Бөтә яңылыҡтар

Тағун мәлендәге тантана Хикәйә Хөриә Абыҙгылдина

Тәү ҡарашҡа ипле генә күренгән  бер егет менән ғаилә ҡорғайны, әммә оҙаҡ йәшәмәнеләр, айырылыштылар. Тормош иптәшенең бошмаҫыраҡ, ялҡауыраҡ холҡона күнегә алманы Ғәзимә. 

Тағун мәлендәге тантана Хикәйә              Хөриә Абыҙгылдина
Тағун мәлендәге тантана Хикәйә Хөриә Абыҙгылдина

Илле йәше тулыу  айҡанлы  Ғәзимә оло табын ҡорорға ниәтләне. Тантанаға әҙерлекте нимәнән башларға? Әлбиттә, юбилейына саҡырыласаҡ ҡунаҡтарҙың исемлеген төҙөүҙән! Ҡулына дәфтәр, ҡәләм алып, уңайлы   йомшаҡ креслоһына  ултырып алды. 

Иң тәүҙә хеҙмәттәштәренең исем-шәрифтәрен  теҙҙе.  Ил ҡапыл капитализм юлына  боролғандан һуң ойошторолған   бик шәп фирмала биш-алты йыл самаһы  бергәләшеп аҡса таба бит улар!  Алмаш-тилмәш Рәсәйҙең төрлө  төбәктәренә,  элекке союздаш республикаларға,  хатта    сит  илдәргә  лә  командировкаларға йөрөйҙәр.  Ҡасандыр мәркәздә иң ҡеүәтле  тип танылған хәрби-сәнәғәт  комплексына ҡараған ҙур  берекмә, планлы иҡтисад талаптарына ярашлы    күпләп сығарған, әле төрлө складтарҙа  һаҡланған  тауарҙы һатыу менән мәшғүл улар.  Ошо маҡсат менән   Ғәзимә үҙе генә лә  нисәмә тапҡыр  Чечен  Республикаһына барып әйләнде!  Унда һуғыш ҡыҙған осор ине, әммә ул өркөп-ҡурҡып торманы. Ул хатта бер нисә тапҡыр  Африкала ла булды.  Һәр сәфәренән эшен еренә еткереп башҡарып, йәғни фирма өсөн отошло  килешеүҙәр төҙөп алып ҡайта ул.  Етәкселек унан ифрат ҡәнәғәт. Үҙе лә ҡасандыр    баш ҡалаға эшкә  килергә тәүәккәлләгәненә  шатланып бөтә алмай.

...Үҙенә күрә яйлы ғына барған  тормошон үҙгәртергәме-юҡмы тип   күпме икеләнгәйне бит  Ғәзимә!  Нисәмә тапҡыр күргән-кисергәндәрен күҙ алдынан үткәргәйне!  Ябай ауыл ҡыҙы, һигеҙенсе класты тамамлағас та Өфөгә килеп урынлашты.  Училищела,  бик тырышып,  тегенсе һөнәрен үҙләштерҙе. Уҡып бөткәс, ҡалалағы тегеү фабрикаһында эш башланы.  Тәүҙә дөйөм ятаҡта көн күргәйне, артабан фатирлы булды. Бер нисә йылдан һуң булдыҡлылығы, уңғанлығы, үткерлеге менән айырылып торған ҡыҙҙы цех начальнигы итеп үрләттеләр. Тағы бер нисә йылдан  уны,    ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып,   фабриканың директоры итеп  тәғәйенләнеләр. 

Тәү ҡарашҡа ипле генә күренгән  бер егет менән ғаилә ҡорғайны, әммә оҙаҡ йәшәмәнеләр, айырылыштылар. Тормош иптәшенең бошмаҫыраҡ, ялҡауыраҡ холҡона күнегә алманы Ғәзимә. 

Ил тарҡалғас, башҡа бик күп предприятиелар кеүек үк,   тегеү фабрикаһы ла  бөлгөнлөккә төштө. Ғәзимә ҡаушап ҡалманы –  ҙур булмаған  сауҙа нөктәһе асып, үҙаллы эш башланы, йәғни эшҡыуарлыҡҡа тотондо.  Көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр менән сауҙа итә башланы. Ҡулына әҙ-мәҙ аҡса   кереп, бер ни тиклем еңел һулап ҡалғайны-ҡалыуын.  Ең һыҙғанып, артабан да    эшен дауам итер ине, ул заманда  ҡалала  төркөм-төркөм булып баш-баштаҡлыҡ ҡылып йөрөгән   рэкетирҙар юл ҡуйманы.   Бер көн уның    эш урынына килеп керҙеләр ҙә:

  • Табышыңдың дүрттән бер өлөшө – беҙҙеке булырға тейеш! –

тигән талап ҡуйҙылар.

  • Хәләл көс менән тапҡан аҡсамды мин һеҙҙең менән

бүлешергә йыйынмайым! – тип  ҡаршы торҙо Ғәзимә.

Көтөлмәгән ҡунаҡтар һүгенә-һүгенә сығып киттеләр. Шул төндә  Ғәзимәнең  кибете, янып, көл-күмергә ҡалды. Нимә эшләргә белмәйенсә аптырап йөрөгәнендә Мәскәүҙә йәшәгән күптәнге танышы шылтыратты. Һүҙен ҡыҫҡа тотто ул:

  • Дуҫтарым менән бер шәп предприятиены  хосусилаштырҙыҡ, 

ҡулдарынан эш килерҙәй кешеләрҙе, шул иҫәптән һине лә,  үҙебеҙҙең командабыҙға саҡырабыҙ, оҙаҡҡа һуҙмайынса, килеп  ет! - тине лә, трубканы һалып та ҡуйҙы.  

Көтөлмәгән тәҡдимдән  Ғәзимә тәүҙә ҡаушаңҡырап ҡалды, шунан тәрән уйға талды. Ҡасандыр өлкә комитетында  ҙур ғына вазифа биләгән үҙенән  өлкәнерәк әхирәте  Василиса   Афанасьевна Филиппова  менән кәңәшләшергә булды.

  • Һин зирәк ҡатынһың, бик ҡатмарлы осорҙа йәшәгәнлегебеҙҙе

яҡшы аңлайһың, -  тип   һүҙ башланы  уныһы. -  Совет  ҡоролошо емерелде,  әлегә заманса баҙар иҡтисады   өсөн  шарттар юҡ.  Тимәк, теләге, дәрте булған кешеләргә  байыу өсөн  бөтә   мөмкинлектәр ҙә  бар. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу ҙа ап-анһат бит! Танышыңдың тәҡдименә һис тә икеләнмәйенсә ризалаш!  Һинең өсөн мул тормошҡа ишек асылып тора – ҡурҡма, кер шул ишеккә!  Нимәлер күңелеңә ятмаһа, кире әйләнеп ҡайтырһың. Һис юғында,  етештереү берекмәһен үҙ ҡулдарына төшөрөргә баштары еткән  йылғыр әҙәмдәр эргәһендә йөрөп, үҙең өсөн  фәһемле һәм киләсәктә  бик тә ярап   ҡалырлыҡ  тормош һабаҡтары алырһың...

Әхирәтен тыңланы Ғәзимә. Иртәгеһен үк Мәскәүгә осто. Һәм бик дөрөҫ эшләне.  

Артабан исемлектә  төрлө урындарҙа яуаплы вазифалар биләгән  һәм башҡа бик  кәрәкле кешеләр урын алды.  Мәркәздә элек тә таныш-тоноштары бар ине барлығын,  ә бында күсеп килеп яңы фирмала эшләй башлағас, улар тағы ла күбәйҙе. Иң кәрәклеләре – эске эштәр министрлығында һәм таможня хеҙмәтендә ҙур-ҙур вазифа биләгән  түрәләр. Сөнки тап шулар   склад тулы тауарҙы   сит тарафтарға    оҙатырға ярҙамлашалар. Бушҡа түгел, әлбиттә. Әлеге тауарҙы һатҡандан алынған килемдең тос ҡына өлөшө уларҙың кеҫәһенә кереп ята. Нишләйһең – заманы шулай! Уның ҡарауы, ил сиген һис  ниндәй тотҡарлыҡһыҙ  ғына уҙып йөрөйҙәр.

Кәрәклеләр иҫәбенә Ғәзимә хатта  ...бандиттарҙы ла индерҙе!   Өфөлә йәшәгәнендә  рэкетирҙар менән “хеҙмәттәшлек итергә” теләмәһә лә, мәркәздә  уларынан да “былайыраҡ” бандиттар менән танышырға, хатта  дуҫлашырға  ла тура килде уға.   Баш ҡала бандиттары менән тәүге  осрашыуы хәтеренә төшһә, әле лә тәне семерҙәп китә.

...Бер кис  һуң ғына эштән ҡайтып фатирының ишеген  асып торғанында ике яғына әзмәүерҙәй   ике әҙәм килеп баҫты. Өсөнсөһөнөң артында торғанлығын  абайланы  Ғәзимә.  Саҡырылмаған  “ҡунаҡтарҙың” береһе:

  • Өнөң-тының сыҡмаһын, - тип, ҡатындың  арҡаһына  ниндәйҙер

бер ҡаты әйбер терәне. – Юғиһә  иртәнсәк күршеләрең ошо урында үле кәүҙәңә юлығыр. Шым ғына ишегеңде ас!

Ғәзимәнең уларҙың талабын үтәүҙән башҡа әмәле юҡ ине. Әзмәүерҙәй өс ир уны,  ултырғысҡа бәйләп, бүлмә  уртаһына  ултыртып ҡуйҙылар. Ауыҙына ниндәйҙер сепрәк тыҡтылар. Үҙҙәре өйөнөң аҫтын-өҫкә килтереп аҡтарынырға тотондолар.  Мәскәү генә түгел, тотош илдә хәллерәк кешеләрҙе талау, хатта үлтереү осраҡтары йышайғанын белгәнгә күрә,  Ғәзимә  байлығын үҙенең фатирында  тотмай, ҡала ситендәге ярлы ғына йәшәгән ифрат намыҫлы таныш әбейендә ҡалдырып йөрөй.   Бандиттар битлек кеймәгәндәр, тимәк, уны тере ҡалдырмаясаҡтар.   Төҫ-ҡиәфәттәренә ҡарағанда, Кавказ кешеләре булырға тейеш.

  • Аҡсаңды, ҡиммәтле биҙәүестәреңде ҡайҙа йәшерҙең? – тип

һораны  ҡораллы баҫҡынсы     шаңҡып ултырған ҡатындың ауыҙынан кәләбен тартып алып.

Үҙе Ғәзимәнең ҡаршыһына  уҡ ултырып  алды.

  • Үҙемдең йәшәр урыным юҡ, тапҡан аҡсам ошо фатирҙы

арендалауға һәм ашауға саҡ етә, -  тип хәйләләште Ғәзимә. - Ә ҡиммәтле биҙәүестәремдең ғүмерҙә лә булғаны   юҡ!

Ҡайҙан аҡсаһы булмаһын инде!   Күп уның аҡсаһы!   Мәркәз  йүнселдәре менән тығыҙ аралашып, улар йыш ҡулланған  ҡайһы бер  мутлашыу ысулдарын  үҙләштереп өлгөргәйне  инде Ғәзимә.   Ҡайһы бер партнерҙар, һалымдан ҡасырға теләптер инде,  иҫәп-хисапты банк  аша алып бармайҙар, тауар өсөн  ҡулаҡса түләйҙәр.  Йыш ҡына  Ғәзимә, килешеүҙәрҙә икеләтә  кәмерәк сумма күрһәтеп, ҡалған яртыһын партнерҙары менән  ҡап уртаға бүлешә.  Шундай осраҡтарҙы файҙаланып  йыйған аҡсаһы байтаҡ ҡына  уның.  

Биҙәүестәре лә бихисап.  Африка илдәренең береһендә, долларҙары булмау сәбәпле, “бартер” буйынса  әллә күпме  гәүһәр ташлы алтын балдаҡтар менән иҫәпләшкәйнеләр.  Етәкселеккә белдермәйенсә генә, затлы балдаҡтарҙың байтағын үҙенә ҡалдырғайны Ғәзимә.  Ҡасан да булһа кәрәге тейер әле! Тик бына   бандиттарҙан нисек ҡотолорға?

  • Алдашма, фатирың үҙеңдеке, - тип ҡырт киҫте баҫҡынсы. –

Аҡсаң да бар һинең. Ҡатын-ҡыҙ булғаның  өсөн  генә һиңә ҡарата  “тиҙ тел астыра торған” яза ҡулланмайбыҙ -  нәфис тәнеңә ҡыҙған үтек баҫмайбыҙ,  әммә бел – беҙ бынан  буш ҡул менән сығып китергә йыйынмайбыҙ!

Шул саҡта ҡапыл Ғәзимәнең кеҫә телефоны шылтыраны. Ҡаршыһында ултырған бандит,  бәләкәй сумкаһынан уның телефонын сығарҙы ла, экранына күҙ һалды.

  • “Мамуля” тип яҙылған, яуап бир! – тип, телефонды “тотҡон”доң

ҡолағы тәңгәленә килтерҙе.

Бүлмәлә себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. Телефондан әсәһенең:

  • Ҡыҙым, ниңә һаман шылтыратмайһың? - тигән борсоулы

тауышы ишетелде. -  Һинең тауышыңды ишетмәйенсә йоҡлап китә алмағанымды беләһең бит...

  • Хафаланма, әсәкәйем, бөгөн эштә бер аҙ тотҡарланырға тура

килде, әле генә ҡайтып керҙем, үҙем  шылтыратырға  йыйынғайным, һин алдараҡ өлгөрҙөң, - тип  яуапланы Ғәзимә, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып.

Әсәһе менән үҙ телендә оҙаҡ ҡына  һөйләште ул.  Ни мөғжизә – баҫҡынсылар уға ҡамасауламаны. Киреһенсә, ҡатындың һүҙҙәрен  аңлаған төҫлө, иғтибарлы итеп тыңлап ултырҙылар.   Әсә менән ҡыҙ, бер-береһенә хәйерле төн, тыныс йоҡо теләп һаубуллашҡас ҡына фатирҙағы әҙәмдәрҙең береһе телгә килде:

  • Мосолман ҡатыны икәнлегең аңлашылды, ә милләтең кем? –

тип ҡыҙыҡһынды.

  • Башҡортмон, - тип кенә әйтә алды Ғәзимә.

“Былар мине үлтереп китһә, әсәкәйем нимә  генә эшләр инде?” тип хәүефләнде ул.  Шулай ҙа уй-фекерҙәрен бандиттарға белдергеһе килмәне, уларға  ҡурҡыуын күрһәтмәне.

  • Беҙ – чечендар, ғәфү ит беҙҙе, - тине ҡаршыһында ултырған

баҫҡынсы. -  Беҙ бүтән һине борсомаясаҡбыҙ. Киреһенсә, кәрәк саҡта үҙебеҙ ярҙам итергә әҙербеҙ...

Шул кистән алып баш ҡала эшҡыуарҙарын дер ҡалтыратып тотҡан мафия төркөмдәренең береһендә Ғәзимә тамам  “үҙ кеше” булып китте.  Ошо  егеттәрҙең ҡурсалауын белеп, бүтән бандиттар  уға яҡын килмәнеләр.  Нисәмә тапҡыр сетерекле хәлдән ҡурсаланы уны чечендар. Бушҡа түгел, әлбиттә.

Ниһәйәт,  сират  туған-тыумасаларына ла  етте. Был исемлеккә иң тәүҙә    ҡәҙерле әсәкәйен, берҙән-бер  ағаһы менән апаһын, уларҙың хәләл ефеттәрен һәм бала-сағаларын теркәне. “Илле йәш бер була, барлыҡ зат-зәүеремде саҡырайым әле”, тип уйланы ла, Өфөлә һәм үҙе тыуып үҫкән районда көн иткән барса туған тейеш   кешеләрен теҙеп яҙҙы. Һуңғы исемлеген әсәһенә лә  уҡып ишеттерергә булды.

  • Теләгең изге, балам, әммә Мәскәү тиклем Мәскәүгә ҡунаҡҡа

йөрөр ваҡыт түгел бит әле -  хәҙер күптәрҙең эше юҡ, эше булғандар ваҡытында хеҙмәт хаҡы ала алмайынса йонсой, - тип үҙ фекерен белдерҙе әсәһе. –  Һинең ярҙамың арҡаһында мин дә, ағайың менән апайың да ас та, яланғас та түгелбеҙ.    Ә   туғандарыбыҙҙың бөтәһе лә тип әйтерлек     осто осҡа ялғап  ҡына   көн итә бит. Хәйер, беҙҙең генә зат-зәүеребеҙ түгел, халыҡтың күпселеге аҡсаһыҙ яфалана, быны үҙең дә яҡшы аңлайһыңдыр инде.  Бәғзелә был хәл йот йылдарын хәтерләтә. Ярлылыҡ, юҡлыҡ, нәҡ  йоғошло тағун сире  кеүек, көндән-көн киңерәк  тарала! Тыуған көнгә  саҡырылған туғандарыбыҙ нисек  бүләк һатып алырға тип баш ватырҙар. Юлға аҡса тапһалар, әлбиттә...

  • Миңә бүләктәре кәрәкмәй, ә юллыҡ аҡсаны үҙем хәстәрләрмен,

тик килегеҙ генә!

Артабан  Ғәзимә исемлегендәге  кешеләрҙең һәр ҡайһыһына  шылтыратып сыҡты. Башҡортостандан киләсәк ҡунаҡтар өсөн,   “бөтәһенә лә билеттар һатып ал” тип, ағаһына аҡса ебәрҙе.

  • Күмәк булып барасаҡбыҙ инде, - тип шылтыратты

уға ағаһы,  ҡушҡанын үтәгәс тә.

  • Бик яҡшы, тимер юл вокзалында ҙур автобус  ҡаршы алыр,

тура ресторанға килерһегеҙ, - тип аңлатты уға Ғәзимә. – Табын тамамланғас,  яҡындағы ҡунаҡханала йоҡлап сығырһығыҙ.   Иртәгеһен кис поезд менән ҡайтып китерһегеҙ, билеттарға заказ бирелгән.

Юбилейын уҙғарырға ниәтләгән көндән алып Ғәзимәнең башы күккә ашып йөрөй. Бала сағында, йәшлегендә күпме  “нужа һурпаһы” эсергә  тура килде уға!   Нисәмә йылдар  аслы-туҡлы йөрөнө!  Оҫта ҡуллы әсәһе тегеп биргән кейем-һалымды ғына кейҙе, арыуыраҡ әйбер һатып алырға мөмкинлеге булманы. Ямғырлы, ҡаты елле көҙ көнөндә, берҙән-бер итеге тишелеп, аяҡтары өшөп йөрөгәнен һис  онотмаясаҡ. Ниһәйәт, ул бай ҡатын! “Булған саҡта булып ҡал, буҙ юрғалай елеп ҡал” тигәндәй, әле Ғәзимәнең  оло табын ҡорорлоҡ аҡсаһы бар, ниңә   ҡунаҡ йыймаҫҡа? Ғүмер ике килмәй бит! Ғөмүмән, ҡулынан бөтә нәмә килә уның хәҙер! Зат-зәүере лә уның мөмкинлектәрен күреп шаҡ ҡатһын әле! Ғәзимәнең хыялы тормошҡа ашты –  туған-тыумасаларына бығаса  береһенең дә төшөнә лә кермәгән  ҡәҙер күрһәтәсәк ул! Мәңге онотмаҫлыҡ булыр!

Бик ентекле әҙерләнде Ғәзимә илле йәше тулыуҙы билдәләүгә.  Ҡалын кеҫәле халыҡ ҡына йөрөй торған,  затлы әйберҙәр менән генә сауҙа иткән   “бутик” тип аталған   магазинға барып,   ап -аҡ, ҡып-ҡыҙыл һәм зәп-зәңгәр  күлдәктәр, шулар төҫөндәге  туфлиҙар һәм бәләкәй генә сумкалар  һатып алды. Тантана барышында өс тапҡыр кейем алмаштырып,  ҡунаҡтарын шаҡ ҡатырыр!  Өйөнә  оҫталар саҡырып,   битен һәм сәсен тәртипкә килтерҙе. 

Мәркәздәге иң шәп ресторандарҙың береһендә  үткәрҙе Ғәзимә юбилей кисәһен. “П” хәрефе рәүешендә теҙелгән, ап-аҡ ашъяулыҡтар ябылған өҫтәлдәрҙә ризыҡ-тәғәмдең ниндәйе генә юҡ! Ыҡсым кәсәләргә  балыҡ ыуылдырығының  ғына ла  ҡыҙылы ла, ҡараһы ла, һарыһы ла  һалынған. Ҙур тәрилкәләргә мейестә ҡурылған ҡаҙ, күркә, өйрәк, тауыҡ түшкәләре, ыҡсымыраҡтарына – төрлө-төрлө балыҡтар  теҙелгән. Араҡы  - ҙур  быяла самауырҙарҙа, коньяк – ысын ҡорал  дәүмәлендәге быяла мылтыҡтарҙа,    шарап –  ысын ағас мискәләрҙә.  Ҡыҫҡаһы,  мул табынға ҡуйылған ниғмәттәрҙе тәфсирләп бөтөрлөк тә  түгел!  

Тәғәйенләнгән сәғәткә   йыйылған ҡунаҡтарын, ҡояштай балҡып,  хужабикә үҙе ҡаршы алды. Түр башына кәрәкле кешеләрен саҡырҙы. Үҙе уртаға ултырҙы, уң яғынан эске эштәр министрлығы һәм таможня  түрәләре, ә һул яғынан  бандиттар урын алды. Хеҙмәттәштәре “П” хәрефенең бер яғын, туғандары икенсе яғын биләнеләр.  Иң тәүҙә юбилярҙы  бер-бер артлы түрәләр тәбрикләнеләр, ҙур-ҙур гөлләмәләр һәм ҡиммәтле бүләктәр  тотторҙолар.  Телмәрҙе ҡыҫҡа тоттолар:

  • Артабан да шулай хеҙмәттәшлек итәйек! – тигән теләк

белдерҙеләр.

Уларҙан һуң   бандиттар һүҙ алды.  Иң затлы тип иҫәпләнгән ҡара ынйы таштарҙан  теҙелгән  оҙон ғына муйынсаҡ, шундай уҡ ташлы алтын   алҡалар һәм балдаҡ   бүләк иткәс:

  • Ғәзимә ханым, һеҙ беҙҙең өсөн үҙ әсәйебеҙ кеүекһегеҙ! – тип

 “иғлан иттеләр”...

Хеҙмәттәштәре тәбрикләгәндән һуң сират туғандарына ла етте. Башлап һүҙ әсәһенә бирелде.

  • Бик юғары үрләп киттең, ҡыҙым, аҙағы хәйерле булһын, - тине

ул,  ҡыҙына мөлдөрәп ҡарап. – Һинең өсөн ныҡ  хәүефләнәм мин.  Күп эшләйһең, күп табаһың. Әммә аҡсаның күбе лә бөтә, әҙе лә етә.  Зинһар, һаҡла үҙеңде.

Табын ҡыҙғандан -ҡыҙа барҙы. Хужабикәгә  маҡтау һүҙҙәре  яуҙы ла яуҙы.  Ҡапыл  уның һул яғында ултырған әҙәмдәрҙең  береһе аяғүрә баҫты. Ярайһы уҡ иҫереп алырға өлгөргәйне ул. Көрмәләнгән теле менән:

  • Шәп байрам итәбеҙ бит әй! - тип әйтеп һалды. –   Күпме кеше:

“Ҡайһылай ғына итеп, ҡайҙан ғына  икмәк һатып алырлыҡ аҡса табырға икән?”  тип баш вата, ә беҙ бында рәхәтләнешеп күңел асабыҙ!  Тағун мәлендә тантана итәбеҙ! Бындағы ризыҡ менән ҙур булмаған ҡала халҡын туйындырып булыр ине,  моғайын. Шулай түгелме ни, хөрмәтле әфәнделәр?

Ҡунаҡтар  шымып ҡалды.  Уңайһыҙ хәлде алып барыусы   “йомшартты”:

  • Башҡа был егеткә араҡы ҡоймайбыҙ, - тине лә, алдан

саҡырылған эстрада артистарының береһенең сығышын иғлан итте. Матур йыр яңғыраны.  Йәшерәктәр  бейергә төштө.

Бандиттарҙың башлығы эргәһендәгеләргә ымлап ҡына нимәлер  ишараланы. Уны күҙ ҡараштарынан аңлап торған  ҡуштандары   бая телмәр тотҡан йәш кенә  егетте,  һөйрәп тигәндәй, ресторандың артҡы ишегенән урамға алып сығып киттеләр. Был  Ғәзимәнең иғтибарынан ситтә ҡалманы. “Тәмәке тартып алырға булғандарҙыр, -  тип уйланы ул башта. –  Иптәштәрен айнытырға теләйҙәрҙер”.  Шулай ҙа бер нисә минуттан һуң арттарынан сыҡты.  Ихатала өс бандит,  ярһып-ярһып, бар көстәренә  теге егетте типкеләй ине! Ғәзимә үҙенең:

  • Туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Сығырҙарынан сыҡҡан бандиттар уның һүҙенә ҡолаҡ һалдылар шулай ҙа.  Урталарында хәрәкәтһеҙ ятҡан меҫкенде туҡмауҙан туҡтанылар. Ғәзимә, эйелеп, манма ҡанға батып ятҡан   егеттең ҡан тамырын ҡапшаны. Ул йән биргәйне инде... Шул арала ишектә  баш бандит күренде.

  • Мәйетте багажникка һалығыҙ ҙа, ҡала ситенә алып

барып, йылғаға ташлағыҙ, - тип бойороҡ бирҙе  ул. -  Иң тәүҙә  асфальттағы ҡанды йыуығыҙ!

Ғәзимә баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. “Кемдеңдер ғәзиз балаһы тиктәҫкә генә әрәм булды”, - тип әрнеп уйланды ул.

  • Ҡайғырма, үҙе ғәйепле – туҙға яҙмағанды һөйләп торҙо бит,

егеттәргә шул оҡшаманы инде, ҡыҙҙылар ҙа  киттеләр, - тип Ғәзимәнең яуырынан ҡосаҡланы баш бандит. – Ҡунаҡтарың юғалтыр, әйҙә, керәйек. Үҙеңде бер нимә лә булмаған төҫлө итеп тот!

Ғәзимәнең баш бандитҡа буйһоноуҙан  башҡа  сараһы ҡалманы .  Ресторанда табын гөрләй ине. Юбилей тантанаһы төн уртаһына тиклем дауам итте...

 

 

Автор:
Читайте нас в