Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Август 2022, 12:25

Һуң түгел Повесть (бишенсе өлөш) Дилбәр БУЛАТОВА

...Улының йөҙө ҡасҡанын күреү менән Заһиҙә ҡойолоп төштө. Ул ҡапҡа төбөндә почта йәшнигенән гәзиттәр алып тора ине. Ҡулындағы бәләкәй йоҡа ҡағыҙҙы йәшермәксе булды. Тик өлгөрә алманы, велосипеды менән килеп туҡтаған улы йәһәт кенә ҡағыҙға ҡулын һуҙҙы. Һуңғы арала ундай ҡағыҙҙар уларға йыш килә һәм, ҡағиҙә булараҡ, береһе лә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй ине. Быныһын суд приставы ебәргән. Әҙип уны уҡыны ла, йөҙө боҙолоп, велосипедын этеп, ҡапҡаға йүнәлде.

Һуң түгел Повесть (бишенсе өлөш)   Дилбәр БУЛАТОВАҺуң түгел Повесть (бишенсе өлөш)   Дилбәр БУЛАТОВА
Һуң түгел Повесть (бишенсе өлөш) Дилбәр БУЛАТОВА

Тикшереүселә

Матур йәй ҡот осҡос тиҙлектә аҙағына яҡынлашты. Ә Әҙиптең эше һаман бер урында. Ул үҙе күптән ҡул һелтәне. “Апай, туйҙым, минең унда йөрөргә көсөм дә, теләгем дә юҡ, ни булһа, шул булыр”, ти. Үҙен ни көткәнен дә уйламай, башкөллө эшкә сумды. Тракторы менән кешеләргә баҡса һөрә, машина кредитын түләй.

“Форд”ты төҙәтерлек түгел ине инде, уны һүтеп, деталдәрен интернет аша һатты. Тик шуныһы: ғаилә менән төшкән теге фотоны күпме эҙләмәһен, тапманы. Һыуға төшкәндәй юҡ булды ул. Гаражда берәй ҡайҙа ҡуйҙыммы икән тип, аҡтарып сыҡты – юҡ, табылманы. Әйтерһең, шул юғалған фотоһүрәт менән бергә Әҙиптең бәхетле көндәре лә юғалды, тормошонда бәхеттең үҙе түгел, еҫе лә ҡалманы...

Тикшереүсе менән Әминә бер үҙе тартҡылаша. Нотариустан ышаныс ҡағыҙы имзалатып, ҡустыһы өсөн үҙе йөрөй, уның исеменән ходатайстволар, жалобалар, ғаризалар яҙа, экспертизаларға бара. Эйе, саҡ ҡына әҙерлегең булмаһа, бындай юлдарҙы тапай алмайһың. Ул үҙе, мәктәптә йәмғиәт белеме фәнен уҡытҡас, закондар менән яҡшы таныш. Енәйәт кодексын, ҡыҙыл ручка тотоп, кәрәкле урындарының аҫтына һыҙа-һыҙа, яңынан ентекләп уҡып сыҡты.

Атай иҫән булһа, ул да шулай итер ине, тигән уй ныҡлыҡ бирә уға. Атаһы Әҙип өсөн йән ата ине бит. Ул – ике ҡыҙ араһында берҙән-бер малай. Етмәһә, төпсөк! Ҡустыһын яҡлашыу Әминәнең тормош рәүешенә әйләнде тиһәң дә була. Ҡарсыға һымаҡ бөтә иғтибарын тупланы, ана арыҫлан кеүек, бөтә батырлығын йыйҙы. Былтыр бөтә ваҡыты дауахана юлын тапап үтһә, быйыл үҙе тураһында уйлағаны ла юҡ, ә быйыл тикшереү комитеты, прокуратура юлын тапай ул.

Уны инде хәҙер прокуратурала таный уҡ башланылар. Райондыҡында ғына түгел, Өфөнөкөндә лә. “Ғәйепле кешенең үҙен шулай яҡлауын тәүгә күрәбеҙ”, тинеләр бер кабинетта. Ундай асыҡтан-асыҡ һөйләшеүселәр һирәк. Хоҡуҡ һаҡсыларының күбеһе – аҙ һүҙле, һәр һүҙҙе үлсәп кенә, уйлап ҡына һөйләй торған кешеләр. Хис-тойғоларын да белермен тимә. Улар гүйә ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡаршы баҫҡан. “Ал кәрәк, гөл кәрәк” уйынындағы кеүек. Һин атылып йүгереп киләһең дә ҡыҫып етәкләшкән ҡулдарҙы өҙмәксе булаһың. Уйын уйнағанда ҡулдарҙы өҙөү бер ни ҙә түгел. Ә бында ул ҡулдар ҡорос кеүек! Ҡаршы-муйынсаны өҙөрлөк түгел.

Бына бөгөн дә Булат Ғайсин менән осрашыу тәғәйенләнгән. Әминә теүәл ваҡытында килеп, ишек шаҡыны:

– Мөмкинме?

– Мөмкин, – тине Ғайсин һалҡын ғына.

Тауышынан уҡ һиҙелә: кәйефе юҡ. Йәш кенә булһа ла артыҡ етди, артыҡ яуаплы кеше был Ғайсин.

– Булат Кинйәғолович, беләһегеҙҙер, мин экспертиза һөҙөмтәләре менән танышырға килдем.

Булат, шкафына боролоп, ҡара тышлы ҡалын папканан өс битлек документты алды һәм һүҙһеҙ генә өҫтәлгә һалды.

Әминә, ашығып, ҡағыҙға үрелде һәм башын уҡып та тормай, аҙаҡҡы битен ҡараны. Йөрәге “жыу” итеп китте. Аңлауынса, һөҙөмтә ҡустыһы файҙаһына түгел. Хәҙер инде ҡағыҙҙы башынан ентекләберәк уҡырға тотондо.

Быны күреп, Булаттың йәне көйҙө:

– Ҡул ҡуйығыҙ ҙа, үҙ копияғыҙ менән өйҙә иркенләп танышырһығыҙ, – тине.

Ханым:

– Ғәфү итегеҙ, мин тиҙ... – тип, ашығып-ашығып, эксперттың нимә яҙғанын белергә тырышты.

Тикшереүсе, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп, өҫтәл өҫтөндәге папкаларҙы асып япты.

– Беҙ тағы экспертиза үткәреүҙе талап итәбеҙ, – тине Әминә, ашыҡ-бошоҡ ҡына документты уҡып сығып. – Бында ла “Форд” аҫтындағы эҙҙәр иҫәпкә алынмаған! Ә улар бит фотоларҙа бар, ярылып ята! Ни өсөн эксперт уларҙы күрмәй?!

Булат ҡаштарын йыйырҙы:

– Апай, былтырғы ҡар быйыл юҡ бит инде ул!!!

– Фотоларҙа бар! – Әминәнең биттәре ҡыҙарып сыҡты. – Шуны аңлағыҙ: мин ҡустымдың ғәйепһеҙ икәнен иҫбатламайынса тороп, туҡтамаясаҡмын!

– Был – һеҙҙең хоҡуғығыҙ!

– Эйе! – тине ханым да, ныҡ итеп. – Беҙ аҙаҡҡаса көрәшәсәкбеҙ!

– Ә мин шуны аңламайым: ни өсөн тикшереү юлында һеҙ йөрөйһөгөҙ? Ә ҡустығыҙ?

– Ул ауылда. Малы бар, өйө янды.

– Һеҙ бит – аҡыллы ханым! Ә һеҙ шуны уйламайһығыҙмы, – Булат, урынынан тороп, тәҙрә янына барып баҫты, – был ситуация ҡустығыҙға юҡҡа ғына бирелмәгән. Урыҫтар әйтер ине: “это – его крест”, тип. Беҙ әйтәбеҙ, яҙмыш, тип. Һеҙ, уның яҙмышына ҡыҫылып, уға тәғәйенләнгән йөктө унан күтәрттермәҫкә тырышаһығыҙ. Бәлки, һеҙ был рәүешле ҡустығыҙға зыян ғына эшләйһегеҙҙер?

– Мине экспертиза һөҙөмтәләре борсой! – тип, һүҙҙе үҙ яғына бормаҡсы булды Әминә.

Әммә тикшереүсе, ҡарашы һалҡынайып, тауышында ҡорос сыңдары сыңлатып, үҙ һүҙен һөйләне:

– Бәлки, һеҙ ҡустығыҙҙан бигерәк, үҙегеҙ өсөн тырышаһығыҙҙыр, Әминә ханым? Һеҙҙең иптәшегеҙ, белеүемсә, мәктәп директоры булырға ынтыла икән. Ә бында, уның ҡәҙерле тормош иптәшенең һөйөклө ҡустыһы өҫтөнән суд булырға тора! Әлбиттә инде, эште нисек тә судҡа алып барып еткермәҫкә кәрәк! Үлгән кеше үлгән, яҡлашып, талап итеп йөрөргә көслө туғандары юҡ, ата-әсәләре хәлһеҙҙәр, ҡарттар! Шулаймы?

Әминә тынып ҡалды. Тикшереүсенең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ юҡ түгел ине. Тик ул хаҡлыҡ Әминәнең үҙенә башҡасараҡ булып күренә.

– Эйе! – тине ул, әңгәмәләшенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап. – Мин эштең судҡа барып етеүен теләмәйем. Эйе, минең ирем өсөн карьера шаҡтай мөһим. Тик һеҙ шуныһын иҫәпкә алмайһығыҙ – минең ҡустымдың ғәйебе юҡ! Ни өсөн ул булмаған ғәйепте үҙ өҫтөнә алырға тейеш? Эйе, аварияла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр вафат булған! Был – бик ҙур бәхетһеҙлек! Беҙ өлөшләтә үҙебеҙҙең ғәйепте таныйбыҙ: әгәр ул көндө ҡустым юлға сыҡмаһа, бәлки, был хәл булмаҫ ине! Ләкин иртә менән йыйынып юлға сығып китеү енәйәтме?

– Һеҙ барып мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренән ғәфү үтендегеҙме һуң?

– Мин барҙым! – тине ханым. – Ул ир икенсегә өйләнгән булған. Беренсе ҡатынын эҙләп таптым. Мәрхүм водитель быға тиклем ике авария яһаған, ГАИ-лағы танышы ярҙамы менән генә праваһын һаҡлап ҡалған икән. Юлдың әле бер, әле икенсе яғына сығып осоноп йөрөй торған ғәҙәте булған. Быларҙы миңә шул беренсе ҡатыны һөйләне. Вафат булған йәш ҡатынының ата-әсәһе янына ла барҙым. Улар мине өйҙәренә лә индермәнеләр. Улар Әҙипте ғәйепле тип һанай. Тик мин әйтеп киттем  : “Минең ҡустым ғәйепле түгел”, тинем! Улар бит ҡустымды бер ниндәй иҫбатлауҙарһыҙ ғәйепләй. Ләкин ҡустымдың ғәйебе юҡ. Эйе, ҡыҙғаныс, кешеләр һәләк булған. Әсәйем мәрхүмдәр рухына тип, көн-төн доға уҡый, Ҡөрьән сыға.

– Ә ҡустығыҙ?

– Уға былай ҙа ауыр...

– Күрәһегеҙме! – тине Булат Ғайсин, бармағын өҫкә сөйөп. – Һәм йәнә өҫтәл янына килеп ултырҙы. – Бында һеҙ йөрөйһөгөҙ, тегендә әсәйегеҙ хафалана! Ә ҡустығыҙ үҙе ни эшләй һуң? Ҡатыны итәге аҫтына ҡастымы?

– Ул... Ул ҡатыны менән айырылышып йөрөй, – тине Әминә, башын эйеп.

– Дөрөҫ эшләй уның ҡатыны! – тине тикшереүсе, үртәлеп. – Аңлайһығыҙмы, эмоцияны ҡалдырып, ситтән ҡрағанда, һеҙҙең ҡустығыҙ – шул тиклем ихтыярһыҙ, ҡурҡаҡ кеше! Эгоист! Ә һеҙ, үҙегеҙ ҙә һиҙмәйенсә, уның ҡумыҙына бейеһегеҙ! Бәлки, ул, ҡатыны менән фиктив рәүештә айырылышалыр? Мал-мөлкәтен конфискациялауҙан ҡурҡып? Йәгеҙ, ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ!

Әминә, аптырап, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, тикшереүсегә ҡарап торҙо. Йәш кенә килеш нисек бындай уҫал уйҙар уйлай ала был Ғайсин? Һөнәре шуға этәрәме? Һәр эштә яуыз ниәт, һәр кемдә енәйәтсе күрә.

Ҡултамғаһын ҡуйып, ручканы өҫтәлгә һалып, урынынан торҙо.

– Хушығыҙ, Булат Кинйәғолович. Ләкин мин тиҙҙән тағы һеҙгә юлым төшөр тип уйлайым! – тине.

– Был – һеҙҙең законлы хоҡуғығыҙ! – тине тикшереүсе, башын күтәрмәй генә.

...Ҡатын ауыр уйҙар менән машинаһына табан атланы. Район үҙәгенән ауыл яғына илтеүсе юлға төшкәс, боролоп, ҡайын посадкаһына инеп туҡтаны. Был хәлендә ауылға әсәһе, ҡустыһы янына ҡайтып инерлек түгел ине. Машинаһын һүндереп, тышҡа сыҡты. Быйылғы йәй үтеп бара, уны күрмәй-һиҙмәй ҙә ҡалды кеүек. Көтөлмәгән ваҡиғалар өҫтө-өҫтөнә өйөлә генә торҙо, йән-яғына ҡарарға түгел, тын алырға ла ваҡыты булманы кеүек! Ҡасан ғына ағастар йәшел япраҡтарға күмелгән ине! Хәҙер инде улар өҫтөнә туҙан ҡунған, ҡайһы берҙәре һарғайып, ергә үк төшөп ятҡан! Беҙ ҙә шулай... – тип, уйланды ҡатын, – беҙ ҙә шулай ҡартаябыҙ... Күңел ҡата, тупаҫлана, уға йәшәлгән йылдарҙан, йөрөлгән юлдарҙан ҡупҡан туҙандар, бысраҡтар ҡуна... Бәхетһеҙлектәр уны тырнай, яралай. Яралар төҙәлгәндәй булһа ла, уларҙың йөйө ҡала. Кемдеңдер ул эҙҙәргә һаҡһыҙ йә махсус ҡағылыуы була – улар йәнә ҡанһырап һулҡылдай башлай... Ана, һөрөлә башлаған ҡамыллы баҫыуҙағы һабан эҙҙәре кеүек... Йәй ҡоро килгәс, ҡап-ҡара тупраҡтың ҙур киҫәктәре аҡтарылып-аҡтарылып сыҡҡан. Баҫыуға ужым сәсерҙәр, яҙ көнө бында йәм-йәшел хәтфә арыш күтәрелер. Ә уның яралы йөрәгендәге юл-юл эҙҙәр башҡа. Улар ғүмер буйына һыҙлар. Бәлки, ваҡыт дауалар уларҙы. Барыһы ла үтә, тиҙәр бит... Их, быйылғы был хәлдәр ҡасан да бер онотолһон ине лә, элеккесә, ғәмһеҙ генә йәшәйһе ине! Ниндәй күлдәк алайым икән, ялға ҡайҙа барайым икән, тип баш ватып, ейәндәр ыыр-сыуына күмелеп, уларҙың мәшәҡәте менән мәж килеп...

Хыялдар матур булһа ла, ысынбарлыҡты алдау, унан ҡасыу мөмкин түгел ине. Ҡайтып инеүенә әсәһе менән ҡустыһы, өмөтләнеп, уға төбәләсәктәр. Нимә тиергә? Дөрөҫөн әйтергәме? Әллә әйтмәй тороп, яңынан экспертиза талап итеп, ғариза яҙырғамы?

Ул, төпсөнә торғас, тикшереүсенең ниңә ҡаты торғанын төшөнә башланы кеүек инде. Тамсылап-тамсылап булһа ла, мәғлүмәт килеп етте: авария булған көндө Өфөнән саҡыртылған эксперт ябай ғына егет түгел икән, әсәһе бик юғары урында эшләй, ти. Егет схеманы үҙенсә төҙөгән, унда ҡустыһының автомобиле аҫтындағы эҙҙәр иҫәпкә алынмаған. Ул эҙҙәр бары тик берҙән-бер фотола ғына күренә һәм Әминә менән Ғәзиз уларҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Схеманы яңылыш тип төҙөлгәнде таныу Өфөнән саҡыртылған эксперттың хатаһын таныу булыр ине. Ә ул – йәш, ҙур перспективалы кадр. Уға үҫергә, күтәрелергә кәрәк. Уға хата яһарға ярамай! Яһағанда ла, хатаһын танырға ярамай!

Ә Әҙип – бәләкәй кеше. Әҙип тә, Әминә, Ғәзиз, әсәһе Заһиҙә лә – бәләкәй кешеләр. Уларҙың яҙмыштары сиселмәҫ йомғаҡ булып төйнәлгән, йомғаҡтың сиселмәүе тикшереү яғы өсөн файҙалы. Булат Ғайсин да – бәләкәй кеше. Уға ла үҙ урыны ҡәҙерле. Ғаиләһе, балалары барҙыр, уның да карьера эшләгеһе киләлер. Ҡарға күҙен сәүкә соҡой алмай...

Тик Әминәгә сигенергә ярамай! Үлсәүгә ҡустыһының, әсәһенең, үҙенең намыҫы, исеме ҡуйылған! Артҡа юл юҡ! Мөмкин булғандың һәм булмағандың барыһын да эшләргә кәрәк! Бәлки, гәзиткә яҙып ҡарарға кәрәктер? Депутаттарға мөрәжәғәт итергә! Президент халыҡ менән һөйләшкәндә, уға һорау юлларға! Моғайын, быларҙың барыһын да эшләргәлер? Ә иртәгә тағы Ғайсинға килеп, өҫтәмә экспертизаға ғариза яҙырға!

Телефондан шылтыратып, был уй-ниәттәрен иренә һөйләп бирҙе. Ә Ғәзиз, ғариза яҙыу уйы менән килешһә лә, ҡалғанына әлегә сабыр итергә кәңәш итте, ашыҡма, әсәһе, әлегә ғариза яҙып ҡайт, унан ныҡлабыраҡ уйлашырбыҙ, тине.

Бер аҙ ял итеп алған, уйҙарын тәртипкә һалған ханым, йәнә машинаһына инеп ултырып, юлға ҡойолған берәм-һәрәм һары япраҡтарҙы туҙҙырып, ауыл яғына йүнәлде.

 

Август

Август – муллыҡ айы. Аяғында ныҡ баҫып торған ир уртаһы кеүек, йомарт һәм киң күңелле. Әҙип теплицанан табаҡ менән ҡыяр, ҡыҙарған помидорҙар йыйып сыҡты ла уларҙы кесерәк ҡапсыҡтарға тултырҙы. Иң тәмле алмалы алмағастың ботаҡтарын һелкетеп, бер биҙрә алма йыйҙы. Балалары алма ярата бит, Дилараһы бигерәк тә. Һыйланыр туйғансы. Ҡойма буйлап теҙелгән ҡарағаттарға ҡарап, әсенеп уйлап ҡуйҙы: йыйыусы юҡ, һығылып ултыралар, кибеп бөтөр инде. Төрлө сорттан сүп үләндәре ғәскәре баш ҡалҡытҡан, дегәнәк ҡотороп ултыра, әремдәр сал башын сайҡай, сәскәнең заты ла юҡ – ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Әсәһенең быларға ваҡыты етмәй. Тултырған ҡапсыҡтарҙы төрлө яҡлап велосипедҡа аҫты. Йәйәү барғансы барыбер ҙә еңелерәк булыр. Өйгә инеп, алдан әҙерләп ҡуйған бүләген алып сығып, уны түш кеҫәһенә һалды. Әйтерһең дә йәш сағы: тулҡынлана, ҡаушай. Гөлсәсәк менән һәйбәтләп һөйләшеп ҡарамаҡсы ине уның уйы. Әсәһе шуны ҡеүәтләй: “Ни тиһәң дә, үҙ ҡатының, балаларыңдың әсәһе. Ир кеше бисәһен көйләргә тейеш инде ул. Ҡатын-ҡыҙҙың хәтере ҡыҫка, онотор, йомшарып китер”, – ти. Уларҙың айырылышыуҙарын әсәһе Әҙипкә ҡарағанда ла ауырыраҡ ҡабул итте. Бик биреште, ҡан баҫымы уйнап, көн-төн дарыуға тороп ҡалды. Бына әле лә, үҙе себештәрен ашата, үҙе улын күҙәтә. Уны өндәшмәй генә ҡарашы менән оҙатып, эсенән доғаларын уҡып оҙатып ҡалды.

...Гөлсәсәк тә баҡсала йөрөй ине. Сүп-маҙар күренмәһә лә, емеш-еләктәре артыҡ күп түгел.

– Гөлсәсәк! – тип өндәште Әҙип ҡатынына ҡойма аша. Уны бында осратҡанына шатланып ҡуйҙы. Өйгә инеп, ҡәйнә-ҡайныһының ағыу ҡапҡандай асыулы йөҙҙәрен күргеһе килеп тормай.

Ҡатын, һуңға ҡалған берәм-һәрәм алма өҙгән еренән уны күреп, тертләп китте. Ҡулындағы һары ҡауырһын һауыт төшөп китә яҙҙы. Үҙенең ҡаушауына үҙенең асыуы килеп:

– Нимә? – тине тупаҫ ҡына.

– Һөйләшәһе бар ине! – тине Әҙип, уның ҡояшта янған йөҙөнә, матур беләктәренә яратып ҡарап. Шундай һағындырған! Бер нәмәгә ҡарамай, ҡойма аша һикереп инәһе лә ҡосоп алғыһы килә үҙен!

Гөлсәсәк, башын эйеп, бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, асыулыраҡ ҡиәфәттә:

– Һөйләшәһен һөйләштек бит инде! – тине.

Әҙип бик яҡшы белә, был – уның “әйҙә, һайрап ҡара”, тигән һүҙе.

Бәләкәй ҡапҡаны асып, ихатаға үтте лә, велосипедын эстәге зәңгәр ҡоймаға һөйәп, баҡсаға инде. Ҡатыны, алмағас ботаҡтарын ҡарап, һаман алма йыйыуында булды.

– Гөлсәсәк! – тип, уға яҡынайҙы Әҙип. – Мин һиңә бәләкәй бүләк алып килгән инем... – Түш кеҫәһенән алтын алҡалар һалынған бәрхәт тышлы бәләкәй ҡыҙыл һауытты алды. – Бына, тағып ҡара әле, килешерме икән? – тине, ҡыйыуһыҙ ғына.

Гөлсәсәктең күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу ҡабынды, ҡулындағы һауытты ҡуйып, бәрхәт тартманы алып, асып ҡараны. Йөҙөнә, ямғырҙан һуң сыҡҡан ҡояш кеүек, йылмайыу нуры йүгерҙе.

– Рәхмәт! – тине. – Тик әле кеймәйем, ҡул йыуылмаған.

– Гөлсәсәк! Әйҙә, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ! – Әҙип йомшаҡ ҡына итеп ялынды. Үҙе лә һиҙмәй, ҡатынының ҡыҙҙарҙыҡылай нескә биленә үрелде.

Быға тиклем ниндәйҙер хисле тулҡында йөҙгән Гөлсәсәк, йоҡонан уянғандай, һиҫкәнеп китте. Ҡарашы һалҡынайҙы.

– Ҡайҙа? Йәйге өйгәме ни? – тине.

– Һин ҡайтһаң, мин барыһын да яңынан ҡорам. Күреп торҙоң бит, нигеҙ инде әҙер. Суд юлында йөрөмәһәм, инде бура ла ултыртҡан булыр инем!

“Суд” һүҙен ишетеү менән ҡатын тамам ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Эйе, ниңә ебеп төштө әле ул? Улар бит инде законлы нигеҙҙә айырылыштылар. Суд шундай ҡарар сығарҙы: ихаталағы бөтә ҡаралты-ҡура, йәйге өй, мунса, урамдағы киоск, һыйырҙы Гөлсәсәк менән балаларға бирергә. Әҙип өлөшөнә “МАЗ” менән трактор ҡалды. Иргә ишектәре тутығып, тәҙрәләре сатнап бөткән “МАЗ”ын, тракторын әсәһе ихатаһына күсереп, үҙе лә әсәһе йортона ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмаған ине.

– Кәрәкмәй! – тине ҡатын, ҡарашында уттар уйнатып. – Интегеп торма. Минең унда аяҡ баҫасағым юҡ. Ул ихатаны һатырға ҡуйҙым мин!

– Их, улай итмәҫкә ине! – тип тешен ҡыҫты Әҙип. – Ә киоскты ни эшләтәһең?

– Уны ла һатам. Барыбер кеше йөрмәй. Ауылда йыйын әбей-һәбей генә ҡалып бара. Уларҙы икмәк ташып ашатаһы хәлем юҡ.

– Күпме көс һалып асҡайныҡ!

Уның был һүҙҙәрен дә оҡшатманы ҡатыны.

– Һалынған шул! – тине, асыуланып. Ҡулына тотоп торған бәрхәт һауытты күлдәк кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. – Ә быныһы элек түккән көстәр өсөн булыр!

– Гөлсәсәк, ҡара әле, тағы асыуланышмайыҡ! Барыһын да онотайыҡ та яңынан башлайыҡ! Ҡайтығыҙ балалар менән, ә?!

Ҡатын өндәшмәне. Унан, нимәнелер хәтеренә төшөрөп, йәнләнеп китте:

– Ә һин атайҙан һора! – тине. – Теге ваҡытта ғәфү үтенмәнең бит, бына хәҙер үтен! Улай ғына ла түгел, һин уға оялмайынса ҡул күтәрҙең! Ни хаҡың бар? Ялбар, кәрәк булһа, алдына теҙлән! Атай һине ғәфү итһә, мин дә, бәлки, уйлап ҡарармын!

Ирҙең йөҙө ҡараңғыланып китте. Нимә, ҡатыны унан сепрәк яһап, бау ишергә йыйынамы?

– Юҡ, – тине, өҙөп.– Минең уның алдында ғәфү үтенерлек ғәйебем юҡ!

– Во-во, – тине Гөлсәсәк, күҙҙәрен ҡыҫып, уҫаллашып. – Һинең бер кем алдында ла “ғәйебең юҡ”! Теге ир менән ҡатын да үҙҙәрен үҙҙәре тапатҡандар! Мин дә соҡорҙо үҙем ҡаҙып, үҙем барып төшкәнмен! Ә һин аҡтан-аҡ, пактан-пак! Ҡайҙан килгән әүлиә! Бар, ҡайт әсәйеңә! Йәшәгеҙ икәү ике әүлиә! Бына, өйрәтһен хәҙер үҙенең иркә малайын, күңеле булғансы! Туйғансы уҡынһын, ырымлаһын!

– Нимә һөйләгәнеңде ҡолағың ишетәме? – тине, Әҙип тә, ҡыҙа башлап. – Кемгә-кемгә, әсәһенә һүҙ тейҙерәһе килмәне.

– Мин бик һәйбәт ишетәм, тик бына һин һаңрауланғанһың, – тине ҡатыны, бирешергә йыйынмайынса. – Бар, бар, һыпырт бынан!

Әҙип, ярһып, ҡурай еләктәрен, ҡарағат ботаҡтарын һындыра-һындыра, сығыр яҡҡа атланы. Велосипедына бәйләнгән күстәнәс ҡапсыҡтарын өҙә-йолҡа тигәндәй, сисеп ташланы ла, урам яҡ ҡапҡаға йүнәлде. Ҡыҙарып бешкән алмалар, тәгәрәшеп, бәпкә үләненә сәселеп ҡалдылар.

...Улының йөҙө ҡасҡанын күреү менән Заһиҙә ҡойолоп төштө. Ул ҡапҡа төбөндә почта йәшнигенән гәзиттәр алып тора ине. Ҡулындағы бәләкәй йоҡа ҡағыҙҙы йәшермәксе булды. Тик өлгөрә алманы, велосипеды менән килеп туҡтаған улы йәһәт кенә ҡағыҙға ҡулын һуҙҙы. Һуңғы арала ундай ҡағыҙҙар уларға йыш килә һәм, ҡағиҙә булараҡ, береһе лә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй ине. Быныһын суд приставы ебәргән. Әҙип уны уҡыны ла, йөҙө боҙолоп, велосипедын этеп, ҡапҡаға йүнәлде.

– Ниндәй ҡағыҙ? – тип, әсәһе, ашығып, уның артынан эйәрҙе.

– Суд приставынан. Алимент түләмәгәнгә штраф яҙғандар.

– Бәй, һин бит эшләмәйһең, ниндәй алимент, ниндәй штраф инде ул? – тип аптыраны Заһиҙә.

– Эшләмәгән өсөн шулай яҙғандар ҙа инде, – тине Әҙип. – Әминә апай әйткән гел дөрөҫкә сыға. Шулай булыр, тигән ине инде...

– Эй, Аллаһым! – тип, ике ҡулы менән башына йәбеште әсәй кеше. – Нисек итеп түләрбеҙ!

– “МАЗ”ды һатмай булмай. Һатырға ла иҫкерәк булһа ла еңел машина алырға кәрәк. КФХ асабыҙ.

– Уныһы нимә була?

– Крәҫтиән (фермер) хужалыҡ була ул, әсәй. Мин интернеттан ҡараным, юғары ос Фәнүрҙән дә һораштым инде. Ул әйтә, әйҙә Сатра баҫыуына икәү сәсәбеҙ, үҙем өлгөрмәйем, ти.

– Нимә сәсәһең инде? Уға бит ашлығы, ашламаһы, соляркаһы кәрәк!

– Шуға күрә “МАЗ”ды һатам, тимен бит инде.

– Эй, улым, улым, бик яуаплы бит, тағы үҙ өҫтөңә йөк алаһың. Шунда Өфөләме, Себерҙәме генә эшләй торған эш юҡмы һуң? Хөкүмәт эшенә барыр ҙа ҡайтыр инең, башың тыныс булыр ине. Үҙ эшең булғас, уны бит көн дә, төн дә уйларға кәрәк, тынғылыҡ күрмәйһең!

Улы:

– Һин дә мине Себергә ҡыуаһыңмы инде, әсәй! – тип, үпкәләберәк әйтеп ҡуйғас, Заһиҙә башҡаса өндәшмәне.

– Мин ҡала кешеһе түгел, әсәй, беләһең бит инде, – тип, Әҙип, өйгә инеп китте.

Ҡарсыҡ, аптырап, картуф баҡсаһына йүнәлде. Эйелеп, колорадо ҡуңғыҙҙарын ҡараған булды, күҙенә, ҡулына эләккән билсәндәрҙе йолҡҡолаштырҙы. Үҙе, йөрәге янып, улын уйланы. Эй, бала, бала! Гөлсәсәге менән эштәре бешмәгәндер инде, һорайһы ла юҡ, тип әрнеүле хистәргә батты. Инде ни эшләр? Ҡатын-ҡыҙ яңғыҙы ла бирешмәй ул. Илап эсен бушата, балаларына тотоноп йәшәй. Ташта – йылан эҙе, ҡатында ир эҙе ҡалмаҫ, ти. Ә ир-аттың, күктә осҡан ҡош һымаҡ, таянысы юҡ. Төшөп ҡуныр ояһы булмаһа, бәрелеп-һуғылып, ҡаңғырып-аҙашып йөрөй ҙә кешелектән сыға... Уның улын да шундай аяныслы яҙмыш көтәме? Инде ары-бире насар уйҙар инмәһен күңеленә!

Кем уйлаған, шундай хәлдәр килеп сығыр тип. Әллә күҙ тейҙерҙеләр – улының гөрләп торған донъяһы, бер йыл үттеме-юҡмы, пыран-заран килде! Ғаяз иҫән булһа ла, былай уҡ булмаҫ ине. Нисек тә яйын табыр, ирҙәрсә бер аҡыллы һүҙ әйтер ине. Ул вафат булғас бөтәһе лә боҙолдо, түңәрәк донъя кителде бит. Улы менән килене, булған аҡсаға ике ҡатлы йорт һалып, башҡа сығып киттеләр. Ана шул башҡа сыҡҡандан һуң үҙ-ара килешә алмай башланылар! Ғаяз булғанда, Әҙип тә атаһының ауыҙына ғына ҡарап тора ине, Гөлсәсәктең дә артыҡ һүҙе ысҡынмай ине.

Исмаһам, тикшереү эше һаман һуҙыла! Тамам арыны Заһиҙә. Ул инде, дөрөҫөн генә әйткәндә, төрлө нимәгә лә әҙер кеүек. Һуҡмаҡ ситендә әрем күреп, шуның япрағын өҙөп ҡапты. Әммә йөрәктәге янғынды әрем генә баҫа алманы, йәне һулҡылдап әрней, был әрнеү баҫылырлыҡ та, ҡасып ҡотолорлоҡ та түгел ине.

– Эй, Аллаһым! Һин рәхимле-шәфҡәтле! Баламдың гонаһтары булһа кисер, уға был бәләләрҙән ҡотолоу юлы күрһәт! – тип, доға-теләктәрен бышылдай-бышылдай, өйгә инде.

Ул ингәндә улы, ноутбугын ҡабыҙып, экранға текәлгән ине. Хәҙер йәштәр көнө-төнө шунда ҡарап ултыралар. Ана ҡаршылағы йәш ғаилә лә һыйыр тотмай, тауыҡ-себеш аҫрамай, хатта баҡсаларына картуф та ултыртмайҙар. Ул йортто әсә капиталына һатып алып, былтыр күрше ауылдан килеп урынлашты улар. Бер көндө уларға кәзә һөтө бирәм тип инһә, Заһиҙә аптырап китте: ир тигән кеше өҫтәлдәге телевизор кеүек ҙур компьютерға текәлгән, кәрт уйыны уйнай. Ҡатыны, ҡорһағына ноутбук ҡуйып, бот күтәреп диванда ята. Ҙур улдарының ҡулында телефон, төймәләренә йыш-йыш баҫҡылай. Бишектә ятҡан бәпәй малай ғына, түбәгә ҡарап, үҙ алдына ниҙер ғығылдап ятҡан була. Уның менән һөйләшеүсе лә, уға иғтибар итеүсе лә юҡ. Әстәғәфирулла, тип уйланы Заһиҙә. Нисек йәшәмәк кәрәк былай? Ир Себерҙә эшләһә, ул ҡатын мал аҫраһа, баҡса ҡараһа, иш өҫтөнә ҡуш булмаҫ инеме икән ни? Бала үҫтергәндә, ай, күп кәрәк бит: ризығы ла, кейем-һалымы ла... Уның өләсәһе һөйләй торғайны, ахырзаман етһә, кешеләр ҡуҙғалмай-һелкенмәй бер мөйөшкә ҡарап ултырырҙар тип. Мөйөштәге ул әйберҙе башта телевизор, тип уйлағандар ине. Уныһы бер бәлә булған икән әле. Ә был компьютер тигәндәре тағы ла харабыраҡ... Йота бит бәндәләрҙе үҙ эсенә...

Әҙиптең ашығып ноутбукка тотоноуҙың сәбәбе бар ине шул. Үткән аҙнала “Һабаҡташтар” селтәренә ул үҙенең яңы фотоларын ҡуйҙы. Бесән сапҡанда телефонға ғына төшөлгән фоторәсемдәрҙе, ни эшләптер, интернет-дуҫтары бик яратты. Аҙна эсендә йөҙҙән ашыу “класс” йыйылды. Әллә бында күптән ингәне булмағанға, үҙен һағынып өлгөргәндәр, белмәҫһең.

Ул да түгел, күрше райондан бер матур йәш ханым комментарий яҙған: “Белергә ине, был матур егеттең уйында ни икән?” – тигән, дуҫлашырға тәҡдим юллаған. Гөлсәсәк менән бөгөнгө һөйләшеүҙән һуң бөтә өмөттәр киҫелде. Бөгөнгә тиклем, бәлки, аралар йылыныр әле, тип өмөт бағлай ине. Тик ҡатыны бер нисек тә яйға килерлек түгел. Бер киҫкән икмәк йәбешмәй, тиеүҙәре ошолор инде. Әҙиптә лә бар бит ғорурлыҡ!

Ҡайтҡанда, уның хәтеренә нәҡ ошо комментарий килеп төштө. Теге ханымға яуап яҙасаҡ ул. Исеме лә матур – Гөлшат!

“Һабаҡташтар”ҙа Гөлшаттың битен эҙләп табып, уның менән “дуҫлашты” һәм, уның: “Белергә ине, был матур егеттең уйында ни икән?” – тигәненә ҡаршы былай тип хәбәр яҙҙы:

– Сәләм, Гөлшат! Инде егет саҡтар үтһә лә, егеттәрсә уй йөрөтәбеҙ!

Гөлшат онлайн ине, уның хатын көтөп кенә торғандай, яуап килеп төштө:

– Минең һеҙҙең хаҡта күберәк белгем килә, Әҙип! Ваҡытығыҙ булһа, үҙегеҙ хаҡында яҙһағыҙ ине!

Әҙип уйға ҡалды. Нимә тип яҙырға? Төймә баҫып түгел, балта-көрәк тотоп күнеккән ҡалын бармаҡтары, клавишаларҙы көскә эҙләп таба-таба, әкрен генә һүҙҙәр теҙҙе:

– Башта минең үҙемдең һеҙҙең хаҡта белгем килә!

– Ауылда фельдшер булып эшләйем. Бына әле лә пунктта ултырам. Бөгөн, Аллаға шөкөр, ауырыуҙар бөтөнләй юҡ. Әбей-һәбейҙәр өйҙәрендә генә ята, буғай. Улар көҙөн-ҡышын күбәйә башлай. Ҡыҙыма ун биш йәш. Ирем уға биш йәш тулғас, аварияға осрап вафат булды.

– Мин – балта оҫтаһы, – тип яҙҙы Әҙип. – Хәҙер агроном һөнәрен өйрәнергә йөрөгән көн. Ҡатын менән айырылыштыҡ. Ике балам бар.

– Беҙ икебеҙ ҙә – һыңар ҡанат икән, – тигән яуап килде Гөлшаттан.

Ирҙең күңеле йомшарып китте. Нисектер, үҙ хәле тураһында ситтән баһа ишетеү ауырыраҡ... Эйе, һыңар ҡанат шул...

– Һеҙҙең пункт нисәгә тиклем эшләй? – тигән һорауҙы йыйҙы ул ноутбук төймәләрендә.

– Бишкә тиклем... Ә ниңә?

– Былай ғына.

– Әллә ауырып тораһығыҙмы?

– Эйе шул.

– Ҡайһы ерегеҙ ауырта?

– Бөтә ерем дә. Йөрәк һыҙлай, баш сатнай, быуындар ҡатҡан, бил кәкерәйгән!

– Ай-һай, симптомдар хәтәр икән! Диагноз ҡуйып бөтөрөрлөк түгел!

– Бына шуға һеҙгә барып сығам әле! – тип яҙҙы Әҙип, ҡыҙып-ҡыҙып. – Көтөгөҙ!

– Бөгөн үкме ни?! – Гөлшаттан аптыраулы “смайлик”тар яуҙы.

– Хәҙер үк! – тине Әҙип, һәм, сайттан сығып, ноутбукты һүндерҙе. Йүгереп сығып, “МАЗ”ын ҡабыҙҙы ла Гөлшаттарҙың ауылына китеп тә барҙы.

Сайттағы фотоһына ҡарағанда ла сибәрерәк ине Гөлшат. Матурлығынан бигерәк Әҙипте уның йомшаҡ холҡо әсир итте. Һөйләшкәндә гел йылмайып ҡына тора, күҙенән, йөҙөнән нур сәселә кеүек. Ә тауышы һандуғас һайрауына тиң. Был тауышты көндәр, төндәр буйына тыңлаһаң да ялҡытмаҫ кеүек, киреһенсә, уны гел ишетке генә килеп тора. Ҡатын да уны тәү күреүҙә үк оҡшатты һымаҡ. Әйтерһең, ун йыл буйы уның яуап яҙғанын көтөп торған.

Мәктәп укыусыһылай, башы-аяғы менән ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ир. Тик, ауыҙы бер бешкәс, мөхәббәт тигән хистең, ҡатын-ҡыҙ тигән заттың яғымлы ғына түгел, көйҙөрөүсе-яндырыусы икәнен дә белә ине ул. Гөлшаттар ауылынан сығышлай, биш саҡрымлы оҙон урамдың осонда туҡтап, эскәмйәлә ултырған бер әбейҙән юл һораған булды. Әлбиттә инде, ауылдың фельдшеры тураһында белешергә лә онотманы. Әбейҙәр – ауылдың “Яндекс”ы менән “Гугл”ы инде ул – ҡарсыҡ минуты-секунды менән бөтә мәғлүмәтте сығарҙы ла һалды:

– Гөлшатмы? Уның кеүек һәйбәт ҡатын районда юҡ! Ҡулы шифалы уның. Сиреңде бер ҡарау менән белә. Дарыуы шунда уҡ килешә! Инде кейәүгә сығып, китеп бара күрмәһен, тип теләп кенә торабыҙ!

– Ул кейәүҙә түгелме ни?

– Ире үлгәс, бүтән сыҡманы. Ҡыҙын үҫтерҙе бына тигән итеп. Ҡыҙы ла үҙе кеүек медицинскийға йыйына, тиҙәр бит. Ә һин үҙең, кем булаһың әле? Күрше ауыл Радик малайы инде әллә? Ни эшләп йөрөйһөң?

Әбейҙең һорауҙары күбәйгәнсе, Әҙип, һаубуллашып, китергә ашыҡты:

– Эйе, шул кеше инде мин! Ярар, апай, рәхмәт, иҫән бул! – тип, машинаһына табан атланы.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас