

Таһир йоҡлап та бара ине инде. Ата-әсәһе шым ғына телевизор ҡарай. Ара-тирә үҙҙәре генә ишетерлек итеп һөйләшеп алалар. Ҡустыһы өйҙә юҡ, күрәһең, клубҡа киткән.
Уның ҡолағына, бысраҡ, тайғаҡ урамдан яй ғына геүләп уҙған машина тауышы салынды. “Бер-бер Заһиҙә түгелме икән?” – тип Таһир урынынан тороп тәҙрәнән ҡараны. Ысынлап та, ҙур ҡара джип күрше генә йәшәгән Рәмилә апайының ҡапҡа төбөнә барып туҡтаны.
Заһиҙә өйгә инеп киткәс тә, ҡыҙыҡһыныуын баҫа алмаған Таһир, бер ни тиклем ваҡыт тәҙрә аша ҡарап торҙо. Ҡыҙ тиҙ генә сығырға уйламаны, шикелле.
Таһир карауатына ултырып уйға батты: “Әллә, юҡ һылтауын табып, барып инергәме?!” Килешмәҫ тә кеүек. Рәмилә апайына шылтыратырға итте лә тағы тыйылды. Ошо ваҡыт ҡапыл, телефоны үҙе шылтыраны. Таһир, атайым менән әсәйем ишетеп ҡалмаһын тип, тиҙ генә, яуап бирергә төймәгә баҫты.
- Ни эшләп йоҡламайһың, Таһир? – тине Рәмилә.
- Ҡыҙыҡһың, апый! – Таһир көлдө, - үҙең уяттың даһа.
- Ярай, үпкәләмә инде! Еҙнәң һөйләнә ана, ҡәйнеш инеп хәлде лә белмәй, эреләнгән, тип. Бәлки, инеп сығырһың?!
- Мин хәҙер, йүгерҙем, – Таһир етеҙ хәрәкәттәр менән кейенә башланы. Уның йәшен тиҙлегендәй, уҡтай атылып сығып киткәнен ата-әсәһе һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Һаумы, еҙнә! Заһиҙә лә бында икән, һаумыһығыҙ тағы ла. Тышта ниндәй машина тора тиһәм? – Таһир Ғәлим еҙнәһе менән ҡул биреп күреште.
- Шунан, ҡәйнеш? Хәлдәр нисек? Мәскәү оҡшанымы үҙеңә, Мавзолейға барҙыңмы? – еҙнәһе күрешкәс тә, унан һорау ала башланы.
- Яҡшы, еҙнә! Тик Мәскәүҙә тимер юл вокзалынан ары йөрөргә тура килмәне әлегә. Унда ней, бер поезд менән киләһең дә, икенсеһенә күсеп ултыраһың. Ҡайтҡанда ла шулай. Ҡала ҡарап йөрөргә ваҡыт тарыраҡ. Вагон тәҙрәһенән генә юл буйындағы йорттарҙы, урамдарҙы ҡарап үтәң. Останкино башняһын йыраҡтан ғына күрҙем былай. Матур! Был барғанымда, берәй көнгә Мәскәүҙә туҡталырға уй бар. Нисек булыр.
Аш бүлмәһендә булышҡан Рәмилә янында ултырған Заһиҙәгә Таһирҙың һүҙҙәре бик асыҡ ишетелде. Уға был мөләйем, аҙ һүҙле егет тағы ла нығыраҡ яҡынайғандай тойолдо. “Башҡа берәү Мәскәүҙе күрмәһә лә, шунда булдым, бында йөрөнөм, тип шаштырыр ине, Таһир нисек бар шулай, дөрөҫөн һөйләй. Уларын да еҙнәһе төбәшкәнгә генәлер,” – тип уйланы ҡыҙ.
- Эх, күрергә ине берәй ваҡыт шул Мәскәүҙе, әтеү, район үҙәгенән ары сыҡҡаным да юҡ. Ҡасан алып бараһың беҙҙе Мәскәүгә, Ғәлим? – Рәмилә һүҙгә ҡушылып, иренә өндәште.
- Мәскәүгә?! Өфөнө йүнләп күргән юҡ әле. Хыт иртәгә сығып китер инем дә ул мин. Тик нисек? – Ғәлим үҙе ҡатынына һораулы ҡараш ташланы.
- Ошо көҙҙө, унан ҡышты эшләп ҡайтайым да, апай, яҙға үҙем һеҙҙе алып барырмын, алла бойорһа. Риза булһа Заһиҙәне лә алырбыҙ. Шулай бит?! – тине Таһир ҡыҙға боролоп, ҡыйыуһыҙ ғына.
- Әллә инде?! Минһеҙ генә барырһығыҙ, – Заһиҙә уйсан яуапланы.
Сәй эсеп, өҫтәл артында төрлө темаларға һөйләшеп ултырып, ваҡыт та арыуыҡ булып китте. Таһирҙың күңелен Заһиҙә биләгәндән биләне, әйтерһең дә улар бер-береһен күптән белә, уртаҡ һөйләшер һүҙҙәре лә табылды.
Бер кем менән дә тиерлек аралашмай, әйтер һүҙҙәрен эсенә йомоп йөрөгән Заһиҙәнең бөгөн Таһир менән һөйләшкән һайын һөйләшкеһе килде. Ҡараштары осрашҡанда тәне буйлап ләззәтле йылылыҡ йүгерҙе, нисек тә булһа Таһирға яҡыныраҡ, яҡыныраҡ күсеп ултырырға теләне.
- Уй, Рәмилә апай! Ҡайтайым әле. Һүҙгә әүрәп, оҙаҡлап киттем. Һеҙгә лә йоҡларға ваҡыттыр, - тип Заһиҙә йыйына башланы.
- Ярай һуң, Заһиҙә. Таһир ҙа ана иһәнәй башланы, ял иткеһе киләлер, юл кешеһе бит, - тип, Рәмилә ҡустыһына ҡарап ҡуйҙы. Йәнәһе, нимә ултыраһың, бар, Заһиҙәне оҙат!
- Мин, ней, арыманым да ул былай, - Таһир үҙе ҡыҙҙан ҡалғыһы килмәгәнен һиҙҙермәҫкә тырышып урынынан ҡуҙғалды.
Хушлашып, тышҡа сыҡҡас егет менән ҡыҙ шымып ҡалды. Өй эсендәге һөйләшкән һүҙҙәр ҙә онотолдо, яңылары ла башҡа килмәне.
- Ысынлап та, – тип тартыныбыраҡ һүҙ башланы Таһир, - әйҙә, был юлы уҡ үҙеңде бергә алып китәм. Унда ҡатын-ҡыҙҙарға ла эш етерлек. Бында ыҙалап йәшәгәнсе. – ул Заһиҙәгә “һин” тип өндәшкәнен үҙе лә абайламай ҡалды.
- Ә кем әйтте, мин ыҙалап йәшәй, тип?! Аллаға шөкөр, – Заһиҙә машинаһының ишеген асты, - ҡайҙа инде ул миңә йыраҡтарға сығып китеү, Таһир, Шыршыярҙы ташлап! Ярай, бар ин, ял ит! Мин дә ҡайтайым.
Үҙе Таһир янынан киткеһе килмәне. Ниндәйҙер күҙгә лә күренмәгән, йөрәккә лә һиҙелмәгән сихри көс уны егеттән айырылырға бирмәй ине. Ул үҙендә ныҡышмалылыҡ табып машинаһын ҡабыҙҙы ла, тар урамда оҫта ғына боролоп, йәшәгән йорто яғына йүнәлде.
Таһир ҡыҙға бер йылы һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалыуына әсенеп урынында тапанып торғанда, күҙенә машина артынан йүгерә-атлай эйәргән кеше шәүләһе салынды. “Нимә кәрәк ул кешегә, әллә Заһиҙәне эҙәрлекләп йөрөймө?” тигән уй уның мейеһен телеп үтте.
Егет, ҡыҙҙы ҡыуып етеү теләге менән, тураға, картуф баҡсалары аша Хәмиттең йортона ҡарай ташланды. Ҡараңғыла, туҙышып ятҡан бүрәнәләргә абынып йығылып, өҫ-башы бысранып бөттө. Заһиҙә килеп туҡтағансы, Таһир гараж ҡапҡаһы төбөндә тора ине инде. Фаралар яҡтыһы уның күҙен сағылдырҙы.
- Таһир?! – тине аптыраған Заһиҙә тулҡынланып, - төндә минең менән уҙышмаҡ уйнарға булдың инде әллә? Үҙең бысранып бөткәнһең.
- Уҙышмаҡты икенсе берәү уйнай ана, - егет артҡа, ҡараңғылыҡҡа төртөп күрһәтте. Теге кеше килеп етмәгәйне әле.
- Ниндәй икенсе берәү? Бер кем дә юҡсы.
Таһир хәлде һөйләп биргәс, Заһиҙә ҡурҡып китте:
- Уй, Таһир! Бар, уның күҙенә салынма инде! Хәмиттең ҡушыуы буйынса, берәйһе минең арттан күҙәтә торғандыр.
- Заһиҙә... – Таһир саҡ “Заһиҙәкәй” тип ысҡындырманы, - һин ингәнсе генә торам да. Ул мине шәйләмәйәсәк тә. Бар!
Ҡыҙ, гаражын асып, машинаһын ҡуйғансы теге әҙәм дә килеп етте. Ул ауыр тын алып, Хәмиттең өйөнә ҡаршы йорттоң ҡапҡа төбөнә туҡтап, бер аҙ хәл алып торҙо. Шунан тәмәке тоҡандырҙы ла, кемгәлер телефондан шылтыратып маташты. Тик икенсе оста трубканы алмағастары, әсе һүгенеп, тәмәке төпсөгөн ергә ташланы ла, ҡапҡаһынан инеп китте.
Таһирҙың, был ир ошо йортта йәшәүсе Сәғит икәнлегенә шиге ҡалманы. “Аңлашыла. Хәмит уны Заһиҙә артынан күҙәтергә ҡушҡан. Ә ҡыҙ был турала белмәгән дә”. - Ул йәшенгән урынынан сығып, ҡабаланмай ғына ҡайтыу яғына атланы. Заһиҙә ингәс тә йоҡларға ятты күрәһең, уттарын һүндергәйне.
* * *
Нәсимә, Хәмит менән ҡырҡа араһын өҙөп, үҙ ауылына ҡайтып китһә лә, һаман тыныслана алманы. Беренсенән, рәсми айырылышмағандар. Хәмит был турала һүҙ ҙә сығарманы, ә Нәсимә судҡа ғариза биреү тураһында өндәшергә лә ҡурҡты. Икенсенән, иренең уны ыҙалатыуҙары үҙәгенә үткәйне: шуларҙы йыш ҡына, ҡабаттан, төштәрендә күрҙе. Һаташып уяна ла сәғәттәр буйына йоҡлап китә алмай ята, ә иртәгәһенә Хәмит күҙе алдында тик тора. Ҡыҫҡаһы, ул бергә йәшәгәндә нисек көн күрһәтмәһә, хәҙер ҙә онотолорға, юғалырға теләмәне. “Ғазраил рәүешенә инеп, янымда сыуалалыр был Хәмит,” – тигән уй Нәсимәнең башынан сыҡманы.
Ә әсәһе инде ҡыҙының әсе тормошон килеп күреп, белеп йөрөмәһә лә, йөрәге менән барыһын да һиҙҙе. Үҙе оло йәштә булғанға күрәме, ҡыҙы айырылып ҡайтһа ла, бик тә һөйөндө. “Нәсимә йәш, буй-һыны бар, сибәр, – ир, ней, табылыр!” – тип уйланы. Бер бөртөк ҡыҙы уға, Хәмит менән күпме йәшәп, тупылдатып һөйөрлөк ейән-ейәнсәр ҙә бүләк итә алманы. Кеме ғәйеплелер, кейәүеме, ҡыҙымы, уныһы ҡараңғы ине. Нәсимә ни өсөн айырылышҡандарын да ентекләп һөйләмәне, әсәһе лә төпсөнмәне. Шулай тейеш кеүек йәшәнеләр ҙә киттеләр.
Почта бүлексәһендә гәзит таратыусы йәш ҡатын декрет ялына сығып ҡына тора ине, Нәсимәне уның урынына эшкә алдылар.
Хәҙерге заманда кеше гәзит-журналдарҙы әҙ яҙҙырып, әҙ уҡығас, почта таратҡан сумкаһы буп-буш тиерлек. Алдырғандары ла өй, ике өй аша. Гәзиткә тотошлай урамдары менән яҙылмағандар ҙа бар. Үҙ ауылында, берәй әхирәте тап килеп һөйләшеп тормаһалар, эшен тиҙ генә тамамлай. Ә иң ҡыйыны алда: биш саҡрым аралыҡта ятҡан күрше Көртмәлетау ауылына почта ташыу. Һауа торошоноң нисек булыуына ҡарамаҫтан, аҙнаһына ике тапҡыр барып ҡайтырға кәрәк. Машина йөрөп торһа ла, таныш-белешең түгел икән, туҡтай һалып бармай. Бына бөгөн дә, ул саҡрымдарҙы йәйәү һанап үтергә тура килде.
Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр тигәндәй, сумкаһы еңел генә булһа ла, күрше ауылға килеп еткәнсе ап-аруҡ ҡына арытты. Көртмәлетау – Заһиҙәнең тыуған ауылы. Нәсимә бында килгән һайын уны иҫенә төшөрә. Әле лә: “ Ни эш бөтөрә икән, меҫкенкәй? Хәмиттән китеүен китмәгәндер инде. Унан еңел генә ҡотолоп булмай! Йәшәйҙер инде ыҙа сигеп,” – тип бошоноп уйлап ҡуйҙы.
Нәсимә Заһиҙәгә әҙ генә лә кенә тотманы. Ни ғәйебе бар ул баланың?! Барыһына ла Хәмит ғәйепле. Егерме йылдан ашыу бергә йәшәү дәүерендә ирен ул яҡшы белеп бөткәйне. Донъя көтә башлаған тәүге йылдарҙа Хәмит бөтөнләй икенсе ине. Колхозда шофер булып эшләне. Күпме түләйҙәр – шуға риза. Хәҙерге кеүек аҡсаға, байлыҡҡа иҫе лә китмәй торғайны. Нәсимәне хөрмәт итте. Яратыуы ғына ысын йөрәктән булмаған икән.
Дүрт-биш йыл бергә йәшәнеләр, ә Нәсимә һаман да әсә булыу шатлығын кисерә алманы. Хәмит яйлап эскегә һабыша башланы. Төндәрен өйгә ҡайтмай, икенсе ҡатындар менән күңел асыуҙары ла ишетелгеләне. Ҡайтҡан саҡтарында, иҫерек килеш, ҡатынына ҡул күтәреү уның ғәҙәтенә инеп китте. Балалары булмауҙа Нәсимә үҙен ғәйепле һанап, барыһына ла түҙеп йәшәй бирҙе.
Оҙаҡламай, колхоздар тарҡалып бөтөп, эшҡыуарлыҡ көсәйеп китте. Эсеүен, ситтә күңел асып типтереүҙәрен туҡтатмаһа ла, Хәмиттең ошо өлкәлә бик тә һәләтле икәнлеге асыҡланды. Ә бәлки һәләтлелек тә булмағандыр. Нәсимә быны аҙаҡтан ғына аңланы: ҡомһоҙлоҡ һәм өлгөргәнлек, тиҙ байырға мөмкинселектәрҙең тыуыуы, юғарыла кәрәкле кешеңдең ултырыуы. Ул, элек райкомда эшләгән, ә хәҙер ҙур бер фирма директоры булып киткән ике туған ағаһының дуҫтары, таныштары аша үҙенә төрлө техниканың кәрәклеһен дә, кәрәкмәгәнен дә йыйҙы. Уларҙы һатты, алмаштырҙы. Осһоҙлата ауыл фермаһының һауын һыйырҙарын, быҙау-башмаҡтарын да үҙләштерҙе. Яйлап ағас менән дә шөғөлләнә башланы. Үҙе Нәсимәне бер ҡайҙа ла эшләтмәне. Юҡ, уны йәлләүҙән, һаулығын ҡайғыртыуҙан түгел. Хәмиткә өйҙә лә буш эш ҡулы кәрәк ине. Өй эсендәге, йорт-ҡуралағы, баҡсалағы мәңге бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән тыш, ҡатындың төп бурысы булып Хәмиттең эшселәренә төшкө аш яраштырыу торҙо.
Хәмиткә иртә кейәүгә сығып, һөнәр үҙләштерергә лә өлгөрмәгәйне шул. Өҫтәүенә, балаларының булмауына, ире алдында үҙен кәм итеп тойҙо. Ғаилә эсендә бик йыш ҡабатланған бәхәстәрҙә әҙ генә лә һүҙе үтмәне. Ни сәбәптән балаға уҙмауын тикшертер өсөн дауаханаларға ғына түгел, имсе-томсо әбейҙәргә лә йөрөттөрмәне уны Хәмит. Ғәйепте үҙе Нәсимәгә генә таҡты. “Минең бар ағзам да теүәл, үгеҙ кеүекмен!” – тигән һүҙҙәре Нәсимәнең бөтә өмөтөн юҡҡа сығарып, башын баҫып йәшәргә мәжбүр итте. Хәҙер шул күңел болғандырғыс холҡон Заһиҙәгә күрһәтәлер инде. Һеңлеһе үҙе менән берәй хәл ҡылып ҡуймаһа ярай ҙа.
Нәсимә ҙур булмаған Көртмәлетау ауылында гәзиттәрен таратып та бөттө тиерлек. Йылға аша сығып, дүрт-биш өй ултырған бәләкәй генә урамда бер ҡарсыҡ ҡына ҡалды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме дана гәзит, журнал алдыра. Совет осоронан йәшәп килгән ошо матур ғәҙәтен һис тә ташламай ул. Заһиҙәнең тыуған йорто уға ҡаршы ғына. Өйҙәренең хәҙер исеме генә һаҡланған. Тәҙрәләре ватылып, арҡыры ҡағылған таҡталары айырылып бөткән. Ҡапҡа тирәһен, кәртә эсен ҡый үләне баҫҡан. Ҡураларының мөйөштәре ауыша, ҡыйыҡтары һүтелә башлаған. Был йортҡа ҡарап үтеүе генә лә ҡыҙғаныс – йөрәкте өшөтә. Бәләкәй ауылдарҙың юҡҡа сыға барыуын ошо күренеш үҙе хәтерләтеп тора.
Күрше ауылдан булһа ла, почтальондың килер ваҡытын белеп бөткән Әсмәбикә әбей, тышта эскәмйәлә ултыра ине.
- Иҫән генәме, инәй, ауырымайһығыҙмы? Бөгөн дә йәйәү килергә тура килде, шуға оҙаҡланым әҙерәк, - Нәсимә ҡарсыҡ менән ҡул биреп күреште.
- Аллаға шөкөр әле, ҡыҙым, әкренләп йөрөп ятыла. Ҡарт кеше ауырый инде ул, ауыртмаған ер юҡ. Көнө лә йонсоу бит ана – һыҙландыра. Берәйһенән хат-маҙар юҡмы шунда? - Әсмәбикә әбей урынынан торҙо.
Ул башлап Нәсимәнән гел хат тураһында һорашып ала. Әйтерһең дә кем менәндер яҙыша. Нәсимә эшләгәне бирле уға берәй хат килһә икән, исмаһам.
- Юҡ шул, инәй, ни эшләптер яҙмайҙар... Бәлки, икенсе юлы булыр. Бөгөнгә бына район гәзите генә килде.
- Ярар! Рәхмәт, ҡыҙым! Ингәс ҡарармын гәзитеңде. Әйҙә сәй эсеп сыҡ, ҡайтыр юлың йыраҡ, төш тә еткән, асыҡҡанһыңдыр ҙа!
- Әллә инде?! Былай почтаны таратып бөттөм. Берәй сынаяҡ ҡына эскәндә булыр ине. – Нәсимәне Әсмәбикә әбей күрешкән һайын сәйгә саҡыра ла тора. Тик ул быға тиклем, уңайһыҙланып та, мәңге ашығып та риза булмай торғайны.
Заманында уҡытыусы булып эшләгән Әсмәбикә әбейҙең биш стеналы өйөнөң ике бүлмәһе лә бөхтә итеп йыйыштырылған. Иҙәндәре таҙа, буяуы ялт итеп тора. Өҫтәлдә артыҡ һауыт-һаба күрмәҫһең. Бөтә нәмә үҙ урынында. Бәләкәй генә электр сәйнүгенең һыуы алдан ҡайнатылған булған, ахырыһы, уныһы тиҙ арала шыжлап, күңелле итеп йырлап та ебәрҙе.
- Әйҙә, ҡыҙым, түргә үт! Ҡабаланыр ерең юҡтыр. Беҙҙең урамда бер кем ҡалманы, тиерлек, инеүсе лә юҡ, аралашыр кеше лә юҡ. Һөйләшеп ултырырбыҙ, исмаһам, - ҡарсыҡ шәшкеләргә сәй яһаны.
- Эйе, инәй! Халыҡ кәмене хәҙер ауылда. Йәшәгәндәре лә бер-береһе менән йөрөшөп, аралашып бармай. Шулай... – Нәсимә көрһөндө.
- Ынтылып ултыр, тартынма, барынан ауыҙ ит, ҡыҙым!
- Рәхмәт, тәмле итеп әҙерләгәнһегеҙ. Әсмәбикә инәй! Гел генә һорайым тейем дә тыйылам. Ҡаршығыҙҙағы өйҙә элек Фәридә тигән апай йәшәй торғайны ире менән. Заһиҙә исемле ҡыҙҙары ла булған.
- Эй, ул бисаралар... Шундай тырыштар ине, матур итеп йорт һалып инделәр. Саҡ тормош көтә башлағайнылар ғына, колхоздар бөтөп, донъялар үҙгәреп китте. Эшһеҙлек, аҡса юҡлыҡ. Кемдер байыны, ә кемдер, киреһенсә, бөлгөнлөккә төштө. Сараһыҙҙанмы инде, башҡа сәбәптәнме, эскелек көсәйҙе. Икмәклек аҡсалары булманы, араҡыға таптылар. Былар ҙа икәүләп эскегә һабышты. Бар әйберҙәрен һатып эсеп бөткәс, буп-буш өйҙәрен дә һатырға иткәйнеләр, кем алһын был төпкөлдән. Ире кешегә эйәреп, әллә ҡайҙа вахтаға тип сығып киткәйне – әйләнеп ҡайтманы. Үлеме, тереме – әле лә билдәһеҙ. Фәридә, ҡыш көнө, яғырлыҡ утыны ла бөткәс, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡағып, сабыйын күтәреп үҙҙәренә – ялан яғына ҡайтып китте. Һуңынан ишетелде: ауылдарына етәрәк, урманда туңып үлгән. Эскән дә булған. Ярай әле, ҡыҙын иҫке-моҫҡо әйбер менән ныҡ итеп үҙем кейендерешкәйнем, уныһы һау ҡалған тиҙәр...
Сәй артында Әсмәбикә әбей Заһиҙәнең ата-әсәһе тураһында байтаҡ мәғлүмәт ишеттерҙе. Нәсимә, әсәһе һөйләүенән белә ине – Фәридә апай уларҙың яҡын ғына туғаны булған. Уның әсәһе лә ялан яғынан бит. Тик кеше, туғанын аҙаҡтан, үлгәс кенә хәтеренә төшөрә шул.
Нәсимәне, Фәридә апайы, уның ғаиләһе тураһында ишеткән бер хәбәр саҡ аяҡтан йыҡманы. Ауылына табан атлағанында ул кеҫә телефонын алып Заһиҙәгә ошо турала әйтергә уҡталып ҡуйҙы ла, тыйылды. Бара биргәс тағы, инде шылтыраттым тигән еренән кире уйланы. Юҡ, әлегә кәрәкмәҫ, был – телефон аша әйтә торған һүҙ түгел, тип уйланы Нәсимә.
Дауамы бар.
* * *