Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Август , 20:20

Ҡара бишмәт Хикәйә Вәҡиф НУРИЕВ

Орҡоя ханым ҡулындағы таяҡтың осло башы (ниңә осларға кәрәк инде?), әсәһенең артынан шып-шым ғына уҙып барған Ҡасимдың сикәһенә ҡаҙалған ине. Малай иҙәнгә ауҙы. Сикәнән ҡан килеп сыҡты. Шок хәлендәге әсә башта ни булғанын аңлай алмайынса торҙо. Унан күҙҙәрен аҡайтып түшәмгә текәлгән улының өҫтөнә ҡапланды.

Ҡара бишмәт           Хикәйә      Вәҡиф НУРИЕВ
Ҡара бишмәт Хикәйә Вәҡиф НУРИЕВ

Биш йәшлек Ҡасимға яңы бишмәт тектерҙеләр. Эсе мамыҡ менән һырылған, иңбаштары саҡ ҡына күпертмәле, кәүҙәһенә ятышлы ҡара бишмәт. Малай уны бер кейҙе, бер систе, шуны кейгән килеш йоҡлап та алды. Их, атаһы ғына күрә алманы был көндәрҙе. Күрһә, һөйөнөр ине. Һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтты ул. Шулай ҙа йорт-хужалыҡ тирәһендә ҡыштыр-ҡыштыр йөрөп торҙо әле. Тик яраларҙан мантый алманы, ҡыштың ҡарлы-буранлы бер көнөндә китеп барҙы. Һуғышҡа ҡәҙәр үк Ҡазандан бер туғандары үҙенә тектергән еләненән ҡалған буҫтау биреп ҡайтарған ине. Ҡасимға атаһы: “Шунан һиңә бишмәт тектерербеҙ, улым”, – тип гел әйтә килде.

Тик тектерергә өлгөрә алманы.

Әсәһе Орҡоя ханым көрәнһыу төҫтәге был буҫтауҙы Чор Иле урыҫтарынан ҡараға мандырып алып төштө. Тектерергә иһә Күксәнән Ғабдулла бабайҙы белештеләр. Ғабдулла ағай – аҡ тегеүсе. Ҡыштарын өйәҙгә сығып, Ҡазанда ла, башҡорт яҡтарында ла байҙарҙы кейендереп йөрөгән кеше. Һиммәтле йән.

Бер көндө, йомошо төшөп, Солыға килгәс, үҙе һуғылды ул. Ҡасимдың иңен-буйын үлсәне. Унан буҫтауҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып ҡайтып китте. Бишмәттең эсенә мамыҡты үҙенән вәғәҙә итте.

Бер-ике аҙнала Ҡасим әсәһенә эйәреп Күксәгә “примерка”ға китте.

Донъяла көҙ йәшәп ятҡан көн ине ул. Донъяла әбейҙәр сыуағы йәшәп ятҡан көн. Мәрхәмәтле Ер ҡояштың нурҙар ташҡынына ҡыҙыл-һары ялҡын эсендә ултырған көйәҙ ҡайын-йүкә, өрәңгеләрҙең яҡтыһы менән яуап бирә. Ҡояш яна, ер яна. Шуға тағы сабыйҙың томрап ҡарап торған ҙур, таҙа, самими күҙҙәренән, һөйөнөс тулы гонаһһыҙ ҡарашынан ағылған нурҙар яҡтыһын да өҫтәһәң... Ғәжәйеп балҡыш!

Ҡасим аҡ-көмөш тоҗымнарны??? өҙөп алға саба һәм ни арала күҙҙән юғала. Ул да булмай, үҙән буйына ултыртылған йәш ҡайындар араһынан “Һәй!” – тип әсәһенең ҡаршыһына атылып сыҡҡан була. Унан тағы йүгереп китә. Пәрәвез??? ептәре уның битенә, күлдәгенә һарыла. Ана ул ҡойма артына ҡасып торған була. Әсәһен шунан “ҡурҡыта”.

– Зыярат был, – тине әсәһе тыныс ҡына. – Бында ҡысҡырып һөйләшергә ярамай. Атайың да бында ята.

– Ни эшләп бында ята?

– Үлгәс, бында күмделәр.

– Ни эшләп күмделәл уны?

– Үлгән кешене күмәләр.

– Нисек күмәләл?

– Ерҙе ҡаҙалар ҙа күмәләр. Бына атайыңдың ҡәбере.

– Жалкы бит.

– Бөтөн кешене лә үлгәс күмәләр.

– Ҡарале, әсәй, мин үлмәйем.

– Үләһең, һин дә үләһең. Бөтөн кеше үлә.

– Юҡ, мин үлмәйем! Мин бер ҡасан да үлмәйем.

– Үләһең...

– Үлмәйем!!!

Һары һағышҡа сумып ултырған шомло зыяраттың тыныслығын боҙоп, ағас башында йәмһеҙ итеп ҡарт ҡоҙғон ҡысҡырып ҡуйҙы. Сәйер, шөбһәле тауыштан Ҡасимдың ҡото алынды. Әсәһе ҡояшта ҡаралған, елдә ярғыланып бөткән ҡаты ҡулы менән уның елкәһенә төрттө:

– Нимәгә терәлдең?

– Кем ҡысҡылды, әсәй?

– Ҡоҙғон ул. Ҡош. Әйҙә атлауыңды бел!

Бер аҙ барғас, күңелгә шом, йөрәккә хәүеф өҫтәп, ҡот осҡос тауыш менән, ҡоҙғон тағы ҡысҡырып ҡуйҙы.

Ике ауыл араһы йыраҡ түгел. Бер саҡрым тирәһе. Күксәгә тиҙ килеп еттеләр. Бәхеткә, Ғабдулла бабай өйҙә ине.

– Ҙур ҡунаҡтар килә икән. Әйҙүк, өйгә! Маҡтап йөрөйһөгөҙ. Какырас ҡарсыҡ бәрәмәс (был яҡтарҙа ҡамыр өҫтөнә бәрәңге боламығы яғып әҙерләгән ризыҡты шулай атайҙар) бешерҙе, – тип тупһала үҙе ҡаршы алды. Унан һуң киндер алъяпҡысын сисеп, ҡойма башына элде лә еҙ ҡомғанға һыу ҡоя башланы. – Әйҙәгеҙ, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ.

Өйҙә май еҫе, таба еҫе, бәрәмәс еҫе. Хөрлөк, именлек, бәрәкәт тантанаһы.

Табынға ултырҙылар. Ҡасимды ла ултырттылар. Уның янында – хужаның ейәне. Ҡасимдан ярты башҡа оҙонораҡ, йәлпәк танаулы, ҙур ауыҙлы бер малай. Үҙе бер туҡтауһыҙ аяғын һелкә.

– Өҫтәл янында аяҡ һелкелгә яламай, – тине уға ҡунаҡ малай.

Хужабикәнең майлы бәрәмәстәрҙе табынға килтереп ҡуйыуы булды, йәлпәк танау иң ҙур киҫәкте эләктерҙе һәм томороп ашай башланы. Ҡасим, ҡарыны бик асһа ла, ризыҡҡа ҡағылманы.

– Әйҙә, ҡунаҡ малай, ал, етеш, – тине хужа.

– Юҡ, башта әсәй алһын.

– Бына ниндәй аҡыллы, әҙәпле малай! – тип маҡтаны уны тегеүсе бабай. – Бындай малайға бишмәттең иң шәбен текмәйенсә булмаҫ.

Сәйҙән һуң аҡ өйгә сыҡтылар. Ана мөйөштә хужаның тегеү машинаһы. Шунда уҡ үтек, аршын, ҡайсы, ептәр, балауыҙ, аҡбур.

Бәй, бишмәт пашти әҙер икән бит инде. Һәр хәлдә ҡалыбы бар. Ең остарын, итәген бөрөп сығаһы ғына ҡалған түгелме һуң. Бына уны Ҡасимға кейҙертеп тә ҡуйҙылар.

– Тәк, тәк, – тине Ғабдулла бабай резинка менән бәйләп башына тарттырған, күпте күргән күҙлеген бер күтәреп, бер танау осона төшөрөп. – Өҫтөңә ипһеҙ түгелме? Ҡулдарыңды күтәреп ҡара әле. Иңбаштары таман. Оҙонлоғо шулай ярай. Һи, какырас булған был.

...Бөгөн бишмәтте алып ҡайттылар. Ҡасимдың уны кейеп урамға сыҡҡыһы, кешеләргә күрһәткеһе килә. Тышта ямғыр. Бер яуа, бер туҡтай. Бына тағы яуырға тора. Аяҡ аҫты батҡаҡ.

– Бер ҡайҙа бармайһың, – тине әсәһе киҫәтеп. – Өйҙә генә ултыр. Өр-яңы бишмәтте бысратып ҡайтырғамы?! Бындай көндә йүнле хужа этен дә сығармай.

– Күлше Кәлимә әбейгә генә күлһәтеп сығайым инде, әсәй.

– Өҫтөңә бысраҡ теҙерһәң...

– Юҡ, әсәй, тейҙелмәйем. Валлаһи.

– Кәримә әбейең бишмәтеңде күрмәй ҡалыр тип ҡурҡаһыңмы әллә?

– Ҡотлатып ҡына сығам.

– Көн аяҙығас, ер кипкәс ҡотлатырһың.

– Эй, әсәй, бөгөн ҡотлатаһым килә.

Орҡоя ханым улының ихлас күҙҙәрен, үтенеүле, ялбарыулы ҡарашын күргәс ризалашты. “Ярар инде. Кәримә әбейенә генә инеп сыҡһын инде. Сабый бит...”

– Бар улайһа, Кәримә әбейеңә инеп сыҡ. Түлке ҡара уны, бишмәтеңдең берәр еренә бысраҡ тейҙерһәң – үлтерәм!

Ҡасим ҡапҡанан сығыуға, икенсе яҡтағы күршеһе, конюх Тимерхан ағаһы осраны. Дворға ат туғарырға китеп баралыр. Сабый уның бишмәтте күреп, шаҡ ҡатып ҡалыуын күҙҙәрен текәп көттө. Тик Тимерхан ағаһы шаҡ ҡатманы. Күҙен һирпеп ҡарап ҡуйҙы ла атына менде.

Икенсе күршеһе тауыҡтарға бойҙай һибергә сыҡҡан Кәримә әбей Ҡасимды ҡапҡанан инеүгә ҡаршы алды:

– О-о-о... Күршем инеп килә икән. Абау! Ни күрәм? Бишмәт! Өр-яңы бишмәт!! Кил әле бында, кил әле. О-о-о... күрше, бик килешле, бик фасунлы булған был. Ҡайҙан алдығыҙ?

– Алманыҡ, тектелҙек.

– Кем текте?

– Күкһәнең Ғабдулла бабай.

– О-о-о... Ғабдулла бабаң текһә, тегә инде ул.

– Бына бында, ҡаптылмаһы ла бал.

– Бәрәкалла! Ҡаптырмаһы ла бар.

– И-и-и... әйҙә әле, күрше, өйгә инәйек әле. Һинең бишмәтеңде ҡотларға кәрәктер бит инде, эйеме.

Кәримә әбей самауырын яңыртып ебәрҙе. Өҫтәлгә шәкәр ҡуйҙы. Бер шаҡмағын яңы бишмәтте ҡотлап, Ҡасимдың кеҫәһенә һалды. Унан һуң әбей менән малай – ике дуҫ, ике күрше тирләп-бешеп сәй эстеләр.

Кәримә әбейенән Ҡасим, һомай ҡошо тотҡандай, һөйөнөп сыҡты. Тик бына Тимерхан ағаһына ғына күңеле китек ҡалды уның. Күрше малайы өр-яңы бишмәт кейеп баҫып торһон. Шуны күрмәйенсә уҙып китергә мөмкинме инде, йә. Бишмәтте көн һайын тегеп тормайҙар бит. Юҡ, сабый күңеле бындай битарафлыҡ менән килешергә теләмәне. Үҙ ҡапҡаларын уҙып Тимерхандар ҡапҡаһына килде ул. Бишмәтенә берәр кәнфит-маҙар өмөт итеп тә килеүе ине. Уларҙың малайы гел кәнфит һурып йөрөй.

Малай ҡапҡаға килде. Әммә асып инергә ҡыйманы. Үҙҙәре сыҡмаҫмы икән? Ул бәләкәй генә ҡойма ярығынан ишек алдын күҙәтә башланы.

Тимерхан иһә был ваҡытта үҙе Ҡасимдарҙа ине. Байталын туғарып төшкәндә, ҡулына ат һарайында атларға һыу ташый торған ҙур биҙрәһен тотоп, лапыр-лопор килеп инде ул:

– Һе-һе... Малайыңа бишмәт тектергәнһең икән. Беҙҙең ҡыҙ ҙа бер кейәү күрһен, тигән ти берәү.

– Тектерҙем шул. Беҙ ҙә йүкәнән ишелмәгән. Бишмәте үҙенә бик килешеп тора.

– Һе-һе... Кейендерһәң, киндер таяғы ла кейәү була, ти. Тектереүен тектергәнһең дә, кәзәңә расчут яһаманың бит әле һин.

Тимерхандың аҡылға таман бер малайы бар. Быйыл һарыҡ көтөүен көттө. Атаһы шуның өсөн кәзә башына – бер бот, һарыҡ башына ярты биҙрә иҫәбенән картуф йыйҙы. Орҡояның кәзәһе йәй уртаһында көтөүҙә аяғын һындырҙы. Уны Артель тауынан йәймәгә һалып алып ҡайттылар. Көтөүгә сыға алмайынса аҙбарҙа ятырға мәжбүр булды бисараҡай. Тилмереп, илап ятты. Ҡасан инмә, күҙендә йәш. Аптырағас, салдырҙылар. Бына шул кәзә өсөн был ҡомһоҙ, йөҙөн дә һытмай, картуф һорап ингән бит.

Әстәғәфирулла!

Ул кәзәне Тимерхандың үҙ малайы харап итте лә баһа. Тау башынан көтөү өҫтөнә таш тәгәрәткән бит.

Юҡ, картуфынан бигерәк, бәләкәй малайҙың кескәй бишмәтен күпһенеп ингән был хөсөтлө тәре.

Тимерхандың сикә тамырҙарының зәңгәрләнеп бүртеп сығыуын, күҙҙәренең ҡыҙарғандан-ҡыҙара барыуын күреп торған Орҡоя сирҡанып ҡуйҙы. Теләһә, ул уның иманын уҡытып, буш биҙрәне башына ҡаплап сығара ала. Тик был әҙәм аҡтығы менән бәйләнгеһе килмәй. Был үсле нәғәләттең йортҡа зыян һалыуы ла мөмкин. Күрше-күләндең тауыҡ-себешен шул ғына ҡырыштырып тора. Ҡулынан тотҡан кеше булмағас, өндәшеүсе юҡ. Һуғышҡа ла барманы ул. Башын йүләргә һалып ҡотолдо. Военкоматҡа ҡаралырға барғас, комиссия ултырған бүлмәне бәҙрәф менән бутаған, тип һөйләнеләр. Булыр-булыр ул оятһыҙҙан. Картуфты бирергә лә ҡотолорға бөрмәһенән бет сәйнәгән ул ҡәбәхәттән. Уның менән ҡәберең йәнәшә булмаһын. Орҡоя соланда ултырған, баҙға һалмайынса хәҙер ашарға тип ҡалдырған ярты ҡапсыҡ картуфты Тимерхан алдына ултыртты:

– Мә ал шунан... Тамағыңдан үтерлек булһа...

Тимерхан ҡапсыҡты күтәреп биҙрәгә бушата башланы. Биҙрә ныҡ тулды. Бер картуф һыйманы, ергә тәгәрәп төштө. Һирәк осрай торған эре, шәмәхә картуф. Ни эшләтергә уны? Биҙрәлә урын юҡ. Ҡалһын инде... Күҙе ҡыҙған Тимерханмы һуң уны ҡалдырыусы. Ул кеҫәһенән һөйәк һаплы бәке сығарҙы һәм әлеге картуфты урталай ярҙы. Ярты картуфты биҙрәһенә нисек тә һыйҙырыу яйын тапты ул. Көтөүҙә ике генә ай йөрөгән кәзә өсөн ярты биҙрәнән дә күп алмаҫ, тип уйлаған Орҡоя уның был ҡыланышын ерәнеп ҡарап торҙо.

Башын күршеһенең ҡойма ярығына терәгән Ҡасимды күргәндә Тимерхандың биҙрә менән картуф күтәреп уларҙан сығып килеше ине.

– Ах, һин башың бөткөрө, нимә тикшерәһең беҙҙең ҡойма ярығынан?! – тине ул һәм, һөмһөрө ҡойолоп, сабыйҙы яғаһынан эләктереп алды ла, тештәрен ҡыҫып, этеп ебәрҙе. Бисара малай бысраҡҡа барып төштө.

Һай, бишмәт!

Һай, бала!

Ҡасим өйгә инергә ҡурҡты. Әсәһе уны ҡараңғы төшкәс кәзә ятҡан етем аҙбарҙан эҙләп тапты. Елтерәтеп өйгә алып инде.

Инеүгә бысраҡ бишмәтте һалдырып алды ла шуның менән йән көсөнә малайҙың башына ҡундырҙы. Ҡасим йән әсеһе менән ҡысҡырҙы:

– Әсәйем, теймә миңә, тейә күлмә. Ауылттыла бит, әсәйем.

– Мин бында эт күрмәгәнде күреп йәшәүсе тол ҡатын, тырышып-тырмашып һиңә бишмәт тектереп йөрөгән булам. Ә һин, паразит, сусҡа кеүек ерҙә аунағанһың. Бысраҡта аунарға тип тектерҙемме мин уны?!

– Әсәйем, һуҡма!

– Кейҙерермен мин һиңә бынан һуң ул бишмәтте. Ҡырыйын да күрмәҫһең.

– Әсәйем, мин уны бүтән кеймәйем. Мин уны өйҙә генә һаҡлап тотам.

– Ниңә баттың? – әсә кеше Ҡасимға тағы берҙе ҡундырҙы.

– М-м-м-м-мине Тимелхан ағай э-э-этеп ебәлде.

– Тимерхан! Оятһыҙҙың бында инеп йөрәк боҙоуы етмәгән...

Ул арала ҡатын таша башлаған ҡамырын күреп ҡалды. Икмәк һалаһы ине бит ул. Тик мейестең бер киҫәүе янып бөтмәй. Ул стенаға һөйәп ҡуйылған киҫәү таяғын алды ла күмерләнеп бөткән ярҡаны төйөргә тотондо. Юҡ, ул ярҡаға һуҡмай. Ул, гүйә, Тимерханды дөмбәҫләй. Ул, гүйә, Тимерханды туҡмай. “Мә, сволочь! Мә, ҡәбәхәт!”

Тимерханға булған бөтә асыуын Орҡоя ханым янып бөтмәгән сей уҫаҡ ярҡаһынан ала. Шулай итеп, үҙенең парын сығара. Ул үжәт киҫәүҙе йәһәт кенә кесе усаҡҡа күсермәксе булды. Йән көсөнә, киҫкен һелтәнеү. Киҫәү таяғы нимәгәлер бик ҡаты килеп төртөлдө.

– Ай! – үҙәк өҙгөс тауыш.

Орҡоя ханым ҡулындағы таяҡтың осло башы (ниңә осларға кәрәк инде?), әсәһенең артынан шып-шым ғына уҙып барған Ҡасимдың сикәһенә ҡаҙалған ине.

Малай иҙәнгә ауҙы. Сикәнән ҡан килеп сыҡты. Шок хәлендәге әсә башта ни булғанын аңлай алмайынса торҙо. Унан күҙҙәрен аҡайтып түшәмгә текәлгән улының өҫтөнә ҡапланды.

– Һай, улым, ни булды? Улым! Улым!.. Ниңә өндәшмәйһең?

Орҡоя ханым уны һелкетергә-елтерәтергә тотондо. Йөрәге жыу итте. Үҙе лә хәлһеҙләнде.

– Улым, бәғерем!

Ҡасим өндәшмәне.

– Улым, йәнем!

Малай күҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ итеп асты ла тынып ҡалды.

Ни эшләп йөрөнө икән һуң ул мейес эргәһендә? Хәйер, тамағы ас бит, икмәк ҡасан бешеп сығыр икән, тип көтөп йөрөүе булғандыр инде...

...Ҡара көҙҙөң епшек ҡары тын зыяраттың тын мөйөшөндәге һыуынырға ла өлгөрмәгән ваҡ кәҫтәр араһына тула, әле бер көндө генә “һәй” тип әсәһе ҡаршыһына атылып сыҡҡан малайҙы хәтерләүсе ҡайындарға һарыла.

...Аҙна-ун көндән Тимерханды паралич һуҡты.

...Өйҙә, стеналағы ҡаҙаҡта балсыҡ-бысрағы ҡағылған, өр-яңы, тап-таҙа бишмәт эленеп тора.

Әсәгә улының иҫтәлеге булып эленеп торамы ул, әллә... йөрәк яраһы булыпмы?

Улының төҫө булып эленеп торамы ул, әллә... ғибрәт булыпмы?!

 

Автор:
Читайте нас в