Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусы Риф Йөҙлөкбай тыуған көнөн билдәләй

Хөрмәтле Риф Хажиәхмәт улы, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡтар, ҙур уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Яҙыусы Риф Йөҙлөкбай тыуған көнөн билдәләй
Яҙыусы Риф Йөҙлөкбай тыуған көнөн билдәләй

 

Бөгөн күп яҡлы  талант эйәһе – яҙыусы, шағир, драматург, рәссам, журналист Риф Йөҙлөкбаев тыуған көнө билдәләй. Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡыйышҡы ауылында йәшәгән 

Риф Хажиәхмәт улының повестары, хикәйәләре бер нисә китап булып донъя күрҙе. Әҫәрҙәренең геройҙары һәр кемде уйланырға, тормоштоң асылын аңларға мәжбүр итә. Һуңғы ике йылда гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡан "Һандуғас таллығы", "Ләйсән", "Айһылыу", "Рәссам" кеүек повестарын һәм мажаралы хикәйәләрен уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итә, ә бер нисә пьесаһы район сәхнәһендә ҡуйылып, тамашасыларҙың күңелен яуланы.

Район гәзите редакцияһында эшләгән осорҙа ул ҙур ғына аналитик материалдары менән гәзит уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Ауыл тормошо, йәштәрҙең киләсәге өсөн борсолдо, наркомания, эскелек кеүек бөгөнгө замандың киҫкен проблемаларын да ситләп үтмәне. Бөгөн дә ҡәләмдәшебеҙ тулҡынлы тормош менән йәшәй. Район гәзите редакцияһы алдында "Илһам" түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Ижади шәхестәрҙән торған ойошманың рәйесе булараҡ, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында халыҡ менән осрашыуҙар ойоштороуға күп көс һала. Ауыл клубтарында, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә үткән саралар ауыл халҡы өсөн оло байрамға әүерелә.

 

Фото: "Үҙән" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас в