Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Август 2022, 04:25

Һуң түгел Повесть (икенсе өлөш) Дилбәр Булатова

Әминә тынып ҡалды. Тик яуап көтөп уға төбәлгән әсәһенә ниҙер ялғанлауҙан файҙа юҡ ине – ул былай ҙа барыһын да белә ине кеүек! – Рулдәге ир менән уның ҡатыны үлгәндәр, әсәй! – тине, башын түбән эйеп.

Һуң түгел Повесть (икенсе өлөш) Дилбәр БулатоваҺуң түгел Повесть (икенсе өлөш) Дилбәр Булатова
Һуң түгел Повесть (икенсе өлөш) Дилбәр Булатова

Тәҙрә төбөндәге гөлдәргә һыу һибеп йөрөй ине Заһиҙә апай. Көндәр яҙға табан тартҡанды һиҙеп, сәскәгә бөрөләнгәндәр. Бындай саҡта уларҙы көн дә булмаһа ла, ике-өс көнгә бер, һыуҙан өҙмәҫкә кәрәк.

Үҙе аҡрын ғына, ишетелер-ишетелмәҫ кенә йырлай:

Еҫле гөлөм, еҫле була

Сәскәләр атҡан саҡта ла.

Шул сәскәләргә ҡарайым

Һеҙҙе һағынған саҡта...

Бына был ҡупшы, сортлы, ете ҡыҙыл сәскә атыусы яранды ҡыҙы Әминә Өфөнән ҡайтарып биргәйне. Ул был яранды ҡыҙының үҙенә оҡшата: Әминә лә бит, ҡыҙыуыраҡ холоҡло, гөлт итеп ҡабынып китеүсән, үҙен-үҙе йәлләмәй, балҡып, бар донъяға сәселергә әҙер.

Уртала тыйнаҡ ҡына йылмайған ап-аҡ сәскәлеһе – уртансыһы, Әлифәһе. Ул электән үк тыйнаҡ, аҡыллы булды, әрләй башлаһаң да йылмайып ҡына, башын ҡырын һалып ҡына торор ине. Күрше ауыл егетенә кейәүгә сыҡты ла, төшкән еренә таш булып батты. Ире менән дә шул тыныс холҡо арҡаһында тауыш-тынһыҙ йәшәй инде.

Ә был алһыу яран – төпсөгө, Әҙибе. Тирә-яҡҡа тармаҡланып үҫкән, биш-алты сәскәһе бар, тағы өс-дүрткә бөрөләнгән. Һыуҙы ла күп һибергә кәрәк. Улы ла шулай тынғыһыҙ, ул да шулай гел иғтибар һорай бит...

Гөлдәрем кеүек иркәләп кенә үҫтерҙем бит һеҙҙе, тип, уйында балалары менән һөйләште әсәй кеше. Гөлдәремә ҡарап ҡына торған кеүек, һеҙҙе көн-төн уйлап йәшәнем. Һеҙҙең өсөн көйөп, һеҙҙең өсөн янып үтте ғүмерем.

Бынан ун йыл элек ире үлеп киткәс, ҡанаты ҡайырылған ҡош һымаҡ моңайып ҡалды ул. Тик бирешмәне. Донъяға үҙе төптән егелде, балалары ярҙам итте. Берләшеп, бер йоҙроҡ булып, ел-бурандарға бергәләп ҡаршы торҙолар. Әсәнең, балалар тип, таңы атты, балалар тип, ҡояшы байыны.

Бына бөгөн дә иртән улы таң һарыһынан юлға ҡуҙғалды. Заһиҙә уның яңы машинаһының тауышын, шунда уҡ хәтерендә ҡалдырып, йыр отҡандай отоп алған ине. Тәҙрәнән үрелеп ҡарап, юл доғаларын уҡып ҡалды. Ҡалҡыулыҡҡа менеп юғалған Өфө юлы өйҙөң түр яҡ тәҙрәһенән бик һәйбәт күренә. Иҫән йөрөһөн, балаҡай, фәрештәләр һаҡлаһын үҙен!

Унан бәлеш һалырға уйланы. Әҙип йома көн Өфөгә барһа, әсәһе яратҡан ҡара икмәкте алып, ҡайтышлай уға инмәй уҙмай торған ине. Һыуытҡыстан ит алып, микротулҡынлы мейескә иретергә ҡуйҙы. Харап уңайлы ул мейес. Әминәһе алып ҡайтып биргәс, башта өйрәнә алмай интеккән ине, хәҙер ит иретергә булһа ла шуны ҡабыҙа, аш-бутҡаһын да шунда ғына йылытып ала. Һуғанын, картуфын әрсене. Ҡатын-ҡыҙ үпкәләһә, ашау яғын ҡыҫа торған, килен әллә бешерә, әллә юҡ – ҡайҙа әле, һыйлаһын улын тәмле бәлеш менән. Әҙип ул ас йөрөмәҫ, тик шулай ҙа өй ашына етмәй бит!

Өй эсенә ит бәлешенең ауыҙ һыуҙарын килтерерлек тәмле еҫе тарала башлағанда урамда таныш машина күренде. Бәтәс, ҡыҙы, Әминәһе ҡайтҡан түгелме һуң? Көн буйы тиерлек ике күҙе урам яҡ тәҙрәлә булған Заһиҙә аптырауға төштө: улай-былай шылтыратмаған ине бит, ниңә былай иртә ҡайтырға булған икән?

Ҡаршы алырға сығырға кейенеп бөтөүгә бәғер киҫәге йүгереп инеп тә еткән.

– Әсәй, ни хәлдә? Иҫән-һау торҙоңмо? – тип, ҡосаҡлап алды.

Әсәнең йөрәге жыу итеп китте. Нимәлер булған! Ҡыҙының йылмайырға тырышһа ла ҡалтыранған ирендәрен күреү, ҡалтыранып сыҡҡан ҡыйыуһыҙ тауышын ишетеү менән үк ниндәйҙер бәхетһеҙлек булғанын бар йәне-тәне менән тойоп алды.

Бына нимәгә булған икән! Бөгөн төндә күргән төшөн хәтерләне. Әҙибе, бер ат санаһы бүрәнә тейәп, ауыл осона табан китте. Бүрәнә күрҙеңме, яҡшыға түгел инде ул!

Әсәһенең йөҙө үҙгәреп китеүен күреү менән үк Әминә башҡа түҙеп тора алмаҫын аңланы.

– Әсәй, Әҙип иҫән! – тине тиҙерәк. – Тик ул аварияға эләккән!

– Балаҡайым! – тип, һыҡранып, әсә диванға ултырҙы. – Аяҡ-ҡулдары иҫәнме? Күҙ-башы?

– Иҫән, әсәй, иҫән. Ул бит үҙе шылтыратты миңә!

– Ниңә үҙе ҡайтманы һуң, балам?

– Уға дауаханаға барырға ҡушҡандар, әсәй.

– Бәй, ни эшләп торабыҙ, әйҙә, Әҙип янына барайыҡ! – тип, Заһиҙә, духовка мейесенән бәлеште ала башланы. – Бына уға тип бәлеш һалған инем, әле генә бешеп сыҡты!..

– Унда әле беҙҙе индермәҫтәр әле, әсәй. Мин шылтыратып белештем, әлегә бер нәмә лә кәрәкмәй, иртәгә генә килерһегеҙ, тинеләр.

– Бәрелгән машиналағы кеше иҫәнме? – тип, һағайып һораны әсә.

Әминә тынып ҡалды. Тик яуап көтөп уға төбәлгән әсәһенә ниҙер ялғанлауҙан файҙа юҡ ине – ул былай ҙа барыһын да белә ине кеүек!

– Рулдәге ир менән уның ҡатыны үлгәндәр, әсәй! – тине, башын түбән эйеп.

Заһиҙә, һушы алынып, сигенә төшөп, диванға барып ултырҙы. Йөҙө ап-аҡ булды. Ирендәре, эйәге дерелдәй башланы, ҡулдары ҡалтыранып, теҙендәге күлдәк итәген бер туҡтауһыҙ һыпырҙылар.

– Йә, Рабби! – тип, тынып ҡалды. – Күрәсәктәребеҙ бар икән! Кемдәрҙең ғәзиз балалары икән?! Йә, Раббым, минең улымды, ғәйебе булһа, кисер! Уға иҫәнлек бир, сабырлыҡ бир!

Әминә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы – бер миҙгел эсендә әсәһенең аҡ яулығы ситенән күренеп торған сикә сәстәре ап-аҡ булды!

– Әсәй! – тип, өҙгөләнеп, уны барып ҡосаҡланы Әминә. – Әсәй, һинең сәстәрең... ағара...

Ә ул был һүҙҙәрҙе гүйә ишетмәй ҙә ине. Ҡаштары йыйырылған, маңлайындағы йыйырсыҡтары тәрәнәйгән. Көтмәгәндә ишелеп төшкән тау кеүек хәсрәттән тағы ла кесерәйеп, бөрөшөп ҡалған ине. Бына ҡалтыранған ҡулдар юғары күтәрелделәр. Кипкән, дерелдәгән ирендәр доға һүҙҙәре бышылданылар:

– Иннә лилләһи вә иннә иләйһи рәҗиғун... И, раббым, уларҙы йәннәт эйәләре ит, ата-әсәләренә, туғандарына, яҡындарына сабырлыҡ бир...

Ҡатын, тунын һалып, тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙе. Дарыуҙар тартмаһын алып, ампула-шприцтар, ҡан баҫымын үлсәй торған аппаратты алды. Әсәһенә лә, үҙенә лә дарыуҙар ҡаҙарға кәрәк булыр.

Ул да түгел, ишек алдында аяҡ тауышы ишетелде. Күрше апай икән. Уның ҡото осҡан йөҙөн күреү менән Әминә хәбәрҙең кешеләргә таралыуын аңлап алды. Һәм бөгөн беренсе тапҡыр аҙ ғына булһа ла күңелен йыуатырҙай уй һыҙылып үтте: ярай әле ҡайтып өлгөрҙө, ярай әле, әсәһенә әкренләп кенә үҙе еткерә алды ҡайғылы хәбәрҙе... Унан күрше ауылда йәшәгән Әлифә һеңлеһенә шылтыратты. Әсәйҙәрен бындай ҡайғылы ваҡытта бер үҙен генә ҡалдырыу ярамаҫ. Ишекте ҡайғы ҡаҡҡан саҡтарҙа балаңдың, туғаныңдың, яҡын кешеңдең яныңда ғына булыуы ла ҙур терәк ул!

 

Тикшереүсе

Авария урынына яҡынлашыуға һәм бер-береһенә сәкәшеп туҡтаған ике машинаны, бер аҙ алдараҡ туҡтап ҡалған йөк машинаһын күреүгә үк Булатҡа барыһы ла ап-асыҡ ине. Классик осраҡ. Ҡалҡыулыҡҡа табан менгән “Форд”, “КамАЗ”ды уҙам тип, ҡаршы полосанан килгән “Киа”ға бәрелгән. Сикләүсе билдәләр юҡ, әммә был ситуацияла уҙғынға сыҡмаҫҡа кәрәклеге аҙмы-күпме тәжрибәһе булған теләһә ниндәй водителгә билдәле! Бындай типтағы авариялар йылына йөҙ булмаһа ла, тиҫтәләрсә була. Шуныһы ғына аңлашылып бөтмәй: ни эшләп “Киа” юл ситенә сығып йә кюветҡа уҡ осоп төшмәгән? Моғайын, һәр закон күҙлегенән иҫкәрмәләр була торғандыр... Эйе, барыһы ла ап-асыҡ: “Форд”тың водителе, тыуып өлгөрмәгән сабыйҙы ла иҫәпләһәң, өс кешенең ғүмерен өҙгән. Ул, моғайын, иҫерек тә булғандыр. Улай ҙа булһа, бөттө инде уға яҡты көн. Иҫән ҡалғанына үкенәсәк.

Ул шул саҡ яҡ-яғына күҙ һалды ла йәне өшөп китте: ике яҡта ла офоҡҡа тоташҡан, ҡар күмгән киң яландар. Ни тиклем иркенлек! Юл да асыҡ, бер машина ла, кеше әҫәре лә юҡ. Кәрәк бит, үлтереүсе менән ҡорбан ошо арауыҡтың һәм ваҡыттың бер киҫелешендә – бер нөктәһендә бер-береһен килеп тапҡандар! Дөрөҫ, юл тар. Өфөгә яҡын ғына булһа ла, заманса юлдар төҙөлөп бөтмәгән, ике йүнәлеш махсус барьер менән айырымланмаған. Ҡыҙғаныс, юлдар – илдең башын ауырттырған бәлә, ләкин был авария яһарға хоҡуҡ бирә тигән һүҙ түгел!

Уларға статистиканы еткереп торалар: илдә авариялар күп. Эсеп рулгә ултыруысыларға ҡаты штрафтар, заманса юлдар төҙөү, видеорегистраторҙар үҙ эшен эшләмәй түгел: улар кәмей бара. Тик барыбер ҙә артыҡ күп улар, артыҡ күп! Уларҙа бик күп кешенең ғүмере өҙөлә. Бер йылда – ун йыллыҡ Афған һуғышында һәләк булған һалдаттарҙан да күберәк. Тимәк, күҙгә күренмәгән һуғыш уты ялмай Рәсәйҙең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрен... Кем менән кем һуғыша һуң? Водителдәр бер-береһе менән етеҙлектә ярышамы, ваҡытты ҡыуып тотмаҡсылармы? Әллә инде барыбер ҙә ҡойроғон тоттормаҫ донъя артынан күҙ алартып ҡыуалармы? Абынып, бәрелеп-һуғылып... Үлеп-бөтөп! Был һорауҙарға яуап юҡ. Һәр аварияға бөтмәҫ-төкәнмәҫ сәбәп-һөҙөмтә сылбыры килеп тоташа. Булат шомланып, ҡалтыранып ҡуйҙы – гүйә теге донъяның һалҡын һулышы килеп ҡағылғандай, тәненән һалҡын тулҡын үтеп китте. Юҡ, былай булмай, эмоцияға бирелергә ярамай. Тойғо-хистәрҙе ауыҙлыҡларға, аҡылға таянырға кәрәк, тип, үҙ-үҙен нығытты ул.

Нисек кенә булмаһын, Булаттың вазифаһы һәм кешелек бурысы шуны талап итә: ғәйеплене асыҡларға һәм уны суд алдына илтеп баҫтырырға! Ғәйепле кеше кәйеф-сафа ҡороп йөрөргә тейеш түгел: ул тейешле язаһын алырға тейеш. Руль артына ултырғансы, юғары тиҙлеккә һалғансы йөҙ ҡат уйларға тейеш!

Тикшереүсе, сержанттар менән ҡул биреп иҫәнләште лә машиналарҙы әйләнеп ҡарап сыҡты. Ай-һай, тип башын сайҡаны. Ҡаты бәрелгәндәр! Көнө-төнө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең шаһиты булып, ҡайышланып бөткәнмендер тип уйлаһаң да, ҡайғыға күнегеп, йөрәккә бойороп булмай, бындай хәлдәр ауыр тәьҫир итә. Кисен ҡатынының ҡустыһы тыуған көнгә саҡырған ине. Ниндәй тыуған көн, ниндәй кәйеф инде бынан һуң? Бер юлы өс мәйет! Уның районында бындай ЧП-ның күптән булғаны юҡ ине.

Полиция машинаһында тағы бер ир бар ине. Булаттың ул яҡҡа текәлеп ҡарауын күреп, сержанттарҙың береһе:

– “Форд” водителенең еҙнәһе, – тине.

Ул арала теге ир ҙә килеп тикшереүсе менән иҫәнләште.

– Тикшереүсе Булат Ғайсин.

– Мин – Әҙип Карамовтың еҙнәһе Ғәзиз.

– Аварияның шаһитымы?

– Юҡ, беҙ һуңынан килдек.

– Аңлашыла, – тине тикшереүсе.

Аңлашылғаны шул ине: еҙнә кеше шаҡтай үткергә, белемле кешегә оҡшаған. Ас кеүек, ауыҙҙан сыҡҡан һәр һүҙҙе аулап бара. Ә бына вафат булған ғаиләнең яҡындарына хәбәр ителдеме икән?

Сержанттарҙан был хаҡта белеште. Водителдең һәм ҡатынының телефондарын, тикшереү маҡсатында тип, алғандар, ләкин шылтыратырға өлгөрмәгәндәр.

– Хәбәр итергә кәрәк! – тине Булат.

Үҙе автомобилдәр янына килде. Их, ниндәй яҡшы машиналарҙы харап иткәндәр! “Форд” бөтөнләй өр-яңы инде әллә? Кәрәк бит, ә! Машинаның шәплегенә ышанған инде Карамов иптәш! Тә-к, эксперт саҡыртырға кәрәк. Фотоаппаратын онотмаһын. Протоколға теркәр өсөн бәрелештең схемаһын төҙөргә кәрәк буласаҡ.

Карамовтың ғәйебе көн кеүек асыҡ булһа ла, ҡыҙғаныс, шаһиттар юҡ. “КамАЗ” водителе бер ни күрмәгән, сөнки тәгәрмәстәрҙән туҙып күтәрелгән ҡар һәм солярка төтөнө барыһын да ҡаплаған. Тағы шуныһы: бәрелешеү урынын ҡарҙан таҙарттылар, тик асфальтта тәгәрмәс эҙе күренмәне!

Тейешле урындарға шылтыратҡансы, Ғәзиз янына йәшкелт “Ниссан” килеп туҡтаны. Унан яҡшы кейенгән ханым төштө. Карамовтың апаһы, моғайын. Булаттың күҙе үткер, нәҡ шулай булып сыҡты. Туғандары ҡәҙерле, тип уйлап алды Ғайсин, теге ханымдың, утҡа баҫҡан бесәйҙәй, үҙенә табан ашығып атлауын күреп. Ярай, быларҙың ҡустылары иҫән. Ә вафат булған Рөстәмовтар моргта!

– Иптәш следователь! – Ханым килеп тә етте, теҙеп, һөйләп тә алып китте: – Мин Әҙип Карамовтың бер туған апаһы булам. Авария хаҡында туғаным миңә үҙе хәбәр итте. Ә был – минең ирем.

– Нисәлә? – тип, уны бүлдерҙе Булат.

– Иртәнге һигеҙҙәр булғандыр. Юҡ, мин һеҙгә телефонымдан ҡарап әйтәм. Бына, ҡарағыҙ, сәғәт һигеҙ тула егерме минуттан шылтыратҡан. Шылтыратты ла: “Апай, машина емерек! Авария! Мин “КамАЗ” артынан ғына барҙым бит!” – тине. – Ханым илап ебәрҙе. – Иптәш следователь, әйтегеҙсе, беҙгә ни эшләргә хәҙер?!

– Тынысланырға! Тикшереүгә ҡамасауламаҫҡа! – тине Булат. Үҙе уйлап алды: бик үҙ һүҙлегә оҡшаған был ханым!

Ханым менән уның ире йыраҡ китмәнеләр. Ханым, кеҫә телефонын алып, машиналарҙы фотоға төшөрөргә кереште.

Булаттың йөҙө үҙгәрҙе, ләкин өндәшмәне. Эйе, яңылышмаған, үҙ һүҙле ханым был! Үҙе лә телефонын алып, бер нисә фото яһаны.

Бына район үҙәгенән эксперт-криминалист килеп етте. Етди, күп һөйләшмәй торған егет. Үҙ эшен тиҙ генә башҡарҙы ла китергә рөхсәт һораны.

Ул яһаған схемала бәрелешеү урыны күрһәтелмәгән ине. “Дә-ә, – тип һуҙҙы Булат үҙ алдына. – Былай ғына булмай, авария етди! Өҫтән ярҙам һорарға кәрәк! Карамовтың туғандары ла ҡарсығалай бөтөрөлә. Күпме һынағаны бар: бик еңел генә сиселерҙәй тойолған эштәр, ғәҙәттә, нәҡ киреһе була – осо-ҡырыйына сығып булмай!

Йәнә бер сәғәттән Өфөнән йәш кенә егет килеп етте. Был – яңы ғына институт тамамлаған булһа ла етди вазифалы, ҡатмарлы авариялар буйынса махсуслашыусы эксперт ине. Ул, тәүге эш итеп, ҡаршы полосаны ентекләп ҡарай башланы. Ысынлап та, тырышып эҙләй торғас, асфальтта яңы ғына тырналған эҙ табылды. Тимәк, был эҙ – йәнселгән “Форд”тыҡы! Үҙ полосаһына сығып ултырғансы ул ошонда әлеге “тамға”ны ҡалдырған.

Ниһайәт, тип еңел һуланы Булат, эҙләгән – таба, ниһайәт, горизонтта яҡтылыҡ күренде. Юҡһа, ысынлап та, аптырарлыҡ ине: бындай хәтәр бәрелешеүҙән эҙ ҡалмауы башҡа һыйырлыҡ түгел.

Эксперт егет автокран саҡыртып, авария мәлен реконструкцияларға кәрәк тигән тәҡдим дә әйтте. Булат был тәҡдимде күтәреп алды. Әлбиттә, дөрөҫ идея! Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк!

Сәғәт икеләр еткәнсе булашһалар булаштылар, ләкин байтаҡ эш эшләнде. Иң мөһиме, өс кешенең башына еткән водителдең ғәйебе асыҡланһын һәм иҫбат ителһен!

Эш урынына ҡайтып барғанда ла, шаҡтай өшөттөрөүгә, асыҡтырыуға ҡарамаҫтан, уйҙары авария тирәһендә әйләнде Булаттың. Тикшереүсе булараҡ, объективлыҡ кәрәклеген бик яҡшы белә ул. Ләкин күңел тигәнең дә бар бит әле. Ә уның күңеле – вафат булған ғаилә яғында. Уларҙы яҡлашыусы кеше юҡ, туғандары ла күренмәй. Күҙ алдына тыуып та өлгөрмәгән сабый килде! Бына ул сабыйҙы кем яҡлар! Тыуып та өлгөрмәгән үкһеҙ етем сабыйҙы!

Булат эшкә яҡты уйҙар менән урынлашҡан ине. Кәмһетелгән, ҡазаға тарыған кешеләрҙе яҡлау – шундай ине ниәте. Дөрөҫ, эшләй-эшләй, йәшәй-йәшәй, аҡтың – аҡ ҡына, ә ҡараның ҡара ғына була алмауына инанды. Кешеләрҙең яңылыштарын, йомшаҡ яҡтарын аңларға тырышып ҡарай башланы. Шул кисерештәр менән бергә һөнәренәнме, әллә кешеләрҙәнме, күңел ҡайтыу кеүегерәк хис тә яралды инде әллә. Күпселектә бит эгоизм көслө. Күпселек үҙен, ғаиләһен, күп тигәндә, туғандарын ҡайғырта. Хәйер, хәҙер туған тип тә бик өҙгөләнмәйҙәр әле. Күпме кеше ата-әсәһенең иҫкереп бөткән йорто өсөн туғандары менән өҙөлөшөп, эткә лә әйтмәҫлек һүҙҙәр әйтешеп бөтә. Үҙ рәхәте, үҙ бәхете өсөн генә тырышалар. Шул тырышҡан мәлдәрендә башҡаларҙың юлдарына арҡыры төшәләр, башҡалар теләгәнде алданыраҡ эләктереп өлгөрәләр. Был Карамов та шулай ашығып китеп барған инде. Үҙ магазины бар, ти, бит. Тағы ла нығыраҡ байыуҙа булған инде уның уйы...

Булатта йыш ҡына шундай хис тыуа: әйтерһең, алдындағы юл кинәт юҡҡа сыға. Ҡайҙа барырға ла белмәйһең. Улай ғына түгел, уңды-һулды ла айырмай башлайһың, тамам юғалып ҡалаһың. Ул эгоист һәм үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртҡан кешеләрҙең ҡайһыһын яҡларға? Нисек дөрөҫөрәк була? Кемде кемдән яҡларға? Көслөрәгенме? Әллә көсһөҙ кеше яғына баҫырғамы? Күңеле менән ғүмер баҡый көсһөҙөрәктәр, рәнйетелгәндәр яғында булды ул. Тик күңел ҡушҡанса ғына йәшәү мөмкин түгел, ул законға таянырға тейеш. Закон нимә ҡуша, нимә талап итә – шуны эшләргә лә һәм... тиҙерәк пенсия йәшенә етеп, тыныс тормошҡа күсергә! Алмағас үҫтерергә, тоҡомло эттәр аҫрарға, себештәр үрсетергә! Эйе, эйе, себештәр үрсетергә. Аңлай, һуңғы теләге – аталыҡ инстинкты. Нисә йыл йәшәп, күпме дауахана юлы тапап та үҙҙәренең сабыйҙары юҡ шул уларҙың. Балалар йортонан игеҙәк ҡыҙ менән малай алып үҫтерҙеләр. Шуғалырмы, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәргә бер ҡасан да тыныс күңел менән ҡарай алмай. Кем-кем, ә аҡ-пак, бер гонаһһыҙ сабыйҙарға ҡул күтәрергә, уларҙың ғүмеренә киҙәнергә бер кемдең дә хаҡы юҡ! Күтәрә икән, ул кеше үҙенә үпкәләһен! Донъялағы иң ҡанһыҙ, хаяһыҙ әҙәм аҡтығы шул, тимәк. Уға бер ниндәй ҡыҙғаныу ҙа, яҡлау ҙа булырға тейеш түгел! Быныһы инде закон һүҙе генә түгел, Булаттың йөрәк һүҙе!

 

Ғәйеп

Өс аҙнанан Әҙипте дауахананан сығарҙылар. Аяғындағы гипс алынмаған ине әле. Һөйәк ҡартырак булған һайын гипсты ла шул тиклем оҙағыраҡ тоталар бит. Һынған урын һулҡылдап-әрнеп һыҙлай, тик быға иғтибар итергә ваҡыты юҡ, башын ауырҙан-ауыр уйҙар баҫҡан. Реанимацияла аңына килеү менән һораған тәүге һорауы ҡаршыға сыҡҡан машина пассажирҙары хаҡында булды. Уларҙың үлеүен, ҡатын кешенең ауырлы булыуын белгәс, ҡояшлы көндәр айһыҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ төнгә әүерелде. Дауахананан сығыу менән атай-әсәйҙәре, туғандары янына барырға ниәтләне.

Ҡайтҡан көндө үк ике яҡ күршеһе хәл белергә инделәр. Уларҙың күҙҙәрендә һүҙһеҙ һорау ине. Таныш һорау ине ул. Дауаханаға хәл белешергә килеүселәрҙең күҙенән дә һикереп төшөрҙәй булып тора ине ул өнһөҙ һорау.

– Әҙип, һин кеше тапаттыңмы ни? – ти ине был күҙҙәр. – Ни эшләп? Ниңә? Һинме был? Тыумаған баланың ғүмерен өҙҙөңмө? Ни эшләнең һин?

Был һорауҙар ҡысҡырып әйтелмәне, тик улар һауала осто, улар уны йонсотто, ҡул-аяҡтарын бығауланы һәм ул үҙенең вафат булған кешеләрҙең яҡындары янына бара алмаҫын аңланы. Улар был һорауҙы йөҙөнә бәреп һораясаҡтар. Әҙип үҙе лә белмәгән яуапты талап итәсәктәр... Ташбаҡа йә әкәм-төкәм үҙенең ҡабырсағына йәшеренгән кеүек, ул өйөнә, ихатаһына ҡасты, боҫто. Эйе, был ҡурҡаҡлык ине, тик бер ни ҙә эшләп булмай, ул башҡаса булдыра алмай ине.

Ул урамға ла аяҡ баҫмай башланы. Ҡултыҡ таяғына таянып, аҡһаҡлап, көнөнә өс тапҡыр аҙбарға мал ҡарашырға ғына сыға – улы Шамил бәләкәйерәк, быуыны нығынып етмәгән, уға ауырлыҡ килмәһен, тип тырышыуы. Таяғы боҙҙа тайып китеп, йығылып, аяғын йәнә ауырттырҙы. Ярай, һынманы, тик температураһы күтәрелеп китте.

Тәне ҡыҙып, тәненән дә бигерәк йәне көйөп ятҡан көндәрҙең береһендә, аварияға бер ай тигәндә, уны тикшереүсегә саҡырып повестка килеп төштө. Почтальон һуҙған ҡағыҙға ҡул ҡуйып алып ҡалды, тик барырға көсө лә, хәле лә юҡ ине, бара алманы. Ә өс көндән уларҙың эргәһенә ят машина килеп туҡтаны. Бығаулауын-бығауламанылар, ләкин тикшереүсегә ултыртып алып барып, һорау алып, протоколға ҡул ҡуйҙырып, йәшәгән урынынан бер ҡайҙа ла сыҡмау тураһындағы распискаға ҡул ҡуйҙырып ҡайтарҙылар. Булат Ғайсин ҡуҙғатҡан енәйәт эшендә Әҙип Карамов ғәйепләнеүсе сифатында ине.

Ул тикшереүсенең һорауҙарын тәүҙә йүнләп аңлап та бөтмәне. Тәне ут булып яна, башы сатнап ауырта, үҙе гүйә томан эсендә.

– Барыһы ла ап-асыҡ бит: үҙ ғәйебегеҙҙе танығыҙ ҙа протоколға ҡул ҡуйығыҙ...

– Юҡ, мин ғәйепле түгел.

– “КамАЗ”ды урап үтергә теләп, ҡаршы полосаға сыҡҡанһығыҙ. Юл үргә табан һәм буранлап тороу сәбәпле ҡаршыға килгән “Киа”ны күрмәй ҡалғанһығыҙ!

– Юҡ, мин айырым асыҡ хәтерләйем: “КамАЗ” артынан ғына барҙым. Үргә табан ине бит. Обгонға сығырға уйламаным да. Көрән “Киа” үҙе минең ҡаршыға килеп инде!

– Карамов, уйлап ҡарағыҙ әле: “Киа” ни өсөн һеҙҙең полосаға сығырға тейеш?

– Мин уныһын белмәйем. Тик ул көтмәгәндә кинәт кенә алға килеп инде. “КамАЗ” тәгәрмәстәренән ҡар күтәрелә ине бит – бәлки, күрмәгәндер?

– Ниңә? Уның алдында бит юл ап-асыҡ! Ә һеҙҙең алда – "КамАЗ"!

– Мин “КамАЗ” артынан ғына барҙым! – тип, йәнә ҡабатлай Әҙип.

– Ә һеҙ гел алға ғына ҡарап барҙығыҙмы?

– Эйе.

– Бары тик алға ғынамы?

Әҙип ыҡ-мыҡ килде.

– Көҙгө аша артҡа ла күҙ һалдым.

– Арттан ниндәй ҙә булһа автомобиль килә инеме?

– Юҡ.

– Һеҙ артҡа ҡараған арала рулде йомшартып, ҡаршы полосаға сығыуығыҙ мөмкин инеме?

– Белмәйем...

– Во, шул-шул! Ә шул тиклем ышаныс менән һөйләйһегеҙ! Бәлки, һеҙ идараны юғалтҡанһығыҙҙыр?

Ул тынып ҡала... Инде ул үҙен әллә яңылышаммы тип икеләнә башланы. Бына бит тикшереүсе лә уны ғәйепләй, күршеләр, кешеләр, хатта Гөлсәсәк тә уны ғәйепле тип уйлай. Әллә наркоздарҙан хәтеренә зыян килдеме? Инде йөҙөнсөмө, меңенсеме тапҡыр, хәтерен ҡамсылап, ул көндө күҙ алдынан үткәрә. Ләкин ул бит айырым асыҡ белә: алдындағы “КамАЗ”ды урап уҙыу уйында ла юҡ ине! Уның бит бер ҡасан да рулдә улай хәүефле йөрөгәне булманы. Етмәһә, өр-яңы машина менән!

Былар хаҡында тикшереүсегә һөйләй, әммә Булат Ғайсин ҡымшанмаҫ ҡая һымаҡ:

– Нәҡ бына машина яңы булғанға, үҙ-үҙегеҙгә ышанып, обгонға сыҡҡанһығыҙ ҙа инде, Карамов! Йә, ғәйебегеҙҙе танығыҙ ҙа ҡул ҡуйығыҙ! Тикшереү яғына баҫһағыҙ, быны онотмағыҙ, судта иҫкә алынасаҡ, срок кәметеләсәк!

– Срок?!

– Эйе, срок! Бала-саға булып ҡыланмағыҙ. Үҙегеҙ ҙә быны бик яҡшы беләһегеҙ.

– Юҡ, мин белмәнем... – тип, ауыҙ эсендә бутҡа бешерә Әҙип. Тик күрә: Булат Ғайсин уның һыңар һүҙенә лә ышанмай һәм ул һорарға ашыға:

– Миңә нисә йыл бирергә мөмкиндәр, гражданин тикшереүсе?

– Һигеҙ! Ғәйебегеҙҙе таныһағыҙ, ышандыра алам, был срок күпкә аҙаясаҡ!

Әҙип башын эйә. Бер ни ҙә өндәшмәй.

– Онотмағыҙ, авария һөҙөмтәһендә, өс кешенең ғүмере өҙөлгән!

Ул йәнә бер һүҙ ҙә әйтә алмай.

– Йә, Карамов, таныйһығыҙмы ғәйебегеҙҙе?

Әҙип башын күтәрә. Булат Ғайсиндың күҙенә туп-тура итеп ҡарай һәм керпек тә ҡаҡмай:

– Юҡ! – ти. – Минең ғәйебем юҡ! – ти.

Тикшереүсенең, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, асыуы ҡайнай. Түҙә алмай, тороп, арлы-бирле йөрөй башлай. Унан йәнә урынына килеп ултыра һәм боҙҙай ҡараш, боҙҙай тауыш менән:

– Мин һеҙҙең файҙаға тырышып ҡараным, гражданан Карамов! – ти. – Ләкин һеҙ мин һуҙған ярҙам ҡулын кире ҡаҡтығыҙ. Был – һеҙҙең хоҡуғығыҙ... Һеҙ бөгөндән башлап, ауылығыҙҙан бер ҡайҙа ла сығып китмәҫкә, телефонығыҙҙы һүндермәҫкә тейеш булаһығыҙ. Теләһә ниндәй ваҡытта һорау алырға саҡыртып алырға мөмкинбеҙ.

***

Гөлсәсәк уны дүрт күҙ менән көтөп торған ине. Телевизор ҡарап ултырған еренән һикереп тороп, ишек төбөнә ашыҡты.

– Нимә тинеләр? – тине ул өмөтләнеү ҡатыш ҡыҙыҡһыныулы тауыш менән, Әҙип ҡултыҡ таяҡтары менән тупһанан көс-хәл атлап инеүгә. Тиҙ генә ултырғыс килтереп ҡуйҙы.

– Эштәр насар! – Ире, ултырғысҡа ултырып, һыңар быймаһын систе. – Эштәр насар, әсәһе! Мине ғәйепле итмәкселәр.

Ҡатынының йөҙө үҙгәреп китте.

– Ә кредит?! Машинаһыҙ ҙа ҡалдыҡ, былай булғас, страховка ла булмаясаҡмы?

– Кредит, кредит әле, әсәһе, баш иҫән булһа, ҡайғырма, мал табылыр ул. Мине ултыртып ҡуйырға мөмкиндәр!

– Күпмегә!

– Һигеҙ йылға!

Гөлсәсәк, ҡулы менән битен ҡапланы. Унан тиҙ-тиҙ, пулеметтан атҡан һымаҡ, асыуын тыя алмай, һөйләй башланы:

– Үләм! Тереләй һуйҙың мине былай булғас! Әйттем, көт мине, төш еткәс барырбыҙ тинем! Ашыҡҡан ашҡа бешкән ти. Ни бысағыма таң тишегенән сығып саптың! Үҙең бешергән бутҡаны үҙең аша бына хәҙер! Мин һинең кредиттарыңды түләргә йыйынмайым! Их, үтте бит ғүмеркәйем кем менән! Әрәм генә булды бит еләк кеүек саҡтарым! Ул ике баланы мин нисек үҫтерәйем?!

– Әсәһе, туҡта әле, ҡыҙма! Һин мине бөгөндән үк ултыртып ҡуйырға йыйындыңмы ни? Тикшереү бөтмәгән, Ғайсиндың һүҙе суд ҡарары түгел бит әле.

– Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай. Улар бер һүҙҙе һөйләй инде ул, шуны белмәйһеңме ни ҡырҡ йәшкә етеп!

– Мин адвокат яллайым!

– Ха-ха-ха! – Ҡатыны ҡысҡырып көлә башланы. – Ха-ха-ха, берҙе түгел, йөҙҙө ялла – кем ышанһын һиңә? Бөтә ауыл һөйләй бит, урамдан үтер хәл юҡ, ирең өс кешенең башына еткән, тиҙәр. Балаларыңдың мәктәпкә барып күренерлеге юҡ, атайығыҙ кеше үлтергәнме ни, тип һорайҙар, ти.

– Гөлсәсәк, мин бит ғәйепле түгел!

– Һин быны аҙбарҙағы тауыҡтарға сығып һөйлә инде, йәме, ышанһа, улар ышанырҙар!

– Туҡта, һин дә миңә ышанмайһыңмы ни?

– Ха-ха-ха! “Ышанмайһыңмы ни!” Конечно, ышанмайым!

– Их, һин, һин дә мине аңламағас...

– Ә һин мине аңланыңмы? Миңә ҡыйын саҡта минең хәлемә индеңме? Ҡайҙа хәлгә инеү, ти, башымдан көлдөң!

– Нимә һөйләйһең һин, Гөлсәсәк! Ниндәй көлөү ул? Ҡасан?

– Миңә соҡор ҡаҙып ҡуйыуың? Һөйәркәләрең?

Әҙип йөҙөн һытты. Әллә һаташа инде бисәһе.

– Әйттем бит инде: бер кемем дә юҡ һинән башҡа тип! Ҡайҙан инде ул уй һиңә, аптырайым!

– Ә соҡор?

– Кем уйлаған һине унда төшөр тип?

– Вот-вот, уйламайһың шул. Уйларға кәрәк шул! Ярар, ваҡытың күп булыр хәҙер уйланырға!

– Гөлсәсәк! Һин ысынлап һөйләйһеңме был һүҙҙәрҙе?

Ир, тәү күргәндәй, ҡатынына текәлде. Алмаштырып ҡуйғандармы ни уны!

– Юҡ, уйнайым. Һин әйтмешләй, шаяртам ғына! Бына миңә шаярта торған көндәр килде! Үҙең ҡаҙыған соҡорға үҙең төштөң, йәнейем! – Ул кейенде лә ишекте шапылдатып ябып сығып китте. Әсәләренә киткәндер. Һуңғы йылдарҙы көн аралаш булмаһа ла, аҙнаһына бер нисә көнө шунда үтә бит уның, тип уйланы Әҙип. Ишек төбөнән тороп, сисенмәй генә карауатына барып ауҙы. Шунда ғына тәненең яныуын, ауыҙ эсенең кибеүен тойҙо. Гөлсәсәктең уҫал һүҙҙәре тураһында уйланырлыҡ та хәле ҡалмаған ине уның. Тороп, дарыу эсергә кәрәк, тип уйланы, тик тора алманы, ятҡан урынында тәрән йоҡоға талды.

Автор:
Читайте нас