Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Август 2022, 14:15

Буйҙаҡ Повесть (1-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Ғаиләләләрҙең тормошо бер төрлөрәк булһа,  өйләнмәйенсә, яңғыҙ йәшәгәндәрҙең, бер-береһенән айырмалы булараҡ үҙ сәбәбе, үҙ фәлсәфәһе бар. Кемдер яҙмышы менән килешеп, тыныс ҡына йәшәй бирә, ә кемдер ғүмере буйы яңғыҙ ҡалғаны өсөн өҙгөләнә.

Буйҙаҡ Повесть (1-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙБуйҙаҡ Повесть (1-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ
Буйҙаҡ Повесть (1-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Ғаиләләләрҙең тормошо бер төрлөрәк булһа,  өйләнмәйенсә, яңғыҙ йәшәгәндәрҙең, бер-береһенән айырмалы булараҡ үҙ сәбәбе, үҙ фәлсәфәһе бар. Кемдер яҙмышы менән килешеп, тыныс ҡына йәшәй бирә, ә кемдер ғүмере буйы яңғыҙ ҡалғаны өсөн өҙгөләнә.

Көньяҡтан ҡара зәңгәр  болот күренгәс, Фән станоғон һүндереп, ағас йышыуынан туҡтаны ла, себешле тауығын аҙбар эсенә ҡыуа башланы. Ҡара тауыҡ теләр-теләмәҫ кенә ун себешен эйәртеп, хужаһына буйһондо.

– Күрмәйһегеҙме ни, ямғыр килә, бик ҡурҡыныс килә, - тип һөйләнә-һөйләнә ҡалған тауыҡтарын да саҡырып аҙбар эсенә ем һипте. Ялан аҙбарҙа тыныс ҡына күшәп ятҡан ике быҙауын сыбыҡ менән ҡыуып торғоҙоп, уларҙы ла абҙар эсенә кертте. Көслө ямғыр булһа сыланып өшөп ҡуйыуҙары бар. Ҡара зәңгәр булып, ҡапыл ғына килеп яуған ямғыр биҡ көслө һәм ҡурҡыныс булыуын белә ул. Ҡай саҡта ямғырынан бигерәк еле иҫ китмәле була. Үткән йыл күрше урамдағы ике йорттоң түбә ҡалайҙарын алып осормаһынмы. Страховать итмәгән булғандар. Йөрөп-йөрөп ҡаранылар бер тиндә аҡса алаламанылар, шикелле. Кая һәм кемгә барһалар ҙа:

- Йортоң бар икән страховать итергә кәрәк. Беҙ ҙә һеҙгә бирерлек аҡса юҡ, - тип кенә яуап биргәндәр.

Фән ул яҡтан тәртипле, йорт-ҡураһын йылда матур ғына хаҡҡа страховать итеп ҡуя. Әллә шуға көслө ел сыҡһа ла уның йортон урап уҙа, быға саҡлы зыян күргәне юҡ.

Тауыҡтарын аҙбар эсенә индергәс, ишеген ябып ҡуйҙы. Ҡөслө ел-дауыл булһа ишектән ингән ел  түбәһен күтәреп осороуы ла бар. Бер нисә йыл элек ундай хәл күрше районда булды инде. Йорттарҙың түбәләрен күтәреп урам буйына һалған. Бер нисә аҙбарҙы емереп ташлаған. Йорт хужалары илай-илай һөйләне. Фән үҙ күҙҙәре менән телевизорҙан ҡүрҙе уларҙы.

Ҡара зәңгәр болот яҡынайғанан яҡынайҙы. Еле лә иҫә башланы. Малдарға тип биҙрә менән бешерергә ҡуйған игенен асып ҡараны. Бешеп килеүен килә лә ул, ҡабарып күтәрелә башлаған, ләкин алырға иртәрәк. Плитаның ишеген асып ут-баштарҙы таратҡалап алды. Тиҙерәк янып бөтһөн тип шулай итте ул. Ышан дауылға плитаны ауыр тип тормаҫ, уты нимәһе менән алып осорорға мөмкин. Шунан көт тә тор ут сығасағын.

Көслө ел саң туҙҙырып ихатаны урап сыҡты ла тынып ҡалғандай итте. Әйтерһең лә, һин әҙерме, хәҙер дауылы буласаҡ тип, Фәнгә хәбәр һалып китте. Уға шулай тойолдо. Фән ҡулына эләкккән һауыт менән мискәнән һыу алды ла, плита ишеген асып, эскә һипте. Һыу һибеүгә ишектән ҡара төтөн сығып саҡ Фәндең битенә бәрелмәне. Башын артҡа алып, ашығып ишеген ябып ҡуйҙы.

Урам буйынан, ҡап-ҡара булып, саң туҙҙырып, донъяны ҡаплап, дауыл килгәнен күреп ҡалғас, Фән мунса соланына йүгерҙе. Көслө ел юлында нимә бар ҡалтыратып, һелкетеп ихаталағы әйберҙәрҙе һанай башланы. Нимәлер шап итте, биҙрәләр тәгәрәгән тауыш та ишетелде. Фән белгән догаһын уҡып, Хоҙайҙан, бер үк зыян ғына һалма инде, тип мәрхәмәтле булыуын ялынып һораны. Бер-бер артлы тиерлек йәшен йәшнәп күк күкрәй башланы. Ул бала саҡтан йәшенән ҡурҡа. Йәшенләп ямғыр килә башлаһа ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан ышаҡланыр урын эҙләй башлай. Кеше алдында ҡурҡыуын һиҙҙермәҫкә тырышһа ла булдыра алмай. Мәктәптә уҡығанда уҡытыусы апалары йәшендән һаҡланыу сараларын өйрәтеп:

- Балалар, йәшендең күкрәүе түгел, үҙе ҡурҡыныс. Күкрәү ул күпмелер ваҡыттан һуң ғына ишетелә, - тиһә лә Фән ана шул шатырҙауынан шөрләй. Йәшендең үҙен күп ваҡыт күрмәй ҙә ҡала, ә бына күкрәүе ҡотон ала шул уның.

Фән нимә шап итте икән тип ишекте асып ҡарарға иткән ине, биҙрәнән ҡойған кеүек ямғыр яуа башланы. Соландың бәләкәй тәҙрәһенә ҡапланды. Унда ямғырҙан башҡа бер нимә лә күрә алманы.

Ямғыр нисек дауыллап, йәшенләп ҡапыл ғына килеп сығып яуған кеүек, шул ук тиҙлектә үтеп тә китте. Күк күкрәгән тауыш йыраҡлашмай тороп Фән ышығынан сыҡманы. Ашыҡһаң ашыҡмаһаң да булаһы булған инде тип уйланы. Һуңғы тамсылар тамып бөткәс, ел тына биргәс кенә, ихатаһына сыҡты. Тирә-яҡҡа күҙ һалды. Бөтәһе лә урынында кеүек, ә нимә шап итте икән тип эҙләй башланы. Тәгәрләшеп ятҡан биҙрәләрҙе алып урындарына ҡуйып сыҡты.   Йортона терәп ҡуйған иҫке ҡоймалар ауған икән. Ихатаһын профнастил менән уратып алғас, элекке ҡоймаларҙы арт яҡҡа ҡуйырмын тип, терәп ҡуйып торғайны. Уларҙы күргәс, иркен тын алып ҡуйҙы.

Биҙрә тулы игене ямғыр һыуы менән артып, тышына түгелгән. Ҡапҡас менән ҡаплап һыуын түкте лә аҙбарға алып китте. Көтөүҙән малдары ҡайтҡас? уларға бирәсәк. Бешкән игенде яратып ашаған булалар. Ул игендән өҙөлмәй, йыл әйләнәһенә малдарына бешереп ашата. Ике һыйыры менән ике танаһы әллә шул игенде ашар өсөн көтөүҙән йорттарына йүгереп ҡайталар. Ҡалғандар кеүек уның мал эҙләп йөрөгәне юҡ. Быҙауҙарын да урам буйына сығармай, ялан аҙбарҙа торалар. Уларға ла өлөш сығара. Бесән сабып алып ҡайта. Бер сабып алып ҡайтҡаны бер аҙнаға етә лә ҡуя.

Зыян булмағанын күреп тынысланғас, Фән башын күтәреп болоттарҙан асыла башлаған һауаға ҡараны. Көньяк-көнбайыш яғынан болоттар араһынан ҡояш күренһә, ә ҡөнсығышта йәйғор ерҙе ҡосаҡлаған.  Көслө ел йәшен менән болоттарҙы ҡамсылай-ҡамсылай  төняҡҡа алып китеп бара. Бер һауала күпме күренеш!  Был матур күренештәрҙе Фән бар доньяһын онотоп, һоҡланып ҡарап торҙо. Рәссам булһам, ошо мәлде киндергә төшөрөр инем, тип уйланы.

Һауа бөтөнләй асылып, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас, аҙбар ишеген асты.  Тауыҡтарын саҡырҙы. Улары шуны ғына көткәндәй, хужаны бәреп тигәндәй, тышҡа атылдылар ҙа ямғыр һыуынан ем эҙләй башланылар. Үттеме ямғыр, тигәндәй ғорур ғына баҫып ике быҙауы әкрен генә аҙбар ишегенән башын тығып ҡарап торҙо ла тышҡа атланы.  

Башлаған эшен дауам итергә тип станоғы янына килде. Дауыллап яуған ямғыр, лапас аҫтындағы станокҡа тиклем тамсыларын һибеп киткән икән. Йеүеш булғас, ҡабыҙманы.  Ашығып ҡапламаған ине шул.  Кибә төшһөн тип, йорт ишегенә атланы. Шул ваҡыт тормоздарын сыйылдатып, уның ҡапҡаһы төбөнә бер машина килеп туҡтаны. Кем булыр икән? Ул атлаған еренән туҡтаны ла, башын шул яҡҡа бороп, ҡапҡанан инеүсене көттө.

Ҡапҡа асылып китеп, унан ҡаласа кейенгән ҡатын күренде.

- Һаумыһығыҙ. Мин дөрөҫ килдем микән? Миңә Фән тигән кеше кәрәк ине, - тине күҙенә эленгән ҡара күҙлеген ҡулына алып.

Таныш булмаған ҡатынан Фән үҙенең исемен ишеткәс, ҡаушап китте. Битенә алһыулыҡ йүгерҙе. Ник уны эҙләй ул? Кем икән? Берәй туғанымы? Бал һорап йөрөймө?

- Мин булам, - тине лә, бер кәрәкмәгәнгә плитаһы янына атланы. Уның был хәрәкәте, мин һине белмәйем, нимә кәрәк, тигәнде аңлата ине. Ҡатын кеше, мин булам тигәнде ишеткәс шатланып ихатаға үтте.

- Фән ағай, матур ағай, мин балға тип килгәйнем, - тине сибәр йөҙө менән ихлаҫтан йылмайып, күҙенә төшкән сәстәрен ҡулы менән артҡа ебәреп. Ҡатындың йөҙөнән  мөләйемлөк, нәҙәкәтлелек нур булып ихатаға һибелгәндәй булды. Фән үҙен ошо нур, матурлыҡ эсендә ҡалғандай хис итте.

Матур ағай тиеүе Фәнде хисләндереп ебәрҙе, тағы ла нығыраҡ ҡыҙарырға мәжбүр итте. Тиҙ генә өс-башына ҡарап алды. Уны быға саҡлы бер кем дә матур тип әйткәне юҡ ине. Ысынлап әйтәме, әллә көләме? Матур булырға мин ҡатын-ҡыҙ түгел. Үпкәләгәндәй итте. Бер аҙ ғына ағара башлаған мыйығына ҡарап шулай тинеме? Нисек кенә булһа ла ҡатындың был һүҙе уға сәйер тойолдо. Күңеленең бер мөйөшөндә рәхәтлек хистәре сағылды. Ҡатынға бал юҡ тип әйтә алманы. Бер нисә көн элек айыртҡан балын әлегә һатмай торорға булғайны. Бер нисә кешене кире борҙо. Йыл ауыр килә, яҙҙан ямғыры ла бик шатландырманы. Емеш ағастары сәскә атҡанда һыуыҡ булды, ҡорттар рәхәтләнеп оса алманы. Көндәр йылытып ҡына ебәргәйне, йәшенле ямғыр яуа башланы. Ҡорттар никтар йыйыуҙан туҡтап ҡалдылар.

- Һеҙгә күпме кәрәк? – тине Фән ҡатындың йөҙөнә ҡарамай ғына, үҙе лә һиҙмәҫтән.

- Өс литр алһаммы тигәйнем. Әсәйем сирләп тора, бал менән сәй эсһәм терелермен кеүекмен ти. Ул һеҙгә ебәрҙе. Мин күрше ауылдан, үҙем Өфөлә йәшәйем. Исемем Фәнүрә. Ҡатын балһыҙ ҡайтып китмәһәм ярар ине тип борсолоп һөйләргә ашыҡты. Ауыл осонда бер апанан Фәндең ҡайҙа йәшәгәнен һорағас, уныһы, бал кәрәкме? тине лә, әле һатмай, йөрөмәһәң дә була, тигәйне.

- Һауытың бармы? – тине Фән ҡоро ғына.

Ҡатын йылы һүҙ ишеткәс, машинаһына ашыҡты. Һә тигәнсе банка тотоп та килде.

- Рәхмәт инде һеҙгә, әсәйем шатланасаҡ.

- Көтөп тороғоҙ, хәҙер алып сығам, - тип банканы алып йортона инеп китте. Ул инеп киткәс ҡатын ихатаға күҙ һалды. Ихатаның пөхтәлеген, hәр нимәнең урынында булыуын, быҙауҙарҙың күшәп, тауыҡтарҙың ем эҙләп йөрөгәнен күргәс, уңған хужа тигән уй үтте башынан. Ағастар араһынан, умарталарҙы күреп, уларҙың күплегенә, хайран ҡалды.

Күп тә үтмәне Фән бал тулы банка тотоп сыҡты ла ҡатынға һуҙҙы.

- Матур йәшәйһегеҙ... Күренеп тора уңғанлыҡ... Күпме бирәйем? – тине ҡатын һуҙа биреп, йөҙөнә шатлыҡ сығарып.

- Мең ярым.

- Осһоҙ һатаһығыҙ, баҙарҙа ҡиммәтерәк. Осһоҙ...

- Мин... Мин шуға баҙарға йөрөмәйем.

- Рәхмәт инде, һеҙгә. Ҡорттарығыҙ балды күп итеп йыйһын. Умартағыҙ күп икән... Рәхмәт.

Ҡатын бал тулы банканы плита өҫтөнә ҡуйҙы ла Фәндең битенән үбеп алды. Аны-быны уйламаған Фән был күренешкә нимә эшләргә белмәне. Бер нисә секундҡа ушын юғалтҡандай итте.  Ушына килгәс, ҡорт саҡҡандай һикереп:

- Нимә эшләйһегеҙ ул? - тип артҡа сигенде лә, берәйһе ҡарап тормаймы тигәндәй тирә-яғына ҡарап алды. – Килешмәгәнде...

- Рәхмәт белдереүем, - тине ҡатын йөҙөнә ғәжәпләнеү сығарып. - Рәхмәт, ағай, рәхмәт, - тип ҡабатланы ла банканы үрелеп алып, һаубуллашып, ихатанан сыҡты.

Фән урынынан ҡуҙғала алмай  оҙаҡ ҡына ҡатып торҙо. Машина ҡуҙғалып китеп, тауышы йырағайғас ҡына ушына килгәндәй булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, бер кәрәкмәгәнгә, аҙбар яғына атланы. Быҙауҙарына ҡарап, нимәнелер иҫенә төшөрөргә теләгән кешеләй оҙаҡ ҡына уйланып торҙо. Ҡулына йомарлаған аҡсаларҙы бер кесәһенә һалды, бер алды, шунан өйөнә таба атланы.

Был нимә булды? Мин бит бал әле һатырға тейеш түгел инем? Уның башынан ошо уй үтте. Әсәйем сирләй тигәс, кире ҡаға алманымы? Әллә матур ағай тигән һүҙгә буш сығарырға теләмәнеме? Ул үҙенең ҡыланышына үҙе ғәжәпләнде. Әйтерһең уны сихырланылар. Ҡатын үҙ теләгенә ирешер өсөн уны шулай мәжбүр иттеме? Нисек кенә булһа ла Фән үҙенең бал биреүенә үкенмәне. Ул бит умарталарҙы шуның өсөн тота, шуның өсөн тәрбиәләй. Уның бар йәшәйеше ошо умарталар. Ул уларҙан башҡа был тормошто күҙ алдына ла килерә алмай. Эше күп булһа ла, килемен күргәс, күңеле тыныслана. Ул тиклем аҡсаны ул ҡайҙа эшләп алыр ине. Колхоз ваҡытында бер аҙ еңелерәк ине. Ул саҡта умарталары аҙ, үҙҙәре өсөн генә аҫырай ине. Колхоз  таралғас, бөтә көсөн ҡорт аҫырауға йүнәлтте. Аҡса килтереүсе берҙән-бер юлды ул шунан күрҙе. Ҡайбер кешеләр кеүек ситкә йөрөп эшләй алманы, сирләп торған әсәһе бар. Уны нисек ҡалдырып сығып китһен? Умарталарҙан яҡшы ғына уңыш ала башлағас, әсәһе көтмәгәндә, улын бер үҙен ҡалдырып, был доньяны ташланы ла китте. Табиптар йөрәк тинеләр. Бер үҙе ҡалғас, ауылдан сығып ситтә эшләп йөрөүҙе күҙ алдына ла килтерә алманы. Мал-тыуар, ҡош-ҡортто кем ҡарар? Ҡорттар айыра башлаһа, кем уларҙы йыйып алыр? Һаҡлап тормаһаң осоп китеү яғын ҡарап ҡына торалар. Шунан үҙенең дә ауылынан бер ҡая китәһе килмәй. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт һәм ҡорттар менән асҡа интекмәм әле тип уйланы, һәм яңғылышманы  шикелле.  

Дауамы бар. 

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас