

“Һуң булыуы бар”...
Тыуған йортоноң ҡапҡаһын асып инде лә бейек ҡапҡаның эске яғына һөйәлде ҡатын. Аһ, шул тиклем арыны ул! Бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙан, эш-мәшәҡәттәрҙән. Бурыс-кредиттарҙан. Мәңге бөтмәҫ ҡыйынлыҡтан! Йылдар буйына үҙ-үҙен тыйып, бығаулап йәшәүҙән!
Күҙе баҡсаға ҡоролған тимер сеткаға төштө. Имән бағанаға көҙҙән йолҡонмаған үрмә гөлдәр эләгеп ҡалған. Үҙен шул ҡороған, ҡышҡы елдәр өҙгөләп-тартып бөтөргән гөлдәргә оҡшатты. Ул да бит иренән таяныс тапмаҡсы булды. Әҙип шундай ышаныслы, шат күңелле, бер нәмә алдында аптырап ҡалмаҫтай ир-егет булып тойола ине. Ә ул, ана, төбө сереп ҡыйшая башлаған бағана кеүек булып сыҡты. Уға таянып та булмай, ышанып та. Ул үҙе, күҙен мөлдөрәтеп, бәләкәй генә, ябыҡ ҡына ҡатынынан ярҙам көтә...
Юҡ, Гөлсәсәктә ундай көс юҡ. Көс уның үҙенә лә бик кәрәк. Әсәһе дөрөҫ әйтә, уның үҙенең нервылары бөткән. Ә бөтә ауырыуҙар нервынан. Ауырыһаң, бер кемгә лә кәрәкмәҫһең. Быныһын инде ул бик яҡшы белә. Теге ваҡыт сиргә тарығас, уның хәленә инеүсе булманы ла түгелме? Башын сиргә һала тип уйланылар, көлдөләр.
Кейәүгә сыҡҡандан бирле уның көнө яҡты түгел, төнө ҡараңғы түгел. Уның көндәре лә, төндәре лә эңер, иләҫ-миләҫ. Яҡшы ҡатын булырға тырышып та арыны. Яҡшы килен булырға тырышып та ялҡты. Хәҙер тырышмай ҙа инде.
Тыуған йортонда ғына ул ирекле. Бында ғына ул – ысын Гөлсәсәк. Бында ғына аңлаусы, яҡлаусы кешеләр бар!
Әсәһе газ плитәһе янында шажлатып ҡоймаҡ бешерә ине, атаһы диванға салҡан ятып телевизорҙан Бразилия сериалы ҡарай. Ниндәй идиллия, ниндәй рәхәтлек. Йылы, тәмле еҫтәр, матур гөлдәр, асыҡ күңелле әсәһе, юҡҡа-барға көйәләнеп бармаусы атаһы. Булһа, ожмах йорто нәҡ шундай булалыр! Ниңә һуң үҙҙәрендә шулай түгел? Шулай булыр ине – ире гел эштә: йә кешеләргә бесән сабыша, йә тракторы менән ер һөрә, йә кешегә башҡа төрлө ярҙамға сығып киткән. Бер кемгә лә “юҡ” тип әйтә белмәй, бер кемдең дә үтенесен йыҡмай. Йәшәп буламы ни шулай! Ҡайҙа унда ултырып һөйләшеү, рәхәтләнеп телевизор ҡарау! Эш, эш, эш! Бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм осо-ҡырыйы күренмәҫ эш!
– Әсәй! – тип, әсәһен ҡосаҡлап алды ул. – Әсәй, беҙҙең тағы проблема!
– Тағы ни булды? – тип һораны әсәһе, табала һуңғы табикмәген оҫта ғына әйләндереп. – Әйҙә, сәй әҙерләйек, табын янында һөйләшербеҙ.
– Телефондан әйткән инем бит, Әҙипте тикшереүсе саҡыртты тип? – Гөлсәсәк бәләкәй сәйнүккә хуш еҫле һинд сәйе, еләк япраҡтары, бөтнөк япраҡтары һалды. Өйгә йәй еҫе таралды.
– Онотоп та торам, эйе, шунан?
– Шунан – шул, уны һигеҙ йылға ултыртып ҡуйырға мөмкиндәр!
Әсәһенең ҡулындағы тәрилкә, өйөлгән майлы табикмәктәре менән бергә, ҡулынан шыуып төшөп китә яҙҙы.
– Бәй, һин ни эшләрһең икән?!
Был һөйләшеүҙе ишетеп, атаһы ла табын янына килде.
– Кит унан, ысынлап һөйләйһеңме? – тине, ҡыҙына текәлеп ҡарап. Йөҙөндә бер мускул һелкенмәһә лә, саллана башлаған ҡуйы мыйык остары һелкенеп ҡуйҙы, йәшкелт күҙҙәре ҙурайып китте.
– Һуң, һеҙҙе алдап ултыраммы ни инде! – тине Гөлсәсәк, турһайып. – Иларҙай булып ҡайтып инде.
– Шунан, шунан? – Атаһы, уның һәр һүҙен ҡыпһыуыр менән тартып алырға теләгәндәй, иғтибар менән тыңлай ине.
– Тикшереүсе шулай тигән. Уға ауылдан сығып йөрөмәҫкә ҡушҡандар.
– Улай икән, улай икә-ән, – тип һуҙҙы атаһы. – Ни эшләргә беҙгә, хәлдәр былайға киткәс? – тип, сығыу юлдарын уйлай ҙа башланы.
Бына шуның өсөн ярата атаһын Гөлсәсәк. Ул бер ҡасан да проблеманы ҡатын-ҡыҙға ауҙарып ҡалдырмай. Үҙе уйлай, үҙе эшләй, үҙе үк теләһә ниндәй проблеманың сиселешен таба. Армияла алған һөнәрен бик ярата ине атаһы, ғүмере буйы элемтәсе булып эшләне, шуға бик аҡыллымы? Телефон сыбығы ҡайҙа өҙөлһә лә, сәбәбен юллап табырға кәрәк бит, аптырап ултырыуҙан файҙа юҡ.
Әҙип түгел инде: орсоҡ буйы ҡатынынан ярҙам көтөп ултырмай, йөктө рәттән егелеп тартышыр тип әллә ниҙәр өмөт итмәй! Ир булһа, һалып осорһон да тартып торғоҙһон! Ә Әҙиптең үҙен төртөп йыҡһаң да йылмайып ҡына ҡуйыр. Талаша ла белмәй бит ул, исмаһам! Бар белгәне – эш! Нисә йыл бергә ғүмер итеп, һаман шуны аңлай алмай: әллә артыҡ яҡшы кеше уның ире, әллә артыҡ йыуаш...
– Тә-әк, уны ултыртырҙар, һигеҙ йылдан әйләнеп тә ҡайтыр ул, сурт та булмаҫ! Әсәйең дөрөҫ әйтә, ә бына һин ни эшләргә тейеш!
– Булманы бит бәхеткәйе берҙән-бер баламдың! – тип илап ебәрҙе әсәһе. – Кем уйлаған былай булып бөтөр тип! Ғаяз малайына бирер инемме былай булырын белһәм!
– Ҡарсыҡ, туҡта әле, шыңшыма, – тип, уны шып туҡтатты йорт хужасы. – Бында илап ҡына файҙа юҡ, аҡыл менән уйларға кәрәк.
– Уның кредиттары күпме бит әле!
– Вәт, бына шуға һүҙҙе бормаҡсы инем мин дә. Кредиттан бигерәк, ике ҡатлы йорт, гараж, мунса, трактор, “МАЗ”, магазин... Һеҙ, тауыҡ баштар, шуларҙы уйлайһығыҙмы?
– Уйлап нимә? – тине, иренең уны наҙанға һанап һөйләшеүенә эсе бошоп, хужабикә. – Уларҙы төрмәгә күтәреп алып китмәҫ инде!
– Ул китмәҫ-китеүен. Ә үлгән ғаиләнең туғандары аҡса таптыра башлаһалар? Моральный вред, тип. Татарса әхлаҡи зыян була. “Кызыл таң” гәзитен уҡығанығыҙ юҡмы ни, унда шулай яҙалар бит! Ишеткәнегеҙ бармы шундай һүҙҙе?
Әсәле-ҡыҙлы, эскән сәйҙәрен ҡуйып, тынып ҡалдылар. Был уй уларҙың башына инеп тә сыҡмаған ине. Ысынлап та, шундай хәл килеп сыҡһа? Ул кредиттарҙан нисек ҡотолорға, ике баланы нисек үҫтерергә?
– Суд приставтарына уларға барыбер, – тине атай кеше. – Минең үҙемдең ишеткәнем булды. Район үҙәгендәге бер ирҙең, өс балаға алимент түләмәй ҡасып йөрөгәне өсөн, машинаһын тартып алғандар, фатирына арест һалғандар. Кейәү төрмәгә инер ҙә ултырыр ул. Йылы унда, ашаталар, эсерәләр. Һигеҙ йылдан баҡыр биш тин кеүек ялтырап ҡайтып төшөр, ни хәлдәһегеҙ, мин ҡайттым тип. Тик ул ҡайтыуға өйөң дә булмаҫ, мунсаң да, кейергә тишек ыштаның да, ҡыҙым!
Гөлсәсәктең йөҙө тамам ҡараңғыланды. Нимә-нимә, бындай уҡ боролошҡа әҙер түгел ине ул. Уның нисә йыл берҙе биш итеп тырышҡандары, интегеп, берәмтекләп йыйған донъялары шулай бик тиҙ генә юҡҡа сығырмы? Әлеге лә баяғы шул хәстрүш ире арҡаһында!
Ул, аптырап, атаһына ҡараны. Ә уның тәрән күлдәй ҡарағусҡыл йәшел күҙҙәрендә өмөт уты яна ине. Әһә, тимәк, ул ни эшләргә кәрәген белә! Их, атай, атай, әл дә һин бар, тип уйлап алды ул, һин иҫән булғанда, мине бер кем дә ҡыйырһыта алмаясаҡ! Аталы бала – арҡалы, тип, юҡҡа әйтмәйҙәр.
– Бындай саҡта бер генә юл ҡала, ҡыҙым!
– Ниндәй юл, атай?
– Айырылышырға!
Ҡатын тынып ҡалды. Атаһының дөрөҫ яуап табырын белә ине инде ул. Тик, ниңәлер, ул яуап башҡасараҡ булыр кеүек ине. Быныһы башҡа һыймай торғаныраҡ хәл ине.
– Эйе, эйе, – тип, ҡыҙып, дөрөҫ сиселеш тапҡанына ҡыуанып, атай кеше һүҙен дауам итте: – Ниңә ҡурҡып торорға? Закон буйынса, бөтә мал-мөлкәттең яртыһы һинеке! Судҡа тиклем айырылып өлгөрһәң, һинең өлөшкә бер кем дә тейә алмаясаҡ. Әле балаларҙың өлөшө лә бар!
– Атай, айырылышыуҙы фиктив итеп тә була бит?!
Гөлсәсәк шулай тип ысҡындырҙы ла, үҙ һүҙҙәренә үҙе үкенеп тә ҡуйҙы. Атаһының кейәүен өнәмәгәнен белә ине бит инде.
Ни сәбәплелер, атаһы ҡыҙып китмәне.
– Нисек булһа ла булһын, тик айырылырға кәрәк, башҡа юл юҡ! – тине ныҡлы ышаныс менән.
Был һүҙҙәр Гөлсәсәктең күңелен ҡуҙғатып ебәрҙе. Айырылышу хаҡында үҙенең дә уйлағаны булды бит. Тик... ысын итеп түгел. Әҙипкә асыу итеп кенә. Ә атаһы ул уйҙарҙы ысынға ашырырға ҡуша. Дөрөҫ, тәрәндән уйлағанда, уның һүҙҙәрендә, ысынлап та, хаҡлыҡ бар. Бар ғына түгел, ул дөрөҫ әйтә, әлеге ситуацияла был – берҙән-бер дөрөҫ юл. Дөрөҫ, усаҡ өйөмөндә ҡалған һуңғы күмер киҫәгеләй, һүрән генә тағы бер хис быҫҡый. Был – йәлләү хисе. Нисек кенә булмаһын, Әҙип йәл. Ул ғына түгел, бергә йәшәлгән йылдары, бергә үтелгән юлдары йәл. Нисек итеп уларҙы бер тында сабып өҙәһең! Улар бит бәғергә һеңгән, йөрәк түренә үрләгән! Әле эт менән бесәй шикелле йәшәһәләр ҙә гел улай түгел ине бит!
Бар ине Әҙиптең мөхәббәттән иҫереп уға сәскә ташыған саҡтары! Бер кем ауылда йөрөгән ҡыҙына сәскә ташымай, ә ул ташый ине. Бер гөлләмәһе шиңергә өлгөрмәй, ә ул икенсеһен күтәреп килә ине. Гөлсәсәктең, тәҙрә ябыуы артына йәшеренеп төнгө урамды күҙләгән, егеттең мотоциклы ҡасан тауыш-тынһыҙ ғына килеп туҡтар тип, һағалаған төндәре – улар ҙа бар ине бит! Тауыш-тынһыҙ, сөнки уларҙың өйө эргәһенә етергә дүрт-биш йорт ҡалғас, двигателен һүндерә. Ә күрешеү тураһында кисә кистән һүҙ ҡуйышҡандар – әлеге кеүек телефондар юҡ!
Уның хисләнеп китеүен әсәһе һиҙмәне лә. Ире яҡҡан усаҡҡа утын өҫтәне:
– Эйе, ҡыҙым, атайың дөрөҫ әйтә. Әл дә ул бар, ни эшләр инек!
– Белмәйем, – ти Гөлсәсәк. – Мин... мин ҡурҡам.
– Ыштанһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡырға кәрәк! – тине атаһы. – Ауыҙ асып торор саҡ түгел. Саҡыр бөгөн үк Әҙипте. Ҡурҡһаң, үҙем һөйләшәм.
– Юҡ, атай, туҡта, ашыҡма. Тағы бер ҡат ныҡлап уйлайыҡ әле!
– Иртәгә һуң булыуы бар! – тине атаһы. – Мин бит һин тип тырышам, ҡыҙым. Аңла, был эште тиҙ тоторға кәрәк!
– Хет бер аҙна! – тине Гөлсәсәк. Унан, атаһының тағы ниҙер әйтеүенән ҡурҡҡандай, тиҙ-тиҙ кейенә башланы. – Мин ҡайтайым әле. Һыйыр һауылмаған.
– Уйла, ҡыҙый, – тип ҡалды атаһы. – Асыуы ҡабара башлаһа, ул шулай “ҡыҙый” тип өндәшә торған ине. – Һуң булмағайы!
– Ҡыҙым, туҡта, мә, балаларға күстәнәс! – тип, әсәһе уға йылы табикмәктәр төрөп бирҙе.
Гөлсәсәк, әсәй йылыһы һеңгән, тәмле еҫ аңҡыған төйөнсөктө күкрәгенә ҡыҫып, үҙҙәренә ашыҡты.
Янғын
– Пожа-ар! Пожа-ар! Әҙиптәр яна-а!
Йөрәге алынған Заһиҙә ап-аҡ ойоҡбаштан апрель урамына йүгереп сыҡты. Шулай, өҫтөнә лә, аяғына ла кеймәгән килеш, түбән осҡа – улдарының йортона табан – йүгерҙе.
Ике-өс урам үтеүгә һулышы бөтөп, бөгөлөп төштө. Янғын сыҡҡанын ишетеп йүгерешә башлаған кешеләр уны күреп алдылар. Кемдер үҙенең шәлен, фуфайкаһын сисеп бирҙе. Ул, һулышы бер аҙ тигеҙләнеүгә, шул фуфайканы кейер-кеймәҫ, шәлде ябыр-япмаҫ ҡуйы ҡара төтөн урғылған яҡҡа ынтылды.
Аһылдап килеп еткәндә байтаҡ халыҡ йыйылған ине инде. Кемдер тырма, һәнәк тотоп килгән, кемдер биҙрә тотҡан. Ләкин ут сорнаған мансардалы бейек йортҡа бер нисә биҙрә һыу нимә инде! Батырыраҡ егеттәр, баштарына өҫ кейемдәрен бөркәнеп, ут эсенә йүгереп инеп китәләр ҙә, берәр кейем-фәләнме, ултырғысмы күтәреп сығалар.
Әсә, ҡулдарын ҡанат һымаҡ йәйеп, шул яҡҡа атылды.
– Ебәрмәйем! Ҡайҙа инәһең ут эсенә! Янаһың бит! – тип, асырғаланып, береһенең юлына ҡаршы төштө, икенсеһенең ҡулына йәбеште.
Уны тыңланылар. Уны ситкә этәрергә ҡыйманылар.
– Күршеләрҙең өйөнә һыу һибегеҙ! Ел улар яғына иҫә!
Ысынлап та, көньяҡтан иҫкән яҙғы ел төтөн болотон күршеләр яғына ҡыуалай, ул, ҡурҡыныс бер аждаһа һымаҡ, ул йортҡа ла үрелергә маташа ине.
– Әҙипте күрмәнегеҙме?! – тип һораны Заһиҙә баяғы егеттәрҙән.
– Малдарҙы сығарырға китте! – тинеләр улар.
Заһиҙә инде аҙбарға табан йүгерҙе. Улы, ҡыуалап, күҙе-башы аҡайған һыйырҙы аҙбарҙан сығарырға маташа ине. Заһиҙә, һыйырҙы муйынсағынан тотоп, тартҡас, малҡай тыңланы, ҙур күҙҙәрен аҡайтып, үрле-ҡырлы һикереп, ихатанан сабып сығып уҡ китте.
– Килен ҡайҙа? Балалар? – тип, ҡурҡып һораны Заһиҙә.
– Гөлсәсәктәргә төшөп киттеләр.
– Әлхәмдүлилләһи шөкөр! – тип, өҫтөнән тау төшкәндәй, еңел һуланы әсә. – Аллаға шөкөр, иҫән-һау икән барыһы ла! Тик һин, улым, егеттәрҙе иҫкәрт, ут эсенә инмәһендәр!
– Документтарҙы эләктереп сыға алдым! – тине Әҙип, әсәһенең күңелен тағы ла күтәрергә теләгәндәй.
– Пожарныйҙарға шылтыраттығыҙмы?
– Эйе. Улар килмәй бер нәмә лә эшләп булмай инде бында. – Ишек яғынан сыҡҡан бит!
– Нимә булды һуң? – тине ул, улының күҙҙәренә ҡарап.
– Мин өҫтә телевизор ҡарап ята инем. Ҡара әле, мин әйтәм, күршеләр мунса яҡҡан, төтөнө инә, тимен. Ни эшләп аҙна уртаһында яҡҡандар икән, тип тә уйланым әле.
– Газың янып тора инеме әллә?
– Юҡ инде, әсәй, һин бөтөнләй.
– Бәй, ҡайҙан сыҡты икән ул ут? – тине, уларҙы тыңлап торған бер ҡатын, үтә лә ҡыҙыҡһынып.
– Йөрәгенән! – тине лә Заһиҙә, тиҙ-тиҙ атлап, урам яҡҡа сыҡты.
Унда янғын һүндереү машинаһының килеп туҡтағаны күренде. Шөкөр, күрше-күләнгә, аҙбар-ҡураға, урамдағы киоскка үрләй алманы ялҡын, тиҙ һүндерҙеләр. Өй урынында бүрәнә өйөмө генә быҫҡып-төтәп ҡалды...
***
Улар йорттарын һатып алынған ихатаға һалғайнылар. Әлеге милектә бер иҫке генә, бәләкәй генә өй бар. Уны йәй көнө ҡулланалар, эҫе селлә көндәрендә Гөлсәсәк, яңы өйгә пар сыҡмаһын өсөн һурпа-фәлән, ҡыҙыл эремсекте шунда ҡайната ине. Йәшәр өсөн бөтә кәрәк-ярағы эсендә. Әҙип бер-ике көн әсәһендә ҡунды ла шул өйҙөң мейесен яғып йылытып, унда йәшәй башланы. Балалар янғын сыҡҡан көндө әсәйҙәре менән ҡартаталарына ҡуна киткән килеш шунда тороп ҡалдылар.
Ниңәлер, өйҙәре янғанға артыҡ ҡайғырманы кеүек ул. Шулай тейеш булғандыр, тип, үҙен-үҙе йыуатты. Был бәлә беренсеһен – аварияны аҙ булһа ла оноттороп торорлоҡ сәбәп булды, буғай.
Гөлсәсәк кенә янғындан һуң дауаханаға ятты. Ҡулдары ҡалтырап, йөрәге дерелдәп тора башлаған ҡатынды бер һүҙһеҙ алдылар. Әҙип ике мәртәбә хәл белергә барҙы. Теге барғанда ла, быныһында ла Гөлсәсәк иланы ла иланы, палатала кеше лә булғас, йүнләп һөйләшә лә алманылар. Ярай, ҡайтҡас, ултырып бер аңлашырҙар әле.
Ауыл башында автобустан төшөп ҡалған ир, апрель айының епшек юлынан үҙҙәренә табан атланы. Әсәйҙәренә инеп торманы инде, күҙ һалып ҡына үтте. Юлда осрағандар менән иҫәнләште, хәл-әхүәл һорашты. Кемдең кемлеге ауыр саҡта беленә, ти. Шуныһы аптыратты, был юлы ауылдаштары уға ҡырын ҡарамай кеүек тойолдо. Кем менән һөйләшеп тормаһын, барыһы ла тиерлек, “ҡайғырма, баш иҫән булһа, донъя малы табылыр” тигән мәғәнәлә һүҙҙәр һөйләп, уға килгән бәлән аҙ булһа ла еңеләйтергә тырыштылар. Ҡулынан эш килерҙәйҙәре, өй күтәрһәң, өмә ит, килербеҙ, ярҙамлашырбыҙ, тинеләр. Өмәләр элегерәк була торған ине, онотолоп та бара инде улар. Бына бит, кәрәк саҡта, уныһы ла иҫкә төшә.
Кискелеккә аш ҡуйып ебәрҙе, һыйырҙы һауҙы. Шамил уның янына ҡуна килгән ине, маладис, малдарҙы ҡараған, тауыҡтарға ем һалған.
Өйҙә йылы, тәмле еҫтәр аңҡытып һимеҙ ҡаҙ һурпаһы ҡайнай. Тик ҡатын-ҡыҙ булмағас, өйгә йәм ҡунмай. Их, тиҙерәк һауыҡһын ине Гөлсәсәк!
Төндә ҡаҡ һикелә әйләнә-тулғана оҙаҡ ҡына уйланып ятты Әҙип. Артабан ҡайҙа йәшәйәсәген уйланы. Төрлөсә план ҡороп ҡараны. Бәлки, ҡатыны төп нигеҙгә күсергә риза булыр. Элек шулай бергә-бергә йәшәйҙәр ине бит әле. Атаһы ла иҫән, һыялар, бер тауыш-тын сыҡмай ине. Унан “МАЗ”ын һатып ебәрер. Йәшәп торорға, балаларға кейем-һалым алырға аҡса кәрәк бит. Апаһы, адвокат яллайбыҙ, тине, уға ла сығымдар кәрәк буласаҡ.
Өйө янған кешеләргә район хакимиәте ағасҡа рөхсәт бирә, ти. Ул ағасты киҫеп, ҡайыҙлап һатырға, аҡсаһына, страховка аҡсаһын да ҡушып, әҙер ҡоро бура алып була бит. Бер йәйҙә үҙе лә эшләп сыға уны, иптәшкә берәр оҫта булһа. Шамил да ҡул аҫтына инер, өйрәнсеккә яҡшы булыр.
Ана шулай үҙенсә ҙур-ҙур хыялдар ҡороп ҡуйҙы ир. Уларҙы ҡатыны менән дә бүлешәһе ине. Ул нимә тиер? Әллә уның кирбестән һалдырғыһы килерме? Кирбескә лә риза Әҙип. Бер йылды йәй буйы район үҙәгендә бер түрәгә йорт һалдылар. Кирбес-бетон эшен шунда өйрәнде. Уға эште өйрәтәһе юҡ, кемдеңдер эшләгәнен бер ҡарап торһа – етә, тағы ла оҫтараҡ итеп эшләп ҡуя ала, ниндәй эшкә лә ҡулы ята.
***
Гөлсәсәкте дауахананан алырға күршеһенең машинаһы менән барҙылар. Элегерәк уға аҡса биреп торғаны булды, башҡа үтенестәрен дә кире ҡаҡмай ине, шуғалырмы, бер һүҙһеҙ тыңланы. Бензин хаҡын да алманы хатта.
Ҡатыны ғына иҫке “Лада”ға ултырырға ҡыйынһындымы, тегеһе ишетмәгәндә Әҙипкә:
– Тағы ла иҫкерәген таба алманыңмы? – тип бышылданы.
Ир был төртмәле һүҙҙәрҙе ҡолағына ла элмәне, Гөлсәсәктең терелеүе уның өсөн ҙур шатлыҡ ине. Төрттөрә башлаған, тимәк, ысынлап та терелгән! Уның хатта шул төртмә телен дә һағынды бит ул.
Ун биш-егерме минутта улар ауылға ҡайтып та еттеләр. Күршеһе уларҙың ихатаһы эргәһенә килеп туҡтаны. Ул багажниктан тиҙ-тиҙ ҡатынының әйберҙәрен ташый башланы. Рәхмәт әйтеп, яңынан ихатаға инһә, ҡатыны өй нигеҙенә ҡарап ҡатып ҡалған. Ул үҙе, әллә инде көнөнә әллә нисә үтеп-һүтеп йөрөгәнгәме, йорто яныуға күнгән ине. Хыял илендә, өмөттәр менән йәшәне бит был көндәрҙе. Ә Гөлсәсәк дауаханала онотолобораҡ торған ҡайғыны бына тағы өр-яңынан кисерҙе. Ыржайып, тешһеҙ ауыҙ һымаҡ асылған баҙ, яҙғы бысраҡ менән буталып бөткән күмер-ҡоромло таҡта-бүрәнә киҫәктәре... Бер ситтә өйөлгән сепрәк-сапраҡ, ҡап-ҡара тәрилкә-сынаяҡ, мейес-табалар...
Өҫтәүенә, “Лимитед-Интернейшенел”... Күпме өмөт бағлаған компания етәкселәре көндәрҙең береһендә, һыуға төшкәндәй, юҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Телефонды алмайҙар, интернеттағы биттәре ябылды! Дауахананан бер көндө һорап сығып, офистарына барып килгәйне. Шундай ауыр саҡта счетына бонус-фәлән килеп төшмәҫме тигән өмөтө бар ине. Тик ябыҡ офис ишеге төбөндә үҙе кеүек өс ауыл ҡатынынан башҡа кеше юҡ. Улар ул көндө дүртәүләп нимәлер көтөп ултырҙылар-ултырҙылар ҙа таралыштылар. Икенсе көндө барһа, ул офис бүлмәһен бөтөнләй башҡа ойошма арендаға алып эшләй башлаған. Ә бит Гөлсәсәк был “Лимитед-Интернейшенел”ға, кредитҡа алып йөҙ мең аҡса илтеп бирҙе! Иҫәпләүе буйынса, бурысы ла, бурысы буйынса проценттар ҙа аҙна һайын тамып торасаҡ бонустар хисабына бик тиҙ ҡапланырға тейеш ине бит!
Ул тирә-яғына күҙ һалды. Йә, Хоҙай! Ни өсөн! Ни өсөн ул шундай бәхетһеҙ! Нисә йыл ҡорған донъяң күккә осһон! Бына был сынаяҡ сервизын уларҙың туйҙарына Гөлсәсәктең ике туған апаһы бүләк иткәйне. Ҡунаҡ килгәндә генә тота ине, матурлыҡ өсөн шкафҡа теҙеп ҡуйған ине. Ана ҡоймаға уның яратып кейгән ҡышҡы пальтоһы эленгән. Ҡыйбатлы яғаһы өтөлгән, буй-буй һары эҙҙәр ҡалған. Ул уны Өфөгә барып, көн буйы эҙләп һатып алды. Әҙип елләтергә тип элгәндер ҙә онотҡандыр инде – яҙғы ямғырҙа шәмәреп бөткән... Әрәм булған пальтоһын йәлләпме, үҙен ҡыҙғаныуҙанмы, күҙенән берәм-берәм йәштәре тәгәрәргә тотондо. Шул саҡ ире уның арҡаһына ҡағылды. Ҡосоп йыуатмаҡсы булды. Ҡатын тупаҫ итеп уның ҡулын этеп ебәрҙе. Бына ул ғәйепле! Ул! Артына ут ҡапҡанды ла һиҙмәй өҫкө ҡатта ятҡан! Ә Гөлсәсәк ауырыу килеш тә, ҡатын-ҡыҙ башы менән дә аҡса эшләргә тырышып йөрөгән булғайны. Шулай тип, кредитҡа батты!
Эсендә һүнмәй быҫҡыған асыу күмерҙәренә ел өрҙөмө ни – был уйҙарҙан асыу хисе тағы ла яңыраҡ көс менән яна башланы. Һәм ул һуңғы бер нисә йыл йөрөткән икеләнеүҙәренә, ниһайәт, сиселеш тапты.
Бер һүҙ ҙә әйтмәй боролдо ла ҡапҡаға табан китте. Ире уның артынан эйәрҙе.
Ахмаҡ кеше һымаҡ, йылмайып, ҡосағын йәйеп һөйләнеүен белде:
– Гөлсәсәк, әйҙә, йәйге өй бына тигән йәшәрлек.
Ҡатын өндәшмәне, ирҙең ҡулынан үҙенең бәләкәй сумкаһын йолҡоп тигәндәй алды ла ҡапҡаны асып, урамға сыҡты һәм артына боролоп та ҡарамай, әсәләренә йүнәлде.
Әҙиптең уның артынан йүгерәһе, ҡайт, йәнем, тип ялынаһы килде. Тик баҫҡан урынынан ҡымшана ла алманы.
Хәҙер ни эшләргә?
Ҡатыны иртән ҡайтмағас, төш ваҡыты еткәндә, ул ҡайны-ҡәйнәһенең өйөнә китте. Барып ингәндә барыһы ла өйҙә ине. Уны күреү менән, ун йәшлек ҡыҙы:
– Атай! – тип, уның янына йүгереп килде.
Атаһы уның башынан һыйпап арҡаһынан ҡаҡты:
– Эһе-һе! – Минең ҡыҙым әллә тағы ла үҫеберәк киткән инде! – тине.
Ысынлап та, Дилара атаһына оҡшап, буйсан да, асыҡ та булмаҡсы, ахыры.
Ҡәйнәһе, ғәҙәтенсә, аш-һыу менән булыша. Шамил эске яҡта ноутбукта ултыра, атаһы менән күреште лә тағы экранға төбәлде. Эшкә уңған булһа ла, ул электән үк күп һүҙле түгел. Атаһы менән булған хәлдәрҙән һуң бөтөнләй өндәшмәҫкә әйләнде тиһәң дә була.
Ҡайныһы телевизор ҡарай ине. Кәйефе юҡ. Кейәүенең сәләмен теләр-теләмәҫ кенә алды.
Гөлсәсәк, ҡулына журнал тотоп, тәҙрә буйындағы креслола ултыра.
– “Тулпар” ниҙәр яҙа? – тине Әҙип, уның ҡаршындағы креслоға ултырып, һүҙ башларға сәбәп булһын өсөн.
– Төрлөһөн яҙа! – тине Гөлсәсәк, иренен бүлтәйтеп.
Ярай, үтер әле. Ҡатыны шулай үпкәләп ала ла унан көйләнеп китә торғайны.
– Мин Шамилды алырға килдем. – Ир урынынан тороп баҫты. – Эштәр бар. Һинең менән дә һөйләшергә ине.
– Нимә һөйләшәһең минең менән?
– Өй тураһында инде. Шул урынға күтәрәбеҙме, әллә баҡсаға, яңыраҡ нигеҙ ҡорабыҙмы?
– Белмәйем! – тине ҡатыны. Үпкәһе ныҡ ине, ахыры. Иң ҡыйыны шул – уның ниңә үпкәләгәнен аңламай ҙа ҡалаһың.
– Улайһа, Шамил менән икәү уйлашырбыҙ, – тине атай кеше. – Шамил, әйҙә, кейен, улым. Нигеҙгә урын ҡарап, үлсәрбеҙ. Өлгөрһәк, бөгөн ҡаҙыуҙы башларбыҙ.
Шамил, урынынан тороп, ноутбугын өҫтәлгә ҡуймаҡсы булды.
Шул саҡ Гөлсәсәк һикереп тороп баҫты ла:
– Юҡ! Һин бер ҡайҙа ла бармайһың, Шамил! – тине, ҡәтғи итеп.
Әҙип, аптырап, ҡатынына ҡараны.
– Ниңә? Ул бит – хәҙер ҙур егет! Миңә ярҙам итер!
– Етәр! Беҙ һиңә күп ярҙам иттек инде!
Ир шунда ғына күрҙе: ҡатынының битенә, маңлайына тимгел-тимгел ҡыҙыл таптар бәреп сыҡҡан. Бик ныҡ тулҡынланғанда ғына шулай ҡыҙара ине ул.
Гөлсәсәк, ҡыҙып-ҡыҙып:
– Унда беҙҙең беребеҙ ҙә аяҡ баҫмаясаҡ! – тине. Киренән креслоға ултырҙы һәм ҡулына журналын алды.
Әҙип ҙур яҡтың бүлмә уртаһында баҫып ҡалды. Бите ҡыҙарып сыҡты, оҙон ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды.
– Ярай, мин китәйем инде, улайһа, – тип, ишеккә табан боролдо.
Шунда был хәлдәрҙе күҙәтеп торған Дилара атаһын килеп ҡосаҡланы:
– Атай! Мин барам һинең менән! – тине, иламһырап.
Әсәй кеше тағы һикереп торҙо ла, ҡыҙын ҡулынан тотоп, елтерәтеп, ҡартатаһы янына диванға ултыртты:
– Мин нимә тинем һиңә!
– Атай бер үҙе ни эшләй унда? – тип, илап ебәрҙе Дилара. – Ул бер үҙе ҡурҡыр бит!
– Тик кенә тор!
Ҡыҙ тынып ҡалды. Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙарып сыҡты.
Шул саҡ диванда ултырған ҡайныһы телгә килде:
– Нимә, кейәү? – тине ул.
Кейәү кеше, аптырап, ҡайныһына ҡараны. Ул һалҡын йылмая ине. Йәшел күҙҙәре асыу сәсә. Ҡулдары ҡалтырай.
– Бына, кейәү, яҡшы машинаң юҡмы хәҙер?! – тине ҡайныһы. – Өйөң дә юҡ!
– Ҡайным, нимә һөйләйһең һин? – Кейәү кеше тамам аптыраны. – Шаяртыуың шулмы?
– Шаяртыр саҡ түгел! – тине ҡайныһы.
– Ҡайғырма юҡҡа, ҡайным! – тип, көлмәксе булды Әҙип.
– Мин ҡайғырмайым ул. Бына һиңә ҡайғырырға кәрәк!
– Яңыһын алабыҙ уның. Машина булмаһа, трактор бар. Өйҙө быйыл йәй үк һалып сығабыҙ. Страховкаланған бит.
– Алырһың. Һалырһың. Тик минең ҡыҙымдан башҡа! – тине ҡайныһы, тороп баҫып. – Минең ҡыҙым ул бәхетһеҙ нигеҙгә бүтәнсә һыңар аяғын да баҫасаҡ түгел! Ул юғалмаҫ. Бына һин ни эшләрһең? Ҡатынһыҙ ҙа ҡаласаҡһың әле һин! Бомж көнөнә төшәсәкһең!
– Гөлсәсәк?! – тип, ҡатынына боролдо Әҙип. Тик ҡатыны һикереп торҙо ла, башын эйеп, ашығып, алғы яҡҡа, әсәһе янына сығып китте.
– Туҡта әле, ҡайным. Ҡыҙың өсөн ни эшләп һин хәл итәһең?
– Ул күптән хәл ителгән инде! Һинеке лә хәл ителгән! – Ҡайныһы, һүҙҙе бөткәнгә һанап, урынына ултырҙы. Телевизор пультын алып, бер каналдан икенсеһенә күсерергә тотондо, унан тауышын ныҡ итеп асып ҡуйҙы.
Әҙип, үҙе лә һиҙмәҫтән, телевизор янына барып баҫты. Йөҙө ҡып-ҡыҙыл булды. Йолҡҡандай итеп, телевизорҙың шнурын розетканан тартып алды. Нимәлер эҙләгәндәй яҡ-яғына ҡаранды ла уң ҡулын йоҙроҡлап, диванда ултырған ҡайныһы өҫтөнә бара башланы.
– Ә һин минең өсөн хәл итергә ашыҡма! – тине уҫал итеп. Күҙҙәрендә утлы осҡондар ялтлап китте. – Ашыҡма!
Ҡайныһының йөҙө ҡурҡыштан ап-аҡ булды. Башын йәшерергә теләгәндәй эйеп, ҡулбаштарын күтәреп, бөрөшөп ҡалды. Ҡулдары, үҙе лә һиҙмәҫтән, битен һаҡлап, өҫкә күтәрелде. Шаярғылап өндәшһә лә, бер ҡасан ҡаршы һүҙ әйтмәгән, ауыҙын һүгенеү һүҙе менән бысратмаған кейәүенән быны көтмәгәйне, буғай. Йыуаштан йыуан сығыуы тигәндәре шул икән.
Кейәүе иһә ауыр эштән сыныҡҡан, тимерҙәй ныҡ, ҙур йоҙроғон уның баш өҫтөндә күтәреп торҙо ла сараһыҙҙан ныҡ итеп һелтәне. Тирә-яғына тағы бер ҡараш ташланы. Шамил тиҙ генә ҡарашын ноутбукка күсерҙе. Тыштан тыныс күренһә лә, әсәһенеке кеүек үк, муйынына ҡыҙыл таптар сыҡҡан. Дилара, күҙҙәрен ҙур асып, сейәләй матур ирендәрен бөрөштөрөп, бәләкәй мендәрҙе ҡосаҡлаған. Ҡото осоп, бер ҡартатаһына, бер атаһына ҡарай.
Әҙип, бәләкәй яҡҡа сыҡты. Урта ишек яңағы артына боҫҡан, ҡурҡҡан ҡатынын күреп, туҡталып ҡалды. Уға ҡарап торҙо-торҙо ла, янына барҙы ла, ҡулын һелтәп, тышҡа йүнәлде.
Элгестән өҫ кейемен алырға онотҡан икән. Башына һуғып иҫәнгерәтелгән кешеләй, үҙ ихатаһы яғына атлағанда ғына һалҡын ел иҫеүен тойҙо. Инде төҙәлгән булһа ла һынған аяғы һулҡылдап һыҙларға тотондо һәм үҙе лә һиҙмәҫтән ныҡ көрһөнөп ҡуйҙы. Сатанлай төшөп, атлауын дауам итте.
Был ни булды инде, тип уйланды ул. Айҙар Ғәлимов йырлағанса, “был ни был“? Үпкәләшеүҙәр, һүҙләшеүҙәр күп булды, тик былай булып бөтөр кеүек түгел ине! Бер китһә китә икән кирегә! Юҡ, машина өсөн, йорт өсөн дә үтә ныҡ хафаланмаған ине ул. Донъя малы табылыр тип фекер йөрөттө... Һынған аяҡ төҙәлгән кеүек, яңы машина ла алыныр, йорто ла һалыныр ине. Үҙен онотоп, Гөлсәсәк, балалар өсөн йәшәр, улар өсөн тырышыр ине. Тик хәҙер ни эшләргә? Гөлсәсәк уның тырышыуына мохтаж түгел. Балалар әсәйҙәренең һүҙен һөйләр. Уның бер үҙенә кәрәкме һуң яңы өй?
Дауамы бар.