Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Август , 16:05

Һуңламаған мөхәббәт Булған хәл

Бер мәл, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында, эшселәр ятағында йәшәп алырға тура килде. Ул мәлдә ауылдан баш ҡалаға килеп республика радиоһына эшкә төшкән осором ине.

Һуңламаған мөхәббәт Булған хәл
Һуңламаған мөхәббәт Булған хәл

Һуңламаған мөхәббәт

Нияз Алсынбаев

 
Булған хәл
Бер мәл, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында, эшселәр ятағында йәшәп алырға тура килде. Ул мәлдә ауылдан баш ҡалаға килеп республика радиоһына эшкә төшкән осором ине. Бүлмәләшемдең исеме Эдик, ул “һуғырға” ярата. Ҡаҡса кәүҙәле, ялбыр һары мыйыҡлы 40 йәштәрҙәге татар кешеһе. Һәр иртәһе стакан төбөндәге араҡыны ғортлатып түңкәреүҙән башланып китә. Төшкө аш мәлендә ҡайтып тамаҡ ялғап ала, сөнки эш урыны яҡын, эргәләге төҙөлөштә балта оҫтаһы булып йөрөй. Ярты стаканды түңкәрә ҡоя ла ялбыр мыйығын һыйпай-һыйпай йәнә сығып китә. Киске табыны үтә лә “бай” була. Табала һуған менән шыжлатып ҡыҙҙырған картуф, консерваланған балыҡ, тоҙло ҡыяр, ҡара икмәк һәм мөлдөрәмә тулы стакан.
 
 
Эдиктың башы йоморо, хужаһы мәнфәғәттәренә бик етеҙ эшләй. Мәҫәлән, хәмер шешәһенең аш-һыу шкафында оҙаҡ ултырмаҫы яҡшы билдәле. Ятаҡ булғас, бында һәммәһе лә дөйөм... Егеттәрҙең бәғзеһе “туған, баш сатнап бара, юҡмы берәй нәмәң?” – тип бүлмәнән-бүлмәгә инеп, ярты стакан булһа ла хәмер аңдып йөрөй. Бында ябай халыҡ - төҙөүселәр, слесарҙар, водителдәр, тракторсылар йәшәй. Ятаҡ ҡеүәтле генә ойошма - “Башгражданстрой” тресыныҡы. Ул иҫке таш йорт, беренсе ҡатында ғаиләле кешеләр, икенсеһендә беҙҙең кеүек буйҙаҡтар көн итә.
Шулай итеп, кистәрен бүлмәнән-бүлмәгә темеҫкәнеп йөрөүселәрҙән биҙрәп, Эдик бына нимә уйлап сығарҙы.Аш һеркәһен шешәһенән бушатты ла урынына “батырҙар эсемлеген” (үҙе шулай йөрөтә) ҡойоп ҡуйҙы. Егеттәр килә:
-Эдик, туған, үлтермә инде...Баш сатнап бара...
-Ана шкафты ҡара, тапһаң - һинеке!
Әлбиттә, таба алмай. Үтенес эйәһе ары китә.
Бер мәл Өфөлә дауаланып ҡайтырһың тип ауылдан әсәйемде килтерҙем. Баш ҡалаланың билдәле генә бер табибы һыҙлаған быуындарына энә ҡаҙап дауалай. Аҙнаға яҡын беҙҙә ятты. Эдик ваҡытлыса бушыраҡ бүлмәгә күсенде, ашап-эсеүе бында. Бер көн кисләп эштән ҡайтыуға, әсәйем тамам борсолоуға ҡалып ултыра. Ишектән инеп тә өлгөрмәнем, һорай ҡалды:
-Улым, ул кешең эсәме әллә?
-Юҡсы...
-Юҡ түгел шул! Ул кешең араҡы ғына ла түгел, ана уксус эсә!
Шәмбе – көтөп алған байрам. Киске тамаҡтан һуң Эдик һары мыйығын ҡап-ҡара итеп буяй. Ул ашыға, ул тулҡынлана, сөнки ул бөгөн “ҡыҙҙарға бара”. Был мәлдә уға ҡарап тороуҙары ла күңелле. Һорғолт тоноҡ күҙҙәрендә дәртле осҡондар тоҡана, арыҡ кәүҙәһе һөнгөләй турая, йонсоу йөҙөнә нур ҡуна, бар булмышына ҡот инә. Был ғәжәйеп, хатта илаһи мәлдә ул хыялы артынан ашығыусы бөйөк диңгеҙсегә оҡшап китә. Океан киңлектәрендә оҙаҡ йөҙөүҙән ялыҡҡан, ҡоро ергә аяҡ баҫыуҙарынан тамам ваз кискән, хәҙер инде фетнә күтәрергә әҙер командаһын дәртләндереп Колумб та, бәлки, шулай талпынғандыр:
-Бар ул, бар диңгеҙҙең теге яры! Алға, алға, инәң баштары!
Гагаринды йыһанға осороп ебәрер алдынан, батыр космонавт та ана шулай күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп:
-Киттек, киттек тиҙерәк! Поехали! – тип зыу ҡупҡандыр.
Шуның кеүек беҙҙең дуҫ үҙ-үҙен ҡыуалай. Ул бөгөн тулҡынлана, ул бөгөн ниҙер көҫәй. Бөгөн барыһы ла яҡшы буласаҡ. Бөгөн, нәҡ бөгөн ул мөхәббәтен табасаҡ! Ысын мөхәббәтен! Шуға ул өмөтләнеп, үҙ-үҙен ышандырып һөрәнләй:
-Ҡыҙҙарға! Ҡыҙҙарға! Тиҙерәк, тиҙерәк!
Бер быуа талпынып, ҡанаттарын ҡағынып алғас, тәғәйен ниәткә килә:
-Кейенеп алайым әле, матур ғына итеп!
Матур ғына итеп кейенеүе шунан тора. Һары күлдәк, ялҡынланып торған ҡыҙыл галстук, зәңгәр төҫтәге костюм-салбар. Аяҡта иһә ҡап-ҡара туфлийҙар. Бындай сыбар төҫтәрҙән күҙ ҡамаша. Бындай сыбар төҫтәрҙе күрһә ҡыҙҙар йә шундуҡ ғашиҡ була, йә ҡыуып ебәрә. Тутыйғош төҫөнә кергән кавалер ҡыйыулыҡ өсөн йәнә берҙе һалып елгәрә лә, тыҡ-тыҡ баҫып сығып китә.
- Ҡыҙҙарға, ҡыҙҙарға!
Ләкин күпһенеп “ҡыҙҙар” тигәне Эльвира тигән ашнаҡсы ханымға ҡайтып ҡала. Әйтеүе буйынса, ул бик сибәр: “кәүҙә – во!, холҡо - во!, ә күҙе...ә күҙе – зәңгәр!” Шулайҙыр, мин бит уны күргәнем юҡ. Эдиктың үҙенең дә холҡо һәйбәт, һис ҡасан да “ҡыҙын” ятаҡҡа алып ҡайтмай, минән тартына, күрәһең.
Таң алдынан мәс килеп йығыла. Үҙе туҡтауһыҙ нимәлер һөйләй, үҙе әрләй, баҫалҡы ғына илап та ала. Ауыҙ эсендә бутҡа бешереп бытырҙап ята торғас, домп итеп иҙәнгә йығылып төшә, унан тыптыр-тыптыр-тыптыр килеп ике карауат араһында тәгәрләп йөрөй башлай. Ул ауырый, ул яна, уның “эсәктәре өтөлөп бара”, сөнки ул бөгөн эскән, сөнки ул һөйөклөһө менән талашҡан. Шуға ла таңға тиклем ике карауат араһын ҡыҙыра. Ярай әле, бәхетенә, алда ял... Йәкшәмбелә көнө буйына көс йыя, яраларын ялай, өҫ-башын рәткә килтерә.
Хәләл ҡатыны ла бар, “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә йәшәй, әйтеүенсә, улар рәсми рәүештә айырылмаған. Һирәк-һаяҡ ҡайтҡылап йөрөй, ләкин бергә тормайҙар, бының үҙ сәбәбтәре. Кистәрен Эдик ғаилә тормошонан ҡот осҡос хәлдәр һөйләй. Уның фекере буйынса, ҡатын-ҡыҙға һин үҙең түгел, ә һинең аша килгән аҡса, бала, фатир һәм “ирле ҡатын” тигән һүҙ генә кәрәк... Ул былар хаҡында бик оҫта итеп, мөккибән китеп, ниндәйҙер ғәжәйеп артицизм менән тасуир итә. Берсә ҡысҡырып ебәрә, берсә шыбырҙау кимәленә төшә, ихлас рәүештә эс серҙәре менән бүлешә. Ҡатыны һәр һөйләгән һайын зәһәрләнә, йыртҡыслана бара... Феминизм ҡорбаны үҙ-үҙен һыйлап ултырырға ла онотмай. Иҫереүе һуңғы нөктәгә барып еткәс күҙенә йәш алып:
-Ул бит мине тапочка менән һуҡты! Бала алдында! – тип йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп бәрә. Маңлай тирәһенә төртөп күрһәтә. Ҡулына ла түгел, арт һынына ла түгел, ә нәҡ бына ошо тәңгәлгә тондорған! Тапочка менән! Ҡот осҡос! Ҡайҙа тәгәрәйһең һин, эй, кешелек донъяһы! Кемгә ышанырға, ниндәй ҡиммәттәргә таянырға ҡала һуң шундай вәхшилектән һуң? Туҙанлы ҡарт тапочка менән күрәләтә ҡаҡ маңлайға эләктерһендәр әле...
Шулай зарланып ултыра торғас, йәтеш кенә итеп карауатына ауып төшә, ауып төшә лә тәрән булмаған йоҡоға тала... Унан, бер ярты сәғәттән, кинәт һикереп килеп тора. Һәм итәгенә ут ҡапҡандай ҡабаланып “мин кызларга киттем” тип сығып олаға. Ҡайһы саҡта аҙна-ун көнләп ғәйеп була, танһығы ҡанғансы һәптәңләп килә. Был мәлдә ул март туйында кәләш әйттереп йөрөгән йәш бесәйҙе хәтерләтә. Куртка еңе йыртыҡ, ҡуян кәпәс кешенеке, бирсәткәләр төшөп ҡалған, әммә ҡыҙыл галстук урынында. Бары тик күкрәк яҡтан арҡаға күскән. Мыйыҡ һәлпәйгән, үҙе арыған, ләкин барлыҡ фиғелендә кәнәғәтләнеү, ләззәтле талыу ғәләмәттәре ярылып ята. Эйе, ул таушлаған, ул йолҡҡосланған. Әммә ул бәхетле тиерлек, ул тормошҡа риза. Риза тиерлек.
Бер мәл Эдуардты ен, дөрөҫөрәге, фәрештә алыштырғандай булды. Эсеүен бөтөнләй ташламаһа ла, кәметә төштө. Алыҫтан балҡып торған торған һары күлдәк менән теткеләнә башлаған ҡыҙыл галстук шешәләш дуҫтарына бүләк ителде. Урынына яңылары һатып алынды. Ир күҙ алдында үҙгәрә башланы. Туҡ бесәй һымаҡ мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып йөрөй башланы. Алғы ике тешен ҡуйҙырҙы. Һүгенеүҙәр кәмей төштө. Хәҙер был ысынлап та зауыҡ менән кейенә: өҫтөндә зәңгәр салбар-пинжәк, аҡ күлдәк, күкһел галстук. Телмәренә “ғәфү итегеҙ, рәхим итегеҙ, зинһар” тигән кеүек сәйер һүҙҙәр килеп инде. Шик юҡ, минең дуҫҡа ниндәйҙер бик ҡөҙрәтле әҙәм, юҡ, ниндәйҙер илаһи көс йоғонто яһай башлағайны. Дөрөҫ, тиҙҙән теге яңы-яңы бөрөлөнә башлаған матур һүҙҙәр ҡулланыштан төшөп ҡалды, күрәһең, эшендә егеттән көлгәндерҙер.
-Һин уҡыған кеше, әйт әле, регистратурала ултырған ҡыҙға медсестра тип өндәшергә яраймы? – Бер мәл минән бик төпсөнөп һорашты. Баҡһаң, эсе ауыртып поликлиникаға барғанда, бер ҡатынға күҙе төшкән, имеш.
-Ул ултыра, мин торам. Ул миңә бер ҡараны и все! Мин, блин, һоп! Һоп! Ғашиҡ булдым да ҡуйҙым! Блин! – эсенә һыймаған мөхәббәт хистәрен Эдик шулай хәленән килгәнсе аңлатты. Йөҙө еҙ батмустай ялтырап, нур сәсеп балҡып тора. Исеме ул ҡатындың Эльвина. Эйе-эйе, тегеһенеке Эльвира, быныһыныҡы – Эльвина! Улай ҙа тап килә икән. Тик Эльвина янында Эльвира, ней, нисек әйтергә... Бер һүҙ менән аңлатҡанда, ер менән һауа араһы.

-Ә ул ҡыҙ, ул ҡатын, нимә тине?
-Нимә тиһен, әйтмәне. Мин бит уны ситтән генә ҡарап торҙом. Ул...беләһеңме ниндәй?
-Фигура – во! Күҙ йәшел?
Мин шаяртырға булдым. Дуҫым үпкәләне.
-Юҡ, ул Эльвираға оҡшамаған. Ул һәйбәт.
-Бәлки иптәше барҙыр? Ире?
-Юҡ! Айырылған! Разведенка!
Мине ике айға Мәскәүгә уҡырға киттем, ул заманда Дәүләт телевидениеһы менән радиоһының иң ҡеүәтле сағы, үҙ хеҙмәткәрҙәрен даими рәүештә төрлө курстарға ебәреп торалар ине. Шул арала минең дуҫ һөйгәне менән яҡындан танышҡан. Ул ғына ла түгел, бер көн эштән көтөп алып (Эльвина тағы ла ҡайҙалыр иҙән йыуа икән), фатирына оҙата барған. Сәй эскәндәр. Балаһы бар имеш, ун бер йәшлек. Уныһы шәп түгел инде, блин. Ну, ярай... Әммә ҡатын үҙе шәп! Оҙаҡ ултырып ташлаған ҡунаҡ ятаҡҡа ҡайта алмайынса, ҡышҡы һыуыҡта ике сәғәттән ашыу транспорт көтөп торған. Байтаҡ ваҡыт сирләп йөрөнө.
Бер мәл театрға билет алып ҡайтты. Ҡат-ҡат гәзиткә төрөп, өшөмәһен өсөн, сәскәләр тотоп китте. Ҡояштай балҡып ҡайтып инде. Хәҙер ул Эльвина менән һаташа, көнө-төнө уны һөйләй. Мөхәббәт килде минең дуҫҡа, мөхәббәт! Шашыныу-талпыныуҙары шул дәрәжәгә етте-ки, хатта һөйгәненә арнап минән шиғыр яҙҙырып маташты. Бик ныҡышҡас, Рәми Ғарипов менән Рәшит Назаровты ҡатыштырып нимәлер әтмәлләп бирҙем.
Ләкин элекке “ҡыҙы” Эльвира ла йоҡлап ятмай ине. Ул ғишыҡ фронтынан сығып ҡасҡан “дезертирҙы” юллап бер нисә мәртәбә ятаҡҡа килеп әйләнде. Был таш йорт үҙ тарихында күрмәгән хәтәр янъял ойошторҙо. Тәүге килгәнендә минең дуҫ саҡ ҡасып ҡотолдо. Вахтер әбей алдан иҫкәртелгәйне: теге әрһеҙ ҡатын күренеү менән һаңғырау кешеләй ҡысҡырып һөйләшә башлай:
-Юҡ-юҡ! Эдик юҡ! Эдик ҡайҙа булһын? Эдик эсеп йөрөй, бер аҙна инде күренгәне юҡ!
Беҙҙең бүлмә вахтаға яҡын, эргәлә генә, был тауышты иштеүе менән тревога ҡуба. Тиҙ генә ишекте бикләп ҡуябыҙ. Унан Эдик карауат аҫтына боҫа, мин разведкаға китәм. Ханым көтөп ултыра-ултыра ла, әрләй-әрләй ҡайтып китә. Эдиктың “фигура во!” тигән элекке ”ҡыҙы” йыуан кәүҙәле, нәҙек иренле, боламыҡ күҙле бисә булып сыҡты. Записка ҡалдырып китте. Ауырлы икән, шул хаҡта яҙған.
Эдик ҡара ҡайғыға ҡалды, тегене йәлләп фатирына ингеләп сыҡты. Әммә үҙенең икенсе ҡатынды яратыуын тәки әйтмәгән:
-Йә бер нәмә эшләп ҡуйыр үҙе менән...Беләһеңме, ул ниндәй ҡыҙыу!
Нимә булғандыр, нисек килешкәндәрҙен, әммә Эльвира беҙҙең ятаҡҡа башҡаса килмәне, ә минең күрше хәҙер Эльвинаны әйттереү тураһында хыяллана башланы. Етеп килгән Яңы йылды бергә ҡаршыларға, аҙаҡ никах уҡытырға ниәт иттеләр. Ҡатыны менән рәсми рәүештә айырылды. Эльвина Яңы йыл алдынан килеп икебеҙҙе лә ҡотлап китте. Артыҡ сибәр булмаһа ла, бик һөйкөмлө, йылы ҡарашлы 30-35 йәштәрҙәге ҡатын ине. Беҙҙе үҙе бешергән бәлеш менән һыйланы. Тик был икәүҙең бәхете оҙаҡҡа һуҙылманы. Эльвина бер мәл осрашыуҙан ситләшә башланы. Иртәле-кисле вахтанан китешмәй, ҡат-ҡат шылтыратып ҡараһа ла, Эльвина трубканы алманы.
-Блин! Блин! Блин!
Меҫкен “Мәжнүн” йоҙроғо менән туҡтауһыҙ башын төйҙө, барыһына ла ул үҙен ғәйепләй ине, күҙгә күренеп һулый башланы. Ҡыҙмаса саҡтары күбәйҙе. Ҡыҫҡаһы элекке, һәммәбеҙгә лә таныш фиғеленә әйләнеп ҡайтты. Уксус һауытына йәнә араҡы инеп ятты. Минең өгөтләүҙәр менән ихлас ризалаша, эйе, ти ул, эсергә ярамай. Эсергә түгел, ә көрәшергә тейеш ул. Үҙ бәхете өсөн. Эйе, ул барыһын да аңлап тора. Ләкин ғамәлдә “йәшел йылан”ды бер ҙә нишләтә алмай ине.
Аҙаҡ ҡына һөйләне. Баҡһаң, Эльвира, үәт бәдбәхет, һөйгәненең эшенә барған. Нимә һөйләшкәндәрҙер инде, уныһы ҡараңғы, әммә осрашыуҙар туҡтаны. Бының тарихы бик ябай. Бер тапҡыр эсеп килгән ирҙе Эльвина ҡыуып сығарған. Оло янъял ҡупҡан, бик ғауғалашып айырылышҡандар. Минең дуҫ шул осраҡтан һуң үтә намыҫланды, шылтыратмай башланы. Был хәлде бик ауыр ҡабул итте, шуға ла артыҡ һорауҙар биреп интектермәнем, күңел яраһының бөтәшеүен көттөм. Телдәр кешене күҙ алдында йомоҡайға әйләнеүе сәйер, ят күренеш ине.
Яңы йыл байрамдары үтте. Ғинуар урталарында Эдуардты мин үҙем эшләгән телеүҙәккә алып барҙым. Йәнәһе, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар күп – дикторҙар, хәбәрселәр, режиссерҙар, гримерҙар. Берәйһе менән таныштырыу ниәтендә. Тыҡ-тыҡ баҫып йөрөгән ҡупшы сибәркәйҙәрҙе байтаҡ ҡарап торғандан һуң минең дуҫ тышҡа сығырға ишараланы. Тупһа алдында тәмәке тоҡандырҙы, уйланып торҙо-торҙо ла тураһын әйтте:
-Ҡайттыҡ, бында бер матур ҡатын да юҡ!
Ул һаман да үҙенең һуңлап килгән мөхәббәтен онота алмай ине.
Шунан мин йәшәргә районға ҡайтып киттем. Йәнә 20 йыл самаһы үткәс, теге ятаҡханаға инеп сыҡтым. Элеккеләрҙән мине белгән ике-өс егет кенә тороп ҡалған. Яңы йөҙҙәр, яңы ғәҙәттәр, яңы еҫтәр. Ҡунаҡсыл фанер ишектәр тимергә алыштырылған.
Ҡарт буйҙаҡ Фәнид ҡарайып бөткән тимер сәйнүкте плитәгә ултыртты, тәмәке тоҡандырҙы. Еңелсә һуҡмыш ине:
-Эдикмы? Ул һин ҡайтып киткәндән һуң, йәйгә табан, күсеп китте...
-Ҡайҙа күсеп китте?
-Икенсе эшкә. Ул бит өйләнде.
-Кемгә?
- Тәк...Хәҙер әйтәм. Эльвираға...
Артабан был темаға һөйләшмәнек. Ауыр ине был турала ишетеү. Тимәк, мөхәббәтен һаҡлай алмаған. Йәл... Шулай ҙа ҡарт буйҙаҡтың бүлмәһенән сығып барғанда һорай ҡалдым:
-Дашаға тиһең, теге йыуан ҡатынғамы, бында килеп йөрөй торғайны?
-Юҡ, ул йыуан түгел. Акушермы, врачмы шунда. Һин күрҙең уны!
-Тимәк, Эльвинаға!
-Шуға! Эльвина шул исеме.Улар зашибись әйбәт йәшәй. Чесноковкала өй алғандар. Былтыр заправкала күргәйнем, малайҙары бар ине.
Бына шулай тамамланды ысын тормоштағы ысын ваҡиға. Тимәк, мөхәббәт үҙ ваҡытын белә, бер ҡасан да һуңламай, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан үҙ юлын таба. Әгәр ул мөхәббәт булһа. Башҡаса өҫтәрлек һүҙ юҡ, тамам.
Автор:
Читайте нас в