Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Август 2022, 14:20

Һуң түгел Повесть (Аҙағы) Дилбәр Булатова

Бөгөн Әҙип Гөлшат тигән сибәр бер ханымға өйләнә. Ул үҙе лә, йәш кәләш тә бик шаттар, бәхеттәренән ауыҙҙарын йыйып ала алмайҙар, бөтә донъяны ҡосаҡларҙай булып балҡыйҙар. Ялланған фотограф егет уларҙы салт та солт фотоға төшөрә, видеоға яҙа. Дәртле шат музыка уйнай.

Һуң түгел Повесть (Аҙағы) Дилбәр БулатоваҺуң түгел Повесть (Аҙағы) Дилбәр Булатова
Һуң түгел Повесть (Аҙағы) Дилбәр Булатова

Туй

Заһиҙә апайҙың йорто бөгөн гөр килә. Асыҡ тәҙрәләрҙән Элвин Грей, үҙебеҙсә әйткәндә, Радик Юлъякшин тигән Өфө егетенең “Уфтанма” тигән йыры яңғырай.

Уфтанма, ғүмерҙәр яҙ кеүек үтә, тип,

Сал сәсең күрһәң дә, уфтанма.

Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә,

Уфтанма, уфтанма, уфтанма...

Ҡапҡа төбөндә байрамса кейенгән бала-саға үҙ уйындарын уйнай, телефондары менән маҡтаныша. Өлкәндәр өйҙә. Мулла бабай никах уҡып ҡайтып киткән, инде туй мәжлесенең, кем әйтмешләй, “рәсми булмаған” өлөшө башланған. Әҙиптең ике апаһы, ике еҙнәһе, уларҙың балалалары, Заһиҙә апай, Ғаяз ағайҙың туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар йыйылған. Был туйҙа Гөлсәсәк менән уның ата-әсәһе генә ҡатнашмай. Ҡапҡа төбөндә шатланышып уйнаған балалар араһында – Дилара, табын янындағы үҫмерҙәр араһында Шамил да юҡ. Уларҙы эйәртеп, Гөлсәсәк Өфөгә, зоопаркка китте.

Бөгөн Әҙип Гөлшат тигән сибәр бер ханымға өйләнә. Ул үҙе лә, йәш кәләш тә бик шаттар, бәхеттәренән ауыҙҙарын йыйып ала алмайҙар, бөтә донъяны ҡосаҡларҙай булып балҡыйҙар. Ялланған фотограф егет уларҙы салт та солт фотоға төшөрә, видеоға яҙа. Дәртле шат музыка уйнай.

Ә Заһиҙә апайҙың кәйефе төшөнкө. Ул хатта ни булғанын аңламаған да кеүек, алдындағы сәйле сынаяҡҡа ҡуш бармаҡтай эре ҡоҙағый бауырһағын һалған да, шуны балғалағы менән болғата ла болғата. Уларҙың нәҫелендә юҡ хәлдәр булып ята: нисек һушың юғалмаһын да, нисек уйҙарың таралмаһын! Икенсегә өйләнгән кеше, иренән айырылған кеше уның да, Ғаяздың да затында юҡ. Юҡ ине. Никахтың уның беренсеһе йәмле. Икенсеһе улай уҡ күңелле булмай уның! Өр-яңы күлдәкте түгел, кеше күлдәген йыуып кейгән кеүек була... Ашыҡты Әҙибе, ашыҡты. Түҙергә кәрәк ине уға, сабыр итергә. Сабыр төбө – һары алтын.

Эй, Ғаяз, Ғаяз... Һуңғы ваҡытта уны көндән-көн йышыраҡ иҫкә ала Заһиҙә, төштәрендә уның менән һаташа. Тик Ғаязы, бар мәрхүмдәр һымаҡ, өндәшмәй. Моңайып ҡына ҡарап тора-тора ла, кинәт кенә әллә ҡайҙа юҡ була. Ул иҫән булһа, нимә тиер ине икән? Юҡ, Заһиҙә унан ҡалған донъяны намыҫ менән көттө, балалалары өсөн йәнен бирерҙәй булып тырышты. Иң бәғере өҙөлгәне улы, төпсөгө инде. Уның өсөн гел көйөп, гел өҙгөләнеп йәшәлде ғүмер буйы... Яратҡан бала имгәндә лә ауырттырыбыраҡ тешләй, ти, төпсөгө, “аһ” итеп йән атҡан Әҙибенең яҙмышы ғына әллә нисек булды шул... Юҡ, бындай туйҙар туйлармын тип уйламаған ине Заһиҙә. Ул инде ейәне Шамилдең еткән егет булып килеүенә ҡыуанып, бер биш-алты йылдан уның туйында оло ҡоҙағый булып ултырырмын тип хыял итә ине...

Баш әйләндерерлек тиҙ һәм көтмәгәндә үҙгәреп китте шул донъялар. Әсәһе әйтә торғайны, ҡайғы бер кемде лә биҙәмәй тип. Заһиҙә лә төҫ ташланы, кинәт биреште лә ҡуйҙы. Ҡулынан эш төштө. Элек “һә” тигәнсе ялт итеп кенә эшләп ҡуя торған эштәргә тотонорға шөрләтә башланы. Дәрт һүнде, дарман юҡ. Бына ниндәй була икән ул ҡартлыҡ хәле... Ашы ташҡа үлсәйем, эше, көнө, төнө лә... Ғаязы иҫән булһа, былай кинәт бирешмәҫ ине, бындай хәлдәр килеп сыҡһа ла, былай уҡ таянысһыҙ, болондағы яңғыҙ андыҙҙай һерәйеп ҡалмаҫ ине! Әйләнә-тирәһендәге хәлдләр уға буйһонмай башланы, келтерләп бер яйға ғына тәгәрәгән донъяның көйө китте. Ул да ҡул һелтәне инде, күнде. Ул был донъяның береһе артынан береһе тыуып торған мәшәҡәттәренә ҡаршы килһә лә, килмәһә лә бер фәтеүә лә юҡ. Донъя даръяһы хәҙер ситтән аға. Заһиҙә – яр буйында ултырыусы бер ҡарсыҡ ҡына. Сума-сума йөҙгән, баштан-аяҡ ҡойонған көслө саҡтар, дәртле мәлдәр артта ҡалды. Инде унда башҡалар сума, башҡалар йөҙә – йәштәрҙеке хәҙер был баш бирмәҫ даръя! Күңелдә бары йән өҙөрҙәй әрнеү генә...

Ана, улы ниндәй шат. Булһын, бер үк шатлыҡҡа күмелеп йәшәһен! Килен балаҡай ҙа, ят тойолһа ла, бик сибәр күренә. Шулай булһын! Эт менән бесәй кеүек йәшәү йәшәү түгел. Был ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе талаш-һуғыш менән үткәреү ярамай!

Ҡыҙы Әминә, һығылып торған табындан күтәрелеп, ниндәй матур тост әйтә:

– Ҡәҙерле ҡустым! Ҡәҙерле Гөлшат! Мин һеҙҙе ғүмерегеҙҙәге иң шатлыҡлы байрамдарҙың береһе – никах туйығыҙ менән тәбрик итәм! Күктәге йондоҙҙар нисек яҡты янһа, һеҙҙең дә бәхетегеҙ йылдан-йыл нығыраҡ балҡыһын, күктәге ҡояш нисек яҡты, йылы булһа, һеҙ бөгөн ҡорған ғаилә лә шундай яҡты, йылы, нурлы булһын! Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ бөгөнгө матур байрамға ҙур тәжрибә туплап, тормош һикәлтәләрен үтеп, сынығып килдегеҙ! Инде ҡулдарығыҙ ҡулда, күҙҙәрегеҙ күҙҙә булһын! Арағыҙ ҡоростай ныҡ булып, унда дошмандың үҙе түгел, һүҙе лә инмәһен! Нигеҙегеҙгә ҡот ҡундырығыҙ! Ул һеҙҙән, һеҙҙең мөхәббәтегеҙҙең көсөнән тора. Мөхәббәтегеҙ, үҙегеҙ көслө булһағыҙ, тормошоғоҙ гөл кеүек балҡыр! Ә беҙ, туғандарығыҙ, һеҙгә ярҙам итергә тырышырбыҙ. Беҙ һеҙгә бары тик бәхет теләйбеҙ. Һеҙ бәхетле булһағыҙ, беҙ ҙә бәхетле тигән һүҙ, һеҙҙең бәхетегеҙ – беҙҙең бәхет ул! Ғәзиз, йәнем, әйҙә, инде һин һөйлә!

– Бына шундай заман китте бит инде, ҡатындар алдан йөрөй, алдан һөйләй, – тип, шаяртып, оло кейәү тороп баҫты. Табындағылар уның был һүҙенә ҡул сабып, “эйе шул, шулай”, тиештеләр.

– Ҡәйнеш, килен! – тип башланы ул һалмаҡ ҡына. – Минең һеҙгә әйтер теләгем, әллә инде кәңәшме бер генә: бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ! Шунда ғына бәхетле ғаилә төҙөп була. Мөхәббәт тә кәрәк, һүҙ ҙә юҡ. Тик ул, ваҡыт үтеү менән, һүрелә төшә, гел генә “һөйәм, яратам” тип, балда-майҙа ғына йәшәп булмай. Тормоштоң уның тоҙло-боросло саҡтары ла күп. Ғаилә бына шундай саҡтарҙа, ауырлыҡтар килгәндә һынала! Тормош ҡуйған һынауҙарҙы бары тик аҡыл, сабырлыҡ, бер-береңә ихтирам хисе менән генә үтеп сығып була!

Бына ҡыҙы Әлифә менән бәләкәй кейәү икәүләп тороп баҫтылар. Әлифә ул ҡыйыуһыҙ инде, әйҙә, һин һөйлә, тигәндәй, үҙенән ике башҡа оҙон иренә ҡарай. Кейәү ҙә һүҙҙән бигерәк, эшкә оҫта кеше, ауыҙ эсенән генә дежур ҡотлау һүҙҙәре мығырҙай ҙа, уф, ҡотолдом, тигәндәй, кейәү менән кәләшкә “хат яҙҙыҡ, икәүләшеп уҡырһығыҙ” тип, конверт һуҙа.

– Заһиҙә апай, һин бит һүҙ әйтмәй ҡалдың! Иң һуңғы һүҙҙе һиңә бирәбеҙ тип, уға өндәште тамада.

– Ә?! – тип, һиҫкәнеп киткәндәй булды Заһиҙә, ойоп ултырған еренән. Табындағыларҙың барыһы ла уға боролғанын күреп, үҙенән ҡотлау көткәндәрен аңланы. Ултырған урынынан тороп баҫмаҡсы булды. Тик кинәт, һыңар ҡулын күгәрсен ҡанатылай болғап, иҫен юйып, кире урынына ауып төштө. Йөҙө көл төҫөнә инеп, уң яҡҡа салшайып китте.

Ҡунаҡтар “аһ” иттеләр. Ығы-зығы башланды. Әсәһенең йәнәшәһендәге Әминә, үҙен тиҙ генә ҡулға алып, әсәһенә ярҙамға ашыҡты: уны яйлап диванға ятҡырҙы, иҙеүен ысҡындырҙы, йөрәген тыңлап ҡараны. Ауырыу әсәнең уң яҡ кәүҙәһе, аяҡ-ҡулы таш һымаҡ ауырайған ине...

 

Донъяның йәме

– Әсәй, йәнем! Әйҙә инде, йот инде ошо бутҡаны! Бер генә ҡалаҡ! – тип, бәләкәй балаға ялынғандай ялына Әминә.

Үҙенең йөрәге әрнепме әрней! Һин таяныс тапҡан, ауыр саҡтарыңда ҡайғыңды һөйләгән, бәхет баҫһа, һөйөнөсөң менән уртаҡлашҡан кеше инде һинең күҙеңә ҡарап ята... Күктәге ҡояш менән аяҡ аҫтындағы Ерҙең урындары алмашһа ла былай ҡыйын булмаҫ! Бынан да ауыр хәл юҡтыр донъяларҙа! Көн оҙонона күмер сапҡан шахтерҙарға ла был тиклем ауыр булмай торғандыр!

Ул бит әсәһен күрмәйенсә йәшәй алмай ине. Аҙна аҙағы етһә, машинаһына ултыра ла ауылға саба ине. Шуның өсөн тип машина алған, йөрөтөргә өйрәнгән ине. Ҡайтмаған көндәрҙе иртәле-кисле шылтырата, әсәһенең хәлен белә торған ине.

Үҙе уның хәлен һораша кеүек, ә үҙе әсәһенең күкрәктән сыҡҡан бәрхәттәй йомшаҡ тауышын тыңлап рәхәтләнә ине. Үҙенең көн буйына ниндәй эштәр атҡарғанын һөйләй, шулай итеп, уйҙарын тәртипкә һала. Әсәһенең: “Ярар, балам, шулай итерһең”, – тигән һүҙе бөтә кәртәләрҙе емереп үтерлек көс-ғәйрәт, ныҡлыҡ бирә ине кеүек.

Быға тиклем ул сабыйҙың сабыйы булған икән! Ауырыған саҡтарында ла тик үҙен-үҙе йәлләгән, бөтә ҡайғыһы үҙе йә ҡустыһы булған! Әсәһе, мәрхәмәтле ҡанаттарын йәйеп, уларҙы эҫенән дә, һалҡындан да һаҡлаған! Әминә ул тип тырышҡан, уға ярайым тип йәшәгән, әсәһе менән бергә һулаған, бергә уйлаған! Ҡустыһы өсөн дә күберәк әсәһе хаҡын һаҡлап йөрөгәндер, ахыры... Хәҙер бына әсәһе, ҡанаты ҡайырылған күгәрсен кеүек уның күҙенә ҡарап ята... Әминәнең дә ҡанаттары һыныҡ! Инде донъяның бер йәме юҡ кеүек. Ҡустыһының эшенә лә ҡул һелтәр. Юҡ, башҡаса көсө етмәй. Тырышһа, ҡустыһы үҙе тырышһын, тик башҡаса ул юлдарҙа йөрөргә ҡулынан килмәй!

Әсәһен дауаханаға һалғас, табиптарҙың тәүге һүҙе: “Барыһына ла әҙер тороғоҙ, кеше була алмаҫ әсәйегеҙ”, – булды. Тик Әминә – үҙ һүҙле кеше. Ул, бөтә көсөн һалып, әсәһен рәхимһеҙ ауырыуҙың көслө тырнаҡтарынан ысҡындырырға тырыша башланы. Бер аҙна тигәндә әсәһе команан сыҡты. Уны реанимациянан сығарғас, ике аҙналап ауыр хәллеләр палатаһында ятҡырҙылар. Ҡатын керпек тә ҡаҡмай әсәһен һаҡланы, үҙ һулышын өҙөп бирерҙәй булып тәрбиәләне. Унан үҙ фатирына алып ҡайтты.

Өйҙә, ни тиһәң дә, стеналар ҙа таяныс, күпкә тынысыраҡ, иркенерәк. Неврология бүлегенең палатаһын шифахана тип булмай. Унда нервыларың ҡорос булыу кәрәк. Өҫтәүенә, Әминә медицинанан белемһеҙ кеше түгел. Институтта уҡығанда медицина курстарына йөрөп, таныҡлыҡ алып сыҡты. Укол да ҡаҙай белә, система ла ҡуя ала. Инде бына әсәһен тәрбиәләгәндә лә был белемдәр бик кәрәкте.

Әсәһе ризыҡ йота алмағас, уны зонд аша ашатырға булды. Зондҡа, блендерҙан үткәреп, тауыҡ ите, картуф, кишерҙән әҙерләнгән “боламыҡ” һала, ә үҙенең күҙенән берәм-берәм йәш тәгәрәй. “Эй, әсәкәйем, өйөңдә өс һыуытҡысың туп-тулы ултыра, ә һин бер ҡабым ризыҡты ла ауырлыҡ менән йотаһың! Ниндәй дәртләнеп, яратып, себеш-бәпкәләр үҫтергәйнең... Улар ҡайғыһы ла юҡ һиндә хәҙер!” – тип уйлай үҙе.

Ә теле башҡа төрлө һөйләй:

– Эй, бына бит, әсәй, бына, үтеп китте бит! Былай булһа, һин бик тиҙ аяҡҡа баҫаһың! Ашаған йәндә өмөт бар, тиҙәр! Һәйбәтләнеп китерһең, Аллаһы бойорһа! Әле беҙ һинең менән тағы себештәр алып үҫтерербеҙ, икәүләп картуф күмербеҙ... Тик һиңә бының өсөн, әйҙә, тағы бер ҡалаҡ йоторға кәрәк! Ах, ниндәй тәмле!

Уға, палатала бергә ятҡан ханымдар әсәһе менән гел һөйләшергә ҡуштылар. Аңламағандай тойолһа ла, ул бит барыһын да ишетә, аңлай, тинеләр. Бына шуға Әминә, бер ҙә тынып тормай, әсәһен, бәләкәй баланы көйләгәндәй, көйләй, уға тик матур, яғымлы һүҙҙәр генә һөйләргә тырыша...

– Әйҙә, әсәй, йыуынып алайыҡ әле! Бит-ҡулыбыҙ тәтәй булһын әле!

Мамыҡ киҫәктәрен йылы һыуҙа сылатып, әсәһенең ауыҙ тирәләрен һөртә. Маңлайына, ҡулдарына ҡағылып үтә.

– Их, йыуынғас рәхәт булып ҡала, эйеме, әсәй! Ҡара әле, ҡыҙҙар кеүек булдың бит! – ти. Үҙенә лә күңелле булып китә. Күҙҙәрен ҙур асып уға ҡараған, күкһел-аҡ йөҙөндә бер ниндәй уй, бер ниндәй хис сағылмаған әсәһе уны элеккесә аңлайҙыр кеүек тойола башлай.

– Эйе, әсәй, бына шулай. Әлегә эштәребеҙ бөттө беҙҙең. Төшкөһөн һин яратҡан һурпаны эсербеҙ. Уныһын һин үҙең дә эсә алаһың, эйеме? Хәҙер һин һәйбәтләп кенә йоҡлап ал! Йоҡламайһыңмы ни? Һөйләшәбеҙме ни? Нимәләр һөйләйем икән һиңә? Беҙҙең хәлдәр шул элеккесә инде. Һинең терелеүеңде көтәбеҙ. Эйе. Һин инде өйөңдө уйлайһыңдыр. Ихатаңды ҡалдырып, айға түгел, аҙна, хатта бер көнгә лә киткәнең юҡ ине бит. Шул тиклем йортоңа береккән инең! Үҙеңде-үҙең белмәй, гел эш, гел донъя, беҙ тип йәшәнең! Әйҙә, тикшеренеп сығырһың тигәндә лә ҡалаға килгең килмәне, шифаханаға алып ҡайтҡан юлламаны кире илтерттең. Ихатаң ҡараулы, көйәләнмә. Гөлшат ял көндәрендә килеп йөрөй, бөтөнләйгә килергә үҙ ауылдарында пунктта кеше юҡ бит. Әҙип картуфты алып бөтөрҙө. Шамил да килде бит! Икеһенә еңелерәк булды инде... Эйе. Гөлсәсәк өйҙә генә инде. Уның да ата-әсәһе ололар бит инде... Ҡош-ҡорт та бар, ауыл ерендә тик тора алмайһың...

Әсәһенең унан күҙ ҙә алмай ҡарауын күреп, һүҙен дауам итте:

– Һинең ҡустым хаҡында күберәк беләһең киләлер инде. Ике айҙан суд булырға тейеш, әсәй. Һуңғы экспертиза беҙҙең файҙаға! Аллаһы бойорһа, ул да был нахаҡ бәләнән ҡотолор! Һин дә терелерһең! Бергә-бергә, элеккесә матур итеп йәшәп китербеҙ...

Их, тип уйлай үҙе, һыҡранып, тик һин генә бирештең шул, әсәй. Һаҡлай алманыҡ һине! Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғылар йөкләнек беҙ һиңә! Һин ауырығас, йортобоҙҙоң бер йәме ҡалманы. Ҡайтам, өй буш, ихаталар буш. Инге лә килмәй. Һалҡын, ҡараңғы. Шомло... Ниңә былай булды был? Нигеҙҙең ҡото китте, әсәй... Атай үлгәс, уны һин тотоп торған булғанһың икән! Асыҡ йөҙөң, изге теләктәрең, шифалы доғаларың менән. Йөрәк көсөң, шәфҡәтле мөхәббәтең менән. Атай менән һинең урынды Әҙип менән килен алырға тейеш ине. Төп нигеҙҙең ҡотон улар дауам итергә тейеш ине... Тик бына бит нисек килеп сыҡты... Ни өсөн былай булды һуң? Йыйған малдар, тауҙай донъялар бер ни түгел икән, әсәй! Аҡсаң булып та хәл итә алмаған нәмәләр күп икән! Ҡайҙа яңылыштыҡ беҙ? Ҡайҙа?

Шул саҡ Әминә үҙенең дауахананан ҡайтҡан көнөн хәтерләне. Ул саҡта ла шулай уҡ ауыр ине. Ҡотолғоһоҙ кеүек ине хәле. Һәм ул бит шул көндө әйткән ниәттәрен онотто шул, йүнәлеп аяҡҡа баҫыу менән уны донъя тағы үҙ ҡосағына алды ла даръялағы йомғаҡ шикелле арлы-бирле уйната башланы... Изге уйҙар әкрен генә онотолдо... Ҡустыһының аварияһы килеп сыҡты. Ҡустыһын, үҙен, әсәһен хурлыҡлы тамғанан ҡотҡарам тип, көн сапты, төн сапты. Тик һиҙә: көстәр тигеҙ түгел, ул бер үҙе. Бөтә тырышыуҙары себен тулап тәҙрә ватырға тырышҡан кеүек кенә.

Уның әсәһенә тағы бик күп серҙәрен һөйләгеһе килә... Элеккесә итеп, бөтә күңелен асып һалып. Ярамай. Әсәһен тулҡынландырырға ярамай. Тик алға ҡарап йәшәр көстө кемдән алырға, кемгә таянырға? Бындай хәлдә әсәһе ни эшләр ине икән? Иң тәүҙә, ҡулдарын күтәреп, доға ҡылыр ине... Һәм Әминә нисә айҙарҙан һуң беренсе тапҡыр йәнә, сараһыҙҙан, йомшаҡ келәмгә сәждәгә йығыла. Үҙенең ирендәре доға-теләктәрен бышылдай: “Ярҙам ит, Аллам!”

 

Һуң түгел!

Әҙиптең эшен район үҙәгенең шаҡтай иҫкерә төшкән, күптән ремонт күрмәгән суд ултырыштары залында ҡаранылар. Бик күп судтарҙың шаһиты булғандыр был лагы ҡырылған паркет иҙәндәр, буяуы ҡойола төшкән ағас рамдар, урыны-урыны менән ҡуба башлаған һарғылт штукатурка... Ә йыһазға аҡса бүленгәндер күрәһең: ҡыҙыл дермантин ултырғыстар, заманса өҫтәлдәр өр-яңы.

Ултырыш иртәнге унда башланырға тейеш ине, шулай булды ла. Тейешле кешеләрҙең барыһы ла тейешле ваҡытҡа йыйылып бөттөләр. Башҡа бик күп ултырыштарҙағы кеүек, судья Хәкимова ла, дәүләт ғәйепләүсеһе прокурор Харитонов та етди һәм эшлекле ҡиәфәттә инеләр. Улар икеһе лә инде урта йәштән өлкәнерәктәр, тәжрибәлеләр. Эш менән яҡшылап танышҡандар, сөнки Карамов эше, башҡа шуға оҡшаш эштәргә ҡарағанда, оҙаҡҡа һуҙылыуы, апаһының ҡустыһын әүҙем яҡлашыуы менән тел өҫтөндә ине. Ана бит, документтар, протоколдар тупланған томдар тау һымаҡ өйөлгән. Ә ул тау эсендә аҫылташтар түгел, ҡан-йәш, аһ-зар... Кеше ғүмерҙәре, кеше яҙмыштары... Район, республика гәзиттәрендә лә мәҡәләләр булды, авария хаҡындағы сюжет шул көндө үк телеэкранда күрһәтелде. Был аңлашыла ла, авария етди: ике кеше, донъяға тыуып та өлгөрмәгән сабый һәләк булған!

Ана – вафат булған водителдең һеңлеһе. Уртаса буйлы, ҡара ҡыҫҡа сәсле, тар ғына күҙлек кейгән был ханым иртән үҙен шаҡтай агрессив тотто. Ултырыш башланғанға тиклем, коридорға килеп инеү менән, тирә-яҡты тынғыһыҙ ҡарашы менән айҡаны һәм, Әҙипте күреп, уның ҡаршыһына килеп баҫты, өҫтөнә осоп ҡунырҙай булып:

– Оҙаҡ йөрөнөң иректә! Һин бит – кеше үлтереүсе! Һинең урының – рәшәткә артында! – тип, ҡысҡырынды һәм ҡыҙарып-бүртеп, күҙем күрмәһен, тигәндәй, ишек төбөнә барып баҫты.

Әҙип, барыһына ла әҙер булырға, ныҡ торорға тип әҙерләнеп килгәйне. Шулай ҙа, был һүҙҙәр, өҫтөнә боҙло һыу һипкәндәй, кәүҙәһен ҡурып алды.

Вафат булған йәш ханымдың атаһын ул тәү тапҡыр суд залында ғына күрҙе. Әсәһе, ҡан баҫымы күтәрелеп, ултырышҡа килә алмаған. Ябыҡ ҡына, оҙонса буйлы атай кеше ауыр сабыр холоҡлоларҙан ине, ахыры. Уның тәрән һырҙар баҫҡан, ауыл кешеләрендә генә булғанса ҡояшта янған, елдә ҡаҡланған йөҙөнә ҡарап бер ни ҙә белеп булмай. Тик шуныһы асыҡ: ул ҡыҙының үлемен бик ауыр кисергәндер, иңдәре нәҡ шул ауыр ҡайғынан баҫылғандыр, ҡарашы шуға шул тиклем ауырҙыр. Судьяның һорауҙарына ул өҙөп-өҙөп кенә, берәр-икешәр генә һүҙ менән яуап бирә барҙы. Әҙипкә боролоп та ҡараманы, уларҙың ҡараштары бер тапҡыр ҙа осрашманы. Быныһы тағы ла ауырыраҡ ине. Уның аҙ һүҙлелеге, ауыр сабырлығы Әҙиптең иңен дә таш булып баҫа ине кеүек.

Шуға күрә лә ул суд эше башланғанда була торған формаль процедураларҙа үҙен бик ҡыйын тотто. Хатта адресын әйткәндә лә яңылышты, көндәрҙе бутаны. Тирләп-бешеп, бер туҡтауһыҙ маңлайын, елкәһен һөрттө. Ярай әле, Әминә апаһы кистән кеҫәһенә ҡулъяулыҡ һалған булған.

Әҙиптең адвокаты Өфөнөкө ине. Шаҡтай күп процестарҙа үҙ һүҙен үткәрә алған, ҡалын кәүҙәле, сал сәсле, күҙлекле ағай ине ул. Уның төп сифатын һаҡлыҡ тип билдәләү дөрөҫ булыр ине, моғайын. Ашыҡмай, һәр һүҙен үлсәп, уйлап һөйләй. Ҡулындағы ҡағыҙға күҙ ҙә һалмай. Башҡаларҙы яҡшы итеп тыңлай белә. Уның сығышы экспертиза һөҙөмтәләренең ҡаршылыҡлы икәнлегенә, тикшереү эшен алып барғанда, схемалар, протоколдар төҙөлгәндә байтаҡ яңылышлыҡтар ебәрелгән булыуына нигеҙләнгән ине. Эшкә теркәлгән, тәгәрмәс эҙе төшөрөлгән берҙән-бер фото ла, көслө дәлил булараҡ телгә алынды.

Ғәйепләүсе Харитонов иһә – үҙ-үҙенә ышанған, аҡыллы булыуы йөҙөнә сыҡҡан мөләйем кеше – аварияның типик булыуына баҫым яһаны, “Киа”ның ҡаршы яҡҡа сығырға сәбәбе юҡлығын, уның алдында юл асыҡ булып, хәрәкәткә ҡамасау тыуҙырмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

– Логика менән уйлап ҡарағыҙ: “Киа” водителе алдында таҙа полоса, юл түбәнгә табан, ә “Форд”тың алдынан ауыр йөк машинаһы бара! Кем обгонға сығырға тейеш? Әлбиттә, “Форд”! Барлыҡ факттар, ике экспертиза нәҡ шуны иҫбатлай!

Судья Хәкимова, вазифаһына ярашлы, һәр кемде лә иғтибар менән тыңланы. Уның үтә һынаулы ҡарашы Әҙипте гүйә үтәләй тишә ине һымаҡ. Әммә ул ашыға һәм нимәгәлер борсола ине һымаҡ. Бер нисә мәртәбә алдындағы Енәйәт кодексын асып ҡараны. Һорауҙарын битараф хәлдә бирергә тырышһа ла, ниндәйҙер бер мәлдә Әҙип барыһын да аңлап алды. Судья һорауҙар бирә, ләкин инде был һорауҙар һорау түгел, ғәйепләү булып яңғырайҙар ине. Уларҙан Әҙип үҙен көткән киләсәкте тойоп алды! Был мәлгә тиклем өмөт бар ине әле. Әле нимәнелер үҙгәртергә һуң түгел кеүек ине... Инде бөттө.

Инде ул ултырыш барышын иғтибарлап ҡарамай-тыңламай ҙа башланы. Барыһы ла асыҡ, хәл ителгән! Әле иһә спектакль бара, тамашасылар ишетергә тейешле һорауҙар, тейешле яуаптар яңғырай. Ә һауала инде хәл ителгән ҡарар “йөҙә”... Ул ҡарар судьяның тынғыһыҙ ҡарашына яҙылған, Харитоновтың аҡыллы йөҙөнән аңҡый, адвокаттың тыныс ҡиәфәтенән беленә... Ҡарар Әҙип файҙаһына түгел. Иң ғәжәбе – Әҙип быға ҡайғырмай. Ул уның шулай булырын белә, көтә ине инде кеүек. Һәм ул яҙмышына риза.

Әминә апаһы әле быны белмәй. Ул ана, ғәҙәтенсә, ҡабалана-ҡабалана, тирләп-бешеп, үз иҫбатлауҙарын килтерергә тырыша. Эйе, ул сығышын әллә ҡасан, айҙар буйына алдан әҙерләгән. Тик юҡҡа... Былар барыһы ла бушҡа...

Судтың буласаҡ ҡарарын мәрхүмдәрҙең яҡындары әле белмәй. Водителдең һеңлеһе, көйҙөрөрҙәй булып, әленән-әле Әҙипкә ҡаш аҫтынан утлы-нәфрәтле ҡараш ташлай. Ҡыҙын, тыуып та өлгөрмәгән ейәнен юғалтҡан ағай, ҡайғылары, хәсрәтле иҫтәлектәре аҡтарылып, тағы ла нығыраҡ бөкрәйгән, башы тағы ла нығыраҡ эйелгән...

Хәлдәрҙең шулай тамамланыуын әсәһе лә белгәндер. Белгәнгә күрә, быны ҡабул итергә теләмәгәнгә күрә был донъя менән алыш-бирешен өҙөргә ашыҡты ул. Юҡһа күтәрә алмаҫ ине был хәбәрҙе! Йөрәге ярылыр ине...

***

Әҙип Гөлшат менән кисәге һөйләшеүҙе хәтерләне. Төн буйы керпек тә ҡаҡмай һөйләшеп сыҡтылар. Йәшерер нәмә юҡ, улар тәжрибәһеҙ йәш егет менән ҡыҙ түгелдәр.

– Көтөрһөңмө? – тине ул, ҡараңғы булһа ла, йөҙөн Гөлшаттың ҡуйы, хуш еҫле сәстәренә йәшереп.

– Нисек инде көтмәйем? – тип, һорауға һорау менән яуапланы ҡатын.

– Бик оҙаҡ булһаламы?

– Ғүмер буйына ла! – Бер аҙ торғас тағы өҫтәне. – Мин бит инде былай ҙа шундай оҙаҡ көттөм һине!

– Һиңә беҙҙең йортта торорға кәрәк буласаҡ, Гөлшат! Нигеҙҙе һыуытырға ярамай.

– Мин риза...

– Миңә һинең ошо һүҙең кәрәк ине! Рәхмәт, Гөлшат! Тик һин ҡурҡмаҫһыңмы?

– Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым! – тине ҡатын. – Мин Аллаһы Тәғәләнән генә ҡурҡам. Беҙ бында ваҡытлыса ғына! Ә унан һуң беҙҙе мәңгелек көтә! Унда нахаҡ та, ғазап та юҡ! Барыһы ла ап-асыҡ! Һин дә көйәләнмә!

– Бындай һүҙҙәрҙе ҡайҙан беләһең? – тип аптырап, һорамайынса булдыра алманы ир.

– Аҡыл иртә инде бит, – Гөлшаттың йылмайғаны һиҙелде. – Фельдшер булғас, бала тыуһа ла, кеше үлһә лә миңә йүгереп киләләр. Ҡурҡмаҫҡа өйрәндем. Төндәрем дә яңғыҙ ине – уйланырға ваҡыт етерлек булды.

– Һин миңә ышанаһыңмы һуң? – Әҙип был һорауҙы бирмәй булдыра алманы.

Гөлшат өндәшмәне. Йомшаҡ ҡулы менән уның шырт баҫҡан ябыҡ сикәләрен һыпырҙы.

– Ышанмаһам, мин бында ятмаҫ инем... – тине.

– Гөлшат... – тине ул бер аҙҙан. – Баҫыуҙы ташламаҫҡа ине...

– Бер эшкә лә һуң түгел! – тип, уны хупланы ҡатын. – Шул иҫәптән, агроном булырға ла!.. Һуң түгел! Беҙ әле һинең менән мәсет һаласаҡбыҙ. Башта – һеҙҙең ауылға, унан – беҙҙекенә!

***

Судья хөкөм ҡарарын уҡый башланы. Әҙип, күтәрелеп, Гөлшатҡа ҡараны. Күҙҙәр осрашты. Ҡатындың йөҙөндә балҡыған тыныслыҡ, яҡты нур, гүйә, уның йөрәгенә лә күсте. Арҡаһы турайҙы. Еңел һулап ҡуйҙы. Һәм, хәтеренә мәңгегә һеңдерергә теләгәндәй, уға йотлоғоп ҡараны. Тамам бөтөрөнгән, йөҙө ҡасҡан апаһына ла томоролоп бер ҡарап алды. “Апайым, рәхмәт һиңә!” тип әйткеһе килде...

Бына уға һуңғы һүҙ бирҙеләр. Ул, күкрәген тултырып һулыш алды ла һуңғы һүҙҙәрен әйтте:

– Кисерегеҙ мине, тик минең ғәйебем юҡ!

 

Автор:
Читайте нас