

ҺУҢ ТҮГЕЛ!
Әҙип
Әҙип таң менән гаражды асты ла, ас кеше табынға йотлоғоп ҡарағандай, ашығып-ашығып, машинаһын урап сыҡты. Иҫән, төп-төҙөк. Шулай булырын белһә лә, күңел бит, әллә ҡайҙарға йүгерә: гаражға төшмәгәндәрме, үсләшеп тәгәрмәсен тишмәгәндәрме... Яңы ла, бик ҡиммәтле лә булғас, бигерәк ҡәҙерле шул. Гараждағы һыңар лампочканың һүрән яҡтыһы ла йәшерә алмай: тәҙрәләре, номерҙары көҙгө кеүек ялтырап тора. Уларҙы йомшаҡ сепрәк менән һөрткән, таҙартҡан булды. Башын ҡырын һалып, бер ни тиклем ваҡыт машинаһына һоҡланып ҡарап торҙо. Йылҡылдап торған ҡап-ҡара өр-яңы “Форд” яҡшы нәҫел айғырмы ни! Яратып, уның ишеген һыпырҙы. Ир ҡанаты ат, тигәндәр боронғолар, ә бөгөн беҙҙең ҡанат – машина, тип уйлап ҡуйҙы.
Ул бәләкәй саҡта атаһының аты бар ине. Үҙенеке түгел инде – колхоздыҡы. Тик атаһы бригадир булғас, ул ат йыл әйләнәһенә уларҙың аҙбарында аҫрала ине. Исеме – “Ҡашҡа”. Әҙип Ҡашҡаны ҡарап, һуғарып, атланып йөрөп үҫте. Иҫендә, алтынсыла уҡығанда колхоз һабантуйында ул шул Ҡашҡа менән иң алдан килгән ине!
Инде ауылда һыңар ат та ҡалманы, ат аҙбарын һүттеләр, малҡайҙарҙың ҡайһыһын ҡайҙа оҙаттылар. Аттар ғына түгел, ауылдың ер емертеп эшләй торған уңған ир-аттары ла 90-сы йылдарҙа себен урынына ҡырылды. Ҡайһыһы ауырып, эштән сығып йығылды, ҡайһыһының башына ялған араҡы етте. Улар менән ауылдың йәме бөттө, салғы сыңдары тынды, көтөүҙәр сыҡмай башланы, фермаларҙы һүтеп, райондың көслөрәк колхоздарын ташынылар. Уның атаһы Ғаяз да шул шауҡымлы йылдарҙа яҙғы сәсеү ваҡытында кинәт вафат булды. Әлеге лә баяғы колхоз эше тип янып, сабып йөрөгән еренән. Бер йәш механизатор, яңылышыпмы, эскән баштанмы, бойҙай баҫыуы уртаһына килеп, әллә нисә буй көнбағыш сәскән. Шуға йөрәге ҡубып ҡайтып инде, һорап алып бер сүмес һалҡын ҡоҙоҡ һыуы эсте һәм күкрәген тотоп аяҡтан йығылды.
Әҙип йәнә машинаһын әйләнеп сыҡты. Тәгәрмәстәргә күҙ һалды. Өр-яңы тәгәрмәстәр, юлға сығырға ашҡынып, ажғырып торалар һымаҡ. Их, матурҡай, йылғырҡай! Дөрөҫ, кредитҡа алырға тура килде үҙен. Биш йыл буйы түләйһе бар, проценттары менән арттырып. Уның ҡарауы, бөгөн үк ултыр ҙа йөрө.
Ҡар яуа, ел, һепертмә буран сыҡмаҡсы. Гөлсәсәк ҡыҫтай торғас, быйыл эргәләренә киоск ҡуйып, магазин асҡандар ине улар. Ауыл ҙур, тауар үтә, оло юл буйы булғас, үткән-һүткән юлаусылар ҙа туҡталып уҙа. Аҙнаға ике-өс тапҡыр Өфөгә тауарға бара Әҙип. Иртән үк барып тормаһаң, теләгән тауарың бөтөп, һайландығы ғына ҡалырға мөмкин. Тырышмай булмай. Сауҙа эшен яратмайым, тип иркәләнеп тора алмайһың. Аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәй тиҙәрме әле? Шыңғырҙап торған ҡарағай бүрәнәләрҙән һалып сыҡҡан әкиәт йортолай матур бейек йорт та күҙгә күренмәй, үҙе балта оҫтаһы булып тапҡан аҡсалар ҙа сығып ҡына оса, ҡатыны тырышып үҫтергән ҡаҙҙарҙың ите, йөнө аҡсаға әйләнеп һыуҙай аға – барыбер етмәй. Йән тиреңде түгеп, күпме генә тырышма, хәләл көс менән бик әллә ҡайҙа алға китеп булмай икән шул. Ә магазиндан, аҡмаһа ла тама.
Элек былай уҡ тынғыһыҙ түгел ине улар. Ә хәҙер, донъя көтәбеҙ, етмәгәнде еткерәбеҙ, типме, ашығыуҙан бушамайҙар. Туғандар, күршеләр менән табындарға йыйылышуҙар ҙа бөттө. Улар менән тормоштоң да йәме китте һымаҡ. Тормош йәме кешегә түгел, әйберҙәргә күсте, тип уйлай Әҙип. Берәй яңы әйбер алһаң, рәхәт булып китә. Тик был бәхет, был рәхәтлек оҙаҡҡа бармай, тағы башҡа әйберҙәр кәрәк була башлай... Ана, залдағы диван иҫкергән, яңыһын алаһы бар, машина кредитын тиҙерәк түләп бөтөрөргә ине, магазинды ҙурайтҡанда шәп буласаҡ, балаларҙы алда БДИ көтә – район үҙәгенә репетиторға йөрөтә башларға кәрәк...
Ҡайҙа унда туған-тыумаса, ҡайҙа инде күрше-күлән! Улар түгел, бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға ваҡыттары юҡ. Етмәһә, һуңғы арала татыулыҡтары юғалып тора. Ир тигәнеңә ризыҡты ла үҙенә йылытып ашарға ҡалды. Ә ҡатын тигән кешегә һүҙ ҙә өндәшеп булмай – гөлт итеп ҡабынып китергә, иларға, әрләшергә генә тора.
Ҡасан башланды һуң был яйһыҙлыҡтар? Бик матур итеп, ауылда бер итеп туй яһап, өйләнешкәндәр ине бит. Тәүҙә Әҙиптәрҙә, төп йортта йәшәнеләр. Ул йылдарҙа Гөлсәсәк телһеҙ-тешһеҙ, уңған килен ине. Үҙе сибәр. Оҙонса ла, түңәрәк тә түгел килешле йөҙ, бит, танау остарында һөйкөмлө булып – һипкелдәр, йәшкелт-һоро күҙҙәрендә шаян осҡондар бейешә. Бал ҡортоноҡолай неп-нескә бил. Ҡупшы кейенә. Кәүҙәгә ни тиклем бәләкәй булһа, шул тиклем тынғыһыҙ: бер минут та эшһеҙ ултыра белмәй. Атлап түгел, йүгереп, юҡ, осоп тигәндәй йөрөй. Ана шул ашығыуы сәбәп булдымы, көтөлмәгән бәләгә тарыны ул.
Өс йыл элек, көҙгөһөн, әбейҙәр сыуағында булды был аяныс хәл. Ҡатын ул көндө түбән осҡа, әсәйҙәренә хәл белергә киткән ине. Балаларҙы эйәртмәне, улар өйҙә ҡалды. Әҙип ул көндө, ҡышҡа ингәнсе тип, ҡапҡа бағаналарын төҙәтеп булашты. Бер тимер бағана ҡыйшайғаныраҡ кеүек ине. Уны һурып алып, соҡорон тәрәнәйтеп, яңынан цементлап иҙмәгә ултыртмаҡсы булды. Кискә эшен тамамларға йыйынһа ла, көҙгө көн алдата, ҡараңғы тиҙ төштө – бағананы ултыртыу иртәгегә ҡалды.
Урам бағаналарында ут үткән ҡыштан уҡ һүнек – айһыҙ-йондоҙһоҙ, дөм-ҡараңғы көҙгө төн. Әсәйҙәренән ҡайтып килгән Гөлсәсәк шул соҡорға йығылып төшкән. Соҡор өҫтөнә ҡапланған таҡталар, ҡалайҙар ни эшләптер ике яҡҡа ҡайырылған булған. Ҡатынының күгәргән-бәрелгән урындары тиҙ төҙәлде, тик был хәлде ул бик ауыр кисерҙе, йөрәге ҡубып, ҡото алынып ҡалды. Холҡо ла шунан һуң үҙгәрҙе, буғай. “Минең әсәйҙәргә барыуҙы өнәмәйенсә, мин ҡайтыуға махсус ҡаҙып ҡуйғанһыңдыр”, тип, туҙға яҙмаған шиктәр уйлап сығарҙы. Үпкәсел, ғәрселгә әүерелде. Соҡор сәбәп кенә булғандыр, тип уйлай Әҙип. Аралағы татыулыҡ айҙар-йылдар буйына һиҙҙермәй генә кителә барған инде ул...
***
Ҡатынының ата-әсәһе менән дә аралар боҙолдо һуңғы арала. Бигерәк тә ҡайныһы менән икеһе араһынан ҡара бесәй уҙҙы.
Ҡайныларында картуф ултыртҡан көн ине. Унда эш булһа, электән үк шулай ҡуйылған: Әҙип, Гөлсәсәк, балалар, береһе лә ҡалмай, үҙҙәренә эшләгәндәй тырышалар, ярҙамлашалар. Был ихатала һәр ҡаҙаҡ, һәр бүрәнә таныш уға. Егерме йыл эсендә һәр ҡайһыһына кейәүҙең ҡулы теймәй ҡалмағандыр. Ҡәйнә менән ҡайныһын да – үҙ итеп, яҡын итеп һөйләшә. Тик уның бер ғәҙәте бар, яҡын кешеһенә уйлағанын әйтмәй ҡала алмай. Эшләгән кешенең тире сыға, тире менән әсе теле сыға, тигәндәй, теле әсе. Сит кешегә әйтергә ҡыймай. Ә үҙенекеләренә уның төртмә һүҙҙәре эләгеп кенә тора.
Бына ул көндө лә, ҡайныһы үҙенең гаражынан иҫке, тутығып бөткән "Муравей" мотоциклын алып сығып ҡабыҙырға тотондо. Ул арала Шамил менән Дилара, шаярышып, “Муравей”ҙың арбаһына һикереп менеп, бер төшөп уйнай башланылар. Дилараһы ярай инде, оло Шамилға ни ҡалған?!
– Төшөгөҙ, шилмалар! – тип, уларға екерҙе ҡайныһы. – Арбаны ватаһығыҙ! – Асыуланып, ҡулындағы соляркалы иҫке сепрәк менән киҙәнде.
Әллә уның балаларға екергәненә йәне көйөп китте, әллә телен тыя алманы, кейәү кеше шул саҡ:
– Әллә ҡабынмай? Эй, ҡайным, ҡайным, ҡартайған көнөңдә шул иҫке “Муравей”ға ҡарап ҡалдыңмы инде! – тине.
Улар икәүләп теге аҙнала ғына Әҙип ҡулдан алған иҫкерәк “МАЗ” машинаһын “йыуған” инеләр. Шунда ҡайныһы кейәүҙән көлөп бер булды. Йәнәһе, ауылды сығып етә алһа, ярай, был ҡалтырса беренсе түңгәктә үк шалтырлап тараласаҡ! Ҡайны кеше көлә-көлә өҫтәгән ине: “МАЗ”лы булдың, кейәү, тик “КА”һын ҡайҙан табырһың икән инде?” – тигән ине. “КамАЗ” алам тип йөрөп, “МАЗ” алғанға төрттөрөүе ине инде.
Шул шаяртыуҙарҙы дауам итеүе ине Әҙиптең. Тик һүҙҙе мәҙәккә борор тип көткән ҡайныһының йөҙөн гүйә ҡара болот япты – бите ҡап-ҡара булды, ҡаштары емерелде. Бер һүҙ ҙә әйтмәне, мотоциклдан төштө лә йәһәт кенә, эре-эре атлап, өйгә инеп китте.
Ҡарағат ҡыуаҡтары ситендәге йомшаҡ түтәлде тырматып, сәскәләр ултыртып булашҡан Гөлсәсәк:
– Әҙип, һин нимә? Ғәфү үтен атайҙан! Әйҙә! Өйгә инәйек, хәҙер үк ғәфү үтен! – тип, килеп, иренең еңенән тартып, өйгә әйҙәне. Тик Әҙиптең тиҫкәреһе килгән инеме – баҫҡан урынында һәйкәл һымаҡ ҡатып ҡалды. Нимә әйтте ул саҡлы ғәфү үтенерлек! Шаяртты ғына бит! Үҙ итеп кенә!
Ҡатыны, йәшкә төйөлөп, өйгә табан йүгерҙе. Балалар ғына, бер ни ҙә булмағандай, өлкәндәргә иғтибар итмәй, иҫке ҡыҙыл “Муравей” тирәһендә мәж килде.
***
Машина йылына торған арала Әҙип өй ишеген бикләп килде, өйҙәгеләр әле барыһы ла йоҡлай. Әйҙә, йоҡлаһындар, улар уяна башлауға ул урап та ҡайтыр – Өфөгә утыҙ ғына саҡырым бит уларҙың ауылынан.
Урамдан барғанда, ғәҙәтенсә, ике яҡҡа ла күҙ һалып үтте. Уң яҡта яҡты тәҙрәләрен балҡытып әсәһенең йорто ҡалды – әсәһе иртә торорға ғәҙәтләнгән, мал ҡарарға сыҡҡандыр. Ауыл осонда, һул яҡтағы кесерәк йортта ҡайныһы менән ҡәйнәһе йәшәй, уттары янмай ине әле, улар, һуңыраҡ тороп, төн уртаһында ғына ятырға ғәҙәтләнгәндәр.
Ауылды үтеп, яланға сыҡҡанғамы, ел көсәйгәндәй булды. Прицеплы “КамАЗ” артына баҫты ла шуның артынан бына ун-ун биш минутлап килә әкрен генә. Уҙып китеүҙән файҙа юҡ, буранлап торғас, алтмыш менән генә барырға тура килә. Юл да үргә күтәрелә. Бардачоктағы фотоға күҙ ташлап алды. Бынан ун йыл элек, әле цифрлы фотоаппараттар һирәк, ә фотоға төшөрә белеүсе телефондар сыҡмаған ваҡытта, Гөлсәсәк бала табыу йортонан сыҡҡан көндө төшөрөлгән фото ине ул. Әҙип менән Шамил бер ҡосаҡ сәскә, табиптарға, шәфҡәт туташтарына күстәнәстәр алып барғандар ине. Шунда иҫке "Зенит"ына кемдәндер төшөрттөргән ине. Ул фотоһүрәтте Шамил хеҙмәт дәресендә һырлап-биҙәкләп яһаған матур ағас рамға ултыртты. Фотоға күҙ һалыу менән күңел ҡанатланып киткәндәй, ғауғаһыҙ, бәхетле, татыу көндәрҙең шаһиты ул был фото.
"Шәреҡ" радиоһын ҡабыҙып ебәрҙе, "Форд"тың стереосистемаһы яҡшы, сифатлы – өр-яңы йырҙарҙы, балдай яғымлы тауышлы алып барыусыларҙы тыңлап рәхәтлән генә.
Шулай бер яй ғына китеп барғанда, алдында кинәт ҙур көрән тап пәйҙә булды. Яҡты донъяны ҡаплап алған был ҙур тап көрән “Киа" машинаһы ине. Әҙип автомат рәүештә тормозға басты. Теге машина дөп итеп һул яҡ ҡанатҡа килеп бәрелде. Сыңғырлап тимер иҙелде, селтерәп тәҙрәләр ҡойолдо, "Форд", ҡырт боролоп, барған еренән туҡтап ҡалды. Әҙип алғы панелгә башы менән бәрелде, уң аяғын әрнеүле ауыртыу һыҙырып үтте.
Ни булды был? Әкрен генә, тыныс ҡына “КамАЗ” артынан китеп бара ине бит! Һул ишек йәнселеп, иҙелгән – асылманы. Үрелеп, уң яҡ ишекте асып, сыҡмаҡсы булды. Тик уң ҡулы күтәрелмәй. Уның ауыртыуы ла һиҙелмәй. Һулы менән уң ҡулды күтәрмәксе булған ине, елкәнән аҫҡа табан, электр тогы һуҡҡандай, ауыртыу телеп үтте. Ауыртыу баҫыла төшкәс, Әҙип йәнәшәләге ултырғыста ятҡан телефонын алды, контакттарҙы аса алманы, бармаҡтары ҡалтырай, йәшел төймәгә баҫты. Кистән иң һуңғы һөйләшкән кеше Әминә апаһы булған икән, уның "Алло" тигәнен ишетеү менән:
– Апай, машина емерек! Авария! Мин “КамАЗ” артынан ғына барҙым бит! – ти әйтә алды, ауыртыуҙан ыңғырашып.
Күҙ алдындағы көрән тап ҙурайғандан-ҙурайҙы һәм уны гүйә ниндәйҙер тәрән ҡара упҡын быуар йылан һымаҡ үҙ ҡосағына һурып алды.
Апай
– Апай, машина емерек! Авария! Мин “КамАЗ” артынан ғына барҙым бит!
Иртән тороп сәй эсергә йыйынып йөрөгән Әминә, ҡустыһының телефондан әйткән был һүҙҙәрен ишетеп, эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
Ҡат-ҡат шылтыратты, телефон менән бергә өҙөлөп-өҙөлөп саҡырҙы, ялынды, тик ҡустыһы телефонды башҡаса алманы. Их, авария урынына барырға кәрәк! Тик ҡайҙа? Кемгә шылтыратырға?
Килендәренең, Гөлсәсәктең номерын йыйҙы. Уныһы һуңғы арала үпкәләберәк тора ине, алырмы? Алды. Йоҡоло тауышы ҡәнәғәтһеҙ ине:
– Таң тишегенән, ни булды?
– Гөлсәсәк, Әҙип шылтыратты. Ул аварияға эләккән!
– Булдырған икән!
– Ҡайҙа киткән ине һуң ул? Тауарғамы ни?
– Әйттем мин уға, көндөҙ барырбыҙ, минең дә бараһы бар, тинем...
– Әҙип ҡайҙа китте тип һорайым, Гөлсәсәк! Авария урынына хәҙер үк барырға кәрәк. Бәлки, уға ярҙам кәрәктер!
– Туҡта, ә ниңә ул һиңә шылтырата, ә ниңә миңә түгел?
– Гөлсәсәк, зинһар, тауарға киткән инеме ул?
– Ну, эйе, шунда барырға тейеш ине... Ул бит минән һорап тормай. Үҙе белә лә үҙе эшләй.
Әминә киленен башҡаса тыңлап торманы. Ирен уятып, күңелһеҙ хәбәрҙе еткерҙе лә, ауыл яғына ашыҡтылар. Ҡыҙҙары улар менән барырға теләгән ине лә, уны эйәртмәнеләр, ул институтына лекцияға китте.
Аралашырға, һөйләшергә яратҡан Әминә үҙе көйгәләгерәк булһа ла, ире Ғәзиз – уның ҡапма-ҡаршыһы. Бер һүҙ әйткәнсе ете ҡат уйлай торған заттан. Юл буйы тиерлек ҡатын ах-ух килеп һөйләнеп барҙы. Оҙон ҡалын кәүҙәле, күҙлекле ире иһә ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтырырға өлгөрә ине.
– Инде иҫән була ғына күрһен! Инде, Аллам, башҡайы иҫән-һау ҡотолһон был бәләләрҙән! Барып күрмәйенсә әсәйгә шылтыратмай торам инде, телефондан әйтһәм, йөрәге ярылыр! Беҙ беҙ инде, ә ҡустым уның төпсөгө, иң яратҡан балаһы бит. Был Әҙипте әйтәм, таң ҡараңғыһы менән сығып китмәһә инде. Атайға оҡшап, бигерәк ҡауҙырый! Ул бит әле, машина емерелде, ти, үҙен һөйләмәй! Етмәһә, көнө буранлы, өшөп, һыҙланып, юл буйында ятамы икән, машинаһынан сыға алмай ҡыҫылып ҡалдымы икән?
– Оло юл бит, әсәһе, – тине ире. – Полиция, “Ашығыс ярҙам” килгәндер.
– Тиҙерәк барып етергә кәрәк! Бәлки, өлгөрөрбөҙ, берәр нисек ярҙам итә алырбыҙ!
– Һин минең ярты йыл элек кенә машина менән әйләнеп, юл ситенә осҡанды оноттоңмо? – тине Ғәзиз, ҡашын йыйырып. – Ундай саҡта бер кем дә ярҙам итә алмай ул. Бер нәмәне лә үҙгәртә алмайһың. Булаһы була ла ҡуя. Хоҙай ярҙамынан ташламаһын, тиген!
– Эйе шул! – тип, ауыҙы менән усын ҡапланы Әминә. – Ул саҡта һине, үҙең әйтмешләй, фәрештәләрең һаҡлағандыр инде, маңлайың ғына күгәргән ине бит! Был ни хәл был! Һуңғы арала гел кирегә лә кирегә! Бер проблеманан ҡотолмайһың, яңыһы ҡалҡып сыға.
– Тик кенә өйҙә ятһаң, бер проблема ла булмаҫ ине, – тине ире. – Беҙ үҙебеҙ бит, ҡойроҡ аҫтына нашатыр һипкәндәй, сабабыҙ ҙа сабабыҙ.
– Уныһы шулай инде, – тип ризалашты хәләл ефете. – Егерме йыл эсендә күсенеүҙәр генә лә дүрт тапҡыр булды, ике йорт һалдыҡ, нисә эш урыны алыштырҙыҡ! Ҡустым да – беҙҙең һыңар. Улар беҙгә ҡарағанда ла тынғыһыҙыраҡ йәшәй. Ауылда тормош көтөүе ауырыраҡ шул, мәшәҡәтлерәк!
– Ҡалала ла еңел тимәҫ инем, – тип ҡуйҙы ире уйсан ғына.
***
Әминә тынып ҡалды. Әле Ғәзиз белмәгән нәмәләр ҙә күп. Ире менән ни тиклем яҡшы йәшәмәһендәр, уға һөйләргә ярамаған серҙәр ҙә бар. Ғәзиз “ауыр” тип зарлана, ә уның урынында булып ҡараһа, ул бынан биш йыл элек кисергәндәрҙе кисерһә, ни тиер ине икән?
Ҡатын, һулға боролобораҡ, иренә күҙ ташланы. Йәнгә яҡын йөҙ, ғәзиз һын... Исеме лә есеменә тура килеп тора. Студент йылдарынан уҡ ғаилә ҡорҙолар. Шул йылдарҙан башлап мөхәббәт йондоҙҙары йылдан-йыл яҡтыраҡ яна кеүек.
Иренән дә нығыраҡ уға үҙенең әсәһе, туғандары ғына ҡәҙерлерәктер, моғайын! Аранан Әҙип бигерәк яҡын. Уның кеүек кеше донъяла юҡ. Уларҙың ғаиләһендә был – бәләкәйҙән билдәле аксиома. Ҡустыһы кеүек һөйкөмлө, уның кеүек игелекле, йор һүҙле, туған йәнле башҡа берәү ҙә юҡ!
Эйе, биш йыл үтте. Тик иренә һаман бер нәмә лә һөйләмәне. Ҡан баҫымым юғары, тип зарланды. Ваҡыт-ваҡыт дауаханаға барып ятыуҙарын “профилактика өсөн” тип аңлатты. Ни тиклем көслө ауырығанын һөйләмәҫ тә инде, моғайын. Үҙе менән алып китер был серҙе.
Белһә, Ғәзизде юғалтырмын тип ҡурҡты ҡатын. Ауырыу ҡатын кемгә кәрәк? Сәләмәт, сәскә кеүек ҡатындарҙы ла ташлап китәләр! Көтөп ҡунағың килмәһә, ауырып, ҡатының үлмәһә, тигән мәҡәл дә сығарған бит ана беҙҙең халыҡ...
Бик ҡаты ауырып киткән ине шул ул саҡта. Хәле ҡыл өҫтөндә ҡалған ине. Сирҙең тамыр йәйгәнен һиҙмәй ҡалған. Көндәрҙән бер көндө дәрес уртаһында приступ тотто. Ун беренселәрҙә имтихан бара ине. Киҫкен көслө ауыртыуҙан аңын юйып, таҡта янында стена буйлап, киҫкән ағастай, ишелгән дә төшкән. Был хәлдең йүнлегә түгел икәнлеген белә ине, педагогия институтына ингәнсе бер йыл медучилищела уҡыған ине ул. Ә шулай ҙа... өмөт бит. Йәш табибәнең, яман шеш булмауына һөйөнөгөҙ, тигәнен гүйә томан аша ғына ишетте. Етди операция яһатырға кәрәк ине. Ауырыуының етди икәнен эшендә лә белдермәне. Шыш-быш китеүенән, йәлләүҙәренән ҡурҡты. Гел көлөп, шаярып йөрөгән, бөтә эште бик етеҙ, бик еңел генә башҡара торған тарих һәм йәмғиәт фәне укытыусыһы Әминә Ғаязовна булып ҡалаһы килде.
Сираттағы больничныйҙы алып, республиканың үҙәк дауаханаһына китте. Уға тейешле операцияны иң алдынғы ысул менән Мәскәүҙә генә яһай алалар икән. Өфөлә яһатҡанда, бысаҡ аҫтына өс тапҡыр ятырға кәрәк буласаҡ. Мәскәүгә юлламаны тик бер кеше генә бирә ала икән. Был кеше кабинетына бер сәғәткә һуңға ҡалып килде. Ишек төбөндә ике ҡатын, бер ирекәй көттөләр. Өсөһөнөң дә ғаиләләре, балалары бар. Өсөһөнөң дә йәшәгеһе килә. Табип килде. Практикант ҡыҙҙар менән шаярыша-шаярыша бүлмәһенә инде. Әминә ингәс, иғтибарһыҙ ғына, исем өсөн генә уның ауырыу тарихын аҡтарғылаған булды.
Һәм юллама биреүҙән баш тартты.
– Аңлағыҙ, минең дауаланып, әле оҙаҡ йылдар эшләгем килә! – тип ялбарҙы Әминә, һалҡын күҙҙәргә ҡарап.
Һалҡын күҙле табип иһә:
– Беҙҙең коллегалар ҙа мәскәүҙекеләрҙән кәм түгел! – тине һәм, һүҙ бөттө тигәндәй, халатын сисә башланы.
Ҡатын арып-талып фатирына ҡайтып инде. Ире эштә, ҡыҙы әле уҡыуҙан ҡайтмаған. Хәле юҡ, башы әйләнә. Ҡан баҫымы күтәрелдеме – елкәнән, күҙҙәрҙән ауырттырып, уҡшыта. Сумкаһынан дарыу алып эсте лә душҡа инде. Бөгөнгө бөтә ғазаплы кисерештәрҙе, өмөтләнеү, өмөт өҙөлөүҙәрҙе йыуып төшөрөргә теләгәндәй, бик оҙаҡ йылы ағым аҫтында баҫып торҙо. Унан юрған аҫтына сумды. Бәләкәй сағындағы шикелле башынан уҡ ҡапланып ятты ла тынып ҡалды.
Тыйыла алмайынса үкһей башланы. Күҙенән йәш сыҡманы, улар, илай-илай кипкән ине инде, ахыры. “Эй, Аллам, ниңә былар барыһы ла төш түгел?! – тип, әрнеп һыҡранды. – Ни эшләйем һуң, ни эшләйем? Ни хәл итәйем? Ни өсөн нәҡ миңә шундай ғазаптар? Берәрһен рәнйеттем, кемгәлер зыян эшләнемме әллә?
Ҡатын үткән йылдар-айҙарҙы, бала сағын, студент йылдарын күҙ алдынан үткәрҙе. Унан эш... Мәктәп, балалар, имтихандар, төндәр буйы дәрескә әҙерләнеүҙәр... Юҡ, бер баланы ла, коллегаларын да рәнйетергә, аяҡ салырға тырышманы кеүек. Дөрөҫ, кешенән кәм булмаҫҡа ынтылды. Үҙенә, бары тик үҙенең аҡылына, интуицияһына таянды. Намыҫ менән эшләне. Ҡала мәктәбендә лә бына тигән уҡытты, һуңғы ике йылда мәғариф бүлегендә эшләне, яҡшы эшләгәнен күреп, тарих фәненән методист итеп саҡырҙылар. Дөрөҫ, унан районға күсенергә тура килде – йәнә мәктәпкә эшкә урынлашты. Дөрөҫ, бер коллективта ла ул үҙ кеше булып китә алманы. Уға һәр ваҡыт һағайып ҡаранылар. Түрәләр үҙ креслоһы өсөн ҡурҡты, ялҡауҙар иһә бер ҡасан да уңғаныраҡ коллегаларын өнәп бөтөрмәй. Ә уның тәбиғәте шулай – берәр эшкә тотонһа, уны идеаль итеп үк булмаһа ла, идеалға яҡын итеп эшләргә тырыша. Көсмө? Көс-энергия әллә ҡайҙан килә ине. Күктәнме, Хоҙайҙанмы. Ире лә аптырап бөтә алмай ине – үҙең кәүҙәгә ҙур ҙа түгелһең, үҙең орсоҡ кеүек тип.
Тик бына хәҙер, киреһенсә, көс тигәнең, бармаҡтар араһынан аҡҡан ҡом һымаҡ, бер туҡтауһыҙ ағыла ла ағыла, тотоп тыям, туҡтатам, тимә...
Әминә, юрғанын асып ташлап, һикереп торҙо ла көҙгө янына килде. Көҙгөнән уға ябыға, һарғая төшкән, бите елһенгән, маңлайын, ирен ситтәрен ептәй нәҙек уҫал һырҙар йырғыслай башлаған ханым ҡарап тора ине. Шундай арыған, алйыған ул! Сабырлығы һынған... Тик күҙҙәре генә бирешмәгән, улар күмер кеүек янып ялтырайҙар!
Ҡарашы тәҙрә төбөндәге гөлдәргә төштө. Үҙендә улар ҡайғыһы юҡ, бүтәндәрҙең ҡулы етмәгән. Иң наҙлыһы – оҙон, киң япраҡлы, һыуҙы күп “эсә” торған ҡытай розаһы бөтөнләй һулып, шиңеп төшкән.
Мин дә шулай шиңәрменме? Өс тапҡыр бысаҡ аҫтына ятып, иҫән ҡотола алырмы? Ҡороған гөлдө һауыты-ние менән сығарып түккән кеүек, уны ла өйөнән алып сығып китеп, ҡәбергә күмерҙәрме? Әллә дауаханала өҙөлөрмө ғүмере? Был уйҙарҙан күңеле йомшарып, ике бөртөк күҙ йәше тәгәрәне. Кибеп бөтмәгәндәр икән әле...
Ул иҙәнгә сүгеп, келәмгә теҙләнде. Ҡулдары, аяҡтары, үҙҙәренән үҙҙәре атаһының әсәһе Хәмдиә ҡарсыҡ намаҙ уҡығандағылай рәүеш алдылар. Өләсәһе бик уҡымышлы ҡарсыҡ ине, ғөзөрөң булһа Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылып һора, әҙәм балаһының Аллаһҡа иң яҡын ваҡыты шул, тиер ине.
Гел өҫтә, юғарыла йөрөргә күнеккән баш түбән эйелде, гел йылмайырға ғәҙәтләнгән ирендәр ялбарып дерелдәнеләр, көләс күҙҙәр йомолоп, доғаға ойонолар...
– Аллаһым, Раббым, – тине бышылдап Әминә. – Ҡотолоу юлын күрһәтсе миңә! Минең үлгем килмәй! Минең ҡыҙымды кем ҡарар, кем туй яһар? Мин үлһәм, был сәскә кеүек донъям кемгә ҡалыр? Мин бит күпме көс түктем был донъяла. Минең белемем, минең белгәндәрем шулай тиҙ юҡҡа сығырмы ни? Мин бит әле күпме балаларҙы уҡыта алам! – Күҙенән, ни ғәжәп, шишмә кеүек, йәштәр һарҡыла башланы. Йәш ағыу менән күңеленә лә еңеллек эркелгән һымаҡ тойолдо. – Сирҙе лә, шифаны ла һин бирәһең, шифа бирһәңсе минең тәнемә! Терелһәм, һин ҡушҡан юлдарҙан ғына йөрөр инем, тыйғандарыңдан тыйылыр инем...
Шул саҡ ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Ире ҡайтҡандыр, ваҡыт һуң. Әминә тиҙ-тиҙ йәштәрен халат итәге менән ҡоротто, барып ишекте асты һәм бер ни булмағандай:
– Ҡәҙерлем, ҡайттыңмы? – тип, үрелеп, ирен яңағынан үбеп алды.
Иртәгәһенә ул томография кабинетының шәфҡәт туташына шылтыратырға уйланы. Батып барған кеше һаламға ла йәбешә бит. Бер көн, кабинетҡа килеп ингәндә, чечен ҡыҙы Зараның телефондан кемгәлер Мәскәүҙәге клиника тураһында һөйләүен ишетеп ҡалған ине. Шылтыратты, хәлен аңлатты. Буш итмәм, йәнекәйем, тип ялынды. Эйе, ҡара көнгә тип йыйған маяһы бар, терелтһендәр генә, бер ни ҙә йәл түгел. Кешелекле кеше булып сыҡты Зара, уның үтенесен бик ыңғай ҡабул итте, шунда уҡ кәрәкле телефон номерын да табып бирҙе. Кейәүгә сығып Өфөгә күскәнсе, Зара ике йыл шунда эшләп алған булған икән. Әминә ул номерға ҡурҡа-ҡурҡа ғына шылтыратты. Ҡурҡыуы юҡҡа булған: алдағы аҙнаға уҡ уны клиникаға саҡырҙылар.
Үттеләр ҡара көндәр. Операция яһатты, тейешле дауа курстарын алды. Шөкөр, эшләп йөрөй. Ҡаралып, тикшеренеп тора, хәле зарланырлыҡ түгел.
Инде бына ҡустыһы уға сараһыҙ ҡалып шылтырата! Әминә, керпектәре сыланғанын иренә һиҙҙермәҫкә тырышып, башын түбән эйҙе. Их, донъя, бер кемдең дә бураһын буш итмәйһең!
Гөлсәсәк
Йәне әрнеп, иркен өй эсендә арлы-бирле йөрөндө лә йөрөндө Гөлсәсәк. Харап иткәндер инде ире өр-яңы “Форд”ты! Уға шылтыратмайынса, апаһына шылтыратыуы ла шунандыр! Ишетер ине, юҡһа, ишетмәгәнен!
Йоҡонан уянып ҡына килгән Дилараға ла өлөш эләкте. Кистән рәсем төшөрөп булашҡан ине ҡыҙы – бумала-буяу, альбом биттәре менән зал тулған. Буяу алып еткермәле түгел!
Бер нисә тапҡыр Әҙипкә шылтыратып ҡараны. Тик ире телефонын алманы. Ярай, апаһы барып етһә, Гөлсәсәккә унда урын булмаясаҡ, эш ҡалмаясаҡ. Әйҙә, көйләһен Әминә һөйөклө ҡустыһын, тип уйланы.
Донъяны күпме бөтәйтергә тырышма, бөтәймәй икән ул... Инде теләгәнемә өлгәштем, тип уйлайһың, ә ул теҙ аҫтыңа шундай итеп килтереп һуға! Теләгәнең генә түгел, булғаныңдан да ҡолаҡ ҡағаһың! Гөлсәсәк инде нисә йыл шундай хәлдә йәшәй. Күңеленә урын тапмай. Ситтән ҡарағанда, барыһы ла яҡшы кеүек. Ә ул аңлайышһыҙ шом эсендә. Матур кейенергә ярата ине, уның да ҡыҙығы ҡалманы. Теге саҡта, ире ҡаҙыған соҡорға йығылғас уның битендә йөй ҡалды – нисек матур кейенмә, иң тәүҙә шул эҙ күҙгә ташлана... Нескә генә, ҡыҫҡа ғына – тик барыбер йәнде үртәй. Балалары үҫеп килә, яҡшы уҡыйҙар – уныһы ла һөйөнөс бирмәй.
Аптырап, йәнен әрнеткән һорауҙарға яуап эҙләп, белемсе ҡарсыҡтарға барҙы. Сәбәбен белгеһе килде. Кемдер күҙ тейгән, кемдер боҙом, тине. Кемдер, иреңдең ка́рмаһы бысранған, тип күрәҙәлек ҡылды.
Һуңғы версияға ҡатын сат йәбеште. Нисек үҙенең дә башына килмәгән! Әлбиттә, ка́рма! Әҙипкә кейәүгә сыҡмаһа, ул шул ҡәһәрле соҡорҙо ҡаҙып ҡуймаһа, был хәл булмай ине. Нәҫел ка́рмаһы! Ҡырҡ йылдан һуң да ҡырын эштең кирелеге сыға, ҡыйыны төшә ул! Гөлсәсәктең имгәнеүе лә шунандыр әле! Әҙиптең ҡартатаһы ғүмере буйы участковый булып эшләгән бит. Утыҙ йыл эсендә кемдәрҙең генә башына етмәгәндер ҙә, кемдәрҙе генә төрмәлә серетмәгәндер ул! Ә атаһы бригадир булған. Бригадир Ғаяз Ленин ордены алһын өсөн бөтә ауыл бил бөктөмө – бөктө! Бик уҫал ағай ине, Гөлсәсәктәр сөгөлдөр утағанда, ҡарап, сүбе ҡалһа, берәмтекләп өҙҙөртөп йөрөй ине. Әҙип иһә – атаһына арҡаланып иркә генә үҫкән төпсөк малай.
Эштәре алға бармауының, аҡсаның теләгәнсә мул инмәүенең сәбәбен дә иренән күрә башланы ҡатын. Кеше ирҙәре ана Себергә барып, көрәп аҡса алып ҡайталар. Ә был, ҡыуһаң да китмәй, өйөм бар, булғаны етә ти. Яҙҙан көҙгә оҫталыҡта йөрөй-йөрөүен, ҡышҡылыҡта ундай эштәр аҙая бит. Ә Гөлсәсәк улай итә алмай. Әҙип юҡта аҙбарҙағы мал-тыуар ҙа уның өҫтөндә, балалар ҙа, киоскта һатыу итеү ҙә. Сәләмәтлегем юҡ, тип тормай, тин урынына бөтөрөлә. Иренә нимә, ул сәләмәт, ул һәр ваҡыт шәп, көләс, шаян! Һәммәһе менән шаяртып һөйләшергә һүҙ таба, ә ҡатыны өсөн бер йылы һүҙе, яҡты йөҙө йәл.
Уйлай-уйлай, уның ни сәбәпле Себергә китергә теләмәүен дә аңланы ул. Киткеһе килмәй, тимәк, бында һөйәркәһе бар уның! Был уй шул тиклем дөрөҫ булып тойолдо – Гөлсәсәк хатта йылмайып ҡуйҙы! Барыһы ла аңлашыла ине хәҙер: ҡапҡа төбөнә ҡаҙылған соҡор ҙа, иренең уның йәмһеҙләнеүенә иғтибар бирмәүе лә! Соҡорға төшөп, муйынын һындырыр тип уйлаған ул! Битендәге яра эҙенә иҫе китмәүе шулай уҡ аңлашыла: тимәк, уға бар ни, юҡ ни Гөлсәсәк! Уны күрмәй ҙә ул, уйында башҡа берәү! Ҡатыны бында абына-һөрөнә йән тиргә батып, Әҙиптең донъяһын көтә, ә ул гулять ҡыла, кәйеф-сафа ҡора! Донъялары алға бармауының да сәбәбе ошо – бар тапҡанын һөйәркәһенә ташый, тимәк!
Үҙ фараздарына иҫбатлау эҙләп, ире күрмәгәндә генә уның телефонын ҡарай, кеҫәләрен аҡтара торған булып китте. Тырыша торғас тапты ла. Бына, Тәнзилә тигән ҡатынға биш мәртәбә шылтыратҡан, Нәсимә тигәненең исемен, телефонын ҡағыҙға яҙып, түш кеҫәһенә тығып ҡуйған. Тик был факттарҙы бер әйтешкәндә ҙур тантана хисе менән иренә еткергәс, тегеһенең бер ҙә иҫе китмәне. Ҡысҡырып, ауыҙындағы утыҙ ике теше күренерлек итеп көлдө лә: “Оптовиктарҙың телефондары бит ул!”, – тине.
Тимәк, бүтән ҡатын, тигән һөҙөмтә яһаны Гөлсәсәк һәм эҙләнеүҙе дауам итте. Иренең “Одноклассники” сайтындағы битендә бер һабаҡташының фотоларына гел “класс” ҡуйып барыуын асыҡланы. Ә ул ҡатын күрше ауылда йәшәй. Тимәк, Әҙип, тауарға йөрөйөм тип, шуның янына саба!
Түҙмәне, бөтә шиктәрен бер барғанда ата-әсәһе менән бүлеште. Әсәһенең һуңғы бер-ике йылда ҡоҙағыйы менән аралары һыуынған ине, кейәү менән ҡайны араһынан да ҡара бесәй үткән – улар тулыһы менән ҡыҙҙарын яҡланылар.
– Етәр, ҡыҙым, күп хеҙмәт иттең уларға! – тине әсәһе. Биш йыл бергә торҙоғоҙ, сәсең менән ер генә һепермәнең. Барыбер ярай алманың, Дилараның бәпәй туйын да үткәрмәне ҡоҙағый, ә йортон Әминәгә яҙҙырҙы, – тип, әллә ҡасанғы һәм өр-яңы үпкә-асыуҙарына ирек бирҙе. – Һин генә түгел, беҙҙе лә хеҙмәт иттерҙеләр. Йорт, унан мунса һалғанда атайың ҡуна ятып эшләне, беҙҙең хаҡыбыҙ бик күп унда, – тине.
– Бик шәп булып ҡылана ла ул Әҙибең... – тип, ҡуҙ өҫтәне атаһы ла. – Ауылда беренсе булмаҡсы. Тик шуны уйламай: һинһеҙ, беҙһеҙ әллә ҡайҙа китә алмаҫ ине!
– Шуларға ярайым тип, ашығып йөрөп, сәләмәтлегеңде бөтөрҙөң! Уларҙың клуб хәтле өйҙәрен йыйыштырып, баҫыу хәтле баҡсаларын утап! – тине әсәһе, ҡыҙының иң нескә еренә ҡағылып. – Улай өҫтөңдән дә йөрөгәс...
Тора-бара, Гөлсәсәктең күңелендә Әҙипкә ҡарата бер йылы ла ҡалманы һымаҡ. Аралар һыуынғандан-һыуынды. Әйҙә, минән башҡа тырышып ҡараһын әле, тип, асыуланып уйланы ул. Кейемеңде үҙең йыуа, ашарға үҙең бешереп, һауыт-һабаңды үҙең йыйыштыра башлаһаң, бик шәпләнеп, сәскә атып йөрөй алмаҫһың – кикерегең тиҙ шиңер!
Бығаса донъя арбаһына парлап егелеп тигеҙ тартһалар, хәҙер ҡатын – үҙенең яғына ҡайыра башланы. Әсәһе әйтмешләй, етәр. Юҡһа, бар көсөнә, өҙөп-йолҡоп, ир донъяһын көтә! Әҙип шәп, Әҙип яҡшы! Ә ул күләгәлә! Кеше ҡатындары ирҙәрен Себергә оҙата ла яҡшы шарап эсеп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп туймай. Мал да тотмайҙар, баҡса тип тә өҙгөләнмәйҙәр – Себер аҡсаһы артығы менән ҡаплай.
Иренә ҡаршы әйтеүҙән, уның бер һүҙен дә тыңламауҙан тәм таба башланы. Дөрөҫ, ҡайһы саҡ; "Былай барһа, эт менән бесәй кеүек йәшәһәк, айырылышып туҡтайбыҙ бит!” – тип уйлап ҡуя. Унан: “Ярар, айырылышһа һуң, бер беҙ генәме ни, ун парҙың етеһе айырылыша хәҙер, – тип үҙен йыуата. – Ауылда өй рәтенән китһәң, кем айырылған, кем буйҙаҡ, ауыл тулы яңғыҙ әбей-һәбей. Телевизорҙы асһаң, ана, артистар: әбейҙәре – малайға, ҡыҙҙары бабайға бара, баланы пробирканан табалар, балаларҙың атаһын тест яһатып ҡына беләләр”.
Нисек кенә булмаһын, ул элеккесә баш эйеп йәшәмәйәсәк! Ире йә баш бирә, бирмәһә, үҙенә үпкәләһен! Ниңә гел Гөлсәсәк баш эйеп уны тыңларға тейеш? Ул да тыңлаһын уны! Барһын ана Себергә! Ус тултырып аҡса алып ҡайтһын! Шунда һөйләшергә була! Ә уның әле – утыҙ, әле биш мең алып ҡайтҡанына ауыҙ йәйеп тороп булмаҫ.
Төндәр йоҡламай уйланып ята торғас, тағы шундай уйға килде: иренә генә ҡарап ултырмаҫҡа, аҡса эшләргә. Әҙипкә әйтмәйенсә, уға белдермәйенсә генә! Бына шул саҡта ул бөтөнләй үҙаллы буласаҡ. Шул саҡта ул Әҙиптең ауыҙына түгел, Әҙип уның ауыҙына ҡарап торор!
Шундай уйҙар уйланы Гөлсәсәк. Ҡасандыр балҡыған мөхәббәт йәйғоронан бер ни ҙә ҡалманы, ул аллы-гөллө сихри йәйғор иренә ҡаршы төбәлгән ағыулы уҡ төҙәгән зәһәр йәйәгә әүерелде. Өй эсе һуғыш яланына әүерелде. Ҡатындың иренә ҡаршы иғлан ителмәгән һуғышы ине ул. Дөрөҫ, тыштан барыһы ла элеккесә кеүек. Бомбалар ярылмай, һыҙғырып пулялар осмай, йылға булып ҡандар аҡмай. Тик был тыштан ғына шулай. Ысынында иһә бомбалар – уҫал һүҙҙәр, пулялар – уҫал ҡараштар, ә ҡан урынына – кәмһетелеүле, үпкәле хистәр аға. Ир-ат бит ҡатыраҡ була, Гөлсәсәктең үҙенә лә эләгә: ул түккән йәштәр диңгеҙ үк булмаһа ла, инде күл булғандыр. Ире менән бергә уның туғандарына, ҡәйнәһенә лә нәфрәттән өлөш мул сыҡты. Йылына бер-ике аш-фәләндә күрешеүҙе һанамағанда, элеккесә тыуған көндәргә саҡырышыуҙар, ҡотлашыуҙар, сәғәттәр буйы телефондан һөйләшеүҙәр бөттө.
Улы Шамил ҡайһы саҡ әйтеп ҡуя:
– Юғары ос өләсәйҙәргә ниңә бармайбыҙ ул, әсәй? – ти.
– Уның эше күп, беҙҙең ҡайғы юҡ! – тип ҡырт киҫә Гөлсәсәк.
– Мин уны бер көн магазинда осраттым. Ул әйтә: “Мине оноттоңмо ни, Шамил, ниңә ҡунаҡҡа килмәйһегеҙ?” – ти.
– Башымды юҡ-бар менән ҡатырма әле! – ти әсәһе, асыуланып. – Бар, уҡыуыңды уҡы! Бик шәп булғас, өләсәйең хет берәр ҡап шоколад алып бирҙеме һуң үҙеңә?
– Юҡ!
– Бына, күрҙеңме! Алырһың уларҙан берәр нәмә! Ярай, нисауа, күрәһеләре әле алда әле! Һелкетербеҙ әле беҙ уларҙы, ҡапсыҡтарын әйләндереп һелкетербеҙ!
Үҫмер егет, бер ҡатлыланып, төпсөнөп маташты:
– Ниндәй ҡапсыҡтарҙы һелкетәбеҙ, әсәй?
– Хәҙер мин һинең үҙеңде тотоп һелкетәм! Бар, шилма малай, уҡыуыңды уҡы тинем бит!
***
Һыйырҙы һауып, Шамил менән бергәләп малдарҙы ҡарап инеүгә, Дилара торған. Сәй эскәнсе сәғәт 11-ҙәр булды.
Гөлсәсәктең асыуы баҫылманы, сүпрәләй ҡабарҙы ғына. Иренә йә Әминәгә шылтыратып белешергә ғорурлығын еңә алманы. Улар үҙҙәре шылтыратмағанға асыуланды. “Мин уларҙың донъяһын көтөргә генә кәрәк, хеҙмәтсеһе бит мин уларҙың”, тип, зәһәрен ҡабартты.
Шул саҡ әсәһе шылтыратты:
– Ҡыҙы-ым, тиҙ генә ҡала каналын ас! Әҙибең кеше тапатҡан унда!
Ҡатын, абына-һөрөнә тигәндәй барып телевизорҙың пультын алды. Кәрәкле каналды тапҡансы, хәбәрҙең аҙағына ғына өлгөрҙө: "Автомобилдәрҙең бәрелешеүе "Форд" автомашинаһының ҡаршы полосаға сығыуы сәбәпле булған!"
Ул да түгел, әсәһе яңынан шылтыратты:
– Ишеттеңме, ике кеше үлгән! Водитель менән ҡатыны. Юҡ, өс кеше. Ул ҡатын ауырлы булған!
Гөлсәсәк, аһылдап, башына йәбеште.
– Апаһы шылтыратҡайны шул иртән! – ти алды.
– Ҡайҙа киткән ине һуң кейәү? – тип һорашты әсәһе.
– Тауарға инде, ҡайҙа булһын!
– Кистән һыра-фәлән тотмағайнымы?
– Эсмәй бит ул, беләһең бит.
– Барыбер ҡотола алмай, ултырталар инде уны!
– Ни эшләп улай тиһең, әсәй?
– Бәй, ишетмәнеңме ни? Ҡаршы полосаға сыҡҡан бит! "Форд"тың ҡарарлығы ла ҡалмаған, тимер өйөмөнә әйләнгән!
– Биш йыл кредит! – Ҡатын тамам быуынһыҙ ҡалды. – Әле йөк машинаһыныҡынан көскә ҡотолғайныҡ!
– Страховкаһы бар инеме? – тине әсәһе.
– Булыу менәнме ни! Үҙе ғәйепле булғас!
– Эй, балам, бер бәхеткәйҙәрең булманы, был хәсрәт ҡапсығына сығып! – Әсәй кеше мышҡылдап илап ебәрҙе. – Тороуығыҙ ҙа эт менән бесәй шикелле. Муйындан бурыс! Инде бына тағы бәлә-ҡаза!
– Әсәй! – тип уны бүлдерҙе шул саҡ Гөлсәсәк шомланған тауыш менән. – Әсәй, беләһеңме, бер экстрасенс былтыр миңә нимә тине?
– Нимә тағы? Бөтмәне инде шул ҡарсыҡтарың!
– Ирең машинаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ, тине. Улай ғына ла түгел әле...
– Үҙеңде нимә тине – шуныһын һөйлә һин!
– Һине ҙур үҙгәрештәр көтә, – тине...
– Амин, амин, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булһын, балам! – тине әсә кеше, уның был һүҙҙәрен хуплап.
– Әсәй, Әҙипте күрһәттеләрме телевизорҙан? – тине Гөлсәсәк әкрен генә.
– Дауаханаға оҙатҡандар. Янына барып килербеҙ инде, кешенән яҡшы түгел. Күрше-тирә былай ҙа тырнаҡ аҫтынан кер эҙләргә генә тора. Күрше Ғәйшә әйтә бер көн: “Ни эшләп кейәү балаҡайың күренмәй һуңғы ваҡытта? Элек бөтә эшегеҙҙе эшләшә ине”, – тигән була. Мин әйтәм: “Үҙеңдең киленең ҡайҙа юғалды? Элек йәйҙәр буйы балалар менән ҡайтып ята ине, бер-бер хәл булдымы әллә?” Шунда уҡ ауыҙы ябылды.
– Бөгөн барабыҙмы? Апаһынан белешәйемме?
– Ярар, – тине әсәһе. – Ҡурҡма, бер нәмә лә булмағандыр ул тиклем. Һин үҙеңде һаҡла. Тынысландырыусы дарыуҙарыңды эс! Нервыларың былай ҙа бөткән!
Гөлсәсәк телефонды өҫтәлгә ҡуйҙы ла, тәҙрәнән урамға ҡарап тын ҡалды. Тышта күбәләкләп ҡар яуа. Шундай матур! Ағастар ап-аҡ бәҫ менән ҡапланған! Уларҙың никахы ла шундай матур ҡыш көнөндә булған ине бит!
Их, ул көндәр! Сана-кошевкаларға аттар егеп үткәрҙеләр улар туйҙы. Әҙип теләгенсә. Шул тиклем ат ярата ине бит ул. Ә кәләш өсөн әҙерләнгән ҡупшы кошевкаға өс ат егелгән ине. Бындай хәлде күрмәгән йәше-ҡарты ҡапҡа төбөнә сыҡты, таң ҡалып, рәсемдә йә телевизорҙа ғына күргән тройканы күҙәттеләр, баш сайҡап тел шартлаттылар. Ниндәй бәхетле ине улар. Нисек ярата ине ул Әҙипте! Унан башҡа күҙенә бер кем салынманы, бер кемде башына ла индермәне. Икеһе шул тиклем пар килгәндәр, шул тиклем бәхетле булырҙар ине кеүек. Һинд артистарына оҡшап торған, йор телле, шаян, көләс Әҙип өсөн, ауылдың бөтә ҡыҙҙары булмаһа ла, яртыһы йән ата ине. Ә ул, уларҙы көнләштереп, Гөлсәсәкте һайланы. Гөлсәсәк уны армиянан көтөп алды, бар булмышы менән тоғролоҡ һаҡланы. Уға малай менән ҡыҙ табып бирҙе, уларҙы “өф” итеп, яратып үҫтерҙе.
Тик һуңғы арала барыһы ла кирегә китте. Ярай әле, әсәһе менән атаһы ярҙам итеп, кәңәштәрен биреп торалар. Әл дә улар бар. Юҡһа ни эшләр ине! Кемгә эс серҙәрен һөйләр ине лә, кем менән ҡайғы-хәсрәттәрен бүлешер ине... Өҫтөнә бер-бер артлы өйөлгән, тау һымаҡ ауырлыҡтарҙы нисек күтәрер ине...
Йәнен йылытҡан тағы бер нәмә бар: өс аҙна элек егерме мең һум аҡсаһына “Лимитед-Интернейшенел” тигән бер сит ил компанияһының ҡиммәтле ҡағыҙҙарын алды. Шуларҙан, компания вәғәҙә иткәнсә, бонустар килә лә башланы! Былай булһа, етер бер көн: үҙенән өҫтәрәк баҫҡыста торған хеҙмәткәрҙәр кеүек күберәк сумма индерә һәм тағы ла күберәк бонустар ала башлар! Өфөлә үткәрелгән йыйылыштарына ла барып ҡайтты. Ундағы ҡатындарҙы, йәш кенә ҡыҙҙарҙы күреп, шаҡ ҡатты. Барыһы ла матур итеп кейенгәндәр, үҙҙәре лә матур, һөйләгән һүҙҙәре лә матур, телдәре телгә йоҡмай. Һәр ҡайһыһы үҙенең бөгөнгө көндә “Лимитед-Интернейшенел” ярҙамында ниндәй уңыштарға өлгәшеүе менән уртаҡлашты. Кемдер машинаһын яңыртҡан, кемдер сит илгә барып ҡайтҡан. Ә иң күп взнос индергән кешеләрҙе самолет менән диңгеҙ өҫтөнән йөрөтәсәктәр икән. Уның да улар кеүек үк булғыһы килә! Уның да кешеләр кеүек Төркиәгә, Мысырҙарға бараһы килә! Үҙенең кәмһенеүҙәрен, бәхетһеҙлектәрен, барса проблемаларын онотҡандай булды, алдында матур кешеләр, һөйкөмлө һүҙҙәр менән тулы аллы-гөллө донъя асылды. Һин – уларға, улар һиңә кәрәк. Хәлеңде һорашалар, эштәреңдең нисек барыуы менән ҡыҙыҡһыналар. Йомшаҡ ҡына, йылмайып ҡына уны ла үҙҙәре менән бергә яҡты, уңышлы, аҡсалы тормошҡа әйҙәйҙәр!
Әсәй
Авария урыны әллә ҡайҙан күренеп тора ине: көрән “Киа” менән энеһенең “Форд”ы, һөҙөшөргә йыйынған ике тәкәләй, ҡапма-ҡаршы килеп, юл уртаһында хәрәкәткә арҡыры туҡтап ҡалғандар. Һәр ҡайһыһы үҙ полосаһында. Ике яҡтан килгән автомобилдәр аҡрынайып, юл ситенә сығып, урап үтәләр.
– Туғанҡайым! – тип, ҡысҡырып илап ебәрҙе Әминә. – Күрәсәктәрең ошонда булдымы икән ни?
Әкрен генә ҡар яуа ине. Әкрен яуһа ла, боҙло асфальт өҫтөнә бер-ике бармаҡ ҡалынлығында ҡар ҡатламы ятып өлгөргән – погонлы кешеләр юлды ҡарҙан таҙарталар.
– Туғаным ҡайҙа? – тип үрһәләнде ҡатын, машинанан төшөп, йән-яҡҡа ҡаранып.
– “Ашығыс ярҙам” алып киткәндер, – тине уның янына килеп баҫҡан ире.
Ул теге кешеләрҙең береһе янына йүгереп барҙы ла:
– “Форд”тың водителе бындамы? – тине, ашығып-ярһып.
– Алып киттеләр инде уларҙы, – тине баяғы ир, уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп.
– Ҡайҙа алып киттеләр?! Хәле нисек?! Туғаным иҫәнме?
– Һеҙ кем булаһығыҙ?
– Апаһы! Йә, әйтегеҙ инде, зинһар! – Ҡатын ЮХДИ хеҙмәткәренең еңенә йәбеште.
– Иҫән. Тик хәле ауыр.
– Районғамы?
– Эйе.
– Тағы кемдәр?
– “Киа”ның водителе, уның ҡатыны үлгәндәр.
Әминә, һушы алынып, ире янына йүгерҙе.
– Ғәзиз, эштәр харап, киттек дауаханаға!
– Ашыҡма, – тине ире. – Авария урынын ҡарарға кәрәк. Ҡәйнеште реанимацияға һалғандарҙыр, янына барыбер индермәйәсәктәр.
– Ғәзиз, унда ике кеше үлгән!!!
– Дә-ә... Былай уҡ булғас, ашыҡмайыҡ әле беҙ. Авария урынын һәйбәтләп күҙҙән кисерәйек.
Хәләле һәр ваҡыттағыса дөрөҫ һөйләй ине. Ләкин, аңы менән быны аңлаһа ла, Әминә ҡустыһы менән әсәһен уйлап хафаланды. Әсәһенә был хәлдәр тураһында нисек хәбәр итер? Нисек итеп уның күҙенә ҡарар?
Икәүләп шул яҡҡа киттеләр. Ҡатын әле генә яҡшылап ҡарай алды, баяғы кешеләр ГИБДД хеҙмәткәрҙәре икән. Улар үҙҙәре таҙартҡан асфальттан ниҙер эҙләйҙәр.
– Ҡырылған-фәлән урын юҡмы икән тиҙәрҙер... – тигән һөҙөмтә яһаны Ғәзиз.
Әминә, яҡыныраҡ килеп һәм “Форд” аҫтында ҡарайып ятҡан эҙҙәрҙе шәйләп алды. Эҙҙәр полосаға перпендикуляр рәүештә ине.
– Ниңә улай? – тине, аптырап.
Ғүмере буйы физика уҡытҡан ире, бер аҙ уйланып торғас:
– Артҡы тәгәрмәс эҙҙәре. Нәҡ шулай булырға тейеш! – тине.
Ҡатын был хаҡта уйлай алманы, йәне көйҙө. Һушһыҙ ятҡан ҡустыһын күҙ алдына килтерҙе, әсәһен уйлап көйәләнде. Иренә:
– Мин башҡаса бында ҡала алмайым, әсәй янына ҡайтырға кәрәк, – тине лә машиналарына табан атланы.
– Улайһа мин булһа ла ҡалайым, – тине ире – Бындай саҡта һәләкәт урынынан китергә ярамай. Ә һин бар, ҡәйнәм янына ҡайт! Тик ҡайтырлыҡ хәлдәһеңме һуң?
– Бындай саҡта үҙеңде уйлап буламы ни! – тине ҡатын, әрнеп. – Мин бер-ике сәғәттән урап килергә тырышырмын. Термос менән сәй алырмын. Тик һин өшөй күрмә, берәйһенең машинаһына инеп йылынырға тырыш.
Машинаһын ҡыуалап, һыҡраныулы уйҙарға уралып, тыуған ауылына ашыҡты Әминә.
Дауамы бар.
***