Бөтә яңылыҡтар

Шайтандар ҙа шаярта белә РИФ ЙӨҘЛӨКБАЙ

Мин уйланып ятып, күҙемде йоморға ла өлгөрмәнем, бер ҡул муйынымды быуа башланы. Күҙемде аса алмайым, һөйләшә лә алмайым. Ике ҡулым менән мине быуған ҡулға йәбешәм. Ни ғәжәп: тотколап ҡарайым, беләктән алып бармаҡ осона тиклем – йөн. Бар көсөм менән уны тартып ысҡындырырға тырышам, мин тартҡан һайын ул нығыраҡ быуа.

Шайтандар ҙа шаярта белә                               РИФ ЙӨҘЛӨКБАЙ
Шайтандар ҙа шаярта белә РИФ ЙӨҘЛӨКБАЙ

Тормошобоҙҙа төрлө серле ваҡиғалар осрап тора. Уларҙың нимә менән бәйле булыуын береһе лә әйтә алмай, әммә булған хәлдәр ҡабат-ҡабат уйланырға мәжбүр итә. Үҙенең башынан үтмәгән кеше бәлки ышанып та бөтмәйҙер.

“Техникумда уҡып йөрөгән сағым, - тип һүҙ башланы Фәйрүзә. Йәйге каникулда ауылға ҡайттым. Һеңлем кистәрен иген таҙартырға ырҙын табағына эшкә йөрөй. Уның ҡайтыуын көтмәнек, әсәй менән йоҡларға яттыҡ. Ул сәғәт икеләр тирәһендә генә ҡайтты, бер һүҙ өндәшмәйенсә генә инде лә, йоҡлап та китте.

Мин уйланып ятып, күҙемде йоморға ла өлгөрмәнем, бер ҡул муйынымды быуа башланы. Күҙемде аса алмайым, һөйләшә лә алмайым. Ике ҡулым менән мине быуған ҡулға йәбешәм. Ни ғәжәп: тотколап ҡарайым, беләктән алып бармаҡ осона тиклем – йөн. Бар көсөм менән уны тартып ысҡындырырға тырышам, мин тартҡан һайын ул нығыраҡ быуа.

Бәләкәй саҡта өләсәйҙән бер аҙ доғалар өйрәнгән инем. “Колһу Аллаһты” укырға теләйем, ләкин телем әйләнмәй, ауыҙҙы паралич һуҡҡан кеүек, телем көрмәлә. Һүҙҙәремде көскә ҡабатлайым. Тырыша торгас, доғаны өс тапҡыр уҡып сыҡтым. Ҡул шунда уҡ юҡҡа сыҡты, минең тауыш та асылды.

- Әсәй, - тип ҡысҡырып ебәрҙем.

- Нимә булды?

- Мине йөнлө ҡул быуа, - тим ҡурҡҡан тауыш менән. Икенсе карауатта ятҡан әсәйем минең янға килеп ятты. Бер-ике минут үттеме-юҡмы, һикереп үк торҙо:

- Эй, шул ҡыҙыҡайҙы, төн буйына йөрөп, эйәртә лә ҡайта шуны, - тип һөйләнеп, мөрйәләрҙе асып япты, ишекте лә кире элде. Ауыҙ эсенән нимәләрҙер уҡыны ла яныма килеп ятты.

Таң атҡас, әсәйем һеңлемдән:

- Һин, ҡыҙым, ишекте бисмилла әйтмәй элгән инеңме ни, бер йөнлө ҡул муйынды быуа башланы бит, - тип һораны.

- Хәтерләмәйем. Ырҙын табағынан сыҡҡас, иптәш ҡыҙым менән тура юлдан ҡайтайыҡ тип, сүплектәр янынан үттек. Ул урынды үтеп китеп барғанда, бала илаған тауыш ишетелде. Боролоп ҡараныҡ. Бер кем күренмәй. “Әллә бала ташлап киттеләрме икән ни?” - тип барып та ҡарамаҡсы инек, ләкин ҡурҡтыҡ. Беҙ сүплектән йырағайған һайын баланың тауышы артыбыҙҙан ҡалманы. Ҡапҡанан килеп ингәс кенә юҡҡа сыҡҡандай булды. Ҡурҡыуҙан тиҙ генә индем дә юрған аҫтына сумдым, - тине ул.

- Әсәй минең янға килеп яткас, уны ла шул ҡул быуған икән. Ошо көнндән башлап, кис йоҡларға ятҡанда, ишекте доғалар уҡып, элеп ҡуябыҙ”, - тип хикәйәһен тәмамланы Фәйрүзә.

Риф Йөҙлөкбай.

Автор:
Читайте нас в