ул?” – тип шыбырланы, ә ике исемле ҡәҙерле ир шашып-шашып ун йыл ҡатыны булған, үҙен өмөт итеп көтөп һағынған ҡәҙерлеһен үпкесләп, сәстәрен туҙҙырып бөттө. Яҡындағы талдар, ҡуйы йәшел ҡамыштар үҙ телдәрендә был ике йөрәк өсөн хәбәрҙәрен һөйләп сайҡалышты.
...Ә ҡайҙалыр, күрше райондың төпкөл ауылында әсәһен оҙатып ҡалғас, илап-илап йоҡоға киткән Фәриҙә, етеп килгән ата-әсәһе тураһында һәм тиҙҙән донъяла иң бәхетле бала булып уянасағын белмәй ине әле.