Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Июль 2022, 08:15

Венер ИСХАҠОВтан – “Шәп күстәнәс”

Ҡәләмдәшебеҙҙең яңы китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре ингән.

Венер ИСХАҠОВтан  – “Шәп күстәнәс”Венер ИСХАҠОВтан  – “Шәп күстәнәс”
Венер ИСХАҠОВтан – “Шәп күстәнәс”

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист, "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе  Венер  Исхаҡовтың бөгөн генә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  “Шәп күстәнәсе” өлгөрҙө.

Ҡәләмдәшебеҙҙең яңы китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре ингән. Бығаса донъя күргән “Өй эйәһе” тигән китабына ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов: ” Ыҡсым күләмле йүгерек хикәйәләр бер тында уҡыла. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ғәләмәт холоҡло кешеләр ысынбарлыҡтың үҙе һымаҡ ағыла китапта. Зиһенде ылыҡ­тырып, сюжет, характерҙар үҙ артынан эйәртә. Ҡайһы бер хикәйәне хатта ҡабат-ҡабат уҡыйһың. Йыйынтыҡты тотошлай уҡып сыҡҡас, үҙеңә эстән генә былай тип әйтеп ҡуяһың: таныш тормош, таныш кешеләр”, – тип баһа биргәйне. Яҙыусының сираттағы китабы ла әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер, моғайын.

 

 

Автор:
Читайте нас