Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Август , 20:05

Бәлки ҡайтыр, ә беҙ өйҙә булмаҫбыҙ

Көндәр буйы ҡапҡа төбөндә, ҡулын бер маңлайына ҡуйып, бер баҫып, йә эскәмйәгә ултырып оҙон юлды күҙәтеп ултырған оло йәштәге инәйҙе йыш күрергә тура килә торғайны.

Бәлки ҡайтыр, ә беҙ өйҙә булмаҫбыҙ
Бәлки ҡайтыр, ә беҙ өйҙә булмаҫбыҙ
Көндәр буйы ҡапҡа төбөндә, ҡулын бер маңлайына ҡуйып, бер баҫып, йә эскәмйәгә ултырып оҙон юлды күҙәтеп ултырған оло йәштәге инәйҙе йыш күрергә тура килә торғайны. Һуңғы арала ҡапҡа төптәре буш. Ә Ғәлиә инәйҙең өйө янында үҫкән һомғол ҡайын ағасы бер аҙ ҡартайып киткәндәй. Яңы буяу еҫтәре аңҡып, сағыу төҫтәргә буялған йорто алыҫтан күренеп торһа ла, етемһерәп киткән.
Ипләп кенә Ғәлиә инәй тураһында өләсәйемдән һорашам. Ә ул ауыр көрһөнөп: “Китте, Ғәлиә инәйегеҙ... Башҡа ҡайтмаҫҡа китте... Ғүмер буйы һуғыштан Ғәйнисламын көттө. Күпме генә йыуатһаҡ та, ҡайтмаҫына ышандырырға тырышһаҡ та көттө. Хәҙер осрашҡандарҙыр инде,”-тип әйтеп ҡуйҙы.
Тау бите ҡарҙан әрселеп умырзаялар уяна башлағас, бер төркөм ауыл йәштәре гармун тартып аҡланға уйынға йыйыла торғайны. Ғәлиә менән Ғәйнисламдың мөхәббәтенә йәштәр ихтирам менән ҡараны. Шул тиклем бер-береһенә оҡшағандар, икеһе лә тырыш, егәрле. Эштә генә түгел, хатта уйын ваҡытында гармун көйөнә бейегәндә уларға тиң булмағандыр, моғайын. Йәштәр өйләнешеп, бер-бер артлы өс ҡыҙға ғүмер бүләк итте. Бынамын тигән өй төҙөп инделәр. Бәпәйҙәр бер аҙ баш күтәргәнсе, Ғәйнислам ҡатынының ҡулына эш тейҙермәне. Эшкә китер алдынан һыу ташып, тыштағы усаҡ янына утын ваҡлап ҡалдыра. Малдарҙы көтөүгә ҡыуып, баҡсалағы емеш-еләккә лә һыу һибеп өлгөрә. Бесәндән ҡайтһынмы, ураҡтанмы, арыуына ла, ҡараңғы төшөүгә лә ҡармай урман сәскәләренән гөлләмә тотоп, күтәренке кәйефтә ҡайтып инә торғайны. Ә Ғәлиә тәмле аштарын бешереп, мөхәббәт тулы йылы ҡараштары менән һөйгәнен ҡаршы алды. Ғүмер буйы иңгә-иң терәшеп кенә йәшәргә лә бит... Көтмәгәндә һуғыш башланды. Һуңғы тапҡыр Ғәйнислам урмандан өс алмағас, бер ҡайын үҫентеләре алып ҡайтты. “Ҡайын ағасын өй алдына ултыртайыҡ, Ғәлиә. Минең йөҙөм булып торһон. Тик уны ел-ямғырҙан һаҡла, ә алмағастар ҡыҙҙарыма бүләк булыр. Һуғыш ул бик аяуһыҙ, бәлки, әйләнеп ҡайтып булмаҫ. Ныҡ бул, Ғәлиәкәйем. Балаларҙы аяҡҡа баҫтыр инде. Ғүмерем булһа, һуғыштан ҡайтҡас, ишек алды тултырып емеш ағастары ултыртырбыҙ. Ә анау баҡсаның мөйөшөнә, тик һиңә генә яратҡан умырзаяларыңдан гөлләмә ултырттым. Икенсе йылға матур итеп сәскә атырҙар, - тине Ғәйнислам һөйгәнен ҡосаҡлап.
Һуғыштан көн һайын тиерлек йылы хаттар яуып ҡына торҙо. Ике йыл үткәс, “Сталинград ҡалаһы янынды хәбәрһеҙ юғалды”, тигән хат килеп төштө. Ғәлиә был хәбәргә ышанырға ла теләмәне. Төндәр буйы һыҡталып илап сыҡһа ла, күҙ йәштәрен балаларына күрһәтмәне. Һаман көттө, юғалыу, ҡара ҡағыҙ түгел әле, тип үҙен йыуатты. Һуғыш тамамланғас, ауылдан хәрби хеҙмәткә китеүселәрҙең бик аҙы әйләнеп ҡайтты. Тик Ғәлиә көн һайын Ғәйнисламдың ҡайтырына өмөтөн өҙмәне, бейек тау башына менеп, сәғәттәр буйы оҙон юлды күҙәтер булды. Ауыл эсенә тиклем яңы юл һалғанға ла бик ҡыуанды. Ғәйнислам урман эсенән урап йөрөмәҫ, исмаһам.
Ғүмер үтте, ҡыҙҙар үҫеп ғаилә ҡорҙо. Хәҙер үҙ балалары бар. Ҡыҙҙарын матур тәрбиәләне Ғәлиә, ауыр йылдар булһа ла уҡытты, кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип, өҫ баштарына үҙе кейем текте. Район үҙәгенә барыр булһа, Ғәйнислам ҡайтһа тип, тәмле аштарын бешереп, өҫтәлгә хат яҙып ҡалдыра торғайны. Ситтән берәү ҡарап торһа, бәлки, ҡатындың был ҡылығын аңламаҫ та ине. Тик күңелгә бойороп булмай, йөрәге менән һиҙенә, һөйгәне иҫән, тик ҡайта алмай ғына йөрөй.
Ғәлиә инәйгә район үҙәгенән яңы йорт бирһәләр ҙә күсмәне. Кесе ҡыҙын үҙе менән йәшәргә өгөтләп, ауылдағы йорт-ҡураһын яңыртып, йыйыштырып ғүмере буйы Ғәйнисламды көттө. Күпме өгөтләп тә көтмәҫкә күндерә алмаған кейәүе менән ейәне баҡсала үҫкән ҡайын янына яңы эскәмйә эшләп ултыртты. Бынан ауылға ингән юл ялтырап күренеп тора ине.
Туй күлдәгендәй аҡ сәскәгә төрөнөп ултырған алмағастарын ҡарап сыҡҡандан һуң, Ғәлиә апай ҡайын ышығында урынлашҡан эскәмйәгә килеп ултырҙы. Эңер төшөп килеүенә ҡарамаҫтан, юл ялтырап күренеп ята. “Ғәйнислам ҡайтып етһә, Еңеү байрамына икәүләп барыр инек тә бит. Тик һаман оҙаҡлай”,-тип уйлап та өлгөрмәне ауылға инеп килгән йәйәүлене күреп баҙап ҡалды. “Бәй, ҡалай атлап килеүе хас һөйгәненеке". Бер аҙ һағайып та, аптырап та ҡарап ултырҙы. Ғүмер буйы көткәне, Ғәйнисламы ҡайтып килә лә баһа! Баҡсала һыу һибеп йөрөгән ҡыҙына: “Сәй ҡуя һал!” - тип ҡысҡырҙы ла дарҫлап типкән йөрәге, талпынған күңеленән сыҡҡан тойғоларҙы еңә алмай, сатанлай-сатанлай йәйәүлегә ҡаршы йүгерҙе. Өләсәһенең йәш ҡыҙҙар кеүек йүгереп килгәнен күргән ейәне аптырап китте, ҡаршы йүгереп, өләсәһен ҡосаҡлап уҡ алды. “Кәрим, һин икәнһең. Ҡалай ҡартатайыңа оҡшап киткәнһең, әй, ғүмер тигәнең... Һин дә ир ҡорона индең инде,” - тип ейәненең арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Берсә ялға ҡайтҡан ейәнен күреү ҡыуанысынан, берсә Ғәйнисламын һағыныуҙан әрнегән күңелен тынысландырырға тырышып, бите буйлап бер туҡтауһыҙ тәгәргән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә өйгә ҡарай атланы.
Шул көндән һуң Ғәлиә инәй башҡаса түшәктән торманы. Ике көн ауырығандан һуң, яҡты донъянан китеп барҙы. Үлер алдынан ҡыҙҙарынан тик тыуған йорттоң нигеҙен һыуытмауҙы һораған. “Бәлки ҡайтыр, ә беҙ өйҙә булмаҫбыҙ!”
Автор:
Читайте нас в