Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Август , 13:35

Тел-теш ҡырҡтырыу йолаһы

Бәғзе кеше тураһында төрлө ғәйбәт һөйләһәләр, уны ҡарғаһалар, кеше иҫнәп ауырый. Уны йоҡо баҫа, хәлһеҙләнә, ашағыһы килмәй. Хатта ғаилә ағзалары ла, малы ла ауырыҡһына. Бындай ауырыуҙы тел-теш баҫыу, тел-теш сире тиҙәр.

Тел-теш ҡырҡтырыу йолаһы
Тел-теш ҡырҡтырыу йолаһы

Тел - теш ҡырҡтырыу йолаһы

Уны тел-теш төйөү ҙә тиҙәр. Ҡарғыштан, ғәйбәттән, яман һүҙҙән, насар күҙҙән дауалау ырымы.

Бәғзе кеше тураһында төрлө ғәйбәт һөйләһәләр, уны ҡарғаһалар, кеше иҫнәп ауырый. Уны йоҡо баҫа, хәлһеҙләнә, ашағыһы килмәй. Хатта ғаилә ағзалары ла, малы ла ауырыҡһына. Бындай ауырыуҙы тел-теш баҫыу, тел-теш сире тиҙәр.
Уға ҡаршы борон-борондан төрлө имдәр, ырымдар ҡулланғандар.
Тел теш төйөү өсөн тәүҙә имләтеүсенең буйы оҙонлоғо итеп (алғы яҡтан үлсәнә) ике башҡа ете төрлө еп үлсәп алаһың. Ептәрҙең төҫөн кешеләрҙең күҙҙәре төҫөнә (ҡара, һоро, күк, зәңгәр, йәшел һ.б.) оҡшатып һайлайһың. Ептәрҙең етеһен бер, етеһен бер итеп, бергә ҡушып, ике бау яһайһың. Тәүҙә береһенә, унан икенсеһенә 41 -әр төйөн, барлығы 82 төйөн төйнәйһең, һәр төйөндө төйнәр алдынан, йәғни һикһән ике тапҡыр, шундай әпсен әйтелә:
Имсе: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Имләтеүсе: Инәй, ни төйәһең?
Имсе: Тел-теш төйәм. Дошмандарҙың телен төйәм. Фәлән кешенең ҡыҙы Фәләндең (имләтеүсенең әсәһенең һәм үҙенең исеме әйтелә) дошмандарының телен тыйып, утҡа яғып, бәхетен яңыртам, һаулығын яңыртам. Имен-һау йәшәүе өсөн шуны төйәм, - ти ҙә бер төйөн төйнәй. Нисә төйөн төйнәгәнеңдең һанын яңылышмаҫ өҫөн алдыңа 41 ноҡот ташы (диңгеҙенән алып ҡайтылған булырға тейеш) һалып ҡуйырға кәрәк.Имсе, бисмилләһир-рахмәнир-рахим, тигәс тә, бер ташты алып ситкә ҡуяһың, таштар ситкә алынып бөткәс, төйөндө төйнәгәндә яңылышлыҡ китмәгәнме, тип, уларҙы ҡабатлап һанап, тикшереп сығаһың.
Ҡырҡ берәр төйөнлө ике бау әҙер булғас, береһен алып, ундағы һәр төйөндөң уртаһынан ҡайсы менән ҡырҡаһың. Һәр төйөндө ҡырҡыр алдынан шундай әпсен әйтелә:
Имләтеүсе: Инәй, ни ҡырҡаһың?
Имсе: Тел-теш ҡырҡам. Дошмандарҙың телен ҡырҡам.
Бөтә төйөндәрҙе лә ҡырҡып бөткәс, уларҙы һоҫҡоға йәки икенсе бер яйлы һауытҡа бер аҙ артыш ҡатнаштырып һалып, яндыраһың (ҡырҡылған ептәр тиҙерәк тоҡанып китһен өсөн һоҫҡо төбөнә бәләкәй ҡағыҙ киҫәге лә һалына). Имләтеүсегә өс тапҡыр төтөнөн еҫкәтәһең, биленән һоҫҡоно өс тапҡыр уратып алаһың.
Ғәҙәттә, имләтеүсенең дошманының, уға яуызлыҡ теләгән кешенең күҙе (төйөнө) тиҙ генә янып бөтмәй ыҙалата, хатта яндырғанда ситкә һикерә, уны урынына кире һалып, яңынан яндыраһың. Бөтә ҡырҡ бер төйөн дә янып бөтөргә тейеш. Бының өсөн көлөн болғатып ҡарарға кәрәк. Янып бөтмәй ыҙалатҡан төйөндөң төҫө - дошманығыҙҙың күҙҙәренең төҫө.
Бөтә төйөндәр ҙә янып бөткәс, көлөн сепрәккә төрөп, имләтеүсегә бирәһең. Ул уны тупһаһына йәки ишек башына ҡыҫтырып ҡуйырға тейеш. Ҡырҡ бер төйөнлө икенсе бауҙы бетеү урынына беләккә урап та, муйынға тағып та, кеҫәңә һалып та йөрөтөргә мөмкин.
Тел-теш ҡырҡыу имләтеүсенең эшен ыңғайлата, яуыз уйлы кешеләрҙең уға юлын яңылыштыра, уны күрә алмай һөйләгәндәрҙең телен тотлоҡтора.
Тел-теш ҡырҡыу имен башҡарып бөткәс, тупһаға ете тапҡыр ике ҡулың менән һуғып алаһың да, тотҡаны сайҡатҡан һалҡын һыу менән ҡулыңды, битеңде йыуаһың. Шул саҡта имләүсегә ул имләгән кешенең бер ниндәй сире лә, боҙомо ла йоҡмай.. БХИ

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в