Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Август 2022, 14:30

Мәңгелек эҙ ҡалдырған шағир

Быйыл да 2 августа - мәшһүр яҡташыбыҙ, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөндә шағир ижадын хөрмәт итеүселәр Ғафури  район хакимиәте алдындағы майҙанға уның һәйкәле алдына йыйылды. Баш өҫтөндә йөҙөп йөрөгән болоттар ҙа был тантана алдынан юҡҡа сығып, ҡояш йылы нурҙарын һибеп, ихлас йылмайып баҡты.

Мәңгелек эҙ ҡалдырған шағирМәңгелек эҙ ҡалдырған шағир
Мәңгелек эҙ ҡалдырған шағир

Республика халҡына Ғафури районы башҡорт әҙәбиәте классигы М.Ғафуриҙың тыуған төйәге булараҡ билдәле. Бына 82 йыл инде районыбыҙ халыҡ шағирының исемен ғорур йөрөтә. Был хаҡта, сараны район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәзилә Хәбибуллина асҡас, тәүге булып һүҙ бирелеүсе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙ сығышында билдәләп үтте.
- Ысынлап та, бөгөн матур көн: мәшһүр яҡташыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөнә йыйылғанбыҙ. 1940 йылда беҙҙең районға Ғафури исеме бирелгән. Бына нисәмә йылдар ошо яғымлы ла, ҡолаҡҡа ятышлы ла исемде районыбыҙ лайыҡлы йөрөтә. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, йөрөһәк тә Ғафури районынан икәнебеҙҙе әйтһәк, барыһы ла хөрмәт менән ҡарай. Шуға ла уның тыуған көнөн билдәләп үтмәһәк, яҙыҡ булыр ине. Ул үҙенең тормошонда күп эштәр башҡарып, халыҡҡа күп яҡтылыҡ биргән, әҫәрҙәрендә үҙе күргәндәрен, башынан үткәнен яҙған. Халыҡ шағирының әҫәрҙәрен бәләкәйҙән уҡыйбыҙ һәм беләбеҙ, уның яҙғандары аша нисәмә быуын тәрбиәләнгән. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә һәр саҡ халыҡ менән бергә булып, республикала иң тәүге “халыҡ шағиры” исемен яулауы районыбыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ булып тора. Барығыҙға ла тормошто уның кеүек матур үтергә, иҫәнлектә, яҡтылыҡта, шатлыҡта бергәләп йәшәргә яҙһын, - тип тамамланы үҙ сығышын изге теләктәр менән Фәнзил Фәйез улы.
Йыйылған халыҡ алдында сығыш яһап, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов та халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һоҡланғыс ижады һәм уның Ватанға, туған халҡына тәрән мөхәббәте, уларҙың яҙмышы өсөн борсолоу тойғоһо менән бер рәттән, социаль ғәҙелһеҙлеккә, йәбер-золомға, тигеҙһеҙлеккә ҡаршы тороуы, халҡы өсөн эшләүе хаҡында тос телмәр тотоп, үҙ теләктәрен еткерҙе.
Эйе, районыбыҙ һәм рес-публика халҡы әҙәбиәтебеҙҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған үҙ шағирын онотмай, уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Уның исеме менән урамдар аталып йөрөтөлә, 1970 йылдың 30 октябренән тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда, Өфөлә йорт-музейы эшләп килә. Шул уҡ ҡалала мәҙәниәт һәм ял паркы, 1969 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры ла данлы шағирҙың исеме менән аталған.
Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма,
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма, - тип яҙыуы ла, уның һәр саҡ халҡы менән булыуын әйтеп тора. Мәжит Ғафуриҙың бай әҙәби мираҫы бөгөн дә туғандаш башҡорт, татар һәм башҡа милләт вәкилдәренең эстетик зауығын байытыуға, әҙәбиәтен, сәнғәтен, мәғарифын үҫтереүгә, кешеләрҙе рухи яҡтан тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Сарала БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәмил Ғимрани мәшһүр яҡташыбыҙға арнап яҙған “Мәңге йәшәр башҡорт илендә” шиғырын уҡып ишеттереүе лә, бында йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Һуңынан әҙиптең һәйкәленә сәскәләр һалынды. Митингҡа йыйылыусылар үҙәк район китапханаһы әҙерләгән флешмобта ҡатнашты, Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын уҡыны.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас