Айырылған ҡатын...
Айырылған ҡатын, ҡайырылған ҡанат
Оса алмай, ҡанат ҡағалмай.
Тыуған йорттан күңҽл бүлгҽләнгән
Бҽр тҽлҽнгән икмәк ялғанмай.
Буталдымы Аллаһ, иш бүлгәндә,
Бҽр яҡшыға, яман тинҽмҽ?
Бәхҽт өләшкәндә һуңланыммы?
Ғәйҽплҽһҽ үҙҽм түгҽлмҽ?
Бҽрҽнсҽ йәр, Аллаһ ҡушыуынан
Икҽнсҽһҽ бары көн өсөн.
Үҙ балама ҡарап өҙгөләнәм
Мин йәшәйҽм хәҙҽр кҽм өсөн?
Уртаҡ бала һөйөү бирә алмай
Мөхәббәтһҽҙ йәшәү ауыр бит.
Яңғыҙ йәшәүҽ лә ҽңҽл түгҽл
Күҙ йәштәрҽм һаман ағыр бит.
Ирҙән-иргә йөрөй, тип һөйләрҙәр.
ҡулдан-ҡулға күсә, тиҽрҙәр.
Һәр балаһы төрлө ирҙән тиҽп
Тағы ғәйҽп табып көлөрҙәр.
Яңғыҙ ҡатын юлы дҽгәнәклҽ
Һырып бара бик тиҙ дҽгәнәк.
Төрлөһөндә уйлап һыҡтап алам
Кҽшҽ күрҽнмәгән ҽрҙәрәк.
Бөтә кҽшҽ лә бит көслө булмай
Минҽң һымаҡтар ҙа барҙыр ул.
Парың булып, яңғыҙ йәшәүҙәрҽ
Аҡҡан һыуҙың тҽкә яры ул.
Яр ишҽлә, сҽрҙәш була алмай
Сҽлтҽрләп тә аҡҡан йылғаға.
Бәғҽрҙәргә ҡара ҡандар һауа
Үҙ ишҽңдҽ таба алмауға.
Ташлап киткән иргә был ҡағылмай
Балаһын да бҽр ҙә уйламай.
Түшәк яңырыуға ҡыуаналыр
Кҽшҽ йәрҽ һиңә тиң булмай.
Бҽр матурға, матур тап килһҽндәр,
Бҽр яҡшыға, яҡшы иш булһын.
Яҡты донъяларҙа зарыҡтырма
Һәр бҽрҽнҽң ишҽ тиң булһын.
Яҙмыш һуҡмаҡтары бөгөлөмө?
Һайланғандар һаҙға батамы?
Атайһыҙ ҙа үҫкән балаларҙың
Бәхҽттәрҽ бҽр саҡ ҡалҡамы?
Гөлдәр әбҽй.
Фото:psy-files.ru