Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Август 2022, 18:05

Буйҙаҡ Повесть (2-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

- Юҡты һөйләмә әле, һинең ирҙәрең бар, - тине Фән асыуы килеп. - Ташлап ҡайттым, алааш булып сыҡты, ә һин эсмәйһең. Миңә һинең кеүек кәрәк.

Буйҙаҡ Повесть (2-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙБуйҙаҡ Повесть (2-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ
Буйҙаҡ Повесть (2-се өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

2

Ҡатын бал алып ҡуҙғалып киткәнән һуң, Фәндең күңел торошо үҙгәрҙе. Кәйефе күтәрелеп киткәндәй итте. Быға саҡлы ул бындай хәләтте кисергәнен хәтерләмәй. Ҡатын һылыу ине шул. Ҡатын-ҡыҙға ғына хас булған матурлығы, нәфислеге, төс-башы, буй-һыны ир-егеттәрҙе ымһындырырлыҡ. Иягендәге миңе үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Ошо матурлыҡ, бер ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙға ҡарап һоҡланып бармаған Фәнде йәлеп итте түгелме? Нимә булды уға? Ҡатындың йылмайыуы күҙ алдынан китмәй интектерҙе. Әллә йәш ваҡыттағы берәй танышы булдымы? Әрһеҙлеге, ҡыйыулығы оҡшатып йөрөгән Рәмзиәне хәтерләткәндәй итте. Әллә уларҙың берәй туғанымы? Рәмзиә күрше ауылда туғандарым бар тип һөйләнә ине. Әле ул ҡайҙа икән? Ауылға һуңғы йылдарҙа ҡайтҡаны ла юҡ. Туғандары ла ҡалманы шул. Фән үҙенең уй-һоруына үҙе яуап бирҙе.

Ә ни өсөн әле матур ағай тине, бал алыр өсөн генәме, әллә башҡа сәбәбе бармы? Ошо һүҙҙе иҫенә төшөргәс, йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. Оялып киткәндәй итте.  Көҙгө ҡаршына килеп баҫты ла, башын тегеләй-былай борғалап, үҙ-үҙенә ҡараны. Ҡарап тормаһындар тағы, тип тиҙ генә тәрҙә пәҙәләрен тартып ҡуйҙы. Шунан ғына яңынан көҙгө ҡаршына килде. Матурлыҡ бөтөп бара инде, ана йыйырсыҡтар ҙа күренә башлаған. Маңлайҙа тәрән эҙҙәр ярылып ята, сәстәргә лә ҡырау төшә башлаған, тип үҙ-үҙенә һөйләнеп алды. Фән илле йәште үткән булһа ла ҡайбер егеттәр менән сағыштырғанда бына тигән. Ысын егет ул, сөнки  буйҙаҡ.

Әсәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, ике ирҙән айырылып ҡайтҡан Сәриә бал һорарға килгән булып Фәндең күңел ҡылдарын тартҡалап ҡараны.

- Бер үҙең интекмә, мине ал, бергәләп донъя көтөрбөҙ. Арттан эйәреп килергә балаларым юҡ. Һиңә бына тигән ҡыҙ-малай табып бирермен, - тине.

- Юҡты һөйләмә әле, һинең ирҙәрең бар, - тине Фән асыуы килеп.

- Ташлап ҡайттым, алааш булып сыҡты, ә һин эсмәйһең. Миңә һинең кеүек кәрәк.

- Ярай, бал алдың, бар ҡайт инде, - тип Сәриәнән саҡ котолдо.

Сәриәнең һүҙҙәренә байтаҡ асыуы килеп йөрөнө. Йортома хужа булмаҡсы. Икенсе иренең фатирын бүлеп алған икән тип һөйләнеләр, хәҙер минекенә өмөт итә. Әсәйем әйтмешләй, туғандары баҫып ятыр ине. Ул, мәрхүмә, күп балалы ғаиләнән өйләнмә, йәтим булһа бигерәк яҡшы ти ине. Уларҙы туйҙырырға бал һатҡан аҡса ла етмәҫ. Бер ҡайҙа эшләмәй, йыйылышып яталар. Нимә уйлап торам ул, тип Фән был файҙаһыҙ уйҙарҙан тиҙерәк арынырға теләне. Миңә бер кем дә кәрәкмәй, бигерәк тә Сәриә кеүектәр.

Был һөйләшеүҙән һуң ун йыллап ғүмер үтеп киткән. Яңғыҙлыҡҡа  өйрәнгән инде, үҙе янында кемдеңдер йөрөүен күҙ алдына ла килтерә алмай. Ятһа бер үҙе, торһа бер үҙе. Тегене эшлә, быны эшлә тип һөйләнеп йөрөүсе юҡ. Кәрәген үҙе белеп эшләй.

Үткән йыл, бесән алырға булғас, траҡторы булған, үрге оста йәшәгән Таһирға барғайны. Аптырап ҡайтты. Ишектән иң беренсе ҡатыны килеп сыҡты ла:

- Фән, ниндәй йомош менән килдең? – тине.

- Миңа Таһир ағай кәрәк, - тине Фән ҡатындың һорауына аптырап ҡалып.

- Таһир, һине һорайҙар, - тип ишекте асып эске яҡҡа ҡысҡырҙы.

- Ә, һаумы Фән, ниңә инмәйһең? Әйҙә...

- Бесәнде алып ҡайтайыҡ әле. Ҡатыны инмәйенсә, уларҙың һөйләшкәнен, бөйөрөнә таянып тыңлап торҙо.

- Тағы эсеп ҡайтаһың икән, былай йөрөһәң алкашҡа сығаһың.

- Бар, инеп кит.

- Миндә эсергә юҡ, - тине лә  Фән, булмаҫтыр тип ҡапҡа яғына атлай башланы.

- Барам, кешеләреңде әҙерлә, - тип Таһир ҡысҡырып ҡалды.

Бер йылды, ҡыш ине, Фән ихатадағы ҡарҙы көрәп йөрөгәндә, кемдер ҡапҡа шаҡый башланы.

- Ҡапҡа асыҡ, ин, - тип ҡысҡырҙы Фән.

Ҡапҡанан һыуыҡлыҡтан өшөп, күшегеп бөтөп, ҡыйыҡ-мыйыҡ атлап ингән кешене саҡ танып алды. Коҙаһы Әхмәт икән. Фәндең башына, эсергә һорап йөрөйҙөр инде, тигән уй килде.

- Ҡапҡаң бикле була ине... Асыҡ икән... Һаумы, Фән, ҡоҙа... Минең эш харап...

Фән башҡа кеше булһа, миндә эсергә юҡ, тип ҡотолоу яғын ҡарар ине, ҡоҙаһы булғас, улай итергә ҡыйманы.

- Мин эсергә һорап килмәнем. Йөрәк янғанан йөрөйөм. Их, ҡоҙа, аңлаһаң ине. Әхмәт Фәнгә ҡул бирергә ынтылғайыны, саҡ йығылманы.

- Нимә булды?

- Ҡуй инде, - тине лә ҡулын һелтәне.

- Өшөгәнһең, әйҙә, өйгә инәйек. Йығылып китһәң, туңып үләрһең.

Фән Әхмәт ҡоҙаһының хәлен аңлап өйгә алып инде.

- Һин, ҡоҙа, былай йөрөгән кеше түгелһең, нимә булды? Эсеп алғанһың, өшөп бөткәнһең, - тине лә Фән һыу ҡайнатырға ҡуйҙы. – Сәй эсербеҙ.

- Һин өйләнмәнең, дөрөҫ эшләнең. Молодец. Фән ҡоҙаһының был һүҙҙәренә аптырап китте. бөтәһе лә уны өйләнмәгән өсөн битәрләй, ул маҡтап ултыра.

- Аңламаным, ҡоҙа.

- Бына мин өйләндем... Ни бысағыма... Ниндәй рәхәт күрҙем... Юҡ... Юҡ... Ҡатындың олтрағы булып йәшәйем. Нимә эшләһәм дә, нимә һөйләһәм дә мин йүнһеҙ... Булдыҡһыҙ... Яратам тине... Юҡ... Яратмай...Яратмай... Яратһа улай кимһетмәҫ ине. Диванға аяғын бөкләп менеп ултыра ла, миңә бәйләнә башлай. Йәш саҡта йөрөгән егетенә сыҡмағанына үкенә. Ауылда түгел ҡалала йәшәргә тейеш инем, ти. Кеше алдында әрләй башланы. Кеше ирҙәре менән сағыштыра. Ә мин, ысынлап йүнһеҙ, уға бер һүҙ әйтә алмайым. Йүнһеҙ мин... Миңә шулай кәрәк... Үкереп илайһым килә... Ҡоҙа, илайһым... Һиңә һоҡланам...

- Ҡоҙа, нимә һөйләйһең, бына тигән донъяғыҙ бар, урап сыҡҡыһыҙ. Һин булмаһаң, булыр инеме?

- Коҙасаңа әйт, ишетмәгәнеңде ишетерһең. Юҡ... Башҡаса... Булмай... Туйҙым... Әхмәт йылыға ингәс, иҫерә башланы. Теле көрмәкте. Тағы әллә нимәләр һөйләнде, уларын Фән аңламаны.

Ошо хәлдәрҙән һуң, әлдә минең ҡатын юҡ әле, тип һөйөндө Фән. Ҡатының шундый булһа, нимә эшләрһең? Яңғыҙ башың, тыныс ҡолағың, тип булғанына риза булып, һәйеүтемсә генә йәшәй бирә ул. Ләкин уның был уйҙары үҙен тынысландырыр өсөн генә. Бер-ике ғаиләгә ҡарап ҡына бары ла шулай йәшәй икән тип булмай. Ул быны яҡшы аңлай. Шулай күңелен тынысландырһа ла, бөгөн бал алырға килгән ҡатынды күргәс, күңеленең төбөндә йәшеренеп ятҡан хис-тойғо уянып киткәндәй булды. Нимәлер үҙгәрҙе, ләкин нимә икәнен генә аңлай алмай интекте.

Ямғыр килеп яуғанға кәйфе төшөп, асыуы килә торғайны, ә бөгөн ни өсөндөр ямғырҙан йәм күрҙе. Көслө ямғыр кәртәләге ерҙе йыуып, таҙартып, бер мөйөшкә өйөп ҡуйған. Өйөлгән сүп-сарҙы көрәк менән алып, баҡсалағы сүп һауыта ташыны. Ҡояш нурынан пар күтәрелеп елләгән ергә, тауыҡтарын саҡырып ем һипте. Уларҙы һанап алды. Бер нисәһе етмәгәс, күкәй һалып ултыраларҙыр, тип уйлап ҡуйҙы. Кискә саҡлы  шулай, ауыҙ эсенән генә көйләй-көйләй, ашыҡмай ғына эш менән булашты.

Кис еткәс, көтөүҙән ҡайтҡан малдарын ялан аҙбарға индереп, алдарына бешергән игенде һалды. Ихатаһына күҙ йүгертеп сыҡты ла йортона инде. Ҡарамаһа ла телевизорын ҡабыҙҙы. Сәй эскеһе килмәһә лә газға ҡайнатырға һыу ҡуйҙы. Һыу ҡайнап сәйнүге һыҙғыра башлағас, һүндерҙе лә пакетлы сәйҙе кәҫәгенә һалып, һыу ағыҙҙы. Сәйне бер-ике уртлағас, бигерәк тәмһеҙ, ошо пакетлы сәйне алмам тим, әллә нигә алам да ҡуям, тип үҙ-үҙенә һөйләнеп, балҡалағы менән кисә генә айыртҡан балын ҡапты. Бал ҡапҡас ҡына ауыҙы эсендә татлы тәм тойоп, йылмайып ҡуйҙы. Быйылғы бал әллә бигерәк тәмле инде?

Бал алып киткән ҡатын да әсәһе менән тәмләп сәй эсеп ултыра микән? Әсәйем сирләй тине бит, файҙаһы тиһен инде. Прополис бирәһе булған икән, их башына килмәне шул. Прополисты аракыға һалып, ҡараңғы урында бер-ике аҙна тотһаң, дарыуҙарың йыраҡ торһон. Фәндең ошо йәшенә етеп дарыу эскәне юҡ. Һыуык тигәндәй булһа, көрән мәтрүшкә менән һары мәтрүшкә өҫтөнә ҡайнаған һыу ағыҙып, сәй кеүек баллап эсеп ҡуя ла, төрөнөп ята. Бер нисә сәғәттән яңы тыуған баладай булып тора. Араҡыға һалынған прополисты яҙлы-көҙлө, тәбиғәт алышынғанда һаҡланыу сараһы итеп, бер балҡалаҡ һыуға һыйыҡлап көнөнә бер нисә мәртәбә эсеп ала. Ул һыуыҡ тейеү, грипп тигәнде белмәй.

Фән йәштән тәмәке тартыу, аракы эсеү менән мауыҡманы. Бөтөнләй эсмәне түгел эсте, ләкин белеп эсте. Үҙ тиңдәштәре, класташтары менән йыйылышып байрамдарҙы йыш ҡына бергә үткәрҙеләр. Ул саҡтарҙа ла бер аҙ эсә лә бер яҡ ситкә барып ултырып, дуҫтарының үҙ-ара ярһып-ярһып һөйләшкәндәрен, бер-береһен уҙа-уҙа бейеүҙәрен ҡарап ҡына ултырҙы. Һөйләшкә лә, йыр-бейеүгә лә артыҡ ҡушылып барманы. Эсеп алған әрһеҙ дуҫтары уны һөйләндерергә, бейетергә теләһә лә бушҡа ҡына булды.

- Мин бейей ҙә, йырлай ҙа белмәйем, - тип уларҙан ҡотола ине.

Шулай йыйылышып ултырғандарҙың береһендә, Фәндән бер нисә йәшкә йәшерәк булған Рәмзиә уның янына килеп ултырып:

- Фән ағай, ник бер үҙең ситтә ултыраһың? Һиңә беҙҙең менән әллә күңелһеҙ? – тип һораны.

- Юҡ, бер ҙә күңелһеҙ түгел, мин һеҙгә ҡарап һоҡланып ултырам. Минән булмай, оялам, - тине лә үҙе ҡып-ҡыҙыл булды.

- Оялма, бында бит сит кешеләр юҡ, үҙебеҙҙекеләр генә.

- Бер ваҡытта ла йырлап-бейеп ҡарағаным юҡ, шуға оялам.

- Ә һин беҙгә ҡушыл. - Рәмзиә уға шундый итеп йылмайып ҡараны, шунан уң ҡулы менән  ҡулбашына ҡағылып. - Әйҙә, минең янға ултыр, - тине.

Фән бөтөнләй ҡаушап китте. Бите баяғынанда нығыраҡ ҡыҙарҙы. Үҙен ҡая ҡуйырға белмәне. Тороп китәһе килде, ләкин уңайһыҙланды. Рәмзиәне оҙатып йөрөгән Сәлим улар янына килде.

- Рәмзиә, юҡ менән булашма, ул барыбер беҙҙең кеүек булмаясаҡ. Мин уның характерын беләм. Ул үҙенсә, - тип Рәмзиәне ҡулынан тотоп алды ла үҙенә тартты.

- Ебәр, ауыртыраһың бит, - тине Рәмзиә егетенә.

- Әйҙә, ултырһын...  Йыуаштарҙы ҡыҙҙар яратмай ул. Шулаймы? – тип Рәмзиәгә ҡараны. Ҡыҙ бер һүҙ өндәшмәне.

Йыуаш тине түгелме һуң? Тимәк уны йәштәр йыуаштар рәтенә индерә? Бына ни өсөн уға бер кем дә иғтибар итмәй? Ә Рәмзиә уны йәлләйме? Йыуаш итеп күрһәтәһе килмәйме? Башҡалар кеүек булалмаһаң йыуаш булаһыңмы?

Фәнгә Рәмзиә менән һөйләшеп тороу уңайһыҙ булһа ла оҡшай ине. Сәлимдең килеп уның ҡулынан тартыуы уға бөтөнләй оҡшаманы. Үҙе лә һиҙмәҫтән:

- Бар буталма, күрмәйһеңме ни, һөйләшеп торабыҙ, - тине.

- Әһә, үткерләнә башланы, хатта ҡаршылыҡ күрһәтә, - тине Сәлим мыҫҡыллы йылмая биреп.

Башҡа урында булһалар Сәлимгә был һүҙе өсөн эләгер ине. Йыуаштан йыуан сығыуын күрһәтер ине. Ләкин бында түгел, бигерәк тә Рәмзиә янында. Фәндең сабырлы, тыныс булыуы килеп сыҡҡан конфликттарҙы уңай хәл итергә мәжбүр итте. Дуҫтары уның сабырлығын, тыныслығын, кәрәк саҡта үҙен ҡулға алып эште ҙурға ебәрәргә теләмәүен йыуашлыҡтан тип уйланылар. Ләкин был ялғыш ҡараш ине.

Гомүмән Фән таҙа, көслө булып үҫте. Клубта бер кемнән дә ҡурҡып йөрөмәне. Уға ни өсөндөр ауылдың атаҡлы хулигандары бик бәйләнмәне, ни өсөн икәнен ул үҙе лә белмәй. Бәлки, клуб мөдире булып эшләгән Фатима уның йыраҡ туғаны булғаны өсөнмө? Әллә башҡа сәбәбе бармы? Ул бер кемгә лә бәйләнеп, әтәсләнеп йөрөмәне, бәлки, шуғалыр. Берәйһе килеп бәйләнә башлаһа:

- Кит әле, юҡ менән булма, мин һиңә ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәйем, һуғышмайым да, - тип ҡуя. Ошо һүҙҙәрҙән һуң бәйләнеүсе уға керфек аҫтынан ҡарап тора тора ла, ҡул һелтәп китеп бара.

Шулай ҙа булды уға бәйләнеүсе. Ул ҡунаҡҡа килгән егет ине. Эсеп алып, батырланып, туғандарына ышанып алған ҡунаҡ, клубҡа сығып, кем тура килһә шуға бәйләнеп йөрөй башланы. Фән янына килеп:

- Тәмәке бир, - тине. Фән бер һүҙ әйтмәй, урынынан тороп баҫты. Ҡунаҡ егете уның таҙа кәүҙәһен күреп:

- Тартмайһыңмы? Шулай тиергә кәрәк ине, - тип тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Тағын бер нисә кешегә бәйләнеп ҡараны-ҡараны ла, барып сыҡмағас, бер яҡ ситтә ултырған, бала саҡтан сирләп, йонсоп беткән, ябыҡ ҡына үҫмергә бәйләнә башланы. Битенә һуғып та алды. Был хәлде күҙәтеп торған Фән түҙмәне, һикереп торҙо ла, бер һүҙ әйтмәй, ҡунаҡ егетенең елкәһенән тотоп алып, клуб ишегенән тышҡа ырғытты.

- Клубта эҙең булмаһын, - тип ишекте ябып ҡуйҙы. Клуб эсендә ултырғандар был күренешкә ғәжәп итте. Бер нисәһе, молодец, тип ҡуйҙы. Ә ҡалғандар:

- Йыуаштан йыуан сыға тиҙәр, дөрөҫ икән.

- Һыйыр дулаһа аттан яман була шул, - тип ҡөлөргә уйланылар.

- Фән ағай йыуаш түгел, ул аҡыллы, ғәҙел. Бөтәһе лә Әнүргә һуҡҡанын күреп торҙо, бер кем яҡлашманы ә ул... күрҙегеҙ инде. Ул батыр! – тине Рәмҙиә һүҙ ҡуйыртып тороусы йәштәргә. Йәштәр тынып ҡалды. Бер нисәге, шулай шул, тип ҡуйҙы.

Ни ғәжәп ул ҡунаҡ башҡа күренмәне. Гармунсы бейеү көйөнә гармунын тартып ебәрҙе. Шуны ғына көтөп торған йәштәр дәррәү бейергә төштө.

Ошо көндән һуң Фәнгә бөтә йәштәр ҙә хөрмәт менән ҡараны. Уның ҡурҡаҡ, йыуаш түгеллеген белделәр.

Егеттәр, ирҙәр янында  оялып бармаһа ла, ҡыҙҙар янында үҙен нисек тоторға, нисек һүҙ башларға белмәне Фән. Юғалып ҡалды. Дөрөҫ булмаған һүҙ әйтеүҙән ҡурҡып, ҡыҙҙар янынан китергә ашыҡты. Уның ҡыйыуһыҙлығын белгән ҡыҙҙар юрамал үҙҙәре кереп барған булып, һөйләндерергә тырыштылар. Ҡайберҙәре:

- Фән ағай, әрменән йөрөп ҡайтҡас миңә өйләнерһең. Миңә һинең кеүек күп һөйләмәгән, әрһеҙ булмағандар оҡшай, - тейеүселәр ҙә булды. Бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалмас өсөн, был һүҙҙәрҙе әйтеүсегә ҡарамай ғына:

- Ярай, уға саҡлы кейәүгә сыҡмаһаң.

Дауамы бар.

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.

Автор:
Читайте нас