

Малдарын ялан аҙбарҙа ҡалдырып, тауыҡтары инеп бөткәс, аҙбар ишеген ябып ҡуйҙы. Урам ҡапҡағын асып, урам буйына ҡарап алды ла, ҡапҡаға терәү һалды. Күптәр төнгөлөккә эттәрен бәйҙән ысҡындыра, һарайҙың асыҡ икәнен белеп алһалар, бер тауығың ҡалмаҫ. Һуңғы йылдарҙа төлкеләр ҙә ауылда күренгәләй башланы. Фән үҙе лә урамда тыныс ҡына атлап китеп барған төлкөнө күреп ғәжәпләнгән ине. Ябыҡ аҙбарға эт, төлке керә алмаҫ, иҫеректәрҙең ишек ҡағып йөрөүҙәре йонсота.
Эш бөттөмө тигәндәй ихатаһына күҙ йүгертеп алды ла верандаға үтеп ишеген элеп өйөнә инде. Тамағы кибеп торғанға, һыуынып өлгөрмәгән сәйнүгенән кәҫәгә һыу ағыҙып эсеп алды. Утты һүндереп, түшәгенә килеп ятты. Ҡапҡаға терәү һалғас, тынысланып ҡалды ул, ишек шаҡып, яҫтығынан торғоҙоусы юҡ. Таныштарында, кәрәкле кешеләр ҙә уның телефон номеры бар, бик кәрәк булһа шалтыратырҙар.
Элек йылынып ҡына йоҡлап китеп барғанда, ишек шаҡыйҙар ине. Араҡы һорап йөрөүселәрҙер тип уйлаһа ла, нимә булмаҫ тип, ишек төбөнә килә.
- Кем йөрөй? – ти.
- Фән, ас әле, хәлем бик насар, башым ауырта, - тигән тауыш ишеткәс, аҫыуы килеп, саҡ ҡыҙып китмәй ҡала.
- Мин һиңә магазинме ни, башҡа килеп йөрөмә.
- Миңә бал балы булһа ла ярай, - тип ишектең теге яғындағы кеше китергә ашыҡмай.
- Бөттө. Сығарып түктем, һинең кеүектәр һоранып йөрөмәһен тип, - ти ҙә кереп яҫтығына ята. Ошо һөйләшеүҙән һуң тиҙ генә йоҡлап китеп буламы һуң? Йоҡоһо ҡаса. Сәғәткә ҡарап ала. Аяҡ осонда ятҡан бесәйе башын күтәреп хужаһына ҡарап ала ла, ят, йоҡла тигәндәй кире башын ҡәүҙәһенә тыға биреп күҙен йома.
Тапҡандар араҡы һорар кеше. Ул өйөндә араҡы кеүек нимә тотмай. Самогон менән бөтөнләй булашмай. Әсәһе иҫән саҡта булаштылар, донъя көтөргә кәрәк ине. Ауыл кешеһенең күбеһе эсер өсөн эшкә килә лә. Эсермәй ҡара, дошманға әйләнерһең. Элек аҡсаны алмай инеләр. Хәҙер ул яҡҡа еңел, эсергә юҡ икән аҡса бирәһең дә ҡотолаһың. Аҡсаһы булһа араҡыһы табыла, һатыу нөктәләре етерлек.
Фән килеп эшләгән кешеләргә эсерер өсөн бал балы ғына әҙерләй. Уны ла күп бирмәй, ике кәҫәнән артыҡ эсһәләр, ҡайта алмай интегәләр, аяҡтарына төшә. Бер нисә мәртәбә ауыҙы беште инде. шуға ярҙам итеүселәргә йә аҡса, йә бал бирергә тырыша.
Фән ғаилә лә берҙән-бер бала булып үҫте. Сибәрбикә улын бик ауырлык менән тапты. Башҡа бәбәй алып ҡайталманы. Дауаханала ла ятып ҡараны, әбиҙәргә лә барҙы, тик файҙаһы ғына булманы.
- Ҡатын, башҡа интегеп йөрөмә, Хоҙай башҡа бәбәй бирәһе килмәйҙер. Риза булайыҡ, улыбыҙ бар, еткән, - тине ҡатынына Миндулла. Ул шулай бала таба алмағанына борсолоп йөрөгән ҡатынын тынысландырырға теләне. Ҡатынына шулай тип әйтһә лә үҙе лә тыныс түгел ине. Күп балалы ғаилә лә үҫкән Миндулла, улының бер үҙе генә үҫеүенә йөрәге янды.
- Атаһы, һин шулай тиһең дә ул, улыбыҙ бер үҙе үҫәме ни? – тип яуапланы иренә.
- Хәҙер күп бала табыу мода да түгел, тирә-яҡҡа ҡара. Был улыбыҙҙың бәхете булһын!
- Уныһы шулай, - тип килешкәндәй булды Сибәрбикә.
Миндулла ферма малдарын ҡараны, Сибәрбикә һауымсы булды. Иң алдынғы һауымсы булмаһа ла гел яҡшылар рәтендә килде ул. Миндулланың да, Сибәрбикәнең дә фоторәсемдәре малсылар йортондағы почет таҡтаһын биҙәне.
Ферма мөдире уларҙы йыйылыш һайын:
- Минең иң яҡшы эшселәрем, - тип маҡтаны. Колхоздың дөйөм йыйылышына уларҙы бүләкләү исемлегенә индерҙе. Йылда булмаһа ла яҡшы эшләгәндәре өсөн бүләк алып торҙолар.
Фән мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарында ата-әсәһенә ярҙам итешеп фермала йөрөнө. Атаһы:
- Улым, шофер булырһың инде, минең кеүек атта йөрөмәҫһең, - тиһә лә мәктәпте тамамлағас, әрмегә алынғансы тип фермаға эшкә килде.
- Мин аттарҙы яратам, хеҙмәт итеп ҡайтҡас күҙ күрер, бәлки башҡа һөнәр алырмын, - тип ата-әсәһен тынысландырырға ашыҡты.
Бер көндө ашап ултырғанда әсәһе:
- Үрге ос Зәкирә апаң, улың, Рамаҙан ҡыҙын оҙата икән, тип һөйләнеп торҙо, шул дөрөҫмө?
Фән ҡып-ҡыҙыл булды, бер аҙ һүҙһеҙ торҙо шунан ғына:
- Ҡайтырға ҡурҡам тигәс, оҙаттым инде. Сәлим бит көне-төне иҫерек. Урлайым тип һүҙ ебәргән, Рәмзиә ҡурҡа, - тине башын күтәрмәй генә ашауын белеп.
- Сәлим менән йөрөй тип ишетеп ҡалғайным шул, ташлаштылар ҙа микән ни? Сибәрбикә башҡа һүҙ ҡуйыртмай, һалынған ашын ашап ҡуйҙы. Улына ла, үҙенә лә сәй яһаны. Шунан яңынан һүҙ башланы.
- Рамаҙандың ҡатынын әйтәм, Гөлһылыуҙы, бер ҡайҙала эшләмәне, йыл һайын бәбәй тапты ла бәбәй тапты. Рамаҙанды балаға баҫты. Хеҙмәт кенәгәһе юҡ икән тиҙәр. Ҡыҙы ла әсәһе кеүек йыл һайын бала табасаҡ инде. Уға өйләнгән егет интегәсәк. Сәлим шуға ташлағандыр әле.
Сибәрбикә быны яңылыҡ итеп һөйләп ултырһа ла, улының ҡолағына хәбәр һалырға теләне. Улының Рәмзиәгә тартылыуын һиҙенә, шуға уратып ҡына булһа ла, араларына кәртә ҡуярға иҫәбе. Уға нигә кәрәк күп бала табыусы килен. Балаҡайым бала ҡарап интегәсәк.
- Ҡыҙы әсәһенә оҡшай тип ҡайҙа яҙылған? Хәҙер заман башҡа, - тине Фән әсәһенең күҙенә ҡарап, уның ни өсөн һөйләгәнен аңларға тырышып.
- Яңғылыш йөрөп китмә тип әйтеүем генә. Төҫкә-башҡа сибәр, егеттәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ ... Рамаҙан йонсоп бөттө... Күп бала ушны ала шул...
- Әсәй, әле бер кем дә өйләнергә тормай, әрме лә хеҙмәт итеп ҡайтаһым, уҡып һөнәр алаһым бар. Тыныслан, - тине лә өҫтәл артынан тороп кәртәгә сығып китте.
Фән аңланы, әсәһе Рәмзиә артынан йөрөгәнде хупламай. Уға үҙе кеүек бер генә бала таба торған килен кәрәк. Тимәк, әсәһенә оҡшаған ҡыҙ менән генә йөрергә тейеш буламы? Ул әле хеҙмәт итеп ҡайтмаған, ниндәй өйләнеү ул? Әсәһе әллә нимә һөйләй. Исмаһам, атаһы өйҙә саҡта һүҙ башламаны, ул:
- Улымдың башын юҡ менән ҡатырма, - тип ҡырт киҫер ине.
Ғаиләлә бер үҙе булуына Фәндең күңеле һәр саҡ китек булды. Был бигерәк тә бала саҡта ныҡ һиҙелде. Урам буйында, урамдаш малай-ҡыҙҙар менән уйнап ҡайтһа, ҡайтҡас һөйләшергә бер кеме лә булмауы күңелһеҙләндерҙе. Ҡайваҡыт дуҫтары туғандары менән өйҙә уйнауҙарын ҡыҙыҡ итеп һөйләгәндә ул һүҙгә ҡушылмай ғына бер яҡ ситтә торҙо. Уның һөйләр һүҙе юҡ. Шундай һөйләшеүҙәрҙең береһенән һуң, өйөнә асыуы килеп ҡайтты ла, йәшле күҙҙәрен һөртә-һөртә, әсәһенә күптән бирергә йөрөгән һорауын бирҙе.
- Әсәй, ник мин бер үҙем? Миңә күңелһеҙ. Дуҫтарҙың ағалары, ҡуҫтылары бар, - тине әсәһенә һыйынып. Әсә кеше нимә әйтергә белмәй баҙап ҡалды. Улын ҡосағына алды.
- Мин сирләнем, улым, шуға туғандарың юҡ, - тине. Үҙенең күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Быны күреп торған Фән әсәһен йәлләне.
- Мин былай ғына әйттем, асыуланма, әсәй, - тине әсәһенең битен һыйпап. Сибәрбикә улының һүҙҙәренән һуң тынысланғандай булһа ла, күңеле төбөндәге яраһы иремәне. Башҡа бала таба алмауына булған үкенес кәмемәне.
Фән башҡа бер ваҡытта ла был турала һүҙ ҡуҙғытманы.
4
Яҫтығына ятҡас тиҙ генә йоҡлап китер кеүек булһа ла, күҙенә йоҡы инмәне. Юғиһә, ул ямғырҙан һуң тиҙ генә йоҡлап китә ине. Ямғыр уға нисектер тәьҫир итә. Ямғыр алдынан һәм артынан уның тәндәре ауырайып, йоҡо баҫа башлай. Күрәһең, һауа торошо, атмосфера баҫымы уның организмын тынысландыра. Ә бөгөн ник йоҡлай алмай әле ул? Бал алырға килгән ҡатын иҫенә төшкәнгәме? Уның һүҙҙәре ҡолағында һаман да яңғырап торғанғамы? Матур ағай... Матур ағай...
Фәндең ни өсөндөр ул ҡатынды тағы күргеһе килеп китте. Сылтырап аҡҡан шишмә тауышын хәтерләткән тауышын ишеткеһе килде. Исемен Фәнүрә тинеме әле? Фән, Фәнүрә икеһенә бер исем түгелме? Уның быға саҡлы бындай исемде ишеткәне юҡ ине.
Аяҡ осонда ятҡан бесәйен алып, арҡаһынан һыйпап ҡуйҙы. Уныһы мырылдап, иркәләнеп кенә һуҙылып алды ла хужаһының күкрәгенә башын терәп, һыйынып ятты.
Бесәйе инде уның олоғайып бара, артыҡ шаярып бармай, күпселек ятып торорға тырыша. Йәш сағында баш бирмәне инде, яҙға таба бигерәк тә. Иртән үк сығып китә ине лә көн буйы ҡайҙалыр юғалып тора. Фән баштараҡ аңламайынса, бесәйем мине ташларға теләй, тип уйлай ине. Ә бер көндө бесәйҙәр бала тауышы сығарып ҡысҡырышҡас, йүгереп кәртәһенә сыҡты. Уның бесәйе менән күрше бесәйе йөндәрен ҡабартышып, бер-береһенә һикерергә тора ине. Ул ҡулына бер таяҡ алды ла, улар яғына ырғытты. Фәндең бесәйе, ҡомасаулап йөрмә, тигәндәй хужаһына ҡарап алды ла, ҡаршыһындағы бесәйгә һикерҙе. Үҙенең бесәйе һикергәс, вот, молодец, тип Фән кәнәғәтлек белән йылмайып ҡуйҙы.
Ҡойма башында, уларҙың һуғышҡанын ҡарап, аҡлы-һарылы бесәй ултырғанын шәйләп алды. Ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, кем еңә, мин шуныҡы, тигәндәй ултыра бирә. Шунда ғына Фәндең башына барып етте. Бесәйҙәр ҡыҙ өсөн һуғыша икән. Бына ни өсөн көн буйы ҡайтмай йөрөй? “Ҡараҡай”ы күрше бесәйен сыйылдатып ҡыуып ебәргәс, ҡанаған ҡолағын аяғы менән ышҡып алды ла, ҡойма башында ултырған аҡлы-һарылы бесәй янына ғорурлыҡ менән атланы.
Бесәйҙәрҙең һуғышҡанын ҡарап торғанан һуң, Фән үҙенең йәшлеген искә төшөрҙө. Уның бит бесәйҙәр кеүек ҡыҙҙар өсөн һуғышҡаны түгел, әрләшкәне лә булманы. Ул оҡшатып йөрөгән ҡыҙы өсөн көрәшмәне. Ҡыҙҙар өсөн ауыҙы-бороно ҡанға батмаған егет, егет буламы тип уйлаһа ла, ни өсөндөр уның кешегә һуғырға ҡулы барманы. Теләһә Рәмзиәне Сәлимдән тартып алала ине, араларына инәһе килмәне. Тәртиплелеге, намыҫы ҡушманы. Ҡайсаҡ үҙенең шундый булғанына асыуы ла килеп ҡуя. Тик бер нимә лә эшләй, тыумыштан бирелгән тәбиғәтенә ҡаршы килә алмай.
Бер йылды “Ҡараҡай”ы яҙ сығып китте лә юҡ булды. Бер көн үтте, ике көн үтте бесәйе юҡ та юҡ. Бер аҙна ҡайтмағас, бөтөнләй ҡурҡыуға ҡалды Фән. Ҡая булырға мөмкин? Үлеп ятамы, тип баҡсаһын, өй тирәләрен ҡарап бөттө. Күршеләренән һорарға ҡыйынһынды. Ул уларҙың нимә әйтәһен белә. Күршеләре менән бик осрашмаҫҡа тырыша ул.
Бесәйе булмағас, өйҙә йәм бөттө, иптәш булған икән. “Ҡараҡай”ына һүҙ ҡушып, һөйләшеп ала ине. Ҡайсаҡта күңелендәге уйҙарын да асып һалды. Шуныһы Фәнгә оҡшай, бесәйе кешеләрҙән айырмалы булараҡ уны тыңлай ғына, бер һорау ҙа бирмәй. Хужаһының күҙҙәренә ҡарап ятыуын белә.
Фән нимә бешерһә лә, бесәйенең һауытына үҙенә һалған күләмдә риҙыҡ һала. Уның ашағанына оҙаҡ итеп ҡарап тора, күңеленә рәхәтлек ала. Шуға бесәйе таҙарып, ауырайып китте. Мунса яҡҡанда үҙе менән бесәйен дә йыуындырырға алып бара. “Ҡараҡай”ы баштараҡ һыуҙан ҡурҡа ине, аҙаҡ өйрәнде. Йыуынып бөткәс, ләүкәгә менеп ятып, йөндәрен киптерә-киптерә, хужаһының йыуынғанын ҡарап ултыра бирә.
“Ҡараҡай”ы ике ай ҡайтмағас, Фән ҡайтырына өмөтөн өҙөп, башҡа бесәй алырмын инде тип уйлай башланы. Шулай ҙа нисектер уға ҡайтып инер төҫлө тойолдо. Көндә көттө. Тышта берәй тауыш ишетелһә, йүгереп сығып китте. Бесәйе булмағас күңелһеҙләнеп кенә инеп яҫтығына ятты. Баштараҡ һауытына риҙыҡ та һалып ҡуя ине, ҡайтып инһә нимә ашатырмын тип.
Бесәйе юғалғас, Фән күңелһеҙләнеп, нимә эшләргә белмәне. Яңғыҙлыҡтың насар икәнен һиҙгәндәй булды. Ваҡытында ғаилә ҡормай ҡалыуына үкенгәндәй итте. Ғаиләһе булһа ул бесәйенең юғалғанын иҫләмәҫтә ине. Ә әле уның берҙән-бер яҡын йән эйәһе – бесәйе. Көндөҙҙәре эш менән булашып үтһә лә кистәрен янында “Ҡараҡайы” булмауы күңелен ҡырҙы. Телевизор ҙа бесәйен алмаштыра алманы. Төштәрендә “Ҡараҡай”ын ябып ҡуйғандар икән, сығармай тоталар икән тип күреп һаташты. Кемделер әрләп ҡысҡырып, үҙ тауышына үҙе уянған саҡтары ла булды. Күршеләренең бесәйҙәре балалағанын ишетеп ҡалғайыны, бер аҙ үҫһен дә береһен һорап алырмын инде тип уйлап ҡуйҙы. Малайҙарына һөйләнә лә бирҙе. Уныһы, ярар, тине.
Ә бер көндө “Ҡараҡай” ҡайтып инмәһенме, аптырап китте. Шатлығынан нимә эшләргә белмәй торҙо. Бесәйен күтәреп алды. Шул көндө үк мунса яғып йыуындырҙы. Белмәҫһең әллә ҡайҙа йөрөгән әле ул. Өйөнә йәм инеп китте. Бесәйе йылы түшәктә таңға саҡлы уянмайынса йоҡланы. Күрәһең, төшөмдә күргәнсә, ябып тотҡандарҙыр, тип һөйләнеп бесәйен һыйпаны. Фәндең күңеле үҫте, үҙендә ниндәҙер көс артыуын һиҙҙе. Кис үҙе янына алып:
- Һин ҡайҙа йөрөнөң ул? Берәй матур бесәй ҡыҙы таптыңмы? – тип һорауҙар бирҙе.
Фән үҙе лә һиҙмәҫтән кешеләрҙән йыраҡлаша башланы. Һөйләшергә тура килһә лә бары эш тураһында ғына. Бер кемде лә күңеленә индермәне. Шулай ҙа ҡайбер әрһеҙҙәр:
- Фән, ҡасан өйләнәһең, ҡартаяһың бит, - тиеп нерваһында уйнай башлайҙар. Әйтерһең ул донъя тотҡаһы. Ник бөтәһен дә минең өйләнмәү борсой әле? Ундайҙар менән һөйләшеп тә тормай, атлап китеп бара. Уңай яуап ишетмәгәс, артынан:
- Үҙем берәйһе менән таныштырайыммы? - тип эйәреп килүселәр ҙә булғалай. Ғомүмән, ул кешеләрҙең ошо һорауҙарынан ялҡып бөттө. Шуға кем менән һөйләшә башлаһа ла, йомошон ғына әйтә лә, тиҙерәк китеү яғын ҡарай.
Фән йәшерәк ваҡытта кешеләргә ҡушылып һөйләшә торғайны. Үҙе турында дуҫтарының, күршеләренең, ғомүмән кешеләрҙең нимә уйлағанын белергә теләй ине. Ул үҙен өйләнмәй ҡалырмын тип уйламаны, берәй оҡшағаны табылыр әле, тип фекер йөрөтө. Көн артынан көндәр, йылдар үтеп ҡырыҡ йәшкә еткәс, әсәһе мәрхүм булғас, үҙе лә шомлана башланы. Әсәһе исән саҡта бер сама булған икән, яңғыҙ ҡалғас, күңелһеҙ булып ҡалды. Өйләнмәйенсә ҡалдыммы тигән уй мейен борауланы. Тик был турала бер кемгә лә һиҙҙермәне. Йәше барған һайын уның талаптары ла үҙгәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙың атлауын, һөйләшеүен, төс-башын, буй-һынын, уңғанлығын тикшереп, энәһенән-ебенән үткәрҙе. Ул инде элекке Фән түгел. Кис ятҡас, ауылдағы ҡыҙҙырҙы үҙе теләгән талапҡа туры килтереп эҙләп ҡараны ла, миңә ярарлығы юҡ, тигән фекергә килде.
- Өйлән инде, йәшең бара бит, - тигәндәргә:
- Өйләнеп кем бәхетле булған?! Йә булмаһа:
- Миңә әле ҡырыҡ ҡына йәш, өлгөрөрмөн әле, - тип ҡуйғаланы. Шулай тиһә лә йөрәгендә, күңеле төбөндә дөрләп ут янды. Был йәштә ул клубҡа сыға алмай, унда бала-саға ғына. Берәй ерҙә эшләп йөрөһә, бәлки, берәйһе менән танышыр ине. Туғандары, дуҫтары, ҡайбер таныштары ҡунаҡҡа саҡырһа ла йөрөмәне.
- Ярар, бәлки, барырмын, - тип ҡала ла шуның менән бөтә. Ҡунаҡҡа йөрөмәгәнен белгәс, һуңғы йылдарҙа бөтөнләй саҡырмай башланылар. Ул әкрен генә, үҙе лә һиҙмәстән йәмғиәттән айырыла башланы. Үҙ-үҙенә бикләнде. Ҡайсаҡта үҙенең булдыҡһыҙлығына ҡысҡыраһы, бар кәртәләрҙе ватып ташлаһы килеп китһә лә, тиҙ һыуынды. Их, тип кенә ҡуйыу менән ҡәнәғәтләнде.
Мәктәп йылдарында һәм унан һуң да дуҫ булған Мөнир класташы, үҙе өйләнгәс, Фән менән һирәк аралаша башланы. Фән дә быға сәбәпсе булды, ғаиләле кеше менән яңғыҙ кешенең ниндәй уртаҡ һүҙе булһын, тип араны алыҫлаштырҙы. Фән бөтөнләй бер үҙе ҡалғас, уның һаман да өйләнмәйенсә йөрөүенә Мөнир дуҫы борсолдо. Уға ярҙам иткеһе килде. Шуға ҡатыны менән уға димләргә кеше эҙләй башланылар. Фәндең ҡырыҡ йәшендә үҙе өйләнәсәгенә ышаныс юҡ ине. Тапты улар бер ҡыҙҙы. уҡый торғас, кейәүгә сыҡмайынса ҡалғанды. Мөнир бал алырға килгән булып, Фән менән бала саҡтарын, йәшлектәрен иҫкә алып, һөйләшеп ултырҙылар. Мөнир уңайын тура килтереп, һүҙ уңайында:
- Фән дуҫҡай, әллә өйләнәһеңме? – тине.
- Кемде алайым, урам буйына сығып, ҡысҡырып йөрөй алмайым бит инде.
- Ә һин ҡысҡырма, дуҫыңа мөрәжәғәт ит. Миңә... Горизонтта бер ҡыҙ бар. Бер мәртәбә лә кейәүгә сыҡмаған, уҡытыусы булып эшләй.
- Уҡытыусы?! Һин нимә, миңә уҡыған кеше кейәүгә сығамы? Минең белем юҡ...
- Бер-берегеҙҙе оҡшатһағыҙ, бында белем мөһим роль уйнамай.
Мөнир әкренләп кенә Фәнде ул ҡыҙ менән осрашырға килештерҙе. Көнөн һөйләшеп, дуҫының машинаһы менән барырға булдылар.
Фән бер аҙна ваҡытты саҡ үткәрҙе, уйланды ла уйланды. Өҫтөнә нисек кейенергә, нисек һөйләшергә, нимә алып барырға. Ике көн ҡалғас, ниңә миңә былай ғаҙапланыу, әллә ниндәй кеше әле ул, оҡшамаһа? Тамағына аш барманы, йоҡоһо ҡаҫты. Әйтерһең уны яҙаларға саҡыралар. Радионы көндә иртән ҡабыҙып, “Юлдаш” каналынан гороскопты тыңланы. Гороскоп буйынса осрашырға яраймы, юҡмы шуны белгеһе килде.
Һөйләшенгән көнгә Мөнир төш алдынан, машинаһы менән, Фәндең ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтаны. Ҡапҡанан инеп, бер аҙ атлаһа, Фәндең быҙауҙарына бесән биреп йөрөүен күрҙе.
- Һаумы. Әйҙә, киттек, беҙҙе көтәләр, - тине Мөнир уны-быны уйламай.
- Мин бармайым. Бөгөн осрашыр өсөн алама көн, гороскоп буйынса шулай, - тине Фән һәнәген кәртәгә терәп ҡуйғас.
- Һин нимә, беҙҙе көтәләр. Алдаҡсы булып сығам бит. Фән, һин нимә эшләйһең ул?
Мөнир күпме генә ялынмаһын, дуҫын килештерә алманы. Асыуланып, ҡулын һелтәп:
- Ҡартай шулай, - тип сығып китте. Шунан бирле башҡа килеп аяҡ та баҫманы.
Өфөлә йәшәп ятҡан ике туған ағаһы ғаиләһе менән Сибәрбикә исән саҡта йылына бер-ике ҡайтып, ҡунаҡ булып китәләр ине. Апаһы үлеп киткәс улар ҙа бик һирәк кенә ҡайтты. Бына ике йыл инде бөтөнләй ҡайтҡандары юҡ. Фән уларҙың ҡайтмауҙарына һөйөнөп тә ҡуя. Ағаһы ҡайтҡан һайын, эсеп алһа:
- Мин һине өйләндерәм. Берәй ҡыҙ алып ҡайтып яныңа бәйләп һалам, - тип ҡабатларға ярата.
- Кәйнештең башын ҡатырма әле, юҡ-бар һүҙҙәрең менән, - тип еңгәһе яҡлашҡандай итә. – Үҙе беләлер. Һин дә өйләнмәй ҡалыр инең, ярай бәхетеңә мин осраным.
Ағаһының һүҙенә асыуы килһә лә, еңгәһенең һүҙе лә тынысландырманы Фәнде.
- Миңә, еңгә һинең кеүек ҡыҙ осраманы шул, - тине йөҙөнә бер аҙ йылмаю сығара биргәндәй итеп.
- Туғаным беләм, һин миңә асыуланаһың, ә ир кеше бит бер мәртәбә булһа ла өйләнеп ҡарарға тейеш. Йәшәүе барып сығамы юҡмы... Өйләнеп, бала үҫтермәгән кеше, ҡорыған ағасҡа тиң. Ҡартайғанда ауыҙыңа кем һыу һалыр?
- Минең ни ғәйебем бар һуң? Өйләнмәү енәйәт мәллә? Эт менән бесәй кеүек йәшәгәнсе, өйләнмәүең яҡшы түгелме? Фән был һүҙҙәрҙе әйткәндә тауышын күтәрә бирҙе. Ул ағаһы менән еңгәһенең талашҡандарын белгәнгә шулай тине. Еңгәһе кәйнешенә беренсе күргәндәй итеп ҡарап ҡуйҙы ла:
- Балалар хаҡына йәшәргә була инде, - тине.
- Юҡ. Булмай. Фән ҡырт ҡиҫте. Ошо һөйләшеүҙән һуң ағалары ҡайтһа ла был турала һүҙ башламанылар. Яҙмышы шулайҙыр, тип килештеләр, буғай.
5
Фән һуңғы көндәрҙә йоҡларға ятҡас, үҙенең йәшлеген йышыраҡ иҫкә төшөрә башланы. Шул саҡ кемнеңдер әйткәне хәтеренә килде.
- Йәшлегеңде иҫкә ала башлайһың икән, тимәк олоғая башлағанһың.
Күңеле менән бер ҙә олоғая башлағандай булмаһа ла, күрәһең йылдар үҙенекен итәлер. Тәндәре лә ауырая төшкәндәй, оҙаҡ йөрөһә аяҡтары һыҙлаштыра. Ныҡлап ҡына сирләгәне булмаһа ла, арығандай итә. Көндөҙ өс кейемдәрен һалмай ғына диванына ятып тора. Бала сағында, йәш ваҡытында иллегә еткәндәрҙе ҡарт кеүек күрә ине. Үлеп китһәләр, ҡартайған инде, тип уйлап ҡуя ине. Бөгөн үҙе илле йәште уҙған. Йәшәгән дә кеүек түгел. Ни арала шулай йылдар үтеп киткән?! Ҡырыҡ йәштә, миңә әле һүң түгел, өйләнермен әле, ти ине. Ун йылдан артыҡ ғүмер үтеп тә киткән. Хәҙер инде ул турала уйларға ла оят. Йәштәштәренең балалары үҫеп, кейәүгә сығып, өйләнешеп бөттөләр.
Рәмзиә... Рәмзиә, уны йыш ҡына иҫкә төшөрә. Уны бит ул оҡшата ине. Сибәрбикә, әсәһенә оҡшап күп бала табасаҡ, тиһә лә, уға булған хис-тойғоғо кәмемәне. Киреһенсә, был һүҙҙән һуң нығыраҡ тартылғандай итте. Бөтәһенә лә үҙе кеүек яңғыҙ үҫергә тимәгән. Хәҙер элекке кеүек күп бала табыусы юҡ та.
Колхоз осоронда һалам алыу халыҡ өсөн бер ғаҙап була ине. Фермаларҙа малдар күп булғас, һаламды уларға ташыйлар, халыҡҡа үлсәп кенә таратыла. Шуға ауыл халҡы ҡараңғы төшкәс, эскертән йорттарына күтәреп тә, сана менән дә һалам ташый. Эскерттың өҫтө ямғыр һыуына сыланып туңған булғанға, эстәге ҡоро һаламды ҡулдары менән тартып сығаралар. Шулай эскерттә соҡор барлыҡҡа килә. Бер йылды ике һыйыр эскерт аҫтында ҡалып үлгән ине. Бригадир:
- Штраф һалабыҙ, һалам ташығандарға, - тип һөйләнеп йөрөнө лә тынды. Ул да халыҡтың хәлен аңлағандыр инде.
Әрмегә алынасаҡ йылды, яҙын ферма малдарына эскерттән ат менән һалам ташырға атаһы менән Фән дә йөрөнө.
Фән атаһының соҡор эсенән тартып һалам алғанын күреп:
- Атай, һаҡ бул, инмә унда, әйҙә башын төшөрәйек, - тигәйне, атаһы:
- Бер генә алам да, улым, төшөрөрбөҙ, - тип соҡорға инеп тә китте, эскерт умырылды ла төштө.
- Атай, атай, - тип Фән тиҙ генә умырылып төшкән, ҡатҡан һаламды аҡтара башланы. Улар менән килгән ике егет эскерттың икенсе яғынан йүгереп килеп, Фәнгә ярҙам итә башланылар. Һаламдың ҡатыһын алып бөткәс, һәнәк менән ҡаҙап ҡуярбыҙ тип ҡул менән соҡоп Миндулланы һөйрәп сығарҙылар.
- Атай, атай, - тип Фән атаһының битендәге һаламдарҙы таҙартты. Атаһы хәрәкәтһеҙ ята бирҙе.
Атаһын ерләгәс, Фән бөтөнләй күңелһеҙләнде. Атаһының үлеп китеүендә үҙен ғәйепләне. Сибәрбикә лә бөгөлөп төштө. Ҡырыҡ биш йәштә тол ҡалыуын аңлай алманы. Ярай әле улы бар. Уға ҡарап ҡына ҡыуаныс таба.
Көҙгә Фәнгә әрмегә барырға ҡағыҙ килгәс, ауыл Советы рәйесе Сибәрбикәне йәлләп:
- Сибәрбикә, теләһәң улыңды алып ҡалабыҙ, яңғыҙ әсәйҙе ҡарарға тигән закон бар, - тине.
- Улымдан башҡа берни әйтә алмайым. Һөйләшеп ҡарармын.
Сибәрбикә улына был турала әйткәс, икеһе лә бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдылар. Фән әсәһен йәлләне, әрмегә бармай ҡалаһы ла килмәне. Төштәрендә үҙенең һалдат кейемен кейгәнен дә күрҙе. Әрменән ҡайтҡандар кеүек хәрби кейемдә урам буйында йөрөргә, клубҡа сығарға хыялланды. Шушы хыялы селпәрәмә килергә тора түгелме? Әсәһен үпкәләтмәҫлек һүҙ эҙләне.
Сибәрбикә улының йөҙөнә ҡарағас, барында аңланы, улы хеҙмәт итергә тейеш!
- Улым, әрмегә бараһың. Ике йылға түҙермен. Бер һыйырҙы нисек тә аҫырармын. Бригадир үҙебеҙнең туған кеше. Ҡыйырһытмаҫ, - тине.
- Әсәй, рәхмәт һиңә!
Фәнде әрмегә оҙатырға туғандары, дуҫтары, күршеләре йыйылды. Рәмзиәлә килде. Ҡунаҡ ҡыҙа башлағас, Рәмзиә ҡайтырға сыҡты. Фән күреп ҡалып, уның артынан эйәрҙе.
- Рәхмәт, Рәмзиә, килгәнең өсөн, - тине Фән кәртәгә сыҡҡас.
- Иҫән-имин йөрөп ҡайт. Хат яҙһам, яуап яҙырһыңмы?
- Яҙырмын. Һине һағынырмын инде. Ауылда миңә әсәйҙән ҡала яҡын кешем, һин...
- Китсе... Мин дә һине һағынырмын... Рәмзиә башын аҫҡа эйҙе. Фәндең уны ҡосаҡлаһы килде, тик ҡыйманы. Араҡыны күбрәк эскән булһа, бәлки, оялмаҫ ине...
- Һинең менән һөйләшеү миңә рәхәтлек бирә. Һин аҡыллы ҡыҙ, Рәмзиә. Минең ҡайтҡанды көт, йәме. Көтөрһөңмө?
- Ярар, - тине лә Рәмзиә, ҡыйыуһыҙланып торған Фәнде ҡосаҡлап, ирендәрен һыуырып үпте лә, ҡапҡаға йүгерҙе.
- Рәмзиә... Ҡыҙ артынан йүгерергә уйлаған ине, шул саҡ өйҙән дуҫтары килеп сыҡты.
- Беҙ һине өйҙән эҙләйбеҙ, ә һин бында икән, - тине береһе.
- Әйҙә, һине көтәләр, - тине икенсеһе. Фән ҡапҡа яғына ҡарап торҙо ла, егеттәр артынан эйәрҙе.
Ярты йыл самаһы улар йыш хат алыштылар. Ләкин кинәт кенә Рәмзиәнән хат килмәй башланы. Нимә булды икән? Фән борсоуға ҡалды. Берәйһенә хат яҙып уның тураһында белешкеһе килде. Әллә кейәүгә сыҡтымы? Көтөрмөн тигәне ялған булдымы? Күңеле булһын өсөн генә әйтелдеме? Улай булғас, ни өсөн ирененән үпте? Оҙаҡ уйланды Фән. Ауылда гәйбәт таратмаҫлыҡ, хат яҙып һалырҙай кеше эҙләне. Артыҡ күп һөйләмәгән, класташы Нурияға хат яҙҙы, Рәмзиә тураһында һорашты. Нуриянан хат алғас, асып уҡырға йөрәт итмәй торҙо. Ниндәй хәбәр килтергән икән был хат, тип оҙаҡ ҡына уйланды.
“Сәләм, Фән! Шуны яҙырға ашығам, Рәмзиә фермала эшләп йөрөй. Бер көн күреп, Фән хат яҙамы, тип һораған инем, юҡ, тине, үҙенең күҙҙәренә йәш килде. Үҙең хат яҙ!..
Фән күпме хат яҙһа ла яуап булманы. Ни өсөн яуап юғының сәбәбен белә алманы. Хат алырына өмөтөн өҙҙө.
Ул йылдарҙа Сәлимдең апаһы Фәриҙә ауылда почтальон булып эшләй ине. Почтанан алып ҡайтҡан гәзит-хаттарҙы өйөндә кәрәкле йортҡа бүлә лә, урам буйына таратырға сығып китә. Бер көндө алып ҡайтҡан хаттарҙы бүлеп ултырғанда ҡустыһы Сәлим килеп инде. Баш төҙәтергә тип ингән Сәлим, кемгә хаттар килгән икән тип ҡарай башланы. Рәмзиәгә әрменән яҙылған хатты ҡулына алды.
- Фәндеке. Менә эш ниҙә? Булмай торһон әле, - тине лә йыртып ташланы.
- Нимә эшләйһең ул? Мин был хаттар өсөн яуап бирәм. Апайыңды себер ебәрергә итәһеңме? Фәриҙә ҡустыһына ҡысҡырып ебәрҙе.
- Сәбәләнмә. Бер кем белмәҫ. Әйтеп ҡуям, Рәмзиәнең хаты Фәнгә, Фәндең хаты Рәмзиәгә килмәҫкә тейеш. Аңланыңмы? Рәмзиә минеке. Оҙаҡламай өйләнәм. Буласаҡ киленең башҡа егеттәр менән хат алышыуын теләмәһәң...
- Һеҙ ташлаштығыҙ түгелме?
- Апай,ҡатын-ҡыҙҙы беләһең бит инде... Киреләнгән булып ҡыйланды... Хәҙер үҙе мине саҡырып ята... Сәлим алдарға мәжбүр булды. Уларҙың араһы күптән һыуынған ине.
- Шулай ҙа миңә хатты тапшырмай ҡалырға ярамай. Мин уның өсөн имҙа ҡуйҙым... Яуап бирәм...
- Онот әле... Все это формальность... Оҙаҡламай киленең буласаҡ.
Фәриҙә эскәләп йөрөгән ҡустыһының тиҙерәк өйләнеүен бик теләй. Бәлки, эсеүен кәметер. Рәмзиә уға оҡшай. Тәүге мәлдә хаттарҙы юҡ итеүгә ҡулы бармай торһа ла, өйрәнде. Ҡайберҙәрен асып уҡығас ҡына яндырҙы.
Фәнгә ҡайтырға ярты йыл ҡалғас, Рәмзиәне урлап ҡайтып, көсләп, үҙенеке итте. Мәсхәрәләнгән ҡыҙ бер нисә көн иланы ла, риза булды. Ҡайсандыр уға ғашиҡ булғанын уйланы, бөтөнләй үк сит кеше түгел. Сәлим бер аҙ эсмәй йөрөнө лә, өйрәнгән ғәҙәтен яңынан башланы. Юҡ-бар сәбәп табып Рәмзиәгә бәйләнде, аҡырҙы. Хатта ҡул күтәрергә лә тартынманы. Рәмзиә тешен ҡысып түҙҙе.
Бер көндө Рәмзиә иҙән йыуырға әҙерләнгәндә, сервантты ла таҙартмаҡсы булды. Теҙеп ҡуйылған һауыт-һабаларҙы күсерә-күсерә һөрттө. Иң асҡы кәштәһендәге ҡағыҙҙарҙы алып, иҙәнгә ҡуйғанда, араларынан ике хат килеп төштө. Хаттарҙы ҡулына алғас, саҡ ушын юғалтманы. Был хаттар Фәндең әрменән яҙған хаттары ине. Хаттарҙы ҡуйынына тыҡты ла, ҡалғандарын урынына ҡуйып, сервантты япты. Иҙәнде йыуып та тормай, тышҡа ашыҡты. Ҡайҙа барырға белмәне. Тегеләй-былай атланы, ышыҡ урын эҙләне. Бәхетенә өйҙә бер кем дә юҡ ине. Мунсаға атланы, ишеген эстән элде лә, ҡуйынынан хаттарҙы алды. Хаттар асылған ине.
“Һаумы, Рәмзиә! Бына һиңә илленсе хатымды яҙам. Хатың булмаһа ла яҙам. Аңлатып яҙһаң, аңлар инем. Билдәһеҙлек бәғерҙе өҙә. Хатың килмәгән һайын һине нығыраҡ һағынам, һиңә тартылам. Был хатым һуңғыһы булыр ахыры, башҡа яҙмам, аңлайым һине, Сәлим менән араларығыҙ боҙолоп торғанда ғына мин кәрәк булғанмындыр. Ғәфү ит. Ни өсөн икәнен белмәһәм дә, ғәфү ит.
Хат көтөп, дуҫың, Фән”
Рәмзиә илай-илай уҡыны. Фәриҙә апаһы ғына хаттарҙы алып торғанын аңланы. Күңелендә көслө нәфрәт барлыҡҡа килде. Нимәлер эшләһе килде. Үҙен дә битәрләне, берәй хатты булһа ла башҡа ерҙән һалырға булған. Ахмаҡ, ахмаҡ, мин... Фәнгә үпкәләне шул... Яҙырға теләмәй тине. Сәлим белгәндер, ул шулай ҡушҡандыр. Ҡайтып ҡына инһен, башын ярасаҡ. Үҙендә нәфрәт менән көс артыуын һиҙҙе. Хаттарҙы битенә терәне, шунан иң ҡәҙерле әйберҙәй һаҡ ҡына, ҡуйынына тыҡты.
Өйгә ингәс, кәрәкле әйберҙәрен, документтарын алып пакетҡа тултырҙы. Һандыҡтан һыйыр алырға тип әҙерләп ҡуйылған аҡсаларҙы алды. Ишекте бикләмәне.
- Балам юҡ, мине был йортта бер нимә лә тотмай, тотмай, - тип үҙ-үҙенә һөйләнеп үҫкән йортона, әсәләренә атланы. Күҙҙәренән йәш аҡты.
Үҫкән йортона килеп еткәс, күҙҙәрен һөртөп, өйгә ашыҡты.
- Әсәй, һин бер нимә лә һорама, мине тыңла. Мин хәҙер үк сығып китәм, һин мине белмәйһең. Сәлим һорап килһә лә белмәйһең, мине күрмәнең. Ни өсөн шулай эшләгәнде берәй ваҡыт аңлатырмын. Минең өсөн борсолма, мине эҙләмәгеҙ. Туғандарыма әйтерһең борсолмаһындар. Аҡсам бар. Урынлашҡас, хат яҙырмын, тик бында түгел, күрше ауылда йәшәгән апайымдарға, улар һиңә килтерерҙәр. Мин ашығам, автобусҡа өлгөрөргә кәрәк. Әсәй һау бул! - Рәмзиә әсәһен ҡосаҡланы. – Рәхмәт, бөтәһө өсөн дә.
Гөлһылыу нимә әйтергә лә белмәй ҡалды. Ҡыҙы сығып киткәс тә ушына килә алманы. Нимә булды әле? Башы әйләнеп киткәндәй булды. Йығылып китеүҙән һаҡланып, диванға ултырҙы. Бары бер аҙҙан ғына ушына килгәс, йүгереп урамға сыҡты. Ләкин ҡыҙы күренмәне. Нимә уйларға белмәне.
6
Фән уйланып ята торғас, таң алдынан ғына йоҡлап китте. Әҙ йоҡлаһа ла уяна торған сәғәтендә уянды. Яҫтығында кейерелеп алды ла, һикереп торҙо. Аяҡ осонда ятҡан “Ҡараҡай”ының арҡаһынан һыйпап алды. Уныһы хужаһының ҡулын тойоп мырылданы, иркәләнде.
- Тор, әйҙә, ашарға бирәм, - тине Фән бесәйенә. Нисә йыл буйы ашарға тигән һүҙҙең мәғнәһен аңлап бөткән бесәй, иҙәнгә һикереп төшөп, хужаһы артынан эйәрҙе.
Сәйнүгенә ҡайнатырға һыу ҡуйҙы ла, тышҡа сыҡты. Ҡояш нурҙарын һибеп күтәрелеп килә. Бөтә донъя алһыу-ҡыҙыл төскә ингән. Ниндәй матурлыҡ! Күҙҙәрҙе ҡамаштыра, күңелдә рәхәтлек тойғоһо тыуҙыра. Ирекһеҙҙән ике ҡулды йәйеп, ҡысҡыраһы килә. Ох – хо – хо. Фән көскә үҙен тыйып ҡалды. Уның бөгөн кәйефе күтәренке. Кисә сабып ҡайтҡан бесән тәмле еҫтәр сығарып ҡояш нурында, ысыҡтарын киптерә. Аласыҡҡа эленеп ҡуйылған умарта рамаларынан бал ҡатыш балауыҙ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Турғайҙар, сырыҡ-сырыҡ килеп, бер-береһен ҡыуыша-ҡыуыша йырлашалар. Ара-тирә ҡарға тауыштары ишетелеп ҡала. Кәкүк тауышы ғына ишетелмәй, һаҡаулана башлаған ине, күрәһең, тынғандарҙыр.
Эттәр өргән, һыйырҙар мөгөрҙәгән тауыштар ишетелә башланы. Фән аҙбарының ҡапҡаһын асып ебәрҙе. шуны ғына көтөп торған тауыҡтары осоп, Фәндең өҫтөнә ҡунарҙай булып, атылып, тышҡа ашыҡтылар. Ике һыйырын ялан аҙбарға сығарғас, быҙауҙарын сығарҙы. Улары әсәләренең имсәктәренә талпандай йәбештеләр. Фән күп ваҡыт һыйырҙарын һауып тормай, быҙауҙарын ҡуша ла ҡуя. Әле уның ике көн элек һауып алған һөтө шул көйө. Ул һөт эсмәй, яратмай. Элегерәк көндә тиерлек ҡаймаҡ айырта ине, һирәгәйтте, бер үҙенә күп ашалмай.
Быҙауҙары төртә башлағас:
- Етте һеҙгә, ҡан һыуыра башларға уйлайһығыҙмы, - тип, һыйырҙарын ҡыуып кәртәгә алып сыҡты. Быҙауҙары имсәк һыуырыуҙан алған ләззәттән айырыла алмай, телдәрен сығарып, ҡойма ярығына борондарын тыҡтылар.
Урам ҡапҡаһының терәүен алып, асып, һыйырҙарын ҡыуып сығарҙы.
- Барығыҙ, малҡайҙар, көтөүгә, барығыҙ. Һыйырҙары бойороҡҡа буйһынғандай, хужаһына боролоп ҡаранылар ҙа, урам буйынан китеп барған малдарға эйәрҙеләр.
Сәйнүгем ҡайнағандыр инде, тип өйгә ашыҡты. Сәй эсеп алғас, кәртәһенә сыҡты. Көндә башҡара торған эштәренә тотондо. Умарталары янына кереп, ҡорттар осамы икән тип, ҡарап сыҡты. Көн аяҙ булмаҡсы, ел дә артыҡ иҫмәй. Көндәр шулай матур торһа, ҡорттар эшләйәсәк, бал буласаҡ.
Урамда машина тауышы ишетелде. Быҙауҙарына бесән һалып йөрөгән Фән туҡтаны ла күҙҙәрен урамға баҡты. Әллә кисәге машинамы? Урам ҡапҡаһына атланы. Ни өсөндөр йөрәге ярһып тибәргә тотондо. Машина күршеләренә туҡтаған булып сыҡты. Шулай булһа ла, ҡапҡаны асып урам буйына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Бал алырға килгән ҡатындың машинаһының төҫөн искә төшөрөргә тырышты. Ҡыҙыл төстә булды, шикелле. Урамға сыҡманы шул, кәртәһенән генә оҙатып ҡалды. Фәнүрә, ҡыҙыл машина, күрше ауылдан, ауыҙ эсенән ҡабатлап алды.
Өйөнә ингәс, умарталарҙан ҡырып йыйған прополисты һалып барған, ағас һауытты киштәһенән алды. Полиэтилин тоҡсайға, услап, бер аҙ һалды ла, ҡалғанын кире урынына алып ҡуйҙы. Ни өсөн алды әле ул? Бер аҙ уйланып торҙо. Кисә йоҡларға ятҡас, күрше ауылға барып, Фәнүрә тигән ҡатынды табып, сирле әсәһенә дару яһап эсерергә бирергә уйлаған ине. Прополистың файҙаһы бик күп, бәлки, ярҙамы тейер. Фәндең быға саҡлы бер кемдең дә йортона үҙе алып барып биргәне юҡ. Кемгә кәрәк үҙҙәре килеп, һатып алалар. Күп ваҡыт бушҡа ла биреп ебәрә. Бары файҙаһы ғына тейһен. Әсәһе, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти ине. Ауылда төрлөһө бар, кемдер бик ауырлыҡ менән көн итә. Колхоз таралғас, был нык һиҙелә башланы. Бөтәһе лә Фән кеүек умарта тота алмай. Мал-тыуар аҫырау ҙа ауырлашты. Йәштәр ситкә сығып китеү яғын ҡарай, ауыл ҡарттар йортона әүерелеп барғандай тойола. Ҡырыҡтан артыҡ кеше эшләгән һөтсөлөк фермаһы ябылып ҡуйҙы. Бөгөнгө көндә берҙән-бер эшләп килгән мәктәпкә лә ябылыу ҡурҡынысы янай. Балалар көндән-көн кәмей. Аптырап бер нисә ғаилә патранатҡа бала алды. Шулай мәктәпте һаҡлап ҡалырға тырышалар.
Газ, уттар һүнгәнме тип Фән ҡарап алды, өҫтөнә яҡшыраҡ кейемдәрен кейҙе, бер аҙ аҡса һәм прополис һалынған тоҡсайын алып, кәртәгә сыҡты. Машинаһын ҡабыҙғас, ҡапҡа асырға атланы. Машинаһына ултырыр алдынан быҙауҙарына, тауыҡтарына ҡарап:
- Мин оҙаҡ йөрөмәм, иҫән-һау тороғоҙ, - тип өндәште.
Күрше ауылдың магазины янына килеп туҡтаны. Инеп әйберҙәр ҡараған булды. Ул берәй таныш осрамаҫмы тип көттө. Магазинан сығып килгәндә, ҡайсандыр машина таныҡлығына бергә уҡыган Рәйесте осратты. Уға ҡарап, ҡартайған, донъя баҫҡан, малайҙы, тип уйлап ҡуйҙы. Хәл-әхеүәл һорашҡас, Фән һорауын бирергә ашыҡты.
- Фәнүрә исемле ҡатынға бирәсәгем бар ине, бер килгәндә биреп китһәмме тим, ул ҡайҙа йәшәй икән?
- Фәнүрә? Ҡайһы Фәнүрә икән?
- Улар бер нисә мени?
- Икәү.
- Уның машинаһы ҡыҙыл... Өфөлә йәшәй, буғай...
- Белдем. Кисә генә машинаһы күренә ине. Бөгөн өйҙә микән?
- Ҡайһы урамда йәшәйҙәр?
- Ул урам “Баҡса” урамы тип атала... Шикелле... Йорто... 15... Эйе, эйе 15. Әсәһенең исеме Зәкиә. Бынан алыҫ түгел. Икенсе урам. Рәйес ҡулы менән ҡояш байышы яғына күрһәтте.
- Рәхмәт, Рәйес.
Фән “Баҡса” урамын тиҙ тапты. 15се номер ҡағылған йорт янына килеп туҡтаны. Ҡыҙыл машина күренмәне. Әллә яңғылыш булды инде? Күрәһең киткәндер. Әсәһе сирләгәнгә генә ҡайтҡандыр. Бөгөн дүшәмбе, эш көнө.
Фән урам ҡапҡаһын асып, эскә үтте. Эт-фәлән юҡмы тип ҡарана-ҡарана өй ишегенә атланы. Эт күренмәне. Ҡыңғырауға баҫты. Өйҙән ябыҡ, йөҙө көзгө япраҡ кеүек һарғая башлаған, ҡулына таяҡ тотҡан, етмеш, етмеш биш йәштәр тирәһендәге ҡатын килеп сыҡты. Ишек төбөндә сит кешене күргәс, көсләп йылмайған йөҙө емерелә бирҙе. Аптырап ҡалғанын күргәс, Фән тиҙ генә аңлатырға ашыҡты.
- Һаумыһығыҙ, мин... Мин күрше ауылдан, исемем Фән. Кисә һеҙҙең ҡыҙ минән бал алып киткәйне...
- Аҡсаһы етмәнеме?
- Етте. Әсәйем сирләй тине. Файҙаһы теймәҫме тип, прополис алып килгәйнем, - тип Фән апай кешегә тоҡсайын һуҙҙы. Хужабикәнең йөҙө асылды, йылмайырға итте.
- Рәхмәт инде, улым, рәхмәт. Күпме бирәйем?
- Кәрәкмәй. Мин аҡса өсөн килтермәнем, ярҙам иткем килде.
- Улай булмай инде, улым.
- Зәкиә апай. - Апай кеше үҙенең исемен ишеткәс, тағы ғәжәпләнде. – Ошо прополисты араҡыға һалып, бер егерме көнгә ҡараңғыға ҡуйығыҙ. Аҙаҡ, көндә иртән бер балҡалаҡты ярты кәҫә һыуға ҡушып эсегеҙ. Файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.
- Ҡыҙым өйҙә булманы бит әле, районға киткәйне. Әллә көтәһегеҙме? Әйҙә, өйгә инеп тороғоҙ. Аҡса ла бирермен.
- Юҡ, юҡ, мин ашығам. Бал кәрәк булһа, ҡыҙың, килһен, бирермен, - тине лә һаубуллашып ҡапҡаға атланы.
Юҡ, ул ашыҡмай, ни өсөндөр шулай тиергә булды. Ул Фәнүрәне күрергә тип килде. Көтөргә уңайһыҙ, әллә нимә уйлауҙары бар.
Фәндең күптән кеше менән былай күп һөйләшкәне юҡ ине. Үҙе аптыраны. Ауылында һөйләшергә, ҡайсан өйләнәһең инде тигән һүҙҙән ҡурҡып бөткән. Был апай бер нимә лә белмәй. Беренсе күргән кешенең йортона инергә ҡыйманы. Ҡыҙының да өйҙә булмауына шатланды. Мине эҙләп килгән тигән уй килергә мөмкин. Ә күҙҙәре юлды күҙәтте. Машинаһына ултырғас, тиҙ генә ҡуҙғалмай торҙо, күңеле Фәнүрәне көтә ине. Аҡылы менән бер төрлө уйлаһа ла, күңеле, йөрәге осрашыуҙы көттө. Ауылына ошо урам аша ла сығып булһа ла, урап, магазин яғынан ҡайтырға булды. Иҡмәк тә алаһым бар тип уйланы.
Прополисты тапшырғас, ниндәйҙер еңеллек кисерҙе. Зәкиә апаһының шатланыуы уға күскәндәй булды. Ауылына шат күңел менән, ауыҙ эсенән көйләй-көйләй ҡайтты.
7
Фән ике йылды тутырып, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, урамындағы һәр йортҡа инеп күрешеп, йөрөп сыҡты. Уҡыған мәктәбенә барҙы. Уны күргәс, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа уратып алып һораша башланылар. Мәктәп директоры тиҙ генә уҡыусыларҙы ҙур класҡа йыйып, уның менән осрашыу үткәрҙе. Ул үҙенең хеҙмәте, тыуған ауылын һағыныуы тураһында һөйләне. Старшина булып ҡайтҡан Фәнгә ҡарап һоҡландылар, ул тағы ла таҙарып, үҫеп киткәйне.
Кис клубҡа сыҡты, күҙҙәре менән Рәмзиәне эҙләне. Ул күренмәгәс, Фатима апаһынан һорарға булды.
- Апай, Рәмзиә клубҡа йөрөмәйме әллә? – тине.
Фатима апаһы Фәнде беренсе күргәндәй оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла:
- Һин белмәйһеңме ни? – тине.
- Нимәне белмәйем? Фәндең башынан әллә ниндәй уйҙар үтте. – Әллә... Исәнме?
- Исәндер. Ауылда юҡ ул. Белмәйбеҙ ҡайҙа икәнен.
- Ә... Нисек инде?
- Ул Сәлимгә кейәүгә сыҡты. Өс ай элек нимә булғандыр, белмәйем, юҡ булды. Сәлимдән таптыра башланылар, милицияләр килде. Гөлһылыу апайҙарға барып һорашҡандан һуң ғына, Сәлимгә башҡа килмәнеләр. Башҡа бер нимә лә белмәйбеҙ. Гөлһылыу апай бер нимә һөйләмәй. Сығып китерлек нимә булғандыр?
Фән был хәбәрҙе ишетеп шаҡ ҡатты. Нимә уйларға белмәне. Һыу етмәй шиңә башлаған япраҡтай бөгөлөп төштө. Үҙен насар тойоп, йығылып китеүҙән ҡурҡып, ултырғысҡа ултырҙы.
- Ҡасандан бирле юҡ инде?
- Ул исән, исән, Сәлимдән генә ҡасып йөрөй. Сәлим көн-төн иҫерек, юлдан сығып бара. Фәндең йөҙөнә ҡарап, Фатима шулай тиергә ашыҡты. Фәндең Рәмзиәне оҡшатып йөрөгәнен белә ине, берәй ахмаҡлыҡ эшләп ҡуйыуынан һаҡлап:
- Улар бер-береһен яратып өйләнеште, матур ғына йәшәй башлаған инеләр, - тип өҫтәне.
Рәмзиә менән Сәлимдең йәштән йөрөгәнен Фән белә, шуға кейәүгә сыҡҡанына артыҡ аптыраманы. Тик ни өсөн ул уның йөрәгендә өмөт уятты. Матур-матур хаттар яҙҙы. Аңлатып яҙһа була ине бит. Ауылда бер кемдең дә был тура ла хәбәр итеп хат яҙмауына ғәжәпләнде. Әсәһе ни өсөн яҙманы икән?
Клубтан йөрөп ҡайтҡас, әсәһенә ошо һорауҙы бирҙе.
- Әсәй, ник Рәмзиәнең кейәүгә сыҡҡанын яҙманың, - тине.
- Был хәбәр һинең өсөн мөһим түгелдер тип уйланым. Ҡыҙҙар кейәүгә сыға инде. Йәштәре бара бит. Сибәрбикә аңлы рәүештә был турала яҙманы, улының уға битараф түгеллеген бик яҡшы белде. Ҡайғырмаһын, шулай яҡшыраҡ булыр тине.
- Әле ҡайҙа икән? Сәлимде ташлап сығып киткән тинеләр. Был һүҙҙән һүң Сибәрбикә ҡойолоп төштө, әллә ирҙән ҡасҡан ҡатынды эҙләргә уйлаймы? Шул ғына етмәгән. Бөткәнме ни уға ҡыҙҙар.
- Ысын булһа, йыраҡта ти, кейәүгә лә сыҡҡан тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Сибәрбикә башына ошо һүҙҙәр килгәненә шатланып ҡуйҙы. – Улым, Сәлим ҡайғырһын, һиңә ниңә кәрәк инде.
Фән әсәһенә башҡа һүҙ ҡушманы, ризалыҡ белдергәндәй баш ҡына ҡаҡты. Ике йыл күрмәгән әсәһен юҡ-бар һүҙҙәр менән башын ҡатырырға теләмәне. Ә үҙенең башынан Рәмзиә тураһындағы уйҙар китмәне. Уның дөрөҫөн белгеһе килде.
Өйҙә оҙаҡ ятманы, әсәһе менән кәңәшләште лә, район үҙәгендәге училищегә уҡырға инеп, алты айҙан һуң, машина йөрөтөргә таныҡма алып ҡайтты ла колхозда шофер булып эшләй башланы. Йыл артынан-йылдар үтә торҙо, Фән үҙенең күңеленә оҡшаған ҡыҙҙы осратманы. Рәмзиә ауылға ҡайтманы, кистән ҡайтып, таң менән кире киткән икән тигән хәбәр ауылда йөрөнө. Сәлим көне-төне иҫерек булды, бер ҡайҙа эшләмәне. Яҙғы ташҡында Ағиҙелдә һоҫҡо менән балыҡ һөҙгәндә, иҫерек көйө, ярҙан осоп, батып үлде.
Илдә үҙгәртеп ҡороү осоро үтеп, яңы ҡоролошҡа аяҡ баҫҡанда, бөтә нимә талонға ҡалып, мағазиндар бушап ҡалған осор башланды. Колхоз ыңғыраша-ыңғыраша көн күрҙе, эшләгәндәр айҙар буйы хеҙмәт хаҡы алманылар. Колхоздар ҙа бөтәсәк икән тигән һүҙ таралды. Ләкин быға бер кемдең дә ышанғыһы килмәне. Гөрләп торған колхоз нисек бөтһөн, тинеләр. Өфө лә йәшәп ятҡан, әсәһенең ике туған ҡуҫтыһы, ауылға йышыраҡ ҡайта башланы. Ярҙам итешкән булып, бәрәңгеһен, итен һәм башҡаларын алып китте. Эш урындары ябылған, аҡсаһыҙ ҡалғандар. Шуңа Сибәрбикә мөмкин булғанса риҙыҡтарҙан өлөш сығарҙы. Бер ҡайтҡанында ағаһы:
- Беләһегеҙме, ауылда туғандары булмағандар, ныҡ интегә. Миңә күршем, Ринат, бәрәңге ҡабығын ташлама, миңә бирерһең ти. Шуны белдем, аслыҡтан ҡабыҡ бешереп ашайҙар икән. Минең ҡатын уҡытыусы булғас, бер нисә айға һуңлап булһа ла хеҙмәт хаҡы алды, бөтөнләй аҡсаһыҙ тормайбыҙ.
Шул йылдар ҙа Фән, күрше ауылдағы, кейәүгә сыҡмай, олоғайып барған ҡыҙ менән танышты. Районға барғанда уның машинаһына ултырып барғайны, һөйләшеп киттеләр, бер-берһенең ғаилә хәлдәрен белештеләр. Күпмелер танышып, һөйләшеп йөрөгәс, Фән өйләнергә тигән уйға килде. Ҡыҙҙың тыныс булыуы, буй-һыны, шәфҡәт туташы булып эшләүе оҡшаны уға. Ул сәпсеп торған ҡатындарҙы яратмай, ундай ҡатындар менән йәшәгән ирҙәргә йәлләп ҡарай. Өйләнергә теләүен әсәһенә әйтте.
- Улым, ыжғырып аслыҡ килгәндә кеше өйләнәме? Нисек йәшәргә итәһең? Икәү нисек тә торорбыҙ, тағы бер тамаҡ артырырға уйлайһыңмы? Ул ҡыҙҙың атаһы юҡ икән, ярҙам итергә, атайлыны ҡара. Сибәрбикә улының күрше ауылға йөрөгәнен белгәс, бер танышы аша кем ҡыҙы икәнен белешеп алғайны.
Менә һиңә мә!? Фән әсәһенең был һүҙҙәренә нисек яуап ҡайтарырға белмәне. Ҡыҙҙар менән танышҡанда, иң тәүҙә, атайың бармы, тип һорарғамы? Әсәһе улының өйләнеүен теләмәйме? Килендән ҡурҡамы? Аңлай алманы. Асыуы килде.
- Минең атай бармы? Улай булғас, әсәй, килен төҫө күрә алмаясаҡһың. Һуғыш йылдарында өйләнгәндәр, ыжғырып һуғыш бара тимәгәндәр.
- Заманы башҡа... Атайлы, атайлы инде. Ана, дуҫың, Мөнир, атайлы ҡыҙға өйләнде лә, өйле булды. Ҡыҙҙың туғандары йыйылышып бер йылда йорт һалып бирҙеләр. Улым һине йәлләп кенә...
Фән үҙенең көҫһөҙлөгөнә, әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтә алмауына асыуы килде. Ҡыҙҙан баш тартты. Осрашыуға бармай торҙо ла ҡалды. Ярай ҡыҙға, һиңә өйләнәм, тип әйтергә өлгөрмәгән ине. Ул үҙенең ғәфү итә алмаҫлыҡ эш эшләгәнен дә аңлай, ләкин әсәһенең һүҙен дә йығалмай. Ике ут араһында янды. Өйләнәм тип әсәһен яңғыҙ ҡалдырып сығып та китәлмәй. Был донъяла иң ҡәҙерле, яҡын кешеләрҙең береһе ул.
Шул көндән башлап Фән әсәһенә өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғалтманы. Ҡыҙҙар ҙа эҙләмәне.
Әрменән ҡайтҡан йылды, етмеш йәшкә етеп барған, күршеһендә йәшәгән ағай:
- Өйләнһәң башҡа сығырға тырыш, әсәйҙәр менән йәшәүе бик ауыр. Әсәйҙәр иң яҡын кеше булһа ла, ҡатының уның өсөн килен, сит кеше була, - тигәйне. Ул саҡта был һүҙҙәрҙең мәғнәһен аңламаны ла, аңларға ла теләмәне Фән. Күрәһең ул үҙенең тормошонан алып әйткәндер. Ул ағайҙың әйткән һүҙендә дөрөҫлөк булғанын аңлағандай булды.
Йылдар үтеп, улы һаман өйләнмәгәс, Сибәрбикә үҙенең хатаһын танығандай итте. Улына бер нисә тапҡыр:
- Өйләнһәң ине, мин олоғаям, - тип әйтеп тә ҡараны. Фән әсәһенең һүҙенә ҡаршы бер нимә лә өндәшмәне, уның йөрәгендә үпкә ҡатыш яра һаҡлана ине.
8
Күрше ауылда йөрөп, прополис биреп ҡайтҡас, Фән үҙен ҙур эш башҡарғандай хис итте. Фәнүрәне генә күрә алмауы бошондорҙо бер аҙ. Уның ни өсөндөр ул ҡатынды күргеһе килеп тора. Бер төрлө тормоштан ялҡып китеү шулай мәжбүр итәме? Алсаҡ кешеләр менән уның күптән аралашҡаны юҡ. Ул ҡатынды күргәндән бирле, уның күңелендә нимәлер үҙгәрҙе, үсеш тойҙо. Уның көндәре иртәнән кискә саҡлы, бер-береһен ҡабатлап үтә тороп, берүк эш, берүк мәшәҡәттәр ине. Ә ҡатын уның көндәлек тормошона яңылыҡ индергәндәй итте. Ул көндәлек мәшәҡәттәрҙән башҡа уны уйлай башланы. Был уйҙар уның күңелен йылытты, рәхәтлек бирҙе. Бындай хәләтте ул күптән кисергәне юҡ. Был нимә була?
Һуңғы йылдарҙа телевиҙор ҡарауҙан ялҡып, Фән, ауыл китапханаһынан, китаптар алып ҡайтып уҡыу менән мауыға башланы. Ул әлеге заман яҙыусыларының әсәрҙәрен уҡыуға ҡарағанда классик әсәрҙәр менән ҡыҙыҡһынды. Мәктәп йылдарында ныҡлап уҡылмаған, уҡылһа ла бала аҡылына барып етә алмаған. Әсәрҙәге геройҙарҙың мөхәббәттәренә, хис-тойғоларына ғәжәпләнеп, һоҡланып ҡуя. Чеховтың “Эт эйәрткән ханым” хикәйәһен бер нисә тапҡыр уҡып сыҡты. Әсәр уҡыған һайын уны нығыраҡ үҙ эсенә алып инде. Ҡырыҡ йәштә көслө һөйөү булуы уны ғәжәпләндерҙе. Яҙыусының ябай һүҙҙәр менән генә көслө һөйөүҙе аңлатып биреүе һоҡландырҙы. Их, шундай һөйөү кисерһәң ине? Уйҙарынан Фән дәртләнеп китте. Рәмзиә... Зөһрә... Ҡайһыһына тартылыу көслөрәк ине әле? Әллә ысын һөйөү булманымы? Булһа уларҙы оноталмаҫ ине. Ә ниңә бал алырға килгән ҡатынды, Фәнүрәне йыш уйлай башланы? Билдәһеҙлек шулай ылыҡтырамы? Күңел яңылыҡ, үҙгәреш теләйме? Олоғая башлағас, йыраҡтағы ҡояш та йылы кеүек тойоламы? Фәнүрә, һин кем? Әллә йылытыр ҡояшыммы? Фән үҙ уйынан оялып китте. Уның уйҙарын кемдер белер ҙә бөтә ауылға таратыр кеүек тойолдо. Тиҙ генә тирә-яғына күҙ һалып алды. Оҙаҡ уйланды. Шул саҡ, бәлки, миңә лә һуң түгелдер әле, тигән ҡыйыу уй килде. Ана бит билдәле артистар алтмыш, етмеш йәштә икенсе, йәш ҡатын алып, йәшәй бирәләр.
Фән башта Рәмзиәгә үпкәләп, уға үс итеп башҡа ҡыҙҙарға ҡараманы. Ҡыҙҙарҙы алдаҡсы, егеттәр хисе менән уйнаусы зат итеп ҡараны. Күрше ауылда йәшәүсе Зөһрә менән танышып, һөйләшеп киткәс, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай икән тип, ҡарашы үҙгәргәйне, әсәһе ҡаршы килде. Был юлы үҙе Зөһрәнең өмөтөн өҙҙө. Оҙаҡ күңелһеҙләнеп йөрөнө. Ҡайбер егеттәр кеүек, үҙ-үҙенә хужа була алманы, йомшаҡлыҡ күрһәтте. “Егет булһа ут булһын”... тигән мәҡәлдең үҙенә әйтелмәүен аңланы. Үҙенең йыуашлығына, ҡыйыуһыҙлығына асыуы килде, ләкин бер нимә эшләй алманы. Тәбиғәтем шундай инде, тип үҙен йыуатырға тырышты. Ауылдағы ҡайбер ҡатындарҙың ире өстөнән йөрөүҙәрен ишеткәс, күңеле тыныслана төштө. Өйләнеп ҡатыны шулай булһа? Ул саҡта нимә эшләр? Әрпеш ҡатындарҙы ла күргәне бар, барып инһәң, йорттары батып үләрлек. Ирҙәре эштән ҡайтыуға, ашарға бешермәй, урам буйында ләҫтит һатып йөрөгәндәре лә етерлек. Юҡ, юҡ кәрәкмәй миңә улар тип, ҡатын-ҡыҙҙарға булған ҡарашы бөтөнләй үҙгәрҙе. Эскегә бирелеп, эшләмәй ятҡандарының да көнән-көн артыуы, уның бөтөнләй күңелен төшөрҙө. Өйләнергә яҡшы ҡыҙ табып булмайҙыр, ундайҙар юҡтыр, тигән фекере менән килешеп йәшәй бирҙе.
Уйламағанда бал һорап килгән ҡатын уның ҡарашын, күңел торошон үҙгәртте лә ҡуйҙы. Шул көндән бирле уның күҙҙәре ҡапҡа яғында, ишетелеп ҡалған машина тауышы хискәндереп ебәрә. Умарталары менән булашҡанда, килеп ҡайтып китмәне микән тип, борсола. Әсәһенә, бал алырға килһен тип әйткән ине. Килеп сығыуы бар. Хатта, бер нисә көн йортонан йыраҡ китмәне. Магазинға барһа ла тиҙ генә ҡайтыу яғын ҡараны. Ҡапҡаны, умарталары менән булашҡанда, килеп кермәһендәр тип, терәү ҡуя ине, ҡуймай башланы.
Көндә, ҡис булып, ҡарағы төшкәс, бөгөн дә килмәне, тип, ихатала эштәрен бөтөрә лә өйгә инә. Сәй эсеп ала, бесәйен янына саҡырып алып, карауатының артына арҡаһын терәп, уҡый башлаған китабын ҡулына ала. Күҙҙәре ҡитаптағы яҙыу ҙа булһа ла, уйҙары Фәнүрә тураһында. Нисә йәштә икән? Кейәүҙәме, юҡмы? Балалары бар микән, булһа нисәү икән?
Фәндең ике класташы үлеп киткәс, ғүмерҙе белеп булмай, уйламағанда китеп тә барыуың бар икән тип ҡуйҙы. Самат тигәне машинаһы менән аварияға эләкәндән һуң мандый алманы. Зәбир, яман шеш менән китеп барҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң Фәнде яңғыҙлыҡ түгел, үлем тураһындағы уй борсой башланы. Класташтар китә, кем әйтә миңә лә сират килмәҫ тип? Үлеп китһәм, донъям кемгә ҡала? Бер туғандар юҡ. Бер ваҡытта ла аралашмаған, атайым һәм әсәйем яғынан булған ике туғандарға ҡаламы? Улар иң яҡын туғандар булып сыға. Берәй ҡайтып, хәлемде белеп китһәләр, йәки шалтыратһалар, исмаһам. Үлеп китһәм, донъямды бүлешергә тиҙ килеп етерләр. Фәндең ошо уйҙарҙан тәне ҡалтырап китте. Уйҙары буталды. Берәйгенә яҙһа, уларға тәтеүен тәтемәй инде. Тик кемгә яҙа ала ул? Донъяһын ҡыҙғанып ҡуйҙы. Быға саҡлы был турала уның бер ҙә уйлағаны булманы. Көс түгеп йыйған донъямды әрәм-шәрәм итеп бөтәсәктәр. Шул йыйған донъяны ҡалдырыр өсөн булһа ла өйләнергә кәрәк булған икән, тигән уй мейен ярып үтте. Балаларың булһа бигерәк тә яҡшы.
Донъямды ҡалдырырға бер кем юҡ, тигән уй Фәнде уйға һалды, улай ғына түгел борсой башланы. Кинәт уның башына, ниңә кәрәк булды әле донъя малы артынан ҡыуыу. Йылдан-йыл умарталарҙы арттырыу, мал-тыуар тотоу, кемгә кәрәк? Уларҙан килгән аҡсаға ял йортона, сит илдәргә барғаны юк. Ана, ауылда күпме кеше, аҡсаларын йыйып, Төркиәгә, Сочиға, Геленджикҡа барып ҡайттылар. Йәшәүҙең ҡәҙерен беләләр улар. Фән ундай алыҫ ергә түгел, бер кискә яҡын-тирәгә лә ҡунмалы бара алмай, йортон кемгә ҡалдырып китә?
Бер йылды бесән сапҡанда, уның янына, бер клас түбән уҡыған Фәнил килде.
- Һаумы, Фән. Барамы? Быйыл бесән яҡшы. Минеке лә ҡотороп үҫкән, - тип һүҙ башланы.
- Ярарлыҡ. Көндәр матур торғанда сабып алғанда һәйбәт булыр ине. Ҡая ғаиләң?
- Ҡатын ҡыҙым менән Кара диңгеҙ буйына киттеләр. Фән, донъя көтәһеңдә, көтәһең, булмаһа һин дә бер йөрөп ҡайтыр инең. Аҡсаһыҙ кеше түгелһең. Диңгеҙ ҙә һыу инер инең. Алдағы йылға үҙем барырға уйлап торам әле. Әйҙә икәү...
- Миңә бында ла һәйбәт. Тәбиғәт иҫ китмәле, һыу инергә Ағиҙел бар...
- Ярар, ярар. Ағиҙел менән диңгеҙ бер түгел инде. Уйла, аҡса йый, хәйер, һин аҡсаһыҙ түгел, алдағы йылға барабыҙ. Бесәндәрҙе алып бөткәс, балыңды айыртҡас, август айы иң яҡшы ваҡыт, бархатный сезон...
- Бар әле башымды ҡатырма, бесәнеңде сап.
Фән бәләкәйҙән тәбиғәтте яратты, һоҡланды. Болон-урмандарҙа йөрөп ҡайтһа, күңеле күтәрелеп, үҙендә көс артыуын һиҙә ине. Ҡыш көнө саңғы менән урманға сығып китеп, йөрөп ҡайтты. Ҡарайып ултырған урманда, ҡып-ҡыҙыл булып, йәм биреп, йыйылмай ҡалған, балан, әлморон емештәренә ҡарап һоҡланды. Бер нисә мәртәбә мышы күрергә лә тура килде уға. Шул ваҡыт үҙе менән фотоаппарат булмауына үкенеп ҡуйҙы. Төшөрөп алһа, бөгөн уларҙы ҡарап ултырыр ине.
Ҡыш көнөнөң береһендә саңғы менән урманан ҡайтып килгәндә, Фәнгә, артҡы урамда йәшәгән Ғайса ағаһы осраны. Һаулыҡ һорашҡас:
- Фән, урманда йөрөйһөң, мылтыҡ алып ебәр, һунарсы булырһың. Һинән бына тигән һунарсы сығар ине, - тине.
- Ғайса ағай, минән һунарсы сыҡмай, йәнлектәрҙе йәлләйем. Шунан улар бит тере йән, гөнаһ була. Мин ит өсөн мал аҫырайым.
- Ҡарап үҫтергән малды ҡулланыу гөнаһ түгелме?
- Гөнаһ түгел. Белеп аҫырайһың, шуның өсөн. Ә урмандағы йәнлектәрҙе белмәйһең, әллә, балалары әсәләренең ҡайтҡанын көтөп ята. Әсәләрен атһаң, уларға нимә була? Асҡа үләсәктәр. Минең класташтарымдың икеһе лә һунарсы ине, Самат менән Зәбирҙе әйтәм, улар болан, мышы атып гөнаһ йыйҙылар. Уларҙың рәнйеше төштө. Мин шулай уйлайым. Халыҡ араһында ла шундай һүҙ йөрөй.
Ғайса Фәндең был һүҙҙәренән һуң уйланып ҡуйҙы.
- Әллә, ысынлап та шулай микән?
- Әлбиттә, шулай. Боландарҙың балалары йәтим ҡалған кеүек, үҙҙәренең балалары йәтимлекте кисерә. Так что, Ғайса ағай, башҡа миңә был һүҙеңде әйтмә. Урман ҙур бит ул, бөтәһенә лә етә, йөрөһөндәр.
- Тә-әк... Рәхмәт Фән... – тип Ғайса уйланып атлап китте. Уның бер эйәнсәре олотай, мин мылтыҡ алам әле, һунарсы булырға теләйем, тип һөйләнгәнен иҫенә төшөрҙө. – Шилма малай... Бирермен мин һиңә... Гөнаһ йыйып...
Йәй бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урман-болондарға сыҡһаң, ҡаршыңда серле тәбиғәт донъяһы асыла. Шуларҙы күрер өсөн Фән бесән саба торған ваҡытты көтөп ала. Умарта тота башлағас, тәбиғәттең иң сағыу сағында, урман-болондарға сығып йөрөй алмай, ҡорттар айыра башлай, уларға күҙ-ҡолаҡ булып торорға кәрәк. Бесән сабыу осоронда айырмайҙар, киреһенсә, бал айыртыу ваҡыты етә башлай. Уға салғы менән киҙәнеп бесән сабыу йөрәгенә ял бирә, рәхәтлек кисерә. Бер аҙ сабып ташлағас, үлән өҫтөнә һуҙылып ятып, сәскәҙән-сәскәгә ҡунып, осоп йөрөгән күбәләктәрҙе күҙәтә. Сабынлыҡҡа йәм биреп ултырған, һары мәтрүшкәләрҙе йыйып ала. Көрән мәтрүшкәләр уның бесәнлегендә үҫмәй, уларын соҡорораҡ урындан, тау битләүенән таба. Мәтрүшкәләрҙе ҡышын сәй эскәндә ҡуллана. Мунса инеп сыҡҡас, мәтрүшкәле сәйҙе бал менән эсеүҙәре, организмға тыныслыҡ, шифа бирә. Әсәһе исән саҡта, йөрәгенә файҙа булһын тип, көҙөн, валериан тамыры, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән балан, миләш, әлморон йыя ине.
Фән бөтә эште тиерлек бер үҙе башҡара, күп кеше талап итә торған бесән килтереү, утын ташыу, умарталарҙы махсус урындан сығарыу һәм кертеү кеүек эштәргә генә ауылда эшһеҙ ятҡандарҙы саҡырып ала. Шатланып киләләр, Фәндең буш ҡайтармауын улар яҡшы белә.
Үлеп китһәм тигән уй, ҡасандыр, бесән өҫтөндә Фәнил әйткән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрҙө һәм уйландырҙы. Әллә, ысынлап та диңгеҙ буйында йөрөп ҡайтырғамы? Донъямды кемгә ҡалдырырға тип ҡурҡып ятҡансы, шулай әкренләп үҙемә тотонорғамы? Умарталар булғас, мал-тыуар ниңә кәрәк? Кәметергә... Юҡ, юҡ бөтөнләй бөтөрөргә. Йәш барған һайын уларҙы ҡарау, тәрбиәләү ауырлаша бара. Машина иҫкерә башланы, малдарҙы һатып, яңы машина алып ебәрергә кәрәк. Кис ятһа ошо уйҙар башына килеп йонсота башланы. Был уйҙарҙы көсләп ҡыуып ебәреп, бал алырға килгән ҡатынды, Фәнүрәне күҙ алдына килтерә. Шул көндө булған күренеште уйы менән, һәр секундына саҡлы яңынан ҡабатлап сыға. Шунан ғына тыныслана төшә.
9
Миндулла улына ике йәш тулған йылды, тау яғынан, өй һалырға бура ҡайтартты. Ул йылдарҙа төҙөлөш материалдары табыу ауыр ине, шуға яңы йорттоң эшен бөтөрөп инеү биш йылға һуҙылды. Оҙаҡҡараҡ та һуҙылыр ине, фермала яҡшы эшләүен исәпкә алып, колхоз ярҙам итеште. Тегеһен-быныһын ситтән алып ҡайтып бирҙе. Яңы өйгә күскәндә Фәнгә ете йәш тулып үҙған ине. Мәктәпкә, беренсе синыфҡа, ул ошо яңы өйҙән барҙы. Иҫке өйҙәренән һуң, яңы өй уға ҙур булып, ауыл клубы саҡлы булып тойолдо. Шатланып өй буйлап йүгереп йөрөнө. Ул йылдарҙа ауылда уларҙыҡы кеүек ҙур итеп һалынған йорттар һирәк ине.
Фән атаһынан ҡалған йорт ярарлыҡ булғас, бер аҙ ҡараштырып, нығытып алды. Ҡыҙыл ағастан, юан бүрәнәләрҙән һалынған йорт артыҡ бирешмәгән. Фәндең яңыны һалырлыҡ рәте булһа ла, бер башыма был да етә тип, уйланы. Атаһының иҫтәлеге лә. Ҡай ваҡыт эштән арып киткәндә, Фән өйөнә инә лә, кәнәфигә ултырып, арҡаһын терәй биреп, өй эсенә күҙ йүгертеп, һоҡланып ултыра. Былар бар ҙа минеке, тигән уй, күңеленә ниндәйҙер ләззәт бирә, ҡәнәғәтлек кисерә. Ихатаһына сыҡһа мал-тыуарҙарына, ҡош-ҡорттарына ҡарап та шундай мәлде кисерә. Ә умарталар.. Улар инде байлыҡ билдәһе. Уныҡы кеүек йөҙгә яҡын умарта яҡын тирә лә юҡ.
Фәндең мал асырарға, иркен йәшәргә теләүе ҡандан киләлер. Әсәһе уға, атаһының атаһы, йәғни олатаһы, хәлле кеше булғанын һөйләй ине. Күп итеп мал-тыуар тотҡан, умарталар аҫыраған, бер нисә йөҙ гектар ере булған. Колхозлашыу йылдарында бөтәһен дә тартып алып үҙен ауылдан ҡыуғандар. Һалдырған мәсетенең манараһын бәреп төшөрөп, клубка әйләндергәндәр. Үҙҙәре йәшәгән ҙур йортон, күсереп колхоз идараһы иткәндәр. Себер яҡтарынан йөрөп ҡайтҡас, ауылда мулла булып хеҙмәт киткән.
Әсәһе ошоларҙы һөйләгәс, Фән күп итеп мал-тыуар асырарға сәмләнеп китә. Йәшеренеп ятҡан тырышлығы уяна. Ошо байлыҡты диңгеҙ буйына барыр өсөн бөтөрөргә тейеш буламы? Был бит ахмаҡлыҡ! Ҡайҙан килде был уй уға? Фәнил һөйләр ул, бер һыйырҙы саҡ-саҡ аҫырап яталар. Был булдыҡһыҙ кешенең һүҙе. Үләм тип, бар ҙа ҡала тип кеше йәшәйме? Кем белә ғүмерҙе, Себергә ҡыуылған йыраҡ олатаһына оҡшаһа, уның да ғүмере лә оҙон булыр. Әсәһе уны йөҙ йәшкә етә яҙған тип әйтә ине.
Бер мәл Фән дин менән ҡыҙыҡһынып китте. Дини китаптары һатып алып ҡайтты. Гәрәп хәрефтәрен үҙ аллы уҡырға өйрәнеү китабынан, уҡырға өйрәнде. Кистәрен эшен бөтөрөп ингәс, йыуынып ала ла, арығанын баҫыр, күңелен тынысландырыр өсөн, бер нисә аят уҡый. Бесәйе уның уҡығанын тыныс ҡына ҡарап ултыра. Фән уҡып бөтөп, амин әйтеп, битен һыпырып ҡуйғанда бесәйе лә, уң аяғы менән битен һыйпап ала.
Фән эске ҡунағына йөрөмәһә лә ҡөрьән аштарына барырға тырыша, сауабы күп ти. Күршеһенә ҡөрьән ашына ингәс, мулла әллә уның дин менән ҡыҙыҡһынғанын белеп, әллә йәштәрҙең дингә тартылыуҙарынан өркөп:
- Өйләнмәгән ир-егет ҡөрьән уҡып йөрөргә тейеш түгел, был рөхсәт ителмәй, - тине. Мәжелестә ултырғандарҙың береһе лә бер һүҙ өндәшмәне, бер-береһенә ҡарашып ҡына ҡуйҙылар. Улар мулланың ни өсөн был һүҙҙе башлағанын беләләр. Ул йәштәр урынымды алып ҡуймаһын тип, шөрләй ине.
Шул мәжелестән һуң, Фән “Ҡөрьән Кәрим” һәм дин китаптарын йәшереп ҡуйҙы, килеп кергәндәр күрмәһен, тине. Ул мулла булырға йыйынмай ҙа, шулай ҙа гәйбәт таралыуын теләмәне.
Бал айырта торған ҡорамалдарҙы өйөнә индерҙе лә, умарталарҙан, бал тулы рамдарҙы алып, өйөнә ташыны. Бөгөн ул бал айыртыу менән буласаҡ. Көслө умарталарға магазиндар өҫтәне. Көндәр йылы, матур тора, болоттар ҙа күптән күренгәне юҡ, ҡорттарға никтар йыйыр өсөн уңай мәл.
Мисәтләп ҡуйылған балауызды ҡырҡып алыр өсөн йылы һыу әҙерләп йөрөгәндә, оло яҡта, өҫтәлдә ятҡан телефоны шалтыраны. Кем шалтырата икән тип, сыҡһа, тәрәҙәнән ҡыҙыл машина үтеп киткәнен күреп ҡалды. Телефонын ташланы ла тышҡа ашыҡты. Әллә Фәнүрә килдеме? Ирекһеҙҙән йөрәге дөпөлдәп тибә башланы. Ысынлап та машина уның ҡапҡаһы төбөнә туҡтаны. Бер ваҡытта ла килгән кешегә ҡаршы бармаған Фән үҙе лә һиҙмәҫтән ҡапҡаға атланы. Бер аҙ атланы ла, нимә эшләйем ул, тип туҡтап, мейесе янына килде. Күҙҙәре ҡапҡа яғында. Нимә эшләргә белмәне. Кем булһа ла, тиҙерәк инеүен көттө. Ҡапҡа асылып, өс литрлы банка тотҡан Фәнүрә йылмайып инеп килә ине. Уны күргәс, Фән ҡойолоп төштө.
- Һаумыһығыҙ, Фән ағай, мин тағы килдем, көттөгөҙмө? – тине ҡатын Фәнгә таба атлап.
- Көткәйнем... Әсәйеңә бал кәрәк булһа, килһен тигәйнем. Ә, эйе шул... Мин бал айыртам... Тағы әллә ниндәй аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтеп алды.
- Рәхмәт инде, прополис килтергәнһеҙ икән, әсәйем шатланды. Аҡса ебәрҙе.
- Юҡ, юҡ, аҡса кәрәкмәй, тик файҙаһы ғына тейһен. Магазинға барғайным, шунда алып барҙым... барҙым шул, - тине Фән аҡланғандай итеп.
Фәндең Фәнүрәне тиҙ генә сығарып ебәргеһе килмәне. Күпме көттө ул. Тик нимә һөйләргә белмәне. Оялды, ҡыйынһынды, юғалып ҡалды. Битенә алһыулыҡ йүгерҙе. Бер алға, бер артҡа атланы. Уның нимә эшләргә белмәй торғанын күреп, Фәнүрә:
- Балығыҙ булһа, тағы алырға ине, Фән ағай. Ҡатындың йомшаҡ тауышы, Фәнде сихерләгәндәй итте. Күңеле сәскә атты, рәхәтлек кисерҙе.
- Бал... Бал бар... Айыртмаған... Көтәһегеҙ инде...
- Көтәм. Мин отпускала. Донъяғыҙ ҡалын, Фән ағай. Молодец.
- Мин өйҙә айыртам... Өйҙә...
Фән ишеккә атланы, үҙен атлап барғандай түгел, осоп барғандай тойҙо. Әйтерһең лә уның иңенә ҡанаттар сыҡҡан. Уға шундай рәхәт ине. Фәнүрә матур тауышы менән нимәлер һөйләй-һөйләй уның артынан эйәрҙе.
Аҙағы.