Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Август 2022, 14:25

Һуң түгел Повесть (дүртенсе өлөш) Дилбәр БУЛАТОВА

– Бына шулай, ҡустым! Так што, ташла һин һәйбәт булып ҡыланыуыңды! Төкөр бөтәһенә! Әйҙә, тот минең менән йөҙ грамды!

Һуң түгел Повесть (дүртенсе өлөш) Дилбәр БУЛАТОВАҺуң түгел Повесть (дүртенсе өлөш) Дилбәр БУЛАТОВА
Һуң түгел Повесть (дүртенсе өлөш) Дилбәр БУЛАТОВА

Яҙғы кис

Ҡаршыһына килгән Әкрәмде күреп, ҡул биреп иҫәнләште лә, үҙ юлы менән китмәксе булды. Тегеһе:

– Гөлсәсәк ҡайтмаймы ни? – тип һораны, ҙур түңәрәк күҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ асып.

Ҡайҙан белә икән, тип аптырап уйланы Әҙип. Күрәһең, был һүҙҙәрҙе ҡысҡырып әйткән. Әкрәм:

– Ниңә, ауыл ерендә, әҙерәк башыңды эшләтһәң, кемдең ҡайҙа барғанын, кемдең нимә эшләгәнен тиҙ белеп була бит! – тип хихылдап көлөп ҡуйҙы. – Ҡайҙа, берәр йәшереп ҡуйғаның юҡмы? Баш сатнай, малай! Кисә һабаҡташтар менән осрашыу булды бит. Себерҙәр беҙҙе һыйланылар. Кәнишне, һыйлаһындар! Улар унда аҡса һуҡҡанда, беҙ ауылды тотоп торабыҙ бында!

– Әйҙә! Бар.

Әкрәмдең шунда уҡ күңеле күтәрелеп, ауыҙы ҡолағына ҡәҙәр йырылып китте.

– Әллә ысынлап?

– Әйҙә, күп һөйләйһең.

– Әл дә һин бар! – тип, Әкрәм Әҙиптең бер уң, бер һул яғына сығып, уға ярарға тырышып атланы. – Мин беләһеңме, һиңә картуф ултыртышып бирәм! Иртәгә үк киләм, орлоҡлоҡ картуфыңды әҙерләп ҡуй!

Унан алты йәшкә өлкән был ир, әсәһе үлеп киткәс, өйөндә яңғыҙы ғына тороп ята ине. Ферма бар саҡта малсы булып эшләне. Ферма бөтөп, ҡаралтыларын күрше ауылға һүтеп алып киткәс, эшһеҙ ҡалды, ҡатыны балаһын күтәреп ҡалаға сығып китте. Әсәһе иҫән саҡта, пенсия аҡсаһы икеһенә лә еткәндер инде. Хәҙер ҡайһылай йән аҫырайҙыр – белмәҫһең. Мал-тыуары ла юҡ, картуф та ултыртмай. Газ инмәгән, утын киҫмәй. Ҡасан ҡарама, иҫерек. Уның ишеләр колхоз МТС-ы тирәһендәге тимер-томорҙо әллә ҡасан һатып эстеләр. Аҡса инә торған берҙән-бер юл – әбей-һәбейҙәрең йомошон тыңлау. Түтәлдәрен ҡаҙыша, картуф ултыртыша, һалам-бесәнен килтерешә, тиреҫтәрен сығарыша шунда. Ингән бөтә аҡсаһы уның кеҫәһенән район үҙәгендәге, туҡталыш янындағы киоскка ағыла. Сөнки унда “фанфурик” тигән, бәләкәй генә флакондарҙа осһоҙ спирт һатыла...

Йәйге өйгә килеп ингәс, Әкрәм тел шартлатты:

– Ҡара, һинең йәйге өйөң минең ҡышҡы өйҙән ҙурыраҡ икән! Һәй, былай булғас, ҡайғырма! – тип, үрелеп, Әҙиптең иңбашына һуғып алды.

– Йә, Әкрәм ағай, мә берҙе тотоп ҡуй! – тип, хужа стаканға араҡы ҡойҙо. Һыуытҡыстан өҫтәлгә тәрилкәһе менән ит, картуф сығарҙы. – Һин һыйлан, Әкрәм ағай. Ә мин һыйырҙы һауып инәм, көтөү ҡайта, – тине.

Шул саҡ Әҙиптең кеҫә телефоны шылтыраны. Әллә Гөлсәсәкме, тигән өмөттө һындырып, экранда Булат Ғайсиндың исеме ҡалҡты. Иртәгә сәғәт туғыҙға килеп етергә ҡуша.

Һыйырҙы һауып, малдарҙы төнгөлөккә ябып инеүгә Әкрәм тәрилкәне ялт иттереп һыпыртып ҡуйғайны. Үҙе иҫке диванға һуҙылып ятҡан. Тороп ултырып, тағы өмөтлө күҙ ҡарашы менән текәлде:

– Әйҙә, ҡустым, булғас-булһын инде, тағы бер йөҙ грамм ҡой ҙа.

Быныһын да эсеп ҡуйғас, кәйефе бөтөнләй күтәрелеп китте. Биттәре ҡыҙарып янып китте, күҙҙәре ялтыраны. Теле сиселеп, бер туҡтауһыҙ һөйләнә башланы:

– Бына, ҡустым, һин уйлайһың инде, был алкаш Әкрәм бер нәмә лә белмәй, бер нәмә лә күрмәй тип. Ю-уҡ, мин барыһын да беләм! – Ҡара тырнаҡлы бармағын күтәреп, янаны: – Барыһын да беләм!

– Нимә беләһең, Әкрәм ағай! – тине Әҙип.

Ул уның һүҙҙәрен ысынға ла алмай ине. Һөйләнәме – һөйләнһен. Эргәлә кеше булғас барыбер еңелерәк. Үҙе, тик тормайым тип, кисә яра башлаған картуфына тотондо. Ваҡыт бара, ер кипкән, был аҙнанан ҡалмай картуф ултыртырға кәрәк.

– Һиңә ҡыйын инде, ҡустым, беләм. Һин – һәйбәт кеше. Һин, минең әсәй иҫән саҡта, өй түбәһен ябып биргәйнең. Атайың Ғаяз ағай уҫалыраҡ ине, кәнишнә. Ну һәйбәт уҫал ине, мәрхүм. Бер кемде лә эшһеҙ тотмай ине. Мин бит уны беләм. Нисә йыл электер инде, уныһы хәтерҙә юҡ. Ну бер көн шулай, әлеге лә баяғы, баш ауыртып, фермаға сыҡмай ҡалдым. Завферма туйға киткән ине. Ғаяз ағай фермаға килеп ингән. Иртәнге алтыла. Малдар мөңрәшәләр, астар. Шунан был килеп инде бит беҙгә. “Нимә, Әкрәм ҡустым, хәлең юҡмы ни?” – ти. Мин әйтәм: “Юҡ!” “Малдарҙыҡы ла булмай бит һин бармағас, – ти. – Дауай, һалҡын һыу менән һәйбәтләп йыуын да фермаға сап! Беләһеңме шуны – күршең Әхәт күптән һинең урынға ҡыҙығып йөрөй бит”, – ти. Әхәтте һүгә-һүгә фермаға киттем. Һуңынан, Әхәт Себергә китеп барғас, бер ҡайтҡанында ситләтеп кенә һорашам, тегенең уйында ла булмаған! Бына шундай ине ул Ғаяз ағай. Тик һин уға оҡшамағанһың. Һин – икенсе. Ул кеше эшләтергә һәйбәт ине – һин эште үҙең тотоп эшләргә яратаһың. Дауай, һал инде тағы берҙе, ҡустым!

Тағы ҡойһа, өйөнә ҡайтып етә алмай инде был. Ярай, ҡайтмаһа, ҡуна ҡалыр. Яңғыҙың төн сыҡҡансы, янда хет йән эйәһе булыр.

– Тик мин, ҡустым, бөтә нәмәне белһәм дә, шуныһын белмәйем: ни өсөн һинең кеүек һәйбәт кешегә шундай бәхетһеҙлектәр килә ул? – Тағы ла ҡыйыуланыбыраҡ алған Әкрәм, ҡара тырнаҡлы кәкере бармағын тағы ла нығыраҡ һелтәй-һелтәй, дауам итте: – Ул бит бына минең кеүек кешеләргә килергә тейеш төрлө бәхетһеҙлектәр. Тик бына миңә суртым да булмай. Теләһәм, эсәм, теләһәм, йәш бисәләр ҡосаҡлайым. Эшләмәйем. Хөкүмәтте байытмайым. Байға ла бил бөкмәйем. Колхозға эшләгән дә еткән. Әйт әле, бына ҡайҙа ул хәҙер колхоз? Тю-тю! Ул бөтөргә тейеш ине. Патамушты, уны көсләп төҙөгәндәр. Ә Әкрәм бар, Әкрәм иҫән!

Һин колхоз ваҡытына эләгеп өлгөрмәнең. Эләкһәң, һин дә байый алмаҫ инең. Байып та йыраҡ китә алмайһың. Байлыҡ – бер айлыҡ ул. Бына һинең машинаң да, өйөң дә тю-тю! Үҙеңдең ҡулыңдан килмәгән нәмә юҡ. Ҡатының – ҡурсаҡ! Ә ниндәй көнгә төштөң? Мужыт, һинең берәр йәшерен ғәйебең барҙыр, ә?

Әҙиптең көлкөһө килде. Иҫерек кешенең теленә ни килмәҫ! Әйҙә, һөйләнһен!

Ә тегенең туҡтарға иҫәбендә лә юҡ.

– Беләһеңме, ҡустым?

– Юҡ, белмәйем, Әкрәм ағай!

– Ә мин беләм! Һин һәйбәт булырға тырышаһың. Кешеләргә яҡшатланаһың! Ярамаҡсы булаһың, ызначит! Ә минең эсемдәге тышымда! Һин бына әле минең хаҡта былай уйлайһың инде: ниңә эйәрттем был алкашты, тип!

– Әллә, ундай уйым юҡ ине!

– Уйлайһың, уйлайһың, мин беләм! – тип, теле көрмәкләнеп, һаман бармаҡ янаны Әкрәм. Ҙур күҙҙәренең итләс ҡалын ҡабаҡтарын күтәрә лә алмай ине инде ул. Шул хәлдә лә Әҙиптең ғәйебен асыҡларға тырышып аҙапланды.

– Бына шулай, ҡустым! Так што, ташла һин һәйбәт булып ҡыланыуыңды! Төкөр бөтәһенә! Әйҙә, тот минең менән йөҙ грамды!

– Юҡ, Әкрәм ағай. Һин, дауай, бынауында менеп ят әле. Туҡта, тышҡа сығып керәһең юҡмы?

– Эсмәгән булаһыңмы? Зря, зря, ҡустым! Әйҙә, ҡайҙа, бармы тағы?

– Бөттө бит, төбөн ҡойҙом – үҙең күрҙең бая.

– Һин ниңә эсмәйһең, ә? Беләм мин һине: аҡсаңды йәлләйһең. Һаман байымаҡсы булаһың! Тик барыбер байый алманың бит инде. Күккә осто. Тю-тю! – Әкрәм, ауыҙын салшайтып, көлдө. – Төкөр донъяһына! Барыбер өйөлөп ҡала!

– Беләм, беләм... – тип, уның менән килеште Әҙип. Иҫерек менән бәхәсләшеп файҙа юҡ.

– Белмәйһең һин, бер нәмә лә белмәйһең! Бына мин беләм! – Әкрәм ҡыҙып китте. – Белһәң, һин кеше тапамаҫ инең! Ниңә барып мендең һин кеше өҫтөнә?

Әҙип тынып ҡалды. Хәйерсегә ямаулыҡ бирһәң, түреңә менә, тигәндәре ошо икән!

– Ярай, һин ҡайт инде, Әкрәм ағай! – тине, урынынан тороп. Түҙемлеге бөткәйне инде. Элгестән ҡатҡан фуфайкаһын алып килеп, көсләп тигәндәй, Әкрәмгә кейҙермәксе булды. – Әйҙә, кейен дә, өйөңә оҙатып ҡуям!

– Не сметь! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Әкрәм. – Кеше үлтергән ҡулдарың менән ҡағылма миңә! Мин һинең кеүек шәп булмаһам да, ҡулыма кеше ҡаны буялмаған! – Фуфайкаһының еңдәренә көс-хәл менән ҡулдарын тыҡты ла: – Әллә мине һинең өйөңдә ҡуныр тип уйланыңмы? Уйламай тор! – тип, үпкәле һәм рәнйеүле ҡиәфәттә сайҡала-сайҡала ишеккә атланы.

Хужа кеше уның артынан ҡапҡа төбөнә тиклем эйәреп сығып, урамдан үҙ өйөнә инеп киткәнгә тиклем ҡарап ҡалды. Бәләһенән баш-аяҡ! Һәм киренән йәйге өйгә табан атланы. Ләкин кинәт туҡтаны, йөрәген тотто. Күкрәген, бысаҡ менән сәнсеп алғандай, киҫкен ауыртыу телеп үтте. Эйелгән килеш, ҡулы менән тупһаны ҡапшаны һәм иң аҫтағыһына ултырҙы. Зиһенен “Әжәлем ошомо әллә?!” тигән шомло уй телеп үтте. Ниңә?! Шулай көтмәгәндәме? Теге ир менән ҡатын да шулай кинәт кенә киттеләр ҙә барҙылармы икән? Улар үлде лә ҡотолдо, ә Әҙипкә ғүмерлек, тау ҙурлыҡ үкенес, әрнеү ҡалдырып киттеләр! Икенсе уйы: “Үлһәм – ҡотолам!” булды. Ул үлһә, уны әйләндереп алған бөтә был мәшәҡәттәр, ҡыйынлыҡтар юҡҡа сығасаҡ бит!

Тик мәшәҡәттәр, ҡыйынлыҡтар – уны, ул уларҙы ташлап китергә әҙер түгел ине әле, ахыры. Ауыртыу нисек кинәт тотоп алһа, шулай кинәт ебәрҙе лә. Тәрәнерәк һулыш алып ҡараны – ауыртмай! Ултырған еренән торорға ҡурҡты, торһа, теге зәһәр ауыртыу тағы ҡабатланыр кеүек.

Яҡ-яғына ҡаранды. Кискә ауышҡан инде – әле яңыраҡ ҡына сыҡҡан һыйыр көтөүҙең ҡайтҡаны ишетелә. Ихатала бейегерәк урындарҙа бәпкә үләне баш төрткән. Кемдер баҡсаһында сүп-сар яндырғанмы – төтөн еҫе таралған. Их, ниндәй йәмле кис! Май башы, картуф, кишер-һуғанын ултыртырға кәрәк. Донъя йәшәрә, үҫемлектәр – үҫергә, сәскәгә бөрөләнергә әҙерләнә. Ә уның йөрәге яна! Ул янғынды һүндерерлек тә, унан ҡайҙалыр булһа ҡасырлыҡ та түгел! Ул яра – уның йөрәгендә, үҙәгендә! Әкрәм ул яраны ҡуҙғатты. Эйе, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, ахыры. Сабыйҙар менән иҫеректәр алдашмай, дөрөҫөн һөйләй, тиҙәр бит. Ысынлап та, Әҙип бәләкәй саҡта, ата-әсәһе һүҙенән сыҡманы, мәктәптә уҡығанда уҡытыусыларҙы тыңланы, унан ҡатыны менән татыу йәшәргә тырышты кеүек. Әле лә бер кем менән дә асыуланышҡыһы килмәй. Дөрөҫ ғәйепләйҙер Әкрәм. Әҙип – яҡшы булып күренергә тырышҡан бер яуыздыр! Авария ла юҡҡа ғына булмағандыр!

Баяғы ауыртыу ҡабатланмаһын тип тә һағайып, яй ғына тупһаға һуҙылып ятты. Күршеләр-фәлән күрһә, иҫерек был тип уйларҙар ине. Ярай әле аралағы ҡойма янмай ҡалған!

 Баш өҫтөндәге ҡарағусҡыл зәңгәр күк ап-аяҙ! Бәләкәй сағында ул бесәнгә барһа ла, йылға буйына төшһә лә, салҡан ятып, күккә ҡарап ятырға яратты. Элек нисек булһа, күк әле лә шулай! Шундай уҡ төпһөҙ, шундай уҡ иркен... Ул ғына бүтәнсә элекке шат күңелле малай йә егет түгел... Ул – ҡырҡ йәшлек ир. Кемдәндер ярҙам өмөт итә алмай. Уның үҙенән нимәлер көтәләр. Юҡ, Гөлсәсәк инде көтмәй. Ул да, уның ата-әсәһе лә Әҙиптән өмөт өҙҙөләр. Балалар әсәйҙәре һүҙенән сыҡмаҫ. Ә, бар икән бер көткән кеше. Тикшереүсе Булат Ғайсин көтә уны. Ғәйебен таныуын көтә. Ул да, уны ултыртып ҡуйыр ҙа, онотор.

Башҡа уй борсой уны хәҙер. Ни эшләргә? Быға тиклем бөтә уйы эш, эш, эш ине. Тәгәрмәс эсендә йүгергән тейендәй, бер эҙҙән сапты ла сапты. Тик бына бөгөн килеп шуны аңланы: тәгәрмәс ватылды, ул да бер кемгә лә кәрәкмәй! Йүгермәһәң дә була... Ул япа-яңғыҙ...

Яҙғы кис һалҡынса саф һулышын ауыл өҫтөнә өрҙө. Күктә берәм-берәм йондоҙҙар күренә башланы. Улар ҙа нәҡ элеккесә. Ана, Етегән йондоҙ. Тимерҡаҙыҡ тирәләй нисек әйләнгән, шулай әйләнә бирә... Атаһы, ул бәләкәй саҡта әкиәттәр һөйләй, Етегән йондоҙ түгел ул, Тимерҡаҙыҡҡа бәйләнгән ҡанатлы ат тип әйтә ине... Әҙип ул атты, ысҡына алмай тип, йәлләп илай торғайны.

Мин тыуғансы ла шулай булған, мин үлгәс тә шулай уҡ дауам итер... Был бейек, матур күк тә, төн һайын үҙ урындарына баҫыусы моңһоу йондоҙҙар ҙа шул уҡ булыр, тик ул ғына булмаҫ… Уның барлығын, юҡлығын иҫкә алыусы ла табылмаҫ. Ҡатын да, балалар ҙа оноторҙар. Әҙип өсөн дә донъя, бөтөнләй булмаған да кеүек, юҡҡа сығыр. Яҡты донъяла уның, ҡәберенән башҡа, эҙе лә ҡалмаҫ. Ана янып бөткән өй кеүек... Эҙ булып, һүҙ генә ҡалыр: бер яуыз булды инде ул, кеше тапатҡан ине, тиерҙәр. Аварияла үлгән ир менән ҡатындың туғандары һөйөнөрҙәр: шул тейеш уға, тиерҙәр...

Үҙен ҡыҙғанмай Әҙип. Әсәһе менән апаһы ҡыҙғаныс. Әҙиптең ғәйебе уларға яғылып ҡалыр, күләгәһе балаларға ла төшөр. Тик ул ғәйепле түгел бит! Юҡ, ул үҙен аҡлар өсөн барыһына ла түҙергә, яҙмышына ни яҙған, барыһын да иңе менән күтәрергә әҙер! Әсәһе, апаһы, балалары, Гөлсәсәк хаҡына. Ул ышана: дөрөҫлөк барыбер бар ул, уның ғәйепһеҙлеге барыбер иҫбатланыр.

Төнгө күк көмбәҙендә йондоҙҙар күбәйгәндән-күбәйҙе. Улар шул тиклем күп, тик бер-береһе менән бәрелешмәй: һәр ҡайһыһының үҙ юлы, үҙ урыны. Йондоҙҙарҙыҡы кеүек, кешеләрҙең дә үҙ орбитаһы бар, үҙ юлы, үҙ урыны. Ниңә һуң улайһа кешеләрҙең юлдары киҫешә? Ниңә бына нәҡ уның ҡаршыһына көрән “Киа” килеп сыҡты? Әллә Әҙип үҙенә тейешле юлдан барманымы? Әллә “Киа” уны шул яңылыш юлдан туҡтатырға тип, ҡаршыһына сыҡтымы? Бәлки, Әҙип ул көндө иртән юлға сыҡмаҫҡа тейеш булғандыр? Тик ул бит киоскка тауар алырға тип кенә юлға ҡуҙғалды. Дөрөҫ, киоск ҡуйыуҙы бик өнәп бөтөрмәгән ине ул, ҡатыны өҙмәгәс тә ҡуймағас ҡына ризалашҡан ине. “Форд” кредитына ла файҙа булмаҫмы, тип уйлаған ине. Тик ул бит, Әкрәм әйтмешләй, үҙе тотоп эшләргә ярата, сауҙа эшенә күңеле ятмай.

Эйе, уның юлы өҙөлдө, ә үҙе, ни эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй туҡтап ҡалды... Быға тиклем бер көйгә яйланған тормош селпәрәмә килде. Көн дә үтә торған юлдар-һуҡмаҡтарҙы хәҙер үлән баҫыр, йә уларҙан башҡалар атлар...

Уйҙары шул тиклем ауыр, әрнеүле ине, ул, түҙә алмайынса, ятҡан урынынан торҙо. Бөксәйеп, ике ҡулы менән башын услап, сайҡалып, күпме ултырғандыр. Бер аҙҙан, өшөтә башлағас, аяғына баҫты. Урам ҡапҡаһына барҙы. Төнгө урамда бер кем дә юҡ. Өйҙәрҙең тәҙрәләре яҡты. Бәхетле кешеләр киске аш ашайҙарҙыр, гөр килеп һөйләшәләрҙер, ял итәләрҙер.

 Күҙҙәре ҡарап өйрәнгән яҡҡа – юғары осҡа, әсәһе йәшәгән йортҡа ҡаранылар. Йоҡламанымы икән инде? Юҡ, тәҙрәләре балҡып тора. Ҡапҡа алдына йәшел “Ниссан” туҡтаған. Апаһы ҡайтҡан, тимәк. Апаһы менән күптән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндәре юҡ. Телефон телефон инде, барыһын да уның аша һөйләшеп булмай. Аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре шул яҡҡа табан атланылар.

 

Әсәй йортонда

– Иҫәнме, балам! Маҡтап ҡына йөрөйһөң, сәй ҡайнап сыҡты! Хәҙер һиңә һурпа йылытам! – тип, уны күреүенә һөйөнөп ҡаршы алды әсәһе. – Апайың да ҡайтты.

– Машинаһын күрҙем. Еҙнәй менәнме?

– Үҙе генә. Иртәгә иртән китәм дә, ти.

– Иҫәнме, апай! – тип, эске яҡтан килеп сыҡҡан апаһы менән күреште Әҙип. – Былай кисләтеп ни эшләп йөрөйһөң?

– Һаумы, туғаным. Ҡайтырға тура килде шул, себештәр бар тип шылтыраттылар ҙа. Ҡарай белмәм, сирләтеп бөтөрөрмөн, тип, тиҙерәк әсәйгә ҡайтарҙым, – тине апаһы, йылмайып.

– Мәшәҡәтләнмәһәгеҙ ҙә булыр ине инде ҡош-ҡорт менән.

– Әсәй бит, өҙмәне лә ҡуйманы, күңелемә бер йыуаныс булыр, тип ныҡышты.

– Үҙегеҙ беләһегеҙҙер инде. Мин ҡатышмайым.

Заһиҙәнең кәйефе күтәренке ине.

– Уның йомортҡанан яңы сыҡҡанын ғына ҡарауы ауыр, былар бит инде бер айлыктар. Әлеге лә баяғы һин тип тырышабыҙ, өй күтәрһәң, оҫталарҙы һыйлайһы бар.

Яҡындарын күреү шатлығы менән бер аҙ онотолоп торған Әҙип йәнә ауыр уйҙарына күмелеп, ҡулын һелтәне:

– Белмәйем инде, һалып булырмы уны...

Апаһы аптырап китте:

– Ниңә улай тиһең, әле бит бик ҡыҙып йөрөй инең!

– Гөлсәсәк, кәрәкмәй, ти. Үҙемә йәйге өй ҙә етә минең.

– Туҡта әле, туғаным! Әле кәрәкмәһә, унан кәрәгер. Ҡатын-ҡыҙ ул бер көндө – бер төрлө, иртәгәһенә бүтән төрлө һөйләй. Бына күрерһең, яйланып китер! Балаларығыҙ үҫеп килә...

– Юҡ, апай! Өй һалыу ҡайғыһы түгел. Эштәр айырылышыуға бара, ахыры, беҙҙең, – тип, Әҙип өҫтәл янына килеп ултырҙы. – Ҡәйнәм менән ҡайным да уның яҡлы! Балалар ҙа...

– Улай икә-ән... – тип, әсәһе менән апаһы ла уның ҡаршыһына килеп ултырҙылар.

– Үҙең ни уйлайһың һуң, балам?! – тип, уға текәлде әсәһе.

Бая ғына шатлыҡ хисе уйнаған ҡарашында инде тәрән хәсрәт-моң даръяһы. Был ҡарашты күтәреү мөмкин түгел – Әҙип башын түбән эйҙе.

– Мин хәҙер нимә уйларға ла белмәйем, – тине бошоноп.

– Балаҡайым! – тип, әсәһе, күҙ йәштәренә төйөлдө. – Аллаһынан көн-төн сабырлыҡ һорайым һиңә лә, үҙемә, апайыңдарға ла! Иртән торһам да, кис ятһам да доғанан бушамайым! Берәр юл күрһәтһә ине тип теләйем! Әрүахтар өсөн дә уҡыйым, тәүбә-истиғфарҙар әйтәм. Бөгөн төшөмдә һөт йылғаһы күрҙем, был – бик яҡшыға бит балам. Улар беҙгә асыулы түгел тигәнде аңлата ул!

Әминә түҙмәне, һүҙгә ҡушылды:

– Әсәй, тик мин шуны аңламайым: ниңә бөтә бәхетһеҙлек Әҙип туғаным өҫтөнә өйөлә?

– Сабыр итергә кәрәк, балам, – тине әсәләре, тағы күҙҙәрен һөрткөләп. – Донъя булғас, төрлөһө була инде, гел еңел-рәхәт кенә булмай...

Апай кеше килешмәне:

– Юҡ, бик рәхәт-еңел генә йәшәүселәр ҙә бар! Гонаһ тип тә уйлап бирмәйҙәр, Хоҙайҙан да, кешенән дә ҡурҡмайҙар, ә тормоштары бына тигән! Ауырымайҙар ҙа, янмайҙар ҙа! Кемдер гонаһ ҡылмаҫҡа, яҡшы булырға тырыша, ә башы бәләнән сыҡмай! Был бит ғәҙел түгел! – Быларҙы һөйләгәндә, ул, ҡустыһынан бигерәк, үҙен күҙҙә тотто буғай. Ғүмере ҡыл өҫтөндә торған, билдәһеҙлектән йәне ҡыйналған көндәр уның башынан да үтте бит... – Бына һин уҡыған дин китаптарында шул хаҡта нимә яҙылған, әсәй?

 – Бәлә-ҡазаны Аллаһы Тәғәлә йә ҡылған гонаһтарға яза, йә һынау итеп ебәрә, – тине Заһиҙә.

– Туғанымдың ниндәй гонаһы булырға мөмкин? – тип аптыраны Әминә. – Ниңә уның юлына минут-секундта шул көрән “Киа” килеп сыҡҡан? Ниңә үҙе шул көндө, шул ваҡытта юлға сыҡҡан?! Бер биш минут иртәрәк йә һуңыраҡ сыҡһа булмаҫ инеме! Баштар етмәле түгел! Ул йорт ниңә яна инде? Урлап, хәрәмләшеп түгел – хәләл күкрәк көсө, үҙ тырышлығы менән ҡорған донъя бит!

– Тыңлағыҙ, мин һеҙгә Әйүп тигән пәйғәмбәр тарихын һөйләйем, – тине әсәһе, өҫтәлдә ятҡан сәскәле таҫтамалды һыпыра-һыпыра. – Бик бай йәшәгән, үҙе бик иманлы кеше булған, ти. Көндәрҙән бер көндө, Аллаһы Тәғәлә уға һынау ебәргән: күҙ асып йомған арала Әйүптең бөтә байлығы юҡҡа сыҡҡан. Шайтан, уның юлына сығып, байлығыңдан яҙҙың бит, Әйүп, тигән. Аллаһы бирҙе, Аллаһы алды, тигән Әйүп. Шунан, ер тетрәп, өйө емерелеп, улдары, ҡыҙҙары үлеп бөткән. Шайтан тағы уның ҡаршыһына сыҡҡан, балаларһыҙ ҡалдың бит, тигән. Аллаһы бирҙе, Аллаһы алды, тигән Әйүп. Унан Әйүп шул тиклем ныҡ ауырып киткән – һелкенә лә алмаған, ти, уны бөтә туғандары ташлап киткәндәр. Тәнен ҡорттар ашай башлаған. Теле менән күҙенә генә тейә алмағандар. Тәрбиәләргә бер ҡатыны ғына ҡалған, ти. Шул хәлендә лә Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп ятҡан ул. Шайтан ҡалаға хәбәр таратҡан, Әйүптең сире йоғошло икән, тигән. Әйүпте ҡатыны менән ҡаланан ҡыуып сығарғандар. Ете йыл буйы ятҡан Әйүп, һаман бер Аллаға шөкөр иткән. Ҡатыны, ризыҡ табырға тип, байҙарға хеҙмәт итеп йөрөгән. Уның Әйүп ҡатыны икәнен белеп ҡалғас, эшкә лә алмай башлағандар. Шунан ул, башта – бер, унан икенсе толомон һатып, ризыҡ алып ҡайтҡан. Быны белеп, һыҙланыуҙары тағы ла көсәйеп, Әйүп пәйғәмбәр доға ҡылған: “Эй, Аллаһым, миңә бәлә килде, һин бит рәхимле!” – тигән. Аллаһы Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итеп, Әйүп терелгән, малы икеләтә күбәйгән, улдары-ҡыҙҙары тыуған. Уныҡы кеүек сибәр ҡыҙҙар донъяла булмаған, ти. Шатлыҡта, бәхеттә йәшәп, ейәндәрен, бүләләрен күреп, донъя ҡуйған.

Шул саҡ Әҙип, үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Минең хәлем еңелерәк бит әле! – тип ҡуйҙы.

– Эйе, балам, эйе! Йософ пәйғәмбәрҙе лә нахаҡҡа ғәйепләп зинданға япҡандар, Ғайса пәйғәмбәрҙе тәрегә ҡаҙаҡлағандар. Бәлә ябай кеше башынан ғына түгел, пәйғәмбәрҙәр башынан да йөрөй. Аяҡ-ҡулың, әлхәмдүлилләһи, төҙәлде, ҡатының, балаларың иҫән! Аллаһ ала ла, бирә лә. Булғанына шөкөр ит, юғына ҡайғырма! – тине Заһиҙә. – Юлыңа сығарып ҡуйғас, бер ни хәл итеп булмай, балам, күрәсәгеңдер... Бер-бер хикмәте барҙыр. Сабыр ит: ауырлыҡтан һуң еңеллек килмәй ҡалмаҫ!

– Эй, туғаным, әйтергә онотоп та торам! – тип, йәнләнеп китте шул саҡ Әминә. Мин бит кисә районға барҙым. Ғайсинға индем. Һинең эшеңде яңынан экспертизаға бирергә ғариза яҙҙым!

– Эй, апай, рәхмәт инде! – тине Әҙип, күңеле йомшарып. – Әл дә һеҙ бар!

– Беҙ һинең яҡлы! – тине апаһы, уның арҡаһынан ҡағып. – Таш яуһа ла һине яҡлаясаҡбыҙ!

Ҡуна ҡалырға ҡыҫтаһалар ҙа, Әҙип баш тартты, үҙҙәренә ҡайтып китте. Бөгөнгө бөтә һүҙҙәрҙе, хәлдәрҙе яңғыҙы ғына хәтеренән үткәргеһе килде. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр. Юҡ, һүҙ кешене йәшәтергә лә һәләтле ул. Ихластан әйтелгән йылы һүҙ һинең иңдәреңә ҡанат ҡуя, һулҡылдап әрнегән яраңа шифа булып һеңә...

Әҙип күккә ҡараны. Йондоҙҙар улай уҡ моңһоу түгел кеүек ине инде... Ир, күкрәк тултырып, еңел һулыш алды. Яҙғы һауа шундай саф, ҡайҙандыр, күршеләренең баҡсаһынанмы, муйыл сәскәһе еҫе аңҡый. Иртәгә аяҙ булмаҡсы, иртәгә ул баҡсаға яңы урында йорт нигеҙе ҡаҙый башлаясаҡ!

Дауамы бар. 

 

 

Автор:
Читайте нас